Студопедія
рос | укр

Головна сторінка Випадкова сторінка


КАТЕГОРІЇ:

АвтомобіліБіологіяБудівництвоВідпочинок і туризмГеографіяДім і садЕкологіяЕкономікаЕлектронікаІноземні мовиІнформатикаІншеІсторіяКультураЛітератураМатематикаМедицинаМеталлургіяМеханікаОсвітаОхорона праціПедагогікаПолітикаПравоПсихологіяРелігіяСоціологіяСпортФізикаФілософіяФінансиХімія






Вихідні дані


Дата добавления: 2015-09-15; просмотров: 648



1. Түбәнге синыфтарҙа үҙләштерелгән диологик,монологик телмәр күнекмәләрен белеү; ишеткәнде,күргәнде,уҡығанды һөйләү алыу.

2. Һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү,тема (ситуация) буйынса әңгәмә ҡора белеү.

3. Һүҙлек һүҙҙәрен үһләштереү,уларҙы һөйләшеүҙә,яҙыуҙа дөрөҫ ҡулланыу..

4. Картина,экскурсия,сюжетлы һүрәттәр буйынса телдән (һәм элементар яҙма) текстар төҙөү.

5. Тәҡдим ителгән тематика буйынса уҡыу,текст менән эшләй белеү.

6. Программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү,уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү.

7. Тыуған төйәк,кешенең һәйбәт сифаттары хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, шиғырҙар ятлау,йырҙар һәм бейеүҙәр белеү, уларҙы башҡарыу; Башҡорт халҡы,уның киң күңеллелеге,эшсәнлеге,дуҫлыҡ һ.б. хаҡында әҫәрҙәрҙе аңлы рәүештә уҡыу, һөйләшеү.

I. Аңлатма яҙыу / Пояснительная записка

Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Туған телдең метопредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процессында бала шәхесен формалаштырыуҙа “башҡорт теле” предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтҫреүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың кешелектән мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларында формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары

1. туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттең ҡабул ителгән әхләҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.

2. көндәлек тормошта һәм уның эшмәкәрлегендә туған телдең аралашыу сараһы булараҡ үҫләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллашытыру; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттырын аныҡ итеп әйтәә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лигвистик һүҙлектәрҙән һәм сығантарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм экәртеү х.б.)

3. тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙөрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телдә ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемдә күнекмәне аралашыу процессында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

 

II. Уҡыу предметына дөйөм характеристика / Общая характеристика учебного предмета

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙөрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситауцияһын баһала белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәрендә аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингивстик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байтыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт телен милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уның белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы – предмет-ара статус: комминкатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процессында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логк яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлау табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.); регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙөренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтҫрҫргә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

 

III. Башҡорт теленең уҡыу (белем биреү)
планындағы урыны / Место башкирского языка в учебном плане

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 420 сәғәт күләмндә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класс – 105, 6-сы класс – 105, 7-се класс – 70, 8-се класс – 70, 9-сы класс – 70 сәғәт.

IV. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре / Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения учебного предмета

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең-мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) Аралашыу процессында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

 

Башҡорт (туған) тел программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

· телдең һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуниктив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

· төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәрҙәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

· төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

· төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернат ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

· һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғләмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

· стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

Һөйләү һәм яҙыу:

· алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

· тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләү алыу;

· төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

· телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

· төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикетты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу х.б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

· ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең эстетик нормаларын һәм яҙма телде төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

· телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процессында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

· Уҡыу процесында һәм көндөлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

· Үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) Алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт х.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3) Аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1) Телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) Гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

3) Туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) Тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5) Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6) Телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) Һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) Тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәреңдә ҡулланыу;

9) Туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

 

 

V. Уҡыу предметының йөкмәткеһе / Содержание учебного предмета

Эш программаһының был өлөшөндә төп бүлек, курс темаһы һаналып кителә һәм уны өйрәнеү буйынса уҡыу материалының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе бирелә. Тәҡдим ителгән дөйөм йөкмәтке (грамматика буйынса түбәндәге материал 5-9 кластар өсөн дөйөм бирелә), уҡытыусыларға уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, класс буйынса темаларҙың бирелеүенә ҡарап, һайлап алып эшкәртелә.

Коммуникатив компетенцияны тәьмин итеүсе йөкмәтке


<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Дані щодо СЗГ | Практичні завдання до теми
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | <== 7 ==> | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.2 сек.) російська версія | українська версія

Генерация страницы за: 0.2 сек.
Поможем в написании
> Курсовые, контрольные, дипломные и другие работы со скидкой до 25%
3 569 лучших специалисов, готовы оказать помощь 24/7