Студопедия — Яҙ, Башҡортостан!
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Яҙ, Башҡортостан!






Йоҙроҡ кеүек йомарланған Ер шарына йәнә лә яҡты көн килде.

Биш бармаҡтай биш ҡитғаһын биш төрлө ғәм менән сорнап, биш төрлө юл-йүнәлеш юрап 1972 йыл килде. Кешелектең көр яҙмышын ҡайнар усына йомарлап тотҡан эшсән йоҙроҡ-планета икһеҙ-сикһеҙ йыһан юлдарынан яңы саҡрым бағанаһын ҡағып уҙҙы. Был саҡрымда уҙған менән киләсәк, иҫке менән яңы, аҡ менән ҡара осраша. Был саҡрымда һәр ике яҡ үҙенең көсөн һынаша. Ер шарының миллион-миллион ир һәм ҡатындары был саҡрымда, күҙҙәренә аҡ күренмәй, ҡара ҡайғы йотоп тешләнеп уҙалар. Әлеге биш юл-йүнәлештең иң ҡараһы-билғауырына дусар булғандар улар. Ә миллион-миллион бәхетлеләр өсөн иһә был Яңы саҡрым — офоҡтарҙың тағы ла киңерәк асылыуы, барған һайын айбарланыусы ҡояшлы-айлы икһеҙ-сикһеҙ аҡ донъя ул.

Ҡәҙерле кешеләрем, аҡ киләсәкле, киң офоҡло Совет Башҡортостанының тулы хоҡуҡлы граждандары! Һеҙ, беҙ — үҙебеҙ бит ул иң бәхетле аҡ донъяның төп хужалары! Алдыбыҙға ҡалҡынып ҡарайыҡсы — офоҡтар ҡайһылай асыҡ. Тирә-яғыбыҙҙы боролоп байҡайыҡсы — донъя ниндәй киң. Табан аҫтыбыҙҙа үҙенең ҡышҡы күркенә — һөттәй аҡҡа төрөнгән тыуған еребеҙ. Әйтерһең, тик беҙҙең өсөн, төн сыҡҡансы ғәзиз еребеҙ үҙенең саф аҡ никах күлдәген кейгән...

Сал Иртыштан алып көр Иҙелгәсә, йор яйыҡтан алып тын Ҡамағаса, Чукот диңгеҙенән алып Балтик диңгеҙенәсә, Төньяҡ Боҙло океан һәм Аҡ диңгеҙҙән — Ҡараҡом һәм Каспийгәсә ике ҡитғаны иңләп-буйлап ятҡан икһеҙ-сикһеҙ бөтә еребеҙ, әйтерһең, беҙҙең алда йәйелеп киткән ап-аҡ ҡағыҙ — яҙыр өсөн асып һалынған аҡ ҡағыҙ. Уға яҙыу өсөн бөйөк хоҡуҡ ҡәләме донъяла тик һеҙҙең менән беҙгә — Совет Социалистик Республикалар Союзының граждандарына бирелгән. Һәм тағы ла шуға иғтибар итегеҙ, ҡәҙерле яҡташтарым: һеҙҙең алдағы аҡ табаҡҡа эре хәрефтәр менән «СССР — 50» тигән, был донъяла иң ырыҫлы, тылсымлы һүҙ — ҡотлоларҙан ҡотло нур-һүҙ бар. Тимәк, 15 герблы, 150 телле татыу милләттәр республикаһына быйыл теүәл 50 йәш тула. Был беҙгә Яңы атлап ингән 1972 йылдың алтын бүләге. Изге йола буйынса ошо данлы бүләкте ҡотлап, Ватандың аҡ бит-ҡағыҙына беҙ, һәр ҡайһыбыҙ, үҙенең ҡултамғаһын йөрәк уты менән яндырып һаласаҡ. Ул уттарҙан ҡабынған факел быуаттарҙан — быуаттарға йылъяҙма булып дөрләп барасаҡ. Тәүлектәрен, сәғәттәрен, минуттарын һәм секундтарын алдан уҡ һанап-көйләп ҡуйған егәр яңы йыл шул тамғалар өсөн бына һәр беребеҙҙең күҙ алдына теүәл 365 көн-юлға бүленгән, һәр юлы утлы ҡәләм осон көтөп кенә торған ап-аҡ затлы йүнәлеш-өлөшөн асып һалған.

Эшсе иптәш! Һинең ҡултамғаң ҡуя торған ҡәләмең — станогың, ул тынғы белмәй әйләнһен.

Колхозсы-ерекмән иптәш! Баҫыу һәм ҡырҙарҙа түккән һәр тамсы хәләл маңлай тирең илгә яңы муллыҡ килтерһә, һинең ҡултамғаң шул булыр.

Яҙыусы һәм ғалим, пограничник һәм космосты яулаусы! Һеҙҙең йөрәк тибешегеҙ билдәләр ҡултамғағыҙҙы. Ә бөтәбеҙҙең дә ҡулдарыбыҙ, йөрәктәребеҙ, аҡылдарыбыҙ берегеп, әлеге мәңге һүнмәҫ факелды дөрләтһен.

Эйе, алдыбыҙҙа яңы асып һалынған аҡ ҡағыҙ — 1972 йыл — һәм СССР-ҙың алтын 50 йыллығы. Эшсән йоҙроҡ-планетабыҙ осһоҙ-ҡырыйһыҙ йыһан юлына ҡағып үткән яңы саҡрым бағанаһы ошо ике утлы һанды үткән менән киләсәктең, иҫке менән яңының, аҡ менән ҡараның ҡап-урталыҡ араһын аныҡ билдәләү өсөн ҡуйылған. Ерҙәге бар һуҡырҙарҙың күҙен асыу, өмөтһөҙҙәр өсөн өмөт маяғы ҡабыҙыу өсөн ҡуйылған. Был нур бөркөп тороусы маяҡ ҡара төндәрҙә лә барлыҡ биш ҡитғаға тиң балҡып күренә, көслө прожектор менән бөтә кешелек донъяһының үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген ҡапшап ҡарарға форсат бирә.

Башҡортостаным минең! Бөгөн ап-аҡ ҡар бөркәнгән баҫыуҙарың, яландарың, ҡаяларың, эшсән ауыл һәм ҡалаларыңдың күген күмгән шау-электр диңгеҙҙәрең менән һин ҙур Ватандың башындағы аҫыл аҡыҡҡа ынйы-гәүһәрҙәр батырып эшләнгән ҡиммәтле таж һымаҡ балҡып күренәһең. Берәүҙәр һине бик ҙур тере йөрәккә, күрешеү өсөн һонолған эшсән ҡулға, йәки ҡайын япрағына оҡшатып йырлайҙар. Икенселәр осоп барған бөркөткә, ҙур Ватандың билендәге ҡораллы кобураға йәки Урал батырҙың алмас ҡылысына тиңләп данлайҙар. Өсөнсөләр һине, илдең күҙ ҡараһы, тип атайҙар. Ләкин быларҙың бөтәһен бергә ҡушып әйткәндә лә аҙ булыр, беҙҙең йөрәк хистәрен биреп бөтөрмәҫ һымаҡ. Был донъяла һинең менән сағыштырырлыҡ тик бер генә нәмә бар — ул да булһа һин үҙең, һин үҙең, Башҡортостан!

Туған халҡым! Һине имәндәргә тиңләр инем мин, тик улар мәңге йәшәмәй. Аҡҡан йылғаларға оҡшатыр инем, ләкин улар ҙа мәңге аҡмай. Мәғрур тауҙар менән сағыштырыр инем, әммә тауҙар ҙа ишелеп төшә. Ә һин, туған халҡым, ике осо ла төпһөҙ йыһанға китеп олғашҡан офоҡ һыҙығы кеүекһең: һин мәңге булған, барһың һәм мәңге буласаҡһың. Икегеҙ ҙә бер-берегеҙгә тиң килгәнһегеҙ, туған халҡым һәм тыуған Башҡортостан! Әммә донъяла иң ҙур тиңлек тә бар әле: илдәр менән илдәрҙең, милләттәр менән милләттәрҙең тиңлеге. Шул бәхеткә ирешеү өсөн күпме быуаттар буйы күпме халыҡтар ҡан түкте, зар-иланы, емеректәр аҫтында күмелеп ятып ҡалды. Ләкин кешелек донъяһы һаман халыҡтарҙың тиң ғаиләһе, дуҫлығы хаҡына йән атып, көрәшеп йәшәне. Ата-бабалар шул изге юлда аҡты ҡаранан, дуҫты дошмандан айырырға өйрәнде. Улар Башҡортостан намыҫы өсөн генә түгел, ә Рәсәй намыҫын һаҡлап Кузьма Минин, Дмитрий Пожарский ополчениеларында, Петр I батшаның төрөк, швед походтарында һәм Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышында ҡан ҡойғанда ла, батшалыҡтың нигеҙен дер-ҡаҡшатып тетрәткән Иван Болотников, Емельян Пугачев кеүек ҡыйыу уҙамандарҙың яуҙарында урыҫ һәм башҡа милләт туғандары менән ҡуша изге берҙәмлек өсөн ғәзиз баштарын һалғанда ла, икеләнеп тормай, оло бер хаҡиҡәт өсөн йән бирҙе. Ул хаҡиҡәт иҙелгән барлыҡ милләттәр өсөн дә уртаҡ, ә иҙеүселәр өсөн ҡара гүр ташы ине. Ошо хаҡ юлда минең халҡым алтындай саф аҡ күңелен сағыу Ленин нуры менән балҡытып, совет Ватаны өсөн Шәһит батырҙарын, Шайморатов генералдарын бирҙе, СССР-ҙың гражданы тип аталыу хоҡуғын үлемесле оло яуҙа ҡулына ҡорал тотоп, ҡайнар ҡандарын түгеп аҡланы. Шуға ла бөгөн совет кешеһенең тормошҡа ышанысы ныҡ, барыр юлы яҡты, торор ере киң. Халыҡтарҙың быуаттар буйы килгән хыялы күкрәп тормошҡа ашты: ерҙә туғанлыҡ иле бар, ул ил беҙҙеке, исеме уның — СССР.

Яңы йыл менән күрешкәндә беҙ иҫке йылды ла хөрмәтләп оҙатабыҙ, сөнки ул бөтөн совет халҡы өсөн бик иҫтәлекле булды. 1971 йылда беҙ һигеҙенсе биш йыллыҡты уңышлы үтәнек, киләсәккә яңы пландар ҡороп ҡуйҙыҡ. Партияның XXIV съезы ул планды хуплап, алдыбыҙҙа офоҡ ҡапҡаларын асып ебәрҙе. Бөтөн ил берҙәм һулыш менән тын алып, эш өҫтөндә күкрәк киреп, бәрәкәтле Яңы йылға аяҡ баҫты. Башҡортостан кешеләре лә илдең тигеҙ, тыныс ритмы менән берҙәм юл ала. Беҙ беләбеҙ: 1972 йылдың саҡрым бағанаһынан алға ҡарай һәр бер совет гражданын башланмаған бөп-бөтөн бәхет көтә.

Бер үк ваҡытта Ер шарының миллион-миллион ир һәм ҡатындары был саҡрымды, күҙҙәренә аҡ күренмәй, ҡара ҡайғы йотоп тешләнеп уҙалар. Ҡара капитал сылбыры быуған бәхетһеҙ илдәрҙең кешеләре улар. Монополиялар, концерндар, синдикаттар — империализмдың ҡара һөлөктәре — был илдәрҙең күкрәк ҡанын эсә һурып. Капиталдың аҡса сейфынан төшкән шомло күләгә кешеләрҙең барыр юлдарын быуып, күҙ алдарын ҡараңғылата. Долларҙар һәм фунттар астарҙың, яланғастарҙың өҫтөнә, аҡ япма йәки аҡ икмәк булып түгел, ҡара ҡурғаш булып атыла. Вертолеттар бамбук үҫкән ауылдарға, кендек әбейе алып түгел, ә ҡатын һәм сабыйҙарҙың өҫтәренә ут ишелдереү өсөн напалм тейәп оса. Ер шарының байтаҡ ҡара ҡитғалары уймаҡтай аҡҡа зар әле.

Ватаным минең, бөйөк Совет иле! Диңгеҙҙәрҙән диңгеҙҙәргәсә ниндәй аҡ булып сикһеҙ йәйрәп ятаһың һин. Хатта төпкөл ер аҫтың да тик аҡлыҡтан ғына торалыр төҫлө. Ошо бөйөк Ватан хаҡына ҡайнар хеҙмәткә генә түгел, ә утҡа ла, һыуға ла, үлемгә лә инеү тәүәккәллеге ярала йөрәктәрҙә. Күҙ ҡарабыҙҙай күреп һаҡларбыҙ, Ватан, һине!

Беҙҙең эшсән йоҙроҡ һымаҡ йомарланған Ер шары һаман дауам итә үҙенең ҡыҙыу хәрәкәтен. Ал да, ял да юҡ уға — фәҡәт хәрәкәт, тайпылышһыҙ алға хәрәкәт кенә. Беҙҙең Ватан хәрәкәте лә Ер шарының мәңгелек хәрәкәте менән бергә ҡушыла, ә һәр совет кешеһенең эш-хәрәкәте — Ватандыҡы менән бергә. Был алға барыш мәңгелек, уны туҡтатыр, йәки тайпылдыртыр ҡеүәт юҡ. Эшсе йоҙроҡ-планета саҡрымдарға бағаналар ҡаҡҡан һайын, Ер шарында тутыҡ сылбырҙар өҙөлөп, ҡара таптар ҡойолоп төшә, аҡлыҡ арта бара. Беҙҙең йөрәк уты менән аҡҡа һалған ҡултамғалар бөйөк Ватан иңендә яңы заводтар, ҡалалар, иген баҫыуҙары булып әүерелеп, уҙылған йылдың һәр көнөндә мәңге янар факелдар ҡабыҙып, бер ҡулдың биш бармаҡтарылай йомарланған, һаман-һаман бер-береһенә яҡыная барған биш ҡитғаны ҡомарлап йылыта. Был бармаҡтар яҙлыҡмаһын өсөн, Ер шары эшсе йоҙроҡ булыуҙан туҡтамаһын өсөн ырыҫлы үҙ тамғаңды яҙ, Башҡортостан!

 

Ҡайһындай ғына булһа ла, ихлас йөрәк хистәремде һалғайным шул, Башҡортостаным менән ғорурланып...







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 567. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Гальванического элемента При контакте двух любых фаз на границе их раздела возникает двойной электрический слой (ДЭС), состоящий из равных по величине, но противоположных по знаку электрических зарядов...

Сущность, виды и функции маркетинга персонала Перснал-маркетинг является новым понятием. В мировой практике маркетинга и управления персоналом он выделился в отдельное направление лишь в начале 90-х гг.XX века...

Разработка товарной и ценовой стратегии фирмы на российском рынке хлебопродуктов В начале 1994 г. английская фирма МОНО совместно с бельгийской ПЮРАТОС приняла решение о начале совместного проекта на российском рынке. Эти фирмы ведут деятельность в сопредельных сферах производства хлебопродуктов. МОНО – крупнейший в Великобритании...

Методы прогнозирования национальной экономики, их особенности, классификация В настоящее время по оценке специалистов насчитывается свыше 150 различных методов прогнозирования, но на практике, в качестве основных используется около 20 методов...

Методы анализа финансово-хозяйственной деятельности предприятия   Содержанием анализа финансово-хозяйственной деятельности предприятия является глубокое и всестороннее изучение экономической информации о функционировании анализируемого субъекта хозяйствования с целью принятия оптимальных управленческих...

Образование соседних чисел Фрагмент: Программная задача: показать образование числа 4 и числа 3 друг из друга...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.023 сек.) русская версия | украинская версия