Студопедия — Илдең Рәми ҡурсаулығы
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Илдең Рәми ҡурсаулығы

“Ете ят” – ете ятыу-һыу тигән һүҙ; егет кеше кәләште, үҙ еренең (8-се) ятыу-һыуын иҫәпкә индермәй, Ҡояш (сәғәт уҡтары) йөрөшө ыңғайына ете ерҙе уҙып, ете ятыу-һыуҙы (“диңгеҙ”ҙе) кисеп, бөтөн Тәүтөйәкте әйләнеп (уратып) үтеп кенә алып ҡайтырға тейеш булған, был иһә уның географик белемен ныҡ арттырған. (Хоҙайҙар юлының һәр ике яғындағы һыу-ятыуҙарҙы -- “диңгеҙ”ҙәрҙе һанап ҡарағыҙ – теүәл һигеҙ). Никахлашырға тейешле ҡыҙ менән егет үҙ еренән Өфө-үҙәк аша үткәрелмеш тура һыҙыҡ-уҡ башындағы ҡаршы яҡ ерҙә йәшәп-торған. Ул уҡтарҙы, бейҙәрҙекенән айырмалы булараҡ, ябай бәндәләрҙең; Өфө-үҙәк аша аралашыу һәм никахлашыу юлдары тип атайыҡ та, бейҙәр юлы менән ҡуша, Тәүтөйәктең схемаһына һалайыҡ:

 

 

Һандарға иғтибар итегеҙ: Тәүтөйәктә йола буйынса никахлашыу 1-се – 5-се, 2-се – 6-сы, 3-сө -- 7-се, 4-се -- 8-се тәүырыуҙар араһында ғына рөхсәт ителгән.

Башҡорт милли биҙәктәренең һәр береһе энцеклопедик мәғлүмәттәргә эйә булыу ихтималлығын һәр ваҡыт яҙа килдем.

19.01.2014.

 

Илдең Рәми ҡурсаулығы

 

Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов юбилейын халҡыбыҙҙың артабан да милләт булып йәшәүенә хәүеф янаған глобалләшеү осороноң ҡырҡыу сәйәси шарттарында ҡаршылайбыҙ. Шуға күрә башҡорт рухи донъяһында лайыҡлы урын алған, милли йәшәйеш оранына әүерелгән үлмәҫ әҫәр – “Туған тел” шиғыры тураһында уйланмай мөмкин түгел, сөнки уның иҫкермәүсән проблемаһы шағир ижадының һәм, ғөмүмән, башҡорт шиғриәтенең зыңғыр үҙәген – “эпицентр”ын тәшкил итеп, күңелебеҙҙә һүрелмәҫлек лейтмотив булып зыңлай. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡорҙашымды халыҡ шағиры иткән, пьедесталға күтәргән шиғыр ҙа – ошо. Йәшлегендә янып-ярһып туған телде ҡурсалаған шәхсән Рәми ҡурсаулығы, шулай итеп, ил күләмендә ниндәй генә фирҡәләр йә төркөмдәр өҫтөнлөк алмаһын, күптән инде дөйөм башҡорт булмышының ҡурсаулығына әйләнде, сөнки шағирҙың йәнен йәнсегән, ауыҙ тулы ҡанды йотоп йәшәргә һәм “йырларға” мәжбүр иткән тынсыу сәйәси мөхит томаны әле булһа таралмай, төрлө сүрәттәргә кереп сәсәтә -- ни өсөн? Тап шуның төп тарихи сәбәбен аңламаһаҡ, һәр кем үҙенән башлап күҙҙәрҙе асмаһаҡ, яман шауҡым башкөлләйен маңҡортлоҡҡа һабыштыртып, башыбыҙға етәсәк – ошо хаҡта киҫәтә түгелме шағир?! Әммә ҡырҡыу “башҡорт мәсьәләһе” уға тиклем дә шешкән, һыҙлатып тулышҡан бит...

Башҡортостан “үҙе теләп” Мәскәү дәүләтенә ҡушылған тарихи дәүерҙә үк, бер-бер артлы илдәр йотоп ҡомһоҙланмыш быуар йылан -- империя уғата ҡарыуланып, туймаҫ йотҡолоҡло һалҡын уралманын Урал аша Себергәсә һуҙылдырып кирелгәс, уның артындағы ғорур башҡорт иле һындырылмаған азатлыҡтың япа-яңғыҙ утрауы булып тора. Үҙе теләп ҡушылһа ла, холоплыҡты үҙһенмәй, үҙ ҡанундары менән ирәүән йәшәп ятҡан, уҡ-һаҙағын, ҡылысын ҡулдан ысҡындырмаған ғөләмә, империя быуымында ла булмышын һаҡларға ҡырҡышып, быуарйәндең тамам теңкәһенә тейә, тамағына арҡыры тора. Ә был иһә Иҙелдән алып Иртышҡаса киң йәйрәгән гүзәлдәрҙән гүзәл ерҙең аҫабаһын тамырынан йолҡоп ташлау, шул тупраҡҡа тулайым үҙе хужа булыу нәфсеһен ҡомарлата. Шуға күрә оторо “башҡорт мәсьәләһе” империя эске сәйәсәтенең көнүҙәгенә ҡалҡып, баш бирмәүсене ер йөҙөнән ҡырсып ташлап ҡотолоуҙың быуаттарға һуҙыласаҡ стратегикалымын – этногеноцид ысулын тәшкил итә (тап шул инде борондан уҡ башҡортто ҡан-дошман һанатҡан төп сәбәп!)...

Милләтебеҙҙе регресс (бөтөүгә юҫыҡланыу) фажиғәһенә терәткән был уҫал ниәт йә аҫтыртын, йә асыҡтан-асыҡ көйрәп, башҡорт өсөн әжәл дәрәжәһендә булғанлыҡтан, “этногеноцид” терминының асылын асып һалыу – уның берәгәйләтелгән ике һүҙҙән тороуын, батша Рәсәйенең дәүләт сәйәсәте кимәлендәге комплекслы йәшертен ҡорал икәнлеген хәбәрһеҙҙәргә хәбәр ҡылыу лазымдыр. Әйтәйек, “этноцид” тигән беренсе өлөшө ғәмәлдә башҡортто көсләп суҡындыртыу, башҡа телдә уҡытып һәм һөйләштертеп (үҙенең әсә телен оноттортоп), ҡатнаш никахтар арттырып ассимиляциялау – бүтән этносҡа (татарға, урыҫҡа һ.б.) әүерелдертеү рәүешле атҡарылһа, “геноцид” тигәне бөтә булған аҫтыртын да, асыҡтан-асыҡ та саралар менән башҡорттоң йәнен алыу, ҡырып бөтөрөү ине (ҡанлы-данлы тарихыбыҙ быға шаһит!), ә был иһә беренсе нәүбәттә, әлбиттә, “башҡорт” тигән һүҙҙең үҙен телдәрҙән һәм күңелдәрҙән һепереп түгеү бурысын алға һөрә (юҡҡамы ни быуаттар буйына уны, ныҡышмалы рәүештә, “татар” тип атанылар, һаман да маташалар). Башҡорт зыялылары был хәтәр хәлде борондан уҡ төшөндө, аңланы: башҡорттоң, үҙ еренә үҙе хужа (аҫаба) булып, милләт булып йәшәү ысулы – Аллаһы Тәғәләнән бирелгән әсә телендә, туған телен күҙ ҡараһындай ҡурсалап һаҡлауында! Үҙ халҡының намыҫлы балаһы булған быуын-быуын башҡорт сәсәндәре, шағирҙары, ҡайһындай ғына үлемесле һынауҙар килгәндә лә, башҡортлоҡтан төңөлмәне, ябай ғына әйткәндә, башҡортто “башҡорт” тип йырлауҙан тынманы. Ҡеүәле был рухи тулҡын большевиктар хакимиәте осоронда Шәйхзада Бабич ижадының иң юғары нөктәһенә сорғолоп, бөйөк шағирҙың яуыздарса үлтерелеүе менән ҡапыл ҡырҡылды, башҡорт теле “башҡорт” һүҙен әйтмәҫлек итеп тешләтелде...

Урал илен баҫҡан ауыр, шомло тынлыҡты ни бары 1943 йылда Ҡадир Даяныбыҙ сазы көтмәгәндә селпәрәмә килтерҙе: Бөйөк Ватан һуғышы фронтындағы шанлы Башҡорт дивизияһында хеҙмәт иткән, батырлыҡ ордендары алған яугир шағирыбыҙ Гитлер фашизмына ҡаршы йәндәрен аямай һуғышыусы башҡорт ҡаһармандарын, һис бер тартынмайынса ауыҙ тултырып, “башҡорт” тип атап данланы. Аллаһы Тәғәлә ғәҙеллегенән ҡарағанда былар бөтәһе лә хаҡ, тәбиғи кеүек ине, әммә...

Бер тарихи документ:

Протокол №1 общегородского собрания писателей Башкирии от 17 и 18 августа 1951 года.

Повестка дня:

1. Идеологические извращения в литературе, вскрытые статьями в газете “Правда” и задачи писателей Башкирии.

Слушали: по первому вопросу доклад т. Валеева А.

...серьезные успехи нашей литературы были достигнуты после исторического решения ЦК ВКП(б) по идеологическим вопросам... Но это вовсе не означает, что мы гарантированы от проявления националистических тенденций в нашей литературе... В 1943 году К. Даян опубликовал свое стихотворение “Сынам Башкирии”, где он пытался дать характеристику воинственности башкирского народа вне времени и пространства:

Спокойные, хладнокровные

Башкиры, живущие на Урале.

Если уж вскипит у них ненависть –

Огонь забушует.

Из древних времен

Башкир был мужественным батыром.

Он, как тигр, набрасываясь,

Гнал своих врагов.

Он батыром родился,

В боях победами прославился.

Врагам он – яд.

Друзьям – исцеление.

 

И на основе такой, с позволения сказать, исторической характеристики Кадир Даян делает вывод, что из этой войны башкиры будут возвращаться с победой...

Наша советская армия победила потому, что она была армией социалистического государства, руководимого великой Коммунистической партией, гениальным полководцем тов. Сталиным. А не потому, что башкиры или другие народы “родились батырами” и испокон веков были героями, как это неуклюже пытался доказать поэт Кадир Даян. В текущем году Башгосиздат выпустил в свет книгу избранных произведений Кадира Даяна. Стихотворение, о котором сейчас только шла речь, конечно, в избранный сборник не вошло. Тем не менее рецидивы идейных ошибок, приводящих в конечном счете к национализму, нашли место и в этой последней книге этого поэта.

Очевидно многие товарищи, сидящие здесь, знают песню Кадира Даяна об отважном генерале Шаймуратове, которая начинается следующими словами:

 

Уезжали башкиры на войну,

Провожал их голубой Урал.

Впереди на играющем коне

Ехал Шаймуратов генерал.

 

В “Избранном” песня “Генерал Шаймуратов” имеет примечание “измененный вариант”. Вариант изменился, а существо ошибки осталось. В измененных строках говорится о боевых делах генерала, о том, что он “проходил через огонь и воды”, “огненную бурю поднимал”, “когда чужую свору громил”. И далее говорится:

 

Урал растил сыновей

Со славными сердцами и мужественно-честных.

Вот с ними врагов громил

Шаймуратов-генерал.

 

И опять получается так, что башкирские воины хорошо воевали только потому, что их растил Урал, а советское государство тут не при чем. При этом не надо забывать: говоря об Урале, Кадир Даян не имеет в виду весь Урал, а имеет в виду только Башкирию... На 107-й странице “Избранного” напечатана другая песенька о гнедом коне большегривом – в третьей строфе песни говорится:

 

На седле отважный егет –

Сокол голубого Урала.

Едет, как батыр Салават,

Высоко подняв саблю свою.

 

Опять егет отважный потому, что он – “сокол голубого Урала” и потомок Салавата, а советское государство тут не при чем.

Или вот на 113-й странице книги напечатан “Марш Кусимова”. Опять “как молния блестит сабля и “из-под копыт искра летит” – едет “отважный сын башкирина – Кусимов”...

Все эти факты говорят о том, что поэт Кадир Даян до сих пор не сумел осбободиться от серьезных идейных ошибок своего творчества, которые, в конечном счете, приводят к националистическим ошибкам...”

 

Бына һеҙгә, кәрәкһә, ҡанлы Николай-батшаның “халыҡтар төрмәһе”нән большевиктарса ҡотҡарылып, азат, яҡты тормошҡа сығарылып, Ленин-Сталин “ожмах”ында күкрәп “сәскә атыусы” башҡорттарҙың, Башҡортостандың хәле!

Йәнәһе, ниңә автор күрәләтә советтарҙы һанламай, беренсе сиратта иптәш Сталиндың бөйөк полководецлыҡ талантын данламай, “башҡорт яугирҙәре” тип яҙа, ә “совет воиндары” түгел? Ниңә: “Башҡорттар китте һуғышҡа, оҙатып ҡалды Күк Урал”, ә ниңә: “Совет кешеләре китте һуғышҡа, оҙатып ҡалды иптәш Сталин етәкселегендәге совет иле” түгел?!.

Ҡыҫҡаһы, фашизмды еңеп сыҡҡан совет Ватанының түҙеп торғоһоҙ бәләһе итеп Ҡадир Даян ижады сәпкә алына ла шағир маңлайына, бөтә башҡорт шиғриәтенең телен тағы тешләттертеп, “башҡорт милләтсеһе” тигән ғүмерлек келәймә һуғыла...

Рәми Ғариповҡа ла, әлбиттә, үҙенең төп әйтер һүҙен – “Туған тел”де -- ошо тынсыу сәйәси мөхитте ныҡ иҫәпкә алып, большевиктар партияһы ҡатылыҡлы ныҡыған социалистик реализм һәм интернационализм ҡалыбына ыҡсым һыйҙырып ижад итергә тура килә. Ысынлап та, ҡарағыҙ: унда урыҫҡа ла, татарға ла, башҡортҡа ла һәм башҡаларға ла берҙәй ҡағылышлы “әсә теле”, “туған тел” тураһында йырлана, ә “башҡорт теле” тигән “крамольный” һүҙ бөтөнләй юҡ. Ләкин башҡорт халҡы уны “башҡорт теле” тип бик дөрөҫ ҡабул ҡылып, рухи хазинабыҙ итеп таныны. Зарығып көтөлгән изге һүҙҙе үҙ ваҡытында һәм элегерәк әйтә алған ярһыу шағир халыҡ рухиәте асманының Шәйхзада Бабич бейеклегенә үрләне – тап ошонда ярылып ята ла инде шәхси ҡаһарманлығының, ижади уңышының төп сәбәбе, этәргесе! Муза түрендә тынлыҡ һаҡлап шымырға, намыҫын аяҡ аҫтына һалып, “бөйөк партиябыҙ” бойорғанса ғына йырлап, “ысын совет шағиры” булып иҫән-имен йәшәп ятырға ҡулайлашҡандарҙы ысын халыҡ трибуны шаҡ-ҡатырып, тоталитар режимдың ауыр тирмән ташын иңбашынан ҡыйыу быраҡтырып оранланы! Әммә был ғына ла түгел. Йылдар үткән һайын, йәшәйешебеҙ киҫкенләшә барған һайын, асығыраҡ күренә: Рәмиҙең бөйөклөгө -- көнүҙәк милли проблеманы байраҡ итеп күтәреүендә генә түгел, ә әләмен ғүмере буйына юғары сөйөп елберҙәтеүендә, хаҡлыҡ хаҡына бер аҙым да сигенмәйенсә, бер кемгә лә бирешмәйенсә, балға-майға сумып ҡына йылы йәшәйеш вәғәҙә ҡылған шаҡшы шайтан ҡотҡоһона төшмәйенсә, йәнен аямай фиҙакәр көрәшеүендә. Үҙе үк киҫәткәйне:

 

Бәлки керләнеп тә бөтөрмөн мин,

Янған өсөн яла яғылыр.

Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,

Яласылар әле табылыр

 

Тик намыҫты данға алмаштырмам,

Юҡ, алданмам арзан даныма.

Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап,

Ҡәләмемде манып ҡаныма.

 

Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,

Халҡым күҙе менән күрермен.

Әгәр кәрәк булһа, илем, телем өсөн

Ғәзиз ғүмеремде бирермен.

 

Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!

Маҡсатымдың иң-иң алыҫын

Яҡын күрер күҙем. Һәр күҙемдә

Балҡып яныр ғорур намыҫым!

 

Алмастай баҙыҡ Рәми рухы, намыҫы ошо ҡатмарлы заманала һәммәбеҙгә иш булып барһа ине! Үкенескә ҡаршы, был йәһәттән арабыҙҙа бурһыуҙар, ыуалыуҙар күбәйҙе. Бөгөн үҙҙәрен “Рәми ағай шәкерте”, “фекерҙәше”, “дуҫы” итеп танытырға, бәҫләнергә ынтылыусылар уның даны тирәһендә шайтан сураларылай өйөрөлөп, милләт, тел мәсьәләһендә Рәмиҙән уҙҙырып ебәрерҙәй һөрәнләп зыҡ-ҡубыша, әммә тим... остазынан аша ҡарарҙай ҡалҡынырға тейешле “шәкерт”тәр уның тубығы кимәленән түбәнерәктә үрмәләй... Йәнгә тейеп биҙҙерткес ҡылыҡтарына күрә, миңә ҡалһа, изге ҡурсаулыҡҡа рөхсәтһеҙ үтеп-кереп улъя ауларға тамшанған браконьерҙар рәүешле был һөмһөҙҙәр. Билдәле шағир һәм ғалим Фәнил Күзбәков уҙаман “Киске Өфө” гәзитенең үткән декабрь һанында: “Әҙәплелек, әхлаҡлылыҡ критерийҙарын, үлсәмдәрен нисек билдәләргә һуң? – тип ылғый шулар хаҡында яҙҙы әсенеп. -- Апрелдә уҙған Башҡортостан яҙыусыларының съезын ғына алайыҡ. Ябай ғына талаптарҙы (әхлаҡ тураһында әйтерлек тә түгел!) тупаҫ боҙоу арҡаһында уның ҡарарҙары нигеҙһеҙ тип табылды. Әҙәп, намыҫ тигән сифатҡа эйә булған әҙиптәр (был осраҡта съезды ойоштороусылар, президиумда ултырыусылар) быға бер нисек тә юл ҡуймаҫ ине. Ә инде бысраҡ эштәре бар йәмәғәтселеккә фашланғас, кәм тигәндә идара ағзаһы булыуҙан баш тартырҙар ине. Бер уйлаһаң, битһеҙҙәрҙең бөгөнгәсә бер ни булмағандай йөрөп ятыуҙарына ла аптырарға ярамай... Әхлаҡһыҙлыҡ, яман сир кеүек, әҙиптәргә лә таралған. Ә үҙе ауырыған кеше башҡаларҙы нисек дауалаһын?! Мине әҙәпле булырға тейешле әҙиптәрҙең берҙе һөйләп, икенсене яҙып, дөрөҫөрәге алдап яҙып, өсөнсө төрлө йәшәп ятыуҙары борсой...” Хаҡ һүҙҙәр! Ундайын муртйән “ҡош-ҡорт”ҡа: “Эйе, йәмле һайрайһығыҙ ҙа бит, йәмһеҙ осаһығыҙ шул...” – тип кенә әйтәһе ҡала.

Халыҡ тарафынан һайланмай-нитмәй ил түренә йылғыр-шылма ҡарпыған ошо “ауырыған кеше”ләр, хакимлыҡ ҡылыусы фирҡәнең йылы ҡуйынына оялап, хатта Дәүләт Ҡоролтайында емереп “эш ҡыйрата”. Йәшермәйем, улар миңә бөтәһе бер сыбыҡҡа ҡунаҡлаған, әтәс ҡысҡырыуын тыңлап берҙәм ҡытҡылдаған ыҫпай тауыҡтарҙы хәтерләтә. Йырлап тауыш биреүҙәре арҡаһында барлы-юҡлы Конституциябыҙ ботарлап ташланды – ҡасандырғы ғорур аҫабаларҙан меҫкен холоптар хәленә тәгәрәнек. Һәммәбеҙҙе әсәй хәстәрлеге менән берҙәй бағырға тейешле Рәсәй Федератив хөкүмәтебеҙ урыҫ телле булып тыумағандарының башына яман зәхмәтләп күндергән бәләне – әсә телдәрен тешләттертеүсе мәғариф реформаһын -- тап шул ыҫпайҙарыбыҙҙың “ҡытҡылдап” хуплауы ярҙамында һис ҡасан да булмағанса ҡатыға ултыртылып, милли мәктәптәрһеҙ ҡалдыҡ, башҡорт нәҫелдәре башҡортса уйлай белмәй, һөйләшә белмәй үҫә. Әлбиттә, аңламайым түгел -- аңлайым, ил яҙмышын хәл ҡылыусы хәҙерге заман сәйәсмәндәре (хатта Жириновский ҙа) сәйәси программаларына “башҡортто бөтөрөргә” тип ҡырт-киҫеп яҙмаған, телдән әйткәндәрен дә ишеткән юҡ, бәлки, быны теләмәйҙәрҙер ҙә. Ләкин күпме йәшерһәң дә, осло беҙ тоҡта ятмай. Башҡорт өсөн борондан уҡ яланғас бер хаҡиҡәт кире ҡаҡҡыһыҙ: башҡорт мәктәптәрен ябыу, башҡорт теле, Башҡортостан тарихы дәрестәрен уҡытыуҙы ҡыҫҡартыу йә бөтөрөү – милләтте бөтөрөүгә йәғни башҡортто этнос булараҡ юҡ итеүгә тиң. Асы миҫалды алыҫтан эҙләйһе юҡ, әле һүҙ барған юбилярыбыҙ Рәми Ғариповтың тыуған төйгәндәге Арҡауыл мәктәбен генә алайыҡ. Йөмһүриәтебеҙҙең моңло “Ашҡаҙар” радиоһы журналистары ошо Яңы йыл алдынан байрам интервьюһы алырға барып, унда башҡортса һүҙ әйтерлек уҡыусыны таба алмаған... Был ни хәл?!. Башҡортостаныбыҙҙың йөҙ милләтле булыуына, ҡатнаш никахтар көнө-төнө ырауына, сабыйҙарыбыҙҙың теле йә урыҫ, йә татар, йә әрмән, йә башҡа берәй булып асылыуына бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныстан иҫерешеп йырлап-бейеп йөрөй торғас, ыңҡылдап көрсөккә таяныуыбыҙ дәрәжәле ил ағаларына мәғлүм түгелме икән әллә? Йәки был да республикабыҙҙың киң мәғлүмәт сараларында көнө-төнө шаулатылған берҙәмлек, халыҡтар дуҫлығы, сәскә атып берҙәй үҫешеү һәм бәхетле йәшәү өлгөһөнә ҡараймы? Исеме менән республикабыҙ исемләнгән төп милләтте ҡаҡшатып, башҡа милләттәр ырыҫлана алырмы?..

Заманында ең һыҙғанып автономиялы дәүләтселлегебеҙҙе төҙөгән, хатта Рәсәйҙең Федераль дәүләт ҡоролошон ижад итешкән башҡорт милли лидерын былтырғы Рәсәй Дәүләт Думаһы трибунаһынан ҡәбәхәт Гитлер фашизмына бәйләп маташыусы Андрей Назаров тигән боҙоҡбаш бәндә, күп тә үтмәй, республикабыҙ башлығының 2011 йыл 23 декабрь бойороғо менән Президент кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде – быны нисек аңларға? Миңә ҡалһа, “әтнәкә”һен ҙур түрәнең үҙенән түгел, ә уны тығыҙ ҡоршаулаған “штатский” өгөтсөләрҙән күрәм. Башҡа килмәҫлек фактты иҫәүән башҡорт үҙ башында әүеш-тәүеш килтереп миңрәүләнһен, осона сыға алмаҫ, тигәндәрҙер инде... Бар булмышына хәтәр ҡурҡыныс янағанда башын ҡомға тығып ҡына тынысланған дөйә ҡошолай иҫәңгерәп, маңҡортлашып барабыҙ бит, юғиһә. Рәми янып шиғарлаған рух һәм намыҫ бейеклеге, фиҙакәрлек етмәй беҙгә. Илдең Рәми ҡурсаулығын тиле дөйә ҡош ҡомлоғона әйләндермәйек.




<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Тәүтөйәктә ҡыҙ (кәләш) алышыу, бирешеү йолаһы | Илдең Рәми ҡурсаулығы. Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов юбилейын халҡыбыҙҙың артабан да милләт булып йәшәүенә

Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 334. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Упражнение Джеффа. Это список вопросов или утверждений, отвечая на которые участник может раскрыть свой внутренний мир перед другими участниками и узнать о других участниках больше...

Влияние первой русской революции 1905-1907 гг. на Казахстан. Революция в России (1905-1907 гг.), дала первый толчок политическому пробуждению трудящихся Казахстана, развитию национально-освободительного рабочего движения против гнета. В Казахстане, находившемся далеко от политических центров Российской империи...

Виды сухожильных швов После выделения культи сухожилия и эвакуации гематомы приступают к восстановлению целостности сухожилия...

Типовые ситуационные задачи. Задача 1.У больного А., 20 лет, с детства отмечается повышенное АД, уровень которого в настоящее время составляет 180-200/110-120 мм рт Задача 1.У больного А., 20 лет, с детства отмечается повышенное АД, уровень которого в настоящее время составляет 180-200/110-120 мм рт. ст. Влияние психоэмоциональных факторов отсутствует. Колебаний АД практически нет. Головной боли нет. Нормализовать...

Эндоскопическая диагностика язвенной болезни желудка, гастрита, опухоли Хронический гастрит - понятие клинико-анатомическое, характеризующееся определенными патоморфологическими изменениями слизистой оболочки желудка - неспецифическим воспалительным процессом...

Признаки классификации безопасности Можно выделить следующие признаки классификации безопасности. 1. По признаку масштабности принято различать следующие относительно самостоятельные геополитические уровни и виды безопасности. 1.1. Международная безопасность (глобальная и...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.017 сек.) русская версия | украинская версия