Аңлатма яҙыу
-в чем состоят отличия обвинительного заключения от обвинительного акта и обвинительного постановления?
Аңлатма яҙыу Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класы өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы. Эш прогаммаһы 102 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт), Төҙөүсеһе:Шәрипова Юлиә Салауат ҡыҙы Дәреслек:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2010. Программа кимәле: базис Уҡытыусының тел ҙәм әҙәбиәт буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ: уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-2 кластарында башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн дидактик материалдар. – Өфө: Китап, 2002. Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2010. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М. “Эш дәфтәре” Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған: Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡөйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Төҙ. З.М.Ғәбитова, М.Ф. Абдуллина һ.б. Өфө. Китап, 2011.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: - «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; - Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы; - «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; - Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы. Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү. Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө;: Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола. 1 класта туған (башҡорт) телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде: 1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү. 2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.
|