Студопедия — Апрель 1989 йыл митингыһында телмәр
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Апрель 1989 йыл митингыһында телмәр






Владимир Ильич Лениндың туранан-тура ҡатнашлығында Башҡорт АССР-ын төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылған тарихи көндөң 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ошо айҙарҙа милләтебеҙ яҙмышына, культураһына ҡағылышлы күп нәмәләр тураһында етди уйланырға, берсә, һөйөнөп, берсә, көйөнөп, бөгөнгөбөҙ менән бергә киләсәгебеҙҙе ҡайғыртырға тура килә. Таң һарыһында күҙебеҙҙе тырнап асыу менән бала-сағаларыбыҙҙың өҫтө бөтөн, тамағы туҡ, тубырсыҡтарҙай тупырлап үҫеп килеүенә ҡыуанһаҡ, ауыҙ асып өндөшеү менән үк уларҙың телһеҙлегенә — әсә теленән мәхрүм ҡалыуҙарына әрней йөрәк. Башҡортостан тупрағында башҡортса һөйләштергән ясле, балалар баҡсаһы, мәктәптәрҙең аҙайыуы йәки онотҡанда бер осрауына ғәжәпләнмәй ҙә башланыҡ шикелле. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр өсөн үҙ телебеҙҙә гәзит-журналдар сыҡмауына, балалар әҙәбиәтенең махсус нәшриәте, йәш тамашасы өсөн милли театрыбыҙ булмауына ла күнегеп барабыҙ кеүек. Шулай уҡ райондарыбыҙҙа урыҫ һәм татар телдәрендә әллә нисәләгән тиҫтә гәзит нешер ителгән ваҡыттарҙа башҡорт телендә ни бары ике генә район гәзите баҫылып, ҡалғандары башҡа телдән тәржемә ителеүенә (дубляж), ә башҡорттар 43%, татарҙар — 31, урыҫтар 11% тәшкил иткән 21 көнбайыш райондарыбыҙҙа татар телендә — 21 район гәзите, урыҫ телендә 18 район гәзите уҡыусыларын туплағанда башҡорт телендә бер генә гәзит (ул да булһа дубляж!) быҫҡып янған һуҡыр шәмдәй яңғыҙ үҙе йәшәүенә лә иғтибар итмәйбеҙ кеүек. Ә мәктәп мәсьәләһе? 1925 йылдан алып 1968 йылға тиклем республикабыҙҙа урыҫ мәктәбе һаны 788-ҙән 1914-кәсә, татар мәктәбе 582-нән 1117-гәсә артһа, башҡорт мәктәбе һаны 572-нән 785-кә тиклем генә ыраны. Күренеүенсә, татар мәктәптәре һаны был осорҙа башҡорт мәктәптәре менән сағыштырғанда өс тапҡырҙай артты. Ленинсы милли политиканы тупаҫ боҙоуға юл ҡуйған торғонлоҡ йылдарында Башҡорт АССР Мәғариф министерствоһы әсә телендә уҡытыуҙы ҡырҡа сикләп, элек милли телдә уҡытҡан мәктәптәрҙә балаларҙы урыҫ телендә уҡытыуға күсереү эшен ҡыҙыулатты, был зыянлы эшмәкәрлек беренсе сиратта башҡорт мәктәбенә, башҡорт теленә һуҡты. Миҫал өсөн 1973-74 уҡыу йылын ғына алайыҡ: ул йылда республикабыҙ буйынса 650 милли мәктәп урыҫ телендә уҡытыуға күсерелһә, шуларҙың 112-һе генә татар, ә 420-һе башҡорт мәктәбе ине. Өҫтәүенә, тиҫтә йыл буйы көнбайыш башҡорт ауылдарында гөрләп эшләп килгән 200 башҡорт мәктәбе бер юлы татар телендә уҡытыуға күсерелеп, милләтебеҙҙең көнбайыш диалектында һөйләшеүсе өстән бер өлөшө үҙенең милли телендә уҡып белем алыуҙан, ул ғына ла түгел, үҙ милли телен дәрес итеп кенә булһа ла өйрәнеүҙән мәхрүм ҡалды... Оҙаҡ йылдар һуҙылып килгән ошондай кире күренештәр арҡаһында халҡыбыҙҙың һуңғы өс быуын кешеләренең байтағы башҡа телдә уҡып һәм һөйләшеп үҫте, милли телен танымаған, милли культураһын һанға һуҡмаған, шул нигеҙҙә башҡа милләттәрҙе һәм милли культураларҙы ла ихтирам итмәҫтәй нигилистар, сепрәк-сапраҡ һөйәрйәндәр, ҡорһаҡ ҡолдары булып етеште. Ундайҙарға һәммәбеҙ өсөн изге һаналған интернационализм төшөнсәһе лә дәүләт кеҫәһен ҡармағанда, үҙ шәхси мәнфәғәттәрен даулағанда битлек итеп ҡулланыу өсөн генә кәрәк. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ысын интернационализмдың төп нигеҙен тәшкил иткән ысын миллилекте аяҡ аҫтына һалып тапаныҡ, шуны, аяҡ аҫтынан алып, кешеләрҙең үҙҙәренә ҡайтарырға ваҡыт етте — миллилеккә дефицит ҡырҡыулашты. Ошо яуаплы осорҙа ике күҙебеҙҙең береһе өмөт менән республика етәкселегенә төбәлһә, икенсеһе культура әһелдәребеҙгә уҡтала — үҙ иңенә артҡан әхләҡи-политик йөктө намыҫлы егелеп тартамы һуң аҡ һарайҙа ултырған политиктарыбыҙ, милли әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ, фәнебеҙ маһирҙары?.. Мәрмәр көплө аҡ һәм ҡыҙыл һарайҙарҙа әле булһа милләттән айырылғанлыҡ, томора торғонлоҡ хөкөм һөрә түгелме? Әгәр шулай булмаһа, ниңә һаман башҡорт теле көнбайыш башҡорт ауылдарынан ҡыуылған хәлдә ҡала? Ниңә һаман ғәҙел принцип: урыҫ ауылдарына — урыҫ мәктәбе, татар ауылдарына — татар мәктәбе, башҡорт ауылдарына — башҡорт мәктәбе тигән принцип тантана итмәй?!. Һуңғы етмеш йыл эсендә ана шулай башҡорт телен башҡорт мәктәптәренә индермәү арҡаһында Киров өлкәһендә тороп ҡалған 54 мең башҡорттоң, Татар АССР-ында тороп ҡалған 193 мең минзәлә башҡорттарының башҡа милләткә күсерелеп юҡҡа сығарылыуын, бөгөн иһә республикабыҙҙың үҙ эсендәге 300 мең көнбайыш башҡорттарҙың шундай уҡ хәлгә ҡуйылыуҙарын хөрмәтле етәкселәребеҙ ниңә белергә теләмәй? Ҡасан улар көнбайыш башҡорттары телен, башҡорт милли теленең өсөнсө диалектын, татар теле итеп эш ҡылыуҙан, фәнгә һәм хаҡиҡәткә ҡаршы ҡоролған, башҡорт милләтен эстән тороп емерткән һәм бөлдөрткән зәғиф милли политика алып барыуҙан туҡтар ҙа башҡорт милләтенә йөҙ менән боролор?!. Ғәҙел политика төҙөргә ҡыйыулыҡтары етмәһә, ВКП(б)-ның 1932 йылғы XV Башҡортостан конференцияһы ҡарарын ғына булһа ла тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итәм. Бына ул:

«...Конференция считает препятствием в области осуществления решений партии по национальному вопросу: совершенно недостаточные темпы коренизации госаппарата и реализации башкирского языка... и все еще недостаточную прослойку башкир в некоторых учебных заведениях и школах повышенного типа, совершенно недостаточный рост башкир в составе рабочих на отдельных крупных предприятиях,...все еще медленный рост башкирских преподавательских кадров... Отдельные низовые парторганизации не проявили достаточно решительной борьбы с извращениями национальной политики, с проявлением великорусского шовинизма,...с татарской великодержавнической тенденцией...

В области подбора и подготовки кадров конференция выдвигает перед обкомом и всей парторганизацией основные задачи:

Борьба с извращениями ленинской национальной политики в школе, с великорусским шовинизмом, как главной опасностью, татарской великодержавнической тенденцией по отношению к башкирам...

Решительное усиление темпа коренизации соваппарата, введение практики составления контрольных цифр коренизации по отдельным учреждениям, усиление выпуска учебников на башкирском языке,...усиление подготовки квалифицированных преподавателей, главным образом из среды коренной национальности — башкир.

Культурное строительство. Конференция констатирует медленность темпа развертывания печати, особенно книгоиздания на башкирском языке и его низкое качество, узость полиграфической базы и поручает обкому развернуть книгопечатание в соответствии с задачами коренизации низших, средних и высших учебных заведений...

Конец цитаты.

Предлагаю от имени собравшихся на митинге принимать такую резолюцию:

1. Просим бюро Башкирского обкома КПСС осуществить по национальному вопросу резолюцию XV партконференции.

2. Обратиться предстоящему Пленуму ЦК КПСС по национальному вопросу следующими предложениями:

а) в национальных республиках (автономных, союзных), а также областях, округах и других образованиях гарантировать законом в партийных, советских и правительственных руководящих органах не менее 50-и процентное представительство этноса, давшего название данной национальной республике, области, округу и другим образованиям. Остальные 50 процентов мест пропорционально разделять между представителями остальных национальностей, населяющих данную территорию;

б) язык этноса, давшего название данной национальной республике, области, округу и другим образованиям, должен быть взят под охрану государства. Для достижения этого установить законом языку этноса, давшего название данной национальной республике, области, округу и другим образованиям, статус государственного языка (наряду с русским) с обязательным преподаванием его в школах данной национальной республике;

в) Центральному Комитету КПСС и Верховному Совету СССР принять необходимые долговременные меры, чтобы навсегда исключить из нашей жизни и искоренить пантатаризм и другие подобные «измы», то есть насилие одной нации над другой;

г) обеспечить подлинное равноправие всех народов Советского Союза, наделив автономные республики всеми правами и обязанностями союзных республик. То есть гарантировать законом автономным республикам статус союзной республики...

 

Рөхсәт ителмәгән митинг был, тип әйткәйнем. Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министры полковник Әнәс Хәсәнов иптәш бер взвод милиционерҙары менән беҙҙе килеп баҫҡанда, ниһәйәт, әйтәһеләребеҙҙе әйтеп бөтөргәйнек инде. Полковник Хәсәновтың яңғыратҡыс рупор аша ҡалын көр тауышы рөхсәтһеҙ митинг яһауҙың ҡанунға һыйышһыҙ икәнлеген киҫәтеп, беҙҙе тиҙерәк таралышырға саҡырҙы.

— Һеҙ бит Меңле башҡорто — ниңә татарса сусылдайһығыҙ?! — тип ҡысҡырҙы аранан берәү. Хәсәнов шунда уҡ саф башҡортсаға күскәс, саҡ ҡына тыңлап торҙоҡ та, яй ғына таралыштыҡ. Беҙ белгән осорҙа республикалағы беренсе сәйәси оппозицион митинг һәм, инсафлы ғына булһа ла, беренсе тапҡыр уны ҡыуып таратыу осрағы ине был.

1989 йылдың 17 — 18 декабрендә Өфөлә хәҙерге Ҡоролтай йортоноң (Фрунзе урамы, 40) ҙур залында башҡорт халҡы вәкилдәренең 1-енсе йыйыны үтте (1917 йылдағы тәүге ҡоролтайҙарҙың дауамы итеп, артабан уны IV башҡорт ҡоролтайы тип һананыҡ). Республиканың ҡалаларынан, райондарынан, башҡорттар күп йәшәгән күрше өлкәләрҙән 989 делегат килгәйне, араларында (Өфөнөң Киров районынан) мин дә бар инем. Йыйындың төп ҡарары — «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороу булды. Ҡоролтай шулай уҡ «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең программаһын һәм уставын раҫланы. Ҡабул ҡылынған резолюцияла республикабыҙға суверенитет яулау, Башҡортостанға — союздаш республика, башҡорт теленә дәүләт теле статусын алыу, башҡорт халҡын сәйәси, социаль һәм рухи яҡтан үҫтереү хәрәкәтебеҙҙең төп бурыстары итеп ҡуйылды. Ошоларҙы алға һөрөп ҡыҙыу фекер алышыуҙарҙа үҙ өлөшөмдө индерҙем:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 474. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Примеры задач для самостоятельного решения. 1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P   1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P...

Дизартрии у детей Выделение клинических форм дизартрии у детей является в большой степени условным, так как у них крайне редко бывают локальные поражения мозга, с которыми связаны четко определенные синдромы двигательных нарушений...

Педагогическая структура процесса социализации Характеризуя социализацию как педагогический процессе, следует рассмотреть ее основные компоненты: цель, содержание, средства, функции субъекта и объекта...

САНИТАРНО-МИКРОБИОЛОГИЧЕСКОЕ ИССЛЕДОВАНИЕ ВОДЫ, ВОЗДУХА И ПОЧВЫ Цель занятия.Ознакомить студентов с основными методами и показателями...

Меры безопасности при обращении с оружием и боеприпасами 64. Получение (сдача) оружия и боеприпасов для проведения стрельб осуществляется в установленном порядке[1]. 65. Безопасность при проведении стрельб обеспечивается...

Весы настольные циферблатные Весы настольные циферблатные РН-10Ц13 (рис.3.1) выпускаются с наибольшими пределами взвешивания 2...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.008 сек.) русская версия | украинская версия