Студопедия — Именной, объявленный генерал-полицейместером.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Именной, объявленный генерал-полицейместером.






9 июня 1746 г.

Ея Императорское Величество изустно указать соизволила:впредь с сего числа ворам и разбойникам и прочим злодеям, которые за свои вины подлежать будут смертной казни или вечной на каторгу ссылке, до окончания им розысков клеймить сделанными на то литтерами вор: во лбу ВО на правой щеке Р, а на левой Ъ, чтоб они от прочих добрых и неподозрительных людей были отличны и когда из оных каким-либо случаем кто учинит утечку, таковых к поимке чрез то клеймение удобный способ быть может.

ПСЗ РИ. I.Т. XII.№ 9293. — С 558.

 

Ябай ғына аңлатһаҡ, “вор башкир” һәм “лутчий башкир” төшөнсәләре тарихи бер миҫалда шәп асыла: туған халҡының бәхетен даулап йәнен аямай көрәшкән Салауат Юлаев – “вор” (уның йөҙөнә тап ошо тамғаны баҫҡандар), ә уға ҡаршы батша яҡлы алышҡан Ҡолой Балтасов – “лутчий башкир”…

Миңә ҡалһа, хәҙерен дә республикабыҙ хакимиәтенең юғары эшелондарында ҡорһаҡ һимертеүсе чиновник һәм депутаттарҙың күпселеге, теләйме-теләмәйме, һөрһөп бөткән “лутчий”ҙар ҡоронда ҡыбырлай.

Халыҡ күңелен әрнеткес был хаҡиҡәт, әлбиттә, борон-борондан уҡ билдәле булған:

Кантон да ғына кантон килә, тиҙәр,

Килгән кантондарҙан ҡаҡшаныҡ.

Яуыз кантондарҙы ҡуя икән

Рәсәй тигән яуыз батшалыҡ.

(Ҡолой кантон).

 

Хужаларының ышанысын еренә еткереп аҡлар, шәптәрҙән-шәп “иң шәп”лекте яулар өсөн, “иҫәүән башҡорт” үҙ тиреһенән сығырҙай кирелеп ҡырҡыша – “Ҡолой кантон” кеүек бөйөк йырҙарыбыҙ тап шул мөхиттә тыуҙы. Ҡолойҙарҙың бөгөнгө вариҫтарының иһә мәшһүр йөрәк моңобоҙҙо тормошобоҙҙан быраҡтырырға, онотторторға көсәнеүҙәрен мин сал тарихҡа, башҡорт күңеленә яһил ҡул һалыу, ревизия яһарға яҫҡыныу тип һанайым. Тап шундайҙар ауыҙынан ғәйепләүҙәр таратыла: “башҡорт башҡортто ошаҡлап батыра” имеш. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә, сөнки “яуыз кантон”дарҙан арынырға ялпының башҡа сараһы юҡ – ҡулындағы ҡылысы тартып алынған, ауыҙына көсләп келәп һалынған… Ә шулай ҙа “ҡарға күҙен ҡарға суҡымай” барыбер – оторо йырҙы суҡып ташлап, ҡолойҙарҙың яҡшы эштәрен генә йырламаҡсылар. Уға китһә, замана “кантон”дары Сталиндың да, хатта Гитлерҙың да үҙҙәренә күрә яҡшы яҡтары булған, әммә яуызлыҡтарына күҙ йомоу – үҙебеҙҙе үҙебеҙ һуҡырайтыу ул. Үткәндәрҙе үҙгәртеү мөмкин түгел, тарихыбыҙ нисек бар – шулай яҙылырға тейеш.

Салауат яуында ҡанһыраған башҡорт иле баш күтәреүҙән төңөлөп, теләгәнсә бороп ишеләкәй майлы ҡайышҡа әйләнгәс тә, бөйөк М.Ю. Лермонтов мәргән нарыҡлаған “страна рабов, страна господ” -- жандармерия дәүләтенең йәшерен башҡармаларында уҙамандарыбыҙҙы ҡапма-ҡаршы икегә бүлеү ҡағиҙәһе юйылмай: йә -- “вор”, йә -- “лутчий”. 1917 йылғы түңкәрелештән һуң да был дауам итеп, “пролетариат диктатураһы” тарафынан саҡ ҡына үҙгәртелә: “вор”ҙы – “бандит”, “лутчий”ҙы – “коммунист” ләҡәбе алмаштыра. Халҡыбыҙҙың ысын азатлығы хаҡына баштарын һалған Сөләймән Мырҙабулатов, Хажиәхмәт Унасов, Муса Мортазин кеүектәр тап шулай ләғнәтләнгән, “коммунист”арға ҡыҙыл режимдың майлы бәлеш төбө тәтегән. Социализмдың “сәскә атыу” осоронда хәтәр бүленеш яңы сәйәси-йәшерен көпкә төрөлөп, яҡтылыҡҡа ынтылыусы әүҙем башҡорт баяғы икенең берен: йә -- “милләтсе” (националист), йә -- “интернационалист” мөһөрөн ала; ғүмерлеккә юйылмаҫлыҡ был тамғалар КПСС комитеттарының һәм уның һыңары КГБ-ның йәшерен оҫтаханаларында “синфи көрәш” суҡмары һәм прәниге рәүешендә “ҡара” һәм “ҡыҙыл” исемлектәргә теркәлеп, шәхестәрҙең йәшәйешен йә -- зәһәр туңдыртыусы, йә -- күкрәп сәскә аттыртыусы яҙмышҡа әүерелә. Йәшерен сара бигерәк тә милләтебеҙҙең рухиәт донъяһында -- әҙиптәребеҙ яҙмышында көҙгөләгеләй сағылды:

1. Шәйхзада Бабич (хатта үлтерелгәндән һуң да!), Мөхәммәтша Буранғол, Рәми Ғариповтар һәм уларҙың эйәрсендәренең яҙмышы.

2. Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим, Рауил Бикбаевтар һәм уларҙың эйәрсендәренең ғүмер һөрмөшө.

Уйлап ҡараһаң, һәр ике яҡта ла күҙ сағылтҡыс таланттар гөлләмәһе. Айырма шунда ғына: “гөл”дәрҙең һәр ҡайһыныһы үҙенең рухи асылына ярашлы ҡиблаға юҫыҡлана – “йәне һөйгән – йылан ите ейгән” тиҙәр бит. Халыҡ менән хакимиәт араһында килешмәүсәнлек булғанда, ҡиблалар ҙа икәү килеш ҡаласаҡ. Рафаэль Сафин әйтмешләй, барыһы ла иҫкесә -- иҫ китә!..

Ике ҡиблалыҡлы яһил сәйәсәт, тормошобоҙҙоң барса тармаҡтарын фалижлатып, милли әҙәбиәтебеҙҙе ифрат та ныҡ ҡаҡшатты: “көсләп тағылған идеялар әҙәбиәт менән идара итә башлаһалар, бер һүҙһеҙ уны буйһондороп, һутын һурасаҡтар. Был осраҡта үҫеш тураһында һүҙ алып барыуы ситен. Социалистик реализм үткән быуат әҙәбиәтенең айырылғыһыҙ һәм төп идеяһы булды… Шул талап үтәлмәй икән, китап нәшер ителмәйәсәк. Тоталитар режим саф сығанаҡтарҙы быуҙы, бына шуға ла күп әҫәрҙәр бөгөн актуаллеген юғалтты” (“Ағиҙел” журналы 2012/12; 149-сы бит).

Тынсыу сәйәси мөхиттә, әлбиттә, теремек йәндең йылыға тартылыуы, һаламға йәбешеп булһа ла батмаҫҡа -- өҫкә ҡалҡырға тырышыуы тәбиғи, был ҡанунға буйһоноуҙан хатта президенттарыбыҙ ҙа (элеккеһе һәм хәҙергеһе) азат була алманы һәм була алмаясаҡ та. Башҡорттоң ғына түгел, бөтә кешелек донъяһының (сайтымдың “Статьи” бүлегендәге “Тревога” тигән мәҡәләмде уҡығыҙ) изгеләрҙән-изге тауҙарының береһе Шәке-тауҙы төбөнәсә кимереп-ашап бөтөргән, инде нәүбәттәгеләрен – Тора-тауҙы, Ҡуш-тауҙы, Йөрәк-тауҙы умырып йоторға ҡомһоҙланған йот-аждаһа Сода комбинатының төпһөҙ тамағына арҡыры торған “регион башлығы”быҙҙың 2012 йыл ахырында Мәскәүгә барып ҡайтҡанынан һуң ҡырҡа ғына үҙгәреүе аяныслы күп нәмә хаҡында һөйләй. Изгелекте ил ағабыҙ тапаһа, бәндәләргә ни ҡала? Боҙ аҫтынан мәке өҫтөнә ҡалҡынған билдәле нәмәләй ерәнгес тулҡыныусы әһелдәребеҙ үҙҙәрендәге саҡлы-соҡло халыҡсанлыҡ тойғоһон, остоҡланған намыҫын һаҡлай алырмы, әллә карьера ҡоло, ҡанмаҫ нәпсе ялағайы нисбәтендә ҡалырмы? Юҡҡамы ни бәғзе берәүҙәр хамелеон сифатын алырға мәжбүр: ҡәләмдәшебеҙ Фәнил Күзбәков әйтмешләй, бер төрлө уйлайбыҙ, икенсе төрлө һөйләйбеҙ, өсөнсө төрлө яҙабыҙ… Өҫтәүенә, Мәжит Ғафуриҙың “һәр фәнгә лә маһир мулла” рәүешенә керәбеҙ. Шундайын өсҡырлыларыбыҙ тайғаҡ юлда ла йығылмай юғары ҡунаҡсаға – Дәүләт ҡоролтайына мут ҡунаҡлап, иле өсөн хәтәрлекле мәсьәләләр ҡубынғанда башын эйеп йоҡомһорап ултырыусан, улар фәҡәт тауыш биреү йыһазының “за” төймәһенә баҫыу өсөн генә ашҡынып уяна; халыҡ араһына сығыуҙары ла -- “һайлау” алдынан “бал” сиртеү ниәтенән, һәм тел сарлау алымдары ла “иҫкесә” – йомшаҡ түшәп ҡатыға ултыртыусан. Ғәзиз туған телебеҙҙе (тимәк, милләтебеҙҙе!) бөтөрөүгә килтерәсәк федераль закондар башыбыҙға тимер таяҡтай һуҡҡан дәһшәтле дәүерҙә Башҡортостан Юлдаш Телевидениеһының 2012 йыл декабрь аҙаҡтарындағы “Телеүҙәк” тапшырыуында был ҡойто мәсьәлә ҡап-уртаға һалынып, Салауат ҡалаһынан килгән абруйлы бер ҡатнашсының бөтәбеҙ белгән Ҡоролтай депутаты, шундай мәсьәләләрҙе сисеү бурысы йөкмәтелгән комитет рәйесе Рауил Бикбаевтың ҡала тамашасыларына “ҡыуаныслы” кәңәш биреүе тураһындағы ихлас хәбәре һирәк кенә сәстәремде үрә торғоҙҙо. “Бөйөк Рауил ағай, -- тине ул, -- “Беҙ һеҙгә туған телдә уҡырға һәм һөйләшергә бөтә мөмкинлектәрҙе бирҙек, уны һаҡлау хәҙер фәҡәт үҙегеҙҙән тора”, тип төшөндөртөп, ышанысыбыҙҙы арттырҙы”… Эй эскерһеҙ башҡорт уғланы, үкереп илар урында ҡыуанаһың – “һыуға батып барыусының ҡотолоу сараһы фәҡәт уның үҙ ҡулында” тигәнде тумбытҡан бит “маһир мулла”быҙ!..

Ошоноң ише “ҡыуаныслы” хәбәрҙәрҙең кәттәрәге “Башҡортостан” гәзитенең 2012 йыл 22 декабрь һанында шау-шоуланы. Көнүҙәк ҡаҙағына ҡағылышлы ойошторолған, Башҡортостан Конституцияһы көнөнә арналған әңгәмәлә тап шул Төп Ҡануниәтте “яҙыуҙа ҡатнашҡан, уның ике тиҫтә йылға яҡын дәүерҙә кисергән яҙмышының туранан-тура шаһиты булған шәхес – Башҡортостан фәндәр академияһының вице-президенты, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор Мансур Әйүпов” әфәнде республика халҡын дәртләндерткес оптимистик аһәңдә: “Беҙ – дәүләтле халыҡ. Ошо хәҡиҡәтте онотмаҫҡа тейешбеҙ”, -- тип оранлап, дәүләтселлек гарантияһы Конституциябыҙ барлығын иҫкәртеп йомшаҡ ҡына түшәй ҙә: “Совет осорондағы Конституцияларға айырым бер ҡалып хас ине. Улар “юғары”нан төшөрөлдө, шул килеш ҡабул ителде. 1993 йылда барлыҡҡа килгән Башҡортостан Конституцияһы иһә вәкәләттәре киң, үҙаллы республикаға ынтылышты сағылдырҙы. Үҙаллы эшләгән, иң тулы, бөтөн Төп Ҡануниәт булды ул”, -- тип таҫыллап, гонаһһыҙ балыҡтарҙы емле ҡармаҡҡа алдаштырғандай, зиһендәрҙе кәнфитләй биреп ҡуя ла, көтмәгәндә, шул һиммәтле ҡануниәтебеҙгә мәжбүри рәүештә “ете тапҡыр төҙәтмә индерергә, уны федераль ҡануниәткә яраҡлаштырырға тура килде”, тип әсеүташ йоттортоп, ҡатыға ултыртҡанын һиҙмәй ҡала, буғай. Әммә быны беҙ, ултырта зыңҡылдатылыусылар, йөрәгебеҙ ҡанһырап ҡаты тойҙоҡ, тоябыҙ. Ә һиммәтле ултыртыусыбыҙ һаман, һылап-һыйпап, үҙенекен һамаҡлай: “Ошо Конституция нигеҙендә республиканың үҙ закон сығарыу системаһы булдырылды, 20 кодекс, 400-ҙән ашыу закон ҡабул ителде. Сағыштырып ҡарағанда, шул осорҙа закон сығарыуҙа Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан күпкә уңышлы эшләгәнбеҙ”. Аяныс, ошо көндә милли рухиәтендә саҡ тын алыусы республикабыҙҙы “үҙ хөкөмкәйҙәре үҙ ҡулында” булған Ҡаҙағстан менән сағыштырыу – үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлөү түгелме? Хәйер, бер нәмә иҫкә төштө. Бынан күп йылдар элек, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе йыйынында уҡ сәйәсәт юлына бәрәкәтле аҙымлаған оптимист әһелебеҙҙең, сәхнә түренән “тейешле сәйәсәт” үткәреп, делегат мандатлы мин фәҡирегеҙҙең Ырымбур гөбөрнәтеренән: “Ә Каруанһарайҙы ҡасан башҡорттарға ҡайтарып бирәһегеҙ?” тигән оторо һорауын (ул тура эфирҙан, иртәгәһенә яҙманан яңғыратылды) урынында уҡ томалап ҡалдырырға тырышыуы күптәрҙең хәтерендәлер. Ә мин иһә әле килеп: хөрмәтле уҙаман! Артабанғы ҡаҙаныштарығыҙҙа Һеҙҙең турала, билдәле йырҙағыса: “Каким ты был – таким и остался, орел степной – казак лихой!” – тип баһаларға яҙмаһын ине, тип теләйем.

Бөгөнгө башҡорт элитаһы халыҡтан ныҡ йыраҡлашҡан, уларҙың яҡынлығы – Ер менән Күк араһы. Шуны ла бит күрергә теләмәйҙәр: Ленин бабабыҙ һәм вариҫтары йырта-йырта “ҡағыҙ ярпыһы”ның да ярпыһына әйләндермеш “Конституция” ҡағыҙында елгә елберләп саҡ-саҡ эләгеп торған ғәзиздәрҙән-ғәзиз туған телебеҙ – милли булмышыбыҙҙың һуңғы сик бағанаһы лаһа!. Уны алып ташлау менән “Конституция”лы дәүләтселлегебеҙ ҙә, Башҡортостан Республикаһы тигән төшөнсә лә бөтәсәк. Хәҙер ана шул бөтөрөлөштөң башланышында йәшәйбеҙ. Сик бағанабыҙҙы ауҙартмаҫҡа саҡырып сың ҡағыр саҡта ялған оптимизм менән һуғарылған әңгәмәлә баяғы бер йөҙәткес “аҡыл” ҡабатлана: “телде һаҡлау ғаиләнән, ата-әсәнән… Беҙ – Конституцияға эйә булған халыҡ… ғорурланырға тейешбеҙ!” Бының менән килешһәк, үҙебеҙгә үҙебеҙ ҡаҙған ҡәбер ситендә ултырып ҡыуаныу булыр ине.







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 345. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Трамадол (Маброн, Плазадол, Трамал, Трамалин) Групповая принадлежность · Наркотический анальгетик со смешанным механизмом действия, агонист опиоидных рецепторов...

Мелоксикам (Мовалис) Групповая принадлежность · Нестероидное противовоспалительное средство, преимущественно селективный обратимый ингибитор циклооксигеназы (ЦОГ-2)...

Менадиона натрия бисульфит (Викасол) Групповая принадлежность •Синтетический аналог витамина K, жирорастворимый, коагулянт...

Типология суицида. Феномен суицида (самоубийство или попытка самоубийства) чаще всего связывается с представлением о психологическом кризисе личности...

ОСНОВНЫЕ ТИПЫ МОЗГА ПОЗВОНОЧНЫХ Ихтиопсидный тип мозга характерен для низших позвоночных - рыб и амфибий...

Принципы, критерии и методы оценки и аттестации персонала   Аттестация персонала является одной их важнейших функций управления персоналом...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия