Студопедия — Балаҡ төрөп ҡан кисергә...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Балаҡ төрөп ҡан кисергә...






Уралымдан алыҫ-алыҫ Кавказдағы йәмле Грозный ҡалаһына бер туҡтауһыҙ әжәл бомбалары яуа — гүйә улар минең башыма ауа...

Урам тулы ятҡан мәйеттәр сыбарлана экрандарҙан — гүйә улар араһында мин үҙем үлеп ятам...

Тере килеш тарҡалыусы имәнес дейеү бәрейеләй империяның баштан-аяҡ ҡоралланған дивизиялары аҙ ғына һанлы чечен халҡын көн-төн ҡанға батырыу, шул уҡ ваҡытта шуға бәйләп башҡорт халҡына ҡарата ла Мәскәүҙән яһил янауҙарҙың йышайыуы мине, империя тотҡоно булырға дусар башҡорт әҙибен, ҡан йотоп уйландырта. Башты баҫып ултырып шәйләгәндә, халыҡтарға янаусы был яуызлыҡтың тарихи тамырҙары хәтергә килә. Урыҫ дәүләтенә үҙ теләге менән ҡушылған беренсе «субъект» булараҡ, борондан уҡ Башҡортостан ошо уҫал империяның «милли мәсьәләне хәл ҡылыу» алымдарының башҡорт елкәһендә һынап үткәрелмеш лабораторияһына әүерелде. Йәғни мәҫәлән, империя ҡапҡанына ҡабылған башҡа халыҡтар, шул иҫәптән чечендар, ҡапҡан эсендә тыпырсынып ни күрһә, уларҙан да элегерәк бөтәһен башҡорт күрҙе...

Батша ҡырғынсыларының йөҙәрләгән, меңәрләгән башҡорт ауылдарын яндырып көл ҡылыуҙарын; йөҙәрләгән, меңәрләгән башҡорттарҙы атып та, тураҡлап та һәм донъяға билдәле булған бөтә язалау ысулдарын ҡулланып та үлтереүҙәрен; тереләрен бығаулап, Россияның төпкөлдәренә, Себергә һәм Балтиҡ яҡтарына ҡатырға һөрөүҙәрен; бала-сағаларын урыҫ дворяндарына, татар мырҙаларына ҡоллоҡҡа таратып биреүҙәрен һәм башҡаларын тасуирлап тормайынса, шул иҫәпһеҙ яуызлыҡтарҙың сәбәбен һәм маҡсатын ул ҡатилдарҙың үҙ ауыҙынан тыңлайыҡ. Мәҫәлән, «Россия империяһындағы башҡорт мәсьәләһен иң шәп хәл ҡылыу ысулдары» тураһында 1730 йылда хөкүмәткә Ҡазан гөбөрнәтере А.П. Волынский яҙыуынса:

«Башҡорт халҡын... теләгән бер сит ил дошиманынан да яманыраҡ күреп ҡулда тоторға кәрәк»... Сөнки бит «улар Мөхәммәт динендә», тимәк, «христиандарҙың дошманы». Өҫтәүенә, «был халыҡ... әленән-әле өҙлөкһөҙ үрсей һәм арта», ә был иһә бөйөк держава сәйәсәтенә тап килмәй — урыҫ түгел халыҡтар өҙлөкһөҙ кәмергә генә тейеш...

Чечен Республикаһы Эчкерияға Россия армияһының әлеге рәхимһеҙ ябырылыуы уны тап шул Волынский билдәләгән сәбәптәре өсөн «теләгән бер сит ил дошманынан да яманыраҡ күреп ҡулда тоторға» ынтылыуҙан килеп сыҡҡанға оҡшай. Әйткәндәй, башҡорттарға ҡарата шул Волынский раҫлаған тағы ла бер оторо сифат чечендарға ҡарата ла хас ине: «башҡорт халҡы әле йыуаш ҡына күренһә лә, әммә ифрат тыңлаулы ла тип әйтә алмайбыҙ уларҙы, сөнки, бер ниндәй ҙә указдарға ҡарамай, ҡасаҡтарҙы ҡабул ҡылалар, яһаҡ түләмәйҙәр, ләкин йәндәре теләгәнсә үҙ аллы йәшәйҙәр»... — Грозныйға һөжүм ҡылырынан алда чечен илен ғәйепләгән беҙҙең көндәрҙәге «демократик» Мәскәүҙең рәсми дәлилдәре һымаҡ был. Һәм Россия ғәскәрҙәре ундағы тыныс тормошло халыҡҡа тонна-тонна бомба һәм ракеталарын, снаряд һәм пуляларын ни өсөн көн-төн яуҙырыуҙары ла аңлашыла (шул уҡ Волынскийҙан): «Иң шәбе... уларҙы (башҡорттарҙы) яртылаш ҡына булһа ла кәметергә кәрәк ине, ә ҡалғандарына тәүҙә еңелерәк яһаҡ һалып, һуңынан яһаҡты әленән-әле арттырырға... бер нисек тә беҙгә ҡаршы ҡул күтәрә алмаҫлыҡ хәлгә еткереп»... — Бөгөн дә бит чечендарҙың бер өлөшөн (дудаевсыларҙы) «кәметеп», икенсе өлөшөн («оппозиция»ны) үҙҙәренсә ярлыҡарға тырышалар түгелме ни?.. «Аҙаҡ килеп, — ти башҡорт мәсьәләһен ҡайһылай шәп хәл ҡылырға өйрәтеүсе, — Хоҙай өсөн ҡәбәхәт шул халыҡты ҡаты иҙгес ҡулыбыҙ аҫтына алырға Хоҙайыбыҙ үҙе ярҙам иткәс... унда йәшәгән башҡа (йәғни мосолман) динле бер кем дә, үлем язаһы янауында, ҡулында бер ниндәй ҙә мылтыҡ тотмаҫлыҡ хәлгә килтерербеҙ»... — Быныһы ла үҙен ҡурсалап ҡоралланған чечен халҡының ҡоралын һалдыртып алырға маҡсатланған Мәскәү сәйәсәтен сағылдырғандай...

Беҙ генә түгел, империя тотҡалары ла тарихтан һабаҡ ала, бабалары Волынскийҙың нәсихәттәрен заманаға һәм урынға яраҡлатып үҫтерә. Волынскийҙан һуң бер быуат үткәс, атаҡлы декабрист (хәҙергесә «демократ» була инде!..) П.И. Пестелдең Россияны үҙгәртеп ҡороу программаһы «Русская правда»ла яҙыла һәм ул беҙҙең көндәрҙәге Россияны үҙгәртеп ҡороу реформаларын үткәреүсе Кремль хакимиәтенә шул Кавказда яһилланырға юл һыҙып ҡалдырғандай:

«1. Россия һәм Фарсия һәм шулай уҡ Төркиә араһындағы сик һыҙығынан төньяҡтараҡ йәшәгән бөтә халыҡтарҙы тәүәккәл рәүештә буйһондорорға... 2. Бөтә кавказ халыҡтарын ике төргә бүлергә: тыныс йәшәүселәр һәм боласылар. Тәүгеләрен үҙ йорттарында ҡалдырырға ла уларға Россия идаралығы һәм ҡоролошо керетергә, ә икенселәрен ғаиләләре менән Россияның төпкөлөнә һөрөргә, уларҙы ваҡ төркөмдәргә тарҡатып, төрлө төбәктең урыҫ идаралығы ҡарамағына таратырға. 3. Кавказ ерендә урыҫ ауылдары булдырырға һәм бөтә урыҫ килмешәктәренә элекке хужаларынан тартып алынған бөтә ерҙәрҙе таратып бирергә... һәм был илде... урыҫ төбәгенә әйләндерергә»...

Тимәк, Сталин депортацияһы хәҙерге коммунистарҙың да, «демократ»тарҙың да ҡан бабалары декабристар тарафынан уҡ билдәләнгән һәм дудаевсыларҙың ошо көндәрҙә лә депортацияланыуҙан ҡурсаланыуҙары ерле юҡҡа түгелдер. Әйткәндәй, бөгөнгө чечен фажиғәһен тыуҙырыуҙа элекке вице-президент коммунист Руцкой менән уның бөгөнгө сәйәси дошманы коммунист-«демократ» президент Ельцин сәйәсәттәренең ифрат күсәгилешлеген, берҙәйлеген тормош үҙе раҫланы. Мәҫәлән, 1991 йылда Руцкой делегацияһы Чечня баш ҡалаһында Дудаев менән осрашыуҙа уға (Дудаевҡа) ультиматум ҡуйылған: «Бөтәһе лә (йәғни бөтә халыҡтар ҙа. — Й.С.) һәм бөтә нәмә лә Россия составында булырға тейеш. — Ә беҙҙең хоҡуҡтарыбыҙ? — тип һорай Дудаев. Яуап: — Бына ике-өс дивизия килер — һәм вәссәләм һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙ!» (АИФ, 45/91)...

Руцкой әфәнде үтә күргәндәй әйткән: ысынлап та, 2-3 дивизия менән башланы Ельцин һуғышты... әммә-ләкин «вәссәләм»е генә оҙағыраҡҡа һуҙыласаҡтыр, буғай...

Борон-борондан Башҡортостандың ғазаптары башҡа төбәктәрҙең дә, шул иҫәптән Чечняның да, башына төшәсәк афәттәрен алдан уҡ иҫкәрткәндәй, бөгөнгө Чечня кисергән ҡанлы фажиғәләрҙең шәүләһе лә Россияның барлыҡ төпкөлдәренә төштө, суверенлы Башҡортостан йөрәгенә лә ҡанһыратҡыс яра булып уйылды. Россия ғәскәрҙәре утҡа тотоуҙан дөрләп янған Грозныйҙа күп милләтле Россия халыҡтарының бөтәһенең именлеккә, үҙ-ара дуҫлыҡҡа һәм берәгәйлеккә, әҙәмсә бәхетле тормошҡа бағлаған барлыҡ өмөт-хыялдары бер юлы көлгә әйләнде. Грозныйҙа гөрһөлдәп ауған һәр бер йортта Россияның тиҫтәләгән йылдар буйына күҙҙәре тишелеп фатир көткән миллионлаған граждандарының, шул иҫәптән ошо юлдарҙы әҙәмсә ултырып яҙырға ла урыны булмаған башҡорт яҙыусыһының, аласаҡ фатиры күҙ асып йомғансы саң булып ыуалды, юҡҡа сыҡты. Ҡанлы һуғыштың ҡасанғаса һуҙылыры, тағы ла күпме бәлә-ҡазалар килтерере билдәһеҙ, әммә ошо көндәрҙә үк, Мәскәү стратегтарының үҙҙәренең самалауынса, кавказ һуғышы федерация бюджетынан дүрт-биш триллион һумды умырып та өлгөргән. Был тишекте ҡаплатырға Башҡортостан, Татарстан кеүек федерация субъекттарын ғәҙәттән тыш мәжбүр ҡылыу мәсьәләһендә Россияның чечендарға ябырылыуын яҡлап сыҡҡан һәм Башҡортостандың «суверенлы дәүләт» статусына теш ҡайраған Дәүләт думаһы депутаты (элекке финанс министры) Борис Федоров был көндәрҙә айырыуса ғәййәрлеген күрһәтә («Известия»ның 1994 йылғы 27 декабрь һаны)...

Суверенитет тигән булып, әллә юҡһа ысынлап та кәрәкмәгән эшкә юлыҡҡанбыҙмы? Россия бығауҙары ҡыҫымындағы «субъект»тың суверенлығы, мәҫәлән, минең өсөн нимәлә? — Үҙәк хакимиәт тигәндәре иңемдәге һуңғы күлдәгемде һалдыртып алһа — алһын, тереләтә тиремде генә һыҙырмаһын, тигән һүҙ ул, ябай ғына әйткәндә... Башҡортостандың ете ҡат тиреһен тунап алып өйрәнгән Үҙәк үҙенең булдыҡһыҙ сәйәсмәндәренең, томана генералдарының Чечнялағы һәләкәтен ҡаплатырға хәҙер инде республикамдың ҡырҡ ҡат туналған тиреһе аҫтындағы тоташ сей яра һум итен дә һуйып алырға әҙер. Ошо йәһәттән Шахрайҙың да, башҡаларының да аҫтыртын эш башҡарыуҙары сер түгел ине, Чечнялағы һуғыш иһә ундайҙарҙы уғата яһилландырҙы: маңлайына ике башлы йыртҡыс сәмреғош мөһөрләнгән, рәсми орган һаналған Мәскәү гәзитендә Башҡортостан Республикаһының суверенлы дәүләт статусына балта менән киҙәнмеш яһил мәҡәлә сыҡты. Башҡортостан Президентының коррупцияға ҡаршы аяуһыҙ көрәше арҡаһында юғары вазифаларынан ҡолаҡ ҡаҡмыш элекке премьер-министр Копсов әфәнденең һәм уның мутлашып «ожмах ҡаласығы» ҡороу буйынса бер төркөм әшнәләренең йәмһеҙ ҡылыҡтарын, шулай уҡ йылы урынлы вазифаларынан бушатылған район администрация башлыҡтарының күрәләтә ҡыңғырлыҡтарын аҡларға көсәнгән шул мәҡәләсе Президентыбыҙҙы (М.Ғ. Рәхимовты) «кадрҙар һуғышы» алып барыусы рәүешендә тамғаларға тырышып, ҡойто нигеҙгә шау ҡом һарайын ҡора: Президент Рәхимов, имеш, шундай юлдар менән республиканың суверенлығын үҙ файҙаһына ҡайырған да республиканың бөтә ер майҙанын (!..) үҙенең хосуси милкенә әйләндергән. Күренеүенсә, мәҡәлә авторы баяғы «ожмах ҡаласығы» ҡороусыларҙың көллө гонаһтарын ярлыҡап, шундайҙарҙан таҙарыныуға бөтә көсөн һалған Президентҡа бөтә гөнаһты япһарырға тырыша — аҡ эт бәләһен ҡара эткә ауҙарыу түгелме был?

Кремлдең түрендә үк коррупционерҙар һәм «мерзавецтар» (С. Ковалев нарыҡлауы) Россия Президентының иң яҡын ярандары булып ултырыуын Мәскәү матбуғаты үҙе көн-төн таҡылдап һөйләп торғанда һәм шуның касафаты бөтә федерацияға яман шеш сиреләй йәйелеп таралғанда, әлбиттә, федерацияның бер субъекты булған Башҡортостан Республикаһын ул әшәке ағым араланы тип әйтеүе ҡыйын. Ағиҙел яры башындағы Аҡ йортта ла бәғзе берәүҙәр һөттән аҡ, һыуҙан пак түгелдер. Аҡ йорт хужаһының да, бәлки, ҡайһы бер етешһеҙлектәре барҙыр эшендә. Ләкин Президенттың бәғзе бер боҙоҡ эшмәкәрҙәрҙән ҡурсаланыуын ҡыйышҡа һапларға ярамай — бөтәһе лә халыҡтың күҙ алдында. Ғәрәсәтле ошо көндәрҙә Кремль хужаһы үҙ граждандарынан ер менән күк араһындай йыраҡлыҡта ултырғанда, Башҡортостан Президентының Башҡортостан халҡына яҡынлығы, республиканың суверенлығын да, намыҫын да халҡы менән бер теләктән яҡлауы суверенлы дәүләт урынында ҡәҙимге гөбөрнә күрергә теләүселәрҙең генә эсен бошора, талаҡтарын таштыра. Тоҡ эсенән төртөп сыҡҡан беҙ кеүек, баяғы бысраҡ мәҡәлә авторы ла йәшермәй быны: «Теләгән бер территориаль йәки милли ҡоролошто суверенлаштырыу коррупцияға килтерә», — тип фәлсәфәле һөҙөмтәләп, шунда уҡ быны Чечнялағы үҙҙәре ҡабыҙған һуғыш утына килтереп бәйләй ҙә суверенлы башҡаларҙы киҫәтә: «...суверенлы кенәзлектең (республиканың, тип әйтергә теле бармай. — Й.С.) экстерриториаль иҡтисади үҙ аллылығы — Башҡортостандың, Татарстандың ғына проблемаһы түгел был, Чечняның фажиғәһе»... Бер бауға теҙелгәнһегеҙ — бер үк яҙмыш көҫәй барығыҙҙы ла, тимәк. Башҡортостанға һөжүмен ул шул асы яҙмыштан аралауҙың сараһын өйрәтеп ослай: Россиялағы бөтә милли республикаларҙың «суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон» бөтөрөп, дөйөм ҡанунға буйһонмалы «субъект» итеп ҡалдырырға. Ябай әйткәндә, Башҡортостан Республикаһынан Россияның гөбөрнәһе яһарға...

Чечен илендә ажарланып ике ҡулын терһәктән ҡанға батырған имәнес империяның һаман туймай ҡан көҫәүен 9 ғинуар 23 сәғәттә Россия телевидениеһының «Вести» программаһы бөтә донъяның күҙен баҡтыртып күрһәтте. Дәүләт думаһы скиперы коммунист Рыбкин унда, тележурналисҡа биргән интервьюһында, Кавказдағы ҡот осҡос ҡырылышты берәгәй һәм бүленмәҫ Россия мәнфәғәттәре хаҡына аҡлап, әгәр талап ителһә, Чечня «бандформированиелары»на ҡаршы нимә ҡылған булһаҡ, Татарстанда ла, Башҡортостанда ла һәм башҡа субъекттарҙа ла тап шуны ҡыласаҡбыҙ, тип янаны. Кемгә нисектер, әммә мин Чечнянан һуң сират беҙгә һәм башҡаларға етәсәген төшөндөм. Ҡан еҫенә илергән өрәк-империя балаҡ төрөп ҡан кисергә лә әҙер...

Ни эшләргә һуң, тигән һорауға яуабым ябай ғына: һынмаҫҡа. Һынмаҫ өсөн, һынмаусыларҙан рухи өлгө алырға.

Дуҫлашырға ихлас һәр бер халыҡ менән дуҫлыҡты нығытырға.

Иң элек һәр беребеҙ үҙ кешелек бурысыбыҙҙы, көндәлек эштәребеҙҙе еренә еткереп үтәргә.

Ата-бабалар тарихын яҡшы белеп, шулар рухына рухыбыҙҙы ялғарға, милләт рухын ҡоростай үткерләргә. Милли аңды тос йоҙроҡтай йомарлап берәгәйләнергә. Араҡы эсеүҙән туҡтарға.

Сөнки һан менән түгел, сифат менән алдырыу заманаһы хәҙер.

 

90-ынсы йылдар Рәсәйенең иҫерекбаш Президенты Б.Н. Ельцин күп уйламай ғына башлап ебәргән, Рәсәйҙең меңәрләгән ватандаштарының башына еткән ҡанлы Чечня һуғышы, ниһәйәт, инде туҡталыр, илебеҙҙә күптән көтөлгән тыныслыҡ һәм именлек тантана итер, тигән изге өмөт бар: бына ошо 2003 йылдың 23 мартында Чечняла яңы Конституция, парламентҡа депутаттар һәм илгә президент һайлау мәсьәләләре буйынса референдум үткәрелде, һайлаусыларҙың иң күпселеге бөтә өс һорауға ла: «Эйе!» — тип яуап бирҙе, тинеләр. Иншалла, хәйерле сәғәттә, изге минутта булһын! Ҡан даръялары ағыҙыуҙар туҡталһын!

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 416. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Кишечный шов (Ламбера, Альберта, Шмидена, Матешука) Кишечный шов– это способ соединения кишечной стенки. В основе кишечного шва лежит принцип футлярного строения кишечной стенки...

Принципы резекции желудка по типу Бильрот 1, Бильрот 2; операция Гофмейстера-Финстерера. Гастрэктомия Резекция желудка – удаление части желудка: а) дистальная – удаляют 2/3 желудка б) проксимальная – удаляют 95% желудка. Показания...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Концептуальные модели труда учителя В отечественной литературе существует несколько подходов к пониманию профессиональной деятельности учителя, которые, дополняя друг друга, расширяют психологическое представление об эффективности профессионального труда учителя...

Конституционно-правовые нормы, их особенности и виды Характеристика отрасли права немыслима без уяснения особенностей составляющих ее норм...

Толкование Конституции Российской Федерации: виды, способы, юридическое значение Толкование права – это специальный вид юридической деятельности по раскрытию смыслового содержания правовых норм, необходимый в процессе как законотворчества, так и реализации права...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.008 сек.) русская версия | украинская версия