Студопедия — Литературный клуб «Ашкадар» желает всем присутствующим здоровья совести в первую очередь, здоровья тела — во вторую.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Литературный клуб «Ашкадар» желает всем присутствующим здоровья совести в первую очередь, здоровья тела — во вторую.






 

Йыйын делегаттарының байтағы, Мостайҙың ысын йөҙөн фашлап ысын һүҙ әйтә алмай, телдәрен тешләп йөрөһә лә, Эстәрлетамаҡ йәш яҙыусылары һымаҡ уҡ ҡыйыу фекерләүселәр ҙә байтаҡ ине томорҡо залда. Тик шуныһы аяныс: был ҡыйыу документты тыуҙырған Эстәрлетамаҡ яҙыусылар бүлегенең тынғыһыҙ етәксеһе Кәбир Ғүмәрҙе хирургия операцияһы өҫтәлендә “һуйҙылар”…

Рәйесебеҙ Ә.М. Мирзаһитов, ғәҙәтенсә, үҙенең бер ҡалыпҡа һалып шымартылған, ләкин йәнгә бер нәмә лә бирмәгән киҙеү докладын уҡыны. Унда әйтелгәнсә, «хисап осорондағы биш йыллыҡтың яртыһы үҙгәртеп ҡороу һәм йәмғиәтте демократлаштырыу, үткәнгә һәм киләсәккә ҡараштарҙы ҡайтанан ҡарау билдәһе аҫтында үтте. Бөгөн ҡул ҡаушарып ҡына ултырыу мөмкин түгел. Йәмғиәттә барған ҡыҙыу, ысын-ысындан революцион үҙгәртеп ҡороуҙар үҙ оҫтаһынан юғары гражданлыҡ активлығы, дөрөҫлөк, ҡыйыу ижади эҙләнеү, үҙ хаталарыңды тура ҡарап, намыҫлы таный белеүҙе талап итә;.

Бөгөн яҙыусылар алдында һан күрһәткестәре түгел, ә юғары әхләҡи әҫәрҙәр ижад итергә мөмкинлек биреүсе сифат үҙгәрештәренә өлгәшеү бурысы тора. Ил һәм халыҡ нимә менән йәшәй, шулар — экономик мәсьәләләр, билдәлелек, демократия, саф һауа һәм кешеләрҙең күңеле өсөн көрәш уларҙың ижад үҙәгендә торорға тейеш».

Һалҡын ҡанлы автор «Литературная газета»ла (Мәскәү, 1988 йылдың 9 ноябрь һаны) хәбәр итеүенсә: «Прозвучало в выступлении и доля самокритики правления, и оценка работы творческих секций и Литфонда, а также Стерлитамакской писательской организации, были затронуты проблемы переводческой работы, групповых баталий, а также остро обозначившиеся в последнее время трения в области межнациональных отношений в СП.

Едва ли не сквозной темой выступлений в прениях стала критика руководства СП. Ему вменялись в вину келейность в принятии решений, неоправданное раздувание аппарата (Х. Гиляжев), отсутствие контакта секретариата с писательской общественностью, условно говоря, «сам-себя-издат» (Р. Мифтахов), стихийность работы, создание нетоварищеской атмосферы, порождающей групповщину (Н. Мусин, З. Султанов, Я. Хамматов). Не обошлось, к сожалению, и без перехода на личности»...

Хәбәрсенең һуңғы йөмләлә үкенеберәк яҙыуына ҡарағанда, ундағы тел тейҙерелгән «личность» — «заманабыҙҙың тере классигы» икәнлеге күренеп тора, ә уның һәм ярандарының кәйефен боҙорлоҡ тел ҡағыусы... бөтә йыйын барышы буйынса әлеге лә баяғы шул берҙән-бер генә оратор булыуын билдәләйек.

Үткән IX йыйындағы телмәремдең ҡараламаһы яҙылған ҡуйын дәфтәремде алып барып, был йыйын ағылышында яралған фекерҙәремде лә теҙеп ултырҙым шунда.

Ҡуйын дәфтәремдән:

 

Тетелгән тел. Беренсенән, Башҡортостан радио-телевидениеһына бирелгән сәғәттәр һаны (милли телдә) тәүлегенә күпме?

Шул сәғәттәр иҫәбенән нисә сәғәт татар телендә бара?

Икенсенән, шул уҡ нисбәттә Башҡортостан китап нәшриәтенә йылына нисә табаҡ майҙан бирелгән?

Шуның күпмеһе «башҡортлаштырылған татар теле»ндә ташҡа баҫыла? (Башҡорт телен аҫтыртын татарлаштырыу, сөнки этнопсихика, һүҙ байлығы, грамматик строй башҡа).

Башҡортостанда нисә башҡорт, нисә татар гәзите бар? (Һуңғылары бөтәһенең өстән ике өлөшөн тәшкил итә). Нисә башҡорт районында гәзит татарса ғына сыға (ә башҡортсаһы юҡ)?

Татарстанда, көнсығыш райондарының төп халҡы аҫаба башҡорт булһа ла (ул территорияны Ленин Татар АССР-ына ҡырҡып биргәндә — 193 мең башҡорт, переписте ҡара), бер башҡорт гәзите лә юҡ һәм булғаны ла юҡ.

Уға китһә, урыҫлаштырыу яҡшыраҡ булыр ине, сөнки урыҫ культураһы юғарыраҡ.

Беҙҙең китаптарҙың теле...

Это — смешанный, парализованный язык. Он, я уверен, татароязычным писателям в такой же степени противен, как и нам, башкироязычным. Подумайте, что было бы, если бы вдруг Пушкин и Шевченко стали бы публиковаться на таком же полурусско-полуукраинском парализованном языке?!.

Скажете, этого быть не может и не должно. Но однако именно такое издевательство над языком происходит в книжном издательстве и на сценах театров советской Башкирии. Где же выход из этого допущенного нами в своем доме скверного положения?

Есть три выхода.

Первый и самый простой выход — это отказ самих же татароязычных писателей парализовать свой язык, сочиняя на испорченном ими же башкирском языке, то есть писать по-татарски и издаваться в предоставленном им партией и правительством СССР Татарском книжном издательстве в Казани. По-настоящему талантливые авторы так и делают. К сожалению, талантливых очень мало, а серое большинство авторов оседает здесь, в Уфе. Таких даже из самой Казани выгоняют в Уфу (например, пресловутого Айдара Халима). Именно такие идут здесь на всякие ухищрения, вплоть до парализации языка, лишь бы только издаваться, вступить в Союз писателей. Стало быть, от таких Казань легко избавляется, а Уфа не может.

Поэтому есть и второй выход — профессиональный перевод их сочинений на нормальный башкирский язык. Чтобы их переводил за гонорары квалифицированный башкироязычный литератор, а не работница машбюро за копейки или даже даром, как это делается до сих пор.

Третий и самый сложный выход — это издание сочинений подобных писак на языке оригинала здесь, в Уфе. Но однако не отнимая и так безмерно малого листажа, выделенного партией и правительством для развития именно башкирской национальной культуры. В таком случае Москва для них должна будет изыскать дополнительный издательский фонд, в крайнем случае изымая его из доли Татарского книжного издательства, ибо он пойдет на благо именно татарской культуры. Москва должна тогда поступать аналогично и с радиовещанием, и с телевидением. Только при таком решении не будут ущемлены интересы башкирской культуры.

Ә ошоғаса башҡорт фондының яртыһын татарҙар файҙалана («башҡортса әҙәбиәт» маркаһы аҫтында). Боҙоҡ телдә «башҡортса» китаптар баҫтырып, театрҙар эшләтеп, башҡорт әҙәби телен эстән емертеү, уны шыйыҡландырып, зәғифләтеп, аҫтыртын рәүештә татарлаштырып барабыҙ...

Тарихи ракурс. Беренсенән, башҡорттар, дөйөм массаны алғанда, Ҡазан ханлығын Иван Грозный ғәскәрҙәренән әллә ни яҡлашып бармай, ә, киреһенсә, Ҡазан ханлығына ҡаршы сығалар ҙа үҙҙәре теләп Рәсәйгә ҡушылалар.

Икенсенән, Ҡазан ханлығы ҡыйратылғас, татар мырҙалары (татар халҡы түгел!) урыҫ хөкүмәтенә хеҙмәткә күсә, ирек һөйөүсе башҡорт халҡын «тышаулау»ҙа, иҙеүҙә, восстаниеларын баҫтырыуҙа ҡатнаша, самодержавиеға тоғро хеҙмәт итә (мәҫәлән, Тевкелев).

Өсөнсөнән, батша самодержавиеһы, баш күтәргән башҡорттарҙың ерҙәрен вәғәҙә ҡылып, һәм ул ерҙәрҙе биреп, башҡорт күтәрелештәренә ҡаршы татарҙарҙы һөстөрә, бер халыҡты икенсеһенә ҡаршы аяҡландыра. Шулай итеп Башҡортостанда үлтерелгән һәм ситкә һөрөлгән башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә килмешәк татар ауылдары хасил була, был ауылдар батша колонизацияһының һәм татарлаштырыуҙың форпостарына әйләнә.

Дүртенсенән, мәҫәлән, башҡорттарҙы физик яҡтан бөтөрөү (геноцид) сәйәсәте алып барыла (Неплюев проекты һ.б.). Деталь: Аҡай батыр күтәрелешенән һуң, дәүләт кимәлендә рәсми рәүештә, «башҡорт» тигән һүҙ — «дошман» тигән һүҙ итеп иғлан ҡылына һәм һәр башҡортҡа «башҡорт» тигән яҙыу — «бүре билеты» (хәҙерге паспорт урынына) тотторола; шундай билетын янында йөрөтмәһә, ул закондан тыш тип иғлан ителә; теләгән бер ерҙә теләгән бер кешенең талабы буйынса башҡорт ана шул «башҡорт» тигән таныҡлығын — «бүре билеты»н сығарып күрһәтергә тейеш була, ә теләгән берәүгә шул урында уҡ башҡортто тотоп туҡмау, үлтереү хоҡуғы бирелә. Башҡорт ауылдарына татар муллалары ҡуйыла, мәҙрәсәләрҙә уҡытыу татар телендә алып барыла. Шундай геноцид шарттарында байтаҡ башҡорт милләтен йәшерергә — үҙен «татар» атарға мәжбүр була, Аҡай восстаниеһын дөрләткән төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда башҡорттарҙы татарлаштырыу көсәйә...

Ләкин ошо үлемесле-ауыр шарттарҙа ла халыҡ барыбер ваз кисмәй башҡортлоғонан (мәҫәлән, Ғәли Соҡорой, уның улы Ғарифулла Кейеков яҙмалары).

Ғаяз Исхаҡи шовинизмы һ.б.

Башҡорт тамырына балта йәнә лә бер тапҡыр беҙҙең совет осоронда сабыла (Минзәлә, Аҡтаныш, Бөгөлмә, Сарман, Аҙнаҡай, Әлмәт райондары аҫаба башҡорттарын татар итеп яҙҙыртыу, Башҡортостанда ла мәктәптәрҙә уҡытыуҙы һаман иҫке мәҙрәсә телендә — татарса дауам итеү).

Мин үҙем башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына яҡын һөйләш аҫаба башҡорто. Минең миҫалымда күрергә була: ауылымда мәктәп башҡорт телендә булғас, мин — башҡорт телле башҡорт. Ә шул уҡ аҫаба башҡорттарҙың ҡасандыр беҙҙең ауылдан күсеп ултырған һәм беҙгә ете саҡрымда ғына булған Яңауыл-Ғафар башҡорттары — тулыһынса татарға әүерелгән, сөнки уларҙы мәктәптәрендә татарса уҡытҡандар. Шул уҡ минең тыуған районда аҫаба башҡорт ауылы Ҡабан бар (Ваҡытлы Башреввоенсовет рәйесе Б. Шәфиевты аҡтарға тотоп бирешкән ауыл). Ул ауылдың балалары ла татар мәктәбендә уҡый, татарса һөйләшә. Шуға күрә уларҙың да йә — татар телле башҡорт, йә башкөлләй татар булып үҫәсәктәре көн кеүек асыҡ. Был Ҡабан ауылы миҫалы — бөтә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙың аяныслы хәлен кәүҙәләндерә — үҙенең милли теленән мәхрүм ҡылынған башҡорт нәҫеле...

В республике в области литературной политики начиная с 1937 года, когда были безвинно обвинены в национализме, арестованы и репрессированы выдающиеся деятели башкирской культуры, взяло верх уродливое понимание таких понятий, как интернационализм и национализм. Все серое в литературе, творимые иноязычными авторами-приспособленцами на так называемом (суррогатном) башкирском языке, усиленно поддерживалось и объявлялось ярчайщими проявлениями интернационализма. А все талантливое, творимые башкироязычными писателями, бралось под подозрение и держалось часто под негласным надзором на предмет выявления национализма...

 

Ул йылдарҙағы сәйәси әүҙемлегем, күҙ йомоп утҡа керергә әҙерлегем йыйын тиклем йыйында ауыҙыма һыу уртлап ултырыуға юл ҡуймай ине, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта фекерҙәремде ҡағыҙға теркәмәй барыу, трибуналағы һыуҙың ағышына буйһоноп, йәки тейһә — тейенгә, теймәһә — ботаҡҡа, тип һөйләү ғәҙәтем дә юҡ ине. Алдан уҡ тәүҙә телмәремдең, иркенерәк йәйелергә әгәр форсат бирһәләр, тип, мөмкин тиклем тулыраҡ вариантын әҙерләнем. Ләкин трибунаға сығып һөйләү хоҡуғын партияның өлкә комитеты секретаре Ә.М. Дилмөхәмәтовтың үҙенән үтенеп саҡ алырға тура килде, өҫтәүенә, телмәремдең тексын ул алдан үҙе уҡып сығыу шартын ҡуйҙы. Күренеп тора: әҙәби түрәләребеҙгә тел тейҙертмәү юҫығын тота ине. Шуға күрә ул уҡырға тейешле был вариантта Мостай Кәримде тәнҡитләгән йөмләмдә уның исем-шәрифен йәшереп ҡалдырып, Дилмөхәмәтов уҡып биргәндән һуң ғына ул исемде юл араһына ҡулдан өҫтәкләп яҙып ҡуйҙым һәм шулай атап әйтеп һөйләнем дә — «эзоп теле» заманының бер сараһы булғандыр... Һәм ваҡыт та бик аҙ бирелгәнлектән, һөйләү барышында ла дилбегәне ҡыҫҡартыбыраҡ тоторға тура килде...

Ә шулай ҙа... Ә шулай ҙа...

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 451. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Определение трудоемкости работ и затрат машинного времени На основании ведомости объемов работ по объекту и норм времени ГЭСН составляется ведомость подсчёта трудоёмкости, затрат машинного времени, потребности в конструкциях, изделиях и материалах (табл...

Гидравлический расчёт трубопроводов Пример 3.4. Вентиляционная труба d=0,1м (100 мм) имеет длину l=100 м. Определить давление, которое должен развивать вентилятор, если расход воздуха, подаваемый по трубе, . Давление на выходе . Местных сопротивлений по пути не имеется. Температура...

Огоньки» в основной период В основной период смены могут проводиться три вида «огоньков»: «огонек-анализ», тематический «огонек» и «конфликтный» огонек...

Эндоскопическая диагностика язвенной болезни желудка, гастрита, опухоли Хронический гастрит - понятие клинико-анатомическое, характеризующееся определенными патоморфологическими изменениями слизистой оболочки желудка - неспецифическим воспалительным процессом...

Признаки классификации безопасности Можно выделить следующие признаки классификации безопасности. 1. По признаку масштабности принято различать следующие относительно самостоятельные геополитические уровни и виды безопасности. 1.1. Международная безопасность (глобальная и...

Прием и регистрация больных Пути госпитализации больных в стационар могут быть различны. В цен­тральное приемное отделение больные могут быть доставлены: 1) машиной скорой медицинской помощи в случае возникновения остро­го или обострения хронического заболевания...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия