Студопедия — Проблемаларҙы уртаға һалып
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Проблемаларҙы уртаға һалып






Музей менән танышҡандан һуң өлкәнең Журналистар һәм матбуғат йортона матбуғат конференцияһына йыйылдыҡ. Башҡа төбәктәрҙән айырмалы, унда журналистарҙан башҡа башҡорт-татар диаспораһы вәкилдәре лә актив ҡатнашты. Губернатор аппаратының Мәғлүмәт сәйәсәте бүлеге мөдире Николай Прянишников Башҡортостандан делегация килеүенә шат булыуын, республиканың иҡтисады, тарихы, мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ танышырға теләүҙәрен белдерҙе.

 

Һөйләшеү барышында ошо өлкәләр буйынса һәр кем тулы мәғлүмәт алды. БДУ профессоры Мирас Иҙелбаев сәйәхәтебеҙҙең Салауат Юлаев исеме, тимәк, Пугачев ихтилалы, Волга буйы тарихы менән бәйле булыуын иҫкә төшөрөп: “Мәскәү өлкәһе баярҙары ҡурҡыштарынан дер ҡалтырап, хатта Волганы бирергә лә әҙер була. Әммә Пугачев юлын кирегә бора һәм тотола.

Екатерина пугачевсыларҙың исемен дә телгә алыуҙы тыйған указ сығара. Ләкин сит ил баҫмаларында Салауат Юлаев исеме телгән алына. Рәсәйҙә уның хаҡында беренсе булып А. С. Пушкин үҙенең “Пугачев тураһында тарих” әҫәрендә яҙа.

Әле беҙ Салауатт эҙҙәре буйлап үтәбеҙ. Уның эҙҙәре бында ла ҡалған. Тик уның ҡайҙа тотолғанын асыҡлаһағыҙ, беҙ бик шат булыр инек”, - тине.

Кемгә нисектер, әммә Тверь башҡорттарында Салауат рухы һаҡланған. Бында, әлбиттә, башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Марат Бәхтиевтың (сығышы менән Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан) эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Моғайын, шуға ла сәфәребеҙҙең асылын башҡа төбәктәргә ҡарағанда ошонда нығыраҡ аңлағандарҙыр. “Был сараның етди нигеҙе – Салауат Юлаевтың юбилейы булыуы ҡыуаныслы. Үҙ яғыбыҙҙан беҙ ҙә һеҙ үҙегеҙҙе уңайлы хис итһен өсөн тырыштыҡ.

Кемдәр Башҡортостанда йәшәй, шуны аңларға тейеш: унда халыҡ киң күңелле, изге, тыныслыҡ һөйөүсән. Ә беҙ, республиканан ситтә йәшәүселәр, уларҙың бер өлөшө. Килеүегеҙ өсөн рәхмәт. Тверҙә һеҙҙе өйөгөҙҙәге кеүек көтәләр”, - тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер Марат Шәймәрҙән улы.

Өлкәнең 25 ижтимағи ойошмаһы араһында, күптән түгел генә барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәге генә лайыҡлы урын биләп өлгөргән. Мәҫәлән, йыл һайын Волганың башланған ерендә һыуҙы изгеләндергәндә (освящение) “Этник һылыуҡай”ҙар ҡатнаша. 2001 йылда улар араһында башҡорт милли кейемендәге башҡорт ҡыҙы ла була. Үҙҙәрендә кейем таба алмағас, Мәскәүгә барып, алып ҡайта тверҙәр. Шуға ла милли костюмдар менән ярҙам итеүҙе һораны милләттәштәребеҙ. Шулай уҡ Мәскәүҙә үткән һабантуйҙа “Китап” нәшриәте ойошторған китап сауҙаһында С. Руденконың “Башкиры. Историко-географические очерки” тигән китабын күреп, уны ла бер генә данала булһа ла ебәреүҙе үтенделәр. Йәкшәмбе мәктәбе асыу өсөн уҡыу әсбаптары ла кәрәк уларға.

Тверҙәр үҙҙәрен генә ҡайғыртып ятмай, тотош милләт алдында торған проблемалар хаҡында борсола. Мәҫәлән, Рәхимйән Вәлиев (сығышы менән Бөрйән районынан) Башҡортостандан башҡорттарҙың күпләп ситкә, Себергә китеүенә, уларҙың урынын сит бауырҙар баҫып алыуына әсенеү белдереп, был процесты нисек туҡтатырға тип баш ватты. Ә бының сәбәбе ябай ғына: ситтәр Башҡортостанда тотороҡлолоҡ булғанға, республикабыҙ сәскә атҡанға ымһынып килә. Эшләйем тигәндәргә эш етерлек, бары тик ялҡаулығыңды елкәңдән алып ташлап, егелеп тир түгергә генә кәрәк. Күптәр иһә эше аҙ – аҡсаһы күп булған хеҙмәт урынын эҙләп ситкә китә.

“Совет заманында артистар килә торғайны. Һуңғы 10 йылда бер кем килгәне булманы. Беҙ уларҙы ла күргебеҙ килә, - тине Р. Вәлиев һүҙен дауам итеп. – Икенсе проблема: башҡорт кадрҙарын әҙерләү. Кадрҙар бар, әммә индустрия инженерҙарын, иҡтисадсыларҙы, юристарҙы, финансистарҙы аҙ әҙерләйбеҙ”.

Ғөмүмән, Тверҙә Башҡортостан журналистарына, республикаға ҡарата иғтибар ҙур булды. Милли кейем кейгән Артур Дәүләтбәков менән Әлфиә Ғимаҙиеваны коллегаларыбыҙ һырып алды. Милләттәштәребеҙҙең дә айырылғыһы килмәне. Әммә ни тиклем шат булырға тырышһаҡ та, мейене бер һорау быраулап торҙо: ”Виза алырбыҙмы, юҡмы?” Сөнки бер нисә кеше, беҙ Тверҙә саҡта Мәскәүгә барып, визалар алып килергә тейеш. Күтәрелеп сығып китһәк тә, әлегәсә юлдан һуҡыр кешеләй, ҡараңғы бүлмәләге кеүек һәрмәнә-һәрмәнә үттек: әгәр визалар әҙер булмаһа, Тверҙә күпме көтөп ятыр инек – билдәһеҙ. Ләкин Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, беҙҙең теләктәрҙе ишетте, юлдаштарыбыҙҙың юлы уңып ҡайтты. Тимәк, таң менән ҡабат юлға, ә әлегә алыҫтағы яҡын кешеләребеҙ араһында мәж киләбеҙ.

 







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 486. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Постинъекционные осложнения, оказать необходимую помощь пациенту I.ОСЛОЖНЕНИЕ: Инфильтрат (уплотнение). II.ПРИЗНАКИ ОСЛОЖНЕНИЯ: Уплотнение...

Приготовление дезинфицирующего рабочего раствора хлорамина Задача: рассчитать необходимое количество порошка хлорамина для приготовления 5-ти литров 3% раствора...

Дезинфекция предметов ухода, инструментов однократного и многократного использования   Дезинфекция изделий медицинского назначения проводится с целью уничтожения патогенных и условно-патогенных микроорганизмов - вирусов (в т...

Принципы резекции желудка по типу Бильрот 1, Бильрот 2; операция Гофмейстера-Финстерера. Гастрэктомия Резекция желудка – удаление части желудка: а) дистальная – удаляют 2/3 желудка б) проксимальная – удаляют 95% желудка. Показания...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия