Студопедия — Туфан ҡалҡҡанда ҡотолоу
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Туфан ҡалҡҡанда ҡотолоу






“Ағиҙел” журналының 1991 йылғы 1-енсе һанында баҫылып сыҡҡан “Тамырҙар” тигән кинопоэмамды беләлер бәғзе берәүҙәр: унда мин шумер эпосындағы Һүлгәмеш йәғни Шүлгән баш бабабыҙҙың, әжәл дарыуы юллап, мәғрур Шүлгәнташ мәмерйәбеҙҙең үткелеге буйынса туп-тура Аҫҡы “теге” Донъяға йәғни үлектәр иленә төшөп сыҡҡанлығын, бының тап Шүлгәнташ мәмерйәһендә булғанлығын әйткәйнем.

Бына шул Шүлгәнташ мәмерйәбеҙҙең төбөндә, йәғни “теге донъя”ла, үҙенең баҡый уҙмыш игеҙәк туғаны Урал (шумерса Энкиду) батырҙы осрата ул. Шумер эпосы буйынса Урал (Энкиду) батырыбыҙ фани донъяла йәшәгән сағында Энә-Үгеҙе (Энкиду) йәғни Һыйыр-Улы мәғәнәһендә аталған булһа, мифтағы өс донъяның һәр береһендә унда үтеп кергәндәрҙең исеме лә, есеме лә киреһенсә алмашыныу ҡануны буйынса, Аҫҡы йәғни “теге” донъяла иһә ул Атан-Абыҙ-Әти (Утн-апиш-ти) тип йөрөтөлә имеш.

Бына шул Урал-Атан-Абыҙ-Әти үҙе фани донъяла саҡта ер йөҙөнә ҡалҡҡан бөйөк туфан һыуы һәм шул һәләкәттән нисек ер йөҙөндәге тереклекте ҡотҡарып ҡалыуы тураһында хикәйәтләп бирә һөйөклө ҡарындашы Шүлгән-Һүлгәмешкә. Был иһә аҙаҡ Библияға ла, Ҡөрьән Кәримгә лә барып кергән, “Урал батыр” эпосында бик дәһшәтле тасуирланмыш туфан ҡалҡыу һәм, әлеге ике китаптағыса, Нух пәйғәмбәр кәмәһе тураһындағы ҡарыһүҙ булып сыға. Ләкин ул күпкә иртәрәк — Библиялағыға ҡарағанда кәм тигәндә өс мең йыл элгәрерәк, ә; беҙҙең замандан биш-алты мең йыл әүәлерәк яҙып ҡалдырылған икән алыҫ Месопотамияла йәшәгән шумер бабаларҙың балсыҡ китаптаҡталарына. Һәм ул балсыҡ китаптағы ваҡиғалар, төпсөнөп фекер йөрөтһәң, — ғәжәп! — тап ошо, әлегәсә үҙебеҙ йәшәгән гүзәл Тәүтөйәгебеҙҙә, тап ошо изге тауҙарыбыҙ сурайып торған мәңгелекле башҡорт ерендә имеш:

 

Атан-Абыҙ-Әти һөйләй уға, Һүлгәмешкә:

“Асам һиңә, Һүлгәмеш, нәҙер һүҙем

Һәм хоҙайҙар серен һиңә сисәмен.

Апа-Өбөрөт ярында Шәре -Өфөк ҡалаһын,—

Уны бит һин беләһең, —

Ул ҡала бик боронғо, хоҙайҙар яҡын уға”...

 

Иғтибар итегеҙ: Апа-Өбөрөт яры — Уфа-Бүрет йәғни Ҡариҙел — Ағиҙел (Уфа — Белая) йылғалары тоташҡан һыу яры ул. Геродот географияһында ла Ағиҙел йылғаһы Бүрет йәғни бүре-эт (Бүре-ата) йылғаһы тип исемләнгән. Шул яр башындағы Шәре-Өфөк ҡалаһы — үҙебеҙҙең хәҙерге Өфө ҡалаһы. Ғалимдар иһә балсыҡ китаптағы был ике исемде Евфрат һәм Шуриппак тип яҙып йөрөтә, ләкин уларҙы өҫтәгесә уҡыуы ла ауыр түгел. Әгәр шулай барһаҡ, тимәк, бөгөнгө Шанлы һәм сал тарихлы баш ҡалабыҙ Өфө, шиғри текстан күренеүенсә, бынан биш-алты мең йылдар элек тә бабаларыбыҙҙың “бик боронғо” изге ҡалаһы һаналған, сөнки уға “хоҙайҙар яҡын” булған (хоҙайҙар шунда йыйылышып кәңәшләшәләр, имеш). Ябай ғына әйткәндә, хоҙайҙарыбыҙҙың Донъя-Ғаләм-Тереклек яҙмышын хәл иткес бөйөк йыйындары тап ошо изге Өфө ҡалаһында үткәрелер икән.

 

Туфан ҡалҡытырға бөйөк хоҙайҙарға

Бойорҙо йөрәктәре...

Күҙе нурлы Эйә улар менән ҡуша антлашты,

Әммә әҙәм өйөнә ул еткерҙе йыйын һүҙен:

“Өй, тим, өй, тим! Бура, бура!

Өй, тим, ишет! Бура, тыңла!

Шәре-Өфөк әҙәме, Уба-Ир-Түтәй [1] уланы,

Өйөңдө һүт, кәмә ҡорша бураңдан,

Байлыҡтарыңа ҡул һелтәп, ҡурсала үҙ йәнеңде!..”

 

Кем һуң ул миһырбанлы Эйә Хоҙайыбыҙ, хоҙайҙар йыйынының рәхимһеҙ ҡарарын әҙәмгә еткереүсе, ер йөҙөнә үлемесле туфан ҡалҡыры тураһында иҫкәртеүсе әҙәмде?! Эйә (мәҫәлән, һыйыр үҙенең быҙауына имсәк һөтөн эйә) тигән исеме үк әйтеп тора: Һыйыр-Эйә ул, йәғни Урал батырыбыҙҙың имер имсәк эйәһе. Беҙҙекенә килеп тоташҡан иҫке грек мифында ул изге Һыйыр тап Эйә (Ио) тип исемләнә...

Үҙенең имеҙеп үҫтергән имсәк балаһына (Урал батырға) ана шулай хәбәр итеп өлгөрә миһырбанлыбыҙ:

 

“Шул кәмәңә тейә барлыҡ терене.

Һин ҡораған ул кәмәнең арҡылыһы һәм буйы

Тигеҙ булһын — дүрт мөйөшлө булһын ул”... —

 

ти Уралдың имсәк Эйәһе изге Һыйыр. (“Дүрт мөйөшлө” ҡоролошта ла бар ғиллә — ҡитғабыҙҙың башҡорт тәүтөйәге борон заман һәм шулай уҡ Геродот географияһында һәм Мәхмүт Ҡашғари картаһында ла дүрткел итеп күҙалланған, исламға тиклемге зороастризм диненең намаҙлыҡтары ла дүрткел булған). Артабанғы ваҡиғаларҙы ла балсыҡ китап Атан-Абыҙ-Әтиҙән (Уралдан) хикәйәтләтә:

 

Кәмәгә тейәнем барлыҡ ғаиләмде, ырыуымды,

Кейек хайуан, йыртҡыстарҙы, оҫталарҙың бөтәһен...

Алты көн дә ете төн туланы ел,

Дауыл сорнап алды шунан ер йөҙөн.

Етенсе көн тыумышында баҫылды

Дауыл менән туфандың бәрелеше...

Тынды диңгеҙ, тынысланды ураған —

Туфан ҡалҡыу туҡталды.

Астым төндөктө — бик сағыу яҡты бәрҙе йөҙөмә,

Баҡтым диңгеҙгә — тып-тыныс бар донъя,

Ләм-балсыҡҡа әйләнгән бар кешелек!

Түшәм таҡтаһылай таҡыр ер йөҙө...

Тубыҡланып йығылдым да иланым бер ултырып,

Ике битем буйлап аҡты күҙ йәшем.

Асыҡ диңгеҙҙә күҙемә төҫмөрләнде яр-һыҙат —

Ун ике төбәкле һерәйгән атау”...

 

Тимәк, бөйөк туфан ҡайтҡандан һуң, тауҙары һерәйеп, ун ике төбәкле ҡоро ер хасил булған. Ошо ун ике һанында ла бар ғиллә. Был ун ике төбәк — ун ике Эйә-Хоҙайлы ун ике башҡорт ырыуының төйәге (ете ырыулы Бәжәнәк-Башҡорт тәүҡәбиләһе менән биш ырыулы Үҫәргән-Ҡанлы тәүҡәбиләһе). Башҡорт халҡының тап 12 (ун ике) төп ырыуҙан торғанлығын абруйлы ғалим әйтә (С.И. Руденко. Башкиры. М. – Л., 1955 г.,50-нсе бит).

Дауамлайыҡ шиғырҙы:

“Насар тауы тәңгәленә килеп терәлде кәмәм”...

 

Был Насар тауы — үҙебеҙҙең хәҙерге Яман тау ҙаһа! Эйе:

 

“Насар тауы тотоп торҙо кәмәне, сайҡалдыртмай.

Насар тау тота бер көн, ике көн — сайҡалмай кәмә.

Насар тау тота өс көн, дүрт көн — сайҡалмай кәмә.

Насар тау тота биш һәм алты — сайҡалмай кәмә.

Етенсе көн тыуғанда мин алып сығып сорғолттом

Күгәрсен;

Осоп китеп, тапмай төйәк, ҡайтты күгәрсен ҡире.

Алып сығып сорғолттом мин ҡарлуғас;

Осоп китеп, тапмай төйәк, ҡайтты кире ҡарлуғас.

Алып сығып сорғолттом мин ҡарғаны;

Ҡарға иһә, осоп китеп, күрҙе һыу бүҫкәргәнен,

Ҡайтмай кире һис үҙе; ашай ҙа буҡлай ерҙе”...

 

Башҡорт телендә был ҡоштоң исеме Ҡарға — ҡараға, ҡороға баҫ-тыртыусы йәғни ҡара-ҡоро ерҙе беренсе булып ҡотлаусы изге ҡош икәнлеген билдәләй. Һәр яҙ һайын ҡарҙан асылған ҡара ергә беренсе булып ҡарға осоп килә бит.

 

“Төшөп, дүрт тарафҡа ҡорбан салдым мин,

Тора тауҙа изге артыш төтәттем:

Ете һәм ете төтөнлөк көйрәтеп.

Һауыттарына һындырҙым мирт, ҡамыш, ҡәҙер-сыбыҡ...

Хоҙайҙар шул аңҡҡа эркеп, өйөрөлдө эргәмә”...

 

Текстағы Тора тау исеме балсыҡ китаптан урыҫсаға “На башне горы” тип йәғни манара-тау мәғәнәһендә тәржемә ҡылынған; уға ҡалһа, “манара” ла шул уҡ фаллос — Тәүбаба Имирҙың аталыҡ ағзаһы “Тора тау” тигән һүҙ бит... Баш бабабыҙ яҡҡан “ете һәм ете[2] төтөнлөк” — үҙ кәүҙәһенән Донъя-Ғаләм-Тереклекте хасил ҡылмыш Имир Тәүбабабыҙҙың ерҙән алып күккәсә урынлашҡан ун дүрт йәне рухына ҡорбан салыу ул. Башҡорт халҡы ошоғаса, яҙғы һыуҙар ташҡан (үҙенә күрә туфан ҡалҡҡан) осорҙа ҡара ер асылыу менән үк ҡырға сығып, усаҡтар төтәтеп, Ҡарға бутҡаһы тигән байрам уҙғара — туфандан һуң баш бабаға ошо изге ҡоро ерҙе йәғни Ерҙең Терәге Тора тауҙы табып биргән изге ҡош ҡарғаларға арнап бешерелгән бутҡаны шундағы тау-таштарға һылап китә (ҡорбан сала)... Нухзамандан фәҡәт башҡорт халҡында ғына һаҡланып ҡалған туфанға бәйле йола был. Ошо ғиллә үҙе генә лә башҡорт халҡы хәтеренең оҙонлоғон — донъя яратылған замандарҙан уҡ уның ошо ерҙә төйәкләнеп килгәнлеген күрһәтә.

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 374. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

ИГРЫ НА ТАКТИЛЬНОЕ ВЗАИМОДЕЙСТВИЕ Методические рекомендации по проведению игр на тактильное взаимодействие...

Реформы П.А.Столыпина Сегодня уже никто не сомневается в том, что экономическая политика П...

Виды нарушений опорно-двигательного аппарата у детей В общеупотребительном значении нарушение опорно-двигательного аппарата (ОДА) идентифицируется с нарушениями двигательных функций и определенными органическими поражениями (дефектами)...

Разработка товарной и ценовой стратегии фирмы на российском рынке хлебопродуктов В начале 1994 г. английская фирма МОНО совместно с бельгийской ПЮРАТОС приняла решение о начале совместного проекта на российском рынке. Эти фирмы ведут деятельность в сопредельных сферах производства хлебопродуктов. МОНО – крупнейший в Великобритании...

ОПРЕДЕЛЕНИЕ ЦЕНТРА ТЯЖЕСТИ ПЛОСКОЙ ФИГУРЫ Сила, с которой тело притягивается к Земле, называется силой тяжести...

СПИД: морально-этические проблемы Среди тысяч заболеваний совершенно особое, даже исключительное, место занимает ВИЧ-инфекция...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия