Студопедия — Ялбарыуҙар ялҡытты
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Ялбарыуҙар ялҡытты






Һуңғы ярты мең йыллыҡтағы башҡорт сәйәсәт мөхитен ғөмүмән төп ике этапҡа бүлеп ҡарарға мөмкин. 1557 — 1920 йылдар арауығылыр беренсеһе. Шул 1557 йылда башҡорт халҡы үҙ мөстәҡиллеген һаҡлаған хәлдә ике-ара килешеү аша (хәҙергесә конфедерация тип атарлыҡ!) Рәсәй менән берләшкәндән һуң, ике тиҫтә йыл үтер-үтмәҫтән үк, килешеүҙең төп шарттарын мәкерле боҙа башлаған һәм артабан башҡорт халҡын ҡырып бөтөрөп башҡорт ерҙәренә тулыһынса хужа булыу өсөн асыҡтан-асыҡ та, аҫтыртын да аяуһыҙ геноцид үткәреүгә күскән Рәсәй ипмериализмына ҡаршы башҡорттарҙың үҙ-үҙҙәрен ҡурсалап ҡалыу өсөн ҡораллы изге һуғыштар теҙмәһе ул. 1920 йылда ялҡынлы революционер, коммунист Сөләймән Мырҙабулатов етәкселегендәге еңеү менән тамамланған һуңғы иң ҙур башҡорт восстаниеһы шул беренсе этаптың да тамамланышы ине — Мәскәү башҡорт халҡын рәхимһеҙ ҡырыусы ҡырғын әтрәттәренең хәрәкәтен туҡтатырға мәжбүр булды. Ләкин В.И. Ленин (унан һуң И.В. Сталин) етәкләгән совет-империалистик Рәсәй үҙәк хөкүмәте башҡорт халҡының ҡанлы ҡорбандар биреп яулаған ошо һуңғы ҡаҙанышын да юҡ итеү өсөн империализм арсеналындағы бөтә булған сараларҙы ла еренә еткереп ҡулланды һәм бығаса донъялағы бер империалист-колонизатор ҙа булдыра алмаған уңыштарға иреште, сөнки башҡорттарҙың тоҡомон ҡоротоу (геноцид) политикаһын ул батша хөкүмәте кеүек орҙоло-бәрҙеле түгел, ә фәнни яҡтан йәшертен ныҡ нигеҙләнгән комплекслы ысул (халыҡты ҡырыу, йәшәү сығанаҡтарынан һәм шарттарынан мәхрүм итеү, иленән ситкә һөрөү, эҙәрлекләү, идаралыҡ итеүҙән ситләтеү, ассимиляциялау, тарих-мәҙәниәтенән һәм теленән мәхрүм ҡылыу һ.б.ш. саралар бөтәһе бергә) менән йә асыҡтан-асыҡ, йә аҫтыртын өҙлөкһөҙ тормошҡа ашырҙы. Былар бөтәһе башҡорт тигән тоҡомдо ер йөҙөнән ҡырсып ташларға йүнәлтелгән, шуға ла геноцид атала. Бының өсөн үҙәк хөкүмәт һәм уның урындағы башҡарыусылары 1921 аслыҡ йылын бик оҫта файҙаланып, большевиктарса планлаштырылған алдағы биш йыллыҡта (1920 — 1926) ул саҡтағы бер миллион да йөҙ илле меңле башҡорт халҡын үҙенең төп республикаһында ни бары алты йөҙ илле меңгә ҡалдырыуға (биш йөҙ меңгә кәмегән) өлгәште. Ә шул большевиктар хакимиәтенә тиклем 1917 йылда башҡорт халҡы бер миллион да дүрт йөҙ мең йән тәшкил иткәнен иҫләһәк, ленинсы милли политика үткәрелгән шунан һуңғы һигеҙ йыл эсендә ете йөҙ меңләп башҡорт юҡҡа сыҡҡан. Бөтә милләттәрҙе лә сәскә аттыртыу шиғары аҫтында башҡорт халҡына ҡарата тайпылышһыҙ уҙғарылған геноцидтың был тиклем дә мул уңыш килтереүен донъя тарихы белмәй, әгәр ҙә ки Адольф Һитлер менән Пол Потты иҫәпкә алмаһаҡ... Шунан һуң да геноцид урағы йә асыҡтан-асыҡ, йә аҫтыртын уңыш урған бер-бер артлы осорҙар — ауылды коллективлаштырыу, егерме туғыҙынсы һәм утыҙ етенсе йыл ҡанлы репрессиялары, Бөйөк Ватан һуғышы (башҡорттарҙы милли ғәскәргә айырып утҡа тығыу), һуғыштан һуңғы юрый көсәйтелгән аслыҡ, һуңғы осор «шакировщина» йылдары... Һөҙөмтәлә ураҡ-сүкешле ҡыҙыл флаг елберҙәткән совет империализмының барлыҡ йылдарында ла башҡорт халҡы үҙенең баяғы 1917 йылдағы йән һанына (бер миллион да дүрт йөҙ мең) әйләнеп ҡайта алманы — бер туҡтауһыҙ бөтөүгә табан барҙы. Ә шул уҡ осорҙа был ерҙәге урыҫ халҡы һаны тәүге бер миллион да ике йөҙ меңдән — бер миллион да биш йөҙ илле меңгәсә, татар халҡы дүрт йөҙ илле меңдән — бер миллион да йөҙ илле меңгәсә артты (республика статистика идаралығы төҙөгән рәсми таблицаны[55] ҡарағыҙ). Нимә хаҡында һөйләй был? Бер нәмә хаҡында ғына. Башҡорт ерендә иң күпселек тәшкил иткән өс милләткә ҡарата дәүләт тарафынан ике төрлө демографик-милли политика үткәрелгән: ерҙең төп хужалары башҡорттарға — геноцид, килмешәк урыҫ һәм татарҙарға — ысынлап та хәстәрлекле сәскә аттыртыу. Ә ни өсөн былай һуң? Сөнки был дәүләт хакимиәте башында был ерҙең төп хужаһы башҡорттар түгел, ә баяғы урыҫтар һәм татарҙар йә иһә шуларҙың ҡурайына ғына бейеүсе ҡолойкантон башҡорттар ултыра бойороп. Бөтәһен дә урыҫ һәм татар файҙаһына хәл ҡыла. Сөнки Рәсәй империализмы шулай эшләтә быны — үҙ аллылыҡ һәм азатлыҡ һөйөүсе ғорур башҡорт милләтен бөтөрөп, Башҡортостанды тарҡатып, тупрағын мәңге урыҫ тупрағы ҡылырға. Ана шул юлда татарҙарҙы, боронғо ғәҙәтенсә, йомошсо («служилые татары») итеп алған да (башҡортто юҡҡа сығарғандан һуң татарға ла сират етерен алдан уҡ иҫәпләп, әлбиттә) башҡорттоң ҡолойкантондарын ғына яҡын юлатҡан...

Империализм ниңә шулай башҡортҡа ныҡ ҡаныға, геноцид үткәрә һуң? Сөнки башҡорт ярты мең йыл буйына Рәсәй империализмына ҡолдарса буйһонманы, азатлығы, үҙ аллылығы өсөн ҡорал тотоп алышты, азатлыҡ яуында башҡаларға даими өлгө булды. Башҡорт тарихын яҡшы белгән академик М.В. Любавский былай тип әйтеп ҡалдырған: «Из покоренных Россией народностей ни одна не потратила столько усилий и крови, чтобы отстоять свою страну, свои исконние права на занятые земли и угодья, свой национальный быт, как башкирская. В неравной борьбе она понесла большие количественные, материальные и несомненно духовные потери, но при всем том выявила свою этническую устойчивость, сумела сохранить многое из своего национального наследия и даже абсорбировать в себя значительную часть пришлых чужеродцев...» (Археографический сборник: Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Өфө, 1971; 227-229-енсе биттәр). Бына ошоноң арҡаһында совет империализмы осоронда айырым «хәстәрлек»кә дусар ҡылынып ҡанһыратылды ла инде «тәкәббер» башҡорт халҡы. Ҡанһыратылыу менән бергә тоталитар системаның мәкерле өгөт-нәсихәтенә алданыу ҙа ҡасандыр ғорур башҡорт тоҡомон үҙ данлы тарихын хәтерләмәүсе манҡортлоҡҡа төшөрҙө: 1920 — 1991 йылдар арауығында ул үҙен рәхимһеҙ онтаған үлемесле тирмәнгә — геноцидҡа ҡаршы бер тапҡыр ҙа әүәлгеләй ҡулына ҡорал тотоп баш күтәрә алманы (был мөмкин дә түгел ине), ә шул тирмән таштарынан бер туҡтауһыҙ мәрхәмәт көтөп һәм ялбарып көн итте. Ҡасандырғы баш бирмәүсән ғорур тоҡом, үҙ өйөндә үҙе хужа булаһы урында, өйҙәштәренән типкеләнеп ялбарыусыға әйләнде. Ата-баба ғорурлығын тәрәнерәк йәшереп, ул һаман өмөт итте: өйҙәштәре үҙҙәренең кем өйҙәше икәнлеген шулай ҙа иҫтәренә төшөрөр, өй хужаһын күрәләтә типкеләүҙән оялыр, үҙҙәре һөмһөҙ биләп алған түр башынан уға ла урын бирер. Әммә башҡорт урыны тупһала ҡалды, Башҡортостандағы хатта турғай ҡунырлыҡ һәр сыбыҡ башҡорт милләтенә ҡаршы кәртә итеп ҡоролдо. Үҙәктәге үргә ҡарап ялбарыуҙар осорҡайы, бер ете генә түгел, етмеш ете йылға тартылды. «Үҙгәртеп ҡороу» тип шаулашҡан әлегекәй осор ҙа беҙгә үҙгәреш килтермәне. Һәр заманға ҡулайлаштырылған геноцид политикаһын башҡорт халҡы быуындарының башынан үткәреүҙе батша Рәсәй империализмы ҡулынан йәһәт совет империализмы, ә унан һуң, 1985 йылдан башлап, «Яңыртылған Рәсәй»ҙең шовинист-демократик империализмы дәррәү күтәреп алды. Исемдәре генә төрлө, әммә асылдары бер: шул уҡ батша Рәсәй империализмының өс төҫлө флагы, «берәгәй һәм бүленмәҫ Рәсәй» шиғары. Әйтерһең дә, заманалар уҙмаған — Рәсәйҙең ике башлы сәмреғошо халыҡтарҙың бәғерен талай һаман. Быларҙы ҡороһүҙ тимәгеҙ, бабаларҙың заманын һәм бөгөнгөнө шул ике осор документтары аша сағыштырып ҡарағыҙ.







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 475. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

ТЕРМОДИНАМИКА БИОЛОГИЧЕСКИХ СИСТЕМ. 1. Особенности термодинамического метода изучения биологических систем. Основные понятия термодинамики. Термодинамикой называется раздел физики...

Травматическая окклюзия и ее клинические признаки При пародонтите и парадонтозе резистентность тканей пародонта падает...

Подкожное введение сывороток по методу Безредки. С целью предупреждения развития анафилактического шока и других аллергических реак­ций при введении иммунных сывороток используют метод Безредки для определения реакции больного на введение сыворотки...

Типовые ситуационные задачи. Задача 1.У больного А., 20 лет, с детства отмечается повышенное АД, уровень которого в настоящее время составляет 180-200/110-120 мм рт Задача 1.У больного А., 20 лет, с детства отмечается повышенное АД, уровень которого в настоящее время составляет 180-200/110-120 мм рт. ст. Влияние психоэмоциональных факторов отсутствует. Колебаний АД практически нет. Головной боли нет. Нормализовать...

Эндоскопическая диагностика язвенной болезни желудка, гастрита, опухоли Хронический гастрит - понятие клинико-анатомическое, характеризующееся определенными патоморфологическими изменениями слизистой оболочки желудка - неспецифическим воспалительным процессом...

Признаки классификации безопасности Можно выделить следующие признаки классификации безопасности. 1. По признаку масштабности принято различать следующие относительно самостоятельные геополитические уровни и виды безопасности. 1.1. Международная безопасность (глобальная и...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.008 сек.) русская версия | украинская версия