Студопедия — Сәнкем-Биктимер мишәрҙәренең туранан-тура бабалары ҡалын хәрефләп бирелә.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Сәнкем-Биктимер мишәрҙәренең туранан-тура бабалары ҡалын хәрефләп бирелә.






1. Сәхип Мәҡсүтов (1759 — 1827), йорт старшинаһы, ә ғүмеренең ахырында зауряд сотник. Уның нәҫеле:

а) Абдулфатих (1793), уның улдары:

*Абдулнафиҡ (1815),

*Мөхәммәҙи (1816);

б) Ғабдул Фахрулхаҡ (1793), уның улы:

*Абдулнасри (1815);

в) Әхмәт (1806).

2. Сабит Мәҡсүтов (1765 — 1831), писарь. Уның нәҫеле:

а) Төхфәтулла (1798 — 1821);

б) Фатҡулла (1801 — 1842);

в) Фәйзулла Сабитов (1801;

г) Фәйрүз (1803), указлы аҙансы. Уның улы:

*Шаһиәхмәт (1834 — 1835);

д) Ноғоман Сабитов (1807 — 1840), уның улы:

*Низамитдин (1830),

*Шаһивилдан (1837);

е) Хәбибназар Сабитов (1814 — 1846);

3. Абдулмәзит Мәҡсүтов (1745 — 1812), уның нәҫеле:

а) Абдулвахит (1781), уның улдары:

*Абдулҡафия (1810),

*Абдулбани (1812);

б) Абдулкәли (1792);

в) Абдулханнан (1898).

4. Яхъя Әбдрәшитов (1755 — 1826), уның нәҫеле:

а) Ғабдуллатиф Яхин (1784), уның нәҫеле:

*Мостафа (1801),

*Әбдрәхим (1807),

*Мөхәммәтрәхим (1811),

*Абдулзәлил Ғабдуллатипов (1812), уның улдары:

Моғавиә (1839),

Фәхритдин (1849),

Шаһибәк (1855),

Шаһиәхмәт (1858);

*Мөхәммәтсәхәүитдин (1812),

*Мөхәммәтсадиҡ (1812 — 1847), уның улдары:

Абдулсабур (1836),

Сәләхитдин (1838),

Ямалитдин (1841),

*Мөхәммәтғәни (1814 — 1819),

*Мостафа Ғабдуллатипов (1819), уның улдары:

Мөхәммәтзариф (1853),

Мөхәммәтәмин (1853),

Мөхәммәтсадиҡ (1856);

*Әбдрәхим (1825);

*Мөхәммәтрәхим (1829);

*Мөхәммәтвәли (1834);

*Мөхәммәтғафур (1836);

*Шәрәфитдин (1839);

*Камалитдин (1844);

б) Ғәтиәтулла яхин (1792 — 1859), уның нәҫеле:

*Мөхәммәтсафа Ғәтиәтуллин (1813) уның улдары:

Шаһимөхәммәт (1831 — 1851),

Шаһиәхмәт (1832 — 1851),

Сәлимйән (1850);

*Әхмәтсафа (1817), уның улы:

Вәлийән (1846);

*Әхмәтғәли (1827), уның улы:

Ахунйән (1857);

*Әхмәтйән (1832).

5. Мөхәммәтәмин Мәҡсүтов (1780), указлы учитель. Уның улдары:

а) Абдулҡотдус (1815 — 1820);

б) Ибраһим (1816 — 1824);

в) Мөхәммәтхафиз (1829);

г) Мөхәммәтсәлим (1831).

6. Абдуллатиф Яхин-Әбдрәшитов (1763 —1839), уның нәҫеле:

а) Ғөзәир (1806);

б) Насритдин (1812 — 1844), уның улдары:

*Хәйритдин (1837),

*Мифтахитдин (1839),

*Камалитдин (1843).

в) Мөхәммәтлатиф Абдуллатифов (1800), уның улдары:

*Мөхәммәтғәни (1820),

*Мөхәммәтгәрәй Мөхәммәтлатифов (1829),

*Абдулхәбир (1836), уның улдары:

Мөхәммәтйософ (1858),

Мөхәммәтғариф (1859).

 

 

Өҫкәлек йылға тамағындағы Өҫкәлек ауылы мишәрҙәре (1811 й.)

 

1. Әбдрәшит Мәҡсүтов (1738), уның нәҫеле:

а) Мөхәммәдиәр (1770), уның улы:

*Мөхәммәтйән (1808);

б) Мөхәммәтәмин (1772);

в) Мөхәммәтрәхим (1776 — 1797);

г) Әбдрәхим (1779).

 

Документ аҫтына Әбдрәхим Әбдрәшитов «тауыҡ тәпәйе» тамғаһын һалған (Сәнкем-Биктимер ауылы мишәрҙәренең тамғаһы).

Былар Сейет биҫтәһенә (Ҡарғалыға) күсеп киткәндәр.

 

 

Әселе йылға тамағындағы Әселе ауылы мишәрҙәре (1811 й.)

1. Абдулвахит Әбдрәшитов (1769), уның улы:

а) Мөхәммәтғәли (1807).

(Асылыкүлгә күсеп китәләр. Әселелә 1834 йылдың 25 апрелендә бер генә өй ҡалған).

 

 

Асылыкүл ауылы мишәрҙәре (1834)

 

1. Абдулвахит Әбдрәшитов (1769, Әселе ауылынан күсеп килгәндәр). Уның улдары:

а) Мөхәммәтғәли (1807);

б) Ибраһим (1813). Тимәк, Әселенән Асылыкүлгә улар шул 1807 — 1813 й.й. араһында күсеп килгәндәр.

2.Ғәли Әбдрәшитов — 35 йәштә, ләкин был дөрөҫ түгел, сөнки, яҙылған һанды ҡырсып ташлап, яңы һан — «35» яҙып ҡуйғандар. Уның тәүге ысын яҙылышы, моғайын, «75» булған да тәүге «7»-не, баяғыса, бер аҙ ҡырсып, урынына «3» яһап, «35» итеп яңылыштырып яҙғандар. Әгәр шулай икән, дөрөҫө була: халыҡ хисабы алынған йыл 1834-75= 1759 — Ғәли Әбдрәшитов тыуған йыл. Ул саҡта атаһы Әбдрәшит 21 йәштә булған. Ә Ғәлиҙең улы Хисамитдин тыуған 1782 йылда Ғәлигә: 1782-1759=23 йәш — осо осҡа ялғана. Документ аҫтында аңлатма: «№5 почищено в летах — в семействе Гали Абдрашитов 35 лет. С подлинным верно — канцелярист Кадомцев».

Әлхасил, Ғәли Әбдрәшитов тыуған йылды 1759 тип дөрөҫләп яҙабыҙ (артабан шул дата алына).

3. Мөхәмәдиәр Әбдрәшитов (1770 — 1826), уның нәҫеле:

а) Ҡорбанғәли (1795);

б) Мөхәммәтшәриф (1795), уның улы:

*Мөхәммәтлатиф (1824);

в) Ғүмәр (1799);

г) Ғайса (1811), 1828 йылда рекрутҡа биргәндәр;

д) Муса (1815).

 

 

Сәйет биҫтәһнендә (Һаҡмар тамағы татар Ҡарғалыһында)

йәшәгән мишәрҙәр (1834 й.)

 

1. Мөхәммәтрәхим Әбдрәшитов (1789).

2. Әбдрәхим Әбдрәшитов (1787 — 1817), уның улы:

а) Әбсәләм (1802).

3. Фәйзулла Әбдрәшитов (1752 — 1840).

4. Абдрахман Әбдрәшитов (1808), уның улы:

а) Абдулхалиҡ (1833).

 

 

Үрге Себенле ауылы мишәрҙәре (1834 й.)

 

1. Абдрахман Әбдрәшитов (1784), уның улы:

а) Мөхәммәтғәли (1833).

 

 

Богдашкино ауылы мишәрҙәре (1834 й.)

 

1. Ниғмәтулла Әбдрәшитов (1822 й. үлгән), уның улдары:

а) Рәхмәтулла (1810);

б) Ибәтулла (1817).

 

 

Ырымбур гөбөрнәһе һәм өйәҙе (һуңынан Быҙаулыҡ өйәҙе) Яңы Үмәр ылыҫы Юлыҡ Ямы (почта ҡуналҡаһы) мишәре (1834 й.)

 

1. Хисамитдин Ғәлиев (1782), 52 йәштә, отставкалағы һалдат.

«Уволен в отставку с пачпортом 1823 года сентября 26 дня за №4829». (Ул заманда һалдатта 25 йыл хеҙмәт иткәндәр).

Башҡа кеше юҡ. (Моғайын, ғаиләһен ауылда ҡалдырып йәки ғаиләһенән яҙып, «яма»ла яңғыҙы йәшәгәндер).

1823 йылда һалдаттан ҡайтҡанда уға 41 йәш булған. Әрмелә 25 йыл хеҙмәт иткәнлектән, һалдатҡа ул 16 йәшендә алынған.

Был Хисамитдин Ғәлиев — баяғы Асылыкүл ауылындағы мишәрҙең, документта йәшен үҙгәрткән Ғәли Әбдрәшитовтың;, улы булырға тейеш.

Хисамитдин Ғәлиевтың, әрмегә китмәҫе борон уҡ (йәки икенсе йылында), Баһауитдин һәм Тәхәүитдин тигән игеҙәк улдары тыуған, тип фараз ҡылам (ҡайҙа йәшәгәнлектәре билдәһеҙ). Аталары Хисамитдин Ғәлиев әрменән ҡайтҡансы уҡ, моғайын, әсәләре вафат булып, малайҙар таралышып, шуға күрә Хисамитдин Ғәлиевтың ҡайтыр йорто-ғаиләһе булмаған — Юлыҡ Ямындағы почта ҡуналҡаһында киҙеүселек эшенә урынлашып, яңғыҙ башы ҡаңғырып йәшәп ятҡан, тип уйларға кәрәк. Был Юлыҡ Ямы хәҙерге Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районындағы Яңы Юлас (Новоюласка) ауылы булырға тейеш, 19-ынсы быуат урталарында ул Быҙаулыҡ өйәҙенә ҡараған (шуға күрә лә беҙҙең мишәрҙәр: «Бабаларыбыҙ Быҙаулыҡ яғынан күсеп килгән», — тип һөйләрҙәр ине).

Баһауитдин менән Тәхәүитдин, мишәрҙәребеҙҙең риүәйәте буйынса, аталарының асы яҙмышы өлгөһөндә үҙҙәренең дә малайҙарын батшаға һалдат итеп биреүҙән ҡурсаланып, беҙҙең аҫаба бабаларҙан рөхсәт һәм ер алып, ошо ерҙә һалдатҡа алынмайынса үҙ әрмеһендә сиратлап хеҙмәт итмәле аҫаба башҡорт араһына — Сәнкем-Биктимер ауылына шул «Быҙаулыҡ яғынан» күсеп киләләр. Ләкин... ике йыл үтеү менән үк (1865 йылда) башҡорт әрмеһе бөтөрөлгәнгә күрә, башҡорттарҙы ла һалдатҡа ала башлайҙар, — шулай итеп һемәйгән беҙҙең бабалар, тип көлә торғайнылар мишәр ҡарттары... Әммә әсәйемдең өҫтәрәк бирелгән хикәйәтендә, мишәрҙәр беҙҙең ауылға, ауылыбыҙҙың бер килке аҫабаһы 1868 йылда Һаҡмар үренәрәк үҙҙәренә башҡа Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылын төҙөргә күсенеп киткәс, уларҙан ҡалған урынға 1871 йылда килеп ултырғандар, тиеберәк аңлатһа ла, мишәр ҡарттарының «ике йыл»ды ҡушып һөйләгән риүәйәте буйынса улар Сәнкем-Биктимергә 1863 йылда төйәкләнгән булып сыға. Анығыраҡ даталы документ табылманы.

Быҙаулыҡ яғынан пәйҙә булған былар артынса уҡ ауылыбыҙға уларҙың туғандары — Әбдрәшит ҡарт тармаҡтарының Ҡырмыҫҡалылағы тағы ла бер нисәһе күсеп килә һәм улар бөтәһе бергә, Әбдрәшит Мәҡсүтов тоҡомдары, киләсәктә лә үҙҙәренең туғанлыҡтарын юғалтмаҫ өсөн, ошонан һуң һәммәһе лә Әбдрәшитов фамилияһында йөрөргә һүҙ ҡуйышалар, фәҡәт Фәхритдин баба нәҫелдәре генә, башҡалары менән ни өсөндөр ыҙғышып-үпкәләшеп, фамилияларын Әбдрәшитовтан «Фәхритдинов»ҡа алмаштыра...

Өҫтә килтерелгән хисапнамә мәғлүмәттәренән ауылыбыҙ мишәрҙәренең бабалары төрлө заманала төрлө ауылдарҙа йәшәгәнлеге күренә.

Ә «баш баба» Мәҡсүт ҡарт үҙе (Әбдрәшит бабаның атаһы) Ҡырмыҫҡалыға ҡайҙан һәм ҡасан килгән һуң? Сығышы ниндәй булған? Уның ҡыҫҡаса шәжәрәһен бөйөк ғалимыбыҙ Ризаитдин Фәхритдиновтың “Аҫәр” хеҙмәтендә осраттыҡ:

«63. Вәлит бин Мәҡсүт бин Әфәк бин Дусмөхәммәт бин Байғара бин Туҡғара бин Суҡғара.

Эстәрлетамаҡ төбәге Ҡырмыҫҡалы ауылында имам вә ахун булып оло бер шөһрәт эйәһе булған. Өфө ҡалаһында мосолманлыҡ идараһы асылмаҫтан элек, ислам йәмғиәтенең мөрәжәғәт итер кешеһе вә һыйынысы булып, кәрәк ерҙәргә мәсет бинаһына (төҙөү өсөн) рөхсәт бирер вә имамдарҙы ла тәғәйенләр булған. 1179 йылда (1765/1766 м.) хөкүмәт тарафынан хоҡуҡлы булып, шағбан айында (Ай йылының һигеҙенсе айы), мең ике йөҙ һигеҙенсе (1208) йылда (1793 м.) вафат булған. Ҡәбере Ҡырмыҫҡалы ауылында. Улдары Вилдан ахун менән Сафиян ахун да мәшһүрҙәр иҫәбенән.

Атаһы Мәҡсүт бин Әфәк Ҡазан виләйәтендә Яңы Саллы исемле ауылдан күсеп, Өфө төбәгендәге Биш Ҡурай ауылына килеп, дәрәжә тотоуҙа үҙе лә ғөләмән булып, Мортаза әфәнде (29) янында файҙа иткән». («Ағиҙел» журналының 2001/2 һаны, 127-нсе бит).

Мәҡсүт баба тәүҙә хәҙерге Туймазы районындағы Бишҡурай ауылына күсеп килгән булырға тейеш. Иң боронғо хисапнамәнән күренеүенсә, Бишҡурай мишәрҙәре ни өсөндөр унан хәҙерге Илеш районына күсерелгән һәм шундағы Бишҡурай ауылын нигеҙләгән. Мәҡсүт улдарынан Вәлит, Сәхип, Сабит, Абдулмәзит, Мөхәммәтәмин исемлеләре, моғайын, аталары Мәҡсүт бабай менән бергә, — Ҡырмыҫҡалыға, ә Әбдрәшит тигәне хәҙерге Йәнсура районында Өҫкәлек йылғаһы тамағындағы Өҫкәлек ауылына күсенеп ултырғандар, Әбдрәшиттең Яхъя, Абдуллатиф исемле улдары атаһының Ҡырмыҫҡалылағы туғандары янына китеп һыйынған. Бына шул Әбдрәшит Мәҡсүтовтан үрсегән дә инде хәҙерге Әбдрәшитовтар (һәм Фәхритдиновтар). Уларҙың шәжәрәһен бөгөнгөләр үҙҙәренең тамырҙарын юллай алырҙай төҙөп бирергә тырыштым. Шәжәрәләге рим цифрҙары — быуындар нәүбәтен күрһәткес. Мәҫәлән, Мәҡсүт баба VI-сы быуын булһа, уның ғәрәп цифрҙары менән нәүбәтләп билдәләнгән 6 улы VII-нсе быуын тәшкил итеп, исеме ҡалын хәрефтәр менән яҙылған 6-нсы ул Әбдрәшит иһә бөтә Әбдрәшитовтарҙың (һәм Фәхритдиновтарҙың) бабаһы булып тора. Шул VII-нсе быуын Әбдрәшиттең 9 улы нәүбәттәге VIII-енсе быуынды тәшкил итеп, һәр улан исеме алдында шул VIII һәм туғыҙ улдың һәр береһенең үҙ нәүбәт һаны йәнә ғәрәп цифрҙары менән ҡуйыла, мәҫәлән: VIII. 2. Яхъя Әбдрәшитов (1755 — 1826). Туғыҙ улан араһынан беҙҙең ауыл Әбдрәшитовтарының өс бабаһының исеме, артабан уларҙы айырым-айырым алып нәҫелдәрен тәфсилләү өсөн, ҡалын хәрефтәр менән яҙылды. Нәүбәттәге IX-ынсы быуын тағы рим һәм ғәрәп цифрҙары менән билдәләнеп (мәҫәлән: IX. 1. Ғабдуллатиф Яхин), унан тыуған нәүбәттәге быуын исеме иһә шулай уҡ рим цифры һәм алфавит хәрефе ҡуйып яҙыла, мәҫәлән: X. а) Мостафа... X. д) Абдулзәлил Ғабдуллатипов... Ә ул X-ынсы быуындан тыуған уландар иһә нәүбәттәге XI цифры һәм йондоҙ (*) ишараты менән билдәләнеп, уларҙан тыуған артабанғы быуындар исеме алдына нәүбәттәге рим цифры ғына ҡуйыла, мәҫәлән: XI. *Ғилажитдин Шәрәфитдин улы Әбдрәшитов, уның улы: XII. Сафуат Әбдрәшитов...

Шулай итеп:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 417. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

ОСНОВНЫЕ ТИПЫ МОЗГА ПОЗВОНОЧНЫХ Ихтиопсидный тип мозга характерен для низших позвоночных - рыб и амфибий...

Принципы, критерии и методы оценки и аттестации персонала   Аттестация персонала является одной их важнейших функций управления персоналом...

Пункты решения командира взвода на организацию боя. уяснение полученной задачи; оценка обстановки; принятие решения; проведение рекогносцировки; отдача боевого приказа; организация взаимодействия...

Принципы резекции желудка по типу Бильрот 1, Бильрот 2; операция Гофмейстера-Финстерера. Гастрэктомия Резекция желудка – удаление части желудка: а) дистальная – удаляют 2/3 желудка б) проксимальная – удаляют 95% желудка. Показания...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия