Студопедия — Башҡортостан совет Яҙыусылары берлеге идараһының 1950 йыл 20 апрелдә киңәйтелгән ултырышының 5-се һанлы протоколы.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Башҡортостан совет Яҙыусылары берлеге идараһының 1950 йыл 20 апрелдә киңәйтелгән ултырышының 5-се һанлы протоколы.






16 кеше ҡатнашты.

Тыңланды: М. Буранғоловты совет Яҙыусылары берлеге сафтарынан сығарыу тураһында.

Ә. Харисов аңлатма бирә һәм күрһәтә: М. Буранғолов күп йылдар һуҙымында үҙенең әҫәрҙәрендә беҙҙең ҡоролошҡа ҡарата дошман идеялар үткәрҙе. Башҡортостан совет Яҙыусылары берлеге һуңғы йылдарҙа Буранғолов әҫәрҙәрен күп тапҡыр хөкөм итте. Хәҙергеһен Буранғолов именлек һаҡлау органдары тарафынан ҡулға алынған”.

 

Сығыштарында С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Ғ. Әмири, Х. Кәрим, С. Агиш һ.б. Буранғоловтың “зыянлы” яҡтарын күрһәтеп тәнҡитләйҙәр, шулар араһында Ғәйнан Әмири, Юғарынан талап ителгәнсә үк ҡаты ҡағылмай, баяғылай, “аумаҡайлыҡ” күрһәтеп маташа һаман... Миҫал өсөн ике телмәрҙе бирәйек:

“Р. Ниғмәти. — Буранғолов, үткәндәре ҡараңғы бәндә булараҡ, котрреволюцион вәлидовщина менән бәйле булараҡ, күптәндән үк билдәле ине беҙгә. Ул, драматургиябыҙҙың йомшаҡлығынан файҙаланып, этнографик әҫәрҙәр маркаһы аҫтында идеологик диверсия үткәрҙе, үткәндәрҙе идеаллаштырҙы, тормошобоҙға яла яҡты. Буранғолов беҙҙең тарафтан 1946 йылдың 26 октябрендә үк Яҙыусылар берлегенән сығарылғайны. Буранғоловты мин шунан биреле Яҙыусылар берлегендә тормай тип иҫәпләү яҡлымын.

Ғ. Әмири. — Яҙыусылар берлеге Буранғоловтың һәр әҫәрен идея яғынан зыянлы тип хөкөм ҡылды. Ләкин сәнғәттәр эше буйынса Идаралыҡ, шуны белә тороп та, уның менән килешеүҙәр төҙөнө, ҙур аҡсалар түләне, уны аҫыраны. Быға юл ҡуйылырға тейеш түгел ине”.

Күрәһегеҙ: Гулаг лагер-ына бикләнгән килеш бындағы ҡәләмдәштәренән суҡылыуға дусар ҡылынған Буранғоловты Рәшит Ниғмәти туранан-тура контрреволюционер, идеология диверсанты, совет тормошона яла яғыусы сәйәси дошман рәүешендә фашлаһа, Ғәйнан Әмири иһә ни бары Яҙыусылар берлегенең уны «хөкөм ҡылыуына» һылтанып, Буранғоловтың хатта үҙен дә түгел, ә уға ҙур гонорар биреүселәрҙе шелтәләү менән сикләнә. Ҡәләмдәштәрҙең икеһенең сығышы — ер менән күк араһы. Шулай була тороп та, әлегәсә аҡ эт бәләһен ҡара эткә япһарыу дауамлана...

Ҡатмарлы заманалар, ҡатлаулыҡлы бәндәләр...

Шулай ҙа ул, Ғ. Әмири, М. Буранғоловтың “Батырҙар тураһында эпос” китабы юҡ

ителеүгә ғүмере буйына эстән әрнеп йөрөгән, сөнки ҡыҙыл империя күләмендә тыйылған һәм ләғнәтләнгән “Иҙеүкәй һәм Мораҙым”дың геройының исемен бит ул, Ғ. Әмири, үҙенең данлыҡлы “Мораҙым” әҫәренә бирә... Өҫтәүенә, “Батырҙар тураһында эпос”тың макулатураға тураҡланыуҙан нисектер ҡурсалап алып ҡалынған тулы корректураһының ҡатырғы тышлы китап итеп төпләтеүле данаһын, етешмәгән 67-68-се биттәре урынына: “Был битте аҙаҡ күсереп бирермен”, — тигән яҙыулы ҡағыҙ ҡыҫтырып, ошо изге аманатын бағышлағайны миңә:

 

“Йыһад,

был — бик бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә китап... (быны үҙең теләгәнсә — башың еткәнсә — аңла).

Радищевтың “Путешествие”һе шикелле, донъя йөҙөндә бер-нисә генә дана ҡалған ул. Шуларҙың береһе һиндә булыр. Яҡшы һаҡла. Мин уны һиңә бик ныҡ ышаныуымдың һәм хөрмәтемдең билдәһе итеп биреп ҡалдырам.

Ғәйнан Әмири. 30 ноябрь 1972 йыл”.

 

Әле мәғлүм булыуынса, бөтә тиражы тип әйтерлек юҡ ителгән китаптың йәнә лә бер данаһы бар икән дә Өфөбеҙҙә...

Егетлектең икенсе бер миҫалы: ташҡа баҫылып сыҡмаҫы борон уҡ “Туғандар һәм таныштар” романы һәм табындарҙа яттан һөйләнмеш ҡобайырҙары өсөн һис кенә лә көтмәгәндә Мөхәммәтша Буранғоловтың һәләкәтле “милләтселек арбаһына” ултыртылып тәнҡитләнә башлаған йәш әҙип Жәлил Кейекбаев яҙмышында ла йәштәше һәм ҡәләмдәше Ғәйнан Әмириҙең хәл иткес урын алғанлығы билдәле. Яҙыусыларҙың һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең Өфө ҡала күләмендәге 1948 йылда уҙғарылған һәм көн тәртибенә баяғы “ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарарҙары яҡтылығында башҡорт әҙәбиәтендәге хаталар һәм етешһеҙлектәр тураһында»ғы хәтәр мәсьәлә ҡуйылған (ғәмәлдә М. Буранғоловты ҡулға алдыртыуға әҙерлек булған) йыйылышында большевистик боҙло суҡмар М. Буранғолов менән бер ҡатарҙан Ж. Кейекбаев башына ла йыйылыштың ҡәтғи резолюция проекты рәүешендәге күҫәге булараҡ зәһәр-яһил тоҫҡалғанында әлеге лә баяғы шул “аумаҡайланған» Ғәйнан Әмири ғәййәрлеге хәлде ҡапыл Ж. Кейекбаев файҙаһына үҙгәртә. Дөрөҫ, һәләкәттән ҡотолоу өсөн Кейекбаев үҙе лә, аҡыллы башын иҫәргә һалып, мутлашып ҡарай-ҡарауын тәүҙә, ләкин уңышҡа ирешмәй — бына ул ғибрәтле протокол:

 

“Кейекбаев иптәш (яҙыусы). — Уны, башҡа күптәр кеүек үк, ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарарҙары тулҡынландырыуын һөйләй. Шунан һуң ул, “Иҙеүкәй һәм Мораҙым” эпосы мәсьәләһенә күсеп, шуны әйтә: яҙыусылар ҙа, Тел һәм әҙәбиәт институты ла был эпосты матбуғатта сығартып хата эшләнеләр...

Мин ике китап яҙҙым, ти Кейекбаев, ләкин береһе (“Туғандар һәм таныштар”. — Й.С.) эшкашмаған булып ҡуйҙы. Ләкин мин артабан эшләйәсәкмен һәм юлбашсыбыҙ Сталин иптәш тураһында яҡшы китап яҙасаҡмын”...

Әммә баяғы бахыр себеш хәлендәгенең юлбашсыға таянып яҡшатланыуы, әйтеп үтеүебеҙсә, йыйылыш тарафынан иҫәпкә алынмай һәм алға һөрөлмөш резолюция проектының милләтселекте ҡырҡа хөкөм ҡылыусы пунктында М. Буранғолов менән бер ҡатарҙан Ж. Кейекбаев исеме лә алға баҫа шаҡырайып...

Резолюция проекты тауышҡа ҡуйылған хәл иткес минута әлеге лә баяғы шул берҙән-бер тынғыһыҙ йән — Ғәйнан Әмири ырғып тора ла яҙыусы Ж. Кейекбаевтың милләтселеге тураһындағы хәтәр һөйләмде резолюциянан алдыртып ташлауға өлгәшә... Шул уҡ Ғәйнан Әмири йәнә, әйтеп үтелгән “аумаҡайлығы»на барып, 1963 йылда һөргөндән ҡайтҡан “халыҡ дошманы” Әбүстең (Сабит Суфияновтың) шиғырҙар йыйынтығын китап итеп сығартырға тәҡдим иткән рецензия яҙып бирә...

 

 

 

Эйе, Ғәйнан Әмири уҙаманыбыҙ башҡорт әҙәбиәтенә шаҡтай һуңыраҡ шытҡан быуын беҙгә лә, йөрәк йылыһын йәлләмәй, ҡулынан килгәненсә ихлас ярҙам итер, яҡын ҡустылары күреп йөрөр ине. Уның игелеге тейгән, бөркөтләнеп осорға ул ҡанат ҡуйған күптәребеҙ араһынан сағыу йондоҙобоҙҙың — Башҡортостандың буласаҡ халыҡ шағиры, ләкин ул саҡта (1950 йыл) ҡауырһыны ла ҡатмаған йәш үҫмер Рәми Ғариповтың үҙенән һөйләтәйексе. 10-ынсы синыф уҡыусыһы ҡулы менән ылғый ғына үҙ тормошонан алып яҙылған һәм «роман» тип билдәләнгән, ике ҡалын дәфтәрҙән хасил был ҡулъяҙма ғәмәлдә ул саҡтағы “Бабай” ҡушаматлы Рәми Ғариповтың (икенсе дәфтәрҙә ул үҙен Рәми Салауатский тип тә атай) бик ентекле көндәлектәре булып тора — бөтөн персонаждар үҙ исемдәрендә, фәҡәт төп геройҙар Рәми үҙе лә уның тәүге мөхәббәте Марият ҡына Вахит һәм Айһылыу итеп үҙгәртелгән; ваҡыт-ваҡыт текста улар үҙ исемдәрен (Рәми, Марият) ала; йәш шағирҙың остазы Ғәйнан Әмиригә хаттары ла Рәмиҙең үҙ исеменән яҙыла, ә әҫәренең эпиграфы итеп Ғ. Әмири шиғырын алыуы — үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Рәми-Вахит, әлбиттә, шиғриәт менән ныҡ иҫерек, был йәһәттән уның берҙән-бер рухи терәге-таянысы (үҙе әйтмәшләй, «штурманы») — Ғәйнан ағаһы ғына... Инде шағирҙың үҙенең һүҙҙәре менән дауам итәйек:

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 613. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Анализ микросреды предприятия Анализ микросреды направлен на анализ состояния тех со­ставляющих внешней среды, с которыми предприятие нахо­дится в непосредственном взаимодействии...

Типы конфликтных личностей (Дж. Скотт) Дж. Г. Скотт опирается на типологию Р. М. Брансом, но дополняет её. Они убеждены в своей абсолютной правоте и хотят, чтобы...

Гносеологический оптимизм, скептицизм, агностицизм.разновидности агностицизма Позицию Агностицизм защищает и критический реализм. Один из главных представителей этого направления...

Дренирование желчных протоков Показаниями к дренированию желчных протоков являются декомпрессия на фоне внутрипротоковой гипертензии, интраоперационная холангиография, контроль за динамикой восстановления пассажа желчи в 12-перстную кишку...

Деятельность сестер милосердия общин Красного Креста ярко проявилась в период Тритоны – интервалы, в которых содержится три тона. К тритонам относятся увеличенная кварта (ув.4) и уменьшенная квинта (ум.5). Их можно построить на ступенях натурального и гармонического мажора и минора.  ...

Понятие о синдроме нарушения бронхиальной проходимости и его клинические проявления Синдром нарушения бронхиальной проходимости (бронхообструктивный синдром) – это патологическое состояние...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.014 сек.) русская версия | украинская версия