Студопедия — Дейеүҙән өйгән тауына
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Дейеүҙән өйгән тауына






Һыуҙы алып һипкән, ти:

“Тау-урмандар йәшәрһен,

Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,

Ҡошо һайрап маҡтаһын,

Халҡы йырлап хуплаһын,

Ерҙән ҡасып дошмандар

Бары күреп һоҡланһын,

Илһөйәргә ил булып,

Ер һөйөргә бағ булып,

Дошман күҙен ҡыҙҙырып

Балҡып торор ер булһын!,” –

Тигән һүҙҙе әйткән, ти.

Һыу күп һипкән еренән

Ҡарағай, шыршы үҫкән, ти,

Һыуыҡҡа төҫ ҡоймаҫлыҡ;,

Эҫегә лә кипмәҫлек,

Ҡорт, мыр-маҙар төшмәҫлек,

Япрағы төрөлөп,

Беҙәнәктәй булған, ти,

Мәңге йәшел ҡалған, ти.

Йәшел төҫ – мәңгелек тереклек, хаҡ дин Ислам төҫө. Йәншишмәне уртлағанда, Урал уның һыуына үҙенең изге ниәтен, теләген мәғлүмәт итеп һала. Бөркөлгән һыуҙы һыулап үҫкән һәм батырҙың исемен мәңгеләштерер Уралтауҙа киң тараласаҡ ҡарағай, шыршы шул мәғлүмәтте һаҡлаусы изге ағастар. Шул ағастарҙы һаҡлау – беҙҙең изге бурысыбыҙ түгелме ни? Бөркөп өшкөрөү – башҡорттоң дауалау маҡсатынан ҡуллана торған боронғо йолаһы. Һыу дауалаусының ауыҙында саҡта уның теләгән теләген үҙләштерә һәм бөрккән ваҡытта шул мәғлүмәтте дауаланыусыға күсерә. Был осраҡта Урал тыуған төйәгебеҙҙе киләсәк быуындар өсөн һыу менән имләгән булып сыға.

Ҡапма-ҡаршылыҡлы был фани донъяла һыуҙың да ике төрө булыуы тураһында беләбеҙ эпостан: Йәншишмәнең тере һыуына ҡаршы торғон һыу – күлдең үле һыуы бар. Бына шул кире мәғлүмәтле һыу аша киләсәккә янаусы ҡурҡыныс афәт буласағы тураһында бик ҡаты иҫкәрткән дә бит беҙҙе батырыбыҙ!Уның заман ахырына бәйле киҫәтеүҙәре бик фәһемле бөгөн:

Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм,

Уландарым, һеҙгә әйтәм:

Уйым-уйым күлдәрҙең;

Барында дейеү буласаҡ;,

Уҫаллығын ҡыласаҡ,

Эсегеҙгә керәсәк.

Дейеүҙәрҙең ҡоһоро

Барығыҙға тейәсәк,

Шунан барың үләсәк.

Күлдең һыуын эсмәгеҙ;,

Хараплыҡҡа төшмәгеҙ;,

Ҡул ҡаушырып тормағыҙ!

Ниндәй һыу тураһында әйтеп ҡалдырған һуң беҙгә Урал батыр был урында? Егеттең үҙе үлhә лә, hүҙе үлмәҫ.

Күл һыуы – бер урынға йыйылған торғон һыу, йәғни үле һыу. Әлбиттә, бөгөнгө көндә матур-матур һауыттарға тултырылып, күпселек әҙәм балаларын теҙләндергән, кешелек дәрәжәһен юйҙырған араҡы, шарап, һыра кеүек эсемлектәр булыр уныһы! Аллаһы Тәғәләнең биргән тәбиғи саф һыуына мөрҡәтһенмәй, шайтан ҡотҡоһона төшкән әҙәмдәр үҙҙәре уйлап сығарған, шуға күрә язаһын да күрә кешелек бөгөнгө көндә был эсемлектәрҙән. Ә хәҙер Ҡөрьән аяттарынан ошо турала уҡыйыҡ:

Был донъя күктән беҙ биргән һыуға оҡшай: ул һыу менән Ерҙәге үҫемлектәр ҡатнашҡан, ул үҫемлектәр менән кешеләр һәм хайуандар туҡлана. Инде Ер үҙ биҙәктәрен алып гүзәлләнгәс, унда йәшәүселәр үҙҙәрен уның өҫтөнән хаҡимлыҡ итәләр тип уйланылар, һәм төндә йәки көндөҙ уға Беҙҙең бойороғобоҙ килде. Беҙ уны, әйтерһең дә ул кисәнән бай булмаған кеүек итеп, урылған иттек. Уйлаған кешеләргә шулай аңлатабыҙ Беҙ аяттарҙы!

Алла тыныслыҡ йортона саҡыра һәм теләгән кешене тура юлға күндерә!

Изгелек ҡылғандарға – изгелек һәм өҫтәмә, уларҙың йөҙөн туҙан да, хурлыҡ та ҡапламаҫ. Былар – ожмах әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр.

Насар эштәр ҡаҙанғандарға – насар эштәренең язаһы шул эштәренә оҡшай: уларҙы хурлыҡ баҫыр, уларҙы Алланан һис кем һаҡламаҫ! Уларҙың йөҙө ҡараңғы төндөң киҫәктәре менән ҡапланған кеүек булыр. Был кешеләр – тамуҡ киҫәүҙәре, улар унда мәңге ҡалыр [Йунус (Юныс) сүрәһе, 24-27-се аяттар].

Ә бит Урал батыр күрһәткән мөғжизәләр араһында дөйөм кешелек өсөн иң әһәмиәтлеһе һәм файҙалыһы – үҙе тапҡан Йәншишмәнең тереһыуын уртлап, тамсыһын да йотмайынса, ер йөҙөнә бөрккәне:

... Ил һө; йөр гә ил булып,

Ер һөйөр гә бағ булып,

Дошман күҙен ҡыҙҙырып

Балҡып торған ер булһын!

Ошо өгөт-нәсихәт арҡылы Урал батыр, юлбашсы булараҡ, үҙе ҡотҡарған халыҡтың булмышына ил һөйәр, ер һөйәр тигән сифаттарҙы ла ҡушып, тереклек итер өсөн Ер-Әсәнең арҡа үҙәген тәшкил иткән был урынды инселәгән. Шуға күрә ата-бабаларыбыҙ үҙенә тәғәйенләгән йәнтөйәкте батырҙың исеме менән атаған һәм был ерҙәрҙе ғүмер баҡый үҙ йәненән артыҡ күреп һаҡлаған:

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы –

Ата-олатайҙарҙың да төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята батырҙар һөйәге.

Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам

Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,

Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,

Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.

Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.

Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған

Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.

Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,

Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.

Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,

Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

(Башҡорт халыҡ йыры “Урал”)

Был тиклемдән дә оҫтараҡ әйтеп булырмы тарихи ватаныбыҙҙың ҡәҙере тураһында? Күпме быуын ниндәй сихри көс, ниндәй аҡыл ҡеүәте менән ошо төйәкте үҙенеке итеп һаҡлап тотоуға өлгәшкән? Ҡайҙа, ҡасан,ҡайһы дәүерҙә һәм ни сәбәптән ошо илһөйәрлек сифатыбыҙҙан яҙҙыҡ һуң беҙ? Ошо йырҙың мәғәнәһенә төшөнөрлөк быуындар тәрбиәләнмәһен өсөн туған телдең һүҙ ҡеүәтен юғалттырыр мәкерле сәйәсәткә ниңә ҡаршы тора алмаҫ булдыҡ һуң? Үҙебеҙгә тәғәйен урын-еребеҙҙең ҡәҙерен, баһаһын онотторор гонаһлы эштәр ҡылған өсөн ғәҙел яза күргәнебеҙҙе таныйыҡсы, халҡым!

Ерҙе туйындырған йылға һыуҙарын бысратыу, ағастарын ҡырып, эсәр һыуыбыҙҙан яҙыу – барыһы ла пәйғәмбәребеҙҙең әйтеп ҡалдырған киҫәтеүҙәрен тотмауҙан!

Һәр төрлө ниғмәттәренән ҡулланып йәшәй-йәшәй, Ер-Әсәнең үҙенең дә тере һәм йәнле икәнлеген оноттоҡ, уның алдындағы изге бурыстарыбыҙҙы ла үтәмәйбеҙ бит, кешеләр!

Донъя ул бер бағ икән,

Йән эйәһе шул бағта

Донъя быуынын һанаған,

Ҡайһы быуын аҡлаған,

Ҡайһы уны таплаған...

Ошо сәбәптән юҡҡа сыҡҡан халыҡтар рәтенә инмәҫ элек, түбәндәге аяттарҙың мәғәнәһенә төшөнәйек:

Һәм Ул Ерҙе йән эйәләре өсөн ҡуйҙы. Уның өҫтөндә емеш-еләктәр һәм емшәнле хөрмә ағастары, һәм башаҡлы орлоҡтар һәм хуш еҫле сәскәләр [Әр-Рәхмән (Шәфҡәтле) сүрәһе, 10-12-се аяттар].

Ер йөҙөн Ул төҙөкләндергәндән һуң боҙмағыҙ. Уға ҡурҡыу һәм өмөт менән доға ҡылығыҙ. Ысынлап та, Аллаһының рәхмәте изге эштәр эшләгән кешеләргә яҡын!

Яҡшы ил булһа, Раббыһының рөхсәте менән уның үҫемлектәре сығыр, насар ил булһа, уның үҫемлектәре етер-етмәҫ кенә булып ҡалыр. Шөкөр иткән халыҡтарға бына шулай аңлатабыҙ Беҙ аяттарҙы! [Әл-Әғраф (Кәртәләр) сүрәһе, 56,58-се аяттар].

Һинең Раббың ҡалаларҙың олоһона Беҙҙең аяттарыбыҙҙы уларға уҡый торған рәсүл ебәрмәҫ борон уларҙы һәләк итеүсе булманы. Беҙ халҡы залим булған ҡалаларҙы ғына һәләк ҡылдыҡ! Һеҙгә бирелгән нәмәләр донъя тереклегенең кәрәк яраҡтары һәм биҙәге генә. Ә Аллаһы ҡаршыһындағы нәмәләр яҡшыраҡ та һәм дауамлыраҡ та. Уйлап ҡарамаҫһығыҙмы һеҙ? [Әл-Ҡасас (Хикәйә) сүрәһе, 59-60-сы аяттар].

Ә бит батырыбыҙ беҙҙе ошо хәлгә ҡалдырмаҫ тыйыу-кәңәштәрен мотлаҡ үтәлһен өсөн ҡалдырған:

Улдарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм,

Тыңла, илем, һиңә әйтәм:

Ир-арыҫлан булһаң да,

Батыр беләкле тыуһаң да,

Илдә йөрөп, ил күрмәй,

Тубығыңдан ҡан кисмәй,

Йөрәгең батыр булалмаҫ;.

Яуызға юлдаш булмағыҙ;,

Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ;.

Ошо өгөт-нәсихәттәрҙе тотмай, баяғы матур-матур шешә эсендәге үле һыуҙы һеҙ башлап эскәнһегеҙ, донъяның ауырлыҡтарын ҡатын-ҡыҙ елкәһенә ауҙарып, көс-кәрҙе, ватансылыҡ тойғоһон юғалтҡанһығыҙ, ошоноң менән башҡалар алдында кешелек дәрәжәгеҙҙе төшөргәнһегеҙ түгелме һуң, Урал батыр тоҡомдары! Был дәһшәттең сәбәбе беҙҙең үҙебеҙҙә – бына уны аңлатыусы хаҡ һүҙ:

Улар бүләләрме ни Раббыңдың рәхмәтен? Донъя тереклегендә кәрәк була торған нәмәләрҙе улар араһында Беҙ бүлдек, һәм бәғзеләре икенселәрен хеҙмәткә алһын өсөн береһенең дәрәжәһен икенсеһенән юғары ҡылдыҡ. Ә Раббыңдың рәхмәте улар йыйған нәмәгә ҡарағанда яҡшыраҡ! [Әз-Зухруф (Биҙәктәр) сүрәһе, 32-се аят].

Ата-бабаларыбыҙ һаҡлап килеп, беҙгә аманат итеп тапшырған тыуған еребеҙҙең байлыҡтарына бөгөн үҙебеҙ хужа була алмауҙың сәбәбе ошо аятта асыҡлана:

Донъя тереклеген генә теләп, Беҙҙе иҫкә алыуҙан баш тартҡан кешеләрҙән йөҙ сөйөр һин!

Ваҡ-төйәк кәмселектәрҙән башҡа оло гонаһтарҙан һәм фәхишәлектән һаҡланыусыларға, ысынлап та, Раббыңдың ярлыҡауы киң. Ул һеҙҙе ерҙән яратҡанда ла һәм әсәләрегеҙ ҡарынында яралғы булған сағығыҙҙа ла һеҙҙе иң яҡшы белеүсе ине. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ маҡтамағыҙ. Ул кемдең тәҡүәле икәнен яҡшыраҡ белә; [Ән-Нәджм (Йондоҙ) сүрәһе, 29,32-се аяттар].

Ә бит булған ғәйебеңде таныуҙан башлана ауыр-хәл ваҡиғанан сығыу юлы! Аҡланырға сәбәп эҙләп, яңылышты танымай үрһәләнмәгәндәргә һәр саҡ боҙоҡто төҙәтергә мөмкинселек бирелә. Аллаһы Тәғәлә ҡаршында тәүбәгә килеү осрағында “хәлдәрҙе ауыштырыусы Улдыр”. Ошо ерҙең ҡотон, бәрәкәтен һаҡлау – һәр беребеҙгә төбәп ҡалдырылған васыят икәнен иҫебеҙҙән, аңыбыҙҙан юйырға хаҡыбыҙ юҡ икәнен төшөнәйек:

Уландарым, һеҙгә әйтәм:

Мин әрсегән ерҙәрҙә;

Кешегә байман табығыҙ;

Яуҙа булһа, баш булып,

Кешегә ил ҡороғоҙ;

Данлы батыр булығыҙ!

Ете ҡат ерҙе, ете ҡат күкте, тау-урмандарҙы, йылға-күлдәрҙе һаҡлашыуҙа ярҙам һорап, Урал батырыбыҙ рухына йышыраҡ бөтә ғәм менән доғалар бағышлаһаҡ, ин шәә Аллаһ, донъябыҙҙың яҡшыға үҙгәреүенә үҙебеҙ ҙә сәбәп ҡылыр инек! Был осраҡта “күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигән аҡыллы һүҙ шуны раҫлай. Ә был кимәлгә үҙ-ара ойошҡанлыҡ, берҙәмлек менән генә өлгәшеп була. Ҡобайырҙың йөкмәткеһендә ярылып ятҡан кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе көйлө тотоу зарураты көн ҡаҙағында торор иң киҫкен хәл буласағын да аныҡ күҙаллағанға күрә, батырыбыҙ өгөт-нәсихәтен киләсәккә төбәп, фәҡәт беҙгә өндәшә:

Олоно оло итегеҙ, –

Кәңәш алып йөрөгөҙ;

Кесене кесе итегеҙ, –

Кәңәш биреп йөрөгөҙ;.

Күҙенә сүп төшөрҙәй,

Күҙһеҙ булып ҡалырҙай

Еҫерҙәрҙең алдында

Күҙенә керпек булығыҙ!

Барса ошо яуаплы бурыстарҙың маҡсатлы рәүештә фәҡәт ир-ат иңенә һалынғанлығына иғтибар итмәй ҡалырмы һуң был мөрәжәғәттәрҙән беҙҙең атайҙар, ағайҙар һәм уландар? Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙең һәр замандарҙа ла киҫкен торасағын күҙаллағанға күрә, Урал батыр ошо ябай ғына талаптарҙы үтәргә саҡырған. Аллаһынан алыҫлашҡан һайын, әҙәмдең үҙ-үҙен генә яратыуынан килеп тыуыр был хәл:

Кеше, ысынлап та, ҡурҡаҡ һәм икеләнеүсән итеп яратылды. Уға яманлыҡ ҡағылһа, ҡайғыра, яҡшылыҡ килһә, һаранлана, намаҙ уҡығандарҙан башҡа [Әл-Мәғәридж (Баҫҡыстар) сүрәһе, 19-22-се аяттар].

Уларҙың үҙ араларындағы ғәйрәттәре көслө һәм һин уларҙы көслө тип уйлайһың, ә уларҙың йөрәктәре айырым. Был – улар аңламай торған халыҡ булғанлыҡтан! [Әл – Хәшр (Ҡыуып сығарыу) сүрәһе, 14-се аят]

Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә саҡырыусы түбәндәге аяттар ҙа бик тап килә Уралдың өгөт- нәсихәтенә:

Әгәр иман килтергән кешеләрҙән ике төркөм һуғышһа, уларҙың араларын килештерегеҙ, әгәр береһе икенсеһенә йәберләүсе булһа, ул Аллаһының бойороғона бойһонғанға тиклем йәберләүсе менән һуғышығыҙ. Әгәр ул Аллаһының бойороғона бойһонһа, ғәҙел рәүештә уларҙың араһын дөрөҫ хөкөм менән килештерегеҙ. Аллаһы, ысынлап та, ғәҙелдәрҙе ярата! Иман килтергән кешеләр, ысынлап та, туғандар, ике туғанығыҙҙы ла килештерегеҙ һәм Аллаһынан ҡурҡығыҙ,бәлки ғәфү ителерһегеҙ. Эй һеҙ, Иман килтергән кешеләр! Бер халыҡ икенсе халыҡты мәсхәрә итмәһен, ихтимал, тегеләр быларҙан яҡшыраҡтыр, ихтимал, ул ҡатындар быларҙан яҡшыраҡтыр. Үҙ-үҙегеҙҙе хурламағыҙ, ҡушамат исем аташмағыҙ, ә иман килтергәндән һуң “боҙоҡлоҡ” исеме бик насар бит. Һәм тәүбә ҡылмаған кешеләр – залимдар.

Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Күп уйҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки ҡайһы бер уйҙар гонаһ, һәм шымсылыҡ ҡылмағыҙ, һәм бәғзеләрегеҙ икенселәрегеҙ тураһында күҙ артында ғәйбәт һөйләмәһен. Һеҙҙең берәрегеҙ үлгән ҡәрҙәшенең итен ашарға теләрме ни, һеҙ унан ерәнәһегеҙ бит. Аллаһынан ҡурҡығыҙ, Аллаһы, ысынлап та, тәүбәләрҙе ҡабул итә, рәхимле!

Ул һине етем хәлдә табып, һыйыныр урын бирмәнеме ни? Ул һине аҙашҡан хәлдә тапты һәм тура юлға һалды. Ул һине ярлы хәлдә тапты һәм байытты.

Һәм һин етемде йәберләмә, һәм теләнсене ҡыуып ебәрмә; [Ад-Духа (Иртә) сүрәһе, 6-10-сы аяттар].

Бәлки һеҙ үҙегеҙ етемде хөрмәт итмәйһегеҙ, һәм ярлыны туйҙырырға өндәмәйһегеҙ. Һәм мираҫты ашап бөтөрәһегеҙ, һәм байлыҡты сиктән тыш яратаһығыҙ [Әл-Фәджр (Таң) сүрәһе, 17-20-се аяттар].

Бер туған ағаһының үҙенә ҡылған хаслыҡтарын өс тапҡыр кисереүе, ул ғына ла түгел, шул хаталарын төҙәтергә булышлыҡ итеүе – Уралдың миһырбанлыҡта, хуш күңеллелектә ысын өлгө күрһәтеүе. Бының менән ул ҡан-ҡәрҙәшлек ептәрен өҙмәүҙе, ата-әсәне хөрмәтләүҙе үҙе өсөн ни тиклем яуаплы икәнен күрһәтә:

Атамдың хаҡы өсөн,

Әсәмдең хәтере өсөн,

Тағы ла бер һынайым,

Теләгеңде бирәйем.

Уралдың әлеге ҡылығы ла уның Аллаһы Тәғәләнең яратҡан бәндәһе, Ерҙәге илсеһе булыуына бер миҫал:

Эй һеҙ иман килтергән кешеләр! Ҡатындарығыҙ һәм балаларығыҙ араһында, ысынлап та, дошмандарығыҙ бар, уларҙан һаҡланығыҙ! Әммә ғәфү итһәгеҙ, асыҡ йөҙлө булһағыҙ, һәм кисерһәгеҙ, ул саҡта Аллаһы – ярлыҡаусы, шәфҡәтле! Һеҙҙең малдарығыҙ һәм балаларығыҙ – фетнә-һынау ғына. Ә Аллаһы ҡаршыһында оло әжер [Әт-Тәғабун (Үҙ - ара алдашыу) сүрәһе, 14-15-се аяттар].

Шулай итеп, был донъяға килеүебеҙ өсөн ата-әсәгә бурыслы икәнебеҙҙе белеү генә аҙ. Шул бурысты үтәүҙең әһәмиәте бөтә замандарҙа ла бөтә халыҡтар өсөн дә өсөн берҙәй булырына ҡобайырҙа ла, Изге китапта ла киҫәтеүҙәр бер төрлө. Доға ҡабатлаған һайын яңыра шул:

Раббым, миңә һәм минең ата-әсәмә Һинең күрһәткән ниғмәтең өсөн шөкөр итеүҙе һәм Һин риза булған изгелекте ҡылыуҙы күңелемә һал, минең өсөн тоҡомомдо төҙөк ҡыл. Мин Һиңә ҡайттым, һәм мин, ысынлап та, мосолмандарҙан [“Әл-Әхҡаф” (Ҡомдар) сүрәһе, 15-се аят].

Өсөнсө тапҡыр ғәфү ителеп тә, тәүбәгә килмәгән Шүлгән, ниһәйәт, туғаны Урал батыр тарафынан язаһын таба уның тарафынан йотола. Уралтауҙың ҡуйынында эсендә төпһөҙ күле булған Шүлгән мәмерйәһе хасил булыуы ҡобайырҙың буш ерлектә уйлап сығарылмауына туранан-тура дәлил. Ҡат-ҡат һыналғандан һуң да ипкә килмәгән бәндәгә яза ҡулланыу изге китаптарҙа ҡабул ителгән бер алым, сара:

Ә кемгә йәберләү ҡағылһа, улар үҙҙәрен яҡлайҙар.Һәм яуызлыҡтың түләүе – шул яуызлыҡ кеүек яуызлыҡ. Әгәр берәй кеше ғәфү итһә һәм килешһә, уның әжере Аллаһы ҡаршыһында.Сөнки Аллаһы залимдарҙы яратмай! Әгәр берәй кеше йәберләнгәндән һуң үҙен яҡлаһа, уға ҡаршы юл (шелтә) юҡ. Кешеләргә золом ҡылыусыларға, нахаҡҡа Ер йөҙөндә яуызлыҡ эшләүселәргә генә ҡаршы юл – улар өсөн интектергес ғазап! Әммә берәү сабырлы булһа һәм кисерһә, ысынлап та, был эштәрҙә ҡыйыу булыуҙан [“Әш-Шура” (Кәңәш) сүрәһе, 39-43-сө аяттар].

Ҡобайырҙа туған-ара мөнәсәбәттең киҫкенләшеүе Шүлгән тарафынан ахырғы сиккә барып еткерелгәс, Уралдың да ғәҙел сара табыуы осрағына оҡшаш аяттар бар икән Ҡөрьән Кәримдә:

Һин уларға дөрөҫ итеп Әҙәмдең ике улы хаҡындағы хәбәрҙе уҡы. Улар икеһе лә ҡорбан салған. Шул ҡорбан береһенән ҡабул ителгән, икенсеһенән ҡабул ителмәгән. Икенсеһе: “Үлтерәм мин һине!” – тигән.Тегенеһе:”Аллаһы тәҡүәлеләрҙән генә (ҡорбан) ҡабул итә. Һин үлтермәк булып, миңә ҡул һуҙһаң да, мин һиңә ҡул һуҙмам. Мин бит ғаләм Раббыһы Аллаһынан ҡурҡам. Миңә ҡарата ҡылған гөнаһыңды ла, үҙ гөнаһыңды ла бергә йыйып, тамуҡҡа төшөүеңде теләйем мин. Залимдарҙың язаһы – шул,” – тигән [Әл-Маидә (Аш табыны) сүрәһе:5:27-29”]. Ташөң (мәмерйәнең икенсе исеме) алдында бер юлыүҙенән тере һыу ағыҙып сығарыусы Зәңгәр күл һәм торғон һыулы Үле күл барлығы тағы ла бер мөғжизәүи күренеш! Улар ҙа Урал менән Шүлгәндең ысынбарлыҡҡа тап килеүенә шаһиттар.

Хәҙер Уралдың Үлеме алдынан әйткән бәхилләшеү һүҙенең айышына төшөнәйек:

Дейеүҙәргә яу асып,

Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп,

Ерҙә торлаҡ табыштым,







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 636. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

СПИД: морально-этические проблемы Среди тысяч заболеваний совершенно особое, даже исключительное, место занимает ВИЧ-инфекция...

Понятие массовых мероприятий, их виды Под массовыми мероприятиями следует понимать совокупность действий или явлений социальной жизни с участием большого количества граждан...

Тактика действий нарядов полиции по предупреждению и пресечению правонарушений при проведении массовых мероприятий К особенностям проведения массовых мероприятий и факторам, влияющим на охрану общественного порядка и обеспечение общественной безопасности, можно отнести значительное количество субъектов, принимающих участие в их подготовке и проведении...

Шов первичный, первично отсроченный, вторичный (показания) В зависимости от времени и условий наложения выделяют швы: 1) первичные...

Предпосылки, условия и движущие силы психического развития Предпосылки –это факторы. Факторы психического развития –это ведущие детерминанты развития чел. К ним относят: среду...

Анализ микросреды предприятия Анализ микросреды направлен на анализ состояния тех со­ставляющих внешней среды, с которыми предприятие нахо­дится в непосредственном взаимодействии...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия