Студопедия — Манипура
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Манипура






“Иман килтермәгән кешеләргә уттан кейем киҫелгән, уларҙың баш өҫтәренә ҡайнар һыу ҡойола. Бынан уларҙың эстәрендәге нәмәләре лә, тиреләре лә ирей.” [Ҡөрьән-Кәрим: “Әл-Хадж” сүрәһе,22:19,20]

Манипура [5] тәндең йылылығын тәьмин итеүсе ут элементы менән бәйле. Ҡабул ителгән аҙыҡты эшкәртеүсе үт ҡыуығы, ашҡаҙан, эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүсе, матдәләр алмашыныу процесын яйлаусы ҡеүәт үҙәге ул. Будда динен тотоусылар иҫәпләүенсә, кеше үлгәндә уның йәне ошо үҙәктән сыҡһа, ул преттар (йәғни мәңге ас йәндәр – ендәр) донъяһында тыуа, ти. Ҡөрьән-Кәримдә был ҡарашты раҫлаусы аят бар: “Ул кешене сүлмәк яһай торған балсыҡ кеүек яңғырауыҡлы мәтенән яратты һәм ендәрҙе саф ут ялҡынынан яратты” [“Әр-Рәхман” (Шәфҡәтле) сүрәһе, 55:14,15].

Аңды манипура кимәленә тиклем күтәрә алыу hәләте йән эйәләре араhында тик кешегә генә бирелгән[6].Эш, hүҙ мәғәнәhен аңлаған, әҙәп hаҡлай белгәнде мәнле, мәнеле, мәне белгән тип ҡылыҡhырлау hәм, киреhенсә, эш, hүҙ айышын аңламаған, әҙәп hаҡламаған әҙәмде мәнеhеҙ;, мәне белмәгән тип әрләү, орошоу бар беҙҙең телебеҙҙә.

Сағыштырыу өсөн инглиз телендәге man– кеше,санскритта: manu – тәүкеше, аҡыл эйәһе; manu ja – тәүкешенең нәҫелдәре, тоҡомдары тигән һүҙҙәрҙе иҫәпкә алайыҡ. Ғәрәптәрҙә лә мән? (кем?) һорауының, беҙҙең телдәгесә, тик аң эйәһе кешегә ҡарата ғына ҡулланыла икән! Үҙебеҙҙең телдә ман/мән өлөшсәләренең фәҡәт кеше булыу, кешесә;мәғәнәләренә тап килеүе тураhында бик ҡыҙыҡлы табыштарға юлығаhың:

мандыу, мандығыу, мандуғыу (төньяҡ-көнбайыш) – hауығыу (тимәк, яңынан кеше булыу);

манит (ҡариҙел), маншик ( арғаяш) – ҡарасҡы;

мантығыу (арғаяш) – ҡаушау; (мейәс) – ҡабаланыу;

мантымау (урта) – ырамау, уңмау;

мантыуhыҙ; (арғаяш) – мөсhөҙ, көсhөҙ, хәлhеҙ;

маң; булыу – 1. бер шөғөлгә онотолоп китеп, ныҡ бирелеү; 2. дусар булыу;

мәндә; (hаҡмар) – бәндә;

мәне (көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш, урта, ырғыҙ, эйек-hаҡмар) – әҙәп, мәғәнә, рәт;

мәнейаталыҡ орлоғо hәм шул орлоҡтарҙан торған шыйыҡса; сперма;

мәнжүн (әй) – мәжнүн, иҫен-аҡылын юғалтҡан кеше;

мәнтерәү; (арғаяш) – бәлтерәү;

мәңгерәү ( мейәс) – миңрәүләнеү;

мәңрәү; (арғаяш, салйоғот, hаҡмар) – миңрәү, туң;

Башҡорт телендә ман/мән ҡушымсалы hүҙҙәрҙең мәғәнәhе, үҙләштерелгән hүҙҙәр менән бер рәттән, кешенең ниндәйҙер сифатҡа эйә булыуын күрhәтә:

милләт:алман, ҡоман, манси, төркмән, әрмән;

дәрәжә;:атаман, ғoман (ҡарындағы бала),дошман, иләймән,көйәрмән, мосолман, төмән, уҙаман, аламан;

hөнәр: ашмансы (ашнаҡсы[7]), сабарман, сәйәсмән, тәржеман, һөнәрмән, шаман, эҙәрмән;

сифат: алабарман, байман, бөжмән (ҡурҡаҡ),еңәрмән, ҡарасман, манҡорт, тиҙәмән, үҫәрмән, әүермән.

Бындай һүҙҙәрҙә ман/мән ҡушымсаларын яһаусы ялғау тип ҡарау урынлымы? Ике тамырлы ҡушма һүҙҙәр бит улар!

Сит телдән килеп кергән гуманизм, супермен, бизнесмен, боцман, мичман, флагман, штурман, норманн, герман, роман, манекен, наркоман, меломан, полисмен, Осман h.б. һүҙҙәр ошондай уҡ hүҙьяhалыш тәртибенә буйhонған.

Айман, Ҡорҙашман, Ҡорман, Мәндей, Сермән, Манайлы, Манайhыу, Манайылға, Манышты, Маназы шишмәhе, Манаш, Манъяра (тауы, яланы, йылғаhы), Мәнеү йылғаһы, Манғаштаҡ, Туғажман, Манатау, Сытырман, Мәндем, h.б. топонимдарҙың; булыуы ман/мән компоненттарына иғтибарҙы йүнәлтеүҙе hорай. Ҡайһы бер авторҙар тәҡдим иткәнсә, гидронимдарҙа осраған ман/мән өлөшсәләрен “маныу” (һыуға төшөрөп алыу, һыулау) мәғәнәһе менән бәйләһәк, тау-ҡалҡыулыҡ исемдәрендә булғандарын нисек аңлатырға булыр?

Ҡорман йылғаһының һыуҙарында

Йөҙә микән алтын балыҡтар?

Ҡорман ауылынан күсмәҫ өсөн,

Зар илаша бөтә халыҡтар.

Иҫке Ҡорманҡайҙың; ҡарт тирәге

Беҙҙе оҙатып ҡалды талпынып.

Ә беҙ киттек ҡола ялан ергә

Тыуған еркәйҙәрҙе ҡалдырып.

(Халыҡ йыры“Ҡорман”)

 

Был өлөшсәләрҙең беҙҙең телдә кеше исемдәрендә; лә күп осрауы иғтибарға лайыҡ. Yкенескә ҡаршы, ошо өлкәлә яҙылған фәнни хеҙмәттәрҙә уларҙың мәғәнәһен ентекләп аңлатыу етешмәй, йә булмаhа, улар сит телдән үҙләштерелгeн исемдәр тип кенә бирелә. Ә бит был исемдәрҙең мәғәнәһе тәржемәһеҙ ҙә ярылып ята:

Айман – ай кешеhе, Аҡман – аҡ кеше, ҡыш бабай; Балҡаман – исеме балҡыр, танылыр кеше; Баhуман[8] – бөйөк,баhалы, абруйлы, хөрмәтле кеше; Усман, Усманғәли – (төрки телд. Ус - аҡыл, аң, уйсанлыҡ, тәрбиәлелек, зирәклек) аңлы кеше; Дәрдеман[9] – дәртле, ҡеүәтле, көслө кеше; Иман, Иманай, Иманбай, Иманғол – (Төрки телд.: ий, ийи – эйә, хаҡ) хаҡ, юлдағы, дөрөҫ, ыңғай кеше; Ираман, Ирәмән – ир кеше; Ҡорман, Ҡораман,Ҡорманай, Ҡорманбай, Ҡорманғол, Ҡорманғәли – (ҡор, ҡур: ҡеүәт) ҡурлы, үрсемле кеше, нәҫел башлаусы; Ҡарман,Ҡарманай – ҡар (төньяҡ) кешеhе, боронғо, тәү кеше; Ҡалҡаман – ҡалҡанлы, һуғышсан, яугир кеше; Ҡараман – ҡара(боронғо), тәү кеше; Манап – 1) ап – арт. дәрәжәhе 2) апа (диал. hәм бор. төрки тел.) – бабай. Оло, абруйлы кеше; Манат кеше+ат (кентавр); Мансаф – “Саф, аңлы кеше”; Мәнғол – ҡол кеше, хеҙмәтсе; Ҡалмансура, Мансур, Сураман[10] - Алла кешеһе; Нағман, Ноғман, Ноғаман[11] – аждаhа-кеше, күк батшаhы; Маннур, Нариман, Нуриман – иманлы, нурлы кеше; Лоҡман[12] – ил кешеhе, Йыhан кешеhе; Райман –(Ра/Рә – ҡояш) белемле, мәҙәниәтле кеше; Сағман – саҡ (теүәл, бөтөн, тулы, камил) кеше; Сөләймән, Һөләймән[13] – Аллаhының ризалығынан; Сәлмән – сәлләле (дәрәжәле), сәләмәт, сал (оло) кеше; Сарыман, Сарман, Сәрмән – 1.һары кеше (милләте?), 2.(сар-сансара – донъя тәгәрмәсе): был донъя кешеhе; Урман, Урманай, Урмансы, Урмантай – (Төрк. телд. Ур – барл. килтереүсе, нәҫел таратыусы, орлоҡ сәсеүсе; Һәмән,Сәмән – ҡам; монах (самана); Шаҡман, Шахман – дәрәжәле кеше, шаh; Юламан – юл кешеhе.

“Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәтендәге, “Аҡман менән Тоҡман[14]” риүәйәтендәге башҡорт исемдәре боронғолоҡҡа ишара! Тағы ла шул күҙгә ташлана: ни өсөн был исемдәр – тик ир-аттыҡы?! Сөнки донъяуи диндәрҙә ҡабул ителгән ҡараш буйынса, Аллаhы Тәғәлә тарафынан ерҙәге тәүге кеше ир затынан яратылған. Миҫалға килтерелгән башҡорт – ғәрәпфарсыинглизсанскрит сығышлы барлыҡ hүҙҙәрҙең дә дөйөм мәғәнәhе, уртаҡлығы барлығын тояhың.

Көс-ҡеүәте, аңы манипура кимәлендә тупланыуға өлгәшеүселәр – фән-ғилем өлкәләрендә уңыш яулаусылар. Сөнки уның эшмәкәрлеге көйлө булған осраҡта ҡабул ителгән ризыҡты эшкәртеү яҡшы бара hәм бының менән бергә мейе туҡланыуҙан уйлау hәләтлеге көсәйә, хәтер яҡшыра. Төҫтәрҙе айырыу, таныу ҙа – манипураның ҡатнашлығында. Күҙлек кейеүселәр кемдәр араhында күберәк? Күреү hәләтенең кәмеүе – был чакраның зарарланыуы, артыҡ көсөргәнеш кисереүҙән көйhөҙләнеүенән. Был кимәлдә тик ашау-эсеү, матди байлыҡ туплау кеүек фани донъяның алдатҡыс мәшәҡәттәре менән артыҡ мауығып китеп, манипураның кире йоғонтоhо аҫтында ҡалыусылар – рухи яҡтан артабан үҫеүҙән туҡталыусылар. Уларҙың холҡонда ҡомhоҙлоҡ, hаранлыҡ кеүек сифаттар өҫтөнлөк итә башлай. “Кеше күңелендә һәр ваҡыт һаранлыҡ була. Әгәр һеҙ изгелекле, тәҡүәле булһағыҙ, ысынлап та, Алла һеҙҙең ни эшләгәнегеҙҙе белә,” - тип аңлата был тәбиғи хәл-булмышты [Ҡөрьән-Кәрим (Ән-Ниса сүрәһе, 4:128)]. Был осраҡта йоганың “ Урлашма!” тигән өсөнсө талабын үтәү мотлаҡ. Халҡыбыҙҙың аҡыл эйәләре был турала ни тигән?

Ашар өсөн йәшәмә, йәшәр өсөн аша.

Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.

Ашҡа ла бар бер сама.

Батыр ут булыр, ҡурҡаҡ юҡ булыр.

Иртәнге ашты ташлама, кискеhен башлама.

Күп ашап күбенгәнсе, аҙ ашап буйыңа hеңдер.

Күп ашаhаң, бал да әсе була.

Ҡомhоҙ ҡомғанға тығылыр.

Ҡомhоҙҙоң үҙе туйыр, күҙе туймаҫ.

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрөр.

Уғрылыҡ – хурлыҡ.

Ут – мут.

Уттың ялы ла, ҡойроғо ла юҡ.

Уттан алды, hыуға hалды.

Тапҡанды тота бел, ҡапҡанды йота бел.

Һау булайым тип туя ашама, ҡуя аша.

Әлбиттә, ҡомһоҙлоҡ, һаранлыҡ, фани донъя малына үтә бирелгәнлек кеүек кире сифаттар донъяуи диндәр тарафынан да һис тә хупланмай. “Алланың рәхмәте менән бирелгән нәмәгә һаранланған кешеләр шуны үҙҙәренә яҡшы тип уйламаһын. Юҡ, был уларға яман. Ҡыҙғанған нәмәләре ҡиәмәт көнөндә уларға сынйыр булып уралыр. Күк менән Ерҙең мираҫына Алла ғына хужа. Һеҙҙең ни эшләгәнегеҙҙе Алла белеп тора ”, – тип иҫкәртәсәк был турала Ислам ҡанундары.[“Әл-Ғимран” сүрәһе, 3:180]







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 492. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Тема: Составление цепи питания Цель: расширить знания о биотических факторах среды. Оборудование:гербарные растения...

В эволюции растений и животных. Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений. Оборудование: гербарные растения, чучела хордовых (рыб, земноводных, птиц, пресмыкающихся, млекопитающих), коллекции насекомых, влажные препараты паразитических червей, мох, хвощ, папоротник...

Типовые примеры и методы их решения. Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно. Какова должна быть годовая номинальная процентная ставка...

Принципы, критерии и методы оценки и аттестации персонала   Аттестация персонала является одной их важнейших функций управления персоналом...

Пункты решения командира взвода на организацию боя. уяснение полученной задачи; оценка обстановки; принятие решения; проведение рекогносцировки; отдача боевого приказа; организация взаимодействия...

Что такое пропорции? Это соотношение частей целого между собой. Что может являться частями в образе или в луке...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия