Студопедия — Редакциялағы реакциялар
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Редакциялағы реакциялар






 

Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, башҡорт әҙәби теле тураһындағы был «крамолалы» сығышымдан һуң дүрт ай үтер-үтмәҫтән, үҙ башыма үҙем теләп тағы ла бәлә алдым — «Ағиҙел»дең 6-нсы һанында Назар Нәжмиҙең яңы поэмаһына һәм «Ҡарҙар яуа» исемле шиғри йыйынтығына бағышланған «Бөйөк туғанлыҡ тураһында йыр» тигән ҙур ғына күләмле (бер табаҡлыҡ) мәҡәләм донъя күрҙе лә үҙемде яңы ҡойон эсендә ҡалдырҙы. Эш шунда: икеһе лә сағыу талантлы фронтовик шағирҙарыбыҙ Назар Нәжми һәм Мостай Кәрим араһында, бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, тигәндәй, башҡорт шиғриәтендәге лидерлыҡ өсөн йәшерен көрәш барғаны, был аҫтыртын алышта тәүгеһе япа-яңғыҙы ҡалып, республика түрәләренә ныҡ яраҡлашҡан икенсеһе иһә үҙенең буйтлы сәйәси суҡмарын ышаныслы нөгәрҙәре — журналдың даими редколлегия ағзалары Муса Ғәли, Ғилемдар Рамазанов, Ғайса Хөсәйенов, Рафаэль Сафиндар ҡулы менән «ҡундырыуы», шул арҡала Назар Нәжми ижадына «Ағиҙел»дә һәр төрлө кәртәләр ҡоролоуы редакцияла эшләгәндәрҙең береһенә лә сер түгел ине. Был хәрәкәт баш редактор Мирзаһитовты алмаштырған йәштәшем Рәйес Низамов заманында ла һүрелмәй дауамланды, шуны дәлилләүсе итеп ошо урында Назар Нәжмиҙең редакцияға атҡарған бер нисә дана рәсми хатын килтерәм (бер ҡайҙа ла ташҡа баҫылмағандар):

 

1. «Ағиҙел» журналының редакторы иптәш Рәйес Низамовҡа.

Уҙған йылдың декабрь урталарында, тейешле сотрудниктарығыҙҙың урынында булмауы ғына сәбәпле, «Һәр нәмәлә шиғыр ята» тигән циклымды үҙегеҙгә тапшырғайным. Шул көндән һуң биш ай ваҡыт үтеп бара.

Март урталарында журналдың шиғриәт бүлеген алып барған һеҙҙең сотрудник иптәш Абдулхаҡ Игебаев менән шиғырҙар тураһында һөйләшеү булды. Һөйләшеү ваҡытында иптәш Игебаев: «Шиғырҙар минән үттеләр, ләкин редколлегияла шундай фекерҙәр булды», — тип, шиғырҙарым тураһында замечаниеларын әйтте.

Был һөйләшеүҙәргә тиклем Мостай Кәрим дә, редколлегия ағзаһы булараҡ, журналдың һорауы буйынса уҡып сыҡҡан икән. Ул ҡайһы бер һүҙҙәрҙе алмаштырғанын һәм «Ҡайҙа барырға?» тигән шиғырға бер-ике позитив строфа өҫтәү теләген белдерҙе. Уның теләге тураһында мин уйланым һәм ундай теләктең шиғырға сит тән (ятбауыр) булып инәсәген Мостай Кәримгә иҫбат иттем.

А. Игебаев иптәш менән һөйләшкән саҡта ла уның шиғырға булған ҡайһы бер замечаниелары ышандыра алманы. Шулай булғас, мин: «Шиғырҙар, үҙегеҙҙең әйтеүегеҙгә ҡарағанда, һеҙҙән үткән икән, редколлегияның фекере тураһында башҡалар, һуңғы һүҙҙе әйтә торған кешеләр, һөйләшһен», — тинем. Шунан һуң Абдулхаҡ Игебаев өс тапҡыр өйгә шылтыратҡан (иғтибары өсөн уға ҙур рәхмәт) һәм: «Шиғырҙар тураһында һөйләшергә ине», — тигән. Тимәк, мин тағы Игебаев менән һөйләшергә тейеш булам дабаһа.

Шиғырҙарҙы, ғөмүмән, әҙәби әҫәрҙәрҙе, төп ике осраҡта: 1) ул әҙәби әҫәр булыуҙан алыҫ торһа; 2) үҙенең идея сатаҡлыҡтары арҡаһында беҙҙең ысынбарлыҡ өсөн зарарлы булһа, баҫырға мөмкин түгел.

Ул журналда мин дә эшләп киткән кеше. Бынан 24 йыл элек һеҙ ҙә, Игебаев та тәүге әҫәрҙәрегеҙҙе килтерә инегеҙ. Шул әҫәрҙәрҙе, бик йомшаҡ һәм өйрәнсек булыуҙары арҡаһында, бик оҙаҡҡа һуҙмайынса, яңынан эшләп, баҫып сығарыу хәленә килтерергә тура килә ине. Журнал эшендә ундай хәлдәр йыш осрай. 24 йыл эсендә һеҙ ҙә, берегеҙ яҙыусы, берегеҙ шағир булып, кешеләргә ярҙам итерлек, шул иҫәптән минең шиғырҙарҙы ла баҫып сығарырлыҡ хәлгә килтерерлек кимәлгә күтәрелгәнһегеҙҙер, тип уйлайым.

Әгәр ҙә биш ай буйы уларҙы бер ни ҙә эшләтә алмаһағыҙ (редакция шиғырҙар менән бик тулмағандыр, минең шиғырҙарҙы ла ҡарап сығырға ваҡытығыҙ булғандыр, тип уйлайым), шул «бер ни ҙә эшләтә алмауығыҙ»ҙың сәбәптәрен хат аша (телефон аша йәки өҫтәл янында һөйләшеүҙе кәрәк тапмайым) яҙып ебәреүегеҙҙе, зинһар, түбәнселек итеп һанамағыҙ;.

Сәләм менән: Назар Нәжми. 8 апрель 1974 йыл.

 

Күп тапҡырҙар «атылған ҡарт бүре» төп сәбәптең ниҙән һәм кемдән торғанлығын белә, әлбиттә, тик шуны редакция хеҙмәткәрҙәренән рәсми рәүештә атап әйттертергә теләй. Әммә... суҡмарсының исем-шәрифен асып һалырға уларҙың да башы ике түгел бит...

2. «Ағиҙел» журналы редакторы иптәш Р. Низамовҡа.

Рәйес ҡустым!

Уҙған йылдың декабрь айында уҡ һеҙгә бирелгән шиғырҙарымдың ни өсөн баҫылмауҙары тураһында һорап, ошо йылдың апрель башында яҙған минең хатыма быға тиклем бер ауыҙ һүҙ ҙә яҙмауығыҙҙы бер нисек тә аңлатып булмай.

Минең һеҙгә хат яҙғаныма тиклем үк, шиғырҙарым редколлегияла ике тапҡыр тикшерелгән икән дә шунан һуң да, кем тура килә шунан шиғырҙар тураһында фекер һорап, үҙегеҙҙең шикләнеүҙәрегеҙҙе белдергәнһегеҙ икән. Һеҙҙең әҙип һәм кеше булараҡ, шулай уҡ редактор булараҡ та иң башта үҙ фекерегеҙ, үҙ инаныуығыҙ булырға тейеш түгелме һуң? Унан һуң алты ай буйына шул тиклем шикләнеп ҡарарға, мин башҡорт поэзияһының шундай намыҫын юғалтҡан шағирына, уның бер ҡарасҡыһына әйләндемме ни? Был ҡыланышығыҙ мине бик ныҡ йәберләне. Артабан да йәберләнеүҙәрҙән үҙ-үҙемде яҡлап алып ҡалыу өсөн берҙән-бер сарам ҡалды — шиғырҙарымды кире алырға мәжбүрмен.

Назар Нәжми. 7.06.1974.

3. «Ағиҙел» журналы редакторы иптәш Р. Низамовҡа.

Рәйес ҡустым!

Мин һеҙгә икенсе хат яҙып (7.06.1974), шиғырҙарымды редакциянан кире алыуым тураһында хәбәр иткәйнем һәм һеҙҙең ул хатты уҡығанығыҙҙы беләм. Мин ысынлап та шиғырҙарымды кире алдым, ләкин, ни эшләптер, уларҙы (ниндәйҙер экземпляры ҡалғандыр, ахыры) 28 июнь көндө редакцияла тағы тикшергәнһегеҙ һәм «Ҡайҙа барырға?», «Имән» тигән шиғырҙарҙы шәлкемдән алып ташлап, 10-ынсы номерға баҫырға хәл иткәнһегеҙ икән.

Шәлкемде һеҙҙең журналда баҫтырыуҙан ошо хатым менән, официаль рәүештә, баш тартам һәм, авторлыҡ хоҡуғымдан файҙаланып, улар менән минән башҡа шундай мөғәләмә итеүҙе тыям.

Ишетеүемсә, минең беренсе хатыма яуап яҙырға ла (Мостай тәҡдиме буйынса) булғанһығыҙ икән, ләкин бынан һуң инде ул хаттың да әһәмиәте-хаҡы тишекле бер тин икәнлеге үҙенән-үҙе асыҡ;.

Һеҙ редакторлаған осорҙа журналда башҡаса художество әҫәрҙәре тәҡдим итмәҫкә вәғәҙә бирәм һәм шул уҡ ваҡытта быйылғы йылда ике генә үтенесемде үтәүегеҙҙе һорайым: апрель айында журналға «Кем уйлаған?» тигән автобиографик уйланыуҙарымды һәм уҙған ай башында яҡут шағиры Михаил Тимофеев шиғырҙарының тәржемәләрен тәҡдим иткәйнем. Беренсеһе журналдың яртылаш тәҡдиме менән эшләнгән эш һәм эстәлеге менән минең өсөн (бәлки, минең өсөн генә лә түгелдер) бик мөҡәддәс әйберҙәр тураһында яҙылғанға һәм, башҡорт шағиры булараҡ, фәҡәт үҙебеҙҙә генә баҫтырырға мөмкин булғанға күрә, ҡарап сыҡһағыҙ, баҫырға мөмкин тигән хәлдә оҡшамаған урындары булһа (уның бер-ике урында булыуы бик мөмкин), редколлегия ултырышына саҡырһағыҙ ине.

Икенсеһе тураһында, А. Игебаев менән һөйләшкәндән һуң, «Ағиҙел»дә баҫыласаҡ, тигән хәбәрҙе авторына ебәреп, фотоһүрәтен дә һоратҡайным. Уны кире ҡағыу минең өсөн түгел, ә автор өсөн күңелһеҙ булыр, тип уйлайым.

Назар Нәжми. 1 июль 1974 йыл.

 

Әммә-ләкин ул заманда, ҡайһындай ғына талантлы һәм исемле әҙип булһаң да, елгә ҡаршы төкөрөп йәки маңлай менән таш ярып булмай ине шул: шағирыбыҙ ҙа редколлегия ағзаларының ҡаршылығын улар ҡуйған талаптарҙың бер килкеһен ҡабул ҡылыу юлы менән ашатлап үтергә тырыша:

 

4. Рәйес ҡусты!

Бына сәғәт ярымдан яңы йыл башлана, ә мин һиңә ошо хатты яҙып ултырам. Редколлегия ағзалары яҙған фекерҙәр менән бергә кире ҡайтарылған ҡулъяҙмамды бөгөн алдым. Уны Яңы йыл алдынан, байрам алдынан юрый ебәргәндәй, ебәрмәһәгеҙ һәйбәтерәк булыр ине лә; ләкин мин, барыбер, байрам итмәй, ауырып постелдә ята инем. Шул килеш бөтәһен дә ентекләп бер нисә тапҡыр уҡып (шул иҫәптән ҡулъяҙмамды ла) сыҡтым.

Минең уйымса, редколлегия ағзалары яҡшы ниәттән сығып, бик диҡҡәт менән уҡығандар, күптәренең фекерҙәре үҙемдең икеләнеүҙәрем һәм шикләнеүҙәремә тура килә. Уны яҙғанға бер айҙан теүәл бер йыл тула һәм ул ваҡыттағы минең йәнемдең ниндәй хәлдә булыуын бик иғтибар менән уҡыусы кеше аңларға ла мөмкин ине (редколлегия ағзаларын әйтәм). Бына хәҙер йөрәк әҙерәк урынына ултырғас, әле редколлегия ағзалары күҙенә салынмаған сатаҡлыҡтар ярылып ята. Мин, әлбиттә, ҡарап сығасаҡмын.

Шул ғына күңелдә төйөр ҡалдырҙы: минең алда ғына түгел, хатта башлап яҙыусылар араһында ла ижади авторитеты булмаған Ғ. Рамазановтан (һинең өсөн, бәлки, авторитеттыр) уҡытмаҫҡа ла мөмкин ине. Үҙегеҙ ҙә күргәнһегеҙҙер, ул үтә асыулы (раздраженный), фекерҙәрен һис төрлө лә нормаль тип иҫәпләп булмай. Ни эшләйһең инде — һәр кемдең үҙ фажиғәһе булмайынса булмай. Уның фамилияһын индереү (ифрат хәҡиҡәт булһа ла) минең тарафтан йомшаҡлыҡ булғандыр. Мин уны (шул урынды) бер кем әйтмәгәндә лә алып ташлар инем.

Иң оҙон яҙғаны һәм фәлсәфә һатҡаны — М. Ғәли. Уның ҡайһы бер фекерҙәренә ҡолаҡ һаласаҡмын. Ләкин миңә ни эшләргә? Минең шәхесемде йәберләүгә (оскорбление) тиклем барып еткән урындар һәм фекерҙәр хаҡында ҡайҙа һөйләшергә? Уны редколлегия рамкаһында хәл итеп буламы? Шул турала, бәлки, яҙып та ебәрерһегеҙ? Үтенесем шул.

Шул тиклем оҙаҡҡа һуҙғанығыҙ өсөн үпкәм бик ҙур. Уны бынан биш-алты ай элек тә ҡайтарып була ине бит.

Сәләм менән: Назар Нәжми. 31.12.1974.

 

Күренекле шағирыбыҙҙың сағыу ижадына ҡарата бына ошондай яһалма тотҡарлыҡтар, рәнйетеүҙәр булғанда, башҡаларға ниндәй һан инде!.. Шуларҙы күрә-йөрөй тороп, үҙ намыҫым ҡушыуынса, шағир яҡлы булмайынса ҡала алманым ләкин һәм, әйтеп үтеүемсә, «Ағиҙел»дә баяғы ҙур мәҡәләмде сығарыуға өлгәштем. Шуның ҡыуанысынан алйып йөрөп, тигәндәй, уны-быны белештермәй йәмле йәйҙе лә үткәргәс, көтмәгәндә, көҙгө болотһоҙ бер көндә баш осомда тертләтеп күк күкрәне: КПСС-тың өлкә комитеты секретаре Т.И. Ахунйәновҡа минең өҫтән ғәрәсәтле ялыу яҙған бер бәндә. Етәкселәребеҙҙе (Мирзаһитов, Низамов, Ибраһимов) Т.И. Ахунйәнов бүлмәһенә дәррәү саҡыртып алып, «ниндәйҙер Йыһат Солтановтың ылғый милләтсел рухлы һәм эстәлеге үтә шикле мәҡәләһен» ташҡа баҫып сығарғандары өсөн бик ныҡ «бешкәндәр». Өлкә комитетына был мәкерле ялыуҙы, йәштәшем Рәйес Низамовтың миңә сер итеп кенә тишеүенсә, «күренекле шағир, ғалим, журналдың редколлегия ағзаһы Ғилемдар Рамазанов яҙған»; сәйәси ғәйепләүенән тыш, ул хатта минең мәҡәләләләге бер нисә тапҡыр ҡабатланмыш «асыл» (сущность) һүҙенә лә, уның артында урындағы юғары хакимиәткә ҡаршы йәшерен мәғәнә тойоп, бик ҡаты бәйләнгән икән. Мәсьәләнең сәйәси яғы әһелдәргә асыҡ булғанғалыр инде, үҙемде тик бер йүнәлеш буйынса — баяғы серле һәм сетерекле һүҙ «асыл»дың «крамола» асылын асырға саҡырттылар, буғай: быны минән өгөт-нәсихәт бүлеге инструкторы Биктимеров иптәш бик оҙаҡ һәм бик ныҡлап ныҡып төпсөндө. Быға яуап итеп әҙәби тел нормалары тураһында «Правда» гәзитенең 1972 йыл 9 октябрь һанындағы «Любить, беречь, знать» тигән мәҡәләһен күрһәткәс (һүҙҙең ни хаҡта барырын киҫәткәйне бер иптәш) һәм: «Әгәр авторҙың идея позицияһы дөрөҫ булһа, айырым һүҙҙәренә бәйләнеү — наҙанлыҡ йә ахмаҡлыҡ билдәһе ул», — тип нәҡ «Правда»лағыса ныҡып аңлатҡас, йөҙө ҡапыл бурҙатланған түрәм гәзитте тотоп та ҡараманы, ләкин: «Нимә тора ул «асыл» тигән һүҙеңдең аслан артында?» — тип үҙ сиратында ныҡыны. «Тыуған илеңде, туған халҡыңды, туған телеңде һөйөү — йәғни ысын совет патриотизмы», — тигәс, өндәшмәй, китергә мөмкинлекте белдереп ҡул һелтәне.

Шуның менән осланды, тип еңел һулап йөрөүем бушҡа булды, сөнки киләһе 1973 йылдың 1-енсе һанында уҡ үҙем баш баҫып эшләгән «Ағиҙел»ебеҙҙә баш редакторыбыҙ Әсғәт Мирзаһитовтың Йыһат Солтановҡа туранан-тура ҡағылышлы баш мәҡәләһе баҫылып сыҡты. КПСС Үҙәк Комитетының «Әҙәби-сәнғәт тәнҡите тураһында»ғы ҡарарына яуап итеп, «журнал биттәрендә тәнҡит материалдарына киңерәк урын бирелә башланы, — тип әйтелгәйне унда. — Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәби тәнҡиттең идея-теоретик сифатын күтәреү әлегә хәл ителеп бөтмәгән мәсьәлә булып тора. Фәнни йәһәттән бәхәсле, социаль-синфи характеристикаһы төҫһөҙ һәм буталсыҡ мәҡәләләләрҙең (Йыһат Солтанов. «Бөйөк туғанлыҡ тураһында йыр». «Ағиҙел» журналы, 1972 йыл, 6-нсы һан) баҫылып сығыу факты шуның менән аңлатыла ». Ләкин күҫәгенең еле бының менән генә лә осланманы — рәсми органдар тарафынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының сектор мөдире, партия өлкә комитетының элекке әүҙем хеҙмәткәре Нур Зариповҡа әҙәби тәнҡитебеҙҙең бөгөнгө торошон, уңыштарын һәм етешһеҙлектәрен асыҡ билдәләп, баяғы Йыһат Солтановтың тәнҡиттәге зарарлы ҡылығын сәйәси һәм ғилми яҡтан нигеҙләп фашлау, зарарһыҙландырыу бурысы махсус йөкмәтелгән икән -- ҙур күләмле мәҡәләһенең өстән бер өлөшө фәҡәт шул бурысты үтәүгә сарыф ителеү ҙә асыҡ һөйләйҙер быны...

Заманаһының әҙәбиәтебеҙгә тоталитар режим идеологияһы һулышын өрөүсе өлгөлө бер әҙәби-сәйәси ҡомартҡыһы булараҡ, шул бер өлөшөн килтереп үтеү фарыздыр.

«Әҙәби тәнҡиттә иң алама күренеш, — тип билдәләй ғалимыбыҙ, — тәнҡитсенең субъектив бер яҡлылылығы, әҙәби әҫәрҙе баһалауҙа ниндәйҙер тар ҡараштан сығып ҡына эш итеүе. Ошоноң ғәҙәттән тыш бер миҫалын мин былтыр «Ағиҙел» журналының 6-нсы һанында баҫылған Йыһат Солтановтың «Бөйөк туғанлыҡ тураһында йыр» тигән мәҡәләһендә күрәм. Был мәҡәлә... үҙенең предметына ла, сәнғәт закондарына ла, яңы талаптарға ла битараф түгел түгелен. Асылда Назар Нәжмиҙең «Дуҫ тураһында ун бер йыр» тигән лирик поэмаһына ҡарата яҙылһа ла, уның төп объекты ошо бер әҫәргә генә лә ҡайтып ҡалмай. Солтанов, Н. Нәжмиҙең «Ҡарҙар яуа» тигән китабына таянып, шағирҙың үҙенсәлекле поэтик таланты хаҡында уйлана.

Мәҡәлә бер поэтик асыш менән башлана, шуның менән уҡыусының күңелен баштан уҡ үҙенә ылыҡтыра. «Ҡурайсылар иле» Йәнсура районында шиғыр байрамында булған бер хәлде яҙа автор. Байрамға килгән шағирҙар иртән йоҡонан уяныуға хужа «бер ҡосаҡ һуйҙан ҡурай» күтәреп инә. Инә лә бәйләмдән көпшәләрҙе берәм-берәм алып тарта башлай. Бер үк көйҙөң төрлө көпшәнән төрлөсә сығыуын ишетеп, тыңлаусылар хайран ҡала. «Бер үк сағыл башында үҫкән бер үк оҙонлоҡтағы таҡыябаш ҡурайҙарҙың һәр ҡайһыһының тик үҙенә генә тартым сихри моңо бар ине. Бәйләмдәге ахырғы ҡурай барыбыҙҙы ла әсир итте, уйға ҡалдырҙы», — ти автор.

Тап ана шул һуңғы ҡурай һүҙ барасаҡ шағир ижадына аһәңдәш йәнәшәлек — ассоциатив образ итеп алына, тәнҡитсенең шиғриәт донъяһына юл башы булып тора.

Һүҙ юҡ, уңышлы башлам. Ысынлап та Назар Нәжмиҙең башҡаларҙа ҡабатланмаҫ үҙ тауышы, үҙ моңо бар. Мәҡәләнең маҡсаты — ана шул үҙенсәлекле поэтик тауыштың төп мәғәнәһен, идея-эстетик айышын, авторса әйткәндә, асылын табыу, шуны уҡыусыларға еткереү. Күренеп тора, маҡсат һис шикһеҙ изгелекле.

Ләкин тәнҡитсе, үҙе лә нескә күңелле шағир булғанға микән, баштан уҡ хистәргә бирелеп, оло шағирҙың бай ижадына бары теге нәҙек ҡурай көпшәһенән ҡарарға тотона. Назар әҫәрҙәрендәге унһыҙ ҙа нескә ҡылдарҙы тәнҡитсе шул саҡлы нескәртеп ебәрә, улар инде, үтә ныҡ тартыуҙан шартлап өҙөлөр сиккә етеп, йөрәк әрнеткес гел бер төрлө моң-зар, ысынлап та нәҙек ҡурайҙан сыҡҡан әсе тауыш һымаҡ яңғырай башлайҙар. Һөҙөмтәлә күп ҡырлы, күп ҡыллы Назар Нәжми поэзияһының асылы башлыса бер нотаға — шағир күңеленең ниндәй сәбәптәндер үтә нескәргән бер мәлен, ҡаршылыҡлы кисерештәрен сағылдырған «Ҡарҙар яуа» шиғырына ҡайтарып ҡалдырыла. Шуныһы ғәжәп, был шиғырҙа асылған моңло япраҡтарҙың «күҙгә күренер бөрөһө булып йомарлана башлауын» мәҡәлә авторы шағирҙың «Ике һыбай» тигән шиғырында күрә. «Шағир зиһенен ике тарихи шәхестең (йәғни Петр I менән Салауат Юлаевтың. — Н.З.) халыҡ аңындағы һәм бронзалағы монументаль бөйөклөгө арбап биләй, уны Яңы асышҡа әйҙәй, — ти тәнҡитсе һәм, шиғырҙан өҙөк килтергәндән һуң, шулай дауам итә: — Беҙҙең алда үҙенең арҙаҡлыһын, йән әсеһен быуаттарҙың рәхимһеҙ елдәре аша именлек фатихаһы һыбайлатып алға сығарыр ике көстөң, ике титандың барлығы бермә-бер беленде — бөрө йомарланды...»

Цитатаны өҙөп, фекерҙе асыҡлап үтәйек. Тәнҡитсенең әйтергә теләгәне — шағир ижадында «йомарланған бөрө» — донъяла ике көс, ике титандың йәшәүе. Уларҙың береһе батша булһа, икенсеһе — халыҡ иркен яулап, батшаларға ҡаршы барыр Салауат ише батырҙар. Ярайһы, мәғәнәле фекер. Ләкин тәнҡитсе туҡталып ҡалмай, әҫәргә бәйләнеше булмаған, тәтәй һүҙҙәргә төрөп өс һорау ҡуя. Береһендә постаментҡа баҫтырылған ҡайһы һыбайлы — Петр I-енсеме, әллә Салауатмы — «киләсәклерәк» булыуын, икенсеһендә ҡайһы титан киләсәк өсөн «түтә юлдарын түшәп, киң офоҡ ҡапҡаларын» асып ҡалдырыуын, өсөнсөһөндә «бәндәләрҙең хакимдары — тере батшалар үҙҙәре изге фатиха биреп баҡыр атҡа атландырған, баҡыр көптә мәңгеләштерелгән «батшаларҙан да юғары» ҡалҡыныуҙың мәғәнәһе, һуңғы Асылы нимәлә» булыуын һорай. (Солтанов «асыл» һүҙен һәр урында баш хәреф менән яҙа).

Мәҡәлә авторы был һорауҙарға яуап биреүҙе кәрәкле һанамай, әммә уның тел төбөн аңлауы ҡыйын түгел. Беренсе һәм икенсе һорауҙарында автор, әлбиттә, Салауатты Петр Беренсенән өҫтөн ҡуймаҡсы. Ләкин мәсьәләгә тарихи күҙлектән ҡарайбыҙ икән, бер-береһенә нисбәттәш булмаған Петр менән Салауатты сағыштырыу, төрлө дәүерҙә йәшәп, төрлө яҫылыҡта дан ҡаҙанған был тарихи шәхестәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу — үҙе үк ҙур хата, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙенә башҡа ҙур тарихи хеҙмәттәре булғанлығын танымау тигән һүҙ. Был инде тарихҡа марксистик фәнни методологиянан түгел, ә әлеге-баяғы таҡыябаш ҡурай көпшәһе аша ҡарау бәләһе генә;.

Өсөнсө һорауҙың айышын мәҡәләләге бирелеш формаһында тиҙ генә аңларлыҡ түгел. Һүҙ бында, әлбиттә, шул уҡ Салауат батыр тураһында бара. Ләкин тәнҡитсе уның үҙ ваҡытында башҡарған эштәренең тарихи мәғәнәһен түгел (уныһы инде һәр кемгә билдәле), ә уның «һуңғы асылын», йәғни, шиғырҙа әйтелгәнсә, «Иҙел ярында батшаларҙан да юғары» баҫҡан һыбайлының мәғәнәһен һорай. Әлбиттә, беҙ, Салауат һәйкәленә шиғырҙа бирелгән поэтик характеристиканан ситкә тайпылмайынса, был мөһәбәт һәйкәлдең мәғәнәһен, халыҡтың азатлыҡ юлында ҡорбан булған ҡаһарман улдарына бөгөнгө хөрмәте, тәрән ихтирамы, уларҙың ил ҡаршыһындағы батырлыҡтарын мәңгеләштерергә теләүе ул, тип кенә аңлатыр инек. Ләкин тәнҡитсе башҡасараҡ яуап көтә кеүек. Уйын метафораларға төрөп, ул дауам итә: «Шағир бына ни хаҡта өҙәләнә. Тынғы белмәҫ йырсы йөрәгенең иң түренә инеп йомолған бөрө, асылыу сәбәптәрен кисереп, йән ярғыс елдәр һорай. Ҡай саҡ шағирға был бөрө елдәре мәңге иҫмәҫ, япраҡ ярылмаҫ, яҙҙы көтмәйенсә үк зәһәр ҡыш биләп алыр төҫлө тойола».

Был зәһәр юлдарҙы уҡығас, авторҙан һорамайынса һис булмай: Шағирҙы шул саҡлы «өҙәләндергән» нимә һуң ул? Ниңә ул бөрөләрҙең асылыуы өсөн, шул ҡәҙәр «йән ярғыс елдәр» кәрәк, ниндәй елдәр улар?

Әлбиттә, тәнҡитсе быларҙы асыҡлап тормай, әйткән фекерҙәрен артабан шағирҙың «Ҡарҙар яуа» шиғыры менән раҫларға тырыша. Ләкин «Ҡарҙар яуа» тәнҡитсе уйҙарын һис кенә лә раҫламай. Әйтеп үткәнебеҙсә, был әҫәр шағир күңеленең бер моңһоу мәлен, асығыраҡ әйткәндә, ғүмер уҙыуға бәйле булған эске кисерештәрен генә сағылдыра:

О, миндә лә ҡарҙар яуа,

Яуа ҡарҙар — йылдар ҡары.

Ғүмер тигән урманымда

Ҡойола ағас япраҡтары.

Бындай кисерештәр — һәр кемдә була торған тәбиғи кисерештәр. Әммә Солтанов был хаҡта уйланып тормай, Нәжми ижадына иҫ китерлек операция яһай. Үҙ күңелендә тыуған «Асыл»ға яраҡлаштырып, шағирҙың төрлө шиғырҙарынан айырым строфаларын йолҡоп ала ла яңы композиция төҙөй: «Ҡарҙар яуа» шиғырына — «Ниндәй хәл был?..» тип башланған шиғырынан беренсе строфаһын:

Ниндәй хәл был?

О көндән-көн

Ҡайғы баҫа мине,

Тиҫкәре яҡтан иҫәме

Әллә заман еле?..

һәм уныһына «Мин дә ҡалам...» тигән шиғырының урта еренән:

Моңһоҙ ҡоштар! Һеҙҙең менән бергә;

Мин дә ҡалам — китер ерем юҡ;.

Минең дә бар осор ҡанаттарым,

Ләкин ташлап китер ерем юҡ;.

Булмаһын да! Ә бит ер ни күрһә;,

Беҙгә яҙған шуны күрергә;.

Беҙгә яҙған ошо ерҙә тыуып,

Ошо ерҙә йәшәп үлергә, —

тигән ике строфаһын килтереп ялғай. Ялғай ҙа (ана шулай! тигәндәй) «йөрәк йыртып өндәшергә мәжбүр шағир», тип ҡуя. Һәм, ниһәйәт, композиция тәнҡитсенең шундай нарығы менән ослана: «Ул (йәғни Н. Нәжми. — Н.З.) эсендә нимә бар — шуны һөйләй, йөрәген һыҙлатҡан хистәрҙе зирәк уҡыусы менән уртаҡлаша. Һәм уҡыусы уны аңлай».

Юҡ, аңламай һәм аңларлыҡ та түгел был. Сөнки Солтанов композицияһында беҙҙең бай рухлы хөрмәтле шағирыбыҙ үҙенең күп ҡырлы поэтик һынында түгел, ә, салыш көҙгөләге һымаҡ, ғәҙәттән тыш салшайтылған ҡиәфәттә, хәҙерге тормоштан йәм тапмайынса төңөлгән, төшөнкөлөккә бирелгән пессимист шағир ҡиәфәтендә күҙ алдына баҫтырыла. Юҡ, юҡ, Назар Нәжми — «Ҡапҡалар», «Йыр тураһында баллада», «Байраҡ менән һөйләшеү», «Дуҫ тураһында ун бер йыр» һәм «Күлдәк» кеүек мәшһүр поэмаларҙың, меңәрләгән уҡыусыларҙың күңел түрендә урын алған тәрән йөкмәткеле нәфис шиғырҙарҙың авторы ундай түгел! Республикабыҙҙың иң Юғары бүләге Салауат премияһы менән бүләкләнгән «Ҡарҙар яуа» китабында ла беҙ, Солтанов уйлағанса, «тынғы белмәҫ йырсы йөрәгенең иң түренә инеп йомолған» бөрөләрҙең, «асылыу сәбәптәрен кисереп, йән ярғыс елдәр» көтөүен дә, шағирҙың үҙ уҡыусыларына «йөрәк йыртып» өндәшеүен дә, «йөрәген һыҙлатҡан» хистәрҙе лә күрмәйбеҙ. Әгәр һарыҡ түшкәһен балта менән тураҡлаған һымаҡ, поэтик контексты ла ваҡлап, өҙөп-йолҡоп алмаһаң, ундай ғәҙәттән тыш әсе тауыш Солтанов композицияһына ингән шиғырҙарҙа ла һис һиҙелмәй. Ул шиғырҙарҙың мәғәнәһен тәнҡитсенең прозаик теленә күсереп бер һүҙ йәки хатта шиғырҙың үҙенең теге йәки был строфаһы менән генә лә әйтеп еткереп булмай. Уларҙың тәрән поэтик мәғәнәһен, нәфислеген тоташлай алғанда ғына тойорға һәм дөрөҫ аңларға мөмкин.

Солтанов мәҡәләһендә Н. Нәжми ижадының партиялылығын «аңлатыуы» шулай уҡ ғәҙәттән тыш субъектив характерҙа.

«Назар Нәжми поэзияһына ла бына ошо «бер бөтөн»лөк, икенсе һүҙ менән әйткәндә, баштан-аяҡ партиялылыҡ тойғоһо хас, — ти тәнҡитсе һәм дауам итә. — Ләкин ул үҙенең партиялы поэзияһын, лирик шағир булараҡ, бүтәндәрҙекенә оҡшамағаныраҡ, шөйлә нескәрәк һәм нәзәкәтлерәк үҙ ҡурайы менән раҫлай. Ысын затлы ҡурай моңон яндан көйәҫләп иҫкән елдәр түгел, ә көпшәнең урта-үҙәген буйлатып өргән тыуған ерҙең утлы һулышы үҙе тарта үҙәкте өҙгөс итеп».

Күрегеҙсе, ҡурай моңона бәйләп, йәнә күпме метафора, ни саҡлы кинәйәле образдар: «яндан көйәҫләп иҫкән елдәр» һәм шул елдәргә ҡаршы — «тыуған ерҙең утлы һулышы»! Нисек аңларға инде уларҙы?

Үҙ ижадындағы изге һәм шул уҡ ваҡытта бөтә ысын совет шағирҙарыныҡынан принципиаль айырылмаған партиялылыҡ тойғоһон шул ҡәҙәр «нәзәкәтләндереүгә» Н. Нәжми нисек ҡарай торғандыр, уныһы беҙгә мәғлүм түгел. Әммә бында бөтә ҡатғилығында шуны әйтмәй сара юҡ: партиялылыҡ — яҙыусыларға ғына түгел, ә бөтә совет халҡына, үҙенең гражданлыҡ бурысын, социаль яуаплылығын тәрән аңлаған һәр совет кешеһенә уртаҡ;тойғо, коммунизм идеалдарына тоғро хеҙмәт итеү теләге. Шуға күрә, инде ярты быуаттан ашыу ең һыҙғанып, бөтә Рәсәй халҡы менән бер төптән, бөгөн коммунизмдың нигеҙ таштарын һалыусы башҡорттарҙың ҡайнар һулышын прогрессив кешелектең яҡты идеалдарына ыңғай иҫеүсе заман елдәренә ҡаршы ҡуйыу — төптө хата.

Килтерелгән факттарҙың мәҡәләләге бирелешендә эҙлекле рәүештә үҫтерелә килгән тығыҙ бәйләнеш һиҙелеп торһа ла, мин уларҙы, әлбиттә, авторҙың нимәгәлер иҫәп тотоп, алдан уйланған ниндәйҙер идеологик концепцияһы тип һанарға теләмәйем. Улар — һәйбәт шағир, әммә әҙәби тәнҡит өлкәһендә тәжрибәһе етешмәгән Солтановтың артыҡ хистәргә бирелеп эш итеүе, ҡатмарлы мәсьәләләргә үтә бер яҡлы, тар ҡарашы арҡаһында килеп сыҡҡан аймылышыуҙыр тип кенә уйлайым.

Мәҡәләгә шул саҡлы ентекләп туҡталғанбыҙ икән, был, беренсенән, бер Солтановты ғына түгел, ә башҡа таланттарҙы ла артабан хата юлға төшөп китеүҙән һаҡлау, иптәштәрсә ихлас күңелдән иҫкәртеү өсөн кәрәк булһа, икенсенән, беҙҙең редакцияларҙа авторҙар менән эштең әлегәсә тейешле юғарылыҡҡа ҡуйылмауын, принципиаль талапсанлыҡ етешмәүен күрһәтеү өсөн эшләнде».

Был «иптәштәрсә» киҫәтеүҙең мәғәнәһен тылҡып тороуҙың кәрәге юҡтыр, моғайын...

Шуныһы серле һәм ҡыҙыҡ: ошо оло тәнҡиткә осрамыш мәҡәләмдән күпкә һуңыраҡ — йәғни йыл аҙағындараҡ, дуҫым Рәми Ғарипов та минең «тайғаҡ юл»ға баҫты ла ҡуйҙы — баяғы Н. Зарипов ҡамсылауына эләккән минең Салауат һәм Петр I һәйкәлдәрен «сағыштырыуым» менән бер үк аһәңле лә, яңғырашлы ла «Салауат батыр» тигән шиғырын яҙып, уны телевидениеның тура эфирында уҡып, ғауғалы тарихҡа тарыны. Рәмигә хас булмаған был ялҡытҡыс оҙон шиғыр ҙа, Рәмиҙең күпселек «сәйәси» шиғырҙары кеүек үк, әҙәбиәттең социалистик реализм ҡанундарына ныҡ тура килтереп һәм совет хакимиәтен данлап йырлауға ҡоролһа ла, ленинизм идеяларын ел иҫмәҫе борон уҡ елдән ҡурсаларға күнеккән рәсми әһелдәрҙе уның ни бары ике юлы ғына һиҫкәндертеп сығырынан сығарҙы:

 

«Батшаларға башын эймәгәнде,

Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!»

Авторҙың шул «башҡалар» тигәненән, әгәр ҙә теләгең булһа, замананың телдән төшмәгән «океан аръяғы империалистары»н да, шулай уҡ Рәми үҙе «Ахун таяғы» тип атаған һәм уға һөнәре буйынса эш бирҙертмәй йөҙәткән р







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 590. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Значення творчості Г.Сковороди для розвитку української культури Важливий внесок в історію всієї духовної культури українського народу та її барокової літературно-філософської традиції зробив, зокрема, Григорій Савич Сковорода (1722—1794 pp...

Постинъекционные осложнения, оказать необходимую помощь пациенту I.ОСЛОЖНЕНИЕ: Инфильтрат (уплотнение). II.ПРИЗНАКИ ОСЛОЖНЕНИЯ: Уплотнение...

Приготовление дезинфицирующего рабочего раствора хлорамина Задача: рассчитать необходимое количество порошка хлорамина для приготовления 5-ти литров 3% раствора...

Тема: Изучение приспособленности организмов к среде обитания Цель:выяснить механизм образования приспособлений к среде обитания и их относительный характер, сделать вывод о том, что приспособленность – результат действия естественного отбора...

Тема: Изучение фенотипов местных сортов растений Цель: расширить знания о задачах современной селекции. Оборудование:пакетики семян различных сортов томатов...

Тема: Составление цепи питания Цель: расширить знания о биотических факторах среды. Оборудование:гербарные растения...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия