Студопедия — Теләгәнсә ҡан ҡоя.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Теләгәнсә ҡан ҡоя.






...Үлем тигән яуыз бар,

Шунан алыр ҡоном бар;

Шуны табып үлтереп,

Ил ҡотҡарыр уйым бар.

Биш өлөшсәнән торған Ер йөҙөн урап сыҡҡан Урал батыр кешелек донъяһының үҫеше әлмисаҡтан яңылыш юлдан киткәнен йөрөп, күреп, сәбәбенә төшөнә, әммә ошоғаса уның сәбәпсеһе – Үлем тип уйлай. Ә аҡһаҡалдың ишараһынан ул был яңылышты төҙәтә алыу ихтималлығын тойоп ала: Ер йөҙөндәге тормошто ожмахҡа тиң итеү өсөн бары тик тәүҙә үҙең өсөн түгел, ә үҙеңдән башҡалар өсөн яҡшылыҡ эшләүгә ынтылыш булдыр! “Яуабына ҙурҙы теләп, изгелек күрһәтмә!” – тип әйтәсәк был турала Ҡөрьән-Кәрим [Әл-Мүдәҫҫир(Кейеменә бөркәнгән) сүрәһе,6-сы аят].Шул осраҡта ғына кешелек ысын үҫеш юлына төшәсәк!

Ҡобайырҙа ерҙәге тормоштоң башланғыс осоронда ошондай йәмғиәт ҡоролошоноң барлығына һүрәтләү бар. Шүлгән ҡустыһы Урал менән юл сатында осраған ҡарттың һөйләүе буйынса үҙе һулды һайлап, туғаны уңға китеп, айырылышҡас, шул ҡарттың ағаһын тап итә. Уныһы иһә, баяғы был икәүгә осраған ҡустыһына ҡарағанда йәшерәк ҡиәфәттә булыуының сәбәбен төшөндөрөп бирә. Баҡһаң, ул шундай илдә, шундай рәхәтлектә ғүмер итә имеш:

Беҙҙең илдә йолала

Барыһы ла туғандай,

Бер әсәнән тыуғандай...

Был илдә йолалар бөтөнләй башҡа ҡуйылған һәм мотлаҡ шулай үтәлгән:

Илде талап йөрөмәҫкә,

Илдә ҡан да ҡоймаҫҡа;

Артыҡ ҡалта (кеҫә!)текмәҫкә

Ил энйеһен йәшереп,

Ергә күмеп ҡуймаҫҡа;

Тапҡан-таянған бары

Һис айырым булмаҫҡа;

Көслөнөкө – байман, тип,

Еҫерҙе (етемде) сит күрмәҫкә;

Ҡыҙға әсә булғанды

Хур әсә, тип, кәмһетеп,

Балаһыны һыуға атып,

Андай йола ҡылмаҫҡа,

Тигән илдең анты бар.

 

(Ер йөҙөндә коммунистик йәмғиәт төҙөү идеяһына тап килеп тора инде был һүрәтләү!) Әммә бәндә үҙенең камил булмаған аңы менән ошондай тормоштоң тиҫкәреһен һайлай. Һөҙөмтәлә ерҙәге ожмахҡа тейешле тормош башҡа йүнәлеш ала, һәм был ошо көнгәсә шулай дауам итә:

Ҡустым шуны тотманы,

Көсө еткән йәндәрҙең

Барын ҡырҙы, ашаны,

Үлем тигән яуызға

Дуҫ, дошманын табырға,

Илдә күп ҡан ҡойорға

Йола таба башланы.

Әлбиттә, Юғары Аң тарафынан бирелгән йоланы боҙоп, туранан тайпылған, яңылыш юл һайлаған әҙәм уның ҡөһөрөн дә үҙ елкәһендә татый:

Шуға аны был илдән,

Тыуып үҫкән еренән

Бөтәһе лә берлектә

Ситкә ҡыуып ташланы.

Хәҙер илдән йыраҡта

Үҙе йәшәй тарлыҡта,

Ғүмере үтә зарлыҡта;

Шуға уның төҫ-башын

Үлем, ҡартлыҡ ҡапланы...

 

Шулай итеп, Йыһандың бөйөк ҡанундарына ярашлы, ысынбарлыҡтың ҡапма-ҡаршылыҡлы ике осҡа, ике яҡҡа бүленеп китеүенә әҙәм үҙе сәбәп ҡылған. Аллаһы Тәғәлә – берҙән-бер барлыҡҡа килтереүсе, һәм Ул камил теүәллектең, бөтөндөң үҙендә яҡшылыҡ; менән яуызлыҡты бар ҡылған. Яуызлыҡтың булыуы ни тиклем яҡшылыҡ ҡиммәт икәнен күрһәтә. Донъялыҡта шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән уның тиҫкәре, кире яғы еңеп китеүе тәбиғи хәл. Был осраҡта карма законының береһе буйынса, ҡара көстәр бер-береһенә тартылып, ойошоп, күплекте тәшкил итә һәм, әлбиттә, ыңғай сифаттарға эйә яҡты, аҙ һанлы ҡалыуынан файҙаланып, баҫып, еңеп китә. Был ҡанунды яҡшы белгән яуыз ниәтле, аңлы Ҡәһҡәһә, Зәрҡум, Әзрәҡәләр хәйлә менән үҙҙәренең яғына кеше затлы булыуына ҡарамаҫтан, бөтә кире сифаттарға эйә Шүлгәнде ауҙарып ала ла инде. Әммә бер нәмәне күҙ уңынан ысҡындыралар улар:

Алланың күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙы белеп торғанын күрмәйһеңме ни һин? Өс кеше араһында йәшерен һөйләшеү булһа, дүртенсеһе – Ул, биш кеше араһында булһа, алтынсыһы – Ул. Бынан аҙыраҡ йәки күберәк булғанда ла, улар ҡайҙа булһалар ҙа – Ул улар менән бергә. Бының һуңында, ҡиәмәт көнөндә, Ул уларға нимә эшләгәндәрен хәбәр итер. Алла һәр нәмәне белә! [Әл-Мүджәдәлә (Һүҙ көрәштереү) сүрәһе, 7-се аят].

Шүлгән ҡомһоҙлоғо, көнсөллөгө арҡаһында аҫтыртын башланған хөсөтлөгөн кешелекте ҡотҡарыу юлына көрәшкә сыҡҡан үҙ туғаны Уралға ҡаршы асыҡтан-асыҡ көрәш-һуғышҡа тиклем килтереп еткерә. Эпоста һүрәтләнгән Изгелеккә ҡаршы Яуызлыҡтың көрәше кешелеккә биреләсәк һуңғы донъяуи дин өсөн төшөрөлгән Изге Китапта ла осраясаҡ:

Һәм Беҙ рәсүлдәрҙе өгөтләүсе-иҫкәртеүсе һәм һөйөнсөләүсе итеп кенә ебәрәбеҙ. Иман килтермәгән кешеләр ялғанлыҡ менән бәхәсләшәләр, уның менән хаҡлыҡты юҡҡа сығарыр өсөн. Һәм улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙы һәм уларҙы өгөтләгән нәмәне мыҫҡыллайҙар [Әл-Кәһф (Мәмерйә) сүрәһе, 56-сы аят].

Эпостағы хәл-ваҡиғалар эсендә ҡайнаусыларҙың ошо ҡапма-ҡаршы яҡтың ҡайһыһын үҙ итеүе, юл сатында торғанда ҡайһыһын һайлауы – уның үҙ булмышынан, үҙ иркенән икәнлегенә асыҡтан-асыҡ миҫалдар ярылып ята. Улар – уҡығандан фәһем алырлыҡ һәләте булғандарға зиһенен зирәкләндерер ишара, һиҙемләү һәләте булмаҫтайына тере һабаҡ. Башбирмәҫ, эскерле, көнсөл, ҡомһоҙ Шүлгән Урал ҡустыһының эштәренә күпме генә хаслыҡ ҡылһа ла, уныһы кешелек хаҡына тура юлдан ситкә тайпылмай. Бөтә замандарҙа ла кеше өсөн әһәмиәтле буласаҡ һабаҡ бирә булыр ағалы-ҡустылы Шүлгән менән Урал. Тура юлдан барыу һәм аҙашыу – кешенең үҙ ихтыярында: Һәр кем үҙенә оҡшағанды эшләй, Раббың кемдең тура юлдараҡ икәнен яҡшыраҡ белә, - тип әйт [Әл - Исра (Төндә күсереү) доғаһы, 84-се аят].

Ошондай донъяуи миҫалдар нигеҙендә Ҡөрьән-Кәримдең түбәндәге аяттары еңел аңлашыла:

Уны (йәнде) сафлаған кеше уңышҡа иреште, ә уны мәкерләгән кеше уңышһыҙлыҡҡа тарыны [Әш-Шәмс (Ҡояш) сүрәһе, 9-10-сы аяттар].

Ә хәҙер ҡобайырҙың башынан аҙағына тиклем оҙата килеүсе Һыу образына күҙәтеү яһайыҡ. Ерҙең үҙе кеүек, барса тереклек өсөн йәшәү сығанағы булған Һыу – ул мәғлүмәт символы ла. Уның тураһында Ҡөрьән ни ти?

Алла күктәрҙе һәм Ерҙе бар ҡылды, күктән һыуҙы төшөрҙө, һәм уның менән емештәрҙе ризыҡ итеп сығарҙы.Үҙенең бойороғо менән диңгеҙҙә йөрөһөндәр өсөн кәмәләрҙе һеҙгә буйһондорҙо, һәм һеҙгә йылғаларҙы буйһондорҙо. [Ҡөрьән-Кәрим, Ибраһим сүрәһе, 32-34-се аяттар]

Эпоста дейеүҙәр, үҙҙәре хужа булып алып, кешенән йәшереп тотҡан Йәншишмә – кешелекте рухһыҙлыҡтан ҡотолдорор тәғлимәт символы, хаҡ белемдең, табылып, Ер йөҙөнә таратылыр көн етеренә ишара. Бының өсөн кешелек донъяһының, ҡасандыр бер кешенән яралып, бер өммәттән булып таралыуын иҫенә төшөрөү кәрәк. Иҫтәренә төшөр, иҫкә төшөрөү ул иман килтергән кешеләргә файҙа итә! [Әҙ-Ҙәрийәт (Елгәреүселәр) сүрәһе, 55-се аят].

Уны беҙ Меңйәшәр ҡартттың Уралға әйткәненән тойомларбыҙ:

Илгә йола булырҙай,

Һынап белгән заңым бар:

Донъяла мәңге ҡалам, тип

Донъялай ғүмер һөрәм, тип,

Үлемгә буй бирмәҫкә;,

Уны бер заң итмәҫкә;

Йәншишмәнән эсмәгеҙ;,

Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ;.

Ғилемгә бер үҙең генә эйә булған осраҡта уның тик файҙаһыҙ ғәмәл, мәғәнәһеҙ ауырлыҡ буласағын үҙ елкәһендә күтәреп арыған, үҙ тәжрибәһендә татып, ялҡҡан кеше, үкенес кисереп, шуны бүтәндәрҙең ҡабатламаҫҡа киҫәтә булыр. Урал батыр, был иҫкәртеүҙе йәһәт кенә төшөнөп алып, дөрөҫ ҡарарға килә:

Бар халыҡты эйәртеп,

Урал юлға сыҡҡан, ти;

Йәншишмәгә барған,ти,

Һыуын уртлап алған, ти;

Үҙе сапҡан юлына,







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 491. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

ОЧАГОВЫЕ ТЕНИ В ЛЕГКОМ Очаговыми легочными инфильтратами проявляют себя различные по этиологии заболевания, в основе которых лежит бронхо-нодулярный процесс, который при рентгенологическом исследовании дает очагового характера тень, размерами не более 1 см в диаметре...

Примеры решения типовых задач. Пример 1.Степень диссоциации уксусной кислоты в 0,1 М растворе равна 1,32∙10-2   Пример 1.Степень диссоциации уксусной кислоты в 0,1 М растворе равна 1,32∙10-2. Найдите константу диссоциации кислоты и значение рК. Решение. Подставим данные задачи в уравнение закона разбавления К = a2См/(1 –a) =...

Экспертная оценка как метод психологического исследования Экспертная оценка – диагностический метод измерения, с помощью которого качественные особенности психических явлений получают свое числовое выражение в форме количественных оценок...

Патристика и схоластика как этап в средневековой философии Основной задачей теологии является толкование Священного писания, доказательство существования Бога и формулировка догматов Церкви...

Основные симптомы при заболеваниях органов кровообращения При болезнях органов кровообращения больные могут предъявлять различные жалобы: боли в области сердца и за грудиной, одышка, сердцебиение, перебои в сердце, удушье, отеки, цианоз головная боль, увеличение печени, слабость...

Вопрос 1. Коллективные средства защиты: вентиляция, освещение, защита от шума и вибрации Коллективные средства защиты: вентиляция, освещение, защита от шума и вибрации К коллективным средствам защиты относятся: вентиляция, отопление, освещение, защита от шума и вибрации...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.008 сек.) русская версия | украинская версия