Студопедия — Теле булһа икән таштарҙың...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Теле булһа икән таштарҙың...






Таллинн ҡалаһының Иҫке ҡала тип аталған ҡәлғә өлөшөнә экскурсия ҡылабыҙ. Яҡташыбыҙ Гөлбоҫтан Ноғоманова (Илеш районынан) гид ролен үтәп, тарих һөйләй. Уның әйтеүенсә, Салауат менән Юлайҙы хәҙер “Толстая Маргарита” тип аталған башняның подвалында тоталар. Әммә һуңынан асыҡланыуынса, пугачевсыларҙың тотолған урыны әле Rivikogn - Дәүләт Йыйылышы урынашҡан “Длинный Герман” башняһы икән. Уйлап ҡараһаң, бында ниндәйҙер мөғжизәле тап килеүме, уртаҡлыҡмы бар. 1773 йылда төҙөлгән башня немец теленән тәржемә иткәндә “доблестный воин” тигәнде аңлата. Диңгеҙ өҫтөнән 100 метр бейеклектә торған башняның 30 метр тәрәнлектәге подвалында тотолған Салауат та шундай түгелме ни?!

Ә хәҙер унда һәр таң Эстонияның Дәүләт гимны яңғырай һәм күк-ҡара-аҡ төҫтәге флаг бейеклеккә үрләй. Көн байығанда иһә, “Минең һөйөклө Ватаным” йыры аҫтында төшөрөлә. Әлбиттә, төрлө заманда, төрлө хужалар хакимлыҡ иткәндә бында төрлө флагтар елберҙәй. Әммә 1989 йылдан – Эстонияның Рәсәйҙән бойондороһоҙлоғо тергеҙелгәс, өс төҫлө триколор ҡабат үҙ урынын ала.

Ә теге мәлдә...

“Толстая Маргарита” башняһына текләп, һүҙһеҙ ҡалғайныҡ. Гүйә, күңелдәр генә һөйләште. Һәр кем үҙенең кисерештәрен сайпылтмаҫҡа тырышты, иң изге тойғолдарҙың ҡайһы берәүҙәрҙең башня таштарынан да ҡатыраҡ, рәхимһеҙерәк күңеленә бәрелеп селпәрәмә килеүенән ҡурҡып, тышҡа сығарырға теләмәне, ахыры. Бары тик эргәләге юлдашыңдың тамағына тығылған төйөндө ауырлыҡ менән йотоп ебәреүен дә ишетерлек тынлыҡ. Йөҙҙәр ҙә етдиләнгәндән-етдиләнә бара. Сәфәр башында уҡ: “Салауатты кем тип ҡарарға? Ул бит юлбаҫар булған...” – тигән фекерен йәшермәүсе бәғзеләр ҙә уйсанлана төшкән...

Эйе, беҙ шул хәләттә теләһә ҡайһы бинаны: “Бында Салауат тотолған”, - тип күрһәтһендәр, быға ышанырға әҙер инек. Әммә тарих күпме генә юл яҙлыҡтырырға, бутарға, батыр менән беҙҙең күңелдәрҙе аймылыштырырға теләһә лә, хәҡиҡәт барыбер тантана итә. Өнһөҙ таштар ғына иһә, быуаттар буйы үҙҙәрендә күпме сер һаҡлап, тора-тора ла, ҡасандыр бер, серҙәрен күтәрә алмайынса ҡолай. Бары Шәхес кенә Хәтер тере саҡта мәңге йәшәй.







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 606. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Алгоритм выполнения манипуляции Приемы наружного акушерского исследования. Приемы Леопольда – Левицкого. Цель...

ИГРЫ НА ТАКТИЛЬНОЕ ВЗАИМОДЕЙСТВИЕ Методические рекомендации по проведению игр на тактильное взаимодействие...

Реформы П.А.Столыпина Сегодня уже никто не сомневается в том, что экономическая политика П...

Разработка товарной и ценовой стратегии фирмы на российском рынке хлебопродуктов В начале 1994 г. английская фирма МОНО совместно с бельгийской ПЮРАТОС приняла решение о начале совместного проекта на российском рынке. Эти фирмы ведут деятельность в сопредельных сферах производства хлебопродуктов. МОНО – крупнейший в Великобритании...

ОПРЕДЕЛЕНИЕ ЦЕНТРА ТЯЖЕСТИ ПЛОСКОЙ ФИГУРЫ Сила, с которой тело притягивается к Земле, называется силой тяжести...

СПИД: морально-этические проблемы Среди тысяч заболеваний совершенно особое, даже исключительное, место занимает ВИЧ-инфекция...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия