Студопедия — Урал батыр” ҡобайыры сюжеттары Ҡөрьән аяттарында
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Урал батыр” ҡобайыры сюжеттары Ҡөрьән аяттарында






Йәмғиәттең бөтә ҡатламдарына үтеп ингән рухи сирҙең иң аҙған осоронда йәшәп маташабыҙ бөгөн. Уның һөҙөмтәләре менән көрәшеүҙән мәғәнә юҡлығын да беләбеҙ. Шуға күрә, тәүҙә ошо сиргә килтереүсе сәбәпте асыҡлап, шуны юҡ итеү сараларын күреү кәрәк ил, йәмғиәт кимәлендә! Сиргә дусар булған кешенең йәнен дауалар өсөн уның рухын күтәрергә булышлыҡ итер әмәле бар беҙҙең халыҡтың. Тәү сиратта, бындай көнгә ҡалып, юҡҡа сығыу алдында тороробоҙҙы алдан күҙаллап, ҡотолоу юлдарын теҙеп кенә һалған рухи мираҫыбыҙ, сикһеҙ байлығыбыҙ “Урал батыр” ҡобайырын быуындан-быуынға түкмәй-сәсмәй тапшыра килгән аңлы шәхестәребеҙгә рәхмәтле булайыҡ. Ата-бабаларыбыҙ рухи сирҙән арыныуҙың дауаһын шул сер һандығында йәшереп һаҡлаған беҙҙең өсөн! Тик ул һандыҡты асыр асҡысын табып, үҙебеҙгә кәрәкте ала белергә генә кәрәк унан. Икенсенән, ҡобайырыбыҙҙың кешелек донъяһы өсөн уртаҡ рухи байлыҡ икәнлеген үҙебеҙ генә таныу аҙ, уны башҡаларға танытыу ҙа мотлаҡ. Иң боронғоларҙан һаналған даосизм, Будда диненең нигеҙ ташын тәшкил иткән йога тәғлимәте тураһында мәғлүмәт туплаған, башҡа донъяуи диндәр өсөн изге һаналған Әт-Тәурат, Әз-Зәбүр, Әл-Инжил, Изге Ҡөрьән китаптарына инәсәк һүрәтләүҙәрҙе үҙ эсенә алған әҫәрҙең, ысынлап та, тамырҙары бик тәрән һәм Ер йөҙөндәге барса халыҡтар өсөн уртаҡ! Был эҙләнеүебеҙҙә халҡыбыҙҙың иң боронғо рухи ҡомартҡыһындағы һүрәтләүҙәрҙе һуңғараҡ ситтән үҙләштергән Ислам диненең Изге Китабы Ҡөрьән Кәримдәге аяттар менән уртаҡлыҡтарын табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Сөнки кешелектең башланғысы бер төптән булыуын дин һәм фән бөгөн берҙәй таный.Тәүҙә ошоға дәлил аяттарҙы килтерәбеҙ Ҡөрьәндән:

Әгәр Алла теләһә, Ул һеҙҙе бер өммәт яһаған булыр ине... [Әш-Шура (Кәңәш) сүрәһе, 8-се аят].

Кешеләр бер генә өммәт ине, әммә бүленделәр... [Йунус (Юныс) сүрәһе, 19-сы аят].

Һәр өммәт өсөн Беҙ улар тотҡан ғибәҙәт ҡылыу йолаһы яһаныҡ... [Әл-Хадж (Хаж) сүрәһе, 67-68-се аяттар].

Беҙ үҙебеҙҙең аяттарыбыҙҙы уның хаҡ икәнлеге уларға аңлашылғанға тиклем илдәрҙә һәм уларҙың үҙҙәрендә күрһәтәсәкбеҙ... [Фуссыиләт (Асыҡ аңлатыуҙар) сүрәһе, 53-сө аят].

Ер шарында миллиардлап йылдар йәшәү дәүерендә унда әллә күпме цивилизациялар булыуы һәм юҡҡа сығыуы тураһында мәғлүмәтте Ҡөрьән-Кәримтүбәндәге аят аша аңлата:

Беҙ уларҙың барыһын да гонаһтары өсөн тоттоҡ. Уларҙың ҡайһыларына өйөрмә ебәрҙек, һәм ҡайһы берҙәрен көслө тауыш алды, һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен ерҙән йотторҙоҡ, ҡайһыларын һыуға батырҙыҡ. Алла уларҙы йәберләүсе булманы, улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылдылар [Әл-Ғәнкәбут (Үрмәксе) сүрәһе, 40-сы аят].

Беҙ үҙ рәсүлдәребеҙҙе береһе артынан икенсеһен ебәрҙек. Өммәткә рәсүле килгән һайын, улар уны алдаҡсыға һананылар, һәм Беҙ уларҙы бер-бер артлы ебәрҙек һәм уларҙы хикәйәләр иттек. Дөмөкһөн иманға килмәгән ҡәүем! [Әл-Муъминун (Иман килтергән кешеләр) сүрәһе,44-се аят].

Ҡобайырҙың башында уҡ ошондай донъяуи ваҡиғаларҙың сираттағы береһенән һуң Ер йөҙөндә тормош өр-яңынан башланыуы тураһында бәйән ителә. Был осраҡта кешелек хәтеренән унан алдағы цивилизация тураһында мәғлүмәт юйҙырылған:

Был ҡарт менән был ҡарсыҡ

Ҡайҙан бында килеүен,

Ата-әсә, ер-һыуы

Ҡайҙа тороп ҡалғанын

Үҙҙәре лә онотҡан.

Икәүҙән-икәү шул ерҙә;

Башлап ғүмер һөргәндәр...

Алдағы цивилизация үҙләштергән кире тормош тәжрибәһе заман ахырында кешелек хәтеренән юйҙырылғанға күрә, һәр яңыһы Аллаһы Тәғәләнең ижадынан – кешене бар ҡылыуҙан башланыр:

Һәм уның аяттарынан: ул һеҙҙе тупраҡтан барлыҡҡа килтерҙе, шунан һеҙ, кеше булғас, таралыштығыҙ.

Һәм уның аяттарынан: Ул һеҙҙең өсөн һеҙгә бергә тороу өсөн үҙегеҙҙән ҡатындар барлыҡҡа килтерҙе, арағыҙҙа мөхәббәт һәм рәхмәт яһаны. Ысынлап та, фекерләп ҡараған кешеләргә бында аят бар!

Һәм уның аяттарынан: күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереү, һеҙҙең телдәрегеҙҙең һәм төҫтәрегеҙҙең төрлө булыуы. Ысынлап та, белгән кешеләргә бында аят бар! [Әр-Рум (Румиҙар) сүрәһе, 20-21-се аяттар].

Кешелектең уртаҡ йорто – Ер йөҙөндә илдәрҙең, йолаларҙың күп төрлө буласағы тураһында ап-асыҡ мәғлүмәтле боронғо әҫәр был айырымлыҡтың мәңге түгеллегенә лә ишара яһай.Ҡасандыр халыҡтар уларҙы шомландырыр, үҙ-ара дошманлаштырыр, һәләкәткә алып барыр сәбәптәрҙең айышына төшөнөр, бер иманға килер, хаҡ диндә берләшер көндәр буласағына ла ышандыра уҡыусыһын. Ә Изге Ҡөрьән ошо турала түбәндәге аяттары менән инандырыр әҙәмдәрҙе:

Эй һеҙ, рәсүлдәр! Хәләл нәмәләрҙе ашағыҙ, изге эштәр эшләгеҙ, ысынлап та һеҙ эшләгән нәмәләрҙе Мин белеп торам!Һәм, ысынлап та, был өммәтегеҙ – бер өммәт, һәм Мин – һеҙҙең Раббығыҙ, минән ҡурҡығыҙ! Улар үҙ дин эштәрен ваҡ-ваҡ итеп киҫәктәргә айырҙылар, һәр фирҡә үҙендә булған нәмәгә шатлана. Уларҙы ваҡытына тиклем аҙашыуҙарында ҡалдыр [Әл-Муъминун (Иман килтергән кешеләр) сүрәһе,51-54-се аяттар].

Беҙ һине хаҡлыҡ менән һөйөнсөләүсе һәм өгөтләүсе итеп ебәрҙек. Үҙенә өгөтләүсе-иҫкәртеүсе ебәрелмәгән бер халыҡ юҡ;! [Фатир (Барлыҡҡа килтереүсе) сүрәһе, 24-се сүрә].

Эпостан күҙаллауыбыҙса, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә Илаһ бар ҡылған тәбиғәттең үҙе менән бөтөн берлектә, тәбиғи шарттарға ысын мәғәнәлә яраҡлашып, ғүмер итәләр. Эпостағы тәүкешеләр Таҡ менән Йоптоң исемдәре бер үк тамырҙан: “йән” – донъяны бар иткән Илаһтың матдәләргә өргән һәм йәшәргә һәләтлелек биргән ҡеүәт көсө:

Һеҙҙе Ул бер йән дән барлыҡҡа килтерҙе, шунан уға унан ҡатынын яһаны, һәм һеҙгә һигеҙ ишле мал төшөрҙө. Ул һеҙҙе әсәләрегеҙҙең ҡарынында бер-бер артлы барлыҡҡа килтереү менән өс ҡараңғылыҡта барлыҡҡа килтерә. Ошо – Алла, һеҙҙең Раббығыҙ. Батшалыҡ Уныҡы. Унан башҡа Илаһ юҡ! Ҡайҙа боролаһығыҙ һеҙ? [Әз-Зумар (Төркөмдәр) сүрәһе, 6-сы аят].

Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе белер өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан Алла ҡаршыһында иң хөрмәтле – иң тәҡүәлегеҙ. Алла, ысынлап та, белә, хәбәрҙар! [Әл-Худжурат (Бүлмәләр) сүрәһе, 9-13-сө аяттар].

Һәм уның аяттарынан: Ул һеҙҙең өсөн һеҙгә бергә тороу өсөн үҙегеҙҙән ҡатындар барлыҡҡа килтерҙе, арағыҙҙа мөхәббәт һәм рәхмәт яһаны. Ысынлап та, фекерләп ҡараған кешеләргә бында аят бар! [Әр-Рум (Румиҙар) сүрәһе, 21-се аят].

Аллаһы Тәғәләнең ризалығына күрә, был икәү “ауырыу-һыҙлау күрмәй, үлем барлығын белмәй”, тәбиғәттә башҡа йән эйәләре менән бергә бик килешеп, бер бөтөндө тәшкил итеп, йәшәй бирәләр:

Ҡошҡа шоңҡар сөйәргә;,

Суртан арбап балыҡҡа,

Эт өскөтөп йәнлеккә;

Ыҙалау ни – күрмәгән;

Шоңҡар, эткә, арыҫланға,

Өмөт бәйләп суртанға,

Һунарында интекмәй –

Теш-тырнағы – ҡоралы,

Үҙ ҡулында теләге,

Һис тә талмай беләге,

Һис аҙамай йөрәге...

Был һигеҙ ишле мал тураһында мәғлүмәт эпоста ҡат-ҡат ҡабатлана, улар – тәүкешеләр Йәнбирҙе һәм Йәнбикәгә хеҙмәт итеүсе йән эйәләре (йәнлек, януарҙар) булыр:

Менәренә – арыҫланды,

Балығына – суртанды,

Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,

Эте тотҡан йәнлекте,

Ҡан һурырға һөлөктө;

Үҙ иштәре яһаған.

Эпостың аҙағында кешегә хеҙмәт итеүсе йән эйәләренең һаны арта төшә:

... Һомай түҙмәй осҡан, ти,

Бер килгән, ти, киткән, ти;

Тыныс ил, тип, берәмләп,

Ҡош-ҡорттарҙы эйәртеп,

Үҙ артынан эркелтеп,

Тағы Уралға килгән, ти;

Шуға эйәреп Уралда

Ҡош-ҡорт йәнлек тулған, ти.

Ҡоштар киткәнен белгәс,

Тыныс ил тип ишеткәс,

Ҡатил үгеҙе, тоҡомон

Үҙе башлап эйәртеп,

Данлы Урал буйында,

Йәмле Урал ҡуйынында

Бергә ғүмер һөрәм, тип,

Урал буйына килгән, ти,

Кешегә буй биргән, ти.

Аҡбуҙат та ил гиҙеп,

Йылҡы тоҡомон йыйып,

Бар йылҡыға баш булып,

Барып алып килгән, ти.

Кешеләргә ылығып,

Менәренә ат булып,

Йылҡы түлләп киткән, ти.

Билдәле булыуынса, тәбиғәттә ярашып йәшәүсе үҫемлектәргә, йәнлектәргә һәм кешегә бирелгән йәшәүгә һәләтлелек өс таяуға нигеҙләнгән:

үҙ-үҙеңде һаҡлай алыу;

үҙ-үҙеңде тәьмин итеү;

тоҡомоңдо, киләсәк быуыныңды, нәҫелеңде дауам итеү.

Ошо өс һәләтте үҙенә бойһондороп ҡулланһын өсөн, барса тере есемдәргә лә, уларҙың үҫеш кимәленә ҡарап, Илаһ тарафынан, өҫтәп, аң;да бирелгән. Мәҫәлән, үҫемлектәргә йәшәү рәүешен тәьмин итер өсөн бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү хәжәте юҡ. Шуға күрә уларҙың аңы бер нөктәгә тупланмай, киреһенсә, үҫемлекте уратып алған арауыҡ ҡабында, киңлектә тигеҙ таралып, тамыр-олон-ботаҡ-япраҡ-сәскәнең үҙ-ара бәйләнешен тәьмин итеүгә һәм бер үк ваҡытта уларға күрше булған башҡа үҫемлектәр менән ярашып көн күреүгә сарыф ителә.

Хайуандар донъяһында йәшәүгә һәләтлелек ҡатмарлыраҡ шарттарға ҡулайлашҡанға күрә, аң, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеп, баш мейеһендә туплана. Уның был осраҡтағы тәғәйенләнеше – йән эйәләренә хас тәбиғи һиҙгерлек, тойомлау аша уларҙы уратып алған мөхит тураһындағы мәғлүмәтте үҙләштереү һәм шуларға яраҡлашыу һәләтен тәьмин итеү.

Кешенең дә есеме, тән ҡоролошо хайуандыҡынан әллә ни айырылмай, ләкин уға тейешле аң кимәле – Илаһтың мөғжизәүи бүләге. Донъя яратылғанда ир енесе беренсел булғанға күрә, зиһен, аң кимәле уларҙа нығыраҡ үҫеш кисергән. ”Ҡәмәрҙең һиммәте – ҡашында, ирҙең ҡиммәте – башында,” – ти был турала халыҡ мәҡәле. Шуға күрә, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә иркәк хайуандың баш мейеһен ашап, үҙҙәрендә тәбиғи уй-фекергә һәләтлелекте үҫтереп, аң кимәлен юғары тотоуҙы маҡсат итеп ҡуйған булып сыға.

Билдәле булыуынса, кешелек донъяһы, ғаләмдә аң кимәленең үҫеше буйынса, алға киткән берҙән-бер донъя түгел. Был баҫҡыста аң кимәле буйынса кешенән үрҙәрәк торған йән эйәләре бар, тиҙәр:

Ул кешене сүлмәк яһай торған балсыҡ кеүек яңғырауыҡлы мәтенән яратты һәм ендәрҙе саф ут ялҡынынан яратты [Әр-Рәхмән (Шәфҡәтле) сүрәһе, 14-15-се аяттар].

Йога тәғлимәте өйрәткәнсә, кимәле буйынса ер элементы (тупраҡ, балсыҡ, ҡом) һыу һәм уттан түбәнерәк икәнлеге билдәле. Эпостан күҙаллауыбыҙса ла, ошо йән эйәләренең барбулмышы ут менән бәйле, шуның менән улар кешенән көслөрәк:

Күккә олғашҡан ҙур тауҙай

Ҡара күргән алдында,

Нәжәғәйҙәй ялтыраған

Ут уйнай, ти, янында.

Күк томандар ҡаплаған,

Ут һөрөмө бөркөлгән

Нәмә күргәс юлында,

Урал: “Ни?”тип һораған.

Һарайҙарҙы һаҡлаған,

Тау түгел ул, йылан,тип,

Зәрҡум уны аңлатҡан.

Юғары Аңға тоташҡан һәм бик күп төрлө кимәлдәге башҡа Йыһан вәкилдәре йышыраҡ осраҡта кешегә ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә түгел икән. Был турала һуңғараҡ Изге Китап Ҡөрьәндә лә мәғлүмәт буласаҡ:

Һәм беҙ кешене яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан яралттыҡ! Һәм Беҙ элек ендәрҙе эҫе утынан бар иткәйнек. Бына Раббың фәрештәләргә әйтте: “Мин яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан кеше яһайым, һәм Мин тигеҙләгәс һәм Үҙ; емдең рухымдан өргәс, уға сәждә ҡылып, йөҙтүбән йығылығыҙ!” Һәм фәрештәләр барыһы ла сәждә ҡылды, Иблистән башҡа. Ул сәждә ҡылыусылар менән бергә булыуҙан баш тартты. Ул: “Эй, Иблис! Нимә булды һиңә, сәждә ҡылыусылар менән бергә булманың?” – тине. Ул: “Яңғырап торғандан, һүрәткә килтергән балсыҡтан яратҡан кешегә мин сәждә ҡылыусы булмаясаҡмын”, - тине. Ул әйтте: “Бынан сығып кит! Һин – таштар менән атылған. Һәм, ысынлап та, ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр һиңә ләғнәт! Ул: “Раббым! Кешеләр ҡәберҙәренән ҡуптарыласаҡ көнгә тиклем мине кисектер”, – тине. Ул әйтте: “Ысынлап та, һин – кисектерелгәндәрҙән – мәғлүм ваҡыттың көнөнә ҡәҙәр”.

Ул әйтте:”Раббым! Һин мине яҙҙырған өсөн мин уларға Ер йөҙөндәге булған нәмәләрҙе зиннәтләп күрһәтермен һәм барыһын да юлдан яҙҙырырмын, ҡолдарыңдан ихлас күңеллеләренән башҡаһын”.

Ул әйтте: “Был – минең өсөн тура юл, ысынлап та, Минең ҡолдарым – юлдан яҙып һиңә эйәргәндәрҙән башҡа, һиңә улар өҫтөнән хаҡимлыҡ итеү булмаҫ; [Әл Хиджр (Әл-Хижер) сүрәһе, 26-42- се аяттар].

Иҫтәренә төшөр, иҫкә төшөрөү ул иман килтергән кешеләргә файҙа итә! Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн барлыҡҡа килтерҙем. Мин уларҙан һис бер ризыҡ теләмәйем, һәм Мине туйҙырыуҙарын да теләмәйем [Әҙ-Ҙәрийәт (Елгәреүселәр) сүрәһе, 55-57-се аяттар].

Ҡобайырҙың башында уҡ әле ағалы-ҡустылы үҫмер балалар Шүлгән менән Уралдың тәүге һүҙгә килешеүенән ошо турала мәғлүмәтте алаһың. Шүлгән, ағайлығынан файҙаланып, үҙенән йәшерәк туғанын ярамаған эшкә ҡотортоуына ҡарамаҫтан, уныһы был ҡотҡоға бирелмәй, дөрөҫ юлды һайлай һәм, әлбиттә, Аллаһының яратҡан бәндәһенән буласаҡ:

Аталары киҫәтеп:

“Ҡан эсмәгеҙ!” – тиһә лә;,

Шүлгән, Уралды димләп,

Былай тиеп әйткән, ти:

Йәнде ҡыйып һунарлау

Ҡомарлы эш булмаһа,

Һыуһағанда ҡан эсеү;

Тағы тәмле булмаһа,

Атамдар йоҡо ҡалдырып,

Аяҡ-ҡулын талдырып,

Һәр көн икәү ҡаңғырып,

Беҙҙе өйҙә ҡалдырып,

Йөрөмәҫ ине һунар, тип.

Урал, әйҙә, булмаһа,

Ҡабырсаҡты асайыҡ;,

Һәр беренән аҙ-аҙлап

Берәр тамсы эсәйек,

Ҡандың тәмен беләйек.

Урал: “Атам һүҙен тотамын –

Мин ҡан эсмәй түҙәмен,

Егет булып үҫмәйсә;,

Төп йоланы белмәйсә;,

Бер ил гиҙеп йөрөмәйсә;,

Ысынлап та донъяла

Үлем юғын күрмәйсә;,

Суҡмар алып ҡулыма,

Һис бер йәнде һуҡмамын,

Һөлөк һурған ҡанды мин

Ҡабырсаҡтанэсмәмен.”

Шулай итеп был ике бер туғандың булмыштарына баштан уҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы ике төрлө тәҡдир һалынғанын күрәбеҙ.Киләһе хәл-ваҡиғалар үҫешендә был тәғәйенләнеш раҫлана ғына бара:

Ҡарт уйланып торған да,

Былар уйын белгән дә;,

Һаҡалыны һыпырып,

Быларға күҙ йүгертеп,

Ике юлды күрһәтеп,

Былай тиеп әйткән, ти:

– Бына һеҙгә ике юл:

Һулға китһәң, юл буйы –

Уйын-көлкө көн буйы,

Ҡайғы, этлек күрмәйсе,

Барлығын да белмәйсе,

Рәхәт йәшәп байманда,

Бүре, һарыҡ – яланда,

Төлкө, тауыҡ – урманда

Бергә йәшәп, дуҫ булып,

Самрау ҡошҡа [67] баш эйеп,

Ҡан да эсмәй, ит еймәй,

Һис үлемгә юл ҡуймай,

Йәшәп килгән бер ил [68] бар.

Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ;

Ҡыла торған йола бар.

Һиллектә йәшәүсе был ил тураһындағы һүрәтләү алдағы хәл-ваҡиғалар үҫешендә тағы ла ҡабатланасаҡ әле. Шүлгән шул тарафтарға барып еткәс,

Осораған бер күлгә...

Күлдә ятҡан балығы,

Ялтуш, сабаҡ, суртаны

Бергә йөҙөп уйнайҙар,

Бер-беренә теймәйҙәр.

Талда һайрап ултырған

Һандуғасты ҡушарлап,

Әберсендәр теҙелгән;

Яғылбай ҙа ҡарсыға,

Тағы турғай күренгән.

Тау битенә күҙ һалһа, –

Ҡуй-һарыҡ та, бүре лә;,

Әтәс, тауыҡ, төлкө лә

Бер тирәгә йыйылған...

Ә Уралдың “өлөшөнә төшкән көмөшө” – бөтөнләй икенсе төрлө:

Уңға китһәң, юл буйы –

Илау-һыҡтау төн буйы;

Яуызлыҡта дан алған,

Аҡһаҡалдан, батшанан

Ҡайғы-этлек күреүсе,

Ҡанлы йәшен түгеүсе

Ҡатил батша иле [69] бар;

Тау-тау кеше һөйәге,

Ҡанға батҡан ере бар.

Был ҡапма-ҡаршылыҡты төшөнөр өсөн түбәндәге аятҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк булыр:

Ошо ҡала менән ант итәм! Һин ошо ҡалала тораһың.Тыуҙырыусы Ата менән һәм ул тыуҙырған Бала менән ант итәм! Беҙ кешене ауырлыҡтар аша үтһен тип яраттыҡ.Әллә ул берәүҙең дә уға көсө етмәҫ тип уйлаймы? Ул: “Мин иҫәпһеҙ байлыҡ бөтөрҙөм,” – ти.Әллә ул шуны берәү ҙә күрмәгән тип уйлаймы? Әллә Беҙ уға яһамағанмы ике күҙ, тел менән ирен? Беҙ уға ике юлды күрһәттек.Һәм беҙ уны ике бейеклекккә алып барҙыҡ. Ә ул текәлектән ҡыйыу ынтылманы. Һәм ул текәлектең ни икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡолдо иреккә ебәреү, йәки аслыҡ көнөндә туйҙырыу яҡындарҙан булған етемде, йәки бер нәмәһе булмаған ярлыны. Шунан һуң ул иман килтереп, сабырлыҡҡа, мәрхәмәткә өндәр. Былар – уң яҡ эйәләре. Ә Минең аяттарыма иман килтермәгәндәр – һул яҡ эйәләре. Улар өҫтөндә ут көмбәҙ кеүек булыр. [Әл-Бәләд (Ҡала)сүрәһе: 90-сы сүрә, 3-20 аяттар].

Ҡобайырҙың ошо юлдарында һәм Ҡөрьән аяттарында һүрәтләнгән ике юл тураһындағы мәғлүмәт ике донъяуи диндең айырмаһын күрһәтә лә инде: уларҙың береһе кешелек донъяһын ҡурсалаусы һәм рух күндереүсе Күк Атаһына табындырыусы христиан дине, икенсеһе барса тереклек донъяһына йән өрөүсе Юғары Аң Эйәһе,Ғаләмдәрҙең Раббыһы булған Бар һәм Бер Аллаға иман килтереүсе Ислам дине.[70]

 

Ҡобайырҙа хәл-ваҡиғаларҙың үҫеше тап ошо йүнәлештә һүрәтләнә. Урал, Шүлгән ағаһы менән сығып китеп, юлдары аймылышҡаны бирле, төп маҡсатынан һис тайпылмай, донъя буйлап йөрөп, күп илдәр күрә, төрлө халыҡтарҙың йолаларын танып белә:

Мин киләмен йыраҡтан,

Үҙем торған торлаҡтан,

Бала инем киткәндә;,

Күп илдәрҙе үткәндә;,

Мин кешегә теймәймен,

Уның ҡанын ҡоймаймын –

Үлем тигән яуызды

Үлтерергә уйлаймын.

Хәрәкәтсән ғаләмдә Аңға эйә сит донъя вәкилдәренең дә ғүмерҙәре, ниндәй генә оҙонлоҡта булмаһын, бөтә осраҡта ла уның ахыры була. Был сәғәт һуҡҡанда, йәшәү дәүерендә шәхсән тупланған донъяуи мәғлүмәт уның эйәһенең аңынан планетар аңға күсерелә һәм, юйылып, юҡҡа сыға. Бер үк ваҡытта Йыһан Аңына тоташыусы йән эйәләренең араһында тик кешегә генә хас булған һәм тик уға ғына Ер йөҙөндә ҡабат-ҡабат тыуыу мөмкинселеген биргән Үлемһеҙ Рух барлығы тураһында ла хәбәрҙар икән ул заттар.

Шуға күрә, юғары кимәлдәге аңға эйә булып та, рухһыҙлыҡтары сәбәпле, кеше алдында үҙҙәренең көсһөҙлөгөн тойған башҡа донъя вәкилдәре Ҡәһҡәһә, Әзрәҡә, Зәрҡумдың төп маҡсаты – бына шул иң нескә кимәлдә туҡылған ҡеүәт – рухты кешенән тартып алып, үҙенеке итеү:

Шаһым, сара эҙләйек,

Самрау ҡоштоң Аҡбуҙын

Кеше аша алайыҡ;,

Һис булмаһа – урлайыҡ;, –

Тигәс, батша уйланған,

Былай тиеп һөйләнгән:

Аҡбуҙатты алырға,

Уға эйә булырға,

Йә булмаһа, ул атты

Был донъянан юйырға

Ете дейеү ебәрҙем...

Ерҙән тыш йәшәүсе цивилизациялар кешелек донъяһын хәстәрләүсе һәм уның үҫешенә булышлыҡ итеүсе, кешегә генә хас күңел донъяһы өсөн нескә кимәлдәге рух өрөүсе Кемдер барлығын да беләләр, әммә ләкин Уның Үҙе менән туранан-тура мөнәсәбәткә кереү мөмкинселегенән мәхрүм улар:

Улар һинән рух тураһында һорайҙар. Рух – Раббымдың бойороғонан, һәм һеҙгә белем бик аҙ бирелде бит,тип әйт [Әл-Исра (Төндә күсереү) доғаһы,85-се аят].

Ул бойороғо менән ҡолдарынан теләгән берәүгә фәрештәләр менән рух индерә [Ҡөрьән-Кәрим:Ән-Нәха (Бал Ҡорто) сүрәһе, 2-се аят].

Ҡобайырҙа рух төшөнсәһе Аҡбуҙат образы аша ап-асыҡ һүрәтләнә, һәм ул Күк батшаһы Самрауҙан бирелеп Ҡыҙы Һомай аша тик саф һәм изге йөрәклеләргә; генә күндерелер:

Күктә тыуып, күктә үҫкән,

Ерҙә тоҡом йәймәгән,

Әзрәҡәнең дейеүе

Мең йыл ҡыуып тотмаған.

Әсәйемдән бирелгән,

Донъялағы йөрәгем

Үҙем һөйгән егеткә;

Бирә торған бүләгем.

Ир затының үҙенән (Әҙәмдең ҡабырғаһынан) булдырылған, шуға күрә икенсел тип ҡабул ителгән, ләкин әһәмиәте буйынса уның үҙенән һис кенә лә ҡалышмаған ҡатын-ҡыҙ, инә, ана затына хас һиҙгерлек, зауыҡлыҡ, тоғролоҡ, яуаплылыҡ кеүек хистәр менән һуғарылған ул рух тойғоһо. Тимәк, эпоста һүрәтләнгәнсә, үҙҙәрендә тәбиғи һиҙгерлек үҫтереү һәм хис-тойғоларының нескәреүенә, рух күтәренкелегенә өлгәшеү ниәтенән, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, һунарҙа орғасы йәнлек тотоп, уның йөрәген ярып ашаған булып сыға. Әҫәрҙең башында Йәнбирҙе ҡатыны һәм улдары менән һунарҙа аулап алған ҡоштарҙың араһында бер аҡҡош, башын ҡырҡып ташларға бысаҡ ҡайрағанда телгә килеп, үҙенең ябай ҡош түгеллеген ошолай аңғарта:

Ебәрегеҙ һеҙ мине

Үҙ илемә ҡайтайым.

Мине һуйып ашап та,

Сәйнәп мине йотоп та

Барыбер аш булмамын,

Һис аш булып һеңмәмен.

Ысынлап та, Һомай һунарлап алған матди аҙыҡ түгел булып сыға. Киреһенсә, ниндәйҙер юғары донъянан билдәле бер ниәт менән ергә осоп килеүсе рухи зат төҫмөрләнә бында. Изге Ҡөрьән был турала ошолай тип тә әйтәсәк:

Алла кеше менән һөйләшә торған булманы, тик үәхи (төшөндөрөү, күңелгә һалыу, илһамландырыу) аша йәки ҡорма аша ғына, йәки рәсүл ебәрә, һәм үҙ рөхсәте менән уға теләгән нәмәне үәхи ҡыла. Ул, ысынлап та, оло, хикмәтле! [Әш-Шура (Кәңәш) сүрәһе, 51-се аят].

Бындай заттың һунарсы ауына эләгеүе лә осраҡлы хәл түгеллегенә инанабыҙ. Сәбәп-һөҙөмтә сылбырында бер-бер артлы теҙелеп, үрелеп барасаҡ хәл-ваҡиғаларҙың башы ғына әле был. Ябай булмаған Ҡоштоң юғары донъянан икәнлеген үҙе лә тыумыштан зирәк булмышлы, һиҙгер Урал ғына нескә тоя ала һәм уны ебәреү әмәлен күрә. Уның был яҡшылығының әжере лә шул кимәлдә буласағы һис кенә лә шик тыуҙырмай. Ысынлап та, ҡасандыр аҡҡош рәүешенән ҡыҙға әүерелер Һомайҙың бүләге тап шундай буласаҡ:

Осраған бер кешене

Хайран итер, уйлатыр, –

Бына ошондай Аҡбуҙ ул,

Күҙ күрмәгән ят буҙ ул.

Ниндәй йөкмәтке һалынған һуң ул Аҡбуҙат образына? Әлбиттә, Күк тәхетендәге Самрау батшанан бирелер рух образы улАҡбуҙ;.Ә Самрауҙың үҙен Һомайғош ошо юлдар аша тулы мәғәнәһендә ҡылыҡһырлай:

Ерҙә һис кем тыумаҫтан,

Берәү аяҡ баҫмаҫтан,

Ҡуш булырға йәр эҙләп,

Ерҙә һис кем тапмағас,

Бүтән йәндән һайларға

Берәүһен тиң күрмәгәс, –

Күккә осоп йәр эҙләп,

Айҙы, Ҡояшты күҙләп,

Үҙенә йәр һайлаған,

Икеһен дә арбаған,

Бар ҡоштарға баш булған,

Самрау атлы атам бар.

Ике балаһы булған,

Балаһы ла, үҙе лә;

Һис ауырыу күрмәгән,

Һис берәүһе үлмәгән.

Әле лә батша атайым...

Ошо юлдарҙан Самрау образы Ғаләмдәрҙең Хужаһы Бөйөк Абсолют Аң түгел икәнлеген, йәғни барса тереклек донъяһына йән өрөүсе Бар һәм Бер булған Аллаһы Тәғәлә образына тап килмәүен күрәбеҙ. Уның барлығын Ҡөрьән Кәрим былай һүрәтләй:

Әйт:” Аллаһ – Ул берәү, Аллаһ – мәңге, Ул бер кемде лә тыуҙырмаған һәм Үҙе лә тыуҙырылмаған, һәм бер кем дә Уға тиң түгел!” [Әл-Ихлас (Ихласлыҡ) сүрәһе].

Христиандар табынған Күк Атаһы (Отец Небесный) һәм унан да элегерәк булған донъяуи Будда динендә асыҡ һүрәтләнгән Изге Күк (Святые Небеса) донъяһы тураһында бара был һүрәтләү. Фәҡәт Ул Ер йөҙөнә Изге Рухты (Аҡбуҙатты) Ҡояштан тыуған ҡыҙы Һомай ярҙамында күндерәсәк. Был образдар һуңынан Ҡөрьәндә аяттар аша аңлатыласаҡ: Һәм Ул һеҙгә төн менән көндө, Ҡояш менән Айҙы буйһондорҙо, һәм Уның әмере менән йондоҙҙар буйһондоролдо. Ысынлап та, бында аҡыллы халыҡтарға аят бар! [Ән-наха (Бал ҡорто) сүрәһе, 12-се аят].

Ул Ҡояшты балҡып тороусы итте, ә Айҙы нурланыусы итте, һәм һеҙгә йыл һандарын иҫәпләп белеү өсөн һәм хисаплау өсөн уның урындарын билдәләне. Белгән халыҡтарға аяттарҙы аңлатып, быны Алла тик хаҡлыҡ менән генә барлыҡҡа килтерҙе. [Йунус (Юныс) сүрәһе, 5-се аят].

Рухтың теләгән берәүгә түгел, һайлап алынған йәндәргә генә индерелеүе тураһында Һомай үҙе былай тип иҫкәртә:

Буҙ атым бар йыраҡта,

Әсәм биргән бүләккә;,

Майҙаныма шул килер,

Батыр булһаң, ул белер.

Аң кимәле буйынса беҙҙән көслөрәк булған башҡа йыһан вәкилдәре, фәҡәт шуның менән өҫтөнлөк ҡулланып, кешеләр араһынан рух күтәренкелегенә эйә булмағандарын ҡурҡытып, бойһондороп, үҙҙәренә “баш үҫтереү” маҡсатынан йотоп тороуҙары тураһында ҡобайыр тулы мәғлүмәт бирә. Тап улар өсөн яратылған да инде Күктең уларға тәғәйен бер ҡаты – Әзрәҡә, Ҡәһҡәһәләр донъяһы:

Күктә торған буҙ аттың;

Урынын үҙем күргәҙҙем.

Улар барып баҫтырҙы,

Тота алмағас, яҡшылап,

Яндарына саҡырҙы.

Ат уларға килмәне –

Дейеүҙәрем, ғәрлектән,

Кире илемә ҡайтманы:

Күктә ҡалды хур булып,

“Етегән” тигән исемдә;

Мәңге ҡалды ут булып.

Ә хәҙер был ваҡиғаны раҫлаусы Ҡөрьән аятын ҡарайыҡ:

Беҙ түбәнге Күк көмбәҙен йондоҙҙар менән зиннәтләнек, һәр бер баш күтәргән шайтандан һаҡлау өсөн.Улар юғары кәңәшмәгә ҡолаҡ һала алмай һәм улар һәр яҡтан (таш йәки йондоҙҙан бер киҫәк менән) атыла, ҡыуып ебәрелеү өсөн, һәм уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғазап.

[Әс-Сафат (Сафтарҙа тороусылар) сүрәһе, 6-8-се аяттар].

Кеше ашап ятыусы,

Баш үҫтереп йөрөүсе,

Ҡәһҡәһәнең бар серен,

Башын һаҡлап тороусы

дейеүҙәрҙән йотолоп юҡҡа сыҡҡан халыҡтарҙы ҡотҡарыр Урал кеүек илаһи заттар, батырҙар һәр дәүерҙәрҙә тыуа торған – был инде йыһандағы эволюция хаҡына кешелектең бар гөнаһтарын ғәфү ҡылыусы мәрхәмәтле Раббыбыҙ тарафынан. Рәсүлдәр һәм Пәйғәмбәрҙәр ни дәүерҙәрҙә ни маҡсаттан Ер йөҙөнә килтерелгән – был турала аяттар түбәндәгеләрҙән ғибарәт:

Һәр бер өммәткә үҙ рәсүле; һәм, рәсүл килгәс, улар араһындағы эш ғәҙеллек менән хәл ителгән булыр, һәм улар йәберләнмәҫ тә [Йунус (Юныс) сүрәһе, 47-се аят].

Беҙ Рәсүлдәрҙе үҙ халҡының теле менән генә – уларға аңлаһындар өсөн - ебәрҙек... [Ибраһим сүрәһе, 4-се аят]

Алла рәсүлдәрҙе фәрештәләрҙән һәм кешенән һайлай... [Әл-Хадж (Хаж) сүрәһе, 75-76-сы аяттар].

Ҡобайырҙың төп геройы Урал батырҙың булмышына пәйғәмбәрлек бурысы һалынғанына һис шик юҡ. Шуларҙың икәүһе Күктәр тарафынан уның тыуыуы һәм үлеме менән бәйле рәүештә һүрәтләнеүен алда атап үткәйнек инде.

Ер йөҙөнә килеп киткән пәйғәмбәрҙәрҙең һәр ҡайһыһына, уларҙың пәйғәмбәрлеген дәлилләү өсөн, Аллаһы Тәғәләнең ихтыяры һәм теләге буйынса, мөғжизә күрһәтә алыу һәләттәре бирелер булған. Урал батырҙың да бындай мөғжизәүи һәләттәре бер-бер артлы асыла бара. Бына шуларҙың береһенә генә миҫал:

Урал алға сапҡан, ти,

Аты диңгеҙ ярған, ти;

Аты барған урында

Һыу алмаҫлыҡ юл булып

Ҙур тау ҡалҡа барған, ти;

Һыу эсенән бар халыҡ;

Шунда сыға барған, ти.

Бөтә донъяны һыуҙан баҫтырыу, шулай уҡ кемделер ҡотҡарып алып ҡалыу – Аллаһы Тәғәләнең ихтыярынан. Был турала мәғлүмәт Ҡөрьәндә лә бар:

Һәм Беҙ Мусаға: Таяғың менән диңгеҙгә һуҡ! – тип үәхи ҡылдыҡ, һәм ул ярылып китте һәм һәр киҫәге бейек тау кеүек булды. Унан һуң беҙ икенселәрҙе яҡынайттыҡ.Һәм Беҙ Мусаны һәм уның менән булған кешеләрҙе ҡотҡарҙыҡ; [Әш-Шуъара (Шағирҙар)сүрәһе, 63,64,65-се аяттар].

Уралдың – һайланған кеше, Аллаһы Тәғәләнең белемен кешеләргә еткереүсе икәненә өҫтәмә дәлилдәргә лә миҫалдар етерлек эпоста, һәм беҙ уларҙан пәйғәмбәрлектең башҡа күркәм сифаттарын һанап китә алабыҙ:

· Үҙ заманы өсөн бөтә илдәрҙә, бөтә халыҡтарға ҡарата мөнәсәбәттәрҙә иң юғары кимәлдәге дөрөҫлөк яҡлы һәм ғәҙел булыуы;

· Бар мөнәсәбәттәрҙә лә тоғро булыуы;

· Аллаһы Тәғәләнән ебәрелгән саҡырыу һәм йолаларҙы тулы кимәлдә кешеләргә таратыуы;

· Асыҡ зиһенле һәм ныҡ үҫешкән аңлы булыуы;

· Гөнаһ ҡылмауы.

Ҡасандыр Йәншишмәнең һыуын эсеп, Үлемдең үҙенә бирешмәгән Меңйәшәр ҡарт Уралдың ни заттан икәненә былайтип баһа бирә:

Егетем, батыр икәнһең;,

Күҙ ҡарамдай һаналған

Илгә ҡашҡа икәнһең;

Быуын-быуын буйына

Маҡталырлыҡ икәнһең;.

Быуын-быуын әсәңдән

Тыуыуыңды көттөрҙөң;

Ил ырыҫын табырға

Атаң һиңә ҡот биргән,

Әсәң һиңә һөт биргән;

Тәү арыҫланға атланған,

Яҡшылыҡҡа ынтылған...

Был мәңгелек рухи ҡиммәт тураһында Ҡөрьән былай ти: Кеше яҡшылыҡты теләүҙән ялыҡмай, ә инде уға яманлыҡ тейһә, ул бойоға һәм өмөтһөҙләнә [Фуссыиләт (Асыҡ аңлатыуҙар) сүрәһе, 49, 51-се аяттар].

Ә хәҙер эпоста ҡат-ҡат һыҙыҡ өҫтөнә алыныр ошо төшөнсәгә туҡталайыҡ:

Күккә лә осор – яҡшылыҡ;,

Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ;,

Утта ла янмаҫ – яҡшылыҡ;,

Телдән төшмәҫ – яҡшылыҡ;.

Бары эшкә баш булыр,

Үҙеңә лә, кешегә лә;

Мәңге ейер аш булыр,

Тигән һүҙен ишеткәс,

Бөтә серҙе аңлағас,

Бар халыҡты эйәртеп,

Урал юлға сыҡҡан, ти;

Йәншишмәгә барған,ти,

Һыуын уртлап алған, ти;

Үҙе сапҡан юлына,

Дейеүҙән өйгән тауына

Һыуҙы алып һипкән, ти.

Урал Меңйәшәр ҡарттың алдағы кәңәшенән ниндәй серҙе аңлаған һуң? Ошонан алда ғына уның фекере һәм маҡсаты башҡа ине бит:

Үҙем мин йәш булһам да,

Биш ил барын белдем мин:

Береһендә үҙем тыуҙым мин,

Икеһен йөрөп күрҙем мин,

Ҡалған тағы икәүһен

Күрергә тип сыҡтым мин.

Ҡайҙа ғына барһаң да,

Береһе үҙен шаһ тиә;,

Икенсеһе баш эйә;,

Көслө көсһөҙҙө ейә;,







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 586. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Этапы и алгоритм решения педагогической задачи Технология решения педагогической задачи, так же как и любая другая педагогическая технология должна соответствовать критериям концептуальности, системности, эффективности и воспроизводимости...

Понятие и структура педагогической техники Педагогическая техника представляет собой важнейший инструмент педагогической технологии, поскольку обеспечивает учителю и воспитателю возможность добиться гармонии между содержанием профессиональной деятельности и ее внешним проявлением...

Репродуктивное здоровье, как составляющая часть здоровья человека и общества   Репродуктивное здоровье – это состояние полного физического, умственного и социального благополучия при отсутствии заболеваний репродуктивной системы на всех этапах жизни человека...

Конституционно-правовые нормы, их особенности и виды Характеристика отрасли права немыслима без уяснения особенностей составляющих ее норм...

Толкование Конституции Российской Федерации: виды, способы, юридическое значение Толкование права – это специальный вид юридической деятельности по раскрытию смыслового содержания правовых норм, необходимый в процессе как законотворчества, так и реализации права...

Значення творчості Г.Сковороди для розвитку української культури Важливий внесок в історію всієї духовної культури українського народу та її барокової літературно-філософської традиції зробив, зокрема, Григорій Савич Сковорода (1722—1794 pp...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия