Студопедия — Мине ғәйепләйҙәр»...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Мине ғәйепләйҙәр»...






Бер ваҡытта ла үҙемә үҙем бындай «дело», «досье» асырмын тип башыма ла килмәгәйне.

Тормош тигәнең уйламаған-дарыңды һала икән алдыңа.

40 йәшем тула торған йылда, әллә аҡыллыланыуым, әллә аҡылһыҙ-ланыуым сәбәпле, баш осомда ҡара болоттар ҡуйырып, КПСС-тың Башҡор-тостан өлкә комитеты һ.б. тарафынан мине системалы рәүештә эҙәрлекләү башланды. («Һәнәк» журналында эш-ләгәнемдә үк, өлкә комитетының яңы секретаре Т.И. Ахунйәнов миңә ҡарата үҙенең был һәләтен күрһәтә биреп ҡуйғайны, хәйер). Сәбәбен үҙемә әйтмәй эҙәрлекләйҙәр — идет организо-ванная травля тихой сапой.

Парадокс: коммунисты коммунистар эҙәрлекләй, ниндәйҙер ярлыҡ йәбештерергә теләй...

Эш ныҡлап шунан башланды.

 

Яҙыусылар союзының партбюроһы, 1972 йылдың ғинуарында — февралдең аҙаҡтарында асыҡ партйыйылыш була, унда хәҙерге башҡорт әҙәби теленең хәле төп мәсьәлә итеп ҡуйыла; шуға алдан уҡ фекер туплап килеп, йыйылышта сығып һөйләрһегеҙ тип ышанабыҙ, тигән стандарт хат менән мөрәжәғәт итте яҙыусыларға. Бюро ағзаһы Ноғоман Мусин үҙе лә күреп, мине йыйылышта актив ҡатнашырға өндәне. Мин риза булдым һәм үҙемде борсоған ҡайбер фекерҙәрҙе ҡағыҙға һалып, ун биш минутлыҡ телмәр әҙерләп килдем. Йыйылыш Актерҙар йортонда булды. Башланыр алдынан Н. Мусин һәм партбюроның яңы һайланған секретаре Ф. Иҫәнғолов докладтан һуң беренсе итеп һүҙҙе миңә бирәсәктәрен иҫкәрттеләр. Һәм шулай булды ла. Мин, бик ныҡ тулҡынланып, «Халыҡ теле — океан» тигән телмәремде һөйләнем трибунанан. Коммунистар бик ҡәнәғәт тыңланы, оҙаҡ ҡул сапты. Залға төшкәс тә, һуңынан да аулаҡ урында күптәр минең ҡулды ҡыҫтылар. Уйламағанда, докладсы күтәреп сыҡҡан «төп йүнәлеш» онотолоп, бөтә коммунистар һәм партияһыҙҙар мин ҡуҙғатҡан мәсьәләне төп йүнәлеш итеп күтәреп һөйләнеләр. Тик Ф. Иҫәнғолов һ.б. бер нисә кеше генә мине бысраҡҡа һалып тапарға тырышты, ләкин күпселек минең яҡлы булып ҡалды. Бына шунан һуң ҡуйыра башланы ла инде баш өҫтөмдә болоттар... КПСС өлкә комитеты бюроһында «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһының йыллыҡ эше тикшерелде, шунда, башҡа бер нисә иптәштең (Р. Бикбаев, И. Ғиззәтуллин, Р. Әхтәров) ыңғай ҡабул ҡылынған әҫәрҙәре менән бер ҡатарҙан, минең яңы йыл һанында («Сов. Башҡ.», №1, 1972) сыҡҡан «Яҙ, Башҡортостан!» тигән публицистик мәҡәләмә (ул редакция заданиеһы менән бик ашығыс, бер төндә ултырып яҙылғайны) ҡарата ғәйепләү ташланды: ул мәҡәләлә башҡорттар йәшәгән ер итеп «Иртыштан — Волгағаса,

Яйыҡтан — Ҡамағаса» араны алыуым кемдеңдер сикәһен ҡыҫҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ, шул уҡ, тип әйтерлек, положение шул уҡ 1972 йылдың 1 Май байрамы уңайы менән Мостай Кәримдең «Тепло родного очага» тигән мәҡәләһендә ап-асыҡ ҡабатланды һәм АПН агентствоһы тарафынан бөтә ғәләмгә таратылды (Башҡортостан үҙәк матбуғатында бөтә өс телдә баҫылып сыҡты). Шул уҡ ва-ҡытта... минең «Совет Башҡортостаны»нда сират көтөп ятҡан әҙәби әҫәремде — нәшриәттә сығып килмеш «Таң нурҙары» китабынан өҙөктө (ә ундай өҙөктәр ғәҙәти рәүештә баҫыла килә ине) оторо кире ҡаҡтылар, һәм унан һуң да үҙҙәренең заказы буйынса (заказды редактор түгел, ә ауыл хужалығы бүлеге хеҙмәткәре Аҫылғужа Баһуманов биргәйне) яҙылған хикәйәмде («Ҡотлобикә») редактор А. Исмәғилов ҡотороноп

 

алып ташланы (ул, бик ныҡ ҡыҫҡартылып, шаҡтай бәҫһеҙләнеп, «Ҡызыл таң» гәзитенең 1972 йыл октябрь айы һандарының береһендә «Солдат хатыны» исемендә донъя күрҙе) һәм гәзиттә әҫәрҙәремә тулы бойкот иғлан ҡылдылар. Ул ғына ла етмәһә, «Ағиҙел»дең 1972 йыл 6-нсы һанында сыҡҡан мәҡәләмде («Бөйөк туғанлыҡ тураһында йыр» — Назар Нәжмиҙең «Ҡарҙар яуа» китабына ҡарата) үҙем больницала ятҡан саҡта «Ағиҙел» редколлегияһы ағзаларын һәм хеҙмәткәрҙәрен саҡыртып алып, КПСС-тың өлкә комитетында секре-тарь Т.И. Ахунйәнов кабинетында Ахунйәнов инициативаһы һәм ҡуҙға-тыуы менән махсус тикшергәндәр, пропаганда бүлеге мөдире У.Н. Бакиров доклад яһаған. Нигеҙе — Ахунйәновҡа кемдәрҙер тарафынан (Ахунйәнов фамилияларын әйтмәгән) урыҫ телендә яҙылған биш битлек донос-хат. Ахунйәнов мине бик ҡаты ғәйепләп һөйләгән, уға ҡушылып, мине туҡмаҡ аҫтына һалып, Яҙыусылар союзының партбюро секретаре Фәрит Иҫәнғолов «ялҡынлы» телмәр тотҡан. Нәтижәлә минең больницанан сығыуға сюрприз: административ киҫәтеү һәм баш редактор Ә. Мирзаһитовтың: «Бынан һуң һине айырым контроль аҫтына алырға!» — тигән күп мәғәнәле һүҙе...

Сылбыр реакцияһы дауам итә: 1972, 1973 йылдар планынан китап нәшриәтендә лә китаптарымды һыҙып ташлағандар; 1974 йылға ғына вәғәҙә итәләр «Минең шәжәрәм»де сығарырға, ләкин ул да ҙур ҡурҡыныс аҫтында: сөнки Башҡортостан китап нәшриәте директоры Нуритдинов, йыллыҡ план тураһында һүҙ барғанда, бөтә редакторҙарына минең хаҡта бөтә ғәләмгә ишеттереп киҫәтеү яһаған: «Ул егетте ныҡ ҡарарға (тикшерергә. — Й.С.) кәрәк, он не так думает!» Был — уның һүҙҙәре. Тимәк, мин, Коммунистар партияһының фиҙакәр бер боецы булһам да, башҡа идеология кешеһе булып сығам түгелме?..

Шуны коммунист кеше, ҙур етәксе кеше әйтә...

Өлкә комитетында, «Бөйөк туғанлыҡ тураһында йыр» өсөн ғәйепләгәндә, журналда минең бүлектән сыҡҡан тағы ла бер материал — шағир Н. Нәжми менән әҙәби тәнҡитсе К. Әхмәтйәнов-тарҙың диалогтары ла «крамола» билдәләмәһенә дусар ҡылынған. Унда мине, журналдың бүлек мөди-ре булараҡ, субъективизмға юл ҡу-йыуҙа ғәйепләгәндәр (Н. Нәжми башҡорт шағиры Шәйхзада Бабич-ты бөйөктәр араһында телгә ала, ләкин Мостай Кәрим дә бит уға мин әйтеп үткән «Тепло родного очага» мәҡәләһендә шундайыраҡ юғары баһа биргәйне!.. Әйткәндәй, 1968 йылда Назар Нәжмиҙең «Һайланма әҫәрҙәр» томының тиражы ташҡа баҫылып һәм китап итеп төпләнеп бөткәс, Т.И. Ахунйәнов бойороғо менән бөтә тираждан Шәйхзада Бабич шиғырынан эпиграф бирелгән бер битен йыртып ташланылар ҙа урынына «битараф» бит йәбештереп сыҡтылар)...

Хәҙергә шул».

Ошо урында өҙөлгән күңелһеҙ сәхифәм...

КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының, КГБ-ның (йәки МГБ-ның? -- исеме әллә нисә тапҡыр үҙгәртелһә лә, асылы бер килеш ҡалды) һәм улар күрһәтмәһен туранан-тура тырышып бойомға ашырыусы Яҙыусылар союзы һәм уның “генералитет”ының, башҡорт милләтле әҙиптәрҙән “башҡорт милләтселеге” эҙләп, ижадсыларҙы тонсоҡторғос ҡыҫым аҫтында тотоу-ҙарынан интегеп йәшәгәнемдә сә-ләмәтлегем һиҙҙертеп ҡаҡшай баш-ланы. Быға яҙыусылар араһында өмөтһөҙлөктән киң таралған эскеселек тә булышлыҡ итте, әлбиттә... Бөтә нәмә сағыштырғанда асыҡ беленә, тигәндәй, бер көн бинаның “Ағиҙел” журналы редакцияһы урынлашҡан бишенсе ҡатына текә баҫҡыстан ҡорҙашым Әнүр Вахитов менән ҡушарлап менеп барғанымда хәлдәребеҙҙе хәтәрлекте ныҡ тойҙом да тетрәнем: Әнүр Вахитов, тыны быуылып, туҡтай-туҡтай ғыж-ғыж һулыш ала, үҙемдең дә шөйлә тын ҡыҫылыуы һиҙелә... Ошонан һуң ҡырҡа ҡарар иттем: етте, эсмәҫкә! Һәм алдағы ун йыл буйы тамсы ла хәмер ҡапмайынса йөрөнөм (үҙ ваҡытында Рәми дуҫыма ла етди тәҡдим иткәйнем дә, тыңламаны). Хәлемдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә йәнә бер яҡшы сара булышлыҡ итте – Ағиҙел буйында Өфөнән түбәндәрәк урынлашҡан Бочарово тигән ерҙән баҡса һатып алып, физик хеҙмәт һәм саф һауаға өлгәштем. Баҡсалы булыуыма, гәрсә үҙе быны шәйләмәһә лә, Ғәйнан ағай Әмириҙең нәүбәттәге игелеге туранан-тура булышлыҡ итте, сөнки мин ул сафлыҡ төйәген Ғәйнан ағай арҡаһында донъя күргән “Минең шәжәрәм” (тәүге исеме “Ерем, һиңә өндәшәм” ине) тигән китабымдың гонорарына алдым, ә был иһә йонсотҡос ҡара көндәремде аҙ ғына булһа ла яҡтыртты. Хакимиәт тарафынан аҫтыртын ҡара исемлеккә теркәлеп, ҡағылып-һуғылып йөрөгәнемдә китап нәшриәтенә Ғәйнан Әмири яҙған рәсми рецензия күрмештәремде ыңғай яҡҡа үҙгәртте. Был ваҡыт мин, күңел тынысһыҙлығынан ауырыуға һабышып, больницаға ятҡайным, ағайымдың, мине эҙләп килеп, редакцияла ҡалдырған сәләмен алдым:

 

 

19.09.1973.

Йыһад, ауырыйһың икән... Тиҙерәк сәләмәтлән инде бер үк!

Бына рецензияны ҡал-дырам. Ғ.Ә;.

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 432. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Конституционно-правовые нормы, их особенности и виды Характеристика отрасли права немыслима без уяснения особенностей составляющих ее норм...

Толкование Конституции Российской Федерации: виды, способы, юридическое значение Толкование права – это специальный вид юридической деятельности по раскрытию смыслового содержания правовых норм, необходимый в процессе как законотворчества, так и реализации права...

Значення творчості Г.Сковороди для розвитку української культури Важливий внесок в історію всієї духовної культури українського народу та її барокової літературно-філософської традиції зробив, зокрема, Григорій Савич Сковорода (1722—1794 pp...

Неисправности автосцепки, с которыми запрещается постановка вагонов в поезд. Причины саморасцепов ЗАПРЕЩАЕТСЯ: постановка в поезда и следование в них вагонов, у которых автосцепное устройство имеет хотя бы одну из следующих неисправностей: - трещину в корпусе автосцепки, излом деталей механизма...

Понятие метода в психологии. Классификация методов психологии и их характеристика Метод – это путь, способ познания, посредством которого познается предмет науки (С...

ЛЕКАРСТВЕННЫЕ ФОРМЫ ДЛЯ ИНЪЕКЦИЙ К лекарственным формам для инъекций относятся водные, спиртовые и масляные растворы, суспензии, эмульсии, ново­галеновые препараты, жидкие органопрепараты и жидкие экс­тракты, а также порошки и таблетки для имплантации...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия