Студопедия — Балыҡ тота алмаҫтар
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Балыҡ тота алмаҫтар






Шылтырап аҡҡан саф сығанаҡ-шишмә башын расист Ғаяз Исхаҡиҙан ҡалған серек таяҡ һынығын тығып болғатыусы бәғзеләр, әлбиттә, болғансыҡ һыуҙан балыҡ тоторға яҫҡана, ә ул «балыҡ», билдәле, — туғандаш татар һәм башҡорт ябай кешеләре. Республикабыҙҙың күп милләтле дүрт миллион егәрле һәм түҙмер халҡының хәләл көс-ҡеүәтен, иғтибарын бергә туплап бөгөнгө көндә һәммәбеҙгә икмәк һәм һыу, һауа кеүек иң кәрәкле союздаш республика статусын ҡаҙаныу, елек майыбыҙҙы һурғыс үҙәк идаралыҡ аппараты, министерстволарының колониаль талауҙарынан арыныу сараларына йүнәлтәһе урынға, яр аҫтынан — яу, тигәндәй, тарих саңына күмелгән татар-башҡорт мәсьәләһен һөйрәп сығарып, туғандаш ике халыҡты үҙ-ара ыҙғыштырырға ла үҙҙәре «һәп!» итеп бер юлы икеһенең дә муйынына атланырға самаланып ашҡына ул бәндәләр. Ҡазандың үҙендә хәл ителергә тейешле татар теленең дәүләт статусы мәсьәләһен Өфөлә хәл ҡылырға көсәнеп (урыҫ теле менән бер ҡатарҙан татар милләт-ара тел статусын Мәскәүҙән дәғүәләү урынына!), йәки Башҡорт республикаһында икенсе Татар республикаһы иғлан ҡылырға ҡырҡышып, быуынһыҙ ергә бысаҡ салыу — ике халыҡтың итәге аҫтына ут төртөп үрләргә маташыу түгелме был?!. Донъялағы иң ауыр гөнаһтарҙың да иң ауырылыр ул халыҡ менән халыҡты дошманлаштырыу — үҙҙәрен күркәм татар халҡының интеллигенцияһы иҫәпләгән бәғзеләрҙең бындай ҡылығын һыйҙыра алмайым башыма. Әммә иманым камил: ундайҙар һәм татар халҡы бер иш түгел, икеһенең араһына һыймай тигеҙлек билдәһе!

Ошо керһеҙ хаҡиҡәткә бынан дүрт ярым быуат элгәре үк инанған беҙҙең бабалар, шуға күрә йөрәген дә, ил-йортоноң ҡапҡаларын да асып ҡуйған улар золомдан интегеп килеүсе теләгән бер милләткә — татарына ла, сыуашына ла, урыҫына һәм башҡаларына ла бер юлы. Уларға йөрәк йылыһын ғына түгел, ерен дә, малын да, ҡыҙын да биргән башҡорт — ерҙәш һәм туған итеп алған үҙенә: шул саҡтарҙа уҡ кешелекле мәрхәмәт, гөманлылыҡ күрһәтеп, талағын батша сәмреғошо талағандарға Уралында йылы төйәк, политик һыйыныу урыны биргән, хәҙергесә әйткәндә. Ошо хәлде Петербурҙан талағы ташып күҙәткән батша сатраптары 1730 йыл фарманында уҫал тыйған бабаларыбыҙ миһырбанлылығын, тик ҡөҙрәте етмәгән туҡтатырға — болғансыҡ һыу томалай алмаған илдең игелек күҙен. Ә ике ярым быуаттан һуң шул башҡортомдоң тоҡомдары үҙ өйөндә үк өйҙәштәре араһындағы бөтөп барыусы аҙ һанлы «ғаилә» хәленә ҡалырын, милләт яҙмышы ҡыл осонда сайҡалғанда өйҙәштәренән йылы һүҙ һәм тотанаҡ урынына бәғзеләрҙең ҡуйынында йөрөтөлгән таш зәхмәтенән шаңҡытылырын күҙ алдына ла килтермәгәндер ул эскерһеҙ бабалар...

Хәйер, яһил атҡан ҡуйын ташының зәхмәте башҡортҡа ғына түгел — татарға ла ҡағыла берҙәй, уға ҡалһа: Т. Ҡарамышева ҡәрендәш мәҡәләһендәге Ғ. Ғәлиев «абыҡай»ыбыҙ монологы уларҙы ла шаңҡытыр. Татар халҡы исеменән туғандаш башҡорт халҡына ҡарата геноцид политикаһын үткәрергә ниәтләнеп, расист дәғүәләрен ҡорған был болғансыҡ һыу балыҡсыһының: «Башҡырт дигән халыҡ та ул юҡ — всего лишь одичавшие татары... ҡырағай хәлгә кергән татар очтыҡлары... эшлексез, ялҡау горлопаннар. Аларны бит рәткә кертеп була бит только если рядом чын татар булса ғына», — тип, татар халҡын да үҙе ише «чын татар»ҙарға һәм «ҡырағай»ҙарға айырып маташыуын башҡаса ҡалай аңларға?.. Әммә бөгөнгө Башҡортостан әхүәленә ҡарата биргән төп политик баһаһы менән килешмәй мөмкин түгел: ҡайҙа ғына төртөлмә, идаралыҡ теҙгендәре ошо «абыҡай»ҙарыбыҙ ҡулында шул... «Ни дисәң дә, республика безнең ҡулға күчте бит... Кем хозяин Уфаға — шул хозяин вись республикаға... Уфада бит барлыҡ татарның Диниә назараты урынлашҡан — димәк, Уфа — татар баш ҡаласы, Ҡазаннан ҡала — икенче... Аллаға шөкөр, бер ун бер йыл ваҡытта без эшебезне бетерербез диеп уйлыйм. Ә хәзер инде сезнең ҡойрыҡларны ҡыстыра башлый татар абыҡайларығызның йомшаҡ ҡулы, чырылдатып, аҡыртып», — тигәненән ҡасандырғы мөстәнләнгән Исхаҡи, Маҡсуди әфәнделәрҙең бөгөн килеп Өфөнөң Октябрь проспектында өрәкләнеп йөрөп ятыуҙары аңлашыла түгелме?..

Әйткәндәй, «татарның Диниә назараты» тигән рухи төйәгенең һәм, ғөмүмән, бабаларының көсләп суҡындырылыуҙан һәм бөтөүгә дусар ителеүҙән ҡалай ҡотҡарылыуының, ул ғына ла етмәһә, татар халҡына рухи терәк мәсеттәр, мәҙрәсәләр, беренсе китап нәшриәттәрен нигеҙләргә батша рөхсәтнамәһе бирелеүенең дә кем арҡаһында икәнлеген беләме икән был сәме саманан ашҡан «чын татар абыҡай»ыбыҙ? 1755 йылда Сурағол батыр Миңлебаев етәкләгән ҡөҙрәтле башҡорт күтәрелешендә әлеге «ҡырағай» аталмыш халыҡтың азатлыҡ яулап биргән йәне, түккән ҡаны мәжбүр иткән бит аҡ батшаны татар халҡына ҡарата геноцид политикаһын туҡтатырға, дин һәм милли мәҙәниәт өлкәһендә лә теҙгенде бушатырға. Бына шуның рәхмәте ҡылыптыр инде, Өфөнөң бөгөнгө «чын татар абыҡай»ҙары алдағы «бер ун бер йылда», имеш, «как пычаҡ поперек горлаға» торған башҡорттарҙың «эшләрен бетерергә», бөтөрөлмәгәндәрен Урал артына һөрөргә, ә улар ҡушҡанды ғына үтәп йөрөгәндәрен «взять сторожом участокка или на ночь битум эретергә», тип ең һыҙғана...

Шуныһына шөкөрәнә ҡылайыҡ: бындай «абыҡай»ҙар болғағынан юғары тора халҡыбыҙ.

22.02.1990.

 

Былтыр, 1989 йылдың апрелендә үк, илебеҙҙәге сәйәси көрәш көсәйеүенең беренсе яҙ ҡарлуғастары булып, хакимиәттәр рөхсәтенән тыш сыҡҡан баяғы митингыбыҙҙа республикабыҙға үҙ аллылыҡ яулап алыуҙы беренсе бурыс итеп ҡуйыуыбыҙҙы әйткәйнем. Шунан һуңғы заманаларҙа ла башҡорт хәрәкәтенең төп шиғары булып ҡалды ул. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР Верховный Советы тарафынан Рәсәйҙең суверенитеты тураһында Декларация иғлан ителгәс, Башҡортостан суверенитеты өсөн беҙ алып барған көрәш реаль нигеҙгә ултырҙы, был көрәш ипкене БАССР Верховный Советы (Президиумының Рәйесе М.Ғ. Рәхимов) депутаттарына ла һирпелде. Шуға күрә үҙ аллылыҡҡа хоҡуғыбыҙҙы, уның ҡанунилығын халҡыбыҙға аңлатырлыҡ публицистикаға ихтыяж да көсәйҙе. Ошоно күҙ уңында тотоп, шул уҡ «Йәшлек» гәзитенә ошоно яҙып тапшырҙым:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 395. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Влияние первой русской революции 1905-1907 гг. на Казахстан. Революция в России (1905-1907 гг.), дала первый толчок политическому пробуждению трудящихся Казахстана, развитию национально-освободительного рабочего движения против гнета. В Казахстане, находившемся далеко от политических центров Российской империи...

Виды сухожильных швов После выделения культи сухожилия и эвакуации гематомы приступают к восстановлению целостности сухожилия...

КОНСТРУКЦИЯ КОЛЕСНОЙ ПАРЫ ВАГОНА Тип колёсной пары определяется типом оси и диаметром колес. Согласно ГОСТ 4835-2006* устанавливаются типы колесных пар для грузовых вагонов с осями РУ1Ш и РВ2Ш и колесами диаметром по кругу катания 957 мм. Номинальный диаметр колеса – 950 мм...

МЕТОДИКА ИЗУЧЕНИЯ МОРФЕМНОГО СОСТАВА СЛОВА В НАЧАЛЬНЫХ КЛАССАХ В практике речевого общения широко известен следующий факт: как взрослые...

СИНТАКСИЧЕСКАЯ РАБОТА В СИСТЕМЕ РАЗВИТИЯ РЕЧИ УЧАЩИХСЯ В языке различаются уровни — уровень слова (лексический), уровень словосочетания и предложения (синтаксический) и уровень Словосочетание в этом смысле может рассматриваться как переходное звено от лексического уровня к синтаксическому...

Плейотропное действие генов. Примеры. Плейотропное действие генов - это зависимость нескольких признаков от одного гена, то есть множественное действие одного гена...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия