Студопедия — Китәбеҙ Үзбәкстанға
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Китәбеҙ Үзбәкстанға






 

Күңелле генә уҡып йөрөгәнемдә, беренсе кластан һуң мәктәбебеҙҙән тайырға тура килде — тол ҡатын хәлендә кәмһетелеп йәшәүҙән тамам интеккән әсәйем, Андижан ҡалаһында милиция бүлеге сәркәтибе булып эшләгән, әсәйемдең бер туған ҡустыһы Хәбибулла абзыйымдың саҡырыуы буйынса, Һунарсылағы өйөбөҙҙө Байназаров Әхмәҙулла тигән ағайға һатып, ҡаралтыларҙы төйнәп багажға һалып, ә «Зингер» тегеү машинаһының киндер сепрәккә төрөлгән өҫкө өлөшөн ҡулына тотоп, Бибиғәфифә оләсәйем менән мине һәм беҙгә тағылып шул яҡтағы туғандарына юлланыусы Әбдрәшитова Миңнура апайҙы ла эйәртеп, алыҫ сәфәргә сыҡты. Шуныһы иҫтә ҡалған: колхоздың көлтә арбаһылай һелкенеп тә шығырлап барған ағас вагондың сумаҙандар һала торған иң өҫкө буш бүлкәһенә йоҡларға менгәнемдә ағас һаплы салғы бәке табып алып шатландым — үҙ ғүмеремдәге беренсе бәкем ине был...

Андижан ҡалаһының иҫке шәһәрендә гүзәл-бейек манаралы ямиғи (соборный) мәсет янындағы (совет хакимиәте был ҙур майҙанлы һоҡланғыс комплекстан «айҡау-сайҡау баҙары» яһағайны, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында унда фронт өсөн кейем тегеүсе фабрика урынлашты) 2-нсе Пилләкәш[15] урамында Арипжан әкә тигән үзбәктең бейек балсыҡ диуарҙар менән ҡоймаланған иркен ихатаһындағы шулай уҡ балсыҡтан буралған боронғо атхананың икенсе ҡатында ҡасандырғы ат ҡараусылар торлағына фатирға урынлаштыҡ. Әүәлге үзбәк йорттарында өй йылытҡыс мейес тигән нәмә юҡ — иҙән уртаһына дүрткелләп ҡаҙылған соҡор өҫтөнә дүрт тояҡлы тәбәшәк өҫтәл ҡуйып, уға оло юрған ябып, тыштағы усаҡтан сүлмәккә һалып алған тере ҡуҙҙы соҡор уртаһына ултырталар ҙа ғаилә ағзалары бөтәһе тиң өҫтәл тирәһенән юрған аҫтына (соҡорға) аяҡтарын тығып, йылынып ултыралар йәки, юрған ситен эйәктәренәсә тартып, шул ятҡан урындарында йоҡлап ҡалалар. Аяҡтары йылынһа ла, арҡаларынан һыуыҡ үтеп, ҡара күкһәү менән ауырып үләләр, ти торғайны медицинанан хәбәрдар булған әсәйем. Ысынлап та, ырашҡылы-һыуыҡ февраль айы еттеме, йүткереп үлә башлайҙар — быны бөтә мәхәлләне яңғыратып ҡатын-ҡыҙҙарҙың сеңләүенән беләбеҙ. Сеңләүҙең алыҫҡа ишетелерлек көслө булыуы маҡтала.

Беҙҙең торлаҡта Рәсәйҙең ябай тимер мейесе — «буржуйка» ҡуйылған, һыуыҡ айҙарҙа ғузапая (мамыҡ һаламы) яғып йылытабыҙ өйҙө. Әсәйем көн дә баҙарға барып, бер бәйләм ғузапая һатып ала, уны ялланып эшләүсе олпат үзбәк ағай арҡаһына йөкмәп килтереп китә. Әммә өй йылыны тотмай, өшөйбөҙ.

Яҙғыһын йонсоуҙар онотола, ихата ожмах баҡсаһына әйләнә. Төрлө емеш ағастарын, ғәжәп хуш еҫле роза гөлдәрен һуғарып, ихатаны уратып арыҡ аға, дүрткелләп ҡаҙылған һыу йыйғыс хауздары (бассейндары) тирә-яҡҡа һалҡынса сафлыҡ бөркөлдөрә, ихатаның беҙгә ҡаршы төпкөл яғында иһә хужаның шул уҡ балсыҡтан бейек итеп, эсле-тышлы күркәм биҙәктәр һалып эшләнгән йорто, диуарындағы сөйөндә иһә ытырғаныс саяндарҙы һалып тонсоҡторған мамыҡ майлы быяла шешә аҫыулы тора (кешенең саян саҡҡан урынын шул майҙы һөртөп дауалайҙар). Беҙҙең яҡлап уң ҡулдағы диуар буйында нан (көлсә) йәбештереп бешермәле әҙәм һыйырлыҡ ҙур көршәк мейес (тәндер), ә арыраҡ мөйөштә балсыҡтан дөйөм бәҙрәф, хәҙерге заман туалет ҡағыҙы урынына унда эстәге бер һикәлтәлә — ваҡ ҡына итеп кителгән балсыҡ киҫәктәре... Елле-дауыллы төндәрҙән һуң иртәнсәк тышҡа сыҡһаң, арыҡ өҫтө тулып донъялағы иң тәмләнеп бешкән алмалар аға — мин алып ашай инем. Ихатаның бәҙрәфкә ҡаршы яҡ мөйөшөндә ҡуш йоҙроҡтай эре алмалар биргән, ләкин тамаҡты ҡурыуы (быуыуы) сәбәпле «буҡаҡ алма» аталып, ашарға ярамаған шаҡтай йыуан олонло ҡарт алмағас бар ине, төнгө дауылдарҙың береһендә ул биленән шартлап һынды. Иртәгәһен хужабикә Мотабархан апа оләсәйемә килеп, ҡото осоп илай-илай: «Бынан егерме йыл элек вафат булған ҡайным миңә асыуланған — төндә ҡайтып, зил-зилә ҡуптарып, буҡаҡ алманы ауҙарып китте»... — тип зарланды, асыуланған мәрхүм ҡайныһының күңелен табыу өсөн, уның рухына баяғы тәндерҙә өс тәүлек буйына сыраҡ (факель) яндырып тотто (хәҙер белеүемсә, утҡа табыныусы сурашторасылар дине ҡалдығы).

Андижанға “Нужа бабай” ҡыуып килтергән яҡташтарыбыҙ байтаҡ, бигерәк тә, үзбәккә барып, биш-алты балалы булғас, үзбәк ире балсыҡ диуар араһында ташлап китеп, илашып йөрөгән татар ҡатындары йыш осрай ине. Үҙебеҙҙең яҡтан килеүселәрҙең күбеһе беренсе итеп беҙҙең өйгә һуғылалар ҙа милиция бүлегендә мөһим эш башҡарған Хәбибулла абзыйымдан паспорт тигән нәмә алышып биреүен көтөп яталар ине. Шундайҙарҙың бер нисәһенең ҡыҙҙары менән дуҫлашыуым, иҙәнебеҙҙә ырғый-һикерә уйнауыбыҙ хәтерҙә. Үҙебеҙҙең ихаталағы Тажихан, Мәйсәрәхан исемле үзбәк ҡыҙҙары менән дә дуҫ инем.

Ә бындағы минең икенсе өйөм — ҡаланың арғы осондағы Һибәтулла (әсәйемдең бер туған ҡустыһы) абзыйымдың беҙҙеке кеүек үк шөҡәтһеҙ генә фатиры. Ул да милицияла эшләй, Бәхтиямал еңгәйем иһә Фәрит, Ринат исемле ҡустыларым менән өйҙә генә хужабикә булып ултыра. Бигерәк тә Һибәтулла абзыйымдың патрондарҙан бушатылған, ҡара ҡарға һыртылай йылтыраған оло алтатарын тотоп ҡарау бик ҡыҙыҡ ине миңә.

Фәрит ҡустым йыш ҡына, аҡса ялбарып, атаһының быуынына ҡорт булып төшә (ә мин өйҙә лә бер кемдән дә бер нимә лә һорамаҫҡа күнеккәс, сәйер күренә ине). Атаһы биргән һумлыҡ ҡағыҙҙы усына йомарлап, икәүләшеп яҡындағы «Пьяный базар»ға[16] йүгерәбеҙ, тәмле лимонад алып эсәбеҙ.

Бильдинский тигән, Иҫке һәм Яңы ҡаланы тоташтырған, ике яғына арыҡты буйлатып бейек тополдәр үҫтерелгән хәтһеҙ оҙон урамды буйлап, ҡаланы урталай бүлеп үткән тимер юлды аша атлап, аҙнаһына бер нисә тапҡыр барып әйләнәм уларға. Әсәйем дә, сөмкә тотоп, Урта Азия эҫеһендә талсыға-талсыға, йыш тапай был урамды — ашар аҙыҡты Яңы ҡалалағы махсус милиция дөкәненән («закрытый магазин»дан) һатып алып ҡайта, ҡайһы саҡ уның яурынына арҡылы һалынған оҙон килбәтле үзбәк ҡарбузы ла була. Балаҡтарын һәм еңдәрен төрнәгән ялан аяҡлы, мыҡты кәүҙәле үзбәк ағай иртә-кисен Бильдинский урамға, оло күнәге менән аҙымы һайын арыҡтан һыу һоҫоп алып, тигеҙ итеп йәйелтә һибеп, һауаны сафландыра, рәхәт һалҡынлыҡ тарала. Елле көндәрҙең береһендә күҙем алдында тополь ауып, аҫтында ҡалған йәш кенә бер урыҫ егете башы ярылып үлде...

Бильдинский урамынан уңға боролоп, иҫке күсә (урам) буйлап китһәң, һул яҡта — бейек диуар менән уратылған иҫке зират. Уның төрлө сағыу төҫтәргә биҙәкләп эшләнгән һәм даими бикле торған дәү ҡапҡаһы үҙенең гүзәллеге менән хайран ҡалдыра ине. Бына шул изге сихриәттең теге яғында, диуары емерек урындан зиратҡа кереп, һис нәмәгә иҫтәре китмәгән ҡиәфәттә кесе һәм оло ярауҙарын итеп ултырыусы үзбәк нәҫелле ир-аттың был йәмһеҙ ҡылығын башыма һыйҙыра алманым...

Тимер юлды арҡылы сығып «Пьяный базар» яғына бер уҙғанымда иһә рельс буйында ҡара мазутлы шпалда муйынынан башы ҡырт-өҙөлгән урыҫ ағайҙың кәүҙәһен күреп тетрәнем, шунан биреле ғүмерем буйына рельстәргә һәм шпалдарға ытырғанып ҡарайым...

Үҙенсәлекле үзбәк тормошон сәйерһенеп күҙәтеп йөрөр инем. Ҡатындары ирҙәренең нан йәки ит, дөгө, йәшелсә алып ҡайтыуҙарын диуарҙарынан сыҡмайынса сабыр көтөп, әсе ҡатыҡ менән баш йыуып (сәсте оҙон үҫтерә) һәм сәс тарап, йәки бала ҡарап өйҙә ултыра, сыҡҡанда ла йөҙө кешегә күренмәҫлек ҡара ҡыл иләкле бөркәнсек — пәрәнжә бөркәнеп китә (совет ҡанунына ныҡлы таянған йәштәр генә йәшермәй ине йөҙҙәрен). Һәр ихатала опиум мәге үҫә, уны ҡуҙлы «хур-хур»ға (ҡалъянға) һалып төтөнөн тарталар, бишектәге сабый балаларына ла мәк ҡайнатып эсерәләр — иламай йоҡлай ҙа ята. Бишек тигәнең — төбөн тишеп сүлмәк ҡуйылған бәләкәй генә бәүелтмәле карауат — ярауҙары шул сүлмәккә йыйыла. Сабыйҙы салҡан һалып, ҡуҙғалмаҫлыҡ ныҡ итеп биләүләйҙәр (бығаулайҙар, тип әйтке килә), шуға күрә үзбәктәрҙең башы осло һәм арттан ялпаҡ булып боҙолоп үҫә. Хәлле ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҫыл сеүәктәренең табандары баҫҡан һайын ғыршылдап (беҙҙәге сасҡау ҡар шығырлағандай) тауыш бирәкәй итеп тегелгән — ирҙәре һәр баҫҡан аҙымын белеп торһон өсөндөр, тиҙәр ине... Ә ҡаланың күркәмлеген тәшкил иткән сәйханаларҙа ир-ат заты киң урындыҡтың табын түренә аяҡ бөкләп ултырып, бер йотом ғына яһалған һөтһөҙ әсе йәшел сәйҙе бөтәһе бер быяланан (касанан) сиратлап һемерә — түңәрәк буйынса ҡулдан-ҡулға күсә ул. Ә уртала — опиум мәге һалып тоҡандырылған баяғы «хур-хур» (ҡалъян), уның иҫерткес төтөнөн дә сиратлашып һуралар ҙа иҙерәп ултыралар. Беҙҙәге киоскыларға оҡшаш дөкәндәрҙә төрлө дәүмәлдә һәм көмөш биҙәкләп эшләнгән ҡынлы үзбәк бысаҡтары һатыла (йорт хужабыҙ Арипжан әкә шундайҙарҙың береһендә һатыусы ине), һәр ир заты билбауында насыбай һауыты менән йәнәш ҡынлы бысаҡ йөрөтә. Әленән-әле мәхәлләлә (микрорайонда) кемдеңдер көнләшеү арҡаһында ҡатынын һуйып үлтереүе тураһында ишетелә, ундайҙарҙы милиция ла тота алмай ғәҙәттә: фәләнсәнең «быҡынына пычаҡ тыҡып, Афған ашты» (йәғни Афғанстан сиге аша сығып китте), ти ҙә ҡуялар...

Әммә тамаҡ төптәренән уралып сыҡҡан үзбәк йырҙары әсир итәләр ине мине. Мәҫәлән, ошо йәшемә етеп тә, онотолмаған ҡайһы бер шиғри юлдар, куплеттар бар:

 

Миниң урамалим шайи, уртасида бар Айи...

 

(Минең шәлем шайы-биҙәкле ебәктән, уртаһында бар Айы). Шуныһы бик ҡыҙыҡлы: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары шәл бәйләгәндә һалған «Ай» биҙәктәре үзбәк шәлдәренә лә һалына һәм шулай уҡ «Ай» атала.

 

Далада тайчиҡ кишнәйди, ат булам диб, — яр-яр!

Өйдә киленчәк йығлайди, ят булам, диб, — яр-яр!

 

(Килен оҙатыу әйтеше). Йәки:

 

Дутарим «дың!» итәди, Мәрғиләнгә етәди,

Мәрғиләнниң ҡизлари ачиҡ алма икәди.

Ачиҡ алма пишипти, тал күчәгә төшөпти.

Тал күчәңиз тар икән, юлда базаз бар икән,

Ул базазниң хатини шайи күлмәккә зар икән.

Шайи күлмәгиң шайтана — су апкилиң ҡумғанда,

Баш тарайлик айванда...

 

Былар барыһы ҡарнай менән сорнай тигән, тын өрөп көй сығармалы ҡоралдарға эйәреп башҡарыла.

Йорт хужабыҙҙың өйөндә изге йома һайын ҙур ҡаҙанда тәмле хуш еҫ аңҡытҡыс былау бешереп, ағай-энеләре менән йыйылышып ултырып хозурланалар, оло быялаға (касаға) һалып беҙгә лә керетәләр ине. Роза гөлдәренең татлы еҫтәре аңҡыған иҫерткес-серле тымыҡ кисәләрҙә ошондай хозур мәжлес барған балахананан (балкондан) бөтә мәхәлләгә наҙлы һандуғас һайрауынан кәм булмаған гүзәл моң тирбәлеп тарала — шау ебәктән кейенгән, биттәренә алһыу кершән яҡҡан, ҡаштарын сөм-ҡарайтҡан һылыуҙарҙан һылыу йәш ҡатын, хужабикә Мотабархандың бер туған һеңлеһе, бөтәһен таң ҡалдырып һәм әсир ҡылып йырлай ҙа йырлай. Көндөҙҙәрен эргәбеҙҙәге ҡапҡанан атлап кергәнендә уның сихри һылыулығын күреп шаҡ-ҡата инем (һигеҙ йәштәге малай!). Нәзәкәтле шул тымыҡ кисәләр көтмәгәндә һандуғасынан яҙҙы — һылыуйәндең «быҡынына» ла «пычаҡ тыҡып Афған ашты»лар...

Арыҡ-канал һыуҙары мөлдөрәп ағып, аллы-гөллө сәскәләргә төрөнгән, телеңде йоторлоҡ емештәре бихисап мул өлгөргән, ҡыҙыҡлы ғөрөф-ғәҙәттәре, йыр-моңдары менән зауыҡландырған Үзбәкстан тупрағынан мине ҡапыл биҙҙерткән һәм күңелемә бер ҡасан да юйылмаҫлыҡ ҡурҡыныслы шом һалған тетрәндергес бер ваҡиға булып алды. Иртә менән уянып, иҙәнгә түшәлгән йоҡлау урынымдан (беҙҙең бер карауат та юҡ ине) торорғамы, тормаҫҡамы тип, йылы юрған аҫтында иҙерәп ятҡанымда, нимәгәлер йөрәгем тайҙай уйнаҡлап, ҡапыл ҡалҡынған ыңғайыма осама ниндәйҙер осло беҙҙең ҡот осорғос ауырттырып ҡаҙалыуынан аҡырып ебәрҙем. Әсәйем менән абзыйым шунда уҡ йәһәтләнеп, йәмһеҙ-йыуантыҡ ете быуын ҡойроҡло һәм осло-үткер ҡаяулы, алғы ике тарбаҡай ҡулы беҙҙәге ҡыҫаланыҡылай ҡайсы-ҡыҫҡыслы ытырғаныс йән эйәһе саянды эләктерҙеләр: «Бәхетең — ун ике быуынлы түгел, юғиһә үлер инең!» — тип «йыуаттылар». Шундағы йола буйынса, иҙәнгә ҡапланған быяла табағы өҫтөнә, уртала буш урын ҡалдырып, уратып кәрәсин ҡойҙолар ҙа саянды нәҡ урталыҡҡа ултыртып ут төрттөләр, ут дүңгәләгендә ҡамалып ҡалған яуызйән, ифрат ытырғаныс сыйылдап, зәһәр ҡаяулы ҡойроғон өҫкә ҡайтарып, үҙенең елкәһенә үҙе ағыуын ҡаҙап дөмөктө. Арипжан әкәнең баяғы саяндар тултырылған мамыҡ майлы шешәһен алып килеп, саян саҡҡан осамды майланылар, шуның менән тамамланды шифалау һәм дауалау...

Ауылда беренсе синыфты үтеп килһәм дә, Хәбибулла абзыйым етәкләп көҙөн мине урыҫ мәктәбенең беренсе класына илтте: икенсе синыфтан башлауы ауыр булыр, йәшең дә үтеп бармай. Уның ҡарауы, урыҫса уҡып, кеше булып сығырһың, тине.

Урыҫсаға баштан уҡ йәнем тартманы, ауылдағы Володька менән һин дә мин аралашҡан һүҙ тоҡсайым да йә тишелеп ҡойолған, йә бүҫкә булып сыҡты. Класта ла, тәнәфес ваҡыттарында ла минең өсөн ете ят бер телдә генә һөйләшкән, башҡа телле һәм башҡа төҫлөләрҙе асыҡтан-асыҡ үгәйһетеп ҡараған ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың араһында ҡапҡанға эләккән ҡырағай йәнлек ҡиәфәтендә өҙгөләнеп ултырҙым. Эргәмдәге саф урыҫса һөйләшкән үзбәк ҡыҙынан да екһендем...

Иртәгәһенә үк ул мәктәпкә барыуҙан ҡырҡа баш тартҡас, мәхәлләнең үзбәк мәктәбенә илтеп тапшырғайнылар, үҙ тәбиғи мөхитемдә һыуҙағы балыҡтай йөҙҙөм дә киттем — «яҡшы»ға ла «отлично»ға уҡыным. Өҫтәүенә, көн һайын һәр уҡыусыға бушлай ғына түп-түңәрәк булки менән бер стакан сәй ҙә бирәләр ине.

Булмышымды шаңҡытып, өйөбөҙгә аңлайышһыҙ ҡайғы килде — оләсәйем Бибиғәфифә ошо алыҫ үзбәк ерендә вафат булды ҡапылтын. Аҡ кәфенгә төрөлгән кәүҙәһен ике тәгәрмәсле бейек үзбәк арбаһына һалып (мине эргәһенә ултырттылар), артынан йәйәүле эйәреп, ҡоро ҡомло йәмһеҙ дала юлынан үләндәре ҡыуарып-көйөп бөткән зиратҡа керҙек. Ҡәберҙәргә беҙҙәгеләй бағана йә яҙыулы таш ҡуйылмаған, уба өҫтәрендә сәйгүн-сынаяҡ күренгәләй. Оләсәйемде ҡәбергә төшөргәнде алыҫтаныраҡ ҡарап торҙом. Ләхете беҙҙәгеләй тәбәшәк эсле түгел — әҙәм ултырмалы бейек итеп алынған (мәйетте ултыртып күмәләр, имеш, тип тә ишеттем, әммә оләсәйемде ҡайһылай һалғандарын күрә алманым). Ятҡырҙылармы, ултырттылармы, уныһы иҫтә ҡалмаған. Балсыҡ геүәләләр (ҡалыпһыҙ йоморо кирбестәр) менән буранылар ләхетте, ҡомло үзбәк тупрағынан оҙонса уба өйөлдө — йән тартмаған ят яҡтарҙа ятып ҡалды оләсәм... Тимер юл станцияһында машинист булып эшләгән, Бильдинский урамы буйлап Һибәтулла абзыйымдарға барған юлдың урталығындағы бәләкәй генә балсыҡ ыҙмала Ғәйникамал еңгәйем менән йәшәй генә башлаған Әбдрәшитов Хәйрулла абзыйым да, (оләсәйем Бибиғәфифә менән бер туған Бибиғәзизә инәйемдең өлкән улы) паровозының мейесенән өҫтөнә ут ҡабып, янып үлде. (Еңгәмде ауылға ҡайтып алып киткәйне, туйҙарына әсәйем мине лә алып барғайны)... Ҡала ситендәге ҡышлаҡта йәшәгән Теләүембәтов Сабит ағай менән Мәликәниса еңгәйгә лә оло бәхетһеҙлек килде — ошонда тыуып, үҫеп килгән, туптай тәгәрләп йөрөгән Әминә исемле гүзәл ҡыҙсыҡ урамдағы хаузға батып үлде. Ҡайғыһынан күҙҙәрен алартып, аҡылын юйырҙай язаланған меҫкен әсәһенең илап шешенгән йөҙө күҙ алдымда әлегәсә...

Йәнем тартҡан үзбәк мәктәбендә уҡып, үзбәк булып уҡ китер инем дә, бәлки, ләкин уҡыуым был юлы ла ҡапыл ғына өҙөлдө. Йәйге каникулым ваҡытында, эҫе июнь айы ине, Хәбибулла абзыйым һис көтмәгәндә эштән ваҡытынан элек, ҡыҙмасараҡ булып ҡайтып инде лә, ғүмерҙә булмағанса, һаран күҙ йәштәре менән һулҡылдап, фашистар Германияһы беҙгә баҫып кергән — ҡанлы һуғыш башланды, тип шомло хәбәр һалды... Оҙаҡламай үҙен дә, Һибәтулла һәм Фәхритдинов Ғабдрахман (Мәликә инәйемдең улы) абзыйҙарымды ла, мине шиғырҙар яҙырға өйрәтеп маташҡан Таҙ Ғөбәй Ҡарасанов һәм мишәр Әбдрәшитов Ғөбәй ағайҙарҙы ла, Теләүембәтов Сабит, Байназаров Хәмзә, Әбдрәшитов Шәйхулла һәм Ҡотлобаев Сапый, Биккужин Насип, Ташбулатов Ғиззәт ағайҙарҙы ла (Хәбибулла абзыйым уларҙың ауылдан ҡасып килгән һәр беренә паспорт йүнәтешеп биргән) һуғышҡа һыпырып алып киттеләр ҙә мәңгелеккә күбеһе ятып ҡалды. Хәбибулла абзыйымды иһә бер-ике айҙан уҡ яраҡһыҙ табып ҡайтарҙылар — мин белмәгән сәйер сиргә һабышҡайны абзыйым. Бер ни менән дә ҡыҙыҡһынмай, беребеҙгә лә иҫе китмәй, бер кем менән дә йүнләп һөйләшмәй, үҙенә нимә кәрәген дә белдермәй — аңҡы-тиңке йөрөнө. Аҙыҡ-түлеккә һәм кейемгә карточка системаһын кереттеләр — бөтәһе лә фронтҡа, тылдағыларға йән аҫырарлыҡ ҡына булһа ла еткән. Беребеҙ ҙә бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, йән башына көнөнә дүртәр йөҙ грамм бысыҡ (яртылаш сей) арыш икмәге менән көн күрҙек, уныһын да таң тишегенән һыу буйылай оҙон сиратҡа баҫып алдыҡ, сират тороп та икмәк етмәй, буш ҡул ҡайтыусылар ҙа ғәҙәти хәлгә әйләнде. Көндәлек ризыҡты алып ҡайтҡас, дүрт өлөшкә бүләһең: өсөһө — көнөнә өс тапҡыр үҙәк ялғарға, дүртенсеһе — килгән ҡунаҡты һыйларға. Ҡайһы саҡ ҡала ситендәге колхозға барып эшләп, хаҡына кукуруз күсәндәре йөкмәп ҡайтабыҙ, йә иһә бейек өрөк ағастары башында тороп ҡалған емештәрен йә — менеп, йә — таяҡ бәреп төшөрәбеҙ. Ҡалала бурлыҡ, кеҫә ҡараҡлығы, кеше талау йышайҙы. Сиратта айлыҡ икмәк карточкаһын урлатҡан бисара ҡатын-ҡыҙ урамда үкереп илап йөрөнө, ләкин ай бөтмәй тороп яңы карточка бирелмәй һәм бер кем дә ярҙам ҡулы һуҙа алмай. Ас ҡарғаларҙай өйөрләшеп баҙар майҙанын ҡыҙырған урыҫ малайҙары үзбәктәр төкөрөп ташлаған өрөк тештәрен йыйып, таш менән ватып, мәмесен ашайҙар ине, ә мин унан ерәндем... Юлдар киҫелмәҫе борон нисек тә булһа илгә ҡайтып йығылырға — ил өҫтөндә сыпсыҡ асҡа үлмәй ул, тигән ҡарарға килеп, әйберҙәрҙе төйнәнек, сәфәр аҙығы әҙерләргә керештек. Ауылдағыларға күстәнәскә тип, кипкән өрөк — ҡураға һатып алдыҡ. Тимер юл билетынан артҡан аҡсаларыбыҙҙы тотоноп, «коммерческий» тип аталған, ҡиммәт хаҡҡа карточкаһыҙ ҙа иркен һатҡан магазиндан ҡара арыш икмәге һатып алып, бер килке сохарый киптерҙек. Әсәйем баяғы «закрытый магазин»дан карточкаға бирелгән эре шаҡмаҡлы кер һабындарын бөтмөрләп йыйнап барған икән — һуғыш ваҡытындағы был затлы тауарҙы ҡул осонда тоторға айырым ҡәҙерләп төрнәнек. Тик күпме тырышһаҡ та, юл аҙығыбыҙ аҙ ине. Ни ҡылырға белмәй ҡаңғырып йөрөгәндә, Хоҙай Бабай теләгәнебеҙҙе сығарып ҡуйҙы алға. Фәрит ҡустыларымда булғандан һуң, Бильдинский урамының һул яғындағы ниндәйҙер ҡаҙна йортоноң буйынан уйланып үтеп барһам, бина төбөндәге подвал тәҙрәһен ышыҡлаған суйын рәшәткә өҫтөндә дүрткелләп тә киртләсләп ҡырҡылған ҡағыҙҙарҙың туҙрап ятыуын абайлап туҡталдым — ташҡа баҫылған яҙыулы һәм түңәрәк мисәтле был нәмәләр — көндәлек шаҡмаҡтарын ҡайсылап алып бөткәндән һуң ҡала торған һәм инде һис кемгә лә кәрәкмәгән карточка төпнамәләре ине. Әммә байтаҡтарының ҡырҡылып бөтмәүе, күптәрендә алдағы көндәрҙең биш-алты көнлөк икмәк нормаһы һаҡланыуы сикһеҙ ғәжәпләндереп, шундайҙарын тиҙ генә йыйнап алдым һәм... ысынлап та күктән яуған хазинаға эйә булыуыбыҙҙы аңланыҡ. Әсәйем шул ҡалдыҡ-боҫтоҡ карточкаларға алып ҡайтҡан икмәктәр юл сохарыйҙарына әйләнеп, юлға сығырға мөмкинлек бирҙе. Хәйрулла абзыйымдың баяғы йәшләй генә, бер бала ла таба алмай тол ҡалған ҡатыны Ғәйникамал еңгәм дә беҙҙең менән бергә ҡайтырға булды. Бәхтиямал еңгәйҙәремә барып, хушлашып килдек. Улар ҙа ауылға юлланырға йыйналған — беҙҙең артыбыҙса уҡ ҡуҙғалмаҡсылар икән. Хуш бул, Андижан!

Дүртәүләшеп, (үҙебеҙ өсәү һәм Ғәйникамал еңгәм) Ташкентҡа килеп төштөк, икенсе поезға күсеп ултырырға тейешбеҙ. Ләкин беҙҙең тарафҡа билет бирмәйҙәр — урын юҡ, күпме көтөргә кәрәклеге билдәһеҙ. Көҙгө ҡара һыуыҡ, ә вокзал тигәнең беҙҙең кеүектәр менән лыҡама тулы, артыҡ бер кемде лә индермәйҙәр. Вокзал алдындағы киң майҙанды ла, сумаҙан һәм төйөнсөктәрен өйөп һалып, юлаусылар биләгән. Улар араһында йолҡош кеҫә тунаусылар һәм сумаҙан ҡараҡтары йөрөй темеҫкенеп. Беҙ ҙә бер урын табып, һалҡын ташҡа әйберҙәребеҙҙе өйөп, ҡараҡтарға бирешмәҫкә тирәләтеп ултырҙыҡ. Алмашлап билет сиратыбыҙҙы барларға, сәйгүн менән ҡайнар һыу алырға, бәҙрәфкә йөрөп киләбеҙ. Көтөп ултырыу аҙнанан ашып китте, әммә билет юҡ та юҡ. Бер нәмә лә һөйләшмәҫ, бер кемде лә тыңламаҫ булып үҙгәргән Хәбибулла абзыйым, кемгәлер үс итеп һәм мине уғата сәйерһендереп, аяғындағы штиблеттарын, ойоҡтарын сисеп һалды ла, түҙеп торғоһоҙ һалҡын ташҡа лап-лоп баҫып, ялан аяҡ йөрөй башланы. Әсәйем ныҡ асыуланғас, шешенгән ялан аяҡтарына штиблеттарының һалҡын резин калуштарын эләктереп алды, муйынын эскә тартып, көштәйеп, ҡайҙалыр ҡыҙырынып йөрөнө. Ҡара һыуыҡ һеңгән ташта ялан аяҡланып йөрөгәс, табандары уттай яналыр, шуға сыҙай алмайҙыр, тип уйланым, әммә һорарға тартындым. Хәйер, уның да миңә, исмаһам, бер генә һүҙ ҡушҡанын да хәтерләмәйем.

Ултырыуҙар икенсе аҙнаға һуҙылғас, ниһәйәт, ҡулға билет эләкте, ләкин шуның менән бергә шаҡтай бәхетһеҙлеккә тарыныҡ — сохарыйҙарыбыҙҙың бер өлөшө һалынған ҙур сөмкәбеҙҙе урлап алып киттеләр (ошо етмеш йәшемдә лә, Ташкент вокзалын иҫкә төшөрһәм, йөрәгем жыулап китә). Әммә иң ҙур бәхетһеҙлек — үҙебеҙ ҙә абайламайынса «сборный поез»ға эләгеүебеҙ ине. Бындай поезды башҡалар алып китә алмаған йәки ниндәйҙер сәбәптәр менән разъездарҙа бүленеп ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ вагондарҙан төҙөйҙәр һәм ул поезд разъезд һайын башҡаларға юл биреп, хатта икешәр, өсәр тәүлек буйы запас юлда туҡталып торор имеш... Шулай ҡаңғырып көндәр һәм аҙналар үтте, лыҡама тулы вагондағы йонсоулы әҙәм балалары саманан ашып асыҡты ла бетләне (кешеләрҙең өҫ кейемдәрендә үрмәләп йөрөгән ҡырмыҫҡалай эре беттәрҙе үҙем йыш күрҙем). Разъездарҙың береһендә беҙҙекенә йәнәш юлға килеп туҡтаған, моғайын, фронтҡа китеп барған хәрби эшелон һалдаттарының да астан киҫелгәнлеге күренеп тора ине. Бынамын тигән йәп-йәш егеттәр, ирҙәр (Урта Азия төркиҙәре) вагондарҙан һибелделәр ҙә, үҙ-ара аҡса йыйып, яҡындағы ҡышлаҡтан көр тана малы етәкләп ҡайттылар, рельс буйында уҡ һуйып, итен бүлешеп алдылар. Күп тә үтмәй, котелоктар аҫылған усаҡтар дөрләне, хатта вагон тәҙрәләренән дә тәмле һурпа еҫе танауға бәрҙе. Яңы туналған тиреһен һалдаттарҙың аҡсаһыҙҙарына ҡырҡҡылап биргәндәр, моғайын. Күҙ алдымда тора һаман: бер йәш һалдат, тегеләрҙән ҡалған усаҡ алдында сүкәйеп ултырып, тере ҡуҙҙа тире киҫәген өтә һәм әленән-әле, тыйыла алмайынса, тиренең эс яғында туналғандан ҡалған, ҡуҙ өҫтөндә бөрсөкләнеп ҡайнай башлаған майҙы шурылдатып ялап ала (һуғыш осоронда ауылда үҙем дә шуның өлгөһөндә кәзә тиреһен, шешкә кейҙереп, мейес ялҡынында өтәҫләп ашаным)...

Ҡыҫып-ҡымтып сәйнәштергән сохарыйҙарыбыҙ бөткәс, әсәйемдең баяғы кер һабындарын станцияларҙа икмәккә алмаштырып ашаныҡ. Арал диңгеҙе башындағы Ҡазалинский тигән, ысынлап та беҙҙең өсөн ҡазалы ҡалаға етәрәк, Хәбибулла абзыйым һуҙылып ятҡан өҫкө һәндерәнән яман һаҫы таралды, көллө вагон нәфрәтләнеп шаулаша, күҙ астыртмай беҙҙе әрләй башланы, әсәйем ни ҡылырға ла белмәйенсә сәбәләнде. Ниһәйәт, Ҡазалинский станцияһына туҡталып, вагонға аҡ халатлы, носилкалы әҙәмдәр йүгереп инде лә эсе үтеп иҫһеҙ ятҡан абзыйымды носилкала алып сығып киттеләр. Был юлы поезд аҙ ғына торғанлыҡтан, ауырыу артынан эйәрә лә, адресын һораша ла алманыҡ — Солтанов Хәбибулла Ғәбиҙулла улы тигән егет мәңгелеккә эҙһеҙ юғалды шулай. Уның донъяға килеүе лә көтөлмәгәнсә булған. Олатайым Ғәбиҙулла менән оләсәйем Бибиғәфифәнең тыуған һәр бер балаһы ҡыҙ булғанлыҡтан, нәҫелебеҙ ҡоромаһын тип, олатайымдың яҡын ҡустыһы Солтанов Камалитдин менән Мәстүрә килененең (ул күберәген ул тапҡан) яңы тыуған уланын үҙҙәренә алғандар — Сәнкем-Биктимер обществоһының метрика дәфтәрендә лә 1909 йыл тыуыусылар рәтендә ул, 26-нсы итеп: «Һибәтулла, 20 декабрҙә. Атаһы башҡорт Ғәбиҙулла Билал улы Солтанов, анаһы Бибиғәфифә Мөхәммәтзариф Байназаров ҡыҙы. Сәнкем-Биктимерҙә», — тип теркәлгән. Ниһәйәт, уллы булдыҡ инде, тип торғанда, баяғыса, көтмәгәндә (бирһә, бирә бит Хоҙай!), киләһе 1910 йылдың 5 авгусында уҡ Бибиғәфифә оләсәйем тупылдатып үҙе малай таба, Хәбибулла тип ҡушалар исемен...

Хәбибулла абзыйымды носилкала елдереп алып сығып киткәс, вагонда һаҫыҡ дарыу һиптереп дезинфекция яһанылар, абзыйымдан бушанған һәндерәгә икенсе берәү йәһәтләп менеп ятты...

Барса мөмкинлектәребеҙ тамаҡҡа китеп бөтөп, башҡа сара ҡалмағас, күстәнәскә тип һаҡлаған кипкән өрөк-ҡурағаларҙан да елдәр иҫте... Аслыҡтан тамам киҫелеп, йонсоп, Андижандан сығып китеүебеҙгә теүәл ай үткәс кенә, Хоҙайға шөкөр, күҙҙәребеҙ ҡарайып көткән Жултый станцияһына килеп төштөк. «Бирәм тиген ҡолона — сығарып ҡуйыр юлына», — тигәндәй, Хоҙай Бабай әгәр Андижанда баяғы икмәк карточкаһы ярпыларын ҡаршыма килтереп һалмаһа, белмәйем, ҡайтып етә алыр инекме икән (ул мөғжизәне әлегәсә ғәжәпләнеп уйлайым)...

Көн кискә ауышып барһа ла, әсәйемде, иртән килеп алырға тип, әйберҙәребеҙ менән бергә кескәй вокзалда ҡалдырып, һис нимәгә ҡарамай, Ғәйникамал еңгәм менән эйәртенешеп, йүгерә-атлай ауылға йәйәүләнек. Жултыйҙың Һаҡмар күперенән сыҡҡас, юл ситендә көйәҫ елгә тирбәлеүсе үҙебеҙҙең яҡтың күперек башлы күк әремдәре, тәбрикләп ҡул болғаған иң ғәзиз туғандарыбыҙҙай, күңелде елкендерҙе. Олобайыбыҙға килеп еткәс, ҡанатланып осоп барғандай хис иттем, Ҡаҫмарт күперенән йүгереп сыҡтым. Ғәйникамал еңгәйемдең атаһы Мусаҡаев Ҡунаҡҡужа олатайҙың ауыл осонда Тәрәнкүл ситендәге балсыҡ ыҙмаһына барып кергәндә, ҡараңғы төшкәйне инде. Хужабикә Зәйнәп инәй миңә шунда уҡ сөмөкәй сүгәтәлә ҡаймаҡ һалып туҡылған ҡуйы ҡатыҡ килтереп бирҙе, бындай ҙа татлы тәғәм, гүзәл тормош була икән донъяла, тип кинәндем. Беҙҙән бер аҙнаға һуңлап юлға сыҡҡан Бәхтиямал еңгәмдәрҙең әллә ҡасандан уҡ инде ауылда йәшәп ятыуҙарын ишетеп аптыраштыҡ. Ә шулай ҙа илгә иҫән-һау ҡайтып йығылған беҙҙән дә бәхетлерәк кеше юҡ ине. Ғәрәсәтле оҙон юл буйына зарланып бер өн дә сығармайынса беҙҙең менән бөтәһен бергә кисергән, ата-бабалар сабынлығы Олобайҙан елә-юрта мине үҙенең ата йортона алы







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 529. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

ТЕХНИКА ПОСЕВА, МЕТОДЫ ВЫДЕЛЕНИЯ ЧИСТЫХ КУЛЬТУР И КУЛЬТУРАЛЬНЫЕ СВОЙСТВА МИКРООРГАНИЗМОВ. ОПРЕДЕЛЕНИЕ КОЛИЧЕСТВА БАКТЕРИЙ Цель занятия. Освоить технику посева микроорганизмов на плотные и жидкие питательные среды и методы выделения чис­тых бактериальных культур. Ознакомить студентов с основными культуральными характеристиками микроорганизмов и методами определения...

САНИТАРНО-МИКРОБИОЛОГИЧЕСКОЕ ИССЛЕДОВАНИЕ ВОДЫ, ВОЗДУХА И ПОЧВЫ Цель занятия.Ознакомить студентов с основными методами и показателями...

Меры безопасности при обращении с оружием и боеприпасами 64. Получение (сдача) оружия и боеприпасов для проведения стрельб осуществляется в установленном порядке[1]. 65. Безопасность при проведении стрельб обеспечивается...

Типология суицида. Феномен суицида (самоубийство или попытка самоубийства) чаще всего связывается с представлением о психологическом кризисе личности...

ОСНОВНЫЕ ТИПЫ МОЗГА ПОЗВОНОЧНЫХ Ихтиопсидный тип мозга характерен для низших позвоночных - рыб и амфибий...

Принципы, критерии и методы оценки и аттестации персонала   Аттестация персонала является одной их важнейших функций управления персоналом...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия