Студопедия — Изге Өфө -- иң тәүге Ер Кендеге
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Изге Өфө -- иң тәүге Ер Кендеге






“Мы против федерации”.....................................................23

Против федерализма.........................................................23

“Обеспечить башкирам территориальную автономию –

это пустая мечта................................................................23

“Разногласие с ними”.........................................................24

Из ультимативного заявления...........................................24

Извещение Оренбургского комиссара Временного

Правительства....................................................................24

“Мы, башкиры, -- отдельная народность...........................25

Руки прочь!..........................................................................26

“От всей души оказали сопротивление”...........................29

 

 


Султанов Зигат Адигамович (Йыһат Солтанов) родился 3 декабря 1932 года в деревне Санкем-Биктимер (Сунарчи) Зиянчуринского района БАССР (нынешнего Саракташского района Оренбургской области) в семье колхозника. Отец умер в 1936 году. Мать-одиночка Султанова Бибисадика Габидулловна приложила все силы для того, чтобы воспитать сына просвещенным честным человеком. В свою очередь он, преодолевая все превратности судьбы, сумел получить высшее образование, стал известным писателем.

Биографию заслуженного работника культуры Республики Башкортостан Зигата Султанова, короче говоря, составляют следующие этапы: простой труд в колхозе, служба в военно-морском флоте, работа в редакциях литературно-художественных журналов и продолжение творческой деятельности как литератор-профессионал. Он пишет в различных жанрах, является автором Сочинений в XV томах. Они представлены на сайте < зигатсултанов.рф >.

 

 

Султанов Зигат Адигамович   ЛИКИ ПРЕДКОВ ВЕЛИКИХ     Уфа – 2012, печать – офисная техника, тираж 100 экз.  

 

Изге Өфө -- иң тәүге Ер Кендеге

Тәүдингә табынған бик боронғо бабаларыбыҙҙың фәлсәфәүи тәғлимәте буйынса, Донъя-Ғаләм-Тереклек -- өс ҡатламдан ғибәрәт икән:

  1. Урта Донъя (Ер) – бәндәләр (кешеләр) иле – Евразия ҡитғаһы (иң тәүге үҙәге изге Өфө).
  2. Өҫкө Донъя (Күк) – илаһиҙар (хоҙайҙар) иле – Африка ҡитғаһы.
  3. Аҫҡы Донъя (Ер-һыу аҫты) – үлектәр иле – Америка ҡитғаһы.

Ер Кендеге йәғни Ерҙең Көн-үтәге (Көндөң йәғни Ҡояштың Ер үтәләй Өҫкө һәм Аҫҡы Донъяларға керә торған үҙәге – иң тәүге замандарҙа Көн-Өфө (хәҙерге Өфө) ҡалаһы урынлашҡан тәңгәл һаналған. Баяғы Көн-үтәге тигән һүҙҙән Көн Үҙәге һәм Кендеге тигән төшөнсәләр хасилдыр.

Шуны ла әйтеп-иҫкәртеп үтеү зарур: донъяның Ер Кендеге өсәү икән:

а) ошо изге Көн-Өфөлә -- Көн (Ҡояш) менән Ай (Луна) юлы үткән;

б) изге Туҡан тауында - Әсә-Бүре менән Инә-Болан (Һыйыр) юлдары сатрашланған;

в) изге Арҡайым ҡалаһында – бәндәләрҙең (кешеләрҙең) Көн-Өфө (Ҡәнифә) һәм Ҡуңыр-Буға юлдары сатрашланған.

Тимәк, баш ҡалабыҙ Өфө;- ҡитғабыҙҙың донъя яратылғандан уҡ хоҙай-ҙарыбыҙ төйәкләнгән изге үҙәге.

Билдәле булыуынса, бик боронғо замандарҙы тикшереп өйрәнеүсе ғалимдар тарихи Башҡортостан тупрағын кешелек донъяһының бишеге тип һанайҙар һәм был иһә комплекслы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә табылған мәғлүмәттәр менән раҫлана. Шуларҙың тик береһен генә -- б.э. тиклем XVII быуат емеше булған һәм башҡорт ерендә тыуып үҫкән пәйғәмбәр Сураш-Тора (Зороастр) диненең салдарҙан-сал изге китабы Авестаны алып ҡарайыҡ. Имеш яҡшылыҡ хоҙайы Аһура-Маҙда (беҙҙеңсә Урал батыр) хасил итмеш тәүге 16 илдең иң беренсеһе “гүзәл Даитья (Яйыҡ. – Й.С.) йылғаһы буйындағы Айриана Ваего иле” икән. Шул уҡ ваҡытта яманлыҡ хоҙайы “Аңғра-Майнью (беҙҙеңсә Шүлгән батыр. – Й.С.) иһә унда ил яфаһын – ҡыҙғылт йылан (Ҡыҙыл йылғаһы? – Й.С.) һәм зыянлы ҡыш һыуығын булдыра”. Был төбәк – үтә күренеп тора – Яйыҡ йылғаһы башындағы хәҙерге Усалы районы. Сөнки тап шунда бынан биш мең йылдар элек төҙөлгән таш обсерватория һәм ҡала барлығы асыҡланды. (“Уфимские ведомости” гәзите №32, 10 август һәм №33, 17 август 2004 й.)

Шул уҡ Авестала яҡшылыҡ хоҙайы “Аһура-Маҙда барлыҡҡа килтергән ун алтынсы ил – Упа Аодаешу Рангая. Был ил өсөн Аңғра-Майнью үҙ сиратында хасил ҡылған ил яфаһын – үтә һыуыҡ ҡышты”.

Был текстағы “Упа” -- Өфө ҡалаһы, “Аодаешу” – Ауҙа йәшәү йәғни һыу ҡамауында йәшәү (Өфө ҡалаһының һыуҙан уратылып ултырған урыны), ә “Рангая” – Ағиҙел – Иҙел йылғаһының Авесталағы исеме ул (шуға һәйкәл булып еребеҙҙә Ағиҙелгә ҡойоусы хәҙерге Ра йылғаһының атамаһы ҡалған).

Донъя-Ғаләм-Тереклек яратылғандан уҡ ошо изге Көн-Өфөлә -- Ер Кендегендә Шүлгән башбабабыҙҙы имеҙеп-тәрбиәләп үҫтереүсе изге Әсә-Бүре һәм Шүлгәндең игеҙәк туғаны Урал башбабабыҙҙы имеҙеп-тәрбиәләп үҫтереүсе изге Ана-Болан (Һыйыр) төйәкләнеп (тояҡланып) йәшәгән имеш (Шүлгән менән Уралды имеҙеп үҫтереп, донъяға биргәндән һуң). Ошо Әсә; (Ер-Һыу хоҙайбикәһе Бүре) менән Ана (Күк-Ут хоҙайбикәһе Болан-Һыйыр) икеһе бергә Әсә-Ана аталған (Төрки Ҡағанат дәүләтен нигеҙләүсе Әсә-Ана [Әсинә//Ашина] тоҡомло бабаларыбыҙҙың (үҫәргән-башҡорттарҙың) изге хоҙайбикәләре.

Улар имеҙеп үҫтергән башбабаларыбыҙҙың береһе (Шүлгән) тәүҙә Аба (Апа) исемләнеп, икенсеһе (Урал) иһә Алан (Улан) аталған. Ошоларҙы бергә ҡушып әйтеүҙән мифологик термин Әсә-Ана-Аба-Лан – Ашана-Балан – Шанба-ла// Шамбала килеп сыҡҡан. Күптәребеҙгә яҡшы мәғлүм булыуынса, кешелек донъяһының Будда динен тотоусы өлөшөнөң аңында был изге атама Шамбала – шул уҡ Ер Кендеге (тәүгеһе),йәғни кешелек донъяһы изге күреп табынған Көн-Өфө ҡалаһы, хәҙерге баш ҡалабыҙ Өфө үҙе. Уны ҡайҙандыр Тибеттан йә башҡа урындан эҙләп маташыусылар яңылыша.

Әле генә күрһәтелгән Әсана-Абалан тигеҙләмәһенең һул яғында, күренеүенсә, Әсана// Ашина әйтеп үтеүебеҙсә, Төрки Ҡағанатдәүләтен нигеҙләүселәрҙең изгеһе ул; ә тигеҙләмәнең уң яғындағы Абалан (Болан)// Апол-лон – беҙҙең яҡтан боронғо Грецияға тәүдинебеҙҙе илтеп еректереүсе изге Болан ҡиәфәтендәге Аполлон-хоҙайыбыҙ. Боронғо гректар ҙа хоҙайҙарыбыҙ төйәкләнмеш Ер Кендеге тап беҙҙең Өфөлә икәнлеген белгәндәр. Әйткәндәй, гректарға дин килтергән Аполлондың икенсе исеме лә бар – Феб, ә был иһә Өфө-Аба – Эфеба – Феб рәүешле барлыҡҡа килгәндер. Гректарҙың Дельф утрауы изге ҡорамында данлыҡлы әжер-әсә (жрица) Пифия булған, быныһы ла Әби-Өфө-эйә ләҡәбенең Пифия тип үҙгәртелеүенә оҡшай. Йәнә шул уҡ “ Аба-Лан” (Аполлон) беҙгә бирә: Аба-Әрә (Әрә -- Ер тигән һүҙ) – барә// бүре; бер үк ваҡытта Апа-Әрә (Рә) -- Өҫкө Донъяның (боронғо Египет диненең) Көн-Ҡояш хоҙайы ул. “Лан”ға (боланға) Күк “һыуы” төшөнсәһен биргән “Аҡ”ты теркәп Лан-Аҡ (Аҡ Болан) тип әйтһәк, хасил була Лана//Луна (“Ай”ҙың урыҫсаһы) һәм Аҡ//Ай (“Луна”ның башҡортсаһы). Көн-Ҡояш (Шүлгән) һәм Луна-Ай (Урал) ғаләмдәге үҙҙәренең мәңгелек хәрәкәтендә Урта Донъялағы Ер Кендеге (Өфө, һуңғараҡ Арҡайым) аша Өҫкө һәм Аҫҡы Донъяларға үтеп-әйләнеп йөрөйҙәр. Урта Донъяла (Ерҙә) саҡта Аба-Рә (Ҡояш) – Бүре ҡиәфәтен ала ла ҡитға буйлап тартылған Көн-Өфө юлынан кешеләргә юл башлап бара; Өҫкө Донъяла (Күктә) ул – Ҡояшҡа, Аҫҡы Донъяла (Ер-Һыу аҫтында) Балыҡҡа – Абағ-Әрә//Бағыраға әүерелә. Лан-Аҡ (Ай) ҙа үҙ сиратында Урта Донъяла (Ерҙә) Болан ҡиәфәтен ала ла ҡитға буйлап тартылған Ҡуңыр-Буға юлынан кешеләргә юл башлап бара; Өҫкө Донъяла (Күктә) ул – Айға, Аҫҡы Донъяла (Ер-Һыу аҫтында) Балыҡҡа – Лан-Аҡ//Линь-Аҡҡа йәғни Ҡарабалыҡҡа әүерелә...

Инде башҡа тарафтағы Һиндостанда Шива хоҙайға табыныусылар ҙа баяғы уҡ Ер Кендегенең тап беҙҙең изге Тәүтөйәктә -- Самарау (Сумеру) илендә икәнлегенә инанғандар. Уларҙың изге китабы Ригведала асыҡ әйтелә: Самарау илендә -- Ер Кендеге, Көн-Өфө (Ҡояш) юлы, Донъяның изге үҙәге; Самарау күгендә мәғрур Сәмреғош (Самарау ҡошо) оса, ерендә хоҙайҙарҙың хозур төбәге... Алыҫ Һиндостандан ошо Самарау иленә йәғни изге Көн-Өфөгә барып етеп хоҙайҙарға табыныу хыялы быуындан-быуынға өҙөлмәй дауамланған, ләкин унда барып етеүсе булмаған, сөнки хоҙайҙар төйәге сит-яттарҙан ныҡ ҡурсалап һаҡланған (Ибне Фаҙлан заманында ла, уның үҙе яҙыуынса, башҡорттар ул тыйылған яҡҡа бер кемде лә үткәрмәй ҡурсалағандар).

Һиндостандың бөйөк эпосы “Махабхарата”ла тап ошоға бәйле бер сәхифә бар. Игеҙәк туған Пандава һәм Ҡаурава ҡәбиләләре үҙ-ара ҡан ҡойошло һуғышып, пандавалар еңә, ләкин ике яҡтың да халҡы ныҡ ҡырыла, илдәр ас-яланғас ҡала. Ошо хәлдән тетрәнеп һәм үкенеп, намыҫлы һәм ғәҙел батша Юдхиштхира тәхетенән ваз кисә лә, үҙе артынан биш кешене эйәртеп, гонаһтарын кисертергә алыҫ төньяҡҡа – хоҙайҙар иле Самарауға юллана. Оҙон, ауыр юл үтеп, төньяҡтағы офоҡ ситендә Ер Кендеге (изге Көн-Өфө) һыҙатлана башлағас ҡына, көтмәгәндә күҙ асҡыһыҙ буран сығып, Юдхиштхираның артынан эйәреп бер-бер артлы атлаған биш юлдашы сүкәйеп ултыра ла, берәм-берәм туңып, теҙелеп торған суҡай-суҡай тауҙар булып ҡатып ҡала: Тора тау, Шәке тау, Ҡуш тау (ике түбәле), Йөрәк тау... Шуныһы ла мәғәнәле: был бәхетһеҙ юлаусылар араһынан Накула һәм Сахадева тигән игеҙәк туғандарҙан шулай уҡ игеҙәк түбәле Ҡуш тауыбыҙ хасил була. Шулай итеп, алыҫ Һиндостандан килә ятыусы биш ҡунаҡ ыҙғар ҡышыбыҙҙың һуңғы апрель буранында туңып ҡала, башҡорт халҡы, мәҫәлән, үҫәргәндәр, әлегәсә был буранды “Бишҡунаҡ бураны” тип атай (ҡаҙаҡса “Аҡман-Тоҡман”). Юлбашсы Юдхиштхира ғына хоҙайҙарҙың ярҙамында Ер Кендегенә барып етеп табынған да ярлыҡанған...

Ер Кендеге – хоҙайҙар төйәге тураһында Алыҫ Көнсығышта ла белгәндәр (ҡытайҙар, корейҙар, япондар һ.б.). Шуның кире ҡағылмаҫлыҡ дәлиле – Таулы Алтай ҡаяларының береһенә сыйып ҡалдырылған бронза дәүер география картаһы (һүрәттәге яҙыуҙарҙы мин өҫтәнем).

Унда Самарау иле Урал һәм Шумер иле Месопотамия икеһе бер өйкөмән (ойкумен) рәүешендә һүрәтләнеп, Ағиҙел – Ҡариҙел – Дим йылғалары уратаһын-дағы изге Көн-Өфө ҡалалы “утрау” ентекле күрһәтелгән. Шумер менән Самарау шулай ҡуш килгәс, шул ике остағы бабалар ҙа, уларҙың рухи мираҫтары мифтар һәм эпостар ҙа хәләл үҙебеҙҙеке, тимәк (бының тап шулай икәнлеген “Хәтер-хитап”та күрһәттем). Ошо рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың сағыу һәм, минеңсә, сал Өфөгә бәйле береһе – шумер балсыҡ китаптарына яҙылмыш бөйөк туфан тураһындағы ҡарыһүҙ.

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 367. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Анализ микросреды предприятия Анализ микросреды направлен на анализ состояния тех со­ставляющих внешней среды, с которыми предприятие нахо­дится в непосредственном взаимодействии...

Типы конфликтных личностей (Дж. Скотт) Дж. Г. Скотт опирается на типологию Р. М. Брансом, но дополняет её. Они убеждены в своей абсолютной правоте и хотят, чтобы...

Гносеологический оптимизм, скептицизм, агностицизм.разновидности агностицизма Позицию Агностицизм защищает и критический реализм. Один из главных представителей этого направления...

Искусство подбора персонала. Как оценить человека за час Искусство подбора персонала. Как оценить человека за час...

Этапы творческого процесса в изобразительной деятельности По мнению многих авторов, возникновение творческого начала в детской художественной практике носит такой же поэтапный характер, как и процесс творчества у мастеров искусства...

Тема 5. Анализ количественного и качественного состава персонала Персонал является одним из важнейших факторов в организации. Его состояние и эффективное использование прямо влияет на конечные результаты хозяйственной деятельности организации.

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия