Студопедия — Йыл. Протокол №4.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Йыл. Протокол №4.






1974 йылдың 4 мартында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының проза секцияһы бюроһының ултырышы булды. Секция эшендә Әнүр Вахитов, Яныбай Хамматов, Фәрит Иҫәнғолов, Ноғоман Мусин, Шакир Янбаев, Ғәйниә Әбсәләмова, Хәкимйән Зарипов, Динис Бүләков, Йыһат Солтанов ҡатнашты.

Көн тәртибендә: Йыһат Солтановтың «Ядкәр» романын тикшереү;.

Председатель: Ә. Вахитов.

Секретарь: Д. Бүләков.

Фекер алышыуҙа ҡатнашты:

1. Ноғоман Мусин. Тәүге ике өлөштә төп геройҙар менән танышыу бирелә. Шунан ниңә «Хәреф йыйыусынан бер һүҙ» килеп инә? Сәйерерәк. Автор ҙа булып сыҡманы, абстракт һөйләүсе булып ҡалды. «Тәлмәрйен» һүҙен асыҡлау бәхәсенең кәрәге бармы икән, тип уйланылды. Шунда уҡ «ҡамса», «үрмес» һ.б. биреү, аңлатыу кәрәкме икән? Атаман Дутов, йәш Дутов, килеп инә, был — әҫәр башына бер ойотҡо һалып ҡуя, ләкин был үҫеш бирмәй. «Аҡ ҡайын» бүлегендә Яңы геройҙар Иван, Яков, Люба инә. Сюжет һыҙығы — ҡыҙыҡ ҡына. Тәүге дүрт бүлекте йыйнаҡлау кәрәк. Хәреф йыйыусының икенсе һүҙе арыу ғына — бурһыҡ мәсьәләһе. Артабан автор әҙәбиәт, тарих, ижад тураһында фекер йөрөтә. Бүлек оҙон түгел, тәрән фекерле, матур. Ләкин ошоларҙы артабан ҡабатлай башлау ваҡлай. «Хәреф йыйыусынан өсөнсө һүҙ» — һыуыр, ҡомаҡ хаҡында. Ләкин ул нимәгә кәрәк булды икән, автор ни әйтергә теләй? Аҙаҡ әйтә: 600 меңләп башҡорт астан үлә, ләкин ниңә — позиция асыҡ түгел. Бындай фекер йөрөтөү ярамай. 8-енсе бүлектә тағы ла тарих тураһында бәхәс ҡуйырып китә. Алда телгә алынған нәмәләр ҡабатлана. «Хәреф йыйыусының дүртенсе һүҙ»е — тоже уйландыра, тик фекерҙе тарҡата төҫлө. Артыҡ байыҡтырылған — әкиәт, легенда һ.б. менән әҫәрҙең дөйөм бирелешенә зарар итмәйме? «Аҡ ҡайын төбөндә аҡ бәпес һикертеү» — матур ғына, ләкин диссертацияның тәүге өлөшөн биреү кәрәкме? Күҙ алдында барырлыҡ эпизодтар әкиәт менән өн араһында юғала кеүек. «Бишенсе һүҙ» — ҡатмарлы мәсьәләләр. Шовинизм мәсьәләһе килеп инә. Йәнә әкиәт ҡулланыла, ә уны бит төрлөсә бороп була. Бигерәк тә шовинизм мәсьәләһендә һаҡ булырға кәрәк. Аҙаҡ булған тарихи ваҡиғалар әйбәт бирелгән, шулар менән сикләнергә ине. «Катастрофа» — Әғләм улының яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен күрһәтә, бик кәрәктер, ләкин оҙон. Гөлзифа менән айырылышыуы — төрлөсә, буталсыҡ, сиге юҡ кеүек, ялҡыта башлай. Был бүлекте саҡ ҡына уйлабыраҡ яҙырға кәрәк ине. Әҫәрҙә «Ҡара кеше» бар. Тәүге вариантта был ҡотосҡос кеше — ҡарасҡы ине. Әғләм улы Дилбәрҙе яратҡас, «Ҡара кеше» тағы күренә, килешмәй. «Хәреф йыйыусының алтынсы һүҙ»е — башҡорт хөкүмәте тураһында бара. Был урында уҡыуы ҡыйыныраҡ. Люба менән танышыу шәп, Дилбәр менән танышыу — шәп! Ләкин Әғләм улы менән Дилбәр бәхәсендә тарих тураһында йәнә ҡабатлана. Әғләм улының үлергә йөрөүе лә аҡланмай. «Хәреф йыйыусының етенсе һүҙ»е лә арыу ғына, тормошсан. «Ҡайҙа һин, Дилбәрем» матур. Бында әйбәт бара. Ләкин расаға, милләткә бүлеү килеп инә, был эш һаҡ хәл ителә бит. «Мөғжизәнең тыуыуы» — һәйбәт. Автор нисектер ошонда әҫәрен йомғаҡлаған кеүек. «Алмас ҡылыстар ялтлаған яҡта» — артыҡ кеүек. Очеркса яҙылған. Ямап ҡуйған, йөйлө. Яңы тыуасаҡ әҫәрен төҫмөрләтеп кенә ҡуйғанда, етмәйме икән.

Йәмғеһе: Йыһат ғәжәп эш эшләгән, киң, ҙур фекер йөрөтә. Ғөмүмән, ҡайһы бер нәмәләр сәйер тойолһа ла, был — буласаҡ романдың сюжет яңылығылыр, тимен. Йыйнаҡлап, ныҡлап ҡарап сыҡҡас, әҫәр бар, тип уйлайым.

2. Фәрит Иҫәнғолов. Ноғоман ентекле һөйләне, был беҙҙе күп нәмәнән ҡотҡара. Фекерем бер: минеңсә, башҡорт романистары араһына күркәм, һәйбәт яҙыусы килә;.Роман сәйерерәк ҡабул ителәлер, беҙ бер төрлө өйрәнгәнбеҙ инде, ана шул сәйерҙән сәйерерәк нәмәләрҙе генә һәйбәтләү бурысы тора. Иң төп бурыс — әҫәргә ниндәй фекер һалған, форма — үҙенә ҡала. Уның эше. Әҫәрҙә «ҡамса» термины үҙен күтәрә алһа, аптырарлыҡ түгел. Автор тарафынан тарихҡа, шәхестәргә, матурлыҡҡа баһа биреү — трактат, монография һ.б. кеүек бара. Автор тарихты шәп белә. Айырыуса күркәм эш итә лирик эпизодтар яҙғанда. Әҫәр тарҡаумы? Беҙ, күнеккән традицион роман яҙыусылар өсөн — үтә тарҡау. Уҡыусылар өсөн дә тарҡау. Уҡыусыны, бәлки, күнектереү кәрәктер. Ләкин һәр саҡ мөмкинме? Был форма бар ул — ләкин ул яңы. Ләкин эш — матурлыҡҡа төрөп бирелгән дарыуҙа — әҫәр шулай ҡабул ителә;.

Тарихҡа мөхәббәт һөйләүҙе уҡыусы яратмай. Тарихсы һөйләгәнсә түгел, ә сәнғәтсә килһә автор — һәйбәт булыр ине. Тарих һөйләү — яланғас. Фекер шул: әҫәрҙе таҙартып сыҡһаҡ, «Ағиҙел»дә баҫтыра алырлыҡ әҫәр бар. Ләкин икенсе ҡурҡыныс тыуа: социаль, политик йәһәтен, ғөмүмән, төп йәһәтен автор эстетика аша бирергә тейеш. Формаль рәүештә таҙартып сыҡһа, баналь бер әҫәр тора ла ҡала. Проблема ҡайҙа? Шул һорау тыуа. Бында саф тарих, саф политика бармай. Бында тарихтың предметы хаҡында һүҙ күп. Тарихҡа инеү — күп урын ала. Унда бәхәсһеҙ урындар күп. Былар минең ҙур шиктәр. Романдың йөкмәткеһе, форма менән эште хәл иткәс, бик яҡты, бик матур, бөгөнгө көн художник күҙлегенән ҡаралған әҫәр тыуасаҡ;.Унан килеп, юҡҡа ғына бәхәс асылып китә. Тенденцияларыңды бик матур башлайһың, ләкин аҙағына тиклем еткермәгәнһең. Романды шулай күргем килә. Күргәне лә һәйбәт, ә күрәһем килгәне — тағы ла һәйбәтерәк.

3. Яныбай Хамматов. Фекерҙәр алда әйтелгәндәргә тап килә. Әҫәр формаһы яғынан яңы, ҡабул итеүе ауыр. Әҫәр бик тарҡау. Төрлө хикәйәт, әкиәттәр кәрәгенән артыҡ. Кантчеканың үҙен тотоуы ла килешмәй.

Ваҡиға ике төрлө бара: үҙ теле менән, образлы яҙыуы — шәп, ә инде тарихҡа инеп китһә — уҡыуы ҡыйын. Уларҙы образлаштырырға кәрәк ине. Ҡоро диалдогтар күп. Автор күберәк үҙе һөйләй. Бүлектәр эзопса — әйтеп бөтөрмәй мәғәнәне. Ҡоро тарих. Ноғоман, бер аҙ эшләргә, ти, бында ең һыҙғанып, бөтөнләй, урыны менән таратып ебәреп, бик ныҡ ултырырға кәрәк. Дуртов тураһында кәрәкме? Партияға инеү өсөн ғариза? Политик хатаға урын ҡалдырмаймы? Иғтибар итергә. «Катастрофа» — һәйбәт. Шәмиғолов тураһында асыҡланмай ҡала. Татар-башҡорт автономияһы тураһында кәрәкмәҫтер? Һаҡ булырға кәрәк. «Алмас ҡылыстар» бөтөнләй йәбешмәй.

4. Шакир Янбаев. Беҙҙең әҙәбиәттә был форма ниндәйҙер кимәлдә бар ул. Ләкин классик әҙәбиәттә бик хаҡлы ҡулланыла. Йыһат был форманы индерһә — ҡыйыулыҡ булыр ине. Хикәйәттәрҙең байтағының яңылыҡ булмауы күңелде ҡыра. Мәҫәлән, Хужа Насритдин тураһында. Публицистиканың, гәзит очергының инеп китеүе — шәп түгел. Тел: үтә йомарт. Буяуҙар артыҡ ҡуйырып, бөҙрәләнеп китә. Стиль, һүрәтләүҙәрҙең бер-береһенең ҡабатланыуы күп — былар натурализмға килтерә. Таҙартаһы урындар күп. Тарихҡа төпкәрәк төшәйек, ти, ләкин был күренмәй. Әллә ул яу ғына һаламы? Һуңғы глава — артыҡ. Бында кеше образы аша художестволы асыш юҡ. Әҫәрҙе шаштырыбыраҡ яҙыу ғәләмәте бар, саҡ ҡына психҡа оҡшаш итеп яҙылған, тем более «аҫылынам» тигәне — йәбешмәй. Әҫәр оҙон, уҡыуы ауырыраҡ, йыйнаҡлатырға кәрәк.

5. Ғәйниә Әбсәләмова. Форма тураһын-да һөйләшелде, образдарға ҡағ-ылғы килә. Ваҡиға бер ай эсендә бара. Кеше яҙмыштары бик ныҡ бәрелешә. Нагрузка. Философия — уйланыусан, бәхәскә бай. Төп герой көсһөҙ күренә. Ҙур маҡсатлы кеше — бөгөлөп ҡала. «Ҡара кеше»нең бер күренеп ҡалыуы етәлер. Ул — ҙур эш эшләргә тыуған ҙур кеше, үҙен ҙур тоторға тейеш. Дилбәр образы: ул бик юғары фекер йөрөтә белә, тарих буйынса. Уның яҙмышын уйларға кәрәк ине. Үлеме ышандырмай. Роман художник исеменән алып барыла. Ул тоже бик эрудированный, ышандырмай. Быны мотивировать итеү кәрәк. Бәхәстәр күберәк ваҡ мәсьәләләр буйынса алып барыла. Даһи (гений) тураһында күп әйтелә. Яңғыҙ ҡа-йын тирәһе сәх-нәне хәтерләтеп ҡуйҙы.

6. Д. Бүлә; -ков. Формаһы тураһында бында һүҙ күп булды. Әлбиттә, форма-һы менән ҡатмар-лы, ауырыраҡ. Ләкин, иптәштәр әйткәнсә, бөтөн-лөк етмәйерәк, ваҡиғалар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнеп етмәй. Бөтә ваҡи-ғаларҙы бер епкә-рәк теҙергә ине. Дилбәрҙең нисек итеп был ижад йортона эләгеүен нигеҙләргә ине. Уның Йәүҙәт менән бәхәсе оҙаҡҡараҡ һуҙыла, ялҡыта. Бында ҡабатлауҙар ҙа күҙгә ташлана. Йәүҙәт образы ла уңышлы ғына. Тел яғынан әҫәрҙе ныҡ эшкәртергә кәрәк (унда автор тел матурлыҡтары менән мауыға төшә). Айғыр-толпарҙарҙы урталағы бағанаға яҡшыраҡ, бергәрәк бәйләүҙе күҙ уңында тотһа ине автор. Теләк шул.

7. Хәкимйән Зарипов. Йыһатта Достоевский алымдары бар. Шағир хисе ныҡ ағыла романда. Бер яҡтан был — шатлыҡлы, икенсе яҡтан уйландыра. Нигеҙҙә иптәштәрҙең фекере менән килешәм. Художник шул тиклем тарихты ныҡ белә. Мотивировать итеү кәрәк. Тарихи әйберҙәрҙе, бәлки, Ғамзаттың «Мой Дагестан»ындағы кеүек бирергә кәрәктер. Главалар ҙурыраҡ. Бородиноға ике мәртәбә барыу артыҡ кеүек. Дилбәр менән осрашыу матур.

8. Әнүр Вахитов. Роман бик уйландыра торған әҫәр. Композицияһы ҡыҙыҡлы. Өс быуын вәкилен алған да — сағыштыра. Тәүгеһе легендарный итеп бирелә. Икенсеһе — драматизм менән һуғарылған яҙмыш. Өсөнсөһө — йәш художник яҙмышы — лирик планда бирелә. Былар һәйбәт, ләкин әҫәрҙең композицияһы уйландыра. Өс быуын да мин тип һөйләшә. Тарих күп. Әҫәрҙең конфликты булмағанғамы икән, әллә ул килеп сыҡмаған? Бөтә алған геройҙары ла талантлы кешеләр, һәр береһенең үҙ донъяһы бар, уларҙы туплау кәрәк. Әҫәр тарҡау. Артабан эшләүендә уңыштар теләйек, яңынан эшләргә кәрәк, шунан шикһеҙ тәҡдим итергә нәшриәткә;.

Председатель: Ә. Вахитов.

Секретарь: Д. Бүләков.

 

Ниндәйен дә егәрле, хәстәрлекле, яҡшы кешеләр булған беҙҙең заманда: ҙур күләмле һәм ҡатмарлы композициялы, формаһы менән сәйер-яңы һәм етешһеҙ яҡтары ла күп романды йыбанмай уҡып сығып, энәһенән-ебенәсә тикшереп, үҙҙәренең белеме, сәйәси инанысы, совет әҙәбиәтендә хөкөм һөргән социалистик реализм ҡанундары буйынса талапсан ҡараштарын ихлас асып һалғандар, кәмселектәрен бөтөрөргә игелекле кәңәштәрен биргәндәр.

Күренеүенсә, ғәмәлдә ыңғай баһаланған һәм нәшриәткә тәҡдим ителгән, ә барса булған килешмәгән урындарын яңынан эшләп сығырға авторҙың көсөнән килерлек. Тикшереүҙе уңышлы үтеүем тураһында республиканың көндәлек матбуғаты ла хәбәр итте:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 423. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Мелоксикам (Мовалис) Групповая принадлежность · Нестероидное противовоспалительное средство, преимущественно селективный обратимый ингибитор циклооксигеназы (ЦОГ-2)...

Менадиона натрия бисульфит (Викасол) Групповая принадлежность •Синтетический аналог витамина K, жирорастворимый, коагулянт...

Разновидности сальников для насосов и правильный уход за ними   Сальники, используемые в насосном оборудовании, служат для герметизации пространства образованного кожухом и рабочим валом, выходящим через корпус наружу...

Упражнение Джеффа. Это список вопросов или утверждений, отвечая на которые участник может раскрыть свой внутренний мир перед другими участниками и узнать о других участниках больше...

Влияние первой русской революции 1905-1907 гг. на Казахстан. Революция в России (1905-1907 гг.), дала первый толчок политическому пробуждению трудящихся Казахстана, развитию национально-освободительного рабочего движения против гнета. В Казахстане, находившемся далеко от политических центров Российской империи...

Виды сухожильных швов После выделения культи сухожилия и эвакуации гематомы приступают к восстановлению целостности сухожилия...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия