Студопедия — БЕР ҠЫРЫЙЫНАН ҠЫСҠЫРЫУ
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

БЕР ҠЫРЫЙЫНАН ҠЫСҠЫРЫУ






Ҡоролтайыбыҙҙы шау-шоуло ҡәҙимге байрамға, КПСС саралары өлгөһөндә сәхнәләштерелгән спектаклгә әйләндерә күрмәйек. Сөнки милләтебеҙ хәҙер, сәхнә түрендә түгел, ә тәрән соҡор ситендә тора. Уның аяныслы хәле, ғәфү итегеҙ, форумыбыҙҙың символикаһында уҡ сағылған: ҡанатлы башҡорт толпары, һуҙылып-һуҙылып иркен еләһе урында, салыныр алдынан дүрт тояғы беректерелгән бахырйән мал ҡиәфәтендә... Өс телдәге бисмиллаһы ла эмблеманың түр башына ҡоролтайҙың үҙ әсә телендә түгел, ә урыҫ телендә шаҡырайтып ултыртылған, башҡорт теле был осраҡта ла иң аҫҡа — тупһаға тибәрелгән. Ошо урында ошоно ла үҙ ҡулыбыҙ менән әҙәмсә, тейешенсә хәл итмәгәс, милли рухыбыҙҙың тамам миңрәүләнә барыуын, һыңар аяғыбыҙ менән инде соҡор ситендә үк кәңгерәкләүебеҙҙе күрһәтә түгелме был?!.

Ул соҡорҙо, 1557 йылдан алып, 438 йыл буйына дәһшәтләнеп соҡоно ҡитғаның золомо. Халҡым тәүге 200 йыл буйына золомға ҡаршы ҡулына ҡорал алып сая көрәште, быуыны-быуыны менән яуҙа ҡырылды. Заманына ҡарап золом үҙенең төҫөн аҡҡа, ҡыҙылға, ала-ҡолаға алмаштырып күҙ быуҙы, әммә ҡылыҡ-сәйәсәте бер ҡалды.

Дөрөҫ, таш атҡанға аш атып та ҡараныҡ.

Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт яугирҙәре, Рәсәйҙе әсәй итеп күрергә теләп, Минин һәм Пожарский ғәскәрҙәре сафтарында ла, Петр батшаның Аҙау һәм төньяҡ походтарында ла, шул аҡ батшаларҙың Пруссия, Ҡырым яуҙарында ла, 1812 йылғы Ватан һуғышында ла дөйөм Ватан именлеге хаҡына, йәнен-тәнен аямай, уның дошмандары менән алышты. Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда данлы башҡорт дивизиялары Ватанға ҡалҡан булды. Ләкин быларҙың рәхмәте беҙгә ҡотолғоһоҙ геноцид — баяғы упҡын соҡор-ҡәберҙе киңәйтеү ҙә тәрәнәйтеү булып ҡайтты. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: 1917 йылда 1.800.000 (бер миллион һигеҙ йөҙ мең) йән эйәһе иҫәпләнгән башҡорт халҡы 1926 йылда 630 (алты йөҙ утыҙ) меңгә ҡалды — биш-алты йыл араһында өс тапҡырға кәмене. Донъяның бер генә империяһы ла үҙенең колонияһын төптән ҡырҡып ҡырыу буйынса бындай рекорд ҡуйғаны юҡ. Һөҙөмтәлә башҡортто тәүҙә үҙенең үк республикаһында аҙсылыҡ тәшкил итеүсе «бөтөп барған» милләт ҡылдылар, хәҙер инде, шуға таянып, Башҡортостан Республикаһын бөтөрөргә, гөбөрнә ҡылырға яҫҡаналар. Был иһә башҡорттоң башына етеү буласаҡ... Тәфтиләү борон башҡортомдоң Сейәнтусы ауылын бер һелтәнеүҙә халҡы менән ҡуша тулайым ҡырып юҡ итһә, бөгөнгө тәфтиләүҙәр Башҡортостан менән бергә бөтә башҡорт милләтен юҡ итәсәк, әгәр ҙә тиҙерәк иҫебеҙгә килмәһәк, соҡорҙоң ҡәбер икәнен төшөнмәһәк... Сөнки геноцид, үлтереүҙең күрәләтә физик ысулдарын (мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә башҡорт ауылдарындағы радиация зәхмәтен) генә түгел, ә аҫтыртын (милли-мәҙәни, сәйәси-иҡтисади, демографик, экологик һ.б.) ысулдары комплексын фәнни нигеҙҙә эшкә егеп, әлегәсә дауам ҡылына бирә бит. Ошо көндә башҡорттарҙың тыуыусыларына ҡарағанда үлеүселәренең күберәк булыуы тап ана шул фажиғәнең дәлиле булып тора ла инде. Республиканы төҙөгән һәм уға исем биргән төп милләттең теленә дәүләт теле статусын бирмәҫ өсөн аяҡ салыуҙарҙы ла мин геноцидтың дауамы тип аңлайым. Дөрөҫ, Президентыбыҙ Рәхимов үҙенең пленар ултырыштағы докладында һәр өсөнсө башҡорттоң үҙ телен белмәүе өсөн башҡорттоң үҙен ғәйепле һанарға тырышты. Ләкин быларҙың барһы өсөн геноцид, империя ғәйепле. Милләтте тамам ҡәбергә ҡолатмаҫ өсөн, башҡорт милләтен тергеҙеү һәм башҡорт теленә дәүләт теле статусын биреү тураһындағы закондар проекттарын ҡабул итергә һәм уларҙы бойомға ашырыуҙы милләт исеменән Республика Президентына, Дәүләт Йыйылышына һәм Хөкүмәткә ныҡлап йөкмәтергә кәрәк. Шуларҙың үтәлеше — кемдең кем икәнлеген йәғни улар башҡорт милләтен тергеҙеп йәшәтеү яғындамы, әллә бөтөрөү яғындамы торғанлыҡтарын күрһәтеүсе лакмус ҡағыҙы булыр.

«Россия — дөйөм йортобоҙ» тигән хәрәкәтте башлаусыларға ла һүҙем бар. Беҙ бөтәбеҙ ҙә Россияны ундағы бөтә «ҙур» һәм «бәләкәй» милләттәрҙең дөйөм туғанлыҡ йорто итеп яңыртылыуын теләйбеҙ. Ләкин был яңы хәрәкәт тә иҫке йөкмәтке алмаһын, һөҙөмтәлә шул әүрәткес матур исемле дөйөм йортобоҙ — «бәләкәй» милләттәрҙең зираты, ә «ҙур» милләт иһә зират һаҡсыһы була күрмәһен ине. Алданмайыҡ һәм үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдап ымһынмайыҡ, туғандар! Хәлебеҙҙең асылын асыу өсөн, был сығышымды мин ҡәбер ҡырыйынан ҡысҡырыу тип атаным...

 

Ҡоролтайҙан һуң, ошо телмәремдең тексын «Йәшлек» гәзитенә илтеп бирһәм дә, уның ул саҡтағы баш редакторы уны баҫып сығарырына һис күҙем етмәй ине. Әммә Хоҙай Бабайҙың ҡушыуылыр: игелекһеҙ баш мөхәррир шул көндә ялға китеп, урынбаҫары Хәсән Назар мәҡәләне, кисектермәй, баҫмаға урынлаштырҙы...

Шунан һуң ни эш менәндер «Башҡортостан» гәзитенең ялдан ҡайтмыш баш редакторына керәйем, тиһәм, соланда туҡтаттылар: бүлмәһендә ниндәйҙер мөһим йыйылыш-ыҙғыш барыуын иҫкәртеп, шул бөткәнсе алғы бүлмәлә көтөп ултырырға ҡуштылар. Бер заман бүлмә ишеге шаран асылды ла көсөргәнешле кисерештәрҙән ҡыҙара-бүртенгән бер өйөр журналист уҙамандар, услап атҡан борсаҡтай, тышҡа һибелде — йәмғеһе бөтә баҫмаларыбыҙҙан килгән баш мөхәррирҙәр, араларында Матбуғат министрыбыҙ Ғәлим Хисамов үҙе бар (минең менән ҡул биреп күрешеп уҙҙы). Аҙаҡтаныраҡ ҡалып тәпәйләгән, ҡобараһы осҡан Хәсән Назар менән мин ихлас күрешеп, ни өсөн уның балтаһы һыуға сумғанлығын — кәйефе төшкәнлеген һорашҡас, ошо минуттарҙа бер юлы көлкөлө лә, ғибрәтле лә тарихи хәлгә тарыуымды аңланым. Баҡтиһәң, тап минең баяғы мәҡәләне «Йәшлек»тә баҫып сығарғаны өсөн Хәсән Назарҙы ҡыҙыу табаға баҫтырырға, шуның менән башҡаларға ла күргәҙмә һабаҡ бирергә йыйған икән дәһә Министр әфәндебеҙ гәзит мөхәррирҙәрен... (Һуңынан шағир Марат Кәримов ошо аяныслы ваҡиғаны шағир Хәсән Назарға арналған фәһемле бер шиғырында йырланы)...

 








Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 370. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Роль органов чувств в ориентировке слепых Процесс ориентации протекает на основе совместной, интегративной деятельности сохранных анализаторов, каждый из которых при определенных объективных условиях может выступать как ведущий...

Лечебно-охранительный режим, его элементы и значение.   Терапевтическое воздействие на пациента подразумевает не только использование всех видов лечения, но и применение лечебно-охранительного режима – соблюдение условий поведения, способствующих выздоровлению...

Тема: Кинематика поступательного и вращательного движения. 1. Твердое тело начинает вращаться вокруг оси Z с угловой скоростью, проекция которой изменяется со временем 1. Твердое тело начинает вращаться вокруг оси Z с угловой скоростью...

ЛЕЧЕБНО-ПРОФИЛАКТИЧЕСКОЙ ПОМОЩИ НАСЕЛЕНИЮ В УСЛОВИЯХ ОМС 001. Основными путями развития поликлинической помощи взрослому населению в новых экономических условиях являются все...

МЕТОДИКА ИЗУЧЕНИЯ МОРФЕМНОГО СОСТАВА СЛОВА В НАЧАЛЬНЫХ КЛАССАХ В практике речевого общения широко известен следующий факт: как взрослые...

СИНТАКСИЧЕСКАЯ РАБОТА В СИСТЕМЕ РАЗВИТИЯ РЕЧИ УЧАЩИХСЯ В языке различаются уровни — уровень слова (лексический), уровень словосочетания и предложения (синтаксический) и уровень Словосочетание в этом смысле может рассматриваться как переходное звено от лексического уровня к синтаксическому...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.008 сек.) русская версия | украинская версия