Сы бүлек. Фонетик һәм орфоэпия
1. Лингвистика бүлеге булараҡ фонетика. Телдең берәмеге булараҡ өн. Һуҙынҡы өндәрҙең системаһы. Тартынҡы өндәрҙең системаһы. Телмәр ағымында өндәрҙең үҙгәреше. Фонетик транскрипцияның элементтары. Ижек. Баҫым. Лингвистика бүлеге булараҡ орфоэпия. Норматив әйтелеш һәм баҫымдың төп ҡағиҙәләре. 2. Һүҙҙә өн функцияһының мәғәнәүи айырмалылығына төшөнөү. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ һүҙынҡылырҙы, яңғырау һәм һаңғырау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу. Һүҙҙәрҙең әйтелеш һәм яҙылыш үҙенсәлектәрен транскрипция элементтары ярҙамында аңлатыу. Һүҙҙәргә фонетик анализ яһау. Әҙәби тел нормаларына яраҡлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше. Орфоэпик нормалар күҙлегенән сығып, баланың үҙенең һәм икенсе кешенең телмәрен баһалау. Фонетик-орфоэпик белем һәм күнекмәләрҙе үҙ телмәреңдә ҡулланыу. Се бүлек. Графика 1. Лингвистика бүлеге булараҡ фонетика. Яҙыуҙың уҫеше тураһында элементар белешмә. Башҡорт афавитының составы, хәрефтәрҙең исеме. Өн һәм хәрефтәрҙең нисбәте. Яҙыуҙа ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы билдәләү. Баш һәм юл хәрефтәре. 2. Кешелектең үҫеш тарихында яҙыуҙың әһәмиәтен төшөнөү. Һүҙҙең өн һәм хәреф составын сағыштырыу. Һүҙҙә өн һәм хәрефте таныу. Һүҙлек, белешмә, энциклопедия, СМС хәбәрҙәрҙән мәғлүмәт эҙләгәндә алфавит ҡулланыу. Се бүлек. Морфемика һәм һүҙьяһалыш 1. Лингвистика разделы булараҡ морфемика. Телдең минималь мәғәнәүи берәмеге булараҡ морфема. Тамыр, суффикстар морфеманың төрҙәре. Аффикстың төрҙәре: һүҙ яһаусы, форма яһаусы һәм үҙгәртеүсе. Һүҙҙең нигеҙе һәм нигеҙҙә булмаусы морфемалар. Форма яһаусы морфема булараҡ ялғауҙар. Тамыр. Тамырҙаш һүҙҙәр. Тамырҙа һуҙынҡы һәм тартынҡыларҙың сиратлап килеүе. Һүҙҙең структураһында тарихи үҙгәрештәрҙең мөмкинлеге. Этимология тураһында аңлатма. Этимологик һүҙлектәр. Лиингвистика разделы булараҡ һүҙьяһалыш. Һүҙҙәрҙең төп яһалыу ысулдары: лексик-семантик, фонетик, морфологик, лексик-морфологик, лексик-синтаксик һүҙьяһалыштар. 2. Телмәрҙең төрлө өлөшөндә һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы үҙенсәлектәре. Форма һәм һүҙ яһау процесында морфеманың ролен аңлау. Лексик мәғәнәһен һәм яһалышын иҫәпкә алып, һүҙҙе морфемаларға бүлеү. Һүҙгә морфемик анализ яһау. Һүҙьяһалыштың төп ысулдарын билдәләү, һүҙҙең һүҙ яһаусы сылбырын төҙөү. Һүҙьяһалыш буйынса анализ яһау. Һүҙлектәрҙе төрлө уҡыу мәьсәләләрен сисеүҙә ҡулланыу. Әҙәби телмәрҙә һүҙ яһауҙың тасуири сараларын ҡулланыуҙы күҙәтеү. Белем һәм күнекмәләрҙе ғәмәлдә ҡулланыу. Сы бүлек. Лексикология һәм фразеология 1. Лингвистика бүлеге булараҡ лексикология. Телдең берәмеге булараҡ һүҙ. Фекер, хис, эмоцияны сағылдырыуҙа һәм формалаштырыуҙа һүҙҙең роле. Интеллектуаль һәм телмәр үҫешенең күрһәткесе булараҡ кешенең лексиконы. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе. Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр; тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Троптарҙың нигеҙе булараҡ күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Лексик ярашлыҡ. Һүҙҙәрҙең тематик төркөмө. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлектәре. Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Башҡорт теленең синоним һәм антоним һүҙлектәре. Килеп сығышы күҙлегенән башҡорт теленең лексикаһы: төп башҡорт һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Актив һәм пассив запас күҙлегенән башҡорт теленең лексикаһы. Архаизмдар, неологизмдар. Ҡулланыу сфераһы күҙлегенән башҡорт теле лексикаһы. Киң ҡулланылышлы һүҙҙәр. Диалект һүҙҙәр. Терминдар һәм профессионализмдар. Жаргон һүҙҙәр. Лексиканың стилистик ҡатламы. Лингвистика бүлеге булараҡ фразеология. Фразеологизмдар, уларҙың билдәһе һәм мәғәнәһе. Мәҡәлдәр, әйтемдәр, афоризмдар, ҡанатлы һүҙҙәр. Фразеологик һүҙлектәр. Лексик һүҙлектәр һәм туған телдең һүҙ байлығын үҙләштереүҙә уларҙың роле. 2. Фекерҙе, хисте, эмоцияны белдереүҙә һүҙҙең мәғәнәһен аңлау; үҙ лексиконыңды тәрәнәйтеү кәрәкләгенә төшөнөү. Актив һәм пассив күҙлектән сығып, лексик мәғәнә тибы буйынса лексиканы дифференциациялау, ҡулланыу сфераһы, экспрессив һүрәтләү һәм стилистик буйһоноу, килеп сығышы. Лексик сараларҙы мәғәнә, сфера һәм аралашыу ситуацияһына яраҡлы ҡулланыу. Уҡыусыларҙың үҙҙәренең һәм икенсе кешенең телмәрен теүәл, урынлы ҡулланыу күҙлегенән сығып баһалау. Һүҙҙәргә лексик тикшереү үткәреү. Төрлө типтағы (аңлатмалы, синоним, антоним, фразеологик һ.б.) лексик һүҙлектәрҙән кәрәкле мәғлүмәтте алыу һәм уларҙы кәрәкле урында ҡулланыу. Төрлө стилдәге әҫәрҙәрҙә һәм төрлө функциональ телмәрҙә лексика һәм фразеологияны сағылдырған һүрәтләү сараларын ҡулланыуҙы күҙәтеү. Сы бүлек. Морфология 1. Грамматиканың бүлеге булараҡ морфология. Һүҙҙең лексик-грамматик разряды булараҡ һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмдәрен классификациялау принцибы. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәренең системаһы. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш һүҙ төркөмдәренең морфологик һәм синтаксик үҙенсәлектәре, дөйөм категориаль мәғәнәһе. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүестәр, киҫәксәләр. Модаль һүҙҙәр: оҡшатыу һәм саҡырыу һүҙҙәре 2. Грамматик мәғәнәһе, морфологик билдәһе һәм синтакиск роленән сығып, һүҙ төркөмдәрен таныу. Төрлө һүҙ төркөмдәре һүҙҙәренә морфологик анализ яһау. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле нормаларына яраҡлы төрлө һүҙ төркөмдәренең һүҙҙәр формаһын ҡулланыу.
|