Студопедия — Күршеләрҙә ниҙәр бар?
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Күршеләрҙә ниҙәр бар?






Беҙҙе коллегаларыбыҙҙың тормошо, гәзит-журналдар нәшер итеү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. “Республикала 20 республика ижтимағи-сәйәси, 27 район-ҡала, 36 махсус гәзит, туғыҙ журнал нәшер ителә. Биш телестудия бар, шуларҙың икеһе – дәүләттеке. Радиолар һаны иһә етегә етә, - ти гид ролен башҡарыусы Татьяна Григорьевна Тимирова. – Рәсәй Федерацияһы матбуғатына яҙылыу 78 мең дана булһа, республика матбуғатына 222 мең кеше яҙылған”. Бында шуны ла әйтеп китергә кәрәк: республикала барлығы 500 мең кеше йәшәгәнлеген иҫәпкә алғанда, күрһәткестәр насар түгел. “Районка”лар уртаса 2500 – 3000 дана тираж йыя. Дәүләт баҫмаларының 80 проценты сыуаш телендә донъя күрә. “Ваҡыт” исемле татар телле бер гәзит сыға, әммә уға подписка ойошторолмай. Бынан тыш, татар диаспораһы йәшәгән Батыр (Батырево) ауылында сыуаш һәм татар телендә “Авангард” гәзите донъя күрә. Әммә республика буйынса бер генә баҫма ла төҫлө булып сыҡмай. Башҡортостандан алып барған “күстәнәс” гәзиттәрҙе күреп, коллегаларыбыҙ беҙҙең өсөн шат булыуҙарын йәшермәне.

Матбуғат конференцияһында ла һүҙ, нигеҙҙә, полиграфия һәм нәшриәт эштәре тирәһендә барҙы. Делегация ағзаларының Башҡортостанда полиграфия базаһын үҫтереү буйынса 2003 – 2006 йылдарға махсус программа ҡабул ителеүе, унда яңы баҫмалар асыу, ваҡытлы матбуғатты төҫлөгә әйләндереү, редакцияларҙың һәм нәшриәт комплекстарының матди-техник базаһын нығытыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тороуы хаҡындағы мәғлүмәт биреүе ҙур резонанс тыуҙырҙы. Шулай уҡ республикала гәзит-журналдарҙың һигеҙ телдә донъя күреүе лә Сыуашстандағы коллегаларыбыҙҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы.

Донъяға объектив ҡараған журналистар икәнлектәрен раҫлап, “Жизнь” гәзите хәбәрсеһе Александр Егоров һуңғы ваҡытта Башҡортостанға, уның Президентына ҡара яғыусы материалдарҙың һәм телеканалдарҙың йышайыуын билдәләп, быны ут менән шаярыуға тиңләне һәм үҙҙәренең Башҡортостандағы хәл-ваҡиғалар менән яҡшы таныш булыуҙарын, ә инде “ҡара пиар” технологтары тыуҙырған уйҙырмаларға ышанмауҙарын белдерҙе.

Әлбиттә, осрашыуҙа Салауат Юлаев хаҡында ла һүҙ булды. Филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев бынан мең йыл элек Мәхмүт Ҡашғариҙың башҡорттар менән сыуаштарҙың төрки телле халыҡтар төркөмөнә ҡарауын һәм телдәренең оҡшаш булыуын яҙып ҡалдырыуы хаҡында һөйләп, Сыуашстан яҙыусыларының Салауатты данлаусы әҫәрҙәр ижад итеүенә лә туҡталды. Профессор: “Салауат ошо ерҙәр аша үтеп киткән. Шуға ла был ерҙәр изге”, - тип белдергәс, зал бер аҙға тын ҡалды. Моғайын, һәр кем күңеленән генә үткән быуаттарға ҡайтып урап, Салауаттың тауышын ишеткәндер...

Йыл артынан йыл үтте,







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 500. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

СИНТАКСИЧЕСКАЯ РАБОТА В СИСТЕМЕ РАЗВИТИЯ РЕЧИ УЧАЩИХСЯ В языке различаются уровни — уровень слова (лексический), уровень словосочетания и предложения (синтаксический) и уровень Словосочетание в этом смысле может рассматриваться как переходное звено от лексического уровня к синтаксическому...

Плейотропное действие генов. Примеры. Плейотропное действие генов - это зависимость нескольких признаков от одного гена, то есть множественное действие одного гена...

Методика обучения письму и письменной речи на иностранном языке в средней школе. Различают письмо и письменную речь. Письмо – объект овладения графической и орфографической системами иностранного языка для фиксации языкового и речевого материала...

Образование соседних чисел Фрагмент: Программная задача: показать образование числа 4 и числа 3 друг из друга...

Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Краткая психологическая характеристика возрастных периодов.Первый критический период развития ребенка — период новорожденности Психоаналитики говорят, что это первая травма, которую переживает ребенок, и она настолько сильна, что вся последую­щая жизнь проходит под знаком этой травмы...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия