Тәүтөйәктә ҡыҙ (кәләш) алышыу, бирешеү йолаһы
[112] Төрк Белге – Илтиреш ҡағандың һуңғы ләҡәбе. Тәүтөйәктә ҡыҙ (кәләш) алышыу, бирешеү йолаһы
Тәүзамандарҙа беҙҙең тарихи Башҡортостан кешелек донъяһының Тәүтөйәге (Прародина) булған, уның теүәл схеиаһы башҡорт милли биҙәктәрендә сағыу һаҡлана. Шуларҙың араһынан был теманы асырға ярашлы икеһен генә алабыҙ (ябайырағын һәм ҡатмарлырағын):
Ҡатмарлыһынан бик яҡшы күренеүенсә, Тәүтөйәкте дүрт (4) һыу-ятыу (горизонталь буйҙа Ағиҙелдең изге ҡала Өфөгә [урталыҡтағы шаҡмаҡҡа] тиклемге үрге [көнсығыш] ағыны һәм Өфөнө уҙғандан һуңғы түбәнге [көнбайыш] ағыны, ә вертикаль буйҙа төньяҡтан ыҡҡан һыу-ятыу Өфө һәм көньяҡтан ыҡҡан һыу-ятыу Дим, бергә сатрашланып, башҡорт һәм урыҫ ҡарыһүҙ-әкиәттәрендәге “диңгеҙ”ҙе хасил ҡыла. Сатрашлы һыу-ятыу (“диңгеҙ”) уртаһынан, уны һигеҙгә (8) бүлеп, изге мәркәз-ҡала Өфө аша хоҙайҙарҙың изге юлы сатрашлана (биҙәктәге ылыҫлы сатраш), бәндәләргә ул юлдарҙан йәғни һыу-ятыу уртаһынан йөрөү тубаланып (табуланып) тыйылған – һыуҙа улар ярға яҡыныраҡ үткән. Шул уҡ ваҡытта бабаларыбыҙ изге мәркәз ҡала Өфөгә дүрт яҡтан да “диңгеҙ” аша туранан-тура бара алған, был юлдар ҙа, Өфө-үҙәктә тоташып, яңы сатраш (биҙәктә ул күренмәй, ундайҙарҙы түбәндәге өҫтәлмә схеманан ҡарағыҙ) – ҡалын һыҙыҡ менән күрһәтелгән бейҙәр юлын хасил иткән, дүрт юл бейҙәре шулай Өфө аша үҙ-ара аралашҡан һәм никахлашҡан.
|