Студопедия — Тарих мең дә...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Тарих мең дә...






...Тарих 1775 йылдың 15 июлендә Рейнсдроп үҙ билдәләмәһе менән Өфө провинция канцелярияһына Салауатҡа, уның атаһы Юлайға тән язаһы бирергә, ә ул тамамланыу менән Рогервикка оҙатырға ҡуша. Текстың аҙағында язалаған ваҡытта “башҡорттар һәм башҡалар юлда ҡотҡара алмаһындар” өсөн, әлбиттә, бөтә һаҡ сараларын күрергә ҡәтғи күрһәтмә бирә.

22 июлдә тән язаһы биреү тәртибе тураһында провинция канцелярияһының билдәләмәһе сығарыла, унда Салауат, Юлай ҡамсы менән (һәр ҡайһыһына 175-әр тапҡыр) һуҡтырылырға, танауҙары ҡырҡылырға һәм биттәренә хурлыҡ тамғаһы һуғылырға тейеш булған ауылдар һанап сығыла.

Салауат менән Юлайҙың тыуған төбәктәре Шайтан-Көҙөй ерендә төҙөлгән Эҫем заводында рәхимһеҙ язалау процедураһы башлана. Уларҙы, заводты сафҡа индергәндән һуң уҡ, 1762 йылда завод хужалары тарафынан төҙөлгән Изге Дмитрийҙың таш сиркәүе эргәһендәге майҙанға килтерәләр. Һалдаттар уларҙы солғап алып, крәҫтиәндәр төркөмөнән һаҡлай.

Салауатты 25 тапҡыр һуҡтыралар. Тән ғазабына йән ғазабы өҫтәлә: атаһының арҡаһын улы алдында ике тапҡырға тиерлек күберәк – 45 тапҡыр һуҡтыралар. Салауат Ҡатаутамаҡ (Усть-Катав), Иван-Ҡатау (Катав-Ивановск) заводтарында, Орловка ауылында, ҡамсы төшкән һайын, атаһының ҡанға батҡан кәүҙәһенең нисек тартышып ҡуйыуын күреү ғазабын кисерә. Бында Юлай имгәтеүсе язалауға – танау япраҡтарын өҙөүгә һәм штемпель тамғалары “З”, “Б”, “И” – злодей, бунтовщик, изменник тигәнде аңлатҡан тамғалар һуғылыуға дусар ителә. Салауатты Юлай, Лаҡлы ауылдарында, Красноуфимскиҙа, Көнгөрҙә, Усала, Елдәк ҡәлғәһендә язалайҙар. Ләкин ата менән улды аяуһыҙ ғазаплау бының менән генә бөтмәй. Уларҙы провинция канцелярияһында ҡарағанда, язалаусыларҙың эшенең “насар сифатлы” булыуын күреп, чиновниктарҙың асыуы килә: танауҙарҙағы яралар уңалған, ә Юлайҙың битендәге тамғаларҙың йөйө генә беленеп тора. Канцелярия “хатта улар көтмәгәндә ҡасҡан осраҡта ла, һәр кемгә танылып торһон өсөн” “халыҡ хөкөмө алдында” ҡабаттан танау япраҡтарын өҙөү һәм тамға һалыу тураһында билдәләмә сығара. Был юлы Салауат менән Юлай Өфө ҡалаһында хурлыҡлы язаға тарттырыла.

Губернаторҙың әмерен үтәгәс, Өфө властары, уларҙы азат итергә тырышасаҡтарынан ҡурҡып, тиҙерәк оҙатырға ашыға. Генерал Фрейман, “енәйәтселәрҙе” Минзәләгә тиклем алып барыу өсөн, поручик И. Бушман етәкселегендә команда бүлә. Өфө канцелярияһы уны махсус инструкция менән тәьмин итә, унда һаҡсыларға һөжүм итмәһендәр, тотҡондар ҡасмаһын йәки үҙ-үҙҙәренә ҡул һалмаһын өсөн юлда, айырыуса төндәрен, “күҙ яҙҙырмай күҙәтеү” һәм “һиҙгер һаҡлау” кәрәклегенә иғтибар ителә. Бушманға ике ылауға юл сығымдары (һәр атҡа саҡырымына бер тин) һәм туҡланыу өсөн 80 тин (кеше башына көнөнә ике тин) бирелә.

2 октябрҙә ылау Өфөнән сығып китә. Салауат, ете ай ярым тикшереү үткәндән һәм ай ярым ғазапланғандан һуң, атаһы менән бергә тыуған Башҡортостанынан мәңгегә айырыла. Ҡаҙан – Түбәнге Новгород – Мәскәү – Тверь – Новгород – Псков – Ревель – Балтик порты – ике ай һуҙымында ошо этап үтелә...

...Автобустың талғын ғына тауышы аҫтында Салауат менән Юлайҙың һәм уларҙың көрәштәштәренең кисергәнен йөрәгем аша үткәреп, бөгөнгөгә баһа биреп барам. Уйҙар арта барған һайын, әйтерһең дә арҡама, минең генә түгел, тотош милләтемдең, Башҡортостанымдың арҡаһына ҡамсы төшә. Бер, ике... Йөрәктәргә ҡан һауа.

Башта бер генә уй ҡайнай: Салауат алдында яуап тотҡанда, нимәләр һөйләргә, әллә күңелдәр генә аңлашырмы? Былар әлегә хыял ғына, ә алда – оҙон һәм ауыр юл.







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 503. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Реформы П.А.Столыпина Сегодня уже никто не сомневается в том, что экономическая политика П...

Виды нарушений опорно-двигательного аппарата у детей В общеупотребительном значении нарушение опорно-двигательного аппарата (ОДА) идентифицируется с нарушениями двигательных функций и определенными органическими поражениями (дефектами)...

Особенности массовой коммуникации Развитие средств связи и информации привело к возникновению явления массовой коммуникации...

Схема рефлекторной дуги условного слюноотделительного рефлекса При неоднократном сочетании действия предупреждающего сигнала и безусловного пищевого раздражителя формируются...

Уравнение волны. Уравнение плоской гармонической волны. Волновое уравнение. Уравнение сферической волны Уравнением упругой волны называют функцию , которая определяет смещение любой частицы среды с координатами относительно своего положения равновесия в произвольный момент времени t...

Медицинская документация родильного дома Учетные формы родильного дома № 111/у Индивидуальная карта беременной и родильницы № 113/у Обменная карта родильного дома...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия