Студопедия — Иптәш Ҡадиров С.Р.!
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Иптәш Ҡадиров С.Р.!






Һеҙҙең “Уттар, һыуҙар аша. Фронт яҙмалары” тигән хәтер дәфтәрегеҙҙе “Ағиҙел” журналының 1972 йылғы 5-енсе һанында уҡып сыҡтым һәм бик ныҡ тулҡынландым. Мин был рейдта баштан алып аҙаҡҡаса ҡатнаштым, Фондеранцев хужалығында эскадрон командиры инем. Күп хәлдәр, күп эпизодтар күрелде – барыһын да яҙып бөтөрлөк түгел. Уларға бит өс тиҫтә йылдар үтеп бара, беҙҙең йәштәр ҙә ете тиҫтәгә баҫты – хәтерҙән сыға бара. Шулай ҙа бер-ике һүҙ яҙып, һеҙгә рәхмәт белдерәм. Сәләм әйтегеҙ Өфөлә йәшәгән һәм осраған иптәштәргә -- С. Хәбировҡа, икенсе Хәбировҡа (Башвоенкоматта), Т. Кусимовҡа, С. Әлибаевҡа һәм башҡаларға.

Дебальцево тимер юл станцияһының һул яҡ урамында минең подразделение һөжүм итте, Дебальцевоны ҡалдырып киткәндә беҙ заслонда инек. Таң яҡтырғанда урам аша сығырға кәрәк ине, кирбестән һалынған йортҡа кереп, ҡаты ут аҫтында урамды ҡар өҫтөнән йөҙөп сыҡтыҡ. Мәктәптә беҙҙең ҡаты яраланған һалдаттар бар ине, уларҙы ҡалдырып китеү бик йән әсеткес ҡыйын булды... Бер-нисә минут та үтмәй, көн яҡтыра барҙы, беҙҙе эҙәрләп килгән фашистар автоматтан ата башлағас, уңға ағас араһына төшөп торҙоҡ та, улар яҡынлағас, Хисмәтуллин (билдәле шағирә Миңлегөл Хисмәтуллинаның атаһы. – Й.С.) менән ут астыҡ, дүрт немец шунда дөмөктө, ҡалғандары тимер юлдың икенсе яғына китеп йәшенделәр...

Хәҙер хәтеремдә юҡ, бер утарға килдек. Наклонный шахта бар ине, шуны ҡараныҡ. Беҙҙең подразделение шунда – ошо утарҙа йыйналды. “Катюша” йырын йырлап килгән биш немецты тотоп, шунда йырҙары өҙөлдө. Шунан һуғыша-һуғыша оҙон юлдар үтеп, таң беленгәндә Беренсе Юлиноға килгәс, минең эскадронда 17 кеше бар ине. Беренсе Юлиноның бер осонда ағастар үҫкән баҡсала -- өй, шунда комдив генерал иптәш Шайморатов миңә приказ бирҙе – Икенсе Юлиноға барырға, ауылдан сыҡҡас, 3-өнсө километрҙағы опушка-ағаслыҡты биләргә. Шулай Икенсе Юлиноны үткәндә дивизияның ун-ун биш атлыһы беҙҙе уҙып китте, беҙ йәйәүле инек ул саҡта. Мин үҙ һалдаттарым менән Икенсе Юлиноны сыҡҡас, күрһәтелгән урманға ҡарай юл тоттом, һыбайлылар һулға киттеләр – шунда генерал да бар ине. Урманға ингәс, немец засадаһына эләгеп, 5 һалдатым үлде, артабан тағы 4-еһе ятып ҡалды (23 февралдә). Фронт аша үҙебеҙҙең яҡҡа 8 кеше сыҡтыҡ. Киске сәғәт 6-ларҙа (24 февралдә булһа кәрәк. – Й.С.) танкы армияһы һыҙығында миномет батареяһы подразделениеһы ҡаршыланы.

Минең уйымса, генерал Шайморатов 23 февралдә иртәнге сәғәт 7 менән 8 араһында юғалтылғандыр. Беҙҙең арттан бер “Катюша” килә ине, Икенсе Юлиноның урам осона сыҡҡас шартлаттылар, ул тирәлә ҡар тәрән булғас, машинаға юл ҡыйынлашҡайны, шул сәбәпле булғандыр шартлау, тип уйлайым.

24 февралдә Фондеранцев Ғәлиев тигән политрукка приказ бирә -- генералды эҙләргә. Ғәлиев баш тартҡас, Фондеранцев уны ата. Мин шул саҡта бер бәләкәй генә утарҙа инем, миңә килеп Шайхромов әйтте. Чернухино – Дебальцево хәлдәре онотолмаҫ...

23 февралдә мин бер вещевой мешокка осрағайным, унда суконный салбарҙар бар ине, гимнастерка ла – суконный – офицерҙарҙыҡы. Унда бер общий тетрадь – көндәлек яҙылған, булһа кәрәк. Шундай минутта дәфтәрҙе алып ҡарап торҙом да, мин дә быраҡтырмаҡ булдым – күҙ алдымда һалдаттарым үлеп ята ине, 5 кеше... Янымда бер майор бар ине – корпустан, фамилияһын белмәйем. Немецтар урманды автоматтан прочесывать итә башлағайны, майор һәм башҡалар минең яндан киткәндәр. Коневодым иптәш Хисмәтуллин менән күреп ҡалдыҡ: тере ҡалған һалдаттарым икенсе урманға йүгерҙе. Немецтар был урманды уратып алғас, мин бер шырлыҡ ҡыуаҡта тороп ҡалдым; партбилетты обложкаһынан алып, эске кеҫәгә һалып маташа инем, күрәм: 10-15 метрҙа өс немец боҫоп тора миңә арттары менән, ә миндә карабин да бер пистолет (ТТ). Автомат булһа, бер очередь етер ине, тип, “ҡуян боҫто ҡыуаҡҡа”; тегеләр шул арала ҡуҙғалды, минән йыраҡлашты, мин дә уларҙан йыраҡлашырға булдым. Ағастан-ағасҡа ышыҡланып, фронт линияһына табан йүнәлдем, бара торғас, автомат очереденә осраным, шунда карабин ярҙам итте – сәпәнем немецты, юл асылды. Урмандан сығып, бер йылға буйына төштөм, унда – тропинка, ҡарайым: немец юлымы – түгелме? Әһә, быймалылар, тимәк, беҙҙекеләр! Шул һыу буйында тап булдылар минең яндан киткән майор һәм коневодым иптәш Хисмәтуллин (иҫән-һау ҡайтты). Фронт линияһын киҫеп сыҡтыҡ шул көн.

Ореховола өҫ-баш алмаштырып, мунса инеп, иҫән-һау ҡалғандарыбыҙ осраштыҡ...

Халиҡов Миңлеғәли Миһран улы,

элекке гвардия 58-енсе кавалерия полкының өлкән лейтенанты.

Нөгөш Ҡасабаһы, Ленин урамы – 14. (Датаһы ҡуйылмаған).

 

Эйе, яугир-ветерандың ҡылысҡа тиң ҡәләме менән яҙылған тарихи әҫәрҙәрен тулҡынланмайынса ғына уҡыуы мөмкин түгел, сөнки уларҙа 112-нсе Башҡорт (16-нсы гвардия) кавалерия дивизияһының Иҙелдән алып Эльбағаса уттар-һыуҙар кисеп үткән ҡаһарман юлы үҙе лә шунда булған ысын яугир тарафынан бөтә дөрөҫлөгөндә яҡтыртыла. Бигерәк тә башҡорт һыбайлыларының баяғы 1943 йылдың февралендә Донбасста немец-фашист илбаҫарҙарының тәрән тылына героик рейды (ул рейдта С.Р. Ҡадиров үҙе ҡатнашҡан) беренсе тапҡыр тулы итеп, бөтә ҡаһарманлығы һәм фажиғәһе менән бәйән ителә, генерал М.М. Шайморатовтың һ.б. батырҙарса нисек һәләк булыуы ла, яу ҡырында үҙ күҙҙәре менән күргәненсә, дөрөҫ асып бирелә. Шуның өсөн китап уҡыусыларҙан, бигерәк тә рейдта ҡатнашҡан яугирҙәрҙән авторға күп рәхмәт хаттары килде. Уларҙа С.Р. Ҡадировтың ысын яугирлек сифаттары ла сағылдырылған. Миҫал өсөн Сибай ҡалаһынан һуғыш ветераны Вәлиев Зиннәт Ғибат улының ике хатын һәм тағы ла бер ветерандыҡын нисек бар – шул көйөнсә түкмәй-сәсмәй күсерәм:

 

1. Һаумыһығыҙ, Сабирйән ағай!

Үҙеңә һәм дә ғаиләләреңә ҙур сәләм менән һәм һаулыҡ теләп — Зиннәт.

Бик күп һуңлап, һеҙҙең 1972 йылда “Ағиҙел” журналының 5-енсе номерында баҫылып сыҡҡан, Башҡорт дивизияһының дошман тылында нисек һуғышыуҙары тураһындағы яҙған китабығыҙҙы уҡып сыҡтым да һеҙгә хат яҙып ултырам.

Һеҙ, бәлки, онотҡанһығыҙҙыр, мин ул ваҡытта һеҙҙең комсомолдар эше буйынса ярҙамсығыҙ инем һәм бөтә унда булған эштәрҙе һеҙҙең бойороғоғоҙ буйынса эшләнем һәм үтәгән эштәр тураһында, шулай уҡ һәм башҡа ваҡиғаларҙы һеҙгә ваҡытында докладывать итеп торҙом.

Бына әле күп ваҡыттар үткәс, һеҙҙең хәтирәләрҙе уҡып сыҡҡас, унда булған ваҡиғаларҙы иҫкә алып, күҙгә йәш килеп тулды, сөнки мин үҙем дә һеҙҙең менән бергә булғас, ундағы ваҡиғалар минең өсөн билдәле.

Мин рейдтан бер ярым тәүлеккә һеҙҙән һуң сыҡтым, сөнки һеҙҙең бойороҡ буйынса мин тылыбыҙҙағы саналы, арбалы атлылар һәм ранен булған яугирҙәр менән килдем; беҙҙе немецтар көндөҙгө сәғәт 12-лә 2-нсе Юлино ауылы янында ут асып ҡаршы алдылар, беҙ үҙебеҙҙең көс бөткәнсе кискә тиклем улар менән һуғыштыҡ, көс бөткәс, буш (патронһыҙ) мылтыҡ, автоматтар менән, ҡайһыларыбыҙ ҡылыс күтәреп дошманға ҡаршы барҙыҡ; улар беҙҙе танкынан һәм ҙур калибрлы пулеметтарҙан аталар ине. Кисҡырын имен ҡалғандарыбыҙ урманға йыйылышып, тороп ҡалған — ранен булған һәм санала килгән кешеләребеҙгә табан барырға йыйындыҡ, разведка ебәрҙек. Разведчиктарҙың әйтеүе буйынса, — һәм үҙебеҙ ҙә ут яҡтыһын күреп торҙоҡ, — немецтар беҙҙең тылдағы повозкаларҙа килгән ранен булған халыҡтарҙы огнеметтарҙан яндырып үлтерәләр.

Мин рейдтан сыҡҡас та тура үҙеңә килдем, ҡосаҡлашып илашып алдыҡ, мин унда булған хәлдәрҙе һеҙгә һөйләй башлағайным, һеҙ миңә былай тип әмер әйттегеҙ: “Ярай, Зиннәт, тәүҙә тамағыңды туйҙырып, кейемеңде алмаштыр, ял ит, шунан һуң һөйләшербеҙ”, — тинең. Шунан һуң һораның, партбилетыңды һаҡланыңмы, тип. Мин партбилетымды күрһәткәс: “Молодец!” — тинең. Ял иткәс, мин һеҙгә булған хәлдәрҙе һөйләнем, һеҙ ҙур әһәмиәт биреп тыңланығыҙ...

Үҙең әйтмешләй, хәҙер кешеләрҙең, ауылдарҙың исемен онотоп бөтөлгән. Күп ваҡыт үтте, ҡартайылды, һуғыштан һуң ауыр эш — бөтәһен дә бер баш күтәрә бит инде... Мин үҙем 1970 йылдан алып — пенсионер.

Мин, унда булған кеше, һеҙҙең яҙма әҫәрегеҙҙе тулыһынса, ысын күңелем менән ҡотлап ҡаршы алам һәм поддерживаю.

Үҙеңә был көсөң өсөн ҙур рәхмәт әйтәм. Киләсәктә үҙеңә һаулыҡ һәм бәхет теләп, бывший помощник начальника политотдела дивизии по работе среди комсомольцев, участник рейда Валиев Зиннат Гибатович.

Сибай, ул. Горького, дом 47 — 23.

30. 07.1974.

Сабир Рәхим улы!

Үҙеңә, ҡатыныңа һәм бала-сағаларыңа күп һанда сәләм һәм һаулыҡ теләп — Зиннәт.

Бөгөн бик күтәренке кәйеф һәм шатлыҡ менән хат яҙып ултырам һеҙгә;.

27 июль көндө Сибай эшсе гәзитендә һеҙҙең минең турала яҙған мәҡәләгеҙҙе уҡыным һәм ул ваҡыттағы булған ваҡиғаларҙы күҙ алдыма килтереп илап та алдым.

Шулай, Сабир ағай, һеҙ ул ваҡытта, — ысын күңелем менән әйтәм! — Шайморатов мәрхүм менән икәүегеҙ бөтөн булған ауырлыҡтарҙы үҙегеҙҙең өҫтөгөҙгә алдығыҙ һәм дошманды еңеп сыҡтығыҙ. Кемдәр ул ваҡиғаларҙы үҙенең башынан үткәргән һәм һау ҡалғандар — улар үҙҙәре үлгәнсе лә һеҙҙе оноторға хаҡтары юҡ;.

Һеҙ Башҡортостан Правительствоһы, партия алдында яуаплы булдығыҙ һәм ул яуаплылыҡты ҡаһармандарса үтәнегеҙ — берегеҙ йәнен бирҙе, берегеҙ, һау ҡалып, шул дәһшәтле ваҡиғаларҙы халыҡҡа һөйләй; был, Сабир ағай, һинең өсөн ҙур бәхет һәм ғорурлыҡ, бының өсөн беҙ ҡыуанабыҙ һәм һиңә һаулыҡ теләйбеҙ;.

Үҙеңдең ярҙамсыңды онотмай иҫкә алып, халыҡҡа таныштырыуыңа күп һанда рәхмәт.

Бөтә булған кәрәк нәмәләрҙе хатҡа яҙығыҙ, бар хәлсә ярҙам итербеҙ;.

Сәләм менән һәм һаулыҡ теләп — Зиннәт.

06.08.1974.

Ә быныһы батырыбыҙҙың тыуған яғы Бәләбәйҙән:







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 373. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Тема: Изучение фенотипов местных сортов растений Цель: расширить знания о задачах современной селекции. Оборудование:пакетики семян различных сортов томатов...

Тема: Составление цепи питания Цель: расширить знания о биотических факторах среды. Оборудование:гербарные растения...

В эволюции растений и животных. Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений. Оборудование: гербарные растения, чучела хордовых (рыб, земноводных, птиц, пресмыкающихся, млекопитающих), коллекции насекомых, влажные препараты паразитических червей, мох, хвощ, папоротник...

Сравнительно-исторический метод в языкознании сравнительно-исторический метод в языкознании является одним из основных и представляет собой совокупность приёмов...

Концептуальные модели труда учителя В отечественной литературе существует несколько подходов к пониманию профессиональной деятельности учителя, которые, дополняя друг друга, расширяют психологическое представление об эффективности профессионального труда учителя...

Конституционно-правовые нормы, их особенности и виды Характеристика отрасли права немыслима без уяснения особенностей составляющих ее норм...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия