Студопедия — Анахата
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Анахата






“Алла елдәрҙе ебәреп, болот сығарта. Уларҙы үҙе теләгәнсә күк йөҙөнә таратып, киҫәк-киҫәккә бүлгеләй. Шунан һин болот араһынан ямғыр яуғанын күрәһең. Шул ямғырҙы Үҙе теләгән ҡолдарына ебәргәндә, улар шатлана, ямғыр яумаҫ элек ныҡ ҡайғырып торған булһалар ҙа. Алла рәхмәтенең эҙҙәрен үлгән ерҙең терелеп киткәнендә күр. Ысынлап та, Ул үлгәнде терелтә. Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!” [Ҡөрьән Кәрим: “Сүүратү-Рум” (Әр-Рум) сүрәһе, 30:48-50]

Анахата [15]hауа, ел элементынан тороусы ҡеүәт үҙәге. Күкрәк тәңгәлендә урынлашҡанлыҡтан, hулыш ағзалары (үпкә, йөрәк, ҡан тамырҙары) өсөн яуаплы. Бармаҡ остары менән ҡағылыу, тире аша hиҙеү hәләте анахата ярҙамында бирелә. Һауа, тын – еңел элемент: “еңеллек” hүҙенең синонимы “анhат” hүҙе бына ҡайҙан килеп сыҡҡан! Аңы, энергияhы анахата кимәлендәгеләр кисергән мөхәббәт [16] – яратыу, hөйөү хисенә, свадистана түбәнлегенән айырмалы рәүештә, юғарылыҡ, бөйөклөк, изгелек хас. Дөйөм кешелек, Тәбиғәт, Йыhан алдында яуаплылыҡ тойғоhо үҫешкән уларҙа. Был кимәлдең ыңғай йоғонтоhо тәьҫирендә, төрлө hәләттәре үҫешеп, кеше абруй hәм дан ҡаҙаныуға өлгәшә. Таланттың юғары маҡсаттарҙа кешелеккә хеҙмәт итеү өсөн бирелгәнлеген онотоп, анахатаның кире йоғонтоhона эләккәндәрҙең маhа йыусанлыҡ, hауаланыу, эреләнеү, дан көҫәү, нимәгәлер йә кемгәлер ҡарата үтә эҫенеү кеүек кире сифаттары был рухи үҙәктең ябылыуына килтерә. Был турала башҡорт халыҡ йырҙарында ла киҫәтеүҙәр етeрлек:

Төйәләҫкәй буйының туғайы,

Туғайында уның талдары.

Арыҫланҡай кеүек ир-егетте

Алдай алмаҫ донъя малдары.

(“Төйәләҫ”)

Ағиҙелкәйҙәрҙең ай буйында

Һандуғастар hайрай муйылда.

Иҙел hыуын эскән ир-егеттәр

Яман теләк йөрөтмәҫ уйында.

(“Йәмле Иҙел буйында”)

Шулай итеп, кемгәлер йә нимәгәлер ҡарата мөнәсәбәттә үтә эҫенеү, ниндәйҙер идеяға үтә бәйләнеү, бер урынға ерегеү – был кимәлдән өҫкө чакраларға юлды яба, сөнки көс-кәр ошо маҡсаттарға ярашлы түгелә. “ Яратҡан нәмәгеҙҙе сарыф итмәй тороп, һеҙ изгелеккә өлгәшә алмаҫһығыҙ. Ни генә сарыф итһәгеҙ ҙә, Алла белеп тора!” – тиер был турала Ҡөрьән дә [“Әлү Ғимран” сүрәһе, 3:92]. Йән теге донъяға киткәндә ошо чакра аша сыҡhа, ҡайтанан кеше булып тыуыу мөмкинлегенә эйә була тиҙәр. Шуға күрә кешелек донъяhына хас барса мөнәсәбәттәрҙә лә даими рәүештә теүәл hәм яуаплы булырға өйрәтә йога тәғлимәте: ата-әсә һәм бала, ир-ҡатын, туған-зат, дуҫ-иш кимәлендә генә түгел, ә шулай уҡ милләтеңә, туған телеңә, Тыуған илеңә тоғролоҡ; hаҡлай белеү – - былар барыhы ла анахата мәсьәләләре. Кешеләр араhын бутау, дошманлашыу, үс hаҡлау, кенә ҡыуыу кеүек хата-гонаhтарҙан арынып ҡына, анахата кимәлендә ҡалып була әҙәм балаhына. Был турала түбәндәге мәҡәл-әйтемдәр асыҡ әйтеп бирә:

Ат етмәҫ ергә дан етер.

Ат матуры арҡанда, ҡыҙ матуры тарханда.

Аттың аҫылына атлан.

Ата – алтын hаҙаҡ, ана – алтын ҡанат.

Атаң барҙа ир таный, затың барҙа ил таный.

Ата байлығы улға йоҡмаҫ, әсә байлығы ҡыҙға йоҡмаҫ.

Ата hағышын күк күтәрмәҫ, әсә hағышын ер күтәрмәҫ.

Ата-бабам баҡҡан ер – кендек ҡаным аҡҡан ер.

Ата- инә алғышы утҡа-hыуға батырмаҫ.

Ата-инәгә изгелек күрhәтмәгән үҙе лә изгелек күрмәҫ.

Ата үлеү – арҡа hыныу, инә үлеү – бәғер итең hулыу.

Ата үлеп, бала ҡалhа – моратына еткәне, бала үлеп, ата ҡалhа - бөкөрәйеп үлеп киткәне.

Бала – уңhа ғына бала, уңмаhа – бәлә.

Бала шатлығы – ана шатлығы.

Бер табышhыҙ ҡайтhаң да, донъя күреүең үҙе табыш.

Бишек – киң донъяға ишек.

Булыр илдең балаhы бер-береhен – батыр ти, бөлөр илдең балаhы бер-береhен – бахыр ти.

Дуҫынан айырылған ете йыл илар, иленән айырылған илле йыл илар.

Дуҫты дошмандан айыра бел.

Дуҫтың дуҫлығы ҡара көндә беленер.

Дуҫың яныңда булмаhа, донъяның йәме юҡ.

Дуҫты hынарға теләhәң, көтөргә бир.

Дуҫың ниндәй – ҡәҙерең шундай.

Елгән ел күргән, йөрөгән ил күргән.

Елгә ут hимерер.

Елгә шаршау ҡормайҙар.

Иҙел даны менән боҙ китә, ата даны менән ҡыҙ китә.

Иләҫ илдән китер.

Ипле кеше иленән китмәҫ.

Иплегә иптәш күп.

Йөрөгән йөрәкле булыр.

Мөхәббәткә үлем юҡ.

Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.

Мөхәббәт таш ярҙырта.

Мөхәббәт уты тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти. Мөхәббәт уты майhыҙ ҙа яныр.

Ныҡ hөйә тип hөйөнмә, уртаса hөйә тип көйөнмә.

Сағылған таш ут сәсер.

Сибәр берҙе, аҡыллы меңде эйәртер.

Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ.

Ситкә китhәң дә, ситәнгә элеп кит.

Ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен hағыныр.

Сәскә яҙ менән, мөхәббәт наҙ менән.

Тыуған илдән туйған юҡ.

Yҙәккә үткән ел яман, илен hатҡан ир яман.

Халыҡ йорто – Тыуған ил.

Халыҡты хан да еңмәҫ.

Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер.

Халыҡ көсө таш яра.

Халыҡ аҡылы – ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын.

Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар.

Халыҡ бар ерҙә батыр бар.

Һылыу – hыйпаған ерендә, ир – тыуған ерендә.

Өйҙә ятып ни белерhең? Илгә сыҡhаң, ғибрәт күрерhең.

 

Сәләмәт йөрәккә эйә булыу – кешенең Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында уңышҡа ирешеүселәрҙән булыуынан. ”...байлыҡ та, балалар ҙа файҙа килтермәгән ул көндә (Ҡиәмәт көнөндә) Аллаһ янына сәләмәт йөрәк менән килеүсе генә ҡотоласаҡ” (Ҡөрьән, “Шағирҙар” сүрәһе, 26:88-89). Ибн Рәджәб әйткән: ” Ауырыуҙарҙан һәм боҙоҡлоҡтарҙан азат булған йөрәк кенә сәләмәт һанала. Бындай йөрәктә Аллаһҡа мөхәббәттән, Унан ҡурҡыуҙан һәм Унан йырағайтыусы нәмәләрҙән ҡурҡыуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ;.”

 







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 483. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Типовые примеры и методы их решения. Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно. Какова должна быть годовая номинальная процентная ставка...

Выработка навыка зеркального письма (динамический стереотип) Цель работы: Проследить особенности образования любого навыка (динамического стереотипа) на примере выработки навыка зеркального письма...

Словарная работа в детском саду Словарная работа в детском саду — это планомерное расширение активного словаря детей за счет незнакомых или трудных слов, которое идет одновременно с ознакомлением с окружающей действительностью, воспитанием правильного отношения к окружающему...

Кран машиниста усл. № 394 – назначение и устройство Кран машиниста условный номер 394 предназначен для управления тормозами поезда...

Приложение Г: Особенности заполнение справки формы ву-45   После выполнения полного опробования тормозов, а так же после сокращенного, если предварительно на станции было произведено полное опробование тормозов состава от стационарной установки с автоматической регистрацией параметров или без...

Измерение следующих дефектов: ползун, выщербина, неравномерный прокат, равномерный прокат, кольцевая выработка, откол обода колеса, тонкий гребень, протёртость средней части оси Величину проката определяют с помощью вертикального движка 2 сухаря 3 шаблона 1 по кругу катания...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия