Студопедия — Ваҡыт етте — өйләнәм!
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Ваҡыт етте — өйләнәм!






 

1959 йылда Саниям менән никахлашып өйләнештек, миңә — 27, ә уға 22 йәш бара ине. «Ҡараҡуян» тигән туғайҙан тирәк бүрәнәләр киҫеп, атай йортоноң ҡаршыһына бәләкәйерәк яңы өй буратып кергәйнек, иҫке өйҙө лә яңыртып, Һунарсыға күсереп һалырға ине ниәт. Килен итеп шул яңы өйгә алып ҡайтҡанымда кәләшем ҡырандастан, йола буйынса, көр кәүҙәле башмаҡ булып етешкән баяғы ағалтындай ап-аҡ төҫлө «Алтын»ға таянып төштө; алдағы йыл быҙаулатып та алып, 1965 йылда Өфөгә күсеп киткәнебеҙсә гөбөрләтеп һауырға насип булды уны. 1960 йылдың ғинуарында беренсе балабыҙ — улыбыҙ донъяға тыуҙы, әсәйем уға, һуғышта үлеп ҡалған баяғы Үтәбаев Сабит ҡустыһының иҫтәлегенә, Сабит тип исем ҡушты. (Һүрәттә Сабит улым менән, май 1963.).

Бөтөп барыусы ауылы-быҙҙа донъя көтөүе еңел бул-мағанлыҡтан, беренсе башлап Сафуат абзыйым Һунарсыға күсеп киткәс, бөтәбеҙҙең баш-тар шул яҡҡа ҡарап боролғай-ны инде. Улым тыуған йылдың август айында иҫке өйөбөҙҙө һүтеп, бүрәнәләрен, Солтанов Фәрит ҡустымдың бәләкәй трактор арбаларына тейәп, Һунарсының яңы урамы буйы-на илтеп бушаттым да, өмә итеп, тиҙ генә буратып та ҡуйҙым. Өмә ашын шул Фәрит ҡустым — Бәхтиямал еңгә-йемдәрҙә үткәрҙек. Тора-бара тауҙан таш сығарып, нигеҙенә таш тыҡтым, асамайҙарын ултырттыҡ. Ләкин түбәһен яб-ырлыҡ таҡта ла, ҡалай ҙа, ши-фер ҙа табып булмай — бары-һы ла дефицит. Үҙенән ҡуп-тарып алынған иҫке ҡалайҙарын ипкә килтереп, үҙ таҡталарын ҡағып, 1961 йылдың яҙ башынан уҡ ҡалайҙарын үҙем яба башланым — кешеләрҙән күреп йөрөп өйрәнеүем буйынса. Әммә ҡалайҙың байтаҡ өлөшө тутығып серегән — түбәгә етмәй ҡалды. Ары сабып, бире сабып, йүн сығара алмағас, Сәнкем-Биктимерҙә әлегәсә үҙебеҙ йәшәп торған өйҙө һатып ебәреп, үҙ уйым буйынса, түбәлек һәм таҡталыҡ аҡса ҡоршаным. Үҙебеҙ иһә, ваҡытлыса күсенеп, Саниямдың ҡустыһы Самат һәм филаж сиренән ҡуҙғала алмай ятҡан ҡартәсәһе Бибисәрә әбейҙәрҙең ситән соланына һике һалып урынлаштыҡ. Ә мин һаман, Һунарсынан ҡайтып килмәйенсә, тиерлек, өйҙө эшләп бөтөрөү сараһын күрҙем. Бер үк ваҡытта колхозда ла йүгереп йөрөп эшләнде... Бөтәһенә хәлем етмәҫ тә ине, әгәр ҙә ки башҡортомдоң өмә тигән изге йолаһы булмаһа; үҙем дә кеше өмәһенән ҡалманым, миңә лә гел килделәр — бүрәнәнең ауыр башын күмәкләшеп күтәрҙек.

Самат ҡәйнешемдең өй бурарға иҫәп тотоп йыя башлаған бүрәнәләре бар ине — киләсәктә ҡайтарып биреү шарты менән (ләкин Самат Урта Азияға башын алып сығып китеүе сәбәпле был шарт үтәлмәй ҡалды) шуларын һорап алып, бәләкәйерәк кенә булһа ла, төкөтмә лә өҫтәнек.

Ҡәйнештәрҙең баяғы ситән соланында ваҡытлыса йәшәгәнебеҙҙә арты насар һөҙөмтәле күңелһеҙ хәл булып алды: Һунарсының Наилә исемле бер йәш кенә ҡыҙы (сыбыҡ осо туғаным) менән яна-көйә һөйөшөп йөрөгән ҡәйнешем, һис кенә лә көтмәгәндә, шул ҡыҙыйҙы кәләшлеккә ҡасырып алып ҡайтып шаҡ-ҡатырҙы һәммәбеҙҙе. Бер ниндәй ҙә көслөк юҡ, икеһе тиң риза булышҡан икән; сөнки ҡыҙҙың әсәһе (беҙҙең Солтановтар нәҫеленән кейәүгә сыҡҡан инәйебеҙҙең ҡыҙы) һәм бер туған ағаһы менән апаһы бирергә теләмәгәстәре, ҡасҡандар ҙа киткәндәр... Бына хәҙер, тиҫтәләгән йылдарҙан һуң, аптырап һөйләшәбеҙ: ниңә шунда уҡ Саматҡа, ҡыҙҙы кисекмәҫтән кире илтеп ҡуй, тип ҡаты торманыҡ икән? Хәйер, ҡыҙҙың да һис ҡайтырға уйы юҡ ине. Өҫтәүенә, ҡәйнешем: «Беҙ уның менән әллә ҡасан уҡ...» — тип тә ысҡындырғас, ауырыу Бибисәрә әбей ятҡан өйгә үҙебеҙ кереп ятып, соландағы һикебеҙҙе икеһенә ҡалдырҙыҡ.

(Һүрәттә кинйәбикә ҡыҙыбыҙ Таңнура, 1966 йыл).

Иртәгәһен, таң беленеүгә, ҡобаралары осоп ҡотһоҙланған илселәр — Наиләнең бер туған еҙнәһе Динам менән ике туған еңгәһе Һәҙиә ярһып килеп етте, Наиләне шунда уҡ ҡулынан һөйрәкләп алып ҡайтып китергә ине ниәттәре. «Нимә тип был хәйерсе өйгә килдең?!» — булды еңгәһенең тәүге һүҙҙәре. Ләкин беҙҙе ҡыҫылдыртмайынса йәштәр менән үҙҙәре генә һөйләшкәс, ниәттәре үтәлмәй, күшкәттәре шиңеп ҡайтып киттеләр, беҙҙең менән һөйләшеп тә торманылар. Бына шунан һуң ауылда миңә дошман нәҫел дә хасил булды. Наиләләрен барыбер Саматтан көслөк менән айырып алып киттеләр ҙә ҡайҙалыр Урта Азияға олаҡтырҙылар. Ауылдан да, баяғыларҙан да биҙгән Самат ҡәйнешем дә Ҡаҙағстандың Кентау ҡалаһында йәшәгән апаларына юл алды, ләкин баяғы дошман нәҫел быларҙың барыһын минән күреп хасланды. Һәм шуға барып етте — ҡараңғы мөйөштә күмәкләшеп һөжүм иттеләр миңә...

Өйөм түбәһенең өстән бер өлөшө ябылмаған килеш тора — ҡайҙандыр ҡалай табырға кәрәк ине. Тапҡан-таянған аҡсаны бергә туплап, Ырымбурға йүнәлдем, ләкин бер ерҙә лә ҡалай юҡ. Башым ҡатып, магазиндар ҡыҙырып йөрөгәнемдә, Жултыйҙан Ғибат ағай тигән таныш уҡытыусыны осраттым: ул да йортоноң түбәһен ябырға ҡалай эҙләп юлланған, әммә таба алмағас, хужалыҡ тауарҙары магазинында һис кем алмай тауҙай өйөлөп ятҡан, яҡшы ҡорос ҡалайҙан бөгөп яһалған оҙонса икмәк йәйләүҙәрен күп итеп һатып алған да төкләп-төкләп тимер юл вокзалына — багаж итеп һалырға оҙата ине. «Юҡты бар итеп булмаҫ — барын яҡшылап файҙаланырға кәрәк. Бер ҙә иҫең китмәһен — йәйләүҙәрҙе сүкеп төҙәйтәһең дә, «шап!» иттереп ябаһың да ҡуяһың түбәңә!» — тине ул. Үрмәксенән күрмәксе, мин дә күп итеп йәйләүҙәр һатып алдым да, ауылыма ҡайтартып, һәр береһен сүкеп төҙәйтеп, һис ҡайҙан да олифа заты табып булмағанлыҡтан, көнбағыш майын ҡаҙанда ҡайнатып алып, шуның менән майланым да, баяғы Ғибат ағай әйткәнсә, «шап!» иттереп яптым да ҡуйҙым түбәмде. Тырыша торғас, көҙгә тиклем өйҙө өлгөртөп, яңы нигеҙгә керҙек. Ихатамдың урам яғын, штакетник тигән ябай ғына нәмәне лә һис таба алмайынса, колхоз эштәренән бушанған һәр сәғәтемдә штакетник урынына туғайҙан һуйҙан (төҙ) тал һабаҡтарын елкәмдә күтәреп ташып ураттым (ҡаҙау урынына алты миллиметрлы тимер сым ҡырҡып ҡаҡтым), ә ихатаның ҡалған яҡтарына селектән ситән үрҙем, уратма буйҙарына эс яҡлап йәш уҫаҡ үҫентеләрен, баяғы Ҡасанҡый-Сала янындағы ҡороған быуа ләменән һурып алып, бәләкәй ҡул арбаһында ҡайтарып, теҙеп ултыртып сыҡтым (“Уҫаҡтарым” тигән шиғырым да бар; уҫаҡ япраҡтарының ел иҫкәндә көмөштәй йылтыр һырттарын күрһәтеп шаулауына ғашиҡ булғайным). Алмағастар, ҡарағат ҡыуаҡтары үҫтерҙем. Сафуат абзыйым ярҙамында ихатала саф һыулы ҡойо ҡаҙып, ҡыҙғылт өйәңке ағасынан бура бурап төшөрҙөм. Әбрәкәй, мунса, баҙ, мал аҙбары, ҡош-ҡорт кетәге яһаным. Баҙыбыҙға тултырып бәрәңге һала, мискә-мискә ҡыяр һәм помидор, ҡарбуз, кәбеҫтә тоҙлап ултырта инек.

Ҡышҡыһын баҙҙан яңы алынған бәрәңге бик тәмле булғанлыҡтан, аҙна һайын баҙ асып, үҙебеҙгә — бер күнәк, мал-тыуарға кәрәгенсә алабыҙ уны. Мин сығып баҙ асырға тотоноуым менән үк, ялан кәртәлә торған кәзә-һарыҡ, алғы тояҡтарын ситәнгә терәп, минең яҡҡа ҡарап шарылдап баҡырышырға тотона, ә ағалтындай аҡ һыйырыбыҙ «Алтын», аҡ мөгөҙлө ҙур башын ҡапҡа өҫтөнән сығарып, танау тишектәрен тыржайтып, ер ярһытып туларға ла баҡырырға керешә; үҙҙәренә тигән йәшелсәне турап, көрпә болғатып биргәс кенә баҫыла тауыштары (әлегәсә күҙ алдымда теҙелешеп, баҡыр-ышып һынлана малҡайҙарым)...

(Һүрәттә Сабит улым менән ҡыҙым Илмира, май 1963 йыл).

Улым ҙурайғансы уҫаҡтарым да бүрәнәлек булып үҫер ҙә, Сабитыма йәнәшә йорт һалырмын, тип, ихатаны ҙур ғына биләгәйнем — тәүге көндәрҙән үк унда ҡыяр, помидор, ҡауындар гөрләтеп үҫтерҙек; урам буйынан уҙған халыҡ башын бороп ҡарап, еҙ самауырҙай тумарлап ятҡан эре-эре ҡыуындарҙы күреп, «ысын түгелдер был» тип аптырап һөйләнер ине. Шул уҡ урамда өс-дүрт өй аша ғына әбейе Бибилатифа менән ғүмер һөргән Ғилаз бабайым, кәкре башлы таяғына таянып, көн дә ҡауын ашарға килеп урар, балаларыбыҙ менән шарҡылдашып көлә-көлә хәтһеҙ уйнағас, ирәүәнләнеп сәй эсеп ҡайтып китер ине. Әсәйем үткән һәр берәүҙе саҡырып керетә лә ишек алдындағы аласығыбыҙҙа шәкәрҙәй татлы ҡауын, ҡыҙарып бешкән ҡуш йоҙроҡтай помидор менән һыйлай алдынан ҡалғансы. Шулай ҙа төндә оло кирза итек эҙҙәрен һалған насар холоҡлолар, ҡойма аша ырғып төшөп, ҡауын баҡсабыҙҙы иҙҙе; ә икенсе бер төндә аласыҡтағы өймәләмә тулы табаҡ помидорҙан елдәр иҫте... Ике этемде аттылар, өсөнсөһөн, көсөк кенә көйөнсә, үҙем юҡта урлап алып киттеләр (ошо һыҙланыуҙарымды «Ыласыным» тигән хикәйәмә һалғанмын).

Һунарсыла ана шулай йәшәгәнебеҙҙә бер-бер артлы яңы кисереш-шатлыҡтар килде — Илмирә, Таңнура тигән ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тыуып, өс баланың ата-әсәһе булдыҡ; улар минең «Ила, балам», «Бала һаҡлау», «Далам ҡылғаны» кеүек шиғырҙарымда сағылды. Саниям был бәпестәрҙе, әлбиттә, тәртә араһында йөрөп ҡолонлаған бейә бахырҙай, һис бер ниндәй декретлы ялһыҙ (ундайҙы белмәй ҙә инек) — колхоздың һарыҡ фермаһында эшләп йөрөгәне килеш тапты («Кисер мине» тигән әрнеүем):

 

Ғәфү ит һин мине, йәшлегемдә

Булдым аңыш — күпте белмәнем.

Килен итеп өйгә төшөргәндә

Устарымда алып инмәнем.

 

Баллы төнөбөҙҙө балһыҙ иттем,

Ә һуңынан ал-ял белмәнем.

Буйыңдағы һыйпап тере йәнде

Тилергәндә, «рәхмәт» тимәнем.

 

Ҡорманым йорт лайыҡ хан ҡыҙына,

Тапманым тун лайыҡ һыныңа.

Күҙҙәреңдең изге сағыулығын

Һалалманым фани йырыма.

 

Тәртә араһында ҡолонлаған

Байтал кеүек, эшкә егелдең.

Ыжғыр буранда бит илтеп ҡуйҙым

Бесән санаһында үҙеңде.

 

Малай тапҡан тигәс иртәгәһен,

Килә алмай ҡалдым бер аҙна.

Аҙашҡан да туңып үлгәндер, тип,

«Тынысландырғандар» бер аҙға...

 

Кисер мине, шунан һуң да һаман

Ултырманым камил аҡылға.

Тапҡан берең... Бесән санаһында,

Арбаһында... сыҡтың хаҡ юлға.

 

Көнөн-төнөн бағып колхоз малын,

Сабый имеҙергә йүгерҙең.

Ашарға ла беҙгә һин бешерҙең,

Өҫ-башты ла йыуып өлгөрҙөң.

 

Ҡырыҫлығым менән мыжыҡлығым

Рәхмәтемдән булды күберәк.

Бөтәһе лә ятты бер яурынға,

Бөтәһен дә тартты бер йөрәк.

 

Ожмахыңдың хаҡын ҡайтарырлыҡ

Рәхәтлектәр бирә алманым.

Әрнетергә һине, буғай, ҡайта

Фәҡәт ошо әрнеп яҙғаным.

 

1.01.1996.

 

Шул уҡ ваҡытта иң юғары белемгә лә өлгәшеү һаман мөҡәддәс хыялым булғанлыҡтан, ҡоро ярға сығарып ырғытылған бахыр балыҡтай, үҙемдә юҡ рәсми урта белемде ҡайһылай итеп алырға белмәй, оролдом да бәрелдем. Бәхеткә ҡаршы, күрше ауыл Жултыйҙың урта мәктәбендә беҙҙең кеүектәргә киске уҡыу ойошторолғас, үҙебеҙҙең һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры Үтәбаев Сәлмән Ғәлиулла улы етәкселегендә ныҡ ҡына юллап йөрөп, шул Жултый киске урта мәктәбенең филиалын астырттыҡ ауылда һәм эштән һуң кистәрен тырышып урта белем алырға керештек. Биш-алты уҡыусы инек, минән шәберәктәре лә бар ине (мәҫәлән, Фәрит ҡустым Солтанов), тик күбебеҙгә түҙемлек, ныҡышмалылыҡ етмәне. Һөҙөмтәлә Жултыйға иң һуңғы имтиханға яңғыҙым ғына барҙым һәм урта белем тураһында ат-тестат алып ҡайттым.

Алдан алды-рып әйткәндә, 1963 — 1969 йылдарҙа, колхозымдың ҡара эштәр-ендә егелеп йөрөгән килеш, ситтән тороп уҡып, Башҡорт дәүләт университетын да тамамлап сыҡтым. Шуны ла әйтергә кәрәк: үҙ ғүмеремдә миңә, тейешле белем алыу өсөн, төрлө ваҡытта һәм төрлө мәктәптәрҙә, үҙ әсә телемде ҡалдырып, төрлө өс телдә уҡырға тура килде: татар, үзбәк, урыҫ телдәрендә; ләкин һәр саҡ ул телдәрҙә уҡыуым башланғыс хәлендә өҙөлә килде — Хоҙай Бабай үҙ телемдә генә уҡырға бойорғандыр. Ысынлап та, яҙмыш миңә үҙ аллы уҡыу барышында урта белемде лә, юғары белемде лә үҙемдең башҡорт телемдә фекер йөрөтөп алырға яҙҙы — башҡорт яҙыусыһы өсөн был ифрат та мөһимдер.

Хәтеремдә, вузға кер-мәҫем борон әле, Өфөгә бер килеүем-дә «Ағиҙел»-селәр Әсғәт Мирзаһитов, Фәрит Иҫән-ғолов менән хозур табын-да күңелле ге-нә ултырғай-ным әңгәмә-ләшеп. Һүҙ-ҙән һүҙ сығ-ып, белем ал-ыу тураһын-дағы хыялым мәғлүм бул-ғас, Фәрит Иҫәнғолов үҙенең түшендәге зәңгәр эмаль ялатылған вуз ромбигын ысҡындырып алып, минең түшемә таҡты. Ни әйтергә лә белмәй тулҡынланып, аптырап торғанымда:

— Мин быны ваҡытлыса бирәм. Үҙ ромбигыңды алғас, кире ҡайтарырһың, — тине ул. Шул шарт менән ҡул ҡыҫышып килештек һәм мин быны шиғырымда («Бурыс») нығыттым:

 

Ҡул ҡыҫыштым бөгөн ғүмерлеккә

Дуҫ булырға, ҡәләмдәш менән.

Хеҙмәт юлым, түккән моңом, тиһәк,

Мин әле бик бәләкәс кенә.

 

Ҙур йөрәген бирҙе дуҫым миңә,

Сыҡ һин, тине, еңеп көрәштән.

Шул нур-йөрәк менән минең йөрәк

Күкрәгемдә хәҙер берләшкән.

 

Үҙ йөрәгем бер мәл олоғайып,

Ҡайтарырмын дуҫҡа бүләген.

Ай арҡылы нурын ҙур Ҡояштың

Алмайҙыр Ер бушҡа төндәрен.

 

1962.

 

Ниһәйәт, юғары белемгә эйә булғас, университеттың күк эмалле ромбигын түшемә тағып барып, ҡәләмдәшемдең үтескә биреп торған ромбигын, рәхмәт әйтеп, тантаналы рәүештә үҙенә ҡайтарҙым (ә ул иһә был тарихты хәтерләмәй ҙә, имеш...).

Ошо мәлде күреү өсөн, ай-һай, күп көс сығарырға, көрәшергә тура килде миңә. Өлкән ҡәләмдәштәремдән Ғәйнан ағай Әмириҙең йомарт йөрәк йылыһы, игелеге рухымды ныҡ ҡанатландырып күтәрҙе (һүрәттә һулдан уңға алғы буйҙа Ғәйнан Әмири, Мадрил Ғафуров; артҡы буйҙа Вәзих Исхаҡов, Йыһат Солтанов. 70-енсе йылдар; уның хаҡында махсус «Мәңге ғашиҡ» тигән әҫәремдә яҙғанмын). Һары таңдан ҡара кискәсә ҡырҙа колхоз эшендә йөрөп, телде арҡыры тешләрҙәй арманһыҙ ҡайтып, ашығыс ҡапҡылап алам да, китаптарыма тотонам — диванда ултырған килеш йоҡлап китә инем. Ярай, бисәм, әсәйем түҙемле булды һәм барыһын да аңланы, йорт эше ваҡлыҡтарын, мөмкин булғанса, үҙҙәренә йөкмәне...

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 431. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Метод Фольгарда (роданометрия или тиоцианатометрия) Метод Фольгарда основан на применении в качестве осадителя титрованного раствора, содержащего роданид-ионы SCN...

Потенциометрия. Потенциометрическое определение рН растворов Потенциометрия - это электрохимический метод иссле­дования и анализа веществ, основанный на зависимости равновесного электродного потенциала Е от активности (концентрации) определяемого вещества в исследуемом рас­творе...

Гальванического элемента При контакте двух любых фаз на границе их раздела возникает двойной электрический слой (ДЭС), состоящий из равных по величине, но противоположных по знаку электрических зарядов...

Репродуктивное здоровье, как составляющая часть здоровья человека и общества   Репродуктивное здоровье – это состояние полного физического, умственного и социального благополучия при отсутствии заболеваний репродуктивной системы на всех этапах жизни человека...

Случайной величины Плотностью распределения вероятностей непрерывной случайной величины Х называют функцию f(x) – первую производную от функции распределения F(x): Понятие плотность распределения вероятностей случайной величины Х для дискретной величины неприменима...

Схема рефлекторной дуги условного слюноотделительного рефлекса При неоднократном сочетании действия предупреждающего сигнала и безусловного пищевого раздражителя формируются...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия