Студопедия — Икенсе күренеш
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Икенсе күренеш






 

Йәлиловтар бүлмәһе. Хазина Клава теккән сарафанды үлсәп-самалап ҡарай. Энә менән еп тотҡан Клава килешмәгән ерҙәрен тегеп маташа.

 

Клава. Бына мәрйәләрҙең сарафанын кейеп ҡара әле. Һинең кеүек ауырлы бисәләргә ярап ҡала ул. Үҙе киң, үҙе уңайлы…

Хазина. Йәмилде әйтәм, һаман ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Йөрәгем ус төбөндә кеүек, үҙ-үҙемә урын тапмайым.

Клава. Инде нимәгә хафаланаһың?! Фатир алһағыҙ, сабыйығыҙ тыуһа, һеҙҙән дә бәхетле кеше булмаҫ.

Хазина. Әллә инде, Клава апай, фатирлы булыуыбыҙға бер ҙә генә ышанып бөтмәйем. Профком ҡарар сығарыу менәнме ни, директор риза булмаһа.

Клава. Риза булыр, Йәмил һымаҡтар урам тулып ятмай. Үҙе аҡыллы, үҙе баҫалҡы.

Хазина. Шуның өсөн ҡурҡам да инде. Бигерәк тә асыҡ ауыҙ шул. Етмәһә, әллә ҡайҙан бынау Самат килеп сыҡты. Шул хафаға һалды мине бигер әк.

Клава. Теге машиналы әҙәмде әйтәһеңме? Кем була һуң ул һеҙгә?

Хазина. Беҙ бер детдомда тәрбиәләндек. Унан һуң интернатта, институтта бергә уҡыныҡ.

Клава. Бер детдомда үҫһәгеҙ ҙә үҙе бер ҙә һеҙгә оҡшамаған. Ҡарашы әллә ниндәй. йән өшөткөс һалҡын. (Эшен бөтөрөп.) Бына хәҙер үҙеңә таман булды. Ҡорһаҡлы барыняларға оҡшап ҡалдың. Бар әле көҙгөнән ҡара.

Хазина (көҙгө алдына килә). Ысынлап та килешә икән миңә. Ауырым да беленмәй. Рәхмәт инде һеҙгә, Клава апай.

Клава. Йөгөңдән имен-аман ҡотолорға яҙһын. Тағы, тағы кәрәге сығып торһон…

Хазина. Клава апай, әгәр ҙә беҙ ике бүлмәле фатирға күсһәк. һине лә үҙебеҙҙең яныбыҙға алырбыҙ. Барыбер, ьеҙҙең бер кешебеҙ ҙә юҡ…

Клава. Улай тип әйтмә, Хазина. Ауырыу атайың бар бит. Балағыҙ ҙа булырға тора.

Хазина (моңһоу). Атай тигәндән, бөгөн төшөмә керҙе әле ул. Беҙҙең детдомға күп итеп күстәнәстәр килтергән, имеш. Үҙе ошо сарафан кеүек киң, ап-аҡ күлдәк кейеп алған…

Клава. Бик тә шомло төш күргәнһең. Хәйерлегә булһын. Изгегә юрайыҡ.

 

Ишек шаҡыйҙар. Былар ишетмәй. Самат инә.

 

Самат. Һаумыһығыҙ.

Клава (үҙ алдына). Шайтан алғыры, быныһы ла йөрөй көн боҙоп…

Самат. Кемде яманлап тораһың унда әбей?

Клава. Көн боҙолдо тим. Бер йылыта, бер һыуыта.

Самат. Яҙғы көн шулай булыр инде ул. Ул бит холоҡһоҙ бала һымаҡ… (Хазина һиҫкәнә.)

Клава. Көн яманы килер китер, ә бына әҙәмдең яманы бер килһә, үҙәккә үтер.

Самат. Һин, әбей, бында ләстит һатҡансы, минең машинаны ҡарар инең. Мең тәңкәне мин һиңә бушҡа бирҙемме?

Клава. Һинең мең тәңкәңә ҡалған көнөм юҡ әле. (Аҡса сығара.) Мә, кире ал аҡсаңды. Тоже миңә барин, мин һиңә батрак что ли. Ярай, Хазина, мин киттем. (Саматҡа төрттөрөп.) Бер-бер хәл булһа саҡырырһың, мин бында ғына булам.

 

Сыға.

 

Хазина (ҡыҙып). Ниңә килдең? Нимә кәрәк һиңә минән?

Самат. Ни өсөн килгәнемде һин бит беләһең, Хазина.

Хазина. Иғлан буйынса булһа, онот ул иғланды. Мин кире уйланым.

Самат. Кеше ҡаңғыртып, ни өсөн иғлан бирҙең һуң?

Хазина. Ҡыҙып китеп яҙып ташлағайным. Бынау заманға, Йәмилгә үс итеп…

Самат. Аңламаҫһың һеҙҙе – ҡатындарҙы. Ни теләгәнегеҙҙе үҙегеҙ ҙә белмәйһегеҙ. Хәйер, һин электән шулай булдың. Башта минең менән, унан һуң Йәмил…

Хазина (өҙә). Беҙҙең арала бер нәмә лә булманы. Ишетәһеңме, булманы. Ә Йәмилгә мин яратып сыҡтым.

Самат. Кемде кемде, мине алдай алмаҫһың, На-на…

Хазина. Мин һиңә На-на түгел, үҙең әйтмешләй, Хазина ханым мин хәҙер.

Самат. Ғәфү ит, хөрмәтле ханым булыр өсөн ниндәйҙер нигеҙ кәрәк. Ә һинең нимәң бар?

Хазина. Булыр, барыһы ла булыр! Бына Йәмил фатир алһын ғына. Ҡалғанын үҙем табасаҡмын.

Самат. Әгәр ҙә ул фатирҙы һеҙгә бирмәһәләр? Ул саҡта нишләрһең?

Хазина. Ул саҡта Йәмил үҙенә үпкәләһен. Бала менән урамда тороп ҡаласағым юҡ. Шулай ҙа мин өмөтөмдө өҙмәйем. Профком ҡарар сығарған бит.

Самат. Тормошта төрлө хәлдәр була. Айырыуса ошондай бола заманда.

Хазина. Зинһар, Самат, ҡыҫылма беҙҙең араға. Кит һин бынан, кит.

Самат. Мин ҡоро ҡул менән китергә йыйынмайым.

Хазина. Нимә кәрәк һуң һиңә? Нимә?

Самат. Бир миңә баланы.

Хазина. Аңламайым, ни өсөн минең балам? Бөткәнме ни минең һымаҡ бүтән ҡатындар.

Самат. Төпсөнмә, Хазина, һорашма. Уның сәбәбен мин әлегә әйтә алмайым.

Хазина. Беҙҙән башҡа Йәмил да бар бит әле. Ул нимә тип әйтер.

Самат. Мин барыһын да алдан иҫәпләп-хисаплап килдем…

Хазина. Әгәр ҙә был юлы иҫәбең хисапҡа туры килмәһә.

Самат. Мин бер ваҡытта ла яңылышмайым. Иҫәп-хисаптың теүәл булыуын яратам. Шуның өсөн дә бөгөн минең үҙ фирмам бар. Шуның өсөн дә бөгөн мине “Райманов әфәнде” тип йөрөтәләр.

Хазина. Ҡайҙан килеп сыҡтың һин, Райманов?! Ниңә дөмөкмәнең киткән ереңдә?! Ҡарғыш та төшмәй бит үҙеңә, исмаһам. Эй хоҙайым, бер гонаһым өсөн ниңә шул хәтлем яфалайһың мине?!

 

Клава инә. Нишләргә лә белмәй аптырап тора.

 

Самат. Нимә кәрәк һиңә, ҡортҡа? Ниңә уралаһың бында?

Клава. Ҡурҡма, һинең машинаң урынында тора. Эт тейһенме ни уға. Һиңә тип инмәнем мин. Хазина!

Хазина (үҙен ҡулға ала). Ни булды, Клава апай?

Клава. Тегендә подъезд алдында… Эскәмйәлә Йәмил ултыра…

Хазина. Тағы эскәндер.

Клава. Эскән. Үҙе эскән, үҙе илай.

Хазина. Илай???

Клава. Эйе, илай. Ниңә ҡайтмайһың тиһәм, хазинаға күренергә ҡурҡам, ти.

Хазина. Ебегән! Эшкинмәгән! Шуның менән үтте бит йәшлегем.

Клава. Нимә эшләйек? Тышта өшөп ҡуйыуы бар. Эңер төштө, тағы туңдырҙы.

Хазина. Айыҡҡас инер әле. Фатирҙан ҡолаҡ ҡаҡҡан да шуға инергә ҡурҡып ултыралыр.

Клава. Ярай, ҡайғырма. Мин берәй нисек йыуатып алып инермен әле.

 

Сыға. Пауза.

 

Хазина (бер ҡарарға килеп). Был юлы һинең һүҙең өҫкә сыҡты, Самат. Баланы һиңә бирергә тура килер.

Самат. Һин фекереңде бик тиҙ үҙгәртәһең түгелме? Фатир өсөн генә бер әсә лә үҙ балаһынан баш тартмай.

Хазина. Бесәй сысҡан уйнамайыҡ, Райманов әфәнде. Эш фатирҙамы ни, бында эш ҡатмарлыраҡ. Кәрәкле документтарың үҙең менәнме?

Самат (йәнләнеп). Әлбиттә. Мин эш кешеһе. Бинесмен. (Дипломаттан ҡағыҙҙыр сығара.) Бына ошо өс данаға ла ҡултамға ҡуйыр кәрәк.

Хазина. Яҡшы. Тик минең бер шартым бар. Үҙ маҡсатыңа ирешкәс тә был ҡаланан китәһең. Ҡабат беҙҙе хафаға һалып, борсоп йөрөмәҫкә.

Самат. Миңә ҡайҙа ла бер. Мине бөтә ерҙә лә ҡуш ҡуллап ҡаршы аласаҡтар. Беҙҙең фирма ташландыҡ сабыйҙарҙы һатып алып, балаһыҙ ғаиләләрҙе бәхетле итә. Әлегә аҫтыртын рәүештә, әлбиттә.

Хазина. Кәсебең изге икән. Минең сабыйымды кемгә һатмаҡсыһың? Уныһын ғына белергә булалыр бит.

Самат. Борсолма, мин уны үҙемә аласаҡмын. Шуның өсөн килдем дә мин бында.

Хазина. Эй хоҙайым. Ярлыҡа мине, шик-шөбһәләрҙән арындыр… (Ҡул ҡуя.)

Самат. Бына ошо ғаризаға ла ҡулыңды ҡуй.

Хазина. Ниндәй ғариза ул?

Самат. …Мин фәлән-фәлән кеше үҙ сабыйымдан үҙ теләгем менән баш тартам… Фәлән-фәлән кешегә уллыҡҡа бирәм… Йәғни, һинең ғаризаң була инде.

Хазина. Барыһын да алдан әҙерләп ҡуйғанһың икән.

Самат. Үҙең әйтмешләй бушҡа ваҡыт әрәм итмәйем.

Күрше эскән Йәмилде ҡултыҡлап алып инә.

 

Күрше. Эх, һин күрше, бигерәк слабак икәнһең. Ысын мужик булһаң, бирешмә. (Ултырғысҡа ултырта. Сығам тигәндә уны Самат туҡтата.)

Самат. Эй һин! Туҡта әле.

Күрше. Тыңлайым, шеф.

Самат (яҡын килеп). Бында эсергә берәй нәмә табып буламы?

Күрше. “Бермуд өсмөйөшө”ндә карап менән самолеттан башҡа бөтәһен дә табырға була.

Самат (аҡса бирә). Улайһа бар, беҙгә йылынырға берәй нәмә алып кил. Ҡара уны, һәйбәтерәген эҙлә.

Күрше. Биш минут. Бөтәһе лә ништяк буласаҡ. (Сыға.)

Йәмил. Хазина, ғәфү ит, минең ҡыйыулығым етмәне…

Хазина (өҙә). Ебегән! Ҡайҙа фатирың? Миңә вәғәҙә иткән фатирың?

Йәмил. Туҡта әле, Хазина, әйтергә бир.

Хазина. Һинең әйтер һүҙең бармы ни?! Һинең бит бер ваҡытта ла үҙ һүҙең булманы. Фатирҙы бүтәнгә биргәндәр, ә ул ауыҙ асып ултырған. Ир түгел һин, сепрәк!

Йәмил. Нимә һин фатир ҙа фатир. Төкөрҙөм мин ул фатирға.

Хазина. Бына шул шул: һин барыһына ла төкөрөп ҡарайһың. Хатта, үҙ балаңа ла төкөрҙөң…

Йәмил. Тыныслан тим, Хазина. Фатирҙы беҙгә бирҙеләр. Барып, ордер алырға ғына ҡалды.

 

Хазина менән Самат ҡатып ҡалалар. Самат документтарын тиҙ-тиҙ генә дипломатына һалып, йыйына башлай.

 

Хазина. Шаярма минең менән, Йәмил. Әйт миңә: һин шаяртаһың, эйе бит. Шаяртаһың?!

Йәмил (битараф). Юҡ, шаяртмайым. Ысын, ҡәҙерлем.

Хазина. Ышанмайым, юҡ, ышанмайым! Ниңә быға ҡәҙәр ҡайтмай эсеп йөрөнөң һуң?! Ниңә иртәрәк ҡайтманың?

Йәмил (телеграмма бирә). Атайың үлгән, Хазина. Ерләргә саҡыралар.

Хазина (телеграмманы уҡый, үҙен ҡулға ала). Мин белмәйем ундай кешене. (Телеграмманы йыртып ташлай.)

Йәмил. Һин нимә, Хазина?! Мин бит… Мин бит был телеграмманы күрһәтергә ҡурҡып, әллә нисә сәғәт урамда йөрөнөм.

Самат (ни әйтергә белмәй). Улай ярамаҫ ине, Хазина ханым. Ҡалай булһа ла атай бит ул.

Хазина. Юҡ, минең атайым, юҡ! Белмәйем мин ундай кешене! (Истерика.) Эй хоҙайым, нишләргә һуң миңә хәҙер? Нишләргә?.. (Карауатҡа ҡаплана.)

Йәмил. Тыныслан, ҡәҙерлем, тыныслан. Атайыңды ерләргә мин үҙем генә ҡайтырмын.

 

Араҡы тотҡан Күрше инә.

 

Күрше. Булды, шеф!!!

Самат (араҡыны ала ла күршене ҡыуа башлай). Бар, бар, һинең ҡайғың юҡ әле.

Күрше. Может йөҙ грамм һалырһың, шеф?

Самат. Тай тинем бынан! Юғал күҙемдән.

Күрше (үпкәләп). У-у, жмот, рәхмәт тә әйтмәй, исмаһам.

 

Сыға. Самат араҡы аса ла стаканға һалып эсеп ебәрә. Тағы һала.

 

Йәмил Хазина, миңә юллыҡ аҡса кәрәк. Бер сәғәттән поезд китәсәк…

Хазина. Ә һин берәй ваҡыт ҡулға тоторлоҡ аҡса алып ҡайтып биргәнең бармы һуң?

Самат. Юллыҡ ҡына булһа, мин дә биреп тора алам. (Аҡса сығара.) Ун мең етәме?

Йәмил. Ун мең?! Артыҡ бирәһең түгелме?

Самат. Ал, ал. Ун мең хәҙер аҡсамы ни. Берәй яйы сыҡҡанда ҡайтарырһың әле.

Йәмил. Рәхмәт, Самат. Ҡайтарырмын, һис шикһеҙ ҡайтарырмын. (Йыйына башлай.) Хазина, ҡәҙерлем, һин борсолма, барыһы ла яҡшы булыр. Самат, Хазина янынан китмә, йәме. Ярай, мин киттем.

 

Ашығып сыға. Пауза.

 

Самат. Йәмилде әйтәм, күптән эсә башланымы?

Хазина. Мине кәләш итеп алғас та… Иртәгәһенә үк. (Зәһәр көлә.)

Самат. Әллә һин өмөтөн аҡламаныңмы?

Хазина. Минән көлмәксе булаһың инде. Ҡыуанма, ул мине һаман да ярата. Хәтерләйһеңме, интернатта уҡығанда ул: “Мин һис шикһеҙ Бермуд өсмөйөшөнөң серен асасаҡмын!” – тип хыяллана торғайны. Шуның өсөн дә авиация институтына уҡырға инде. Ва4ыты менән, үҙе шул яман өсмөйөшкә эләккәнен, тормош упҡынына төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Самат. Уның упҡынға ҡолауында һинең дә ғәйебең бар, Хазина.

Хазина. Эйе, ул мине юл күрһәтеүсе яҡты йондоҙ тип уйлағайны. Ә мин ялған ялағай булып сыҡтым. Башҡаса мин уны алдап йәшәй алмайым. Шуға ла унан китергә булдым.

 

Ҡапыл Клаваның;“Ҡарауыл!”, “Үлтерәләр!” тигән тауышы ишетелә. Бер аҙҙан ул үҙе килеп инә.

 

Клава. Тегендә Йәмилде туҡмайҙар. Хулигандар, өсәуҙәр!!!.

Самат. Йәмилде туҡмайҙар?! Ҡайҙа?

 

Клава менән Самат ашығып сыға.

 

Хазина. Эй аллам, ҡасан ғына ҡотолам инде ошо барактан?! Ҡороп китһен был “Бермуд өсмөйөшө”! Ҡороп ҡына китһен!

 

Ут һүнә.

 







Дата добавления: 2015-08-12; просмотров: 328. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Классификация ИС по признаку структурированности задач Так как основное назначение ИС – автоматизировать информационные процессы для решения определенных задач, то одна из основных классификаций – это классификация ИС по степени структурированности задач...

Внешняя политика России 1894- 1917 гг. Внешнюю политику Николая II и первый период его царствования определяли, по меньшей мере три важных фактора...

Оценка качества Анализ документации. Имеющийся рецепт, паспорт письменного контроля и номер лекарственной формы соответствуют друг другу. Ингредиенты совместимы, расчеты сделаны верно, паспорт письменного контроля выписан верно. Правильность упаковки и оформления....

Принципы резекции желудка по типу Бильрот 1, Бильрот 2; операция Гофмейстера-Финстерера. Гастрэктомия Резекция желудка – удаление части желудка: а) дистальная – удаляют 2/3 желудка б) проксимальная – удаляют 95% желудка. Показания...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия