Студопедия — Сәбәбенә күрә– эҙемтәhе
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Сәбәбенә күрә– эҙемтәhе






Берәү тура юлдан барһа, үҙе өсөн бара, берәү аҙашһа, үҙенә зарарға аҙаша, һис бер йөк күтәреүсе икенсе йәндең йөгөн күтәрмәҫ;. [Әл-Исра (Төндә күсереү) доғаһы, 15-се аят]

Карма тураhындағы тәғлимәт булараҡ, йога кешенең был тормоштағы хәл-торошон элекке ҡылған ҡылыҡтарына бәйләп аңлата. Йәғни сауабы ла, язаhы ла hәр кемдең үҙенеке – үҙенә. Был хәҡиҡәт берәүҙәрҙе тормош hынауҙарын аңлы рәүештә күндәм ҡабул итергә, сабыр булырға, башҡаның уңышына көнләшмәҫкә, кеше бәхетенә ымhынмаҫҡа өйрәтә. Икенселәре иhә, уңышҡа өлгәшеп, рәхәтлектә йәшәгәндә тәкәбберлек, hаранлыҡ, ҡомhоҙлоҡ кеүек кире сифаттар булдырмауға ынтылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта әлеге бөтә булмышың менән киләсәк өсөн сәбәп тыуҙырыуыңды белеү, үҙ сиратында, маҡсаттарыңды үргә йүнәлтә, йәшәү рәүешең өсөн яуаплылыҡты арттыра. Ошондай идеяны беҙ башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү”ҙә күҙәтәбеҙ:

 

Иртәнсәккәй томан төшкән саҡта,

Йылҡылар ҙа юшап төшә ул.

Тәфтиләүҙең үҙе күрмәһә лә,

Тоҡомона күҙ-йәш төшөр ул.

 

Йыһандың берҙән-бер һәм ғәҙел карма ҡанунына нигеҙләнгән донъяуи ҡарашы, шулай итеп, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында киң сағыла. Халыҡ йырҙарында тормоштоң төрлө хәл-ваҡиғаларына, осраҡтарына тап килеүсе был күренеш фәлсәфә кимәлендә дөйөмләштерелә:

 

Иртә менән тороп, эшкә лә барҙым,

Ҡулым тотмай ушатты алырға.

Хаҡ Тәғәлә беҙгә лә ҡушҡан икән

Тәрән шахталарҙа ҡалырға.

(“Шәйхетдин шахтер”)

Ашамай ҙа атым ҡыр үләнен,

Ашай атым күлдең күрәнен.

Былай ғына булып йөрөүемде мин

Бәхеткәйем юҡтан күрәмен.

(“Татыу йәшәүҙәр”)

Атай-инәй мине эҙләй микән,

Эсем янып, тышым көйгәнем?

Тәҡдиремдә шулай ҡушҡан микән –

Ят ҡулында ҡалды һөйгәнем.

(“Ят ҡулына ҡалды һөйгәнем”)

Әҙәм балаһын үҙенә тыумыштан бойһондорор был ҡармауҙы төрлөсә атау тәбиғи хәл. Ундай төшөнсәләрҙең төп башҡорт теленә ҡарағандары ла бар: яҙмышыңа яҙылғанды күреү;, яҙмышҡа күнеү. Халҡыбыҙҙың ислам динен ҡабул итеү осоронда яңы терминдар үҙләштерелгәнен дә күҙәтеп була халыҡ йырҙарында: хаҡ Тәғәлә ҡушҡанды үтәү, тәҡдиргә бойһоноу, бәхеттең тиң түгеллеген ҡабул итеү һ.б.

 

Һандуғасҡай меҫкен, һай, ҙур түгел,

Ултырғанҡай ере киң түгел.

Әҙәмдәрҙән әҙәм, ай, кәм түгел,

Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.

(“Барашов”)

 

Ялан ғына ерҙең дә, әй, үләнен,

Усҡайыма алдым да күрәнен.

Ауырыма ла, башым, түгелмә, йәшем,

Хаҡтың яҙмыштарын да күрерһең.

(“Ялан Йәркәй“)

 

Артабанғы мәҡәл-әйтемдәр ҙә был дөрөҫлөктө ябай hәм асыҡ итеп ярып hала:

Ағас – емеше менән, кеше эше менән матур.

Ағас тамырына ҡарап үҫә.

Айғыр ҡалдырhаң – йүнлеhен, ҡусҡар ҡалдырhаң – йөнлөhөн ҡалдыр.

Алдын бер уйла, артын биш уйла.

Алдыңа килгән ашты йота бел.

Алтылағы – алтмышта.

Арпа сәсеп, бойҙай үҫмәҫ.

Ат – менгәндеке, тун – кейгәндеке.

Атаhын күр ҙә, улын ҡос, әсәhен күр ҙә, ҡыҙын ҡос.

Атаңа ни ҡылhаң, алдыңа шул килер.

Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.

Аты барҙың – ҡанаты, hыйыры барҙың – hыйы бар.

Ауыр күтәргән – билен hындырған.

Ауыҙы бешкән өрөп ҡабыр.

Ауыҙың ҡыйыш булhа, көҙгөгә үпкәләмә.

Ашаған табағыңа төкөрмә.

Ашланған ер аш бирер.

Баҡырҙы күпме ағартhаң да, көмөш булмаҫ.

Балта оҫтаhы балтаhынан билдәле.

Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе hөҙөргә өйрәтмәйҙәр.

Барманың бар булhа, барhаң, айран эсерhең.

Башыңа төшhә, башлыҡ булырhың.

Бер кеше бәхете икенсегә булмаҫ.

Биш уйла, бер эшлә.

Бирмәҫтең ашы бешмәҫ.

Бирhәң – алырhың, сәсhәң – урырhың.

Буйына күрә күләгәhе.

Булыр бала биләүҙән.

Булырҙың быуынынан билгеле.

Булыр ҡолон бәйҙә уйнар.

Булмаҫ ҡатындан бөкөрө тыуыр.

Бур булдың – хур булдың.

Бүре балаhын бүреккә hалhаң да, урманға ҡарай.

Бүре балаhын тоторға өйрәтhә, hарыҡ бәрәсен ҡасырға өйрәтер.

Бүре бәйләүгә, дуңғыҙ әйҙәүгә күнмәҫ.

Бүрәнәнең йыуан башы кем елкәhендә – шуға ауыр.

Бәйел аҙмай башҡа бәлә килмәй.

Бәхет башы – тәүфиҡ, бәхетhеҙлек башы – ялҡаулыҡ.

Бәхет ерҙән түгел, тирҙән сыға.

Гонаhына күрә язаhы.

Дошманың күп булhа, үҙеңә үпкәлә.

Дуңғыҙға эйәргән батҡаҡта аунар.

Ел иҫмәй, япраҡ hелкенмәй.

Елдән килгән – ергә киткән.

Емеш ашағың килhә, сәскәhен өҙмә.

Егет үлhә – аты, үгеҙ үлhә – ите ҡалыр.

Егеттең үҙе үлhә лә, hүҙе үлмәҫ.

Етеhендә ни булhа, етмешеңдә шул булыр.

Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә.

Иҙел күрмәй, итек сисмәйҙәр.

Илар бала атаhының hаҡалы менән булышыр.

Инә ҡаҙ ҡаңҡылдамаhа, ата ҡаҙ бармай.

Ип-яй булhа, ит-май булыр.

Иртә барhаң, ит бешер, кискә ҡалhаң, бит бешер.

Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта.

Исеменә ҡарап – есеме.

Ишәк маҡтанып толпар булмаҫ.

Ишәккә алтын эйәр hалhаң да, hаман ишәк.

Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.

Йөҙөң ниндәй – көҙгө шулай күрhәтер.

Йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер.

Йүнhеҙ бала ата йортон хурлар.

Йүнhеҙҙән йүнhеҙ тыуыр.

Йыланды ҡотҡарhаң, тәүҙә үҙеңде сағыр.

Йыландың балаhы ла йылан.

Йыланға юлдаш булhаң, ҡулың сағыр.

Йәйең рәтле булhа, сәйең шәрбәтле булыр.

Йәрәбә hалынған – яҙмышҡа hалынған.

Кем эшләмәй, шул ашамай.

Кеременә күрә сығымы.

Кеше ҡапҡаhын асhаң аяҡ менән, үҙеңдекен ҡағырҙар таяҡ менән.

Кешеhенә ҡарап, кейемен бес.

Кешенән кеше кәм түгел, тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.

Киндер сәсhәң, күлдәк кейерhең.

Күрекле тыума, бәхетле тыу.

Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.

Ҡабат эшләгән эш hабаҡ булыр.

Ҡаҙан хәлен сүместән hора.

Ҡаҙанда ни булhа, сүместә шул сығыр.

Ҡайҙа барhаң да, ҡара hаҡалың артыңдан ҡалмаҫ.

Ҡанға hеңгәнде йыуып та, юнып та бөтөрөп булмай.

Ҡатын ауырыhа, өйҙөң йәме китер.

Ҡолон аҫыраhаң, ат менерhең.

Ҡулың эшләhә, ауыҙың тешләр.

Ҡумыҙ бейетмәй, моңо бейетә.

Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ.

Ҡыҙ ҙа булhын, быуаҙ ҙа булhын.

Ҡыҙыл телемде тыйманым, ҡыҙым өйөнә hыйманым.

Ҡылыс алғанда ҡулың ҡалтыраhа, башың ерҙә булыр.

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан hуң да беленер.

Май сүлмәге тышынан билдәле.

Мал аҫыраған – май сәйнәгән.

Мал көрлөгө көтөүсенән.

Мая башы – бер күкәй.

Ни сәсhәң, шуны урырhың.

Ни ҡысҡырhаң, шуны ишетерhең.

Оло ат менән уйнаған тайҙың аяғы аҡhаған.

Орлоғона күрә емеше.

Осҡондан ялҡын ҡабыныр.

Өйө барҙың көйө бар.

Өлөшөңә төшкән көмөшөң.

Сабыр иткән мораҙына еткән.

Себеште көҙ hанайҙар.

Сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәҫ.

Соҡорға төшкәнсе, сығырыңды уйла, тауға менгәндә төшөрөңдө уйла.

Сәсмәгән – урмаҫ.

Сәскән йыяр, сәсмәгән илар.

Һабанда hайрашмаhаң ырҙында ыңғырашырhың.

Таштан йүкә hуйылмай.

Тик торған отторған, тик тормаған туҡ торған.

Тирең кипмәhә, байлығың китмәҫ.

Тиреҫ сығарhаң ереңә, ташып бөтөрә алмаҫhың өйөңә.

Туйға тип йыр hаҡлаған, туйға килhә, йыр тапмаған.

Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Һыу бешеү менән май төшмәҫ.

Уйындан уймаҡ сығыр.

Улай итмәй, былай булмай.

Утhыҙ төтөн булмай.

Уттың, сирҙең эҙен ҡалдырма.

Yҙ ғәйебеңдең ниҙә икәнен, балаң үҫкәс, белерhең.

Yҙ ҡылғаның үҙеңә ҡайта.

Yҙең ҡарға булhаң, балаң hандуғас булмаҫ.

Yҙең яҡшы булhаң, кеше лә яҡшы.

Ырыҫ арыҫландың ауыҙында, төрөкмәндең түрендә.

Хеҙмәт ҡаты – емеше татлы.

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.

Һәр кем үҙенсә табына, үҙенсә абына.

Эҙләмәйенсә, энә лә табылмай.

Энә үткән ерҙән еп тә үтер.

Этенән күреп, көсөгө өрөр.

Эттән эт тыуа, ҡоштан ҡош тыуа.

Эшенә күрә ашы.

Эш яратҡан уңған, яратмаған туңған.

Әсәhе тирәккә менhә, ҡыҙы ботаҡҡа менер.

Әсәhе юрға булhа, ҡыҙы йөрөшлө була.

Әсәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған.

Юнышҡан ерҙә юнышҡы ҡалыр.

Яҡшы ҡарсыҡ – өй ҡаҙнаhы.

Яман ҡатын түшәгенән билдәле.

Ярлы булыр егет бейәhен атҡа hатыр,

Яңғыҙ булыр егет ағай-энеhен ятҡа hатыр.

Яуыз бала атаhының ауыҙын ябыр.

Ярыҡ ҡурай уйнамаҫ.

 

2.6. Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ;

Көньяҡ Уралдан 3-4 мең йылдар элгәре күсеп киткән hинд-иран телле арийҙарҙың ырыу башында тәүбабалары Ҡурыу[32] батша торған. Тарихсы hәм телсе ғалим Салауат Fәлләмов үҙенең хеҙмәттәрен-дә Ҡурыу арийҙарының күсеп киткән бер өлөшөнөң боронғо Месопотамия ерҙәрендә Ҡур-дистан илен барлыҡҡа килтергән, ә бөгөнгө көндәрҙә Төркиә, Сирия, Иран, Ираҡта бүленеп ҡалған ҡурдтар икәнлеген раҫлай. Уларҙың тәүтөйәге Уралда ҡалып, әлегәсә шул ерҙә көн иткән төркөмөн баш ҡурт (т – күплек ялғауы) тип атау – башҡорт этнонимының килеп сығышын аңлатыуҙа дөрөҫлөккә тап килә. Ә улары иhә, көнсығыштан, Урта Азия, Алтай тарафтарынан күсеп килгән төрки ҡәбиләләр ҡыҫымында ҡалып, шулай уҡ боронғо туған иран-арий теленән алыҫлашҡан. Әммә ләкин донъяла бер нәмә лә эҙhеҙ юғалмауы hәммәбеҙгә лә мәғлүм. Туған телебеҙҙә “ ҡур “тамырлы hүҙҙәрҙең бик күп hаҡланыуы – ошоға миҫал:

Башҡорт теленең hүҙлегендә “ ҡур»” hүҙе түбәндәгесә аңлатыла: 1)Ҡымыҙ, бал, ҡатыҡ, ҡамыр әсеткеhе, ҡурбаш; 2) Башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт; мая // Ҡур аҡса.Ҡур мал.

Тимәк, был осраҡта “ҡур” – ”башлап ебәреүсе”, “тоҡом башлаусы”, “нигеҙ hалыусы”, “барлыҡҡа килтереүсе”, “күбәйеүгә, таралыуға сәбәп булдырыусы” тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Был hүҙҙең мәғәнәhе Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо арийҙарҙың дини ҡараштарына тап килгән йога тәғлимәтендәге сәбәп-эҙемтә [33] бәйләнешенә ишаралай. Фекерҙе раҫлау өсөн ҡур тамырлы һүҙҙәр теҙмәһен килтереү етә:

Ҡураҙ;(фарсы) – 1.Әтәс. 2.Ирҙәрҙең енси ағзаhы;

Ҡурбаш (диал.)–ҡамыр әсеткеhе, икмәк башы;

Ҡураҡ – ҡурға ҡалдырылған тоҡом айғыры. (Миҫал: “Беҙҙең аймаҡты ғына алайыҡ: Һөйәрембикәләр бер ҡураҡтарына терәлеп ҡалды, Яҡшыбикә менән Мәрғүбәнең атлыҡсалары буш”. М. Ямалетдин “Ҡуласа”);

Ҡурлы – мал-мөлкәтле, бай; бәрәкәтле, үрсемле; (дим-ҡариҙел hөйл.) – хәлле;

Ҡурпы – сабылған ергә яңынан үҫкән йомшаҡ үлән йәки йәш иген;

Ҡурсаҡ [34] – үҫеш осороноң бер мәлендә ашамай, ҡуҙғалмай көпкә төрөнөп ятҡан бөжәк, йәғни үҫештең яралыу этабы, башы.

Ҡурҙау (арғаяш hөйл.) – беренсе көбөлә әсегән ҡымыҙ;

Ҡуржын (мейәс hөйл.), ҡурйын (әй hөйл.) – түпрә, сөпрә, ойотҡос;

Ҡурпытеш – hөт теше;

Ҡурпып сығыу (hаҡмар hөйл.) – шытып сығыу;

Ҡурҙы (мейәс hөйл.) – үрсемле;

Ҡур hөйәге [35] (hаҡмар hөйл.) – ҡоймос; (Йогала: йоҡо хәлендәге кундалини энергияhы, йәғни йән эйәhенең көс-кәр, ҡеүәт үҙәге!)

Был тамырҙаш hүҙҙәрҙең барыhына ла бер мәғәнәүи уртаҡлыҡ хас: “барлыҡҡа килтереү, үрсетеү hәләтенә эйә”, “башлаусы, этәргес көс-ҡеүәт менән тәьмин итеүсе”.

Ә хәҙер “ ҡур ” hүҙенең икенсе аңлатмаhына туҡталайыҡ:

Ҡур - ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым. // Ҡыйшыҡ уҡ атҡан менән тура китмәҫ, күңелдән яман hүҙҙең ҡуры китмәҫ (Аҡмулла).

Артабанғы һүҙҙәр теҙмәһе ошо мәғәнәгә ҡоролған:

Ҡурған – бейек итеп өйөлгән боронғо ҡәбер. Кешенең ғүмере аҙағына еткәс, уның физик тәне, йәненән айырылып, ер менән ҡатыша. Боронғо арийҙар кешене был тормош өсөн кәрәк булған бөтә матди байлығы менән бергә күмеүгә лә ҙур әhәмиәт биргән: тән – ваҡытлыса, ерҙә ҡалыусы, тупраҡҡа кире әйләнеүсе; йән – мәңгелек.

Ҡуржа, ҡуржын (диал.) – юшҡын;

Ҡура – тапанды ер, ишек алды, ихата;

Ҡурйыу – үтә ныҡ әсеү; ҡырҡыуланыу, артау (бал, буҙа,ҡымыҙ тураhында әйтелә).

Был миҫалдарҙан күреүебеҙсә, “ ҡур ”– күҙгә күренмәгән, ләкин уның барлығына нескә кимәлдәге эске тойомлау аша ышанырлыҡ ниндәйҙер бер ҡеүәт. Уның булыу-булмауын иҫәпкә алһаҡ, артабанғы тамырҙаш hүҙҙәрҙе лә, мәғәнәләре буйынса, ҡапма-ҡаршы ике төркөмгә бүлеп була:

 

1-се төркөм:

Ҡурый (минзәлә hөйл.) – дәртле;

Ҡурсалау, ҡурсыу – хәстәрлек тойғоhо менән тел-тештән, хәүеф-хәтәрҙән кәртәләү, аяу, яҡлау;

Ҡурғау – яуҙан, бәлә-ҡазанан hаҡлау;

Ҡурғауыл - яуға, hөжүмгә ҡаршы ҡуйылған hаҡ, нығытма;

Был hүҙҙәрҙең мәғәнәhенән аңлашылыуынса, “ҡур” - ыңғай сифатҡа эйә булған “ҡот” төшөнсәhенә тап килә.

2-се төркөм:

Ҡурҡыу – йән өсөн шомға төшөү, шөрләү тойғоhо кисереү; билдәле бер шартҡа түҙмәй бирешеү, сигенеү;

Ҡурҡыныс [36] – күңелгә шом, ҡурҡыу хисе hалған; кешене ауыр кисерештәргә, ҡыйын, хәүефле шартҡа ҡуйған хәүеф-хәтәр;

Ҡураныс (ырғыҙ hөйл.) – ҡыҫаныс, әҙ, етерлек түгел;

Ҡур итеү; (hаҡмар hөйл.) – хур итеү;

Ҡурҡҡы (дим hөйл.) – ҡарасҡы;

Ҡурмыш (урта hөйл.) – hаран;

Ҡурылмау (ҡыҙыл hөйл.) – ыжламау;

Ҡурылыу (урта, hаҡмар, ырғыҙ hөйл.) – hаранланыу; (салйоғот hөйл.) – сикәнеү;

Ҡурыу (көнсығыш диал.) – ҡыҫыу, тетеү; (ғәйнә hөйл.) – hыҙлатыу; (урта Урал) – өшөтөү;

Ҡур ҡуйыу– яҙғы буръяҡ йылғаның кире ағымына балыҡ аулай торған оҙон тотҡалы ҙур сүмес ау ҡуйыу;

Ҡур hалыу, ҡур түләү;– hалым, яhаҡ түләтеү;

Эллин (грек) телендә лә бар был мәғәнәгә эйә hүҙҙәр: курастика – арыным, куразменос – арыған ир кеше, куразмени – арыған ҡатын-ҡыҙ (Тимәк, ҡурhыҙ, хәлhеҙ ҡалған!);

Был осраkта “ҡурhыҙ” булыу – көс-ҡеүәтһеҙ, ҡотhоҙ, яҡлауhыҙ ҡалыуға тиң.

Тимәк, миҫалдарҙан аңлашылыуынса, “ ҡур ” - йәндең тереклек итеүенә булышлыҡ итеүсе hәм тик нескә кимәлдә тойолоусы бер көс, тәнде йәшәү сығанағы булған йылылыҡ; менән тәьмин итеүсе ҡеүәт тип аңлап була. Ошо күҙлектән сығып ҡараhаң, “ ҡур ” hүҙенең “ ҡуҙ, ҡыҙыу”, йәки “ утта тотоу ” мәғәнәhенә тап килеүен күҙәтергә мөмкин:

Ҡурау – ҡояшта үтә ныҡ кибеү, ҡороу;

Ҡурылыу – кибеп ҡорошоу;

Ҡурыу – ҡорола, йәки майға ҡыҙҙырыу;

Ҡурҙаҡ;– утта ҡурылған ит;

Ҡурғы – бойҙай, борсаҡ h.б. шуның hымаҡ нәмәне ҡыҙҙыра торған йәйпәк ҡаҙан;

Ҡурғаҙан – бешеренеү өсөн тәғәйен оло ҡаҙан;

Ҡурмас – бөтөүләй ашау өсөн ҡыҙҙырылған бойҙай. Боронғо дин йолаhы буйынса 21 мартта, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, Науруз байрамында әҙерләнә торған төп ризыҡ. “Бойҙай уңhа – аш булыр, уңмаhа, таш аш булыр”, – тип теләктәр теләгән тереклектең йәшәү сығанағы – ут-ҡояшҡа табыныусы ата-бабаларыбыҙ. Был йола орлоҡ культы менән бәйле, сөнки ул (бойҙай,ҡурмас) – буласаҡ уңыштың башы. Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо замандарҙа уҡ иген үҫтереү менән шөғөлләнгәнен тоябыҙ был миҫалдан[37].

Ҡурғаш – утта тиҙ иреүсән, еңел сүкелә торған металл. Тарихтан билдәле булыуынса, арийҙар – металл эшләү серҙәрен тәүгеләрҙән асҡан халыҡ.

Ҡурай – сатыр сәскәле үләндең кибеп, ҡороған hабағынан, көпшәhенән эшләгән уйын ҡоралы.

Yрҙә hанап үткән “ҡур” тамырлы hүҙҙәрҙең барыhының да ҡояшҡа, утҡа ҡағылышлы нәмәләрҙең атамаhы булыуы – уларҙың башҡорттарҙың боронғо диненә бәйле терминдар икәнлегенә дәлил.

Тимәк, hис шикhеҙ, исемдәрҙә hәм топонимдарҙа ла осрарға тейеш булып сыға hүҙҙең был тамыры? Боронғо башҡорт исемдәренән яhалған фамилияларҙы килтерергә мөмкин миҫалға: Ҡурамшин, Ҡормашев, Ҡурбатов, Ҡурсаев, Ҡорманов, Ҡормаҡаев, Ҡoррәтов h.б.

Бөрйән районындағы Ҡурыуҙы тауының атамаhы легенда буйынса түбәндәгесә аңлатыла: дошманы Ҡараҡөлөмбәт тарафынан үлтерелгән Ҡыпсаҡ ырыуы батыры Бабсаҡ бейҙең ҡатыны ауырындағы балаhы менән уның ҡулында ҡала. Ошо бала тыуып, үҫеп, буй еткергәндән hуң, дөрөҫлөктө белгәс, атаhы тип йөрөгән дошманы Ҡараҡөлөмбәттән үс алыуҙы тау башына мендереп, тереләй утта ҡурыу аша башҡара.

Ҡур hүҙенең тура мәғәнәhе урыҫса “закваска, солод” булhа, ул шулай уҡ hыуға, hыу сығанағына ҡарата “көс, ҡеүәт; көс-ҡеүәт башланғысы, энергия тупланмаhы” тигәнде белдерә булыр. Ҡорғаҙаҡ; та, тимәк, көс, энергия биреүсе, дауалау көсөнә эйә булған йылға hыуы», – тип үҙ фекерен белдергәйне яҙыусы, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры, БР Хөкүмәте эргәhендәге “БР халыҡтары телдәре тураhында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның Топонимика хеҙмәте етәксеhе Рәшит Шәкүр[38] был турала.

Башҡорт халыҡ йыры “Ҡурташ” тан ошо уҡ мәғәнәне тойоп була:

Ҡурташ, Ҡурташ тигәнем,

Иҙел башы ҡуш ташым,

Ятһам, түшәк булған таш,

Ҡышын түшәк булған таш.

Дошман килһә, меналмаҫ,

Аша сабып уҙалмаҫ,

Менеп еген табалмаҫ,

Мине һаҡлар ҡушташым.

Тик мин мендем башыңа,

Һыйындым мин ташыңа,

Дошманымдан һаҡланып,

Төйәк, тинем, башыма.

Дошман килеп ҡамағас,

Тирәмде ут ялмағас,

Уҡ та булдың, Ҡурташым,

Һаҡ та булдың, Ҡурташым.

Дошман башын юймайсы,

Инде килмәм ҡашыңа,

Үс алмаһам дошмандан,

Антым етһен башыма.

 

Тимәк, был таш ҡышҡы һыуыҡтан ҡотҡарыу өҫтөнә, һаҡлау, ҡурсалау, йылытыу тылсымына эйә булған мөғжизәле таш булып сыға?

Әгәр “ҡарыһүҙ” төшөнсәhенең “боронғо, тәүге” мәғәнәhенә тап килеүенән “ҡара” hүҙенең бөтә осраҡтарҙа ла тик төҫтө генә атамай, ә боронғолоҡҡа ишара яhауын иҫәпкә алhаҡ, кәр – “физик hәләт; көс, ҡарыу”мәғәнәhен биреүҙе лә күҙ уңында тотhаҡ, көр – 1. ит-май ултырған; hимеҙ (хайуандарға ҡарата); таҙа, ябыҡ түгел (кешегә ҡарата); 2. тулы көскә эйә; ныҡлы, баҙыҡ; күр, күреү; – “күҙ менән ҡабул итеүгә hәләтле булыу”, тип ҡараhаҡ – барлыҡ ҡур/күр, ҡор/көр, ҡар/кәр өлөшсәләренә ниндәйҙер кимәлдә дөйөмлөк хас! Ҡәрҙәш, ҡарындаш һүҙҙәрен дә был урында иҫкә төшөрмәй булмай: кеше булараҡ, тәнебеҙ әсә ҡарынында Илаһтың ҡеүәтенән ярала һәм йәнебеҙ ҙә Унан башланғыс ала, һәм, әлбиттә, кире Уға ҡайта. Шул уҡ сәбәп-һөҙөмтә;бәйләнеше! Яулы көндә ят яҡшы, ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы тигән мәҡәлдән аңлауыбыҙса, туған-ара мөнәсәбәттәрҙә киҫкенләшеү осраҡтары булыуына ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙа ҡан-ҡәрҙәшлек ептәренең өҙөлөүе хупланмай. Юҡҡамы ни, башҡорттоң үҙ нәҫелдәштәрен ете быуынына тиклем мотлаҡ белергә тейеш булыуы йола, ҡанун рәүешендә үтәлгән һәм халыҡты туплау, бер бөтөнгә ойоштороуҙа төп шарт булып быуындан-быуынға күсә килгән. Эргә-тирәбеҙҙәге кешеләргә кендегебеҙ бәйләнгәнгә күрә,был тормошта фәҡәт яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ ҡармалыуында тормош һабаҡтарын үтәбеҙ, яҙмышҡа яҙылғанды бурыс итеп үтәйбеҙ.

Шуға күрә, ошо өлөшсәләре булған ырыу-ара, зат-нәҫел атамаларының, топонимдарҙың күп кенә осрауына иғтибар итмәй булмай: мәҫәлән, Ҡурпысыҡ, Ҡормашты, Ҡормантау, Ҡотҡор, Ҡарыш – Белорет районы; Көргәҫ йылғаhы – Бөрйән районы; ҡурапыс, ҡөрәйеш ырыуҙары– Ейәнсура районы h.б Ә бәлки ошо ерҙәрҙән күсеп киткән ҡәбиләләр араhындағы ҡөрәйеш ырыуының вариҫылыр ул Ислам диненең нигеҙен тәшкил иткән Ҡөрьән Кәрим китабын донъя халыҡтарына ҡалдырған Мөхәммәт пәйғәмбәр? Уның кешелек донъяһына төбәп ҡалдырған мөрәжәғәтен белдергән аяттың мәғәнәһенә төшөнөү беҙгә бер ҙә ҡатмарлы түгел: “ БерләшһенҠөрәйеш ырыуы, уның берлеге – йәйен-ҡышын сәфәр итеүҙә. Ғибәҙәт ҡылһын ошо йорттоң Раббыһына, аслыҡтан һуң туйҙырған, хәүефтән ҡотҡарған Раббыға. ” [Сүүратүл-Ҡурайш, (Ҡөрәйеш) сүрәһе, 106:1-4] Тырышып-тырышып, ата-бабаларының тәүтөйәген юллап килеп сыҡманымы икән X быуаттың 1-се яртыhында Бағдад хәлифе Ибн-Фаҙлан Ҡондорса буйҙарына? Шуғалыр ҙа әле ле ул ҡурай моңона әсир булғандыр!Ҡурай тураhында риүәйәттән белеүебеҙсә, был үҫемлектең ҡыуарған, йәки ҡояшта ҡураған көпшәhендә ел өрөүҙән барлыҡҡа килгән моңға яҡын наҙлы тауышын оҡшатып, беренсе башлап ишеткән егет ҡырҡып ала. Тәү башлап ҡолаҡҡа яғымлы был тәбиғи ауаз ата-әсәhен, тыуған ерен hағыныу хистәренән тулышҡан күңелде бушатыу хеҙмәтен үтәй. Ул моң күңелдә ярала, тын менән буш көпшәләге hауанының көсөн яңғыратып, тирә-йүнгә тарала. Беренсе ҡарашҡа был илаhи моң яралыу шул тиклем ябай тойола – тәбиғи үлән көпшәhен ҡырҡып ал да уйна! Ләкин бөйөклөк – ябайлыҡтың үҙендә, тиҙәр. Ҡурай – күңелдәге моңдо көсәйтеп, тышҡа сығарыуҙа ярҙамсы ҡорал ғынамы ни? Ҡурай тауышы– эске моңдоң тышҡы ауазы, эҙемтәhе бит. Юҡ, әлбиттә! Былай бүлеп ҡарау – илаhи моңдоң бөтөнлөгөн бүлгеләүгә тиң булыр ине, уларҙы бер-береhенән былай айырыу мөмкин түгел. Ошо күҙлектән аңлатҡанда, тар мәғәнәлә ҡояшта ҡурап кипкән үләнде атар өсөн генә түгел был һүҙ. Киңерәк мәғәнәhендә, уйнаусының күңелендә яралған моңон (сәбәп) уның тыны аша көпшә эсендә көсәйтеп яңғыратыусы, моң ҡеүәтен тыңлаусыға еткереүсе, шуның менән уны илһамландырыусы, рухын күтәреүсе (һөҙөмтә), йәғни моңдо көйләү өсөн яратылған иң боронғо hәм тәүге уйын ҡоралы булған өсөн ул ҡурайыбыҙҙың; исеме! Ә ул моңдо ҡурай аша тыуҙыра алыу hәләте тик иң боронғо халыҡтарҙан hаналыр башҡортҡа ғына хас, тәбиғи үләндән моң ҡоралын яhауҙы Аллаhы Тәғәлә тик уға тәғәйен иткән. Ябайлығы уның боронғолоғонда, тимәк! Боронғолоғона, тәбиғилегенә күрә, ошо моң бер күңелдән икенсе күңелгә тотҡарлыҡhыҙ үтеп инә ала. Моң;һәм гармония (үҙ-ара ярашлы, килешле бәйләнеш)һүҙҙәре лә тамырҙаш булып сыға!Ҡурай моңоноң бөгөн бөтөн Ер шары халыҡтары күңеленә хуш килеүе өҫтә һаналған барса миҫалдарыбыҙға дәлил.

Шулай итеп, Башҡортостан Республикаhының дәүләт символдары булған Гербында hәм Флагында сағылыш тапҡан милли моң ҡоралы ҡурайыбыҙҙың исеме лә халыҡтың үҙатамаhы менән тамырҙаш hәм мәғәнәләш булып сыға!

Тәбиғи ҡурай сәскәhенең сатыр сәскәлеләр ғаиләhенә ҡарауы hәр кемебеҙгә мәғлүм. Яҡтылыҡ нурҙарын бар ғаләмгә hипкән мең саталы ҡояштың үҙе менән оҡшаш был үҫемлектең сәскәhе. Ҡояш яҡтылығын, йылылығын тойоп, яҙ башында ерҙән шытып сығып, буй еткереп, орлоҡтарын ҡойоп, тәбиғәт алдында бурысын бар тулылығында үтәгәндән hуң, был үҫемлектең ҡураған көпшәhе үҙе аша моң ҡойорлоҡ булып өлгөрөп етә. Башҡорт халҡында ҡурай культы hәм болан культы ҡояш культы менән бик боронғо замандарҙан килеүенең сәбәбе төҫмөрләнә бирә кеүек. Йога тәғлимәтенә табыныусылар уның иң юғары кимәле – сахасрара чакраhына иғтибарын йүнәлтеп, шунда туплар өсөн ҡулланған шартлы билдә – баш түбәhе өҫтөндә ике ҡулдың бармаҡтарын тарбайтып, болан мөгөҙөнә оҡшаш мудра ҡулланыуы менән сағыштырыуҙан аңлап була быны. “Урал батыр” ҡобайырында йыландар батшаhы Ҡәhҡәhәнең улы Зәрҡум, иң сибәр, иң ҡыйыу кешегә әүерелеп, Һомайға күренер, уны үҙенеке итер өсөн, болан йотоп маташа. “Ни өсөн кеше булырға теләгән йыланға фәҡәт боланды йоторға кәрәк булған? Күрәhең, әүәл халыҡта, кеше ҡиәфәтенә инә алған болан был hәләтен башҡа хайуандарға ла тапшыра ала, тигән хөрәфәт йәшәгән”[39] тигән фаразлау ғына әҙ был осраҡта. Болан мөгөҙө, ҡурай сәскәһе, нурлы ҡояш – был образдар, йоганың иң бейек сахасрара кимәленә өлгәшеү символдары булараҡ, күҙ уңында тотола бында. Умыртҡа бағанаhы эсендәге арҡа мейеhе буйлап түбәләге баш мейеhенә, сахасрараға, тиклем энергияңды күтәреү аша аң кимәлеңде үҫтереү, йәндең юғарыраҡ донъяларға артылырға тырышыуына бәрәбәр был миҫал. Сөнки юғарылыҡҡа өлгәшеү мөмкинлеге тик ошо юл аша башҡарыла – был йога тәғлимәте! Сат ыр сәскәле ҡурайҙы hәм сат алы мөгөҙлә боланды изгеләштереү – йогалағы сахасрара культы ул. Сат ҡыға, йәғни яҡтылыҡҡа, нур донъяhы – нирванаға ынтылыуҙың сағылышы, шул донъяға өлгәшеүҙең сараһы, юлағы.

Ҡурайҙың көпшәле уйын ҡоралы булыуы ла осраҡлы түгел. Көпшә – ҡур һөйәге ҡоймостағы йоҡо хәлендәге кундалини ҡеүәтен уятып, умыртҡа бағанаhы буйлап күтәрелеүен, йәғни түбән кимәл энергияны уның юғары, нескә формаhына әүерелеүен сағылдырған модель. Күңелдә яралған тәүгел, йәғни эске моң, тышҡа өргән тын аша ҡурай көпшәhе эсендә көсәйеп, һөҙөмтәлә тауыш формаhында икенсел, йәғни тышҡы моң яралта.

Хәҙер ҡурайҙа тауыш сығарыу барышына күҙәтеү яhайыҡ. Иң аҫҡы тишектән,ҡурайҙың аҫҡы осонан иң түбән тауышты сығарғанда унан өҫтәге башҡа тишек уйымдарының барыhы ла бармаҡтар ярҙамында ябыулы хәлдә була. Ә сираттағы бейегерәк тауышты сығарғанда, ҡурай көпшәhенә өргән тын шул уйымдан сыҡhын өсөн, унан өҫкөләре ҡапланhа ла, түбәнерәк урынлашҡан тишектәрҙе ҡаплау хәжәте юҡ. Шулай итеп, иң юғары тауышты сығарғанда, көпшәләге бөтә тишектәр ҙә асыҡ була, ә ауыҙҙан өргән hауа тик өҫкө уйым аша тауыш сығара. Йогалагы чакралар теорияhының ап-асыҡ сағылышы! Аңлатып үтәйек: уй-теләктәре муладхарала тупланған аңы менән бәйле ихтыяждарын үтәгән кеше өсөн бүтән чакралар кимәлендәге талаптарҙы үтәү мөмкин түгел. Шулай уҡ, аң кимәле күтәрелгән hайын, түбән инстинкттар кимәлендәге теләктәр hүрелә, уларҙы ҡәнәғәтләндереү мохтажлығы кәмеүҙән, хатта юҡҡа сығыуҙан, энергия сарыф ителеүҙән туҡтай hәм юғарыраҡ маҡсаттарға ярашлы чакраларға йүнәлтелә. Был юл – кешенең үҫешен, эволюцияhын тәьмин итеүсе берҙән-бер юл! Тимәк, ҡурайҙың төҙөлөшө, моң сығарыу тәртибе – башҡорттоң иң боронғо рухи ихтыяждарын үтәүгә хеҙмәт иткән уйын ҡоралы ул. Шуға күрә меңйыллыҡтар дауамында ҡурайҙа уйнау оҫталығына, көйҙәр башҡарыу тәртибенә талаптар көслө. Ябайлығы менән бөйөк ҡурайыбыҙ – бер үҙгәреш кисермәйсә, боронғолоғобоҙҙо иҫбатлаусы, бөгөнгөбөҙгә ялғаусы рухи мираҫыбыҙ, ғорурлығыбыҙ.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыhы Мостай Кәрим үҙенең бер хәтирәhендә[40] 1965 йылда Төркиәләге сәйәхәте ваҡытында Зәки Вәлиди Туған менән осрашыуын hүрәтләй. Был ҡыҫҡа ғына аралашыуҙың ахырында халҡыбыҙҙың бөйөк улы шағирға: “Ҡурай моңо яҙылған граммофон пластинкаhы ебәрә алмаҫhығыҙмы?” – тигән үтенесен еткерә.

Сит-ят тарафтарҙа ярты быуатҡа яҡын ғүмер йәшәргә мәжбүр булған кешенең Тыуған илен hағыныу хистәрен баҫыу өсөн ниндәй кимәлдә ҡурай моңона зар-интизар булыуын фараз итергә генә ҡала беҙгә… Ләкин ошо миҫалдан hәм уға оҡшаш бихисап хәл-ваҡиғаларҙан шуны беләбеҙ: Урал, башҡорт, ҡурай төшөнсәләре бер-береhенән айырылғыhыҙ. Ҡурай – ысын мәғәнәhендә башҡорт өсөн тыуған ер, тәбиғәт бүләге, Урал тауҙарын йәнтөйәк иткән ата-бабаларыбыҙҙың рухи мираҫы. Ҡурай үләненең тик ошо ерҙе генә үҙ итеүе – үҙе бер мөғжизә. Ә көҙгө hалҡындарҙан hулыған үләндәр араhында ҡояштай сатыры менән ғорур баҫып торған hабаҡ үҙе – мәңгелек символы. Шул ҡыу һабаҡты ҡырҡып алып, көпшәhе аша тын өрөп, тәбиғәттең үҙе кеүек мәңгелек моң яралтыу – икенсе мөғжизә. Өсөнсө мөғжизә – сал тарихыбыҙ дауамында бер ниндәй ҙә Ваҡыт hәм Ара hынауҙарының айыра алмауы башҡортомдо ҡурайынан!

Был тәбиғи үҫемлектең ҡабатланмаҫ тажында саталары күпме, шуныңса асылмаған серҙәрен, мөмкинселектәрен hаҡлай әле ҡурайыбыҙ. Ҡурай көпшәһенең тейешлеhен hайлап, ҡырҡып алыу, тишектәрен дөрөҫ итеп уя белеү, улар аша моң ҡойоу алымдарын оҫталар өйрәнсектәренә быуындан-быуынға тапшыра килгән. Уның тураhында әкиәттәр, риүәйәттәр телдән-телгә күсеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Йырсылар hәм сәсәндәр, ҡурайҙы данлап, йырҙар, ҡобайырҙар ижад иткән. Fалимдар уны ботаника, этнография, тарих, сәнғәт күҙлегенән тәрән өйрәнеп, ғилми хеҙмәттәр, уҡыу әсбаптары яҙған. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә ҡурай тураhында әленән-әле ҡыҙыҡлы hәм фәhемле мәғлүмәттәр баҫылып тороуы халыҡтың рухи мираҫыбыҙға ихтирамының hәм иғтибарының кәмемәүен күрhәтә. Борон-борондан hабан туйҙарында, төрлө йыйындарҙа ал бирмәгән иң оҫта ҡурайсылар нисек итеп дан яулаhа, бөгөнгө көндә лә ошо йоланың республика кимәлендә йылдан-йыл үткәрелә килеүе, яңы исемдәр асылыуы – шатлыҡлы күренеш.

Шулай итеп, ҡурай – башҡорт халҡының иң боронғо дәүерҙәрҙән килеп еткән моң ҡоралы ғына түгел, уны “Урал батыр” ҡобайыры менән бер кимәлдә донъя мәҙәниәтенә танытҡан рухи юлдашы ла.

 

 







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 604. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Трамадол (Маброн, Плазадол, Трамал, Трамалин) Групповая принадлежность · Наркотический анальгетик со смешанным механизмом действия, агонист опиоидных рецепторов...

Мелоксикам (Мовалис) Групповая принадлежность · Нестероидное противовоспалительное средство, преимущественно селективный обратимый ингибитор циклооксигеназы (ЦОГ-2)...

Менадиона натрия бисульфит (Викасол) Групповая принадлежность •Синтетический аналог витамина K, жирорастворимый, коагулянт...

Весы настольные циферблатные Весы настольные циферблатные РН-10Ц13 (рис.3.1) выпускаются с наибольшими пределами взвешивания 2...

Хронометражно-табличная методика определения суточного расхода энергии студента Цель: познакомиться с хронометражно-табличным методом опреде­ления суточного расхода энергии...

ОЧАГОВЫЕ ТЕНИ В ЛЕГКОМ Очаговыми легочными инфильтратами проявляют себя различные по этиологии заболевания, в основе которых лежит бронхо-нодулярный процесс, который при рентгенологическом исследовании дает очагового характера тень, размерами не более 1 см в диаметре...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.014 сек.) русская версия | украинская версия