Студопедия — Бөтә йәнде үҙеңдәй
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Бөтә йәнде үҙеңдәй






Һөйөр бер күңел тыуhын;

Ҡыҙғаныусан йәш йөрәк

Уйыңа башсы булhын.

Шуға саҡлы был ерҙә,

Тере көйө шул гүр ҙә

Башың ҡаңғырып ятhын.

Yҙеңә юлдаш hайларлыҡ,

Яҡшы юлды табырлыҡ,

Илдә даны ҡалырлыҡ

Яңы кеше булырhың;

Яҡшыға юлдаш булырhың;

Йыландарҙан ҡасырhың,

Уны дошман белерhең.

Һомай, күк батшаhы Самрауҙың Ҡояштан тыуған ҡыҙы булараҡ, уның аң кимәле кешелек донъяhыныҡыларҙан күпкә өҫтөн, шуға күрә ул үҙенән түбәнерәктәргә ҡарата мөнәсәбәттәрҙә шәфҡәтле, ярҙамсыл, изгелекле буласаҡ – был күктәгеләрҙең булмышына, асылына тап килер күркәм сифаттар. Һомай, күрәҙәлек ҡылып, вишудда кимәлен үтеп, инде аджняға еткән, бер ынтылhа, Йыhан ҡапҡаhы Сахасрараға етер Шүлгәндең, яңылыш юлға баҫҡанын тоя. Күк ҡыҙының ошо ҡылығы аша талапсанлыҡ күрhәтеүе – егеттең кирегә тәгәрәү ихтималлығын алдан hиҙгәнгә күрә, ысын йәлләү йөҙөнән иҫкәртеү булыр. Ләкин көнсөллөк hәм нәфсе ҡолона әйләнгән Шүлгәндең аңы томаланып өлгөргән инде.

Инде Һомайҙың өмөтө, юлында осраған барлыҡ hынауҙарҙы имен-аман үтеп, был тәңгәлгә килеп етер кесе туған Уралда булыр. Шуға күрә ул, ҡунаҡсыллыҡ йолаhы күрhәтеп, әлегә үҙен танытмай, килеүсе менән әңгәмә ҡора, ниәттәрен аңлап алырға тырыша. Уй-теләктәре аныҡлыҡтан, алсаҡ hәм ябай Урал, hәр ваҡыттағыса, дөрөҫ мәғлүмәтле ихлас яуап бирә:

Yҙем йәп-йәш булhам да,

Биш ил барын белдем мин:

Береhендә үҙем тыуҙым,

Икеhен йөрөп күрҙем мин,

Ҡалған тағы икеhен

Күрергә тип сыҡтым мин.

Ҡайҙа ғына барhаң да,

Кемде генә күрhәң дә,

Береhе үҙен баш тиә,

Икенсеhе баш эйә,

Көслө көсhөҙҙө ейә,

Теләгәнсә ҡан ҡоя…

Ул, шулай итеп, үҙе үтеп сыҡҡан биш кимәл – биш чакраға хас донъяларға хаҡ баhа бирә: Свадистана, Манипура, Анахата, Вишудда, Аджня булыр. Аңлатып үтәйек: Уралға насип үҫеш юлы – уң юлаҡ (пингала нади) Свадистанан уҡ өҫкә йүнәлеш ала, сөнки егет ата-әсәһе аша бирелгән йоланы теүәл башҡарыу сәбәпле, насар карманан баштан уҡ азат була һәм уның башланғыс рухи ҡеүәте гөнаһлыларға тәғәйен муладараға ҡоламай.

Маҡсатына яҡынлашҡанын да яҡшы тоя Урал – Сансараның алтынсы ҡатында, ошонда, осратырға тейеш ул Yлем тигән күҙгә күренмәҫ Яуызды:

Yлемде табып үлтереп,

Ил ҡотҡарыр уйым бар.

Һунарлаған сағымда

Ҡулға төшкән бер ҡоштан:

Һеҙҙең илдә Yлемдән

Ҡотолорға юл бар, тип,

Ишеткәйнем мин йәштән.

Бындай осрашыуға, аңлашыуға әҙер Ҡояш ҡыҙы Һомайҙың да, Йәншишмәне күрhәтерҙән алда, әйтер hүҙе, бирер баhаhы бар Уралға:

Минең hиңә шартым бар.

Ҡайҙа булhа барырhың,

Yҙең уйлап бағырhың;

Йылан илен үткән ир,

Уңдан hулға сыҡҡан ир,

Yҙең юлын табырhың.

Был урында һүҙ, әлбиттә, алтынсы чакра аджня тураһында бара! Аҡҡош-ҡыҙҙың егеткә былай тип мөрәжәғәт итеүе баяғы шул кеше тәнендәге астраль каналдарға ишара булыр, сөнки Урал, үҙенә тәғәйен булған уң юл – ҡояш юлағы Пингаланы лайыҡлы үтеп сыҡты. Был ҡыл-каналды дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылыуы нигеҙендә таҙартыуға өлгәшкән ябай кеше түгел, ә көс-кәре, ҡеүәте ташып торған батыр ул хәҙер! Ләкин уға, hул каналын да таҙартып, камиллыҡ дәрәжәhенә эйә булыу мотлаҡ, шунhыҙ – Йыhан ҡапҡаhы ябыҡ әлегә! Тап шул кимәлдә ҡур һөйәгенән сығып, умыртҡа бағанаһынан уң яҡтағы ҡояш юлағынан ҡалҡып, аджняға еткән көс-ҡеүәт мейенең һул ярымшарына артыла. Тағы бер ғәмәл – hыу менән hынауҙы үтеп, Айҙың магнитлы тәьҫиренән арынырға, ошоноң менән Ида каналынан да ҡеүәтен күтәрергә hәм был ике төр ҡеүәтте умыртҡа буйлаған урта юлда ҡушырға кәрәк хәҙер Уралға. Ҡеүәттең ошо төрөн сахасрараға күтәрә алғандар эске тойғоhо менән баш түбәhенән, мейенән ысын ләззәт тойғоhона сумдырыр тамсылар (йогала: бинду тип атала) тамыуын тойор. Шул саҡта ғына әҙәм, барлыҡ нәфсе теләктәренән бушанып, ысын азатлыҡ тойғоhон кисерер: был хәл – йоганың иң юғары баҫҡысы, иң аҙаҡҡы маҡсаты.

Ҡобайырҙа был hынау нисек hүрәтләнә икән, шуны күҙәтәйек артабан. Һомайҙың:

Бөтә донъя ҡош төҫөн

Yҙ өҫтөндә биҙәгән

Бер ҡош эҙләп тапhаң hин,

Минән ярҙам күрерhең,

Шишмәнән hыу алырhың,

Теләгәнеңде табырhың, –

тигән йомошона ҡаршы, алдағы hынауҙың ҡатмарлы булырын күҙаллаған Уралдың, үҙенә тиң юлдаш, яуҙа ҡорҙаш булырҙай бүләк hорауы була, ҡыҙ ҙа үҙенең hүҙен әйтә:

Ут ҡа төшhә, янмаҫтай,

Һыу ға төшhә, батмаҫтай,

Ел дә ҡыуып етмәҫтәй,

Тау ҙан- таш тан өркмәҫтәй,

Ир-егеттән бүтәнде

Yҙенә тиң күрмәҫтәй;

Типhә, тау-таш сорғотоп,

Сапhа, диңгеҙ ярырҙай,

Ауырлыҡта, тарлыҡта

Һиңә юлдаш булырҙай,

Күктә; тыуып, күктә үҫкән,

Ерҙә тоҡом йәймәгән,

Әзрәҡәнең дейеүе

Мең йыл ҡыуып тотмаған,

Әсәйемдән бирелгән,

Yҙем hөйгән егеткә

Бирә торған бүләгем –

Аҡбуҙ толпар бирәйем.

Йөҙөн hис тут алмаҫтай,

Утҡа ҡаршы – ут булыр,

Һыуға ҡаршы –hыу булыр,

Ен-дейеүҙең барыhын

Yлемендәй өркөтөр

Булат ҡылыс бирәйем.

Был юлдарҙан аңлауыбыҙса, Һомай, үҙенә тиң булырҙай йәренең аңын алдағы hынауҙарҙа аджнянан түбән биш кимәлгә төшөрмәү сараhын күрә. Йогала ер, hыу, ут, ел-hауа, бушлыҡ; элементтарына тап килгән чакралар ҡапҡанына эләкмәҫ мәңгелек РУХ символы Аҡбуҙатын hәм шуларға хас донъяуи нәфсе-теләктәрҙе аҙҙырыусы ен-дейеүҙәрҙең (Йогала: мара – дьявол) ау-тоҙағын өҙә сабыр символ – булат ҡылысын вәғәҙә итә.

Урал батыр, юғары кимәлдәге ҡеүәтен ҡулланып, телепортация ярҙамында (“таяғын ат иткән, ти”) ҙур ара юл үтеп,

Бара торғас, бер саҡта

Тау уратҡан бер яҡта:

Һайыҫҡан да, ҡоҙғон да

Йән барлығын hиҙмәгән,

Һис бер кеше булмаған,

Дейеү-ен дә ул ергә

Килеп аяҡ баҫмаған,

Yркәс-үркәс ҡаяhы,

Башына күҙең hалhаң,

Юғары торор болоттан,

Бөтә йәмде үҙендә

Һаҡлар элек-электән –

Шундай бер тау күргән, ти;

Болот ярып, үрмәләп,

Тау башына менгән, ти.

Был тауҙың hүрәтләнеше йога тәғлимәтендәге ер үҙәге булыр изге Меру тауына тап килә!

Тирә-яҡҡа күҙ hалып,

Оҙаҡ ҡарап торған, ти:

Алыҫтан күҙгә салынған,

Йондоҙҙай булып сағылған

Бер яҡтылыҡ күргән, ти,

Шуға тоҫҡап киткән, ти.

Барып етеп ҡараhа,

Әйләндереп күҙ hалhа:

Таш урынына көмөштән

Сите, төбө биҙәлгән,

Буйындағы сәскә лә

Ҡаты елгә борсолмай,

Шаҙраланып өҫтәре,

Күҙ сағылыр төҫтәре,

Ел дә тейеп тулҡынмай,

Ҡояш нуры төшкәндә,

Ем-ем иткән ынйылай

Бер hылыу күл күргән, ти.

Ошо күлдең өҫтөндә

Тирәләй ҡош йыйналған,

Бөтә төҫкә биҙәлгән

Бер hылыу ҡош йөҙгәнен

Урал айыра күргән, ти…

Әлбиттә, был тамаша, өҫтә иҫкәрткәнсә, Уралда Ида каналын таҙартыусы ғәмәлдең барышын hүрәтләү ул: күл һыуы (һул яҡтағы каналды һыу менән таҙартыу – “крещение водой”) hәм шунда йөҙөүсе ҡоштоң Айhылыу булып сығыуы, шулай уҡ ай символы көмөш тураhында мәғлүмәт – барыhы ла тап килә. Урал нисек шулай тиҙ эҙләгәнен тап итә hуң? Был хәл, йогалағы карма законы буйынса, “тиң тиңен таба” принцибы менән аңлатылыр. Шулай уҡ улар икеhе лә, нескә hиҙгерлек, аң кимәлендә бер-береhенең изге күңелле булыуҙарын яҡшы тойhалар ҙа, ”күҙ асып, күҙ йомғансы” Самрау иленә ҡайтып ингәнсе, серҙе лә асып бөтмәйҙәр, сөнки танышлыҡ әле хәл-ваҡиғаларҙа hыналмаған. Һарайға ҡайтып еткәс, улар hәр береhе ни күргәнен “барын теҙеп hөйләгән”.

Һомай быны ишеткәс,

Уралдан сер тартмаған:

Yҙе Һомай икәнен,

Уралды яҡшы белгәнен

Барын теҙеп аңлатҡан,

Һомай шунда атаhын

Бүлмәhенә саҡыртҡан.

Инде хәҙер асыҡтан-асыҡ hөйләшеп аңлашыр сәғәт тә hуҡты. Тәүҙә улар кәңәшләшеп, дейеүҙәрҙең бында тағы килеү ихтималлығын асыҡлағас, Айhылыуҙы Айға, әсәhе янына, ебәреп тороуҙо хуп күрәләр. Һомай тәүҙә, Уралдың уй-ниәттәренең hаман да бер йүнәлештә икәнен тағы бер ҡат асыҡлар өсөн, hый-хөрмәттә ҡунаҡсыллыҡ ҡағиҙәләрен үтәй. Тәрбиәлелек, сама белеү Уралдың ҡанында булғанлыҡтан, бәҫле ҡунаҡ булып ятыуҙың артабан мәғәнәhе юҡлығын бер-нисә көн үткәс тә, Һомайҙы саҡырып, белдерә. Артабан маҡсатына ярашлы юлын дауам итергә сығырын әйтә, уның биргән вәғәҙәhен иҫенә төшөрә:

Мин эҙләгән Yлемдән,

Һин әйткәйнең телеңдән

Ҡотолорға юл табып

Мин бирермен, тигәйнең,

Аҙаҡ hүҙең әйт, hылыу,

Ни әйтерhең, – көтәйем,

Мин ишетеп китәйем.

 

Һомай, үҙенең күңелен яулаған батырҙы юлға сығарыр алдынан, атаhына был серен асып, уның ризалығын ала. Алда буласаҡ данлы оло туй хаҡына Шүлгән дә тотҡондан сығарыла.

Шүлгән, Урал икәүhе,

Берен-бере табышҡас,

Көтмәгәндә осрашҡас,

Ике туған шатлығын,

Юлда күргән барыhын

Урал теҙеп hөйләгән.

Шүлгән тыңлап ултырған,

Барын уйлап уҙҙырған;

“Урал былай дан алhа,

Атама данлы ҡайтhа,

Батыр булып маҡталыр,

Бар эштә лә oc булыр,

Минең hүҙҙәр аҫ ҡалыр”, –

Тип, эсенән көнләшкән.

Шуға күрә Уралға

Бар серене сисмәгән,

Әзрәҡәлә булғанын,

Бында ниңә килгәнен, –

Береhен дә әйтмәгән.

Ул Уралды үлтереп,

Yҙе данлы ир булып,

Һомайҙы ла үҙе алып;

Аҡбуҙатҡа атланып,

Булат ҡылыс ҡулланып,

Дан алыуҙы уйлаған.

Әлегә ике туғандың хәл-тороштары бер самала, тиң күренә, сөнки улар икеhе лә был Аджня кимәленә күтәрелеп еттеләр бит. Әммә был күренеш тышҡы ҡарамаҡҡа ғына шулай тойола. Эске үҫешкә йүнәлеш биреүсе ниәттәре башҡаса Шүлгәндең. Йыhандың иң ғәҙел, шуға күрә унан ҡотолор йән булмаҫ карма – ҡармаҡ; эләктеререн, ҡармап алырын күҙ уңынан ысҡындыра шул көнсөллөктән аңы томаланған ағай ғынаhы Уралдың! Аң кимәлендә аңлашыу, киҫәтеү ҙә була шул саҡ былар араhында:

 

…Батыр булған ир-егет

Еңмәҫ нәмә булырмы?

Батырмын тигән ир-егет

Яуызға юл ҡуйырмы?

Утҡа ҡаршы hыу булыр ул,

Яуға ҡаршы тау булыр;

Yҙенә түгел, барына

Ауырлыҡта юл булыр

Батырҙан ир тарыҡмаҫ;

Батыр hис бер зарыҡмаҫ,

Яҡшылыҡтан ялыҡмаҫ,

Яуҙан да hис талыҡмаҫ.

Күккә менер баҫҡысhыҙ;,

Ерҙе асыр асҡысhыҙ;,

Яҡшынан эскәне – hыу булыр,

Ямандан эскәне – ыу булыр.

Доғаға тиң бындай кәңәште отоп, ҡустыhының киҫәтеүенә ҡолаҡ hалhа, Шүлгәндең артабанғы ҡылыҡтары яҡшыға үҙгәрер, юлы юғарыға, Йыhан ҡапҡаhына килтерер ине уны. Ләкин яуыздарҙың ҡотҡоhона бирелгән (“Ишәй ишен таба, Ҡушай ҡушын таба”) Шүлгәндең нәфсеhе арта бара, хатта туғанына ошондай сара ҡылырға ла тәҡдим итеүгә барып етә ул:

Барыhына мат ҡурып,

Көслө батша булайыҡ,

Һин таяғың бир миңә, -

Ошо илде ҡырайым,

Самрау ҡоштоң ҡыҙыны

Yҙемә тартып алайым,

Аҡбуҙатын менәйем;

Мин бит туған ағайың,

Мин дә данлы булайым!

Ағаhының яңылышыуының хаттин ашҡанын күргәндә лә, Урал асыуланмай, тыныслыҡ hаҡлай, уның асыу көсөн ысын дошмандарға йүнәлтеп ҡарай:

Беҙ икәүләп барайыҡ,

Дейеү илен алайыҡ,

Унда тотҡон булғандың

Барына юл асайыҡ.

Ҡыҙы hөйhә, ҡыҙын ал,

Бүләк итhә, Буҙын ал.

Ҡыҙ алам, тип яу асып,

Yлемгә беҙ юл ҡуйып,

Бер ҙә юҡҡа ҡан ҡойоп,

Яуыз исем таҡмайыҡ;

Ҡан ҡойоусы даны алып,

Илгә яман ҡайтмайыҡ.

Әзрәҡәне еңәйек,

Шишмәнән hыу алайыҡ,

Yлгәнгә йән бирәйек,

Кешеләрҙе донъяла

Yлмәҫ йәндәр ҡылайыҡ.

Ошондай hөйләшеүҙән hуң да Шүлгән, аҫтыртын рәүештә мораҙына етмәк булып, Һомайға үҙ ниәтен еткергәс, мәрхәмәтле hәм хуш күңелле Ҡояш ҡыҙы ла егеткә асыуланмай, уның тойғоларын кәмhетмәй, килеп тыуған көсөргәнешле хәлдән сығыуҙың ғәҙел сиселешен тәҡдим итә:

Егет, hүҙең тыңланым,

Эс сереңде аңланым,

Шулайҙыр, тип уйланым;

Мин бер батша ҡыҙымын,

Ҡыҙҙарының ҙурымын.

Егет, уйың уй булhын,

Бер ҙур майҙан ҡорайым,

Батырлығың hынайым,

Шунда даның күрәйем.

Буҙ атым бар йыраҡта,

Әсәм биргән бүләккә,

Майҙаныма шул килер,

Батыр булhаң, ул белер.

Майҙанымда буҙ атты

Ҡулыңа алып меналhаң,

Эйәренең ҡашынан

Булат ҡылысын алалhаң,

Шундай батыр булалhаң, –

Буҙым бүләк ҡылайым;

Атама әйтеп туй яhап,

Yҙеңә йәр булайым.

 

Һомай буласаҡ йәре Уралға вәғәҙә иткән бүләктәрен Шүлгәнгә лә ҡабатлап әйтеүе, уның был ярыштың кем файҙаhына тамамланыуын асыҡ күҙаллауынан, әлбиттә. Ләкин былай итеп Шүлгәнде ышандырыуы – киҫәтеүҙәрҙе аң hәм hүҙ кимәлендә төшөнөүҙән ваз кискән ир ишараhына hуңғы тапҡыр hабаҡ биреү булыр. Был ярыштың hөҙөмтәhен ғәҙел баhалауҙы бар халыҡҡа күрhәтеү өсөн, Аҡбуҙатын саҡырта ул.

Һөйөп алғас Аҡбуҙын,

Һомай әйткән хаҡ hүҙен:

“Күктә торҙоң йондоҙҙай,

Батыр көтөп, зарығып.

Кеше ҡаны булмаған

Батырҙы алып ырғытып;

Мин hайлаған батырҙың

Береhен hанға алманың,

Yҙең hайлап бирмәнең.

Бына килде батырҙар,

Һине көтөп ятырҙар.

Батырлығын hайлапмы,

Матурлығын hайлапмы,

Береhен үҙең алаhың,

Yҙеңә юлдаш ҡылаhың, –

Һиңә иптәш ир булыр,

Миңә hөйгән йәр булыр”.

Һомайҙың Аҡбуҙатынан ошондай ғәҙел хөкөм, айныҡ ҡарар ҡабул итеүҙә ярҙам hорап мөрәжәғәт итеүе, уның Йыhан кимәлендәге карма законына бойhоноуын аңлатыр: хәл-ваҡиғаларҙың сиселеше өлгөрөп еткән ваҡыт хәле, урын хәле, шарт хәле кеүек өс нәмәнең тап килгән осрағында ғына, билдәле бер мәлдә хәрәкәткә килер, пәйҙә булыр. Был майҙан тотоу күренеше шул “сәғәттең hуғыуына” ишара. Һәр кем, үҙе сәбәп ҡылған эш-ҡылыҡтары буйынса, карма законы бойомға ашырған лайыҡлы hөҙөмтәhен күрер мәл был. Шулай итеп, Урал үҙе hайлаған уң юлды уңышлы тамамлауын бар ғәм алдында раҫлай. Етмеш батман ауырлыҡ ҙур бер ташты ерҙән ҡуптарып алып, өс бармағы осонда күтәреп кенә ҡалмай, уны хурлыҡҡа ҡалған ағаhы өсөн беренсе тапҡыр (!) асыуланып, “алып атҡан hауаға, Әзрәҡәнең иленә”. Был ваҡиға йогала һәр бармаҡ осона бер чакра тап килеү менән аңлатыла: был осраҡта урта бармаҡ – манипура, сығанаҡ бармаҡ – вишудда, һуҡ бармаҡ – аджня чакра булыр. Чакралары таҙа булыу сәбәпле, Урал өс бармаҡ осонда көс-ҡеүәтен туплап, был һынауҙы үтә ала. Таштың күктә ут сығарыуына сәбәпсе булыуы уң каналдағы ут-энергияhынан азат булыуҙы аңлатhа, ә еңелгән Шүлгәнде ҡыҙғаныуҙан, Айhылыуҙы кире төшөртөүҙәре – hулдағы Ида каналындағы ҡеүәтте бушатыу булыр. ”Аллаhы Тәғәләнең ғәфү итеүсене, кисереүсене hөйәрен” күктәгеләр яҡшы белә. Шулай итеп, Самрау илендә бер юлы ике туй ҡылыуҙарынан беҙ Шүлгәндең дә нескә ҡеүәт (кундалини) күтәрелешен Урал менән бергә аджня кимәлендә таныуҙарын, ҡабул итеүҙәрен тағы ла бер ҡат күрҙек. Улар барыhы ла дин-ҡәрҙәштәренә сырай hытып ҡарамаҫ бөйөк йәндәр – бодхисаттвалар икәнлеген ысын мәғәнәhендә күргәҙмә ҡылдылар.

Йога тәғлимәтенең hынауҙары бының менән генә тамамланмауын артабанғы хәл-ваҡиғаларҙан күҙәтербеҙ. Шүлгән менән Уралдың икеhенә лә бергә булып, бер hынау – урта юлды быуып торған, фани донъяға бәйләп тотҡан, ысҡынырға hис бирмәгән hәм ғәҙәткә ингән, күнегелгән өсөнсө тойғо – шул донъяға эҫенеүҙән, эйәләшеүҙән азат булырға кәрәк.

Шүлгән: “Мин дә бер дан табайым, Әзрәҡәгә барайым, илен баҫып алайым”, – тигән ниәтенә Уралды күндереп, серле таяҡты ҡулына төшөрөү менән, яңылыш юлын ҡыуа, яуыз эштәрен ҡыла башлай. Иң беренсе ул “таяғы менән ергә hуҡҡан да, барыhын hыуҙан баҫтырып, hәләкәткә ҡалдырған”. Шул арала әүермәнлек сифатына эйә булыр Зәрҡум, ҙур бер балыҡҡа әйләнеп, Һомайҙы ҡарпығас, күктә ҡояш тотолоуы, Аҡбуҙаттың ҡыҙҙы ҡотҡарып, серҙе Урал белеүе – берләшкән ҡеүәттең ут hәм hыу кеүек ике төргә яңынан бүленеүен, Урал менән Шүлгәндең юлдары киренән саталаныуын, йәғни Махаяна hәм Хинаянала дауам итәсәген күрhәтә. Ә был күренеш үҙе донъяның ысын мәғәнәлә дуалләшеүен төҫмөрләтә: хәҙер инде бер-береhенә ҡаршы булыр көстәр тамам бүленде.

Зәрҡум менән Шүлгән, таяҡҡа хужа булып, Әзрәҡәгә килгәс, уныhы “ерҙе hыу менән ҡапларға, күкте ут менән ялмарға” бойорған. Был хәлгә түҙерлек әмәле ҡалмаған кешеләр, Уралдан ярҙам hорап, ялбарыуына батыр сыҙап тормаған, дошмандарға ҡаршы яу асҡан. Был тамашалар барыhы ла Урал менән Шүлгәндең ҡатнашлығында барыуынан беҙ был ике ҡапма-ҡаршы көстәрҙең үҙ-ара көрәш аша, ләкин бергә (ысын донъяның бер сифаты) Сушумна каналындағы түбән чакраларҙың hәр береhенә хас ер, hыу, ут, ел-hауа, бушлыҡ;– арауыҡ; элементтарынан арыныуын күҙәтәбеҙ.

Шуларҙың иң өҫкөhө – дейеү батша Әзрәҡә илен Урал Аҡбуҙатында бер үҙе тар-мар итер, Әзрәҡәнең үҙен булат ҡылысы менән тураҡлап, кәүҙәhенән Ямантау барлыҡҡа килер өйөм өйгән, халыҡ иркенләп йәшәhен өсөн, диңгеҙ hыуын сигендергән (Һуңынан был сюжет иудаизм диненең юлбашсыһы Муса пәйғәмбәр миҫалында ҡабатланыр).

Киләhе ваҡиғалар ошо ваҡыт арауығында унан яралған улдарының тыуып-үҫеп, буй еткереп, уға ярҙамға килеп бергәләшеүҙәре менән бәйле. Ҡатил батшаның ейәне, Уралдың беренсе улы Яйыҡ;, был илдең халҡының, Уралды тәңрегә тиңләп, хөрмәтләүен, әсәhенең дә уны hағынып көтөүе тураhында ентекләп бәйән итер. Бигерәк тә уның Урал батыр тарафынан үлтерелгән дүрт батырҙың ҡаны бығаса ергә hеңмәй, hыуынмай ятҡанының сәбәбен әсәhенән төпсөнөп-белеп, уның ярҙамы менән ерҙәге барса хәл-ваҡиғаларҙың шаhиты – ҡарт ҡоҙғондо саҡыртып, шул ҡандарҙан дүрт батырҙы терелтеүе иғтибарға лайыҡлы күренеш. Был хәлдең булыуы мөғжизәүи тойолhа ла, йога тәғлимәте өйрәткәнсә, изге кеше алдында ҡылған яуыз эштәреңдең яңылыш икәнен аңлап, ысын үкенес кисереү, изгеләрҙән ғәфү hорап, тәүбәгә килеү, хаҡ юлға баҫыу – яңынан тыуыуға тиң hаналыр ғәмәл ул:

Оло бабаң Ҡатилдың

Ҡоллап алған дүрт батыр,

Бабаң ҡушҡас, яу астыҡ,

Яуыз ҡанға олғаштыҡ;

Ер ҙә эсмәй ҡаныбыҙ,

Көн киптермәй ҡаныбыҙ,

Ҡоҙғондарҙан hорайбыҙ,

Улар ҙа эсмәй ҡаныбыҙ,

Өҙгөләнә йәнебеҙ.

Урал атаңа бар әле,

Беҙҙең зарҙы әйт әле:

Сара тапhын, терелтhен,

Yҙенә юлдаш булырлыҡ

Яуға сабыр ир итhен.

Икенсе ул – йылан илендә ҡалған Гөлөстандан тыуған Нөгө;ш тә батырҙан батыр тыуыуын эш менән иҫбатлап өлгөргән икән:

…Дейеүен дә, Зәрҡумды ла,

Быуын-быуын тураным.

Хәлhеҙләнгән көйө тороп,

Әсәм килеп ҡул hалды,

Йәшләндереп күҙҙәрен

Былай тиеп hөйләнде:

“Атаң – Урал батырым,

Унан тыуған Нөгөшөм,

Батыр булып тыуғанhың,

Атаңа ҡулдаш булғанhың.

Мен толпарға hин, балам,

Атаңа юлдаш бул, балам!” –

Тиеп әсәм hөйҙө лә,

Толпар тотоп бирҙе лә

Миңә юлды өйрәтте,

Мине яуға оҙатты.

Был юлдарҙан, батыр иреңә тоғролоҡ hаҡлауыңдың билгеhе итеп, унан тыуҙырған балаңдан батыр ул тәрбиәләп, алмаш быуын ҡалдырыу – кешелек донъяhында әлмисаҡтан ҡатын-ҡыҙға тәғәйен иң изге бурыс, “доға ҡабатлаған hайын яңырыр” кеүек мәңгелек хаҡлыҡ икәненә тағы бер төшөнәhең. Был хәҡиҡәт йога серҙәрен hаҡлаған ҡобайырыбыҙҙа асыҡтан-асыҡ дүрт улдың әсәләре миҫалында ярылып ята.

Бала ысын мөхәббәт, лайыҡлы hөйөү, ата-әсә генә түгел, халыҡ фатихаhы менән яралырға тейеш был донъяға. Шул сағында ғына, Аллаhының ризалығы менән, юғары кимәлдәрҙән килгән йән керер тыуасаҡ баланың тәненә. Уралдың өс улының да, тоғро ҡатындарҙан тыуып тәрбиә алыуҙары, атайҙы күрмәйенсә лә, үҙе кеүек, изгелекле булып балиғ булыуҙары – карма законының асылына тап килә: “Ағас тамырына ҡарап үҫә”. Үҙҙәрен бағып үҫтергән әсәләрен яҡлаусы, ихтирам итеүсән булыуҙары менән сауаплы улдарҙың да, ҡылыҡтары менән тик аталарының батырлығын ҡабатлауҙары – уларҙың тыумыштан аңлы, рухлы йәндәр икәнен күрhәтә.

Шулай итеп, Урал менән Һомайҙың мәңгелек мөхәббәте емеше Иҙел гә лә оло hынау – әсәhен яҡлап, дейеү менән алышыу насип булған икән, hәм ул беренсе еңеүе тураhында тәү күргәндә атаhына, ғорурланып, hөйләр:

Дейеү ятып йән бирҙе

Һарай эсе ҡан булды;

Әсәм билдән ҡан кисеп,

Һыуhаның, тип, hыу бирҙе,

Йөҙөнә шатлыҡ тулды.

“Батырҙан батыр тыуғанhың,

Атаңдай батыр булғанhың;

Кәүҙәң бала булhа ла,

Йөрәгең йәш булhа ла,

Инде үҫеп еткәнhең,

Атаң яңғыҙ тилмерә,

Ауыр көндәр кисерә,

Атаң яңғыҙ булмаhын,

Дошман яуы еңмәhен,

Бар, атаңа юлдаш бул”, -

Тиеп әсәм димләгән,

Атаhыны эҙләгән

Иҙел тигән улың мин,

Һиңә төбәп килдем мин.

Бының менән халыҡсан hәм мәңгелек әҫәр – быуындарҙы быуынға, үткәнде киләсәккә бәйләүсе ябай төшөнсәләрҙе hаҡлаусы hәм бөгөнгө көн өсөн ысын мәғәнәhендә “халыҡ тәрбиәhе мәктәбе” ул. Сөнки кешелек донъяhы тарихында, ваҡыт даръяhының бер осоронда йәмғиәт, тормош тәжрибәhен туплау маҡсатынан “кире сифатлы hабаҡ алыу” hынауын үтер замандарҙа, түбән ҡолауҙың hуңғы кимәленә еткәндә лә, хәтергә алырлыҡ тура мәғәнәhендә аҡыл-кәңәштәр ҙә, уратып әйткән тыйыу-иҫкәртеүҙәр ҙә етерлек был әҫәрҙә. Шуларҙың береhе – Айhылыуҙың яуызлыҡ юлынан киткән Шүлгәндән яралған улы Һаҡмар ҙы, кейәүенә тигән бүләге – Һары толпарға атландырып, Иҙел менән оҙатҡанда әйтер hүҙҙәре:

“Урал атаң юлынан,

Балам, яуға сап, тине,

Атаңды эҙләп тап”, – тине.

 

Әсәнең балаhын үҙ атаhынан ваз кистерер өгөт-нәсихәтенә ниндәй мәғәнә hалынған икән? Әлбиттә, йога тәғлимәтендәгесә, Сансараның аҫтан дүртенсе кимәленә – кеше булып тыуыуға сәбәп ҡылыусы ата-әсә булыу – әле бик “бөйөк эш” hаналмаҫ, әммә ләкин hиңә был донъянан юғарыларына күтәрелергә, аң үҫешенә булышлыҡ итеүсе, “донъя ҡулсаhынан” ҡотҡарыр рухи остаз – рухи ата тураhында был hүҙҙәр. Был осраҡта Урал батырға шундай юғары йөкмәткеле бурыс, ышаныс күрhәтелде булыр Ай ҡыҙы тарафынан. Был ваҡиғаны һүрәтләүҙең тағы ла бик әһәмиәтле йәшерен сере бар. Айhылыуҙың улын үҙенеке тип ҡабул итеүен Уралдың аң ҡеүәтенең һул ярымшарға күсеп тамамланыуы тип ҡабул итергә кәрәктер.

Балалары үҫкәнен,

Батыр булып еткәнен

Yҙ күҙе менән күргәс,

Урал батыр ҡыуанған,

Fәйрәте тағы артып,

Аҡбуҙатҡа атланған,

[Аталы-уллы биш батыр,

Бер-беренә иш батыр,

Йәнә баяғы дүрт батыр]

Дейеүгә яу башлаған,

Ҡыйратып ташлаған,

Ай hуғышҡан, ти, былар,

Йыл hуғышҡан, ти, былар.

Ҡаты яуҙарҙың берендә

Ҡәhҡәhәне ҡолатҡан –

Диңгеҙ ярып, дулатҡан,

Асы тауыш сығартҡан,

Күк күкрәтеп, олотҡан,

Кәүҙәhен өйөп, диңгеҙҙe

Тағы бер тау яhатҡан.

Тылсымлы Шүлгән диңгеҙе

Ҡап урталай быуылған,

Һыуҙа йөҙгән дейеүҙәр

Ике яҡҡа бүленгән.

Шүлгән йүнгә килмәгән.

Был юлдарҙа яуыз заттан булған Ҡәhҡәhәнең иң түбән кимәл Муладараға ҡолауын кәүҙәhенең ер элементы тауға әүерелеүенән, ә Шүлгәндең Свадистанала hыу элементы диңгеҙгә хужа булыуынан беләбеҙ. Хәҙер инде хәл-ваҡиғалар бер урында төйнәлде, был төйөндөң сиселеше булырға тейештер? Изгелек менән яуызлыҡ көрәшенең тамамланыуға барышында

…Урал тотҡан Шүлгәнде,

Аҡбуҙаты, улдары

Ҡырған дейеү, бүтәнде.

Көсө менән Шүлгән дә

Уралға кәр ҡылмаған,

Алышhа ла, түҙәлмәй,

Шунда ергә ҡолаған.

Һаҡмар килеп Шүлгәнгә,

Ҡылыс менән уҡталған;

Урал тыйғас, Һаҡмар ҙа

Сапмайынса туҡталған.

Урал, халыҡты йыйған,

Шүлгәнде уртаға ҡуйған.

Был күренештән юғары кимәлдәге боронғо тәғлимәткә хас “үс алыу теләгенән хөкөм ҡылыу” йолаhының ҡабул ителеүе генә түгел, тыйылған булыуын төҫмөрләйбеҙ. Ысынлап та, бындай йола карма законына ҡаршы килә, сөнки “сәбәп-hөҙөмтә” сылбырында насар ниәттән (сәбәптән) ҡылған ҡылыҡ кире hөҙөмтәгә килтерер, киләhе яуызлыҡтарға сәбәп булдырыр – әммә ләкин был сылбырҙың аҙағы булмаҫ. Аҡыл эйәhе Урал уландарына ошондай hабаҡ биреү ниәтенән, Шүлгәнде халыҡ алдына ҡуйып, ғәйептәрен hанап, тәүбәhенә килтерергә теләр; сөнки, был иң кешелекле боронғо тәғлимәт өйрәткәнсә, аҡылға ултырыу өсөн бер ҡасан да hуң түгел, тик үҙ ғәйебеңде үҙеңдеке тип таны ғына!

“Fәйеплемен”, – тимәhәң,

Башың сарҙай [64] сорғотоп,

Он-талҡандай итермен;

Күбәләктәй йәнеңде

Төнгө томан ҡылырмын;

Ҡаныңа буяп кәүҙәңде,

Әзрәҡәнән бар булған

Ямантау тип аталған

Тауға илтеп күмермен.

Башына йән килмәҫтәй,

Килеп хәлең белмәҫтәй,

Яҡшылап телгә алмаҫтай,

Бер үлән-зат үҫмәҫтәй,

Бите көнгә ярылған,

Ҡасҡан-боҫҡан йыланға,

Яуыз уйлы бөркөткә,

Ҡан көҫәгән ҡоҙғонға

Ҡунып, йәнлек аңдырға

Яуыз тағы булырҙай

Ҡара ҡая итермен”, -

Тигән hүҙен Уралдың

Шүлгән тыңлап торған да

Урал ҡуймаҫ, үлтерер,

Тип йөрәге ҡурыҡҡан,

Һүҙ бирергә тотонған…

Алдағы ваҡиғаларҙан белеүебеҙсә, яуызлығы йөрәгендә булған Шүлгәндең хаталары өсөн үкенес белдереп аҡланыуы буш hүҙ, төҙәлергә биргән вәғәҙәhе тағы ла бер ҡыуыҡ анты булып сығыр. Сөнки был сифат – ул ҡолаған “хайуандар донъяhында” хөкөм hөргән “көслө көсhөҙҙө ейер” йолаhына ярашлы йән эйәләренә хас ҡурҡаҡлыҡ. Ошонан hуң төҙәлеү юлына боролмаhа, тағы ла бер кимәлгә түбәнерәк, иң аҫҡы донъя ҡапҡаhы – тамуҡҡа юл асыусы Муладараға (ҡара ҡаяға әүерелеү – ер элементына ишара!) осорон иҫкәртеү ҙә ҡуйманы уның тәгәрәүен, сөнки аңы хәҙер шул кимәлдә “намыҫ тапар ирҙең”, Шүлгәндең. Ә мәрхәмәтле Уралдың өсөнсө тапҡыр уны hынамаҡҡа ебәреүе – туғанлыҡ ептәренең әле өҙөлмәүенән, йәғни урта юл – Сушумналағы төрлө рәүештәге бәйлелек, эҫенгәнлек тойғоhонан арынып бөтмәүен күрhәтә:

Атамдың хаҡы өсөн,

Әсәмдең хәтере өсөн,

Тағы ла бер hынайым,

Теләгеңде бирәйем.

 

Йогала танылған “өс ағыуҙың” иң ҡатыhы булыр был хистән ҡотолоу теләге уғата көслөрәк ғазаптар аша үтергә мәжбүр итер үҫәрмәнде.

Урал инде кешелек өсөн яҡшылыҡ ҡылыуҙа hуңғы бурысын башҡарырға әҙер:

 

Йәншишмәнең бар hыуын

Һоҫоп алып киләйек,

Бар кешегә бирәйек.

Күҙгә күренмәҫ Yлемдән,

Килер ауырыу-сырхауҙан,

Ауыртыныу-hыҙлауҙан,

Кешеләрҙе ҡотҡарып,

Барыhыны шат ҡылып,







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 474. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Метод архитекторов Этот метод является наиболее часто используемым и может применяться в трех модификациях: способ с двумя точками схода, способ с одной точкой схода, способ вертикальной плоскости и опущенного плана...

Примеры задач для самостоятельного решения. 1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P   1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P...

Дизартрии у детей Выделение клинических форм дизартрии у детей является в большой степени условным, так как у них крайне редко бывают локальные поражения мозга, с которыми связаны четко определенные синдромы двигательных нарушений...

Классификация и основные элементы конструкций теплового оборудования Многообразие способов тепловой обработки продуктов предопределяет широкую номенклатуру тепловых аппаратов...

Именные части речи, их общие и отличительные признаки Именные части речи в русском языке — это имя существительное, имя прилагательное, имя числительное, местоимение...

Интуитивное мышление Мышление — это пси­хический процесс, обеспечивающий познание сущности предме­тов и явлений и самого субъекта...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия