Студопедия — Йыһат Солтанов.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Йыһат Солтанов.

Йыһат Солтанов

Йәнбирҙе һәм Йәнбикә -- ТәүАта һәм ТәүАна (Әсә)

 

Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Илебеҙ тормошондағы һеҙҙең түҙемлеккә, әүҙемлеккә, ҡыйыулыҡҡа ныҡ һоҡланып йәшәйем. Ир-аттарыбыҙ йыш ҡына шөрләй биреп, телдәрен тешләп боҫоп ҡалғанда ла һеҙ, ғорур саялыҡ һаҡлап, кәрәкле һүҙҙе үҙ мәлендә һәм үҙ урынында уҡ ярып һалаһығыҙ, ауыр эштәрҙе лә йөкмәп алаһығыҙ. Шуға күрә аналыҡ (матриархат) дәүере кире әйләнеп килһен ине лә бәғзе берҙәребеҙгә һис алмаштырғыһыҙ өлгөрөп еткән гүзәлиәләребеҙ дәүләттең иң юғары етәкселегенә дәррәү үрләһен ине, тип теләйем… Фекерҙәремдең дауамы түбәндәге йөмләләрҙә ентеклерәк асыла.

Бына ни хаҡта уйлайым: Ер йөҙөндәге иң боронғо бабаларыбыҙ табынған изге илаһиәләр (таштәреләр) – бала бағырға һәләтле мыҡты тәнле, һомғол килеш-килбәтле, ҡарынының аҫҡы өлөшө өскөлләнеп-ослайып бөтмөш тылсым эйәһе Ана (Әсә) итеп һынландырылыуы тикмәгә генә түгел:

 

 

Ни өсөн шулай икәнлеген бөтөн кешелек донъяһының салдарҙан-сал ауыҙ-тел ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосындағы тәүбабаларҙың исемдәре үҙҙәре үк аңғартып-әйтеп тора:

Йәнбирҙе (Йәнб бәрҙе) – тәүдонъяға башланғыс-йән (сперматозоид) бәреүсе (биреүсе);

Йәнбикә (Йән баға) – ана шул башланғыс-йәнде үҙенең изге аналығындағы башланғыс-тәненә (күкәй-күҙәнәгенә -- яйцеклеткаһына) һеңдереп йәғни уны башлы-күҙле, тере тәнле итеп үҙендә бағыусы, үҙ ҡарынында үҫтереп еткереп тыуҙырыусы. Әгәр шулай Анабыҙ Йәнбикә баҡмаһа, Атабыҙ Йәнбирҙенең бәргән йәне шул мәлендә үк үлер, кешелек донъяһы бөтөнләй булмаҫ ине. Тимәк, Анабыҙ Йәнбаға – беренсел, Атабыҙ Йәнбәрҙе икенсел урында тора. Быны бабаларыбыҙ яҡшы белгән һәм тәүикәүҙең һәр береһен тейешле үҙ урынына ҡуйған: Анабыҙ Һауа -- өҫтә, Атабыҙ Ер (Ир) – аҫта:

 

 

Боронғоларҙан-боронғо барлыҡ рәсемдәрҙән күренеүенсә, Анабыҙ Һауаның (Йәнбағаның) аналығы ап-асыҡ итеп өсмөйөш (Килен, Бирәмитә-Пирамида) рәүешле һүрәтләнгән һәм ул ысынбарлыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа ла тап шулай.

Кешелек донъяһын тыуҙырыусы ошо изге өсмөйөштө Килен (Клин) тип тә, Бирәмитә (Пирамида) тип тә исемләгәндәр һәм уға арнап ҡуйылған бер изге Килен-таш әлегәсә Башҡортостандың Әлшәй районы Ташлы ауылы ҡаршыһындағы күркәм тауҙа күҙҙәрҙең яуын алып тора. Тәүбабаларыбыҙ Йәнбирҙе менән Йнбикәнең ана шул тормош сығанағы булған йән (йән-эс – енес) ағзаларына оҡшатып, халыҡ көнкүрешенең дә аҙыҡ-түлек әҙерләү сараһын – килен (киле) менән бәргесте (төйгөстө) яһағандар – ашлыҡтарын шуның эсенә һалып бәргесләп (төйгөсләп) ашарҙарына яраҡлы итеп алғандар. Күрәһегеҙ, киле ысынлап та Килен (өсмөйөш), бәргес-төйгөс – оҙонса килбәтле эшләнгән:

 

 

Илаһилаштырылған ошо өсмөйөш (Килен-Бирәмитә) боронғо Мысыр (Египет) ерендә иҫ китмәле дәү аналыҡ-һәйкәлдәр – Пирамидалар (Бирәмитәләр) рәүешендә мәңгелек мөғжизә итеп һынландырылған, ә мәғәнә-доғаһы уның ошондай: илаһи өсмөйөштән тыуған йән эйәһенең йәне, ваҡытлыса фани донъянан күсеп, мәңгелек баҡый (бағыусы) теге донъяға – илаһи өсмөйөшкә кире ҡайтырға тейеш…

Әйткәндәй, заманында тап ошондай өсмөйөшлө билдәләрҙән хасил килен-яҙыу ҙа ҡулланылған, мәҫәлән, боронғо үҫәргән-бөрйән бабаларҙың Бүрәсә (Фарсы) дәүләтендә ҡаяларға ырып яҙылған доғалар:

 

 

Яҡшы аңлашыла ки, кешелек донъяһының тәүбашланғысын Аналыҡ (матриархат) дәүере тәшкил иткән – һәр йәһәттән дә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өҫтә, беренсел урында, торған һәм быуындар шәжәрәһе лә, хәҙергесә йәғни патриархат дәүерендәгесә ир-ат бауы (теҙеме) булмайынса, ҡатын-ҡыҙҙар (әсә-аналар) быуындарынан төҙөлгән; икенсе төрлө әйткәндә, фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙар ғына шәжәрә тамыры һәм олоно һаналған. Мифтарыбыҙҙы (мәҫәлән, “Урал батыр” һ.б. эпостарыбыҙҙы) ижад итеп тыуҙырыусы һәм быуындан-быуынға олғаштырыусы бик боронғо сәсәндәребеҙ ҙә иң элек ҡатын-ҡыҙ затлы булған. Ошо урында тын алып, “Сәсән” һүҙенең килеп сығышын барлайыҡ: әс-әс-ән (әсәнең әсәһенән, йәки бераҙ урыҫсалаштырып әйткәндә, “бабушканың бабушкаһынан” тыңлана килгән изге һүҙ) -- әсәсән – сәсән; һәм шунан уҡ: әсәс – сәс (сыуашса “һүҙ” -- сасси) – сүз – һүҙ;. Үҫәргән башҡорттары әлегәсә “бабушка”ны -- әсәй, “мать”те – анай, әней тип әйтә.

Әлхасил, булғанына шөкөр итеп, кешелек донъяһының мөғжизәүи эпостарын тыуҙырған һәм ошо көнгәсә һаҡлап килтереп еткергән исемһеҙ сәсәниәләребеҙ һәм атамалары билдәле Хәмит, Ғәбит, Мөхәммәтша сәсәндәребеҙ рухына доға ҡылайыҡ.

Матриархат дәүерендә ил менән, әлбиттә, әсәләребеҙ һәм аналарыбыҙ етәкселек иткән, был хәл хатта патриархат дәүерендә лә бер килке күҙәтелгән. Шундай бөйөкбикәләребеҙҙең тарихта билдәле бер-нисәһенең төҫ-ҡиәфәтен ҡарайыҡ:

1. Батшабикә Тамырәсәй (Геродотса Тамарис), б.э. тиклем V быуатта йәшәгән, бына ул (яҙыуына ҡарағыҙ):

 

 

2. Бөйөк Ҡошан империяһының батшабикәһе Буранбикә;, б.э. V быуатында:

 

 

3. 1918 йылғы I Башҡорт ҡоролтайы делегаты Бағбостан Вилдан ҡыҙы Мөьминова (һүрәттә №67):

4. Заманында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе роман “Ырғыҙ”ҙы яҙған Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина:

 

Урал тауҙарының буйында

Оҙон-оҙон быуат буйына,

Буйһонмайса яуыз яҙмышҡа,

Яғалашҡан, ҡыйыу алышҡан

Башҡорт ҡыҙҙарын мин йырларға

Ҡәләм алды ниһәм ҡулдарға,

Һин, Һәҙиә, алға баҫаһың;,

Һиңә мәҙех килә яҙаһым.

Башҡорт ҡыҙы әсе сеңләгән,

Тик һис кемгә башын эймәгән.

Йөҙө пәрәнжә лә кеймәгән.

Ир-егеттәй һыбай менгән ул,

Илен һаҡлап, яуға елгән ул,

Үлем күҙенә бағып көлгән ул! —

О Һәҙиә, һинең һының был,

Замандашым, йәсе, йырым бул!

Башҡорт ҡыҙы ярһыу йөрәкле,

Һүрелмәҫтәй ҡайнар теләкле;

Йырҙан таша уның күңеле,

Шоңҡар ҡыйыламы — бейеүе!

Мөхәббәте уның — ут кеүек,

Ә нәфрәте — сатнар боҙ кеүек.

Үҙе дәртле, үҙе бик түҙем. —

Һәҙиәкәй, был бит һин үҙең!

Ғәрәп һүҙе булған “Һәҙиә”

“Бүләк” тигән һүҙҙер беҙҙеңсә;.

Башҡорт, теләп һиңә ҙур теләк,

Биреп һиңә ҡайнар ҡуш йөрәк,

Бүләк итте һине донъяға,

Даның сиктәр аша тарала.

Йөҙөк ҡашы булдың халҡыңдың;,

Күңелеңдә уның ялҡыны.

Йәмле, шаулы Ырғыҙ буйҙарын,

Ырғыҙ буйҙарының ҡыҙҙарын,

Тас та арыҫландай улдарын,

Һәҙиә, һин данлап йырланың;.

Ғашиҡ инең беҙҙең заманға,

Йырың тынмай һаман, һаман да.

Юҡ, Һәҙиә, һүҙең тутыҡмаҫ;,

Илең һине ғүмер онотмаҫ!

 

Нескә хисле шағирыбыҙ Ғәйнан Әмириҙең Һәҙиәгә бағышланған ошо ихлас шиғыры һәммә гүзәл заттарыбыҙға мәҙхиә булһын ине:

 

30.10.2013




<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Йыһат Солтанов | 

Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 440. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Разработка товарной и ценовой стратегии фирмы на российском рынке хлебопродуктов В начале 1994 г. английская фирма МОНО совместно с бельгийской ПЮРАТОС приняла решение о начале совместного проекта на российском рынке. Эти фирмы ведут деятельность в сопредельных сферах производства хлебопродуктов. МОНО – крупнейший в Великобритании...

ОПРЕДЕЛЕНИЕ ЦЕНТРА ТЯЖЕСТИ ПЛОСКОЙ ФИГУРЫ Сила, с которой тело притягивается к Земле, называется силой тяжести...

СПИД: морально-этические проблемы Среди тысяч заболеваний совершенно особое, даже исключительное, место занимает ВИЧ-инфекция...

Методика обучения письму и письменной речи на иностранном языке в средней школе. Различают письмо и письменную речь. Письмо – объект овладения графической и орфографической системами иностранного языка для фиксации языкового и речевого материала...

Классификация холодных блюд и закусок. Урок №2 Тема: Холодные блюда и закуски. Значение холодных блюд и закусок. Классификация холодных блюд и закусок. Кулинарная обработка продуктов...

ТЕРМОДИНАМИКА БИОЛОГИЧЕСКИХ СИСТЕМ. 1. Особенности термодинамического метода изучения биологических систем. Основные понятия термодинамики. Термодинамикой называется раздел физики...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия