Студопедия — Аңламай бит батша – байғош...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Аңламай бит батша – байғош...






Салауат Хәтмуллин иһә яҡташтарыбыҙ араһында иң йәше ине. Ул, йәшлектең иң гүзәл сағы, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы киске уйындар хаҡындағы тәьҫораттары менән бүлешеп: «Йылдар үткәс, Салауат исеме артында ныҡлы рух, йәшлек дәрте тороуын аңлай башланыҡ. Ул властың алмашыныуын, үҙ халҡына имен тормош, Волга буйында йәшәүсе халыҡтарға ҡарата ғәҙеллек теләгән», – тине.

Ғәлиә Йәнбирҙина ла профессияһы буйынса медик. 1980 йылда үткән Олимпиаданы хеҙмәтләндерергә килгән еренән тороп ҡала ул баш ҡалала. «Уҡытыусым Сәлимә Әбүбәкирова Салауат районынан ине. Гел Салауат Юлаев тураһында һөйләп, уның миҫалында тәрбиәләне. Һуңынан биш йыл студенттарҙы Әстерханға эшкә алып йөрөнөм. Мамай ҡурғанына беренсе йыл барҙыҡ та, үҙебеҙҙең яҡташтар, милләттәштәр иҫтәлегенә икенсе йылына таҡтаташ алып барып ҡуйҙыҡ. Бер яғында яҙыу, икенсе яғында Салауат Юлаев һәйкәле эшләнгән».

Рәсәй Геройы, Әлшәй районы егете Рафиҡ Иҡсанов та һәр ваҡыт Салауатҡа оҡшарға, уның кеүек оҫта, ҡыйыу полководец булырға тырышыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул Башҡортостанға ҡайтҡанда йәштәр менән осрашыуҙар ойошторорға теләүен һәм был юҫыҡта уға ярҙам кәрәклеген дә белдерҙе.

«Аҡбуҙат» балалар журналының элекке рәссамы, хәҙер арт-директор булып эшләүсе Сулпан Билалова Салауат тураһында ижад кешеһе булараҡ һөйләне һәм батырҙың бала сағы, аныҡлап әйткәндә, әсәһе уны тәү тапҡыр атҡа ултыртҡан мәлен сағылдырған картина эшләүе һәм, яйы сыҡһа, берәй балалар баҡсаһынамы, мәктәпкәме бүләк итеү хыялы булыуын белдерҙе. Салауат районының Әлкә урта мәктәбендә батырҙың үҫмер йылдарына арналған экспозицияны был картинаның тулыландырып тороу ихтималлығын әйткәс, ул шатланып риза булды.

Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың сығышын һәр кем тын да алмай тыңланы. Был сығышта ғорурлыҡ та, рух та, әсенеү ҙә ярылып ятты.

– Тыуған ауылым Салауат районынан 50 саҡрым алыҫлыҡта ине. Әммә, батырҙың әсәһе беҙҙең райондан (Мәсетле районы) булғанлыҡтан, мин дә үҙемде уның тоҡомо тип һанайым. Бала саҡтан уға иң яҡын, туған кешегә ҡараған кеүек ҡараныҡ. Башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары Ғималов менән Фәтҡуллин Салауатҡа ҡарата яҡты, изге, ғәжәйеп һөйөү тәрбиәләне. Бөйөк Ватан һуғышына ла беҙ әҙерлекле, батырҙарға лайыҡлы алмаш булып индек. Халыҡ рухына ҡараған кеүек ҡараныҡ. Беҙҙең аңда ул тоғролоҡ, азатлыҡ һөйөү, бөйөклөк, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булды.

Аҡыллы ойоштороусы, ялҡынлы шағир-оратор, тыуған иленең ысын патриоты ғәскәре алдында күренеп, осҡор күҙҙәре менән халыҡты байҡау ҙа көс-ҡеүәт өҫтәгәндер. Сөнки уны тыңлағандар, уға ышанғандар, уның артынан эйәргәндәр. Ул үҙ халҡының ғына патриоты түгел, ә интернационалист. Беҙҙең, Башҡортостандан сыҡҡан Ҡыҙыл Армия һалдаттары, өсөн ул, талантлы полководец булараҡ та, Еңеүҙең өҫтәмә байрағы булып торҙо.

Бөгөнгө йәштәр Салауат тураһында өҙөк-йыртыҡ ҡына белә. Ауылға ҡайтҡанымда йәш быуын вәкилдәренән, Салауат кеүек булыу нимә ул, тип һораһам, тәрән тынлыҡ урынлаша. Юҡ, һәр кем дә шағир һәм йырсы, полководец була алмай, әммә һәр кем тыуған иленең патриоты булырға тейеш. Тормош ауыр, тип тал төбөндә шешә ҡосаҡлап ятыу урынына һәр шарттарҙа ла көрәшеп, һәр шарттан да еңеүсе булып сығыу кәрәк. Совет заманында кешеләр өмөт менән йәшәне, бер-береһенә ярҙам итте һәм һәйбәт мөнәсәбәттә булды. Хәҙер иһә йәш егеттәрҙе – Салауаттың, ҡыҙҙарҙы тоғролоҡ символы булған Әминәнең миҫалында тәрбиәләргә кәрәк. Ни өсөн бөгөн Салауатты тыуҙырған халыҡ замандың кире йоғонтоһона бирелә?

Ҡотдос ағайҙың сығышы залдағыларҙы бер аҙ уйланырға мәжбүр итте. Ләкин был уйланыуҙар халыҡ аңына етеп, уны ла уйландырһын ине. Был уңайҙан Тверь өлкәһенән килгән яҡташыбыҙ Марат Бәхтиев бик урынлы тәҡдим индерҙе:

– Барыбыҙ ҙа үҙенсәлекле һабаҡтың шаһиты булдыҡ. Мин, журналистар экспедицияһының дауамы итеп, Башҡортостанда, башҡорттар күпләп йәшәгән территорияларҙа Салауат дәрестәрен индереүҙе тәҡдим итәм. Үҙем мотлаҡ рәүештә Тверҙә бындай дәресте ойошторасаҡмын, бында ишеткәндәремде түкмәй-сәсмәй йәштәргә еткерәсәкмен. Ул дәрестә ҡурай моңо ла, Салауаттың шиғырҙары ла яңғыраясаҡ.

Рәсәйҙә күптән милли идея эҙләйҙәр. Ҡайҙа ул? Әгәр ул милли идея икән, ул милләттең эсендә булырға тейеш. Башҡорттарҙа өлгө алырлыҡ, тиңләшергә тырышырлыҡ шәхес – Салауат, тип уйлайым. Шуға ла Салауат дәрестәрен индереүҙе тәҡдим итеп, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығына сығыу зарур.

Йыйылыусыларҙың барыһы ла был тәҡдим менән килеште. Тик етәкселәрҙең генә ишетеүе шарт. Ысынлап та, милли идеяһы булмағандар баш вата тип, ниңә уны әллә ҡайҙан эҙләргә? Башҡортостанда башҡорттарҙы арттырыуҙы алһаҡ та, Салауаттың өлгөһөндә тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйһаҡ та, ҡайһы бер ауылдар кеүек, айыҡ ауыл иғлан итеү ҙә милли идея түгелме ни?

* * *

Бына, ниһайәт, Ағиҙел ярында поезд менәнме, автомобилдәме, самолеттамы килгән кешеләрҙе сәләмләп ҡаршы алыусы Салауат Юлаевтың һәйкәлен эшләүсе Сосланбәк Тавасиевтың тоҡомо йәшәгән Абрамцевоға юлланабыҙ.

Сергей Радонежский сиркәүе эргәһендә туҡталыш яһайбыҙ. Әйтеүҙәренсә, ул ҡәҙимге тормошон ташлап, дәрүиш булып китә, һәм Хоҙай уға ҡөҙрәт бүләк итә. Уның был һәләте Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ярҙам итә. Фашистар Мәскәү эргәһенә килеп еткәс, ул үҙенең ҡөҙрәте менән Абрамцево, Хотьково, Ахтырка тирәһен һаҡлап тора. Был тирәгә хатта танкылар ҙа үтә алмаған, тип хәтерләй хәҙер халыҡ. Ысынмылыр, бушмы, әммә тарихта был исем мәңгегә урын алған.

Хотьковоны үтеп, Ахтыркаға инәбеҙ. Тап бына ошонда милли геройыбыҙҙың образы тыуған да инде. «Һин – башҡорт, мин – осетин. Икебеҙ ҙә рәсәйҙәр», – тигән юлдарҙың авторы Сосланбәк Тавасиев Салауат хаҡында Башҡортостанға һуғыш йылдарында эвакуацияға килеүселәрҙе оҙатып килгәндә вокзалда һалдаттар тейәлгән эшелонды фронтҡа оҙатыусыларҙың береһенән ишетә. Ҡыҙыҡһынып, уның кем икәнен асыҡлай, һәм был исем уға тынғы бирмәй. Шуғалыр ҙа, бәлки, ул Салауаттың һыбайлы скульптураһын эшләүгә бер нисә тиҫтә йыл ғүмерен сарыф итә.

Ахтырка ауылы дини грамоталарҙа Дудкино исеме менән билдәле. XVII быуат аҙағында иһә ауыл Иван Панин исеме менән бәйле. Панин артабан усадьбаны туғаны, князь Василий Татищевҡа тапшыра. 1703 – 1704 йылдар тирәһендә был урын кенәз Трубецкойҙарға күсә. 1772 йылда ауылда сиркәү төҙөргә рөхсәт алына. Ләкин уларҙың туғаны Иван ҡомарлы уйындарға әүәҫ була һәм имениены кәрт уйынында оттора. Уны мир судьяһы, сәскәләр яратыусы Иван Матвеев һатып ала һәм усадьбаны гөл баҡсаһына әйләндерә.

1937 йылда сиркәүҙең руханийын ҡулға алалар. Шул йылда Рәсәйҙә 56 мең дин белгесен аталар. Ә сиркәүҙе төрлө маҡсатта файҙалана башлайҙар. Йәшелсә һаҡлағыс итеп тә ҡарайҙар, әммә йәшелсәләр туңа.

1941 йылда сиркәүҙең барлыҡ иконаларын урамға сығарып яндыралар. Шул саҡ руханиҙарҙың береһенең бәләкәй ҡыҙы ут эсенән бер иконаны тартып ала ла, йүгерә. Шулай итеп, Ахтырка иконаһы ҡотҡарыла. Уны 1753 йылда уҡ батшабикә Елизавета изге тип иғлан иткән була.

1959 йылда рәссамдарҙың Яңы Абрамцево йәмғиәте сиркәүҙе үҙ ихтыяжы өсөн һорап ала. Шул йылда Тавасиев бина эргәһендәге дини мәктәпте дача итеп һатып ала, ә сиркәүҙе оҫтаханаға әйләндерә. Шул йылдарҙа сиркәү алдына һыбайлы Салауат «хужа» була. Ә бинаның эсендә иһә тимер каркаслы, гипстан эшләнгән натураль ҙурлыҡтағы һәйкәл яһала. Гид ролен үтәүсе Светлана Пыхтина: «Беҙ йәш саҡта сиркәүҙең тәҙрәһен алып инеп, скульптураны ҡарай инек. Гипсын аҡтарып ала башлағайнылар, өҫ яғы матур һаҡланғайны», – тип һөйләй.

Ахтырка халҡы Башҡортостанға сиркәү һаҡланып ҡалғаны өсөн дә рәхмәтле. Сөнки тап ошо арҡала ғына ул әлегәсә эшләй. Ул замандарҙа башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың скульптураһын эшләү өсөн генә был бинаны Сосланбәк Тавасиев оҫтаханаға әйләндереп, икенсе һулыш өрһә, беҙҙең заманда икенсе яҡташыбыҙ уға йәшәү көсө бирә. Александр Митяшин Бауман исемендәге юғары техник училищены, һуңынан юғары уҡыу йортон тамамлай һәм билдәле эшҡыуар булып китә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Аллаға ышана башлай. Бер килгәнендә Ахтырка сиркәүенә инә һәм кире сыҡмай, шунда ҡала. Алтарник булып эшләй, бинаның эсен ремонтлатыуға, биҙәүгә ҙур ярҙам күрһәтә. Ләкин бер көндө хәле ҡапыл насарая, һәм табиптар уға яман шеш диагнозы ҡуя. Митяшин сит илгә барып дауаланыуҙан баш тарта һәм дүрт йыл ауырығандан һуң вафат була. «Башҡортостан менән Ахтырка ауылы араһында бына шундай рухи бәйләнеш йәшәй», – тип һүҙен тамамланы Светлана Константиновна.

Түҙмәй, тиҙерәк сиркәүҙең эсенә ашығабыҙ. Әйтерһең дә, Тавасиевтың бөйөк скульптураһы һаман да шунда тора... Юҡ... Тарих туҙаны бик күп нәмәне ҡаплай, тарих дауылы күп нәмәне ҡыйрата. Бары тик Хәтер генә, үткәндәрҙе күҙаллау мөмкинлеген биреп, мәңгелеккә ашыға...

* * *

Сәфәребеҙ аҙағына яҡынлаша. Абрамцевоның үҙенә, Тавасиевтарҙың йортона юлланабыҙ. Башта бер генә уй ҡайнай: «Был йортҡа килеүселәр бер беҙ генә түгел, яҙылаһы яҙылып бөткән... Нимә генә яҙырбыҙ икән?»

Әммә ҡапҡанан килеп инеү менән Салауаттың бәләкәй вариантта эшләнгән һәйкәле сәләмләп торғас, шигебеҙ үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Тик нимәлер күңелде өйкәй... Аптыраулы ҡараштарыбыҙҙы күреп, скульпторҙың ейәне Ростан аңлатма бирә: «Һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәре алына, шуға уларҙы ҡышҡылыҡҡа оҫтаханаға алып ҡуябыҙ. Ә скульптураның үҙен алыу мөмкин түгел, ул бетондан эшләнгән. Был эше менән олатайым ауыр скульптураның аттың өс аяғында ғына тороп, тигеҙлеген һаҡлай, ҡоролмалар уны күтәрә аламы, юҡмы икәнлеген тикшергән...»

Өйгә инәбеҙ. Ҡайҙа ҡарама – һүрәттәр, ағас һындар, төрлө материалдан эшләнгән Салауат һәйкәленең макеттары... Хатта улар араһында балауыҙҙан яһалғаны ла бар. «Салауат Юлаев беҙҙең ғаилә ағзаһы кеүек», – тип әйтергә лә хаҡлы шул Тавасиевтар!

«Бер заман төрлө ерҙәрҙә һәйкәлдәрҙе алып ташлай башлағас, олатайымдың эштәренә лә сират етерме икән, тип ҡурҡҡайным. Аҙаҡ тынысландым, сөнки ул халыҡ геройҙарын һынландырған. Бер һәйкәле Владикавказда, Кастахи Тогуровҡа ҡуйылһа, икенсеһе – Салауатҡа», – ти Марина Тавасиева.

Һәйкәл макеттары араһында үҫһәләр, йәшәһәләр ҙә, Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуҙы байрам иткәндә Өфөгә тәүге тапҡыр килеп, Ағиҙел ярындағы мөһабәт һәйкәлде тәүгә күрә улар. «Ундағы тәьҫораттарҙы әйтеп кенә аңлатыу мөмкин түгел. Һәйкәлдең мөһабәтлеген, ҡеүәтен, илһам сығанағы булыуын һәр күҙәнәгең менән тояһың, – ти Ростан. – Минең өсөн был күренеш ижадыма этәргес булды. Эшеңдең матур ҙа, кешегә йоғонтоло ла булырға тейешлеген аңланым».

Сосланбәк Тавасиев ейәндәренә тағы ла бер матур бүләк ҡалдырған – йорт эргәһендә үҫкән имән. Уны скульптор 1937 йылда, улы Ростан тыуғас, ултырта. Хәҙер инде рәссам да, уның тоҡомон дауам итеүсе улы ла юҡ инде был яҡты донъяла. Ә мең йәшәр имән менән Ағиҙел ярында, иң тәүҙә атҡан ал таңды, килгән ҡунаҡтарҙы, ситтән ҡайтҡан милләттәштәрҙе сәләмләп ҡаршы алыусы Салауат һәйкәле быуаттарҙы быуаттарға бәйләп торасаҡ!

Йыл.

Салауат йыйыны – 2013

Ғәҙеллеккә сарсап, моңға сарсап,







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 526. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Типовые примеры и методы их решения. Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно. Какова должна быть годовая номинальная процентная ставка...

Выработка навыка зеркального письма (динамический стереотип) Цель работы: Проследить особенности образования любого навыка (динамического стереотипа) на примере выработки навыка зеркального письма...

Словарная работа в детском саду Словарная работа в детском саду — это планомерное расширение активного словаря детей за счет незнакомых или трудных слов, которое идет одновременно с ознакомлением с окружающей действительностью, воспитанием правильного отношения к окружающему...

Ведение учета результатов боевой подготовки в роте и во взводе Содержание журнала учета боевой подготовки во взводе. Учет результатов боевой подготовки - есть отражение количественных и качественных показателей выполнения планов подготовки соединений...

Сравнительно-исторический метод в языкознании сравнительно-исторический метод в языкознании является одним из основных и представляет собой совокупность приёмов...

Концептуальные модели труда учителя В отечественной литературе существует несколько подходов к пониманию профессиональной деятельности учителя, которые, дополняя друг друга, расширяют психологическое представление об эффективности профессионального труда учителя...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия