Студопедия — Йыһат Солтанов.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Йыһат Солтанов.






Төнгө хәбәр.

Төн. Көтмәгәндә-нитмәгәндә генә берәү ишек шаҡыны. Әле бер кем үтмәгән һуҡмаҡтан үҙ һуҡмағын ярып, үҙ алдына ғына үҙенсә моң көйләп, тормоштоң асыһын-сөсөһөн күп татыған, кемдер тарафынан байтаҡ ҡына рәнйетелгән, ләкин үҙенең ғәжәп саф күңелен, кешелеген, үҙенең кешелек бәҫен һаҡлап ҡалған бер юлсы ишек шаҡыны. Был шаҡыуҙа бер ниндәй тупаҫлыҡ та, ҡысҡырынып-екеренеп торған талап та, бер һөмһөҙлөк тә юҡ. Был шаҡыу ниндәйҙер кешенең кешелегенә ышаныусан, ғәжәп кешелекле, хатта кеселекле, үҙенең йылы күңел төбөнән сыҡҡан ихлас һүҙенә ихлас яуап табырына шик-шөбһәһе булмаған тыйнаҡ өмөт менән ҡараған кешенең шаҡыуы.

Һис бер икеләнеүһеҙ ишек асаһың. Күңел күҙең алданмаған.

Бөтөнләй көтмәһәң дә, күптән көткән, күптән күңелең эҫенеп бөткән бер теләктәге үҙ кешең килеп инә. Өйөңә түгел, туп-тура күңелеңә инә;.

— Йыһат Солтанов икән дәһә, нишләп былай күҙгә-башҡа күренмәй йөрөнөң? Һине бит беҙ күптән көткәйнек, әйҙә, рәхим ит, беҙ бит һин күреп белмәһәң дә тойоп белгән күмәк дуҫтарың. Һинең моңоң тураһында ла, кеше булыуың тураһында ла бер ултырып һөйләшке, кәңәш-төңәш итке килә. Ырымбур хәлдәрен аҡтарып һал, әйҙә!.. Ил ирҙән, ир илдән туямы — бик хуш килдең, төклө аяҡтарың менән, тип ҡаршылайһың уны. Матбуғаттағы һуңғы һанды уҡығас, беҙҙең әҙәби ҡор һаман ишәйә, түңәрәкләнә бара, тип ҡыуанаһың;.

Мостай Кәрим әйтмешләй, яңы шиғыр ғына түгел, ә Яңы шағир килде, тиергә мөмкин, Йыһат шиғырҙары менән танышҡас.

Киң кейем туҙмаҫ, тигәндәй, Йыһат Солтановҡа ошондай кәңәште бирге килә;.

Моңоң яҡтыраҡ булһын, дуҫҡай. Үҙеңдең шәхси тормошоңда төрлө күңелһеҙ хәлдәр булһа ла, үҙ яҙмышыңа ил күҙе, заман зирәклеге, конкрет тормош солғанышы менән ҡара. Үҙенсәлекле тауышың көрөрәк, баҙығыраҡ, ҡыйыуыраҡ булһын. Күҙ күремең дала киңлектәрен иңләрлек булһын. Үҙ моңоң менән әүрәмә, башҡаларҙың да йөрәк ҡағышын той — үҙ итеп күр. Ер-һыуыңдың сағыу буяуҙарын, йорт-аймағыңдың йор һүҙҙәрен, беҙ ишетмәгән мәҡәл-әйтемдәрен, ҡарт-ҡороларыңдың мәғәнәле тел төбөн, далалағы Яңы тормош һыҙаттарын — бөтәһен-бөтәһен дә танһыҡ өсөн генә түгел, танһыҡ ҡанһын, күңел һоҡланһын өсөн алып кил.

Һеҙҙә лә бит егерменсе быуаттың 64-енсе йылылыр [19], һеҙҙә лә ер юлдаштарының осоуын күҙәтәләрҙер, һеҙҙә лә бала-саға космонавт булып уйнай торғандыр, һеҙҙә лә ҡайырып сирәм күтәрәләрҙер, дала буйлап вольтлы электр тогы ташыусы ҡорос бағаналар атлап уҙалыр, бына тигән коммунистик хеҙмәт кешеләре барҙыр, ҡарттарҙың да биш ваҡыт намаҙ ғына уҡымай, «Ырғыҙ», «Абай», «Йәш гвардия» китаптарын уҡығандары барҙыр. Кешеләр араһында яңы мөнәсәбәт, яңы заман ҡараштары ерегеп киләлер.

Бына шуларҙы ла күрергә, тойорға һәм моңона ҡушылып йырларға кәрәк!

Шунһыҙ бөгөн әҙәбиәт була алмай!»

 

Шул уҡ бер балыҡ башы — баяғы сәсмә әҫәрҙәремде тикшергән абруйлы өс прозаиктың соцреализм талаптарына яңғыраш дөйөм фекерҙә булған бит был да! Телмәрҙе үҙ ваҡытында тыңлай алмай ҡалһам да һәм унда «моң»ға, минең моңома, ҡағылышлы һүҙҙәрҙән бихәбәр йөрөһәм дә, нигеҙҙә моңома теләктәшле Рәми Ғариповтың был рәсми урындағы рәсми телмәренең тәьҫире, ижадыма ҡарата башҡаларҙың мөнәсәбәтендә ҡыйыш көҙгөләгеләй боҙолоп, кире яҡлап сағылды, шиғырҙарымды бәғзеләр яҡты совет ысынбарлығынан, тормошобоҙҙан зарланыу, ысынбарлыҡтың ҡара яҡтарын ғына күреү тип баһалап, кире ҡағыу ҡеүәһе күтәрелде — аҫтараҡ был хаттарымда сағылыр. Һәм мин шуларға яуап итеп «Моң тураһында» тигән шиғырымды яҙырға мәжбүр булдым:

 

Моңло булыу — зарлы булыу түгел.

Айыра бел зарҙы моңдарҙан.

Зарлы бәндә күҙ йәшен ағыҙһа,

Моңло кеше йырҙар сығарған.

 

Йырһыҙ йәшәү — үтә ҡыйын, тиҙәр,

Йәшәп булмай моңһоҙ бөтөнләй.

Ҡая ғына һаҡлай хисһеҙ тынлыҡ,

Ҡая ғына тора һелкенмәй.

 

Кешелектең көсө — моң кисереү.

Тыуа шағир моңдар эсенән.

Игелек һис көтмә был донъяла

Моңон юйған йүнһеҙ кешенән!

 

Моңдар, моңдар, тормош һуҡмағымда

Үткәрҙем күп һеҙҙе йөрәктән.

Булдығыҙ һеҙ мине кешелеккә,

Хислелеккә, йырға өйрәткән.

 

30.11.1962.

 

Семинарҙа шиғырҙарыма ҡарата Рәми Ғариповтың йылы һүҙ әйтеүе тураһында ишетеп ҡанатланғас, «Төнгө хәбәр» исемле йыйынтыҡ итеп әҙерләгән ҡулъяҙмамдың машинкала баҫылған бер данаһын, талант эйәһе ҡорҙашымдан һынау үткәртәйем, тип, Рәмигә уҡырға бирҙем: «Әгәр хуплаһаң, яҙыусылар берлегенең шиғриәт секцияһында тикшертергә ине ниәт», — тинем. «Ярай, эшләрмен», — тип, папканы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып алды (шул кисендә үк ул ҡулъяҙманы ҡайҙалыр торғоҙоп ҡалдырған — юғалтҡан булып сыҡты һәм уны минән алыуын кире ҡаҡты), бер аҙ ҡыҙмаса булыуы ғына хәүеф һалды һалыуын (һуңғараҡ яҡшы белдем: йәш шағирҙар уның эргәһенә «ярты» ҡыҫтырмайынса йөрөмәйҙәр — тәмәкене, хәмерҙе ныҡ ярата икән ҡорҙашым)...

Ауылыма ҡайтып китеп, түҙемһеҙлек менән Рәмиҙән хәбәр көттөм, ләкин «шылт!» иткән дә тауыш юҡ ине, ә үҙем һорашып хат яҙыуҙы тыйнаҡһыҙлыҡ һананым. Өҫтәүенә, «Ағиҙел» журналына ебәргән әҫәрҙәрем дә, һыуға батҡан балталай, хәбәрһеҙ сума торҙо...

1963 йылдың йәйендә, урта белем тураһында өлгөргәнлек аттестатымды алыу менән үк, Өфөгә тумарылдым — ниһәйәт, вузға инергә. Бер түгел, өс балам, ҡартайған әсәйем бар, колхозда көн күрешебеҙ шәптән түгел — аҙым һайын ҡамасаулайҙар, йәнде киҫәләр, ләкин уҡығы ла уҡығы — белемле булғым килә! Ошо йәшемдә һәм ғаилә хәлемдә нисек итеп биш йыл буйына ситтә студент хәлендә йөрөрөмдө күҙ алдыма ла килтерә алмай инем, дөрөҫөн әйткәндә; ләкин үҙемде күҙ йомоп упҡынға ташланырға тәүәккәлләнгән бәндәләй тоя инем — ни булһа ла булыр... Әммә бәхетемдән (Хоҙай Бабай бойороуы буйынса) тирә-яғымда айныҡ аҡыллы ағайҙарым бар булып сыҡты, хәйерле юлға баҫырға ярҙамлашты. Башҡорт дәүләт университетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә кереп, әйтеп үтеүемсә, эшләп йөрөй-йөрөй эйә булдым юғары белемемә...

Муса ағай Ғәли, шиғриәт секцияһы рәйесе, ҡыш һуҙымында баяғы шиғри йыйынтығымды иренмәй уҡып сығып, секция ағзаларынан һәм башҡаларҙан да уҡытып, килеүемде көтөп кенә торған икән. Йәйге эҫе көндәрҙең береһендә «Ағиҙел» журналы редакцияһы бүлмәһендә секция ултырышы булды (Рәми юҡ ине, буғай), йыйынтығым ғәмәлдә Ыңғай баһаланып, айырым китап итеп баҫтырып сығарырға тәҡдим ителде нәшриәткә. Кемдәрҙең яҡлап һөйләгәне хәтеремдә ҡалмаған — яҡшылыҡтар онотолоусан икән ул (яҡшылыҡ эшләү — тәбиғи хәл итеп ҡаралыуҙандыр). Әммә Уран Кинйәбулатов тигән, телевидениела эшләгән һәм йыр текстары яҙыу маһиры булған мыҡты кәүҙәле йәш шағирҙың (Кәтибә апай Кинйәбулатованың бер туған ҡустыһы, тинеләр) янып-ярһып мине юҡҡа сығарыуы иҫемдә... Әммә икенсе бер сағыу ваҡиға күмә был моңһоу иҫтәлекте — 80-енсе йылдарҙа булды бер хәл: «Урал батыр шәжәрәһе» тигән тарихи-мәҙәни хеҙмәтем «Ағиҙел» һандарында баҫылып сығып, авторы юғары даирәләр тарафынан «милли сикләнгәнлек»тә ғәйепләнеп, әҙәбиәтебеҙ генералдары суҡмарҙарын башыма ҡундырған ауыр осоромда баяғы Уран Кинйәбулатов Ленин урамында осрап, ҡоластарын йәйеп ҡосаҡлап алды ла, шул әҫәрем өсөн мең-мең рәхмәттәр әйтеп: «Һиңә булған хөрмәтемде нисек кенә итеп белдерәйем икән һуң? Әгәр хәлемдән килһә, ошо урында аяҡтарың аҫтына йомшаҡ келәм булып түшәлер инем!» — тип алдымда баш эйҙе...

Ситтән тороп уҡыуымдың йәтеш яғы бар ине: кануни рәүештә, ҡайҙа ғына эшләһәң дә, йылына ике тапҡыр (ҡыш, йәй) вузға барып зачеттар һәм имтихандар тапшырып ҡайтырға ун биш көнлөк һәм айлыҡ түләүле ял бирәләр — үҙенән-үҙе юл төшә Өфөмә, тимәк. Редакцияларға керәм, әҙиптәр менән аралашам, әҫәрҙәремде уҡыйым һәм уҡытам. Өйҙә саҡта почта аша аралашыу ҙа бара. Әммә шуныһы, минең һымаҡ ҡара эшсегә матбуғатҡа үтеп кереү, ташҡа баҫылыу ифрат ауыр ине шул...

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 514. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Психолого-педагогическая характеристика студенческой группы   Характеристика группы составляется по 407 группе очного отделения зооинженерного факультета, бакалавриата по направлению «Биология» РГАУ-МСХА имени К...

Общая и профессиональная культура педагога: сущность, специфика, взаимосвязь Педагогическая культура- часть общечеловеческих культуры, в которой запечатлил духовные и материальные ценности образования и воспитания, осуществляя образовательно-воспитательный процесс...

Устройство рабочих органов мясорубки Независимо от марки мясорубки и её технических характеристик, все они имеют принципиально одинаковые устройства...

Тема: Составление цепи питания Цель: расширить знания о биотических факторах среды. Оборудование:гербарные растения...

В эволюции растений и животных. Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений. Оборудование: гербарные растения, чучела хордовых (рыб, земноводных, птиц, пресмыкающихся, млекопитающих), коллекции насекомых, влажные препараты паразитических червей, мох, хвощ, папоротник...

Типовые примеры и методы их решения. Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно. Какова должна быть годовая номинальная процентная ставка...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия