Студопедия — Саҡ ҡына төпкөл тарих
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Саҡ ҡына төпкөл тарих






Ижад юлы – бәхет, шатлыҡ юлы.

Әммә ауыр, хәтәр ҡайсаҡта.

Ҡурҡыу белмәҫ ысын батыр ғына

Йығылмайса атлай ул сафта.

 

Йыһат ҡустым, һиндә саф, халыҡсан

Тыйнаҡ түҙем, ҡөҙрәт етерлек.

Талант көсөң бер юл ярып алһа,

Даръя булып ағып китерлек.

 

Илле йәш ул – ил ағаһы йәше.

Килешеп тора һиңә бигерәк тә.

Илле йәш ул – ирҙең бөркөт сағы,

Ғәйрәт йыйған сағы беләккә.

 

Йәшә ҡустым, ҡүҡрәк киреп, йырлап,

Бәхет йондоҙоңа юл ярып.

Яңрап торһон саф йөрәктән сыҡҡан,

Ил йөрәген тойған моңдарың.

 

Ҡотло булһын, ҡустым, илле йәш!

Тағы илле йәшә шулай йәш.

Ижад шишмәң кибеү белмәһен,

Ҡартлыҡ еле һиңә теймәһен.

 

Зәйнәб Биишева.

04.XII.1982

 

 


Бабалар, замандаштар иҫтәлегенә;

Редакторы

 

Солтанов Йыһат.

Әҫәрҙәр ун биш томда, VII том. Эскерһеҙҙең тормошо (Заманым. Ауылым. Ырыуым. Шәжәрәм) – хәтирәләр. Өфө: «Китап», 2003. — 544 бит, яҡынса 44 баҫма табаҡ.

 

Ауыр, ҡатмарлы һәм фәһемле тормош юлы үткән, ябай һабансы-колхозсынан алып күренекле әҙип, тарихсы-ғалим дәрәжәһенәсә үҫешкән, алтмыш ете быуын ата-бабалар шәжәрәһен ентекләп асыҡлаған авторҙың ғүмер тәүәрихе илдекенә, халыҡтыҡына тығыҙ бәйләнештә бирелеүе менән мемуар әҙәбиәтебеҙҙә үҙенсәлекле айырым бер урын алып тора һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла.

Илебеҙҙең үткән быуат елле-дауыллы һәм ҡатмарлы ваҡиғалары ә кешеләрҙең шуға, бер-береһенә мөнәсәбәте авторға хас тоғролоҡ менән йәшермәйенсә, биҙәмәйенсә бирелә.

Был китап башҡорт мемуар әҙәбиәтенә тос өҫтәлмә булмаҡсы.


 

 

Саҡ ҡына төпкөл тарих

 

 

Мин, салдарҙан сал Үҫәргән ырыуының ҡамалар араһы башҡорто Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы, колхозлаштырылған илебеҙҙең ҡоролоҡ-аслыҡ ғәрәсәте осоронда — 1932 йылдың 3 декабрендә Башҡортостандың Йәнсура[YS2] [YS3] [1] [YS4] районы Ырыҫҡол ауыл советы Сәнкем-Биктимер ауылында тыуғанмын. Батшалыҡ заманындағы административ бүленештә — Орск өйәҙен, ә Бәләкәй Башҡортостан АССР-ы төҙөлгәс — Үҫәргән кантонын һәм ылыҫтарын (волостарын), шунан һуң Йылайыр кантонын һәм ылыҫтарын тәшкил иткән Үҫәргән ырыуы башҡорттарының йәйрәп ятҡан иркен ер-һыуҙарын 1930 йылдың 20 авгусында, кантон һәм ылыҫтар системаһы урынына район һәм ауыл советтары системаһын булдырып, Йәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондарына бүләләр. Ә ул райондарҙың тышҡы сиктәрен уратып алған тарафтар ул саҡтарҙа, 1919 йылдан биреле, Ҡырғыҙ (хәҙергесә әйткәндә, Ҡаҙаҡ) АССР-ы (баш ҡалаһы Ырымбур) булып йөрөй. Был иһә ҡыҙыл Рәсәй хөкүмәтен, юлбашсыларын хәүефкә һала, бик борсой: бер үк сик буйында ут күршеләр булып йәшәгән туғандаш башҡорт һәм ҡаҙаҡ халыҡтарының ҡыҙыл Рәсәй империяһына ҡаршы берләшеүе мөмкин бит. Ошо хәтәр сиктәшлекте бөтөрөү өсөн, ике араға «шына» килтереп тығалар — РСФСР-ҙың буфер Силәбе, Ырымбур өлкәләре ижад ҡылына. Бының өсөн ВЦИК-тың 1934 йыл 17 ғинуар декреты менән Силәбе өлкәһенә Башҡортостан республикаһының Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарын, ә шул уҡ йылдың 7 декабрь декреты менән Ырымбур өлкәһенә — тулыһынса Туҡ-Соранды һәм Үҫәргән ырыуы райондары биләмәләренең байтаҡ өлөшөн (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Гай, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Төйлөгән райондары) ҡанын сығарырҙай киҫеп алалар. Һөҙөмтәлә Йәнсура районының мине тыуҙырған яртыһы балта сапҡандай ярып ситләтелә — Ырымбур өлкәһенең Йәнсура (урыҫса боҙоп рәсми яҙылышында Зиянчуринский) районы булып китә, ә Башҡортостан республикаһында килеш тороп ҡалған ярты өлөшөн, тегеһенән айырымландырыу өсөндөр инде, «я» хәрефен «а»-ға алмаштырып, Зианчура (Зианчуринский) районы рәүешендә үҙгәртеберәк яҙалар. Шуға тиклем район үҙәгебеҙ бер үҙенә ике исемле (Бәкәтәр, Йәнсура) ауылында ине. Исемдәрҙең тәүгеһе бик боронғо — алыҫ Бәкәтәр батырҙың 420 йылда Гурж (Грузия) батшаһы Бәхтәң менән бәрелештә һәләк булыуы боронғо тарихҡа теркәлгән (Мровели Леонти. Жизнь картлийских царей. «Наука», М., 1979; 84-енсе бит). Тарихнамәлә Абыҙ Бәкәтәр батыр ғәскәрендәге «абыҙҙарҙы һәм ҡыпсаҡтарҙы» («овсов и кивчаков») Бәхтәң-батшаның һуғышып еңеүе һәм буйһондороуы әйтелә (90-ынсы бит). Ошо уҡ бәрелеш тарихы «Бәкәтәр батыр» тигән башҡорт риүәйәтендә күренә (Башкирские предания и легенды. Уфа — 1985; 103 — 104-енсе биттәр). Грузин тарихында Бәхтәң-батшаның бер туған һеңлеһен абыҙҙар һәм ҡыпсаҡтар — башҡорттар урлап китһә, башҡорт риүәйәтенең «Бәкәтәр-мәргән» тигән икенсе бер вариантында ла (машинкала баҫылған һәм яҙып алыусы Ф.Ф. Илбулдин дөрөҫләп ҡул ҡуйған тексы миндә һаҡлана) ҡаршы яу яғының ҡаҙаҡ ҡыҙын (бында грузин шулай ҡаҙаҡҡа алмаштырылған) урлап алып ҡайта башҡорттар. Бәкәтәр-мәргәндең ләҡәбе лә унда, «Бәкәтәр ауылы исеменән алынған», тип әйтелә... Шулай итеп, Бәкәтәр ауылының исеме V быуат башына барып тоташа. Ә уғата төптәнерәк төпсөнһәк, хәҙерге Бәкәтәр — хәҙерге төньяҡ Афғанстан ерендәге бик боронғо Бәкәтәр (Бактор) дәүләтебеҙҙең (Бәктора//Бактрия) баш ҡалаһының исеме ул (әйткәндәй, әлегәсә үҙебеҙҙең Алыҫ Көнсығыштың Хабаров крайында ла Бактор тигән ҡала бар).

Ә инде район үҙәгебеҙҙең Йәнсура тигән рәсми аталышына килһәк, атаҡлы «Үҫәргән тәүәрихе»ндәге ырыу шәжәрәбеҙгә теркәлгән, ҡасандыр шул бик боронғо Бәкәтәр тигән ауылда түрә булып торған бабабыҙҙың исеменән килә ул[2] (шунан һуң ауыл ошо көндәргәсә ике исемле булды: халыҡ телендә -- Бәкәтәр, рәсми аталышы Йәнсура). Был бабаның нәҫелдәре ошо көнгәсә фамилияларын боҙмайынса, Йәнсурин (Янсурин) тип яҙып йөрөтәләр, «Башҡортостан» гәзитенең ҡарт журналисы Ф. Абдуллин уҙамандың ташҡа баҫылған бер ҙур мәҡәләһендә лә күренде был. Ауылдың ошо күркәм исемен, иҫке төрки яҙмаһында ҡабул ҡылынғанса, бер аҙ татарлаштырып, тәүҙә — Жәнчура, бара-тора Зианчура (урыҫса Зиянчурино) тип рәсмиләштергәндәр... Башҡортостандағы район үҙәген шул Бәкәтәрҙән Иҫәнғолға күсергәндә, күрәһегеҙ, уның боҙоҡ исеме лә бергә киткән, «хатта стеналарҙағы ҡаҙау-сөйҙәргә тиклем һурып алып киттеләр» тип һөйләй торғайны өлкән быуын...

Башҡортостаныбыҙҙан ситләтелгән райондар араһынан нәҡ беҙҙеке — иң бәхетһеҙе булып сыҡты. СССР-ҙың баш түрәһе алабарман Н.С. Хрущев заманында уны бөтөрөп, биләмәләренең яртыһын — Ҡыуандыҡ, яртыһын Биләй райондарына ҡуштылар. Йомоштарыбыҙ менән Ҡаҫмарт, Һаҡмар һәм телдәре татарлашыуға ауышмыш Үҫәргән (апанды араһы) башҡорттарының Алабайтал ауылы аша Яйыҡты (Уралды) кисеп сығып, Ҡаҙағстандың ҡомло сәмүм елдәре, ә ҡышҡыһын һепертмә ҡар бурандары иҫеп торған алыҫ Биләйгә йөрөнөк. Ләкин быныһы ла оҙаҡҡа барманы — беҙҙең яҡ яртыны Биләйҙән кире ҡырҡып алып, Һарыҡташ районына йәбештерҙеләр. Ошо көндә мин үҙемде иле-ере таланған, кеше илендә йәшәгән килмешәктәй хис итәм, сөнки Башҡортостанымда минең үҙ районым юҡ, ә етәкселегендә башҡорттарҙан бер кем дә булмаған һәм башҡорт мәҙәниәтен, минең мәҙәнилегемде бар тип тә белмәгән һәм кәрәкле һанамаған Ырымбур өлкәһе һәм райондарында мин улар өсөн — шырау, ҡунаҡларлыҡ йорто-ере булмаған бер мосафир. Ҡасандыр ғәзиз бабабыҙ Муйтәндең Иртыштан алып Иҙелгәсә йәйрәп ятҡан биләмәләренән исеме генә ҡалды минең өлөшкә. Бөтөндө бөтөргөң килһә, ботарла ла бүлгеслә, тигәндәре ошолор...

 

Иртыш-һыуҙан алып — Иҙелгәсә,

Ағиҙелдән — алыҫ Кәспийгәсә

Усаҡ яға беҙҙең Үҫәргән.

Өнһөҙ өлкәләрҙең өлпөләре

Булып бүлгесләнгән, бүҫелгән.

 

Тере тәнде сабып тураҡлауы

Топор-балтаға тик килешә.

Ҡаңғырамын, ҡанап, бүлкәләрҙә, —

Шағир йәнен киҫкәс өлөшкә...

 

Һәм Ҡаманан алып — Обь-һыуғаса,

Ағиҙелдән — ҡарлы ҡотопҡаса

Ярты яғым — Башҡорт ҡанһырай.

Йөрәгемдең төбөн — Межгорьены

Умырып алып, «топор» ҡон һорай...

 

Тыпырсынған тере ҡалъяларҙың

Йәне сыҡһа сығыр, — өнө юҡ.

Гүр ташылай ҡатҡан Каруанһарай,

Биленә тиң моңға күмелеп.

 

Ай-осона ҡарпып, ҡушбаш-ҡоҙғон

Тәсбихләрме ҡара тәкбирен?..

Юҡ! — «Топор»ҙо гүргә быраҡтырҙы

Һүнмәҫ рухым, еңеп тәҡдирҙе!

 

«Башҡортостан — ҡайын япрағы», тип

Ҡайыҙлаусы ҡылмаҫ тантана!

«Топор»соноң йәне тыпырсынып,

Ҡурай остарынан ҡан тама.

 

Әйткәндәй, ошо көндә Самара өлкәһенең Оло Черниговка районында бүленеп ҡалған ана шул минең ырыуҙаштарым үҫәргәндәр башҡорт донъяһына бөйөк ике әҙипте — Һәҙиә Дәүләтшина менән Рәшит Ниғмәтиҙе тыуҙырған. Минең дә алыҫ бабаларымдың береһе булған атаҡлы Бикбау-көнәсәнән (кенәздән) тармаҡланыу халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең нәҫел шәжәрәһендә бик асыҡ күренә: Рәшит — Ниғмәтулла — Өркөнбай — Диңгеҙбай — Юлымбәт — Үтәгән — Бикйән — Ҡотлогилде — Теләүкәй — Бикбау.

Ағасы — Миләш.

Ҡошо — Торна.

Тамғаһы — Ҡойошҡан». («Ағиҙел» журналының 1999/10 һаны, 178-енсе бит).

Үҫәргәндең үҙҙәрен Бүре-әсәнән тыуған (йәки уны имеп үҫкән) башбаба тоҡомдары итеп һанауы (Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө — 1980; 82-нсе бит, № 49) һәм шуға күрә бүре-эткә табыныуҙары, ә урта быуаттарҙағы татар-монгол илбаҫарҙары һәм уларға буйһонған илдәрҙең ҡәүемдәре ошолай бүре-эткә табыныусы үҫәргәндәрҙе «нуғай» (монголса ул «эт» тигән һүҙ) тип атауҙары (Чокан Валиханов. Избранные произведения. «Наука», М. — 1986; 235-енсе бит) мәғлүмдер. Һәм ҡасандыр Ағиҙел буйҙарынан Ҡубанға күсенеп киткән, хәҙер ҙә шунда ил ҡороп йәшәгән «нуғай»ҙар — минең менән бер нәҫелдәш (шәжәрәләренән үк күренә) — бер үк Үҫәргән ярсығы...

Инде тыуған төйәгемә ҡайтайыҡ.

Боролоп-боролоп аҡҡан Ҡаҫмарт һыуы Һаҡмарға килеп ҡойған ерҙә ике йылғаның һыуын һыулап ғүмер иткән ата-бабалар ауылы Сәнкем-Биктимерҙе тарихи төҫмөрләтергә тип ғәзиз әсәйем Бибисадиҡа (1896 йылда тыуған) аманатлап яҙып ҡалдырған ҡәҙерле ҡомартҡыны үҙгәртмәйенсә, тип әйтерлек, күсерәм.

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 508. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

СИНТАКСИЧЕСКАЯ РАБОТА В СИСТЕМЕ РАЗВИТИЯ РЕЧИ УЧАЩИХСЯ В языке различаются уровни — уровень слова (лексический), уровень словосочетания и предложения (синтаксический) и уровень Словосочетание в этом смысле может рассматриваться как переходное звено от лексического уровня к синтаксическому...

Плейотропное действие генов. Примеры. Плейотропное действие генов - это зависимость нескольких признаков от одного гена, то есть множественное действие одного гена...

Методика обучения письму и письменной речи на иностранном языке в средней школе. Различают письмо и письменную речь. Письмо – объект овладения графической и орфографической системами иностранного языка для фиксации языкового и речевого материала...

ОСНОВНЫЕ ТИПЫ МОЗГА ПОЗВОНОЧНЫХ Ихтиопсидный тип мозга характерен для низших позвоночных - рыб и амфибий...

Принципы, критерии и методы оценки и аттестации персонала   Аттестация персонала является одной их важнейших функций управления персоналом...

Пункты решения командира взвода на организацию боя. уяснение полученной задачи; оценка обстановки; принятие решения; проведение рекогносцировки; отдача боевого приказа; организация взаимодействия...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия