Студопедия — Күпте күргән, күпте кисергән...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Күпте күргән, күпте кисергән...






 

17 июлдә, ниһайәт, беҙҙе түҙемһеҙлек менән көтөүсе Тверҙәге яҡташтарыбыҙ эргәһенә килеп еттек. Ниһайәт, тимен, сөнки үҙебеҙ ҙә тиҙерәк улар эргәһенә етергә ашҡындыҡ. Түҙемһеҙлек менән тимен, сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, ҡаршы алыусы яҡтан башҡа бер генә урында ла тверҙар кеүек көнөнә ҡырҡ шылтыратып, ҡасан килеп етәребеҙҙе, әле ҡайһы тирәлә барыуыбыҙҙы, хәлдәребеҙҙе һорашҡан кеше булманы.

Көтөп алдылар, ҡаршыланылар. Нисегерәк әле: иң тәүҙә мәсет тупһаһын аша атлап үттек. Сәфәребеҙҙең уң булыуы шунан да күренде – тап киске намаҙ ваҡытына тура килеп, изге аят тауышын тыңлап, күңелдәребеҙҙе тынысландырҙыҡ, артабанғы юлыбыҙҙың иҫән-имен үтеүен теләп, хәйер һалдыҡ. Бәлки, юлға сыҡҡандан алып беренсе тапҡырҙыр, рухи донъябыҙҙа ниндәйҙер тотороҡлолоҡ урынлашып, еңеллек тойҙоҡ.

Икенсе көн иртән эшебеҙҙе ҡаланың Баш музейы менән танышыуҙан башланыҡ. Алты залдан торған тарих ҡорамында Тверь ҡалаһының һәм өлкәһенең һәр ваҡиғаһы сағылыш тапҡан. Экскурсоводыбыҙ Виктория Гусева, ваҡыт тарлығына ҡарамаҫтан, тулы мәғлүмәт бирергә тырыша. Күҙ алдында тарих терелә...

“Тверь өлкәһе – үҙенсәлекле край, - ти Виктория. – Беренсенән, уның территорияһы ҙур – 84 мең квадрат километр. Унда Дания менән Швеция иркенләп урынлаша ала. Икенсенән, территория көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылғанлыҡтан, ике – континенталь һәм тымыҡ континенталь климат хөкөм һөрә. Өсөнсөнән, өлкә Валдай ҡалҡыулығының бер өлөшөнә тура килә һәм бынан Рәсәйҙең бөйөк Төньяҡ Двина, Волга, сик буйынан биш саҡырым алыҫлыҡта Днепр йылғалары башлана. Төньяҡҡа Сна йылғаһы аға.

Тверь өлкәһе территорияһы дүрт яҡҡа ла асыҡ һәм шуға ла бынан 12 мең йыл элек, бөйөк боҙлоҡ ирегәндән һуң, унда тәүге кешеләр төйәк таба.

Өлкәнең үҙенсәлеге шунда ла сағыла – ул Мәскәү өлкәһе һәм Новгород аша Санкт-Петербург өлкәһе менән сиктәш. Әммә был күршелек, үкенескә күрә, кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, Мәскәү ҡалаһында һәм өлкәһендә һыуға ҡытлыҡ булыуы һәр кемгә билдәле. XX быуаттың 30-сы йылдарында төҙөлгән яһалма һыу сығанаҡтары ихтыяжды ҡәнәғәтләндермәй. Һөҙөмтәлә Ржев һыу үҙәген төҙөү планы әҙерләнә. Уны тормошҡа ашырғанда Асташҡа ҡалаһы һәм Силигер күле һыу аҫтында ҡалырға тейеш була. 60-сы йылдарҙа шул маҡсатта урмандарҙы киҫә башлайҙар, әммә проектты оҙайлы йәшниккә һалып ҡуялар. Тик Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе хакимиәттәре һаман да һыу етмәүен байраҡ итеп, проектты тормошҡа ашырыуҙы талап итә.

 

Икенсе минус – Тверь өлкәһе аша тейешле тиҙ йөрөшлө поездарға тимер юл төҙөү. Был территория ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған Үҙәк урман ҡурсаулығына тап килә. Бәхеткә күрә, чиновниктар араһында ҡаҙна аҡсаһына ҡул һуҙыусылар арҡаһында, йәғни ошо маҡсатҡа бүленгән средстволарҙың икенсе йүнәлештә тотонолоуы һөҙөмтәһендә генә тәбиғәтебеҙгә зыян килмәй тора.

Чиновниктарҙың өсөнсө уйланмаған аҙымы – Бөйөк һыу бүленешендә атом электр станцияһын төҙөүҙәре. Әле дүртенсе энергоблок төҙөлә. Реакторҙың һыуын һыуытыу өсөн тәбиғи йылғаларҙан ике яһалма һыу сығанағы эшләнә.

Бына шундай перспективаһыҙ хәл алдында торабыҙ. Әммә беҙ дәүләттең аҡсаһы булмаҫ һәм Үрге Волга тәбиғәтенә үҙ йоғонтобоҙҙо яһамабыҙ тип уйлайым”.

Ғөмүмән, Тверҙә музей хеҙмәткәрҙәре генә түгел, һәр граждан үҙенең өлкәһе, ҡалаһы менән ғорурлана. Уның хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкиндәр. Ысынлап та, Тверь – күпте күреп, күпте кисергән. Иң беренсе тапҡыр ул 1135 – 1136 йылдар менән тарихта теркәлгән. Әммә был датаны тарихсылар һуң билдәләү, тип белдерә. Тимәк, бынан алда ла теркәүҙәр булыуы ихтимал. Археологтар Тверҙың барлыҡҡа килеүен XI быуаттың аҙағы, XII быуаттың башы менән билдәләй. Әммә 1135 йылдан ғына һанағанда ла, ул Мәскәүҙән бер йәшкә өлкәнерәк булып сыға.

Ағас ҡәлғә менән уратып алынған ҡала һуғышсан ғына түгел, бар яҡҡа ла маһир булған. Башҡа ерҙәрҙә күҙәтелмәгәнсә, уларҙа үҙҙәренең аҡсаһы йөрөгән. Был аҡсаларҙың үҙенсәлеге шунда – уларҙа беренсе тапҡыр беҙгә Көнсығыштан килгән ике башлы сәмреғош һүрәтләнгән. Сауҙа менән дә дан тотҡан тверҙәр. Алтын Урҙа, Византия менән сауҙа бәйләнештәре нығынғандан-нығынған. Ә инде XV быуатта Тверь cауҙагәре Афанасий Никитин өс диңгеҙ аръяғына үҙенең билдәле сәфәрен ҡылған.

Шулай уҡ Тверҙә кәзә тиреһен эшкәртеп итек тегеү оҫталарының XV быуат һуңында экспортҡа Чехияға оҙатылған, 40-50 деталдән торған йоҙаҡ эшләүсе тимерселәрҙең эшенә әле лә тиң юҡ.

Төньяҡ-көнсығыш Русь территорияһында, монгол-татар баҫҡынсылығынан һуң беренсе итеп төҙөлгән Спас-Преображенск Соборы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана тверҙәр. Собор булғанлыҡтан түгел, ә беренсе таш бина төҙөлгәнлектән.

Был ҡорам Тверь кенәзе Михаил Ярославович Тверской иҫтәлегенә һалына. Тап Михаил Ярославовичтан Тверь менән Мәскәү араһында лидерлыҡ өсөн көрәш башлана. Мәскәү кенәзе Юрий Данилович Московскиҙың бернселеккә ынтылырға бер ниндәй хоҡуғы булмаһа ла, сөнки Тверь кенәздәренең идара итеү тарихы оҙайлыраҡ, үҙенең еңеүен нығытыу өсөн Үзбәк хандың һеңлеһе Карсәккә (Агафья) өйләнә. Был ваҡытта Тверь кенәзенең сәйәсәте менән риза булмаған ғәскәр туплана. 1317 йылда тарихи алыш үтә. Ҡаты яраланған Михаил шунда һәләк була. Шул саҡ Маньжария, хәҙерге Буденновск, ҡалаһында күктә ҡояш нурҙарынан тәре һүрәте барлыҡҡа килә. Нисәмә быуаттан һуң, Шамил Басаевтың хәрбиҙәре Буденновскиҙағы дауахананы баҫып алғас та, халыҡ күктә шундай уҡ тәре күрә. Былтырҙан алып Тверь ҡалаһы менән Буденновск ҡалаһы туғанлашҡан.

Спас Преображенск Соборын иһә 1935 йылда аяныслы яҙмыш көтә – ул төнөн, хатта күрше-тирә йорттарҙа йәшәүселәр ҙә һиҙмәҫлек итеп, шартлатыла...

Екатерина батшалыҡ иткән заманда өлкә үҙенең гербына – йәшел мендәрҙә ятҡан алтын таж – эйә була. Сөнки ул ваҡытта Русь төрлө кенәзлектәрҙән тора, ә Михаил Тверской - Русь ерҙәрен берләштереү идеяһы менән сығыш яһаусы беренсе кенәз генә түгел, ә үҙен Бөтә Русь батшаһы итеп башына таж кейгән беренсе кенәз.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был ерҙәрҙә Ржев алышы үтә. Әммә уның хаҡында тарих китаптарында һәм хәрби энциклопедияларҙа оҙаҡ ваҡыт өндәшмәүҙе хуп күрәләр. Сөнки был алышта беҙҙең ғәскәрҙәр еңелә. Әммә уны генерал Манштейн, был, тәү сиратта, Георгий Константинович Жуковтың еңелгән еңеүе, тип атай. Әлеге ваҡытта музей хеҙмәткәрҙәре “Ржев алышы” атамаһын тарих китаптарына индереүҙе юллау буйынса эш алып бара.

Ҙур, матур бинала урынлашҡан музейҙа, әлбиттә, бик күп, ҡыҙыҡлы материалдар урын алған. Шулай ҙа иғтибарыбыҙҙы иң ныҡ йәлеп иткән экспонат – “Бәйғәмбәр эҙе” (“Божья ножка”) ташы булды. “Был тәбиғи ҡомартҡыны территорияла бик күп табалар, - ти Виктория Гусева. – Әле 15 дана бар. Ҡайһы бер ғалимдар уны, юл күрһәткес тип раҫлай. Кеше юлға сыҡһа, уға: “Ташҡа еткәс, ҡайҙа юл күрһәтә, шул яҡҡа бар”, - тигәндәр имеш. Ә бәғзеләр уны, төрлө дини йолаларҙы үтәү урыны, тип бара. Өсөнсө ҡараш та йәшәй: кеше ҡулын йәки аяғын ташҡа соҡоп яһай икән, ул үҙен тәбиғәттән айырып алып, үҙенең “мин”ен күрһәтә”.

Башҡортостандың көньяҡ райондарында ла ошондай таштарҙы осратырға мөмкин. Ул хаҡта түбәндәге легендалар йөрөй: “Имеш, борон таштар иреп ятҡан заманда, башҡорт бәйғәмбәрҙәрен кафырҙар баҫтырған. Ул, бирелмәҫкә була, ҡаянан һикергән. Ҡая башында ла, аҫта ла шул ваҡыттан һуң уның аяҡ эҙҙәре таштарҙа һаҡланып ҡалған. Ҡаҙырша ауылы эргәһендәге был ҡаяны Бәйғәмбәр ташы, эҙҙәрҙе – бәйғәмбәрҙең аяҡ эҙҙәре тип йөрөтәләр.

Заманында билдәле әүлиә Мөжәүир хәҙрәт тә унда килеп, бер нисә көн ятып, ғибәҙәт ҡылып ҡайтыр булған. Изге урын кәртләп алынған ине, тиҙәр ололар. Хатта ул кәртәләрҙең ҡалдыҡтары һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла торған”.

Ләкин музейҙа бер генә мәл күңелгә ауыр йөк булып ятты: бында Салауатҡа, ғөмүмән, Пугачев ихтилалына ҡағылышлы бер генә материал да юҡ. Ә бит пугачевсыларҙың этап менән үткәндә ҡала-ҡәлғәлә туҡтап китеүен тарих инҡар итмәй. Тимәк, тарихсыларғы ең һыҙғанырға ҡала.







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 539. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Шов первичный, первично отсроченный, вторичный (показания) В зависимости от времени и условий наложения выделяют швы: 1) первичные...

Предпосылки, условия и движущие силы психического развития Предпосылки –это факторы. Факторы психического развития –это ведущие детерминанты развития чел. К ним относят: среду...

Анализ микросреды предприятия Анализ микросреды направлен на анализ состояния тех со­ставляющих внешней среды, с которыми предприятие нахо­дится в непосредственном взаимодействии...

Реформы П.А.Столыпина Сегодня уже никто не сомневается в том, что экономическая политика П...

Виды нарушений опорно-двигательного аппарата у детей В общеупотребительном значении нарушение опорно-двигательного аппарата (ОДА) идентифицируется с нарушениями двигательных функций и определенными органическими поражениями (дефектами)...

Особенности массовой коммуникации Развитие средств связи и информации привело к возникновению явления массовой коммуникации...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия