Студопедия — Сер ҡапсығы әле асыла...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Сер ҡапсығы әле асыла...






Тарих 2003 йылдың 14 июлендә әле бер-беребеҙҙе йүнләп тә белмәгән бер төркөм Салауат һәйкәленән Эстонияға – милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенә юлландыҡ. Барлығы 16 кешебеҙ. Ул ваҡыттығы Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев етәкселегендә министрлыҡтың әйҙәүсе белгесе Фәниә Хәсәнова, БДУ профессоры Мирас Иҙелбаев, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Гөлшат Әхмәтҡужина, Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры урынбаҫары Әлфиә Ғимаҙиева, “Ҡызыл таң” гәзитенең бүлек мөдире Фәрит Фәтҡуллин, “Аманат” журналының баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, Салауат ҡалаһының “Выбор” гәзите баш мөхәррире урынбаҫары Наил Фәхриев, “Ошмес” республика удмурт гәзитенең баш мөхәррире Аркадий Миңлеәхмәтов, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Флүрә Солтанова, “Молодежная газета” гәзитенең фотографы Эдуард Лапин, “Республика Башкортостан” гәзитенең Нефтекамалағы үҙ хәбәрсеһе Валентина Тиненева, “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының йәмәғәт ойошмалары һәм матбуғат менән эшләү буйынса ярҙамсыһы Вера Харисова, водитель-һынаусылар Шамил Барыев, Ринат Имашев һәм, әлбиттә, ошо юлдарҙы яҙыусы бән фәҡирегеҙ – Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (З. Әйле) оҙон, ауыр, яуаплы юлға ҡуҙғалдыҡ. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, ул ысынлап та ентекле, ныҡлы уйланылған акция булды, тип һис шикләнмәй әйтергә мөмкин. Ике аҙна дауамында автобус - тыуған өйөбөҙгә, коллегаларыбыҙ – бер туғандарға әүерелде. Һәр ерҙә, һәр туҡтаған урында “Журналисты Башкортостана” тигән яҙыулы, Салауат Юлаевтың һәйкәленең макеты һәм Башҡортостан гербы төшөрөлгән автобусыбыҙ иғтибарҙы йәлеп итте.

Ике аҙна тигәндәй төркөм етәксебеҙ Фәнил Шәмсетдин улының йөҙөндә ихлас йылмайыу күрмәнек. Хатта беҙ шарҡылдап көлгәндә лә уның йөҙөндә һаран ғына йылмайыу ишараты күренә ине. Әммә бының серен беҙ сәфәребеҙгә ун йыл тулғас ҡына белдек. Баҡтиһәң, Башҡортостан тарихындағы шундай киң масштаблы Журналистар экспедицияһы йәшерен рәүештә генә әҙерләнгән, уны ойоштороуға һәм төркөмдө алыҫ юлға сығарып ебәреүгә Башҡортостан Республикаһының ул ваҡыттағы Президенты рөхсәт бирмәгән икән. Уйлап ҡараһаң, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы етәкселеге, тәү сиратта министр Зөфәр Мөхтәр улы һәм уның урынбаҫары Фәнил Шәмсетдин улы, ул саҡта тәүәккәл эш иткән, хатта вазифаларынан ҡолаҡ ҡағыу ихтималлығын да уйламаған. Төркөм Салауат Юлаев һәйкәле эргәһенән ҡуҙғалып китеп бер аҙ ваҡыт үткәс, Зөфәр Тимербулатов Мортаза Ғөбәйҙулла улына барып, аныҡ хәлде һөйләп бирә. Дәүләт башлығы ла, бәлки, бындай ҡыйыулыҡҡа аптырағандыр, бары тик бармаҡ ҡына янай: “Экспедициялағы һәр кеше өсөн башың менән яуап бирәһең!”

...Ике аҙнанан беҙҙе Башҡортостандың символына әйләнгән Ағиҙел ярындағы Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә туған министрлығыбыҙ хҙемәткәрҙәре, коллегаларыбыҙ ҡаршыланы. Автобус туҡтап, ишектәр асылыу менән, баш ҡала тупрағына аяҡ баҫыр алдынан һәр беребеҙ ысын мәғәнәһендә Зөфәр Мөхтәр улының ҡосағына “ҡоланы”. Ул саҡта уның “министр”, ә беҙҙең уның “ҡул аҫтында эшләүселәр”е икәнлегебеҙ бөтөнләй онотолдо, бары тик бәпкәләрен ҡанаты аҫтына йыйған ҡош кеүек, аталарса хәстәрлек тойҙоҡ. Салауат һәйкәленә сәскәләр һалыу, иҫтәлеккә бергәләп фотоға төшөү, Фәнил Ҡоҙаҡаевтың ихлас йылмайыуы, Надежда Шәкүрова етәкселегендә министрлыҡ ҡыҙҙары майҙандағы йәйге кафела әҙерләгән сәй өҫтәле... һәм Зөфәр Тимербулатовтың ҡабаттан М. Рәхимов алдында “келәм”гә баҫырға йүгереүе... Барыһы ла кисә генә булған кеүек...







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 834. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Огоньки» в основной период В основной период смены могут проводиться три вида «огоньков»: «огонек-анализ», тематический «огонек» и «конфликтный» огонек...

Упражнение Джеффа. Это список вопросов или утверждений, отвечая на которые участник может раскрыть свой внутренний мир перед другими участниками и узнать о других участниках больше...

Влияние первой русской революции 1905-1907 гг. на Казахстан. Революция в России (1905-1907 гг.), дала первый толчок политическому пробуждению трудящихся Казахстана, развитию национально-освободительного рабочего движения против гнета. В Казахстане, находившемся далеко от политических центров Российской империи...

Мелоксикам (Мовалис) Групповая принадлежность · Нестероидное противовоспалительное средство, преимущественно селективный обратимый ингибитор циклооксигеназы (ЦОГ-2)...

Менадиона натрия бисульфит (Викасол) Групповая принадлежность •Синтетический аналог витамина K, жирорастворимый, коагулянт...

Разновидности сальников для насосов и правильный уход за ними   Сальники, используемые в насосном оборудовании, служат для герметизации пространства образованного кожухом и рабочим валом, выходящим через корпус наружу...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.008 сек.) русская версия | украинская версия