Студопедия — ЙӘНШИШМӘ ҠАЙҘАН БАШЛАНА?
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

ЙӘНШИШМӘ ҠАЙҘАН БАШЛАНА?






 

 

Уҡыу ҡулланмаһы

 

 

Стәрлетамаҡ 2012


УДК 811. 512. 141

ББК 81. 632. 2

Г 46

 

Рецензенттар:

педагогия фәндәре кандидаты, доцент С.М. Сәлимова (М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Стәрлетамаҡ филиалы); педагогия фәндәре кандидаты, доцент Н.И. Иванова (Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы); педагогика кафедраһы (Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы); гуманитар һәм социаль-иҡтисади дисциплиналар кафедраһы (Өфө дәүләт авиация техник университеты, Ишембай ҡалаһы)

 

Яуаплы мөхәррире: педагогия фәндәре докторы, профессор П.П. Козлова (Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы)

 

Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының фәнни-методик советында ҡаралды, 13.04.2012 й., протокол №1

 

Г 46
Ғизәтуллина Р.Х. Йәншишмә ҡайҙан башлана?: Уҡыу ҡулланмаһы.– Стәрлетамаҡ: Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2012. – 151 бит.

 

 

Был хеҙмәттә үҙаллы эҙләнеүсе автор башҡорт мифологияһы, халыҡ ижады, тел ғилеме, кеше исемдәре һәм ер-һыу атамалары, ҡурай феномены тураһында үҙенең яңы фараздары менән уртаҡлаша.

Уҡыу ҡулланмаһы булараҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы уҡытыусыларына, педагогика һәм филология факультеты студенттарына һәм был өлкәлә эҙләнеүселәр өсөн тәғәйенләнә.

 

 

© Р.Х. Ғизәтуллина, 2012

© Зәйнәб Биишева исемендәге

Стәрлетамаҡ дәүләт

педагогия академияһы, 2012

 
 

1. РУХ - МИЛЛӘТТЕҢ ЙӘШӘҮ КӨСӨ
;

(Инеш hүҙ)

 

“Ул бойороғо менән ҡолдарынан теләгән берәүгә фәрештәләр менән рух индерә.” [Ҡөрьән-Кәрим: Ән-Нәха (Бал Ҡорто) сүрәһе, 2-се аят]

”Халыҡтың рухы ни тиклем бай, аңы юғары икән, илдең ҡеүәте лә шул тиклем көслөрәк була” тигән аҡыллы фекер менән килешмәй булмай. Fөмүмән, hуңғы йылдарҙа “рух”, “рухлы”, “рухи”, “рухиәт” тигән hүҙҙәр төрлө даирәләрҙә бик йыш ҡулланыла hәм иғтибар үҙәгендә. Ә нимә hуң ул “рух”? Кем ул “рухлы кеше”? Ниндәй тәрбиә ул “рухи тәрбиә”? Ҡайҙа ул “рухи донъя” тигәндәре? “Рух азатлығы” нимәлә? Милләттең йәшәү көсө сығанаҡтарын өйрәнеүсе алдынғы ҡарашлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдарҙан башлап, дин әhелдәре, мәктәп уҡытыусыларына тиклем был төшөнсәләргә ҡарата үҙҙәренең ҡараштарын матбуғат биттәрендә, экрандарҙа даими белдерә килеүҙәре бик ваҡытлы hәм әhәмиәтле, әлбиттә. “Күмәкләгән яу ҡайтарған” тигән фекерҙән сығып, беҙ ҙә ошо өлкәгә үҙебеҙҙең өлөшөбөҙҙө индерергә ҡыйыулыҡ иттек. Бының өсөн халыҡ ижадының иң боронғо hаналған төрҙәренә, ер-hыу атамалары тарихына, кеше исемдәренә, ҡурай феноменына башҡа күҙлектән байҡау яhарға, бәлки, сәйерерәк тойолорҙай фекеребеҙҙе тәҡдим итергә булдыҡ.

Башҡорттарҙың исламғаса булған осорҙа әле уларҙың әруахтар аша тәңрегә табыныуы билдәле. Иудаизмда “руах” донъяны барлыҡҡа килтереүсе Илаhтың hулышы, тыны мәғәнәhендә ҡулланыла. Христиандарҙың “дух”, “воздух”, “духовность”, “одухотворённость” тигән һүҙҙәр теҙмәhе лә осраҡлы түгел. Беҙҙең эраға тиклемге осорҙарҙа Көньяҡ Уралдан күсеп китеүсе hинд-иран телле арий ҡәбиләләре тыуҙырған буддизм динендә лә “прана” – Йыhандан hулаған hауа – аңды уятыусы, күтәреүсе, хәрәкәткә килтереүсе көс hанала. Тимәк, этимология йәhәтенән “рух” – күп халыҡтар мәҙәниәте өсөн уртаҡ берәмек. Кешелек донъяhының барлыҡҡа килгән тәү осоронда дөйөм мәғәнәгә эйә булып, дәүерҙәр үтеү менән, тармаҡланып, фономорфологик үҙгәрештәр генә кисергән hүҙ булып сыға. Шуға күрә лә был hүҙҙең тәүге мәғәнәhе – дини ҡарашса, кеше hәм башҡа йән эйәләрен мәңге тере итә торған үлемhеҙ башланғыс, йәғни кешене юғарыға, бөйөклөккә әйҙәүсе көс-ҡеүәт.

Фәйләсүфтәрҙең аныҡлауынса, материалистик философияла “рух” – юғары үҫеш кимәлендәге матдәнең үҙенә генә хас сифаты булған аң-фекер тип таныла.

Идеалистик философияла “рух”ты – бөтә нәмәнең, күренештәрҙең нигеҙендә ятҡан матди булмаған башланғыс тип атайҙар. Рух – беренсел, тәүге, матдә – икенсел тигән идеалистик ҡарашты, динде инҡар итеп, уның киреhен тылҡыған йәмғиәттә йәшәп, ниндәй көрсөккә килеп терәлгәнебеҙгә үҙебеҙ шаhит. Матди hәм рухи байлыҡҡа ынтылыуҙың hөҙөмтәhе тураhында замандашыбыҙ, Һиндостандың аҡыл эйәhе Бхагаван Шри Раджништың бер риүәйәте иҫкә төшә. “Әгәр матди байлыҡ символы – алтын тәңкә ҡулығыҙҙа саҡта, усығыҙҙы аҫҡа ҡаратып асҡан килеш, уны төшөрөп ебәреүҙән, юғалтыуҙан hаҡлай алыр инегеҙме? Шул уҡ тәңкәне тотҡан усығыҙҙы өҫкә ҡарай асhағыҙ, hеҙҙең байлығығыҙға юғарынан берәй көс янаймы?”

Был ябай миҫал нимәгә ишаралай hуң? Донъя малы артынан ҡыуған әҙәмдең теләк-ниәттәре тәмле ашап-эсеү, төҙәнеү-биҙәнеү, кәйеф-сафа ҡороу кеүек ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү менән сикләнә бара. Фәҡәт ошо күрhәткестәр буйынса ул башҡаларҙан өҫтөнлөк алырға ынтыла. Байлығынан яҙыу ҡурҡынысы уны тынысhыҙға, hаранға, уҫалға, ваҡсылға әйләндерә. Нәфсеhе артҡан hайын, кешеләргә ышанмаусанлыҡ сифаты ла үҫеп, йәмғиәттә йәшәп тә “айырымлыҡ, яңғыҙлыҡ” сиренә юлығыр ундай бәндә. Был – бөгөнгө заманға хас күренеш, үкенескә күрә. Замана сетерекле, әлбиттә, әммә ләкин кире йоғонто яhаусы телевидение, радио, гәзит-журналдарҙан туҡтауhыҙ ағып торған “матдилаштырыусы” мәғлүмәт ҡойононан ҡурсаларлыҡ көс нимәлә hуң?

Баяғы алтын тәңкә тотҡан усты өҫкә ҡаратып асыу – аҡыллыға ишара. Матди байлыҡҡа эйә булып та, сама белгән, кешелектең рухи ҡаҙаныштарын үҙләштерергә ынтылған кеше генә үҙендә алсаҡлыҡ, ярҙамсыллыҡ, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек, киң күңеллелек кеүек сифаттарҙы үҫтерә ала. Заманалар күпме генә алмашынhа ла, ундай кешеләр булған hәм бар.

Рух hүҙенең киләhе мәғәнәhе: ул – кешенең эске донъяhы, уй-тойғоhо тиелгән. Был йәhәттән беҙ психология тигән өлкәгә яҡынаябыҙ, буғай. Кешенең эске донъяhы, тойғо-хыялдары – бөтмәҫ-төкәнмәҫ киң hәм серле донъя, hәм ул – hәр кемдең үҙе генә хужа булыр берҙән-бер урын. Кешенең аң кимәле, әхлағы, hәләтенә ҡарап, ул да, Йыhандың үҙе кеүек, сикhеҙ hәм бай – шиғриәт, сағыу төҫтәр, йыр-моң, ғилем тыуҙыра торған ижад донъяhы булыуы мөмкин. Бындай байлыҡҡа эйә булғандар уны үҙенең эске донъяhында йәшереп, бикләп тота алмай, киреhенсә, кешелек, халыҡ өсөн әҫәрҙәр тыуҙырып, донъя мәҙәниәтен байыта.

Бөтә кеше лә бөйөк булып бөтмәй, ләкин hәр кемдең күңел донъяhы иғтибарға лайыҡ, ҡурсалауға мохтаж. Уны кәмhетеү, hаҡhыҙ hәм тупаҫ ҡағылыу, баҫым яhау – әҙәпhеҙлек, әхлаҡhыҙлыҡ ҡына түгел, вәхшилек ул.

Фекер иреклеге, выждан азатлығы өсөн эҙәрлекләү халыҡ-ара кимәлдә ҡабул ителгән Кеше hәм Гражданлыҡ хоҡуҡтарын яҡлаусы Килешеү hәм Декларацияларҙа тыйылған күренеш. Хоҡуҡи дәүләт булараҡ, Рәсәй Федерацияhы hәм Башҡортостан Республикаhы Конституцияларында ла рух азатлығы яҡлау тапҡан. Был – заман талабы.

Хәҙер инде аңлатмалы hүҙлектән сығып, рух төшөнсәhенең тағы бер үҙенсәлеген асыҡлайыҡ. Рух – кешенең эске хәле, күңел күтәренкелеген биреүсе дәрт, көс. Камиллыҡҡа ынтылған шәхескә был йәhәттән бер ниндәй ҙә сикләү, тыйыу юҡ. Халҡыбыҙҙың рухи сығанаҡтарын эҙләп табыу, тергеҙеү, киләсәк быуындарға еткереүҙә барыбыҙға ла эш етерлек. Был көс-ҡеүәтте, әлбиттә, беҙ үҙ тамырҙарыбыҙ – халҡыбыҙ меңәр йылдар туплаған аҡыл-хазина hандығы булған туған тел, йыр-моңдарыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ аша алабыҙ, быуындан-быуынға тапшырабыҙ. XXI быуат башҡортон hәр яҡлап үҫешкән, юғары рухлы итеп тәрбиәләүҙә Хөкүмәт, Мәғариф министрлығы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, алдынғы ҡарашлы шәхестәребеҙ тәҡдим иткән күп саралар араhында беҙҙең дә хеҙмәтебеҙ бер урын алырына ышанабыҙ.

 

 







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 494. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Типы конфликтных личностей (Дж. Скотт) Дж. Г. Скотт опирается на типологию Р. М. Брансом, но дополняет её. Они убеждены в своей абсолютной правоте и хотят, чтобы...

Гносеологический оптимизм, скептицизм, агностицизм.разновидности агностицизма Позицию Агностицизм защищает и критический реализм. Один из главных представителей этого направления...

Функциональные обязанности медсестры отделения реанимации · Медсестра отделения реанимации обязана осуществлять лечебно-профилактический и гигиенический уход за пациентами...

Этапы и алгоритм решения педагогической задачи Технология решения педагогической задачи, так же как и любая другая педагогическая технология должна соответствовать критериям концептуальности, системности, эффективности и воспроизводимости...

Понятие и структура педагогической техники Педагогическая техника представляет собой важнейший инструмент педагогической технологии, поскольку обеспечивает учителю и воспитателю возможность добиться гармонии между содержанием профессиональной деятельности и ее внешним проявлением...

Репродуктивное здоровье, как составляющая часть здоровья человека и общества   Репродуктивное здоровье – это состояние полного физического, умственного и социального благополучия при отсутствии заболеваний репродуктивной системы на всех этапах жизни человека...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия