Студопедия — Йнан Әмири. 17.Х.1964 йыл».
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Йнан Әмири. 17.Х.1964 йыл».






 

Ысынлап та, ҡарағыҙ: Башҡортостандың «указлы» халыҡ шағирҙары исемлегендә халыҡ шағиры Рәми Ғарипов нәүбәттәге бишенсе урында тора — «күрәҙәсе» Ғәйнан Әмири 1964 йылда уҡ күрә белгән, әйтеп биргән буласаҡ ысын халыҡ шағирын! Сөнки уның үткер күҙе, йөрәк йылыһы ярҙам иткән танырға. Тейешенсә таныны, бер туған ҡустылары кеүек күрҙе шул һәммәбеҙҙе Ғәйнан ағайыбыҙ...

Ысынлап та, бөтәбеҙ ҙә аҙаҡҡаса тоғро дуҫтары булып ҡала алмаһаҡ та, йәштәребеҙ буйынса ҡустылар инек шул. Әйтәйек, уның “Яңы уйҙар” тигән тәүге очерктар китабы 1933 йылда сыҡҡан — минең менән бер йәштә, тип әйтерлек! Бына хәҙер инде үҙем Ғәйнан ағай йәшенә етеп киләм — ҡултыҡ араһындағы ҡустылыҡтан — йәштәшлеккә ҡурпыным, уның ҡорҙашы булдым. Ағайымса әйткәндә, уның менән яу ҡырындағы бер үк рота һалдатына әйләндем! Ә бәлки, Ғәйнан Әмири ротаһының һуңғы һалдатылыр ҙа; был иһә миңә изгеләрҙән дә изге бурыс — “ротала ҡалған һуңғы һалдат һүҙе”н илгә еткереүҙе йөкмәтә:

“Һуғышта шулай була торғайны, — ти ул, — һөжүм һуғыштарынан һуң иҫән ҡалған һалдаттар һәләк булған дуҫтарының яҡындарына хаттар яҙалар, ҡайһылай батыр алышҡанлыҡтарын бәйнә-бәйнә һөйләп, иптәштәренең иҫтәлектәрен мәңгеләштерергә, уларҙың туғандарының ҡайғыларын еңеләйтергә тырышалар ине.

Бер-нисә ваҡыттан һуң — тағы һөжүм операциялары. Быныһында инде был хаттарҙың авторҙары баштарын һала... Был юлы иҫән ҡалғандар уларҙың үҙҙәре хаҡында яҙалар.

Был изге эш ротала һуңғы һалдат ҡалғанға тиклем шулай дауам итер ине.

Дүрт йәштәштән мин яңғыҙым ҡалдым. Ваҡытһыҙ сафтан киткән ҡәләмдәш-көрәштәш дуҫтарымдың ҡайһылай итеп батыр алышыуҙары тураһында хаттарҙы инде мин яҙырға тейешмен”... (Ғ. Әмири. Аҡ елкән. 146-сы бит).

 

Минең дә, роталағы тере ҡалған һалдат Йыһат фәҡирегеҙҙең дә, тим мин, биш-алты ҡәләмдәш-яуҙаш хаҡында шулай уҡ яҙаһым бар...

Хәҙергеләргә һәм килерҙәргә ғибрәт өсөн шул хаттарҙың беренсеһен яҙып ултырам бына...

 

 

 

“Беҙ — ғәйнәләр, — башҡорттоң төбө булабыҙ”, — тип бәйән ителә Башҡортостаныбыҙҙың төньяғында һәм ут күрше Пермь өлкәһендә аҫабаланып йәшәүсе Ғәйнә ырыуы башҡорттарының донъяға билдәле мифында.

Башҡорттоң мәшһүр шағиры һәм прозаигы, Тыуған илебеҙҙең дә, милләтебеҙҙең дә ялҡынлы патриоты, ғүмере буйына йәшәүгә, кешеләргә булған һүнмәҫ мөхәббәтен бөйөк Ватан һуғышының Сталинград тамуғынан көйҙөртмәй-бөлдөртмәй алып сыҡҡан һәм аҙаҡҡаса мәңге ғашиҡ булып ҡалған Ғәйнан ағай Ғимазитдин улы Әмиров (Ғәйнан Әмири) 1911 йылдың 25 авгусында хәҙерге Яңауыл районының Яңы Уртауыл (Янтыҡ) ауылында тыуып, тап ана шул “башҡорттоң төбө” булмыш Ғәйнә башҡорто ине.

Минең Ырымбур яҡташым, юмор һәм сатира оҫтаһы Сәғит ағай Агиш мәҙәкләп һөйләй торғайны: йәйҙең йәмле көндәрендә Өфөнән — башҡорт әҙибе Ғәйнан Әмири, Ҡазандан татар әҙәбиәтсе ғалимы Нил Юзиев менән үҙҙәренең Янтыҡ ауылына[20] икеһе бер юлы ҡайтып төшкәндәр имеш. Ауылдың данлыҡлы баҡсасыһы Нуримөхәммәт ағай Раянов (Ғ. Әмириҙең “Ҙур баҡса” хикәйәһе геройының прототибы) табынында саҡ ҡына “йылымыс” булғандан һуң мендәргә янтая биреп, ара-тирә баҡса емештәренән дә ҡапҡылап, шул емеш исемдәренә бәйле мәсьәләне сисергә керешеп киткәндәр, ти.

— Безнең саф татар телендә мона бу жимеш — ҡарлыған, ә мона монысы — шомырт диб, ә мона бу ағач — нарат диб әйтелә, — ти икән Нил Юзиев.

— Ә беҙҙең саф башҡорт телендә улар ҡарағат, муйыл, ҡарағай була, — тип әшкәртә имеш ырыуҙашын Ғәйнан Әмири. Шулай ныҡыша торғас, төптө “емеш”ле булмаған һүҙҙәргә күсеп, ҡыҙыша башлағандар:

— Безнең саф татар телендә болай була бу!

— Ә беҙҙең саф башҡорт телендә былай был!

Өндәшмәй генә тыңлап ултырған-ултырған да, ти, Нуримөхәммәт ағайыбыҙ, тамағын ҡырып, “Ә беҙҙеңсә бына былай була ул”, тип, тегеләр уртаҡ тел таба алмаған бөтә һүҙҙәрҙе лә тап ғәйнәләрсә теҙгән дә биргән, имеш, һәм өҫтәкләп тә ҡуйған:

— Их-ма, янтыҡтар! Бер төптән шытһағыҙ ҙа, икегеҙ ике яҡҡа янтайғанһығыҙ...

Ошоноң ише “саф татар”лыҡ һәм “саф башҡорт”лыҡ мәсьәләһе заманабыҙҙа зыялыларыбыҙҙың байтағының, бигерәк тә Ғәйнан Әмириҙең, тере теңкәһенә тейеп, ижади яҙмышында хатта фажиғәле, тип әйтерлек, сағылғанлыҡтан, “мәсьәлә”гә ҡағылышлы тағы ла бер-нисә эпизодҡа туҡталып китмәксемен.

Етмешенсе йылдар уртаһында яҙыусыларҙың Мәскәү янындағы ижад йортонда шул Нил Юзиевтың Ҡазандан килмеш бер туған ҡустыһы — татарҙың атаҡлы шағирҙарының береһе Илдар Юзиев менән “мәй” янында һөйләшеп ултырғайныҡ. Һүҙҙән һүҙ сығып, мин: “Их һин, Ҡазанда аҙашып ҡалған башҡорт балаһы!” — тип өндәшкәс, табындашым, ҡуҙға баҫҡандай тыбырсынып: “Ник мин башҡырт булайым, паспортымда ғына башҡырт дип язғаннар!” — тип өҙөп алмаһынмы...

Шул уҡ йылдарҙа Өфөбөҙҙә саф татарса тел сарлап йөрөмөш Әнғәм Атнабаев тигән ҡәләмдәшем менән бер соҡортайҙан “зәм-зәм һыуы” тәмләгән хозур минуттарҙа мин уға, күңелем тулышыптыр инде: “Мең йәшә! Һинең кеүек аҫыл татарҙың, Ҡазанға китмәй, бында ҡалыуы ниндәй шәп!” — тигәйнем, күҙен аҡайтып ҡараны ла: “Ник мин татар булайым, башҡорт мин!” — тип паспортын сығарып күрһәтте...

Шуныһы ла хәтерҙә: 1967 йылда Ҡазанда Волга буйы йәш яҙыусыларының конференцияһы йыйылып, беҙҙән ҙур ғына делегация барғайны. Ҡунаҡханаға урынлашыуыбыҙ менән үк, татарҙың оло әҙәбиәтсе ғалимы, Ғәйнан ағайҙың ырыуҙашы Хатип ағай Ғосман өлтөрәп килеп етте, беренсе ял кисенә үк бөтөнебеҙҙе[21] фатирына аш мәжлесенә саҡырҙы: “Үҙемдең башҡорттарым менән гөрләшеп ултырғым килә”, — тине ул ихластан. Нәҡ башҡортса хозур табында ағайыбыҙ үҙенең, аҫаба башҡорт була тороп та, башҡорт әҙәбиәтенә һәм фәненә хеҙмәт итергә Хоҙай яҙмауын, Башҡортостанын ныҡ һағынып йәшәүен, ләкин инде тәртәләрҙе ҡайырырға һуң икәнен ныҡ моңайып һөйләне... Шул йәһәттән ҡарағанда, Ғәйнан ағайыбыҙ бәхетле башҡорт булды тип һанайым: үҙенең башҡорт әҙәбиәтенә һәм сәнғәтенә, фольклорына ғүмере буйына мөкиббән һәм фиҙакәр хеҙмәт итте, Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград тамуғынан да 124-се айырым Башҡорт уҡсы бригадаһында ҡаһармандарса һуғышып еңеп сыҡты, һуғыштан ҡайтып мәшһүр “Мораҙым”, «Ғашиҡтар” повестәрен һәм гүзәл хикәйәләрен, публицистикаһын яҙҙы, шиғри йәйғорлоғо менән гәрәбәле Балтик диңгеҙе ярҙарын алтын Урал түбәләренә тоташтырып “Салауат аманаты»н йөрәкһеп йырланы, аҡтыҡ сиктә есеме лә тыуған еренең есеменә ҡушылды...

Бала сағынан уҡ күңелен әҙәбиәт ғашиҡ итә, ауыл башланғыс мәктәбендә уҡығанда ла, Бөрө педагогия техникумында ла ҡулъяҙма журналдар сығарыуҙы башлап ебәрә, 1928 йылдан алып әҫәрҙәре Өфө һәм Ҡазан гәзиттәрендә баҫыла, утыҙынсы йылдар башында тәүҙә — “Коммуна” гәзитенең яуаплы сәркәтибе, шунан һуң “Йәш коммунар” һәм “Ленинсы” гәзиттәренең мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләгән осоронда ижад ителгән “Кәмһетелгән Шәмситдин, трудденһыҙ Нуритдин” тигән беренсе поэмаһы уҡ уға танылыу килтерә заманында. Бөтәһен дә тормоштан алып яҙыусан ҡәләм эйәһе 1933 — 1935 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарының кесе командиры булып хеҙмәт итеү осоронда ла ғүмерен елгә осормай — 1936 йылда яугир рухлы “ҡыҙыл әрмис хикәйәләре”нән хасил “Ауғус төнөндә” тигән өсөнсө китабы баҫылып сыға. Ләкин ғүмере буйына белемгә һыуһаған һәм үҙенең йәш ҡәләмдәштәрен дә юғары белем тауҙарына үрләргә өндәгән яҙыусы тынысланмай — армиянан ҡайтыуы менән үк Башҡорт педагогия институтында белем алыуын дауамлап, уны тамамлағас та уҡ 1938 йылда Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт институтына фольклор секторы мөдире итеп эшкә тәғәйенләнә. Шунда эшләү осоронда башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадын тәрәндән өйрәнә, башҡорт фольклорын йыйыу буйынса ғилми экспедицияларҙа ҡатнаша, башҡорт әкиәттәрен, йырҙарын китап итеп баҫтыртып сығарыуҙа, Батыр Вәлид, Фәррәх Дәүләтшин, Йәрми Сәйете кеүек хәҙерге заман башҡорт сәсәндәренең ижадын юлға һалыуҙа тырышып эшләй, уларға ныҡ ярҙам итә. Шул арҡала үҙенең бөтөн әҫәрҙәре лә, тип әйтерлек, сағыу башҡорт фольклорына, халыҡсанлыҡ аһәңенә мул һуғарылған, былар уның хикәйәләүенең һәм тасуирлауының үҙенә хас колоритлы стилен тәьмин иткән. Бигерәк тә Урал артына сәйәхәттәре яҙыусының күңелендә һүрелмәҫлек сағыу тәьҫораттар, хәтирәләр булып ярылып ҡала, шунда йыйылған бай тарихи һәм ғәмәли материал уны ғүмере буйынса уйландырып, һөҙөмтәлә “Атлы халыҡ” тигән затлы очергын, атаҡлы “Мораҙым” повесен (роман тиергә лә була), “Башҡорт толпарҙары» балладаһы һәм “Салауат аманаты” поэмаһы кеүек шиғри әҫәрҙәрен яҙырға илһамландыра һәм, ысынлап та, үҙен “башҡорттоң төбө” итеп тойоу ҡеүәһен нығыта. 1939 йылғы баяғы “Атлы халыҡ”та ул оҙаҡламай бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ данланасаҡ Башҡорт а тлы дивизияһы т өҙөлөрөн дә алдан күрҙе — күрәҙәләне һымаҡ:

 

“Бөгөнгө Сталинлы азат илдә мәңгелек бәхеткә ирешкән башҡорт халҡы — үҙенең бәхетен һис ваҡыт, һис бер дошманға бирмәҫ! Әгәр ҙә дошман уның был бәхетенә ҡул һуҙа ҡалһа, барлыҡ азатлыҡ һөйөр башҡорт халҡы — йәше-ҡарты, ҡатын-ҡыҙы, үҙенең толпарҙарына атланыр ҙа, башҡа туған халыҡтар менән бер стройға баҫып, үҙенең бай, гүзәл Ватаны өсөн, бөйөк Сталин өсөн яуға сабыр һәм дошман башына йәшен булып атылыр!”

 

Эйе, үҙҙәре теләп баяғы Башҡорт атлы дивизияһына киткән геройҙары менән бер үк йылда, нәҡ утыҙ бер йәшендә, бәхетле тәүге китаптарының тәүгеләрҙән береһенә (“Ауғус төнөндә”) һәм иң һуңғыһына ла (“Август йондоҙҙары”) заманында берҙәй үк тылсымлы исем биргән сөмәкәй күкле, шау йондоҙло август төнөндә — 1942 йылдың 24-нән 25-нә ауышҡан һәм тап үҙе әсәнән донъяға тыуған август төнөндә — баяғы 124-се айырым Башҡорт уҡсы бригадаһында дәһшәтле Сталинград һуғышына барып керҙе, ҡан ҡойошло бөйөк эпопеяның башынан алып аҙағынаса атаҡлы “үлем ҡулсаһы”нда тороп һуғышты. “Юйылмаҫ ҡултамғалар” тигән әҫәрендә ул, берсә тетрәнеп, берсә ғорурланып яҙҙы:

 

“Сталинград һалдаты мин. Был легендар ҡалала йөҙ ҙә етмеш тәүлек буйына барған титаник ҡыйралыштың ҡатнашсыһы булдым... Өс мең дә һикһән сәғәт буйына барған дәһшәтле һуғыш геүелдәүе (сәғәткә күсерәм, сөнки Сталинград һуғышында артиллерия уты, бомбаға тотоу, йөҙәрләгән самолет һәм танкыларҙың мотор тауыштары бер генә сәғәткә лә тынып торманы) ҡолаҡтарҙа ғүмергә шаулап торор, ҡот осҡос янғындарҙың ялҡындары ғүмергә күҙҙәрҙе сағылдырыр, бындағы имәнес күренештәр һуңынан төштәргә кереп, йәнде һәр ваҡыт тетрәтеп торор... Әсәләр һәм балалар тейәлгән ҙур пароходтың фашист бомбалары тарафынан батырылыу күренеше һәм күкрәктәренә балаларын ҡыҫып, шашып ҡысҡырған бер-нисә йөҙләгән әсәләрҙең аһы, сабый балаларҙың һалҡын Волга һыуына батҡан ваҡытта һуңғы һулыш алып ҡысҡырыу тауышы”...

 

Хәтеремдә, таңдар утта сәсәй,

Көндәр — төтөндәрҙә тонсоға,

Ҡояш, яраланған һалдат булып,

Алыҫ медсанбатта төн сыға...

Таштар янды, Волга үҙе янды! —

Ә беҙ генә иреп аҡманыҡ;

Мамай ҡурғанында Ҡафҡаз, Урал,

Карпат түбәләрен һаҡланыҡ...







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 446. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Условия, необходимые для появления жизни История жизни и история Земли неотделимы друг от друга, так как именно в процессах развития нашей планеты как космического тела закладывались определенные физические и химические условия, необходимые для появления и развития жизни...

Метод архитекторов Этот метод является наиболее часто используемым и может применяться в трех модификациях: способ с двумя точками схода, способ с одной точкой схода, способ вертикальной плоскости и опущенного плана...

Примеры задач для самостоятельного решения. 1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P   1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P...

ЛЕКАРСТВЕННЫЕ ФОРМЫ ДЛЯ ИНЪЕКЦИЙ К лекарственным формам для инъекций относятся водные, спиртовые и масляные растворы, суспензии, эмульсии, ново­галеновые препараты, жидкие органопрепараты и жидкие экс­тракты, а также порошки и таблетки для имплантации...

Тема 5. Организационная структура управления гостиницей 1. Виды организационно – управленческих структур. 2. Организационно – управленческая структура современного ТГК...

Методы прогнозирования национальной экономики, их особенности, классификация В настоящее время по оценке специалистов насчитывается свыше 150 различных методов прогнозирования, но на практике, в качестве основных используется около 20 методов...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия