Студопедия — Вишудда
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Вишудда






“Алланың миҫал итеп я ҡшы һүҙ; килтергәнен күрмәнеңме ни? Ул һүҙ яҡшы ағас һымаҡ: тамырҙары ныҡ, ботаҡтары күккә олғашҡан...Раббының рөхсәте менән ул һәр ваҡыт емеш биреп тора. Бәлки, аҡылға килерҙәр, тип Алла кешегә миҫал килтерә. Ә насар һүҙ хаҡындағы миҫал ерҙән йолҡолған ағас кеүек: уның ныҡлығы юҡ. Иман килтергән кешеләрҙе Алла тоғро һүҙ менән донъялыҡта ла, әхирәттә лә нығыта, ә залимдарҙы юлдан яҙҙыра. Алла Үҙе ни теләһә, шуны эшләй.” [Ҡөрьән Кәрим: ”Ибраһим” сүрәһе, 14:24-27]

Вишудда [17] – бишенсе элемент, “ буш лыҡ”. Биш, буш, баш, бош [18] – бер hүҙҙең төрлө варианттары булып сыға!

Физик тәндең буш, ҡыуыш ағзалары (ауыҙ, танау, ҡолаҡ ҡыуышлыҡтары) ярҙамында тауыш-өн сығарыу, hөйләү, ишетеү hәләттәре вишудда менән бәйле. Көнсөллөк сәме нигеҙендә башҡалар менән ярышыу, уҙышыу, айҡашыу тойғолары менән hуғарылмаhа, аң-ҡеүәте ошо үҙәктә тупланғандарға был чакра “батшалыҡ” бурысын еңел башҡарыуға булышлыҡ итә. Йә булмаhа, тыумыштан матур тауышың ярҙамында киң танылған йырсы, тәбиғәттән бирелгән ишетеү hәләтең нигеҙендә бөйөк композитор, телмәр оҫталығың ярҙамында абруйлы сәйәсмән булыуға өлгәшергә мөмкин. Ләкин “бөйөклөктөң”, “донъяға хужа булыуҙың” тәмен тойоп, уны тик кире сифатта үҙ маҡсаттарында ғына файҙаланыу вишудда чакраhын бысратыуға, тонсоғоуға килтерә, кешенең үҙен, шәхес булараҡ, емереүгә, кирегә тәгәрәүгә этәрә, сөнки был мөмкинселек кешелеккә, халыҡҡа юғары маҡсаттан сығып хеҙмәт итеүгә, уның рухи кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеү өсөн бирелә.

Аҡыл эйәләренең фекеренсә, ике төрлө эш кешене һәләк итергә мөмкин: сикһеҙ байлыҡҡа ынтылыу һәм артыҡ һүҙсәнлек.

Халҡыбыҙҙың тарих дауамдары буйына туплаған тормош тәжрибәhен сағылдырған һәм йога талаптарына тап килгән тел, телмәр тотоу өлкәhенә ҡағылышлы әйтем-киҫәтеүҙәре был турала бихисап. Уларҙан белеүебеҙсә, кешенең яҙмышы һәм ни дәрәжәлә булыуы уның теле менән туранан-тура бәйле. Кеше үҙенең теле арҡаһында ожмах менән бүләкләнеүе һәм тамуҡ менән язаланыуы мөмкин, ти ислам әҙәбе:

Аҡыллы алтыла ла баш була, аҡылhыҙ алтмышта ла йәш була.

Аҡыллыға аҡыл бирhәң, күпте белер,

Аҡылhыҙға аҡыл бирhәң, ҡысҡырып көлөр.

Аҡыл эҙләгән аҡыл табыр, мал эҙләгән мал табыр.

Аҡыл ҡәҙере әҙәп менән.

Аҡылhыҙ башҡа дан ҡунмаҫ, ҡунhа ла оҙаҡ тормаҫ.

Аҡ туныңды яманлап, атлас ҡайҙан табырhың,

Түрәләрҙе яманлап, ғәҙел ҡайҙан табырhың? (Аҡмулла).

Аламаға дәрәжә килешмәй.

Ауыҙҙан сыҡҡан hүҙ – осҡан ҡош.

Ауыҙың ни hөйләгәнде ҡолағың ишетhен.

Ауыҙҙағы hүҙгә hин эйә, ауыҙҙан сыҡҡан hүҙ hиңә эйә.

Ауыҙ – ҡапҡа, hүҙ – ел.

Ауыҙ – йоҙаҡ, тел – тоҙаҡ.

Ауыҙ – бер, ҡолаҡ – ике.

Берҙе hөйләгәндә биште уйла.

Балыҡ башынан серер.

Бай менән талашма, түрә менән әрләшмә.

Башлыҡ булhаң, башлы бул, йыйырылмаҫ ҡашлы бул.

Башлыҡ аҡылға бай, халыҡ күңелгә бай.

Башың үҙеңә баш булhын.

Башҡа бәлә телдән.

Батша залим булhа – йорт туҙыр, ғалим булhа – йорт уҙыр.

Батшаң hуҡыр булhа, бер күҙеңде ҡыҫып үт.

Булмаҫ тайға тел әрәм.

Кешене хур иткән үҙе ҙур булмаҫ.

Көнсөл кеше көн күрмәҫ.

Көс кемдеке – әмер шуныҡы.

Көтөү аҙашмай, көтөүсе аҙаштыра.

Күп hүҙҙең йәме юҡ.

Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ.

Ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ.

Нәфсе – шайтан, аҡыл – иман.

Нәфсеhенә эйәргән малынан да, аҡылынан да яҙыр.

Өндәшкән бер отҡан, өндәшмәгән ике отҡан.

Түрә барҙа түргә уҙма.

Түрә түрәне яҡлар.

Түрә түрен бирмәҫ.

Түрә ҡуштанды hөймәҫ, шунhыҙ көн күрмәҫ.

Түрә күп булhа, дау күп булыр.

Түрәнең hүҙе hүҙ, ни әйтhә, шул төҙ.

Түрә булhаң, түҙем бул, телгә татлы йөҙөм бул.

Түрә булhаң, сабатаңды түргә элмә.

Телеңдән килгән ҡулыңдан килhен.

Сабырhыҙға дәүләт ҡунмай.

Yкереп үгеҙ, екереп түрә булмаҫhың.

Yҙен ҙур тотҡан түрәнең hуңғы көнө хур булыр.

Халыҡҡа таянған таймаҫ.

Эйелгән илгә яраған.

Яҡшы түрә әҙәмгә юл асыр, яман түрә әҙәмдең юлын быуыр.

 

Аджня

Иманлы кешеләрҙе һәм ғилеме булғандарҙы Аллаһ төрлө дәрәжәләргә күтәрә . [Ҡөрьән Кәрим: “Әл-Мүжәдәлә” (Һүҙ көрәштереү) сүрәһе,58:11]

Аджня [19] - ике ҡаш араhында, гипофиз өлкәhендә урынлашҡанға күрә, уны “өсөнсө күҙ” тип тә атайҙар. Был чакра бик ҙур hәләттәр өсөн яуаплы, уның ярҙамында бөтә теләктәр тормошҡа ашырыла. Аңын, көс-ҡеүәтен был тәңгәлгә күтәреп, туплай алыусылар өлөшөнә сикhеҙ мөмкинлектәр асыла; ғәҙәттән тыш hәләттәре менән башҡаларҙы хайран итер әүлиәләр - ошо кимәл шәхестәре. Улар “өсөнсө күҙ” ярҙамында кешенең уйын, ара йыраҡлығына ҡарамай, уҡый, бөтә йәнле hәм йәнhеҙ нәмәләрҙе, кешеләрҙе үтәнән-үтә күрә, үткәнде hәм киләсәкте асыҡтан-асыҡ күҙаллай. Дауалау hәләтенә эйә булалар. Fүмерҙәренең оҙонлоғон үҙ теләктәре менән үҙҙәре хәл итәләр. Был чакраға тап килгән тәбиғи элемент юҡ. Шуға күрә фәҡәт ошо кимәлдә аң ысын азатлыҡҡа өлгәшә, йәғни сансараның ҡуласаhынан, карма законынан ирекле ундай бөйөк кешеләр. Юғары Аң менән тоташып, күктең етенсе ҡатына hәм унан да юғарыраҡ донъяларға күтәрелеү лайыҡ бындай йәндәргә.

Тәбиғи рәүештә аджняның да кире тәьҫиренә эләгеү ҡурҡынысы бар. Ҡатып ҡалған идеяларҙа нығыныуҙан, үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәтләнеү тойғоhона бирелеүҙән, үҙ фекереңде генә әhәмиәтле hанап, башҡаларҙан өҫтөнлөк итеүгә юл ҡуйhаң, был өлкәләге нескә ҡыл-каналдар тығыла, исрафлана. Йога тәҡдим иткән эволюцияның иң юғары маҡсатына өлгәшеүгә, шулай итеп, юл ябыла. “Улар һуҡыр һәм телһеҙ, һаңғырауҙар. Шуға күрә улар тура юлға әйләнеп ҡайта алмай,” – ти ундайҙар тураһында Ҡөрьән Кәрим. [“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 2:18].

Был ҡапҡанға эләгеүҙән уның тағы ла ҡатмарлыраҡ тыйыу-талаптары ҡотҡарыр: аҡыл, аң кимәлендә “ҡомhоҙланма”, “нәфрәтләнмә”, “хаҡты, хәҡиҡәтте инҡар итмә”. Был турала тапҡыр hүҙҙәр ни ти?

Аң-белем – мәңгелек ғилем.

Аҡыл төбө – тәжрибә.

Аҡыл ҡәҙере әҙәп менән.

Аҡылыңды ҡаш араңа маяҡ ит.

Аҡыллының йөҙө әйтер, йөҙө әйтмәhә, hүҙе әйтер.

Аҡыллының уйында, тиленең телендә.

Аҡыллы ир – ил ағаhы, аҡылhыҙ – ил бәләhе.

Аҡыллы алға барыр, артҡа ҡарар.

Алтындан аҡыл ҡиммәт.

Белемле үлмәҫ, белемhеҙ көлмәҫ.

Fалим булhаң, ғаләм hинеке.

Fәҙәтте hәләт еңә.

Һөнәр алды – аҡыл.

Хәйлә – алты, аҡыл – ете.







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 420. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Сосудистый шов (ручной Карреля, механический шов). Операции при ранениях крупных сосудов 1912 г., Каррель – впервые предложил методику сосудистого шва. Сосудистый шов применяется для восстановления магистрального кровотока при лечении...

Трамадол (Маброн, Плазадол, Трамал, Трамалин) Групповая принадлежность · Наркотический анальгетик со смешанным механизмом действия, агонист опиоидных рецепторов...

Почему важны муниципальные выборы? Туристическая фирма оставляет за собой право, в случае причин непреодолимого характера, вносить некоторые изменения в программу тура без уменьшения общего объема и качества услуг, в том числе предоставлять замену отеля на равнозначный...

Тема 2: Анатомо-топографическое строение полостей зубов верхней и нижней челюстей. Полость зуба — это сложная система разветвлений, имеющая разнообразную конфигурацию...

Виды и жанры театрализованных представлений   Проживание бронируется и оплачивается слушателями самостоятельно...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия