Студопедия — Урал батыр” ҡобайырында йога тәғлимәте
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Урал батыр” ҡобайырында йога тәғлимәте






Яҡтылыҡ hәм уй-хыял кимәлендәге мәғлүмәт донъяhында ҡасандыр үҙенең тәүторош хәлендә булған йәндәр, нур булып ойошоп, бер бөтөнлөктө тәшкил иткән – был камил, тулы, бөтөн [41] hәм бөйөк бушлыҡ – Нирвана. Ошо камил донъянан таралған, матдилашып (ауырайып), ергә “ҡолаған” йән ни тойор үҙенең тәүбулмышына тап килмәгән икенсел хәлендә? Әлбиттә, Сансараның тупаҫ материяһы – физик тән эсендәге тотҡонлоҡта hанhыҙ күп тапҡырҙар ҡабат-ҡабат тыуырға мәжбүр булған йән үҙе лә тупаҫлана бара, аңы ла томалана, йәғни, тәүторошона хас бөйөклөктән, Рух[42] күтәренкелегенән алыҫлаша. Сөнки ул фанилыҡ сифаттарына солғана бара, матдилашыу тәжрибәhенә әүрәй hәм донъяуи белемдәргә генә эҫeнә бара.

 

Ләкин йәндең төпкөл аңы, “үҙ – үҙәге”[43] үҙенең саф сағын, нур сатҡыhы [44] мәлен аңбаҙында, тәрән хәтер hандығында hаҡлай бирә. Шуға күрә hәр кешенең, аҡылы менән төшөнөп бөтмәhә лә, күңеле, эске ғазаптар кисереп, hәр саҡ нимәнелер юҡһына, нимәлер эҙләй, нимәгәлер ынтыла. Ә бит был хәл – беҙҙең аң кимәлендә үҙебеҙҙең тәүбулмыш хәлебеҙҙе юҡhыныу, шул тәүторошобоҙҙо hағыныу. Күптәр, был хәлде аңлатып булмаҫ эс бошоуға hанап, шуның сәбәбенә төшөнә алмауҙан, онотолоу теләгенән эскелеккә hалыша, донъянан ваз кисеү юлы күреп, наркотик ҡуллана башлай, йә булмаhа, башҡа алдатҡыс шөғөлдәргә алмаштырырға маташып, яңылыш юл hайлай. Күңел донъяhының тышҡы ығы-зығынан бер аҙға ваз кисеп торғоhо килеү теләген беҙҙең ата-бабалар, тап йога өйрәткәнсә, аяҡтарҙы салып тороп ултырып, ҡурай моңо тәьҫирендә онотолоу (медитация) юлы аша үтәгән. Тап ошо ваҡытта беҙҙең төпкө аң-хәтер Йыhан менән тоташып, уның ҡеүәтен тойоп, ләззәтләнә, тынысланыу таба. Юғиhә, hәр ваҡыт иреклек эҙләгән, азатлыҡҡа ынтылыусан йән фани донъяның ҡуласаhынан ысҡына алмауҙан йөҙәй. Сөнки Сансара – Нирвананың кире, тиҫкәре яғы, ҡапма-ҡаршы түбән йүнәлеше, тоҙаҡлы зиндан. Шуға күрә бәндәнең йән генәhе тәүбулмышына хас бөтөнлөк, камиллыҡ тойғоhо етмәүҙән ыҙа кисерә. Уны шул теүәллектән айырылғанлыҡ, бүленгәнлек, өҙөлгәнлек тойғоhо яфалай. Бәндәнең тәбиғи, саф үҙ-үҙәге тик тормош тәжрибәhе (тормош – ормош!), ғәмәли белемдәр аша мин-минлеккә; төрөнөп, шул ситлектә төп теләген тормошҡа ашыра алмауҙан миктәй. Йәндең, Аңдың саф мәле – Йыhан, тәбиғәт менән ҡушылған, бергә бөтөн булған тәүторош сағына кире ҡайтара алыу юлын эзотерик буддизм киң таралған Тибетта Маhамудра [45] (дзогчен) – Бөйөк бушлыҡ, саф аң тураhында ғилем тип атайҙар. [46]

Әҙәмдең аңын томаналыҡтан, наҙанлыҡтан арындырыусы Махамудра – өс таяуға нигеҙләнгән ғилем:

1.Буддизм доктринаhының йәҙрә өлөшө булған Yлем тураhында фекер йөрөтөү;

2. Сәбәп – hөҙөмтә бәйләнешен тылҡыусы карма законын аңлатыу;

3. Кеше сифатында йәшәү – яҙмыштың иң ҡиммәтле бүләге икәнлеген танытыу.

Бына хәҙер йәнде Сансара ҡоллоғонан ҡотҡарыу тураhында белем сығанағы булған Махамудра ғилеменә мөрәжәғәт итәйек. Уның төп hәм беренсе өлөшө ихтирамға hәм ҙур иғтибарға лайыҡлы төшөнсә – Yлем тураhында булыр. Ундағы фекерҙәр тулыhынса башҡорт халыҡ әйтем-мәҡәлдәренең йөкмәткеhенә тап килә:

Yлем – ҡотолғоhоҙ.

Yлем ҡаршында бар ҙа тигеҙ.

Yлем бай, ярлы тип тормай.

Yлем ҡартына, йәшенә ҡарамай.

Yлем яйыңа ҡарамай.

Yлем үкенесhеҙ булмай.

Yлем – hәр кешенең ҡунағы.

Yлемде көтмә, үҙе килер.

Yлемдән ҡурҡмаған – терек, үлемдән ҡурҡҡан – үлек.

Yлергә сәғәт бар, үлмәҫкә сәбәп бар.

Yҙәклегә үлем бар.

Yлемhеҙ донъя юҡ, үтелгеhеҙ йылға юҡ.

Yлмәктән ҡалмаҡ юҡ.

Донъя бер беҙҙән генә ҡалмаған.

Ҡунаҡ әйтеп килмәй, үлем hорап килмәй.

Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.

Сирлегә үлем күрше.

Әжәл етмәй, үлем юҡ.

 

Белеүебеҙсә, беҙҙең телдә лә Yлем[47] төшөнсәhен төрлөсә атап була: әжәл, hуңғы сәғәт, ғүмер ахыры, гүргә кереү, әхирәткә кереү, теге донъяға китеү, ләхеткә ятыу. Башҡорт халыҡ ижадында Yлем hүҙен атамай ғына, уға барыш, яҡынайыш тураhында бик йәтеш иҫкәртелеүҙәр бар:

 

Илле итәктән алды,

Алтмыш аяҡтан алды,

Етмеш йүгән hалды,

Һикhән hикегә hалды,

Туҡhан туңҡайтып ҡуйҙы,

Йөҙ өҙөп алды.

 

– Алтмыш, hиңә ни ҡылдым? Аяғыма бау, ҡолағыма шау hалдың.

– Етмеш, hиңә ни ҡылдым? Уртымдағы теште, башымдағы hушты алдың.

– Һикhән, hиңә ни ҡылдым? Маңлайҙағы күҙҙе, бурбайҙағы биҙҙе алдың.

– Туҡhан, hиңә ни ҡылдым? Ауыҙҙағы hүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә hалдың.

Ә инде ата-бабаларыбыҙҙың рухи ҡомартҡыhы “Урал батыр” ҡобайырында Yлем hүҙе 79 тапҡыр ҡабатланып, иҫкә алына, уның тәбиғәте, сифаттары бик ентекле итеп тасуирлана hәм әhәмиәте ҡат-ҡат hыҙыҡ өҫтөнә алына икән, был үлемhеҙ әҫәр туранан-тура Махамудраның сығанағы тип әйтә алабыҙ.

Махамудрала был донъяның тотороҡhоҙлоғо, ундағы ҡапма-ҡаршылыҡлы (дуаль булған) хәл-ваҡиғаларҙың сиратлап, алмашынып килеүе тураhындағы хәҡиҡәт Yлем төшөнсәhе менән бергә ҡарала. Был “сансара” – “донъя ҡуласаhы” – “ваҡыт тәгәрмәсе” эсендәге әүерелешреинкарнация тип атала. Әлеге хәлең башҡаларҙыҡынан яҡшыраҡ булыуы менән hауаланмаҫҡа, йә киреhенсә, сағыштырмаса насарыраҡ тойолғанда, кәмселек кисереп, көнләшмәҫкә өйрәтә әҙәмде был йога hәм будда тәғлимәтенең төп ҡануны – карма аша ғына хәл ителер күсәгилешлелек, әүермәнлек. Ошо хәҡиҡәтте тылҡыусы “ Калачакра [48] (Ваҡыт тәгәрмәсе) тураhында ”ғы сутралар ҙа бик фәhемле булыр. Ошо ғилем ҡушыуынса, әҙәмдең аңы үҙ-үҙен башҡа йән эйәләре менән бер бөтөн итеп ҡабул итер hәм тиң күреп яратыр, башҡаларҙың именлеген үҙенекендәй күреп хәстәрләү кимәленә етhә генә, эволюция баҫҡысы аша ул үҙенең тәүторошона, бөтөн – будун – Будда хәленә керер ине! Был кимәлгә етер өсөн ябай талаптар үтәлергә тейеш булған. Ул беҙгә тәүбабабыҙ Урал батыр васыят итеп ҡалдырған өгөт-нәсихәт:

 

Ололарға кесе булып,

Кәңәш алып йөрөгөҙ.

Кеселәргә оло булып,

Кәңәш биреп йөрөгөҙ.[49]

 

Был өгөт-нәсихәттең нигеҙендә боронғо дини тәғлимәтебеҙ – йога талаптары ята. Ваҡыт тәгәрмәсе “калачакра” шартлы рәүештә өскә бүленә: үткәнең, бөгөнгөң, киләсәгең. Кеселәргә оло булыу, мәрхәмәт күрhәтеү, юл биреү – ул үҙ үткәнебеҙ, тәжрибәбеҙ нигеҙендә йәшерәк быуындың хәлен тойоп, аңлап, яҡшы өлгө биреү өсөн кәрәк. Ололарға, ҡарттарға ҡарата үҙебеҙ кесе булып, уларҙың тормош тәжрибәhенән hабаҡ алырға, уларҙан нимәгәлер өйрәнергә тейешлегебеҙ ваҡыт тәгәрмәсенең киләсәгенә бәйле, сөнки ҡартлыҡ – беҙҙең алдағы көнөбөҙ. Ҡайғы, ауыртыныу кисергәндең хәленә кереү, шатлығы ҙур булғандың шатлығын уртаҡлаша белеү ҙә – йога талап иткән эске мәҙәниәт, сөнки hин, үҙеңде ысын мәғәнәhендә кемдеңдер урынына ҡуйып ҡарап ҡына, үҙеңде уның менән бер бөтөн итеп тоя алаhың. Ауырыу, меҫкен, фәҡир, бахыр хәлендәгеләрҙе күреүҙән, hауаланып, йөҙ сырыштырырға түгел, киреhенсә, Сансарала ҡасандыр үткәнеңдә йә киләсәгеңдә ошондай хәлдең һинең менән булыу ихтималлығы hине hағалауын онотмай, башҡаның хәлен тоя белеү зарур. Ябайлаштырып әйткәндә, ямандан ғибрәт алыр, яҡшынан фәhем алыр өсөн үтәбеҙ беҙ тормош юлын. Махамудраның өсөнсө таяуы – карма буйынса, Сансара ҡуласаhының кешелек донъяhында тыуыу бәхетенә лайыҡлы булғас ҡына, кеше ҡиәфәтендә тейешле кимәлдә рухи ғәмәл үтeүгә өлгәшеп, ҡайтанан йәндәрҙең тәүторошона, йәғни Нирвана hәм Маха Нирванаға күтәрелеү мөмкинселеге тураhында hабаҡ булыр. Һан hәм сифат күҙлегенән тикшергәндә, кеше булып тыуыу ихтималлығы шул тиклем hирәктәр өлөшөнә төшә, шуға күрә бындай ғүмерҙең баhаhы тураhында Саҡтар ырыуының Аҡыл Эйәhе Гаутама: “Бер көнөң – бер ғүмергә тиң”, – тигән. Кешелекте түбән тәгәрәүҙән туҡтатыу hәм уларҙың аң кимәле күтәрелешен хәстәрләү ниәтенән, Нирванаға өлгәшкән ҡайhы бер йәндәр[50] был донъяға кире ҡайтыр булғандар. Төрлө дәүерҙәрҙә тыуған пәйғәмбәрҙәр – Аллаhының ерҙәге илселәре, шулар араhынан булыр. Уларҙың тыуыры күк есемдәре тарафынан алдан иҫкәртелеп килгән:

Анау саҡта ай, батшам,

Бер йәш бала тыуғанда,

Шуның тауышы килгәндә,

Күктә осҡан дейеүҙәр

Бары ҡолап төшкәйне.

Баланы урлап алырға,

Yлтереп юҡ ҡылырға

Барған дейеү, ендәрҙең,

Бала текләп ҡарағас,

Тоторға тип уҡталғас,

Барған бере ҡурҡыуҙан

Йөрәге ҡубып үлгәйне.

 

Кешелек донъяhын ғына түгел, ә бәлки бөтә йән эйәләренең именлеген хәстәрләр бындай бөйөк шәхестәр ерҙәге бурыстарын үтәп, йәндәре кире күккә олғашҡанда, был ваҡиға, шулай уҡ, тәбиғәт күренештәре менән оҙатылыр булыр:

 

Урал батыр үлгән, ти.

Ҡайғырышып, барыhы

Башын түбән эйгән, ти;

Күктән йондоҙ атылып,

Һомайға оран биргән, ти…

 

Уралдың ябай ер кешеhе түгел, ә пәйғәмбәр затлы әҙәм булыуын hүрәтләүсе тағы бер күренеш булыр эпоста:

 

Урал батыр үлгән hуң,

Гүрендә ерhеп бөткән hуң,

Гүре балҡып торған, ти,

Быны күргән кешеләр

Йыйылышып барған, ти,

Бер ус тупраҡ алған, ти,

Бары данлап hалған, ти,

Бара-бара ул ерҙә

Алтын булып киткән, ти…

 

Тимәк, Уралдың был донъяға килеүе hәм китеүе күк йөҙө тарафынан ошондай күренештәр аша белдерелә икән, ул – Аллаhы Тәғәләнең ерҙәге илсеhе булыуына шик ҡалмай. Ә ундай бөйөк заттарҙың аңы тик бер тарафҡа йүнәлтелгән – донъяны hәләкәттән ҡотҡарыу. Был аныҡ маҡсат мәғлүмәт кимәлендә уларҙың аң баҙында ныҡлы, нигеҙле hалынған булғанлыҡтан, тыумыштан тура юлдан тайпылыуhыҙ алға, тураға, юғарыға барыр ундай шәхестәр. Аллаhының тәғәйен заты булмаhа, Уралдың, әле донъя күреп тә өлгөрмәгән үҫмер генә көйө, үҙ бурысын аныҡ белеүе ҡайҙан булыр ине:

 

Мин күренмәҫ Yлемде

Юҡ итергә сыҡҡанмын;

Ҡан ҡойоусы батшанан,

Кеше ашар дейеүҙән

Бар кешене ҡотҡарыу,

Йәншишмәнән hыу алып,

Yлгәндәрҙе терелтеү

Өсөн тыуған батырмын!

 

Был берҙән-бер юл – кеше ҡиәфәтендәге физик тән [51] эсендә тыуған бөйөк йән дең[52] (бодхисаттва) үҙаңы ярҙамында ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә йога баҫҡыстары – рухи үҙәктәр (чакралар) аша күтәрелеп, үҫешә, hәм ошо hәләте ярҙамында башҡаларҙы рухи hәләкәттән ҡурсалау, үргә юл күрhәтеү өсөн үтелә.

Бына шул тәбиғи аңы нигеҙендә Урал бәләкәйҙән үк тыйыу-киҫәтеүҙәргә ихтирамлы, йолаға бойhоноусан, ата-әсәнең ҡушҡанын бурыс-васыят итеп тота белә. Олоно тыңлау, ихтирам итеү менән бер үк ваҡытта үҙенән көсhөҙгә мәрхәмәтле булыуы – уның ҡанында:

 

Тилберлектә, тиҙлектә,

Көслөлөктә, ҙурлыҡта,

Түҙемлектә, hаҡлыҡта,

Һиҙгерлектә – көндөҙҙә,

Төндә йоҡлап ятҡанда –

Арыҫлан, болан, ҡапланы,

Айыуы, тағы бүтәне –

Улар беҙҙән кәмме ни?

 

Йога тәғлимәтендәгесә, кеше булып тыуыу осрағы үҙе бер hирәк өлөш булhа, унан да hирәгерәге – шулар араhында тыумыштан уҡ мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек сифаттарына эйә, яҡшыға ғына ынтылышы булған, карма законын нескә тойоп, тәбиғи hәләттәрен тик йола (ҡанун, намыҫ эше) өйрәнеүгә йүнәлтер, мөмкинселектәрен тик йола ҡағиҙәләрен үтәүгә ҡорор изге йәндәр булыуы бик ҙур мөғжизәгә тиң. Ундайҙарға тыумыштан (ҡанына hалынған тибеҙ) Махаяна-Йогага[53] килеү, йәғни үҙ-үҙеңде үҫтереп, аңыңды күтәреп, кире тәүбулмыш хәленә, Нирвана һәм Маха Нирванаға ашыу мөмкинселеге бирелhә лә, улар, үҙ артынан юл күрhәтеп, ғүмерҙәрен кешелек донъяhын ҡотҡарыу маҡсатына бағышлай. Ҡобайырҙа ағалы-ҡустылы Шүлгән менән Уралдың, ҡанды эсеү-эсмәү тураhында бәхәсләшеп, ҡараштары тап килмәү ваҡиғаhын hүрәтләү – Шүлгәндең Хинаяна-Йога,[54] Уралдың Махаяна-Йога юлын hайлауҙарының башы; ҡан – аң-хәтер символы. Эпостың буйынан буйына улар үҙҙәре hайлаған юлдан яҙлыҡмай барасаҡтарын иҫбат итәсәктәр: береhе тереhыуҙы үҙен ҡотҡарыу өсөн, икенсеhе – тәбиғәт менән кешелекте мәңгеләштереү маҡсатынан эҙләр. Йогала был ике юл да хаҡ тип ҡабул ителгән, тик үҫеш-артылыш юлына баҫыр әҙәмдең уның ҡайhыhынан китергә hайлау хоҡуғы ла бар. Сөнки был донъя үҙе шулай дуаль: ағы hәм ҡараhы, дөрөҫө hәм ялғаны, үре hәм түбәне, яҡшыhы hәм яманы, мөхәббәте hәм нәфрәте кеүек ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан торасаҡ ул. Ошо бөтөндөң ике яртыhы булып, мәңге ярыш барасаҡ был Шүлгән менән Урал башлаған ике юл – уң; hәм hул, уңыу hәм hулыу.

Был йога тәғлимәтендә нескә кимәлдәге ҡеүәттең өс канал Пингала (уң), Ида (hул), Сушумна (урта юл) тураhындағы ғилем булыр. Ошо ҡыл-юлдар буйлап (уларҙы Нади тип атайҙар), ҡур hөйәге – ҡоймостан тереклек итеүҙе тәьмин итеүсе кундалини ҡеүәте хәрәкәт итә. Әгәр ҙә төрлө сәбәптәр менән каналдар бысранып, хәрәкәтсән ҡеүәт тонсоҡhа, был кешенең ваҡытhыҙ, иртә ҡартайыуына hәм үлеменә килтерә. Ида каналы ҡоймостоң hул яғынан, Пингала уң яғынан башланып, икеhе лә бөтә чакралар аша үтеп сыға hәм тәүгеhе ҡаш араhындағы аджня-чакраның hул яғына килеп етә, икенсеhе уң яғында тамамлана.

Йогала ошо нескә каналдарҙың дөйөм hаны 72 000 тип әйтелhә лә, үрҙә аталған өсәүhе – иң әhәмиәтлеләре, шуға күрә махсус әҙәбиәттә тик шулары тураhында бәйән ителә.

 

1 – муладара (ер элементы), 2 – свадистана (һыу элементы), 3 – манипура

(ут элементы), 4 – анахата (ел-һауа элементы), 5 – вишудда (бушлыҡ элементы), 6 – аджня (аджняна, агия), 7– сахасрара.

А– ҡур һөйәгендәйоҡо хәлендә уралып ятҡан йылан рәүешендәге кундалини ҡеүәте;

В – Ида нади (ай ҡеүәтенә тәғәйен һул юлаҡ), аңдың үткәне тураһындағы хәтер, донъяуи тәжрибә өсөн яуаплы (аңбаҙы). Тура мәғәнәлә – кешенең эске донъяһы, күңеле, хис-тойғоһо, теләктәре. Мейенең уң ярымшарына күсеп, суперэгоны (F) барлыҡҡа килтерә. Ҡатын-ҡыҙға яраҡлы йәлләү, йомшаҡ күңеллелек, эске һиҙгерлек, тойомлау, ярҙамсыллыҡ, хәстәрлелек, пассивлыҡ сифаттары хас;

С – Сушумна нади (урта юлаҡ) – әлеге хәл-торошта, хәҙерге мәлдә кешенең ҡур һөйәгендәге ҡеүәттең күтәрелеп, бөтә тереклек аңына тоташыуына, берләшеүгә яуаплы;

D – Пингала нади (ҡояш әүҙемлегенә тәғәйен уң юлаҡ), ир-атҡа хас аҡыл эшмәкәрлеге, ярыш, көрәш сәме кеүек сифаттар булдыра. Мейенең һул ярымшарына күсеп (G), кешенең эгоһын тәшкил итә, киләсәкте күҙаллау, планлаштырыу, анализ өсөн тәғәйенләнгән.

Е – Үлемһеҙ Рух.

Ә чакралар шул 72 мең ҡыл-каналдарҙың киҫешеүенән яралғанға күрә, уларҙың hәр береhе ҡыл-нурҙарҙың бер бәйләме, суғы кеүек ҡабул ителә. Йоганың маҡсаты – махсус күнекмәләр ярҙамында, өс каналды ла таҙартып, кундалини ҡеүәтен юғары чакраларға күтәреү.

Шулай итеп, Урал, бер ниндәй ҡотҡоға бирелмәйсә, баштан уҡ үҫеш-күтәрелеш юлына төшә: ҡабырсаҡтағы ҡанды эсеүҙән баш тартып, беренсенән, үҙен ошо кире мәғлүмәтле, ярамаған, насар карма туплауҙан азат итhә, йәғни яма кимәлен үтhә, икенсенән, атаhы hәм ағаhы Шүлгәнде кейек-йәнлектәрҙе аулауҙан, hунар итеүҙән, уларҙың йәнен ҡыйыуҙан тыйып, был шөғөлдөң ғәҙелhеҙлек икәнлегенә төшөндөрөп, нияма баҫҡысына күтәрелә. Атаhы Шүлгәнде туҡмағанда, ағаhын йәлләп яҡлашҡан Урал атаhының асыуын баҫа алырлыҡ аҡыллы кәңәштәр биреүе – уның аңы муладара чакраhынан ашыуын иҫбатлаусы ваҡиға. Урал, тыуып-үҫкән илем, тип атаясаҡ беренсе ил – ер элементына тап килгән кимәлдән артылыу, азат булыу ошо күренеш менән тамамлана, сөнки ул атаhын ышандырырлыҡ аҡылы менән егет ҡорона инеүен иҫбат итте. Был хәлдән hуң Урал, барса йәнлек, ҡош-ҡортто йыйҙырып, кәңәш-ҡор үткәргәндә, тиңлек, ғәҙеллек тураhында hәм тағы ла йыртҡыслыҡты бөтөрөү, яңғыҙ ҡалыр Yлемде табып, уның үҙен үлтереү тураhында фекер әйтеп ҡараhа ла, хайуандар быға риза булмай. Сөнки был кимәлдә тереклек итеүселәргә хас хәл-торош ул – көслө көсhөҙҙө ейер йолаға бойhоноп көн итеү. Был hыу элементы өҫтөнлөк иткән (иҫләгеҙ: “дүрт яғын диңгеҙ уратҡан булған, ти, бер урын”) икенсе аҫҡы донъяСвадистана иленән ысҡыныу ҡулға килеп эләккән Һомайҙы иреккә ебәртеү hәм аҡҡош-ҡыҙ мәғлүмәт итеп биргән Йәншишмәне – тере һыу сығанағын эҙләргә сығыу ваҡиғаhы менән тамамлана. Эпоста уның ҡабат

Бүтән кеше күрмәйсә,

Тик йәшәгән дүртәүhе.

Донъя-маҙар йыймаған,

Ҡашыҡ-аяҡ тотмаған,

Ҡаҙан аҫып, ут яғып,

Алар донъя көтмәгән.

Ауырыу-hыҙлау күрмәгән,

Yлем барын белмәгән

был ерҙәргә, ата-әсәhе янына кире әйләнеп ҡайтыуы тураhында мәғлүмәт булмауы ошо фекерҙе раҫлай. Ер-hыу элементынан торған ике чакранан шулай күтәрелде булыр Шүлгән менән Урал.

Артабан ике улдың, Yлемде еңер сара эҙләп, юлға сығыуы hәм уларҙың ике йүнәлешкә айырылып китеүҙәре символик рәүештә Муладаранан сыҡҡан аңдың саталаныуын – уң яҡтағы Пингала (асыу-hарыуҙы ҡайнатыусы хәрәкәт ҡеүәте – раджасҡояш) hәм hул яҡтағы Ида (томаналыҡ, hиллек ҡеүәте – тамасай) каналдарына бүленеүен hүрәтләй:

Һулға китhәң, юл буйы –

Уйын-көлкө төн буйы,

Ҡайғы-этлек күрмәйенсә,

Барлығын да белмәйенсә,

Рәхәт йәшәй байманда…

Уңға китhәң, юл буйы –

Илау-hыҡтау йыл буйы;

Яуызлыҡта дан алған,

Батшаhынан, башҡаhынан

Ҡайғы, этлек күреүсе,

Ҡанлы йәшен түгеүсе

Ҡатил батша иле бар;

Тау-тау кеше hөйәге,

Ҡанға батҡан ере бар…

Ни өсөн тыныс холоҡло, изге күңелле, мәрхәмәтле Урал яуыз Ҡатил батшаның илау-hыҡтау, зарға тулы иленә килеп юлыға, ә асыулы, ярһыулы Шүлгән hиллек, муллыҡта көн күргән илдә бер ыҙа-хәсрәтhеҙ донъя ҡыҙырып йөрөр? Һәр кем үҙенә тейешле ҡеүәт төрөн үҫтерер, шуға бәйле тормош тәжрибәһе туплар, үҙе лә хәл-ваҡиғаларға йоғонто яһар заруратынан булыр уныһы.

Хәҙер инде йоганың өсөнсө кимәлендәге манипура илендә– ут элементына тап килгән донъял а Урал ниҙәр кисереүенә байҡау яhайыҡ. Белемгә, донъяны танып-белеүгә ынтылыш манипураның ыңғай сифаты булhа, самаhыҙ ҡомhоҙлоҡ, hаранлыҡ артыу ихтималы уның насар яғынан hанала. Ҡатил батша йыл да

Ауырыу-hыҙлау күрмәйенсә,

Yлем башҡа килмәйенсә,

Ҡатын-ҡыҙҙы, ир-атты,

Айырмаҫтан йәш-ҡартты,

Ҡул-аяғын бәйләтеп,

Арыуҙарын hайлатып,

Йыл да бер ҡат йыйҙыра,

Һарайына алдыра;

Ҡыҙы hайлай егетен,

Yҙе hайлай ҡыҙ-ҡырҡын,

Ҡалғандарын тағы ла

Ярандары ҡарайҙар,

Yҙҙәренә hайлайҙар;

Бүтәндәрен аямай,

Ҡанлы йәшкә ҡарамай,

Тереләтә, hау көйгә

Ҡыҙын күлгә hалдыра,

Ирен утҡа яндыра;

Атаhы өсөн, үҙе өсөн,

Йыл да бер ҡат Тәңре өсөн

Ҡанлы ҡорбан уҙҙыра.

Уралдың был илгә килеп етеү ваҡыты ошо йоланы башҡарыу мәленә тап килеүе осраҡлы хәл түгел:

Батша ҡыҙы, аралап,

Бар егетте hайлаған,

Араhынан оҡшарҙай

Бер егет тә тапмаған.

Аҙаҡ сиктә, яҡынлап,

Уралға килеп еткән, ти;

Ҡулына алып бер алма,

Уға бүләк иткән, ти.

Батша ҡыҙы майҙанда

Башҡа hайлап тормаған,

Уралды алып барырға

Бер яранға ымлаған.

Ҡыҙ тәхеткә ултырып,

Тағы ҡолдан күтәртеп,

Һарайына юлланған,

“Батша ҡыҙы hөйҙө бит,

Батша кейәүе булды бит!” -

Тип, барыhы шау килеп,

Ярандары геү килеп,

Халыҡты ситкә тарҡатып,

“Әйҙә hарайға, егет,

Батша ҡыҙы көтә”, - тип,

Уралға йола аңлатып,

Бер яраны шул саҡта

Юл башларға булған, ти.

“Кейәү булдың беҙгә”, – тип,

Арҡаhынан hөйгән, ти.

Урал быға күнмәгән,

Һарайға ул китмәгән.

“Мин йоланы белмәйем,

Эш аҙағын күрәйем,

Аҙаҡ барhам, барырмын,

Ҡыҙҙы эҙләп табырмын”, –

Тиеп Урал әйткән, ти…

Был ваҡиғаны hүрәтләүҙән беҙ Уралдың егет ҡоронда нығыныуын күрәбеҙ. Әле үҫмер булыуына ҡарамаҫтан, уның ғәйрәте, свадистана кимәленән ашыуы сәбәпле, батша ҡыҙын ылыҡтыра. Бер үк ваҡытта, ул свадистананың тәьҫиренә бирелмәй, шуға күрә ҡыҙҙың саҡырыуы артынан эйәреп китмәй, әҙәп hаҡлай. Әммә тәҡдимде кире ҡағыуын йола белмәүгә hылтап, ҡыҙҙың да йөҙөн йыртмай hәм халыҡ алдында абруйын төшөрмәй. Бының менән ул үҙ фекере барлығын, үҙ аҡылы менән ҡарар ҡабул итеүгә өлгәшкән батыр егет дәрәжәhен раҫланы. Ҡатилдың Yгеҙе менән көрәшер алдынан да ул:

Мин дә әрәм итергә,

Yгеҙ hине тырышмам,

Яфаланып, көс түгеп,

Һинең менән сайҡашмам.

Донъяла hин кешенән

Көслө юғын танырhың,

Yҙең түгел, тоҡомоң менән

Кешегә ҡол булырhың, –

тип кешелек hәм хайуанлыҡ кимәлдәренең айырмаhын ҡәтғи бүлеп ҡуя. Ҡатил үгеҙе, шулай уҡ дүрт бәhлеүәндең бер юлы алышта Уралдың алдына сыға алмауын тик йогалағы нескә кимәлдәге ҡеүәттең тупаҫ, физик көстән өҫтөн булыуы менән генә аңлатып була:

Дүртегеҙ ҙә килегеҙ,

Yлем эҙләп йөрөгән

Батыр көсөн белегеҙ;

Ҡулығыҙҙа йән бирhәм,

Арыҫланыма бирегеҙ;

Көсөгөҙ етhә ташларға,

Йәншишмәгә сөйөгөҙ…

Ни өсөн Урал Yлемдән ҡурҡмай? Сөнки бындай көрәш арҡылы аңдары юғары кимәлдәге шәхестәр (батырҙар) ғәҙәти бер hынау ғына үтә: улар өсөн был шулай итеп тере саҡта “үлем тәжрибәhе” үтеү, йәғни “рухи үлем кисереү” hәм “рухтың ҡайтанан тыуыуын кисереү” тип аталған ғәмәл генә ул. Ә ни өсөн батырҙар бындай hынау тотор? Сөнки тап ошо ғәмәл аша донъяуи теләктәрҙе булдырыусы, нәфсене үҫтереүсе “мин-минлек[55]” юҡҡа сығыр, үлер; уның урынына яңы аң – рухи күтәрелеш кисергән бөйөк шәхес әүәләнер был йәндә. Шулай итеп, Урал манипура кимәлендә лә hынауҙы тотҡарлыҡhыҙ йырып сыҡты – был өсөнсө илдең; батшаhы ҡыҙын ғoманлы итеп ҡалдырыуы шуға ишара булыр. Инде кешелек донъяhының да тик ғазап-яфаларҙан ғына яралғанын нескә тойоп, “үҙ-үҙәген[56]” тапҡан яңы йән бар яңы булмышын кешелекте ошо яфаларҙан арындырыуға бағышлар.

Артабанғы ваҡиғалар Уралдың йылан батшаhы Ҡәhҡәhә иленә аяҡ баҫыуына, уның улы Зәрҡумдың ун ике тарбаҡ мөгөҙлө боланды йоторға маташыуына осрау ваҡиғаhы менән башланып китә. Йыландың тамағына торған боландың мөгөҙөн hындырышып, Урал, Зәрҡумды Yлемдән ҡотҡара. Боланды йотоуға булышлыҡ иткәс, тeгеһе шунда уҡ сибәр бер егеткә әйләнә. Был осраҡта боландың ун ике тарбаҡлы мөгөҙө нимәнең символы тиhегеҙ? Ун ике өлөштән тороусы “Ваҡыт тәгәрмәсе” эсендә Сансараның аҫҡы донъяhында тереклек итеүҙән бүккән йәндең өҫкө донъяларға артылырға тырышыуын hүрәтләгән тамаша булыр был. Тарбаҡ мөгөҙлө болан үҙе – йогалағы иң юғары баҫҡыс hаналған сахасрара символы ул: был кимәлгә еткән йән кәүҙәhен үҙ теләге менән ҙурайта-бәләкәйләтә, ауырлығын арттыра-кәметә ала hәм теләгән бер алыҫлыҡтағы арауыҡты үтә алыу, йәне теләгән әйбергә хужа булыу hәләтенә, бөтә донъя менән идара итеү мөмкинселегенә эйә була, тиҙәр. Ул кимәлгә яҡынлашыр өсөн, йәндең “кеше булыу” хәлендә булыуы мотлаҡ. Бының өсөн манипураның “ҡомhоҙлоҡ” сифатына эйә Зәрҡум үҙен үлемдән ҡотҡарыр Уралға хатта атаhының ынйы башлы таяғын бүләк иттерергә вәғәҙә бирә:

Ул таяҡтың даны шул:

Һыуға төшhәң, батмаҫhың,

Утҡа инhәң, янмаҫhың;

Күренмәҫкә теләhәң,

Һис бер йән дә күралмаҫ,

Дошман hине эҙләhә,

Бер ҡасан да табалмаҫ…

Урал был ваҡытта үҙенең сихри hәләте – юғары кимәлдәге аңы ярҙамында Зәрҡумдың мәкерле уйын үтәнән-үтә уҡый:

“Йылан илең күрәйем,

Бар серене беләйем,

Яҡшылыҡҡа яманлыҡ

Була икән донъяла,

Бергә барып күрәйем.

Егет hүҙе бер булыр,

Алға алған уй булыр,

Тартынмайса барайым.

Yлем еңер йөрәктең;,

Уны йығыр беләктең

Батырлығын hынайым”, –

Тиеп Урал уйлаған,

Барыу юлын hайлаған.

Тәүәкәллек уны алдағы ваҡиғаларҙа үҙ-үҙен hынауға этәрә, сөнки аң үҫеш дауам итә, маҡсатҡа ынтылыш hәр саҡ аңды аныҡ тота. Был анахата – ярайhы уҡ юғары кимәлдәге донъя булыр, hаҡсы йыландарҙың Уралды кем ашарға лайыҡлыраҡ икәнен асыҡлау өсөн бәхәсләшеүҙәренән күренә. Шуға ла улар, дөрөҫ hиҙенеп, Уралдың да ҡеүәт кимәлен баhалайҙар:

“Юҡ, юҡ, тәңрем түгел hин –

Кеше еҫе аңҡыны –

Ысын кеше икәнhең!

Батша улын hөйләтеп,

Бөтә серҙе белгәнhең,

Серҙе аңлап килгәнhең…”

 

Йылан батшаның бар серен hаҡлап тороусы туғыҙ башлы йыландың бер башын сабып өҙгәс, ергә асҡыс ҡойолған, ҡалған hигеҙенән hигеҙ батыр бар булған, ти. Йыландың йөрәген ярыуға унан алтын асҡыс табылып, сер hарайын асыу, ә ул hарайҙан hылыу ҡыҙ Гөлөстан сығып, ынйы таяҡты Уралға тоттороуы – былар барыhы ла һис шикһеҙ анахата – ер кешеhе донъяhына тап килгән дүртенсе кимәлдәге ил булып сыға. Йоганан билдәле булыуынса, был кимәлгә артылғанға дан-шөhрәт, билдәлелек килер. Әгәр ҙә ул шуларға әүрәп, ирәйеп китhә, артабан үҫешкә юл ябыласаҡ. Иреккә сыҡҡан халыҡ ысынлап та шуны тәҡдим итә лә Уралға:

Тәңре бирмәҫ ярҙамды

Беҙгә, егет, атҡарҙың,

Ил ҡаплаған яуыздың

Утлы яуын аҡтарҙың.

Инде, егет, нишләйек,

Ниндәй бүләк бирәйек,

Ни тип әйтеп ҙурлайыҡ?

Бөйөк маҡсатына барыуҙан hис тайпылмаҫ Урал дандан, ҡәҙер-хөрмәттән баш тарта hала:

Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй;

Ил батыры шул булыр –

Һеҙҙең шатлыҡ – минеке,

Минең шатлыҡ – hеҙҙеке.

Илдең барын йыяйыҡ,

Күмәкләп туй ҡылайыҡ,

Арағыҙҙан берәүҙе

Башлыҡ итеп ҡуяйыҡ.

Был яуабы менән ул hауаланыуға, батырлығы менән ғорурланыуға юл ҡуймай, халыҡты ҙурлап, үҙен кеселекле күрhәтә. Ә икенсе тапҡыр туй ҡылыуы – халыҡ исеменән hүҙ тотҡан, донъяны күп күргән аҡhаҡалдың hүҙен йыҡмауҙан:

Һәр йыл ғүмер бер батыр

Иле өсөн яратыр.

Быуын-быуын үтер ул,

Киләсәк быуын етер ул,

Һинең даның ҡалhа ла,

Ҡулда ғәйрәт бөтөр ул.

Ир бөтhә лә, ил бөтмәҫ;,

Ил батыры – батырҙан,

Батыр ирҙән тыуыр ул;

Атанан күреп, уҡ юнып,

Өлкәндән күреп яу ҡыуып,

Ил эсендә үҫер ул,

Утын-hыуын кисер ул.

Батырҙан батыр тыуғанда,

Бер быуын тип hаналған

Илдә ғүмер итер ул.

Батыр атанан ҡот йәйгән,

Матур әсәнән hөт имгән, –

Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,

Батырға әсә булыр ҡыҙ, –

Тигәс, Урал тыңлаған:

Гөлөстанды алған, ти,

Бер оло туй ҡылған, ти,

Бергә ҡунаҡ булған, ти.

“Исеме үк әйтеп тороуынса, Уралдың был ҡатыны яҡты донъя, ер өҫтө менән бәйле. Уның атаhы Алғыр ҙа ер кешеhе[57]”. Шулай итеп, халыҡ тарафынан инде батырлыҡ дәрәжәhендә танылған Урал, был донъяла бар нәмәнең ваҡытлыса, шул иҫәптән ваҡиғаларҙың да, алмашыныусанлығы тураhында аҡhаҡалдың hабағын отто, үҙләштерҙе, hәм, киләсәктә үҙенә ярҙамға килер ул яралтып, артылыш юлын артабан дауам итер булды.

Быныhы булыр бишенсе ил – күктәге тәхет өсөн көрәш-алыш,ярыш-сәм менән тулы Вишудда кимәле. Йәншишмәгә юлланыуҙың hул сиген hайлаған Шүлгән дә күтәрелеп еткән был үрҙәргә! Урал туғанын ошонда тап итәсәк ул, сөнки өҫкә күтәрелгән hайын, донъя киңәйә барhа ла, йән эйәләренең hаны күрәләтә кәмей унда, бындай юғарылыҡҡа артылыу hирәктәр өлөшөнә генә тәтер. Бына шул hирәктәр араhындағы көрәш тә бик ҡаты булыр унда, сөнки улар араhынан кемдер берәү генә тағы ла үрҙәрәк торған күк тәхетенә урынлашыр бит. Шуға күрә дейеү батша Әзрәҡә hәр береhе үҙ юлы менән күтәрелгән ағалы-ҡустылының береhен, үҙенә ҡулайлыhын, тиңен ваҡытлыса, мәкерле ниәттән, дуҫ ҡылырға мәжбүр. Дейеү, уларҙың көс-ҡеүәтен бер-береhенә ҡаршы йүнәлтеп, бәрелештереп, үҙе, шул көрәштән ситтә ҡалып, отмаҡсы. Ошо юл менән ул, күк батшаhы Самрауҙы ҡолатып, уның урынын алыу өсөн сәмләнә. Был ниәтте тормошҡа ашырыр юлын да улар аныҡ белә. Әҙәм ҡиәфәтендәге берәү кәрәк уларға:

Батшам, сара эҙләйек,

Ҡул ҡаушырып тормайыҡ;

Берәй кеше табайыҡ,

Самрау ҡоштоң Аҡбуҙын

Кеше аша алайыҡ,

Һис булмаhа – урлайыҡ.

Әзрәҡә: “Аҡбуҙатты алырға,

Уға эйәр hалырға

Йә булмаhа, ул атты

Был донъянан юйырға

Ете дейеү ебәрҙем.

Күктә торған буҙ аттың

Урынын үҙем күргәҙҙем.

Улар барып баҫтырҙы,

Тота алмағас яҡшылап,

Ат уларға килмәне,

Дейеүҙәрем ғәрлектән

Кире илемә инмәне:

Күктә ҡалды хур булып,

“Етегән” тигән исемдә

Мәңге ҡалды ут булып.

“Һис булмаhа hары атын

Алайым”, – тип уйланым.

Айҙан тыуған ҡыҙы бар, –

Шуны уйлап ҡараным.

Ҡыҙы тотҡон булhа ла,

Аты бүләк булhа ла,

Ул ат hаман килмәне,

Һис теләгем булманы.

Хәҙер беҙгә шул кәрәк:

Кеше булған ир кәрәк,







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 461. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Концептуальные модели труда учителя В отечественной литературе существует несколько подходов к пониманию профессиональной деятельности учителя, которые, дополняя друг друга, расширяют психологическое представление об эффективности профессионального труда учителя...

Конституционно-правовые нормы, их особенности и виды Характеристика отрасли права немыслима без уяснения особенностей составляющих ее норм...

Толкование Конституции Российской Федерации: виды, способы, юридическое значение Толкование права – это специальный вид юридической деятельности по раскрытию смыслового содержания правовых норм, необходимый в процессе как законотворчества, так и реализации права...

Принципы резекции желудка по типу Бильрот 1, Бильрот 2; операция Гофмейстера-Финстерера. Гастрэктомия Резекция желудка – удаление части желудка: а) дистальная – удаляют 2/3 желудка б) проксимальная – удаляют 95% желудка. Показания...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия