Студопедия — КЕСЕ ЯҘЫУ
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

КЕСЕ ЯҘЫУ






 

(1) Белге[92] Утан[93] (ҡытай тәхетендә танғауыр-үҫәргән башҡорттары ултырған Тан дәүләте) Уҡымышлыһы тигән ләҡәпле мин үҙем утбағыусы[94] илендә ҡылындым (белем алдым), төрк[95] бөтөн халҡы ул саҡтарҙа утбағыусыға ҡарар (буйһонор) ине. (2) Төрк бөтөн халҡы ҡанун белмәй ине, утбағыусыла (Утан-Тан дәүләтендә) терелде, ханланды. Ханына уҡ атып, утбағыусыға йәнә ышыҡланды (буйһондо), Тәңре шул саҡ әйтте: “Көн бирҙем, (3) ләкин ханыңа уҡ атып ышыҡланыуың (ҡытайға буйһоноуың) өсөн Тәңре һине үле итер”. Төрк бөтөн халҡына үләт алҡынды, ул юҡ булды, төрк сыр[96] бөтөн халҡы ерендә (4) береһе лә ҡалманы, ыҙалы эштә (ҡытай иҙеүендә) ҡалғаны ҡубарылып, ете йөҙ һуғышсы булды, ике өлөшө атлы ине, бер өлөшө йәйәүле ине. Ете йөҙ кеше (5) ине ул мәлдә: олоһо шад[97] ине, ул “йыйылығыҙ!” тине, йыйыусыһы мин инем – Белге Утан Уҡымышлыһы. Уға ҡаған ымы[98] ҡушайым, тинем, һығындым (уйландым): “Отороҡ (арыҡ) буғаны (һыйыр малын), һимеҙ буғаны бер ҡарауҙан (6) белерҙәр: “һимеҙ буға”, “арыҡ буға” тиеп; ә был белмәй имеш, тиеп, шунса уйландым[99]. Шундай кисерештә Тәңре белем биргәне өсөн тәүәккәлләнеп, үҙем үк уға ҡаған тип ҡуштым, Белге Утан Уҡымышлыһы – буйлы (нәҫелле) буға-тархан менән (йәғни минең менән) (7) берлектә эш итеүсе Илтиреш[100] ҡаған бул, тинем. Барҙыҡ (һөжүм иттек) утбағыусыға (ҡытайға); һуңынан ҡытанға (киданьгә йәни ҡатай-көҙәнгә); йөрөнөк уғыҙға, ул кешеләрҙе үлтерҙек. Ҡағандың белгесе, кәңәшсеһе мин инем. Соғай ҡоҙоғонда, Ҡараҡомда ултырыр (йәшәр) инек беҙ. (8) Кейек ейеп (ашап), ҡуян ейеп ултырыр (йәшәр) инек беҙ. Бөтөн халыҡ боғаҙы туҡ ине, тирә-яғыбыҙ асыға ине, беҙ һау инек. Шул саҡ ултыраҡлы уғыҙҙан төндә күрегебеҙ (күҙәтсебеҙ) ҡайтып килде. (9) Күрег (күҙәтсе) һөйләне: туғыҙ уғыҙ[101] бөтөн халҡынан өҫтә ҡаған ултырыр, утбағыусы (ҡытай) ҡоро беҙгә ҡаршы уғын, һөңгөһөн тоҫҡаған, тип әйтте; ҡытан (ҡатай-көҙән) ҡороноң Тәңреһе – маг, тип әйтте; уның (уғыҙ ҡағандың) һүҙен дә әйтте: “Аҙ ғына һанлы төрк бөтөн халҡы йөрөйҙөр имеш, ҡағаны алып-батыр имеш, яусыһы (ғәскәр башлығы) Белге (Утан Уҡымышлыһы) имеш; шул ике кеше етәкләп алып барған сыр[102] (Үҫәргән) халҡы һине – утбағыусыны үлтерәсәк, тинем; һуңыраҡ ҡытанды (ҡатай-көҙәнде) үлтерәсәк, тинем; мине – уғыҙҙы (11) үлтерәсәк, тинем; утбағыусы (ҡытай) – биренән-яндан, ҡытан (ҡатай-көҙән) – уңдан яндан, мин – ошо ерҙән ябырылып ҡамайыҡ; төрк сыр (төрк Үҫәргән) бөтөн халҡы ер йөҙөндә ыҙалап йөрөмәһен беҙҙе: уҡ осороп ҡыҫымлайыҡ! – (12) тинем”. Шул һабаҡты (хәбәрҙе) ишетеп, төн оҙоно йоҡом килмәне, көндөҙ алыр йоҡом килмәне. Шунда ултырып ҡағанымдан үтендем, ошолай үтендем: “Утбағыусы (ҡытай), уғыҙ, ҡытан (ҡатай-көҙән) – был өсәү ҡауышыр 13) булһа, беҙ Уҙансы Ташын ҡулыбыҙҙа тота алмаҫбыҙ; Яйыҡ арҡылы Тубылғылы (Тобол) осона уҙырбыҙ, Йәнәсәй арҡылы Уҙғалы осто уҙа килә Яйыҡҡаса ҡалын (көр) булырлыҡ, тупланырлыҡ алып-батырҙарбыҙ ҙаһа; Йәнәсәй яғынаса булышырлыҡ уҙғалыҡлы (йөрөмтәл) алыптарбыҙ ҙаһа! Һуңыраҡ ҡытанға (ҡатай-көҙәнгә) барып, утбағыусыла (ҡытайҙа) ҡор өйө (баш ҡала) ҡорайыҡ та йөрөйөк уғыҙға. Ике-өс мең һум үҙ ҡалтасыбыҙҙа (финансисыбыҙҙа) бар бына”. Ана шулай үтендем. (15) Ҡағаным, мин үҙем, Белге Утан Уҡымышлыһы, үтендек Тәңрегә, үтенесемде ишетә бирҙе (тыңланы), күңелең теләгәнсә ут кисеп уҙ, тине. Күк Үңгә, Юғары Үтәгән[103] яҫыһынаса ут кисеп уҙҙым, Ингәк Ҡалҡан[104] таулыла уғыҙ ҡаршы килде – (16) һуғышсыһы өс мең ир имеш. Ике мең инек беҙ, һуғыштыҡ беҙ. Тәңре ярлыҡаны – еңдек беҙ, тегеләр йылғаға төштө (батты). Еңеүле юлда йәнә үлтерештек: анда үлтерергә уғыҙ уҡсылары килде (17) Килертамаҡҡа – төрк бөтөн халҡы өҫтөнә, Үтәгән ергә. Мин үҙем, Белге Утан Уҡымышлыһы, Үтәгән ергә ҡунған (туҡталған) икән тип ишетеп, эргәмә бар яҡтың бөтөн халҡы – уғыр яғы, йыраҡ яғы, уңғар яғы – бөтөн халҡы килде. (18) Ике мең инек беҙ – беҙ ике су[105] (ғәскәр) булдыҡ. Төрк бөтөн халҡы ултыраҡланған, төрк ҡаған ултырған Сынтоң ҡаланан Атулай[106] ыуыҙғаса (һыуынаса) барып етеү әмәле юҡ имеш. Ҡағанымдан үтенеп су (ғәскәр) илттем, (19) Сынтоң ҡаланан Атулай ыуыҙға еткерҙем, утыҙ өс ҡаланы сыйҙым (емерҙем). Осын мең тотоғо (башлығы) йортонда ете улы тора ине. Утбағыусы (ҡытай) ҡағаны – яуыбыҙ (дошманыбыҙ) ине. Ун уҡ[107] ҡағаны – яуыбыҙ (дошманыбыҙ) ине. (20) Арытабан ҡырғыҙ Көслөк ҡаған яуыбыҙ (дошманыбыҙ) булды. Ул өс ҡаған өйөлөшөп (берләшеп), Алтын яҫыла беҙҙе хәбес (әсир) итеп алырға һүҙ ҡуйышҡандар – шулай уйлашҡандар. Һуңыраҡ төрк ҡаған ҡорона (йәғни беҙгә ҡаршы) су (ғәскәр) илттеләр. “Әгәр су-ғәскәре үлмәһә, ҡасан да әрсер ул беҙҙе: ҡағаны алып-батыр имеш, яусыһы (яу башлығы) Белге имеш – йоҡлап ҡалһаң әрсер үлтергәнсе. Өсөбөҙ ҡауышып (берләшеп), су (ғәскәр) алып, аны юҡ иткәнсе ҡыҫайыҡ!” – тигәндәр. Түргеш ҡаған ошолай тигән: “Минең бөтөн халҡым анда йөрөр, -- тигән. – (22) Төрк бөтөн халҡы өйөмә болғаныс ул”, -- тигән. Уғыҙ: “Өйөмә ытырғаныс ул”, -- тигән. Шул һүҙҙәрен ишетеп, төн буйына күҙемә йоҡо килмәне, көндөҙ алыр йоҡом килмәне – шундай борсолдом-һағышландым...(23)...ә су (ғәскәр) алайыҡ... тинем. Ҡағанымдың: “Күгебеҙ (Тәңребеҙ) юлынан барырбыҙ, үтербеҙ”, -- тигәнен ишетеп: -- “Был юлдан йөрөргә ярамаҫ”, -- тинем... ерсе (юл күрһәтеүсе) табырға теләнем, ахыры үҙем сүлгиҙәре (сәфәр башлығы) булдым. “Эҙәрмәнлек... аны беләм... имеш, алдыбыҙҙа бер ултыраҡлы ер имеш, юл шунан бармыш. Аңарға (шунда) етеп, анда бер утлыҡ (үләнлек) бар имеш, -- тинем. – Ул юлдан йөрөү зерә йонсотҡос”, -- тинем, уйландым. Ҡағаныбыҙға (25) үтендем, су (ғәскәр) йөрөтөү үтенесемде үтәлдерт, тинем. Аҡтирмәлегәсә арҡылы үттем, ут-үләнлектән уҙып, мин туры ҡараға (ҡырлаға) сыҡтым. Юғары Үтәйҙә ятҡан ағасҡа тотона-тотона ырғылдырттым ғәскәрҙе. Һуңыраҡ ҡырланан (26) йүгерә-тәгәрәй барып остоҡ беҙ, яулыға (һуғышҡа) индек беҙ; көн-төн йәнгә үткес ут-уҡ бәреп барҙыҡ беҙ; ерсе (юл күрһәтеүсе) ерен яңылыштырып боғаҙланды (боғаҙынан һуйылды). Моңло (күктәге әруах) ҡаған: “Елегеҙ көр!” – тине. (27) Аны-һыуға (Амударъяға) барғаныбыҙҙа ул һыуыҡ ине. Барҙыҡ беҙ. Һанар өсөн ғәскәрҙе аттан төшөрҙөк беҙ, аттарҙы ышыҡҡа ҡуйырға бойорҙоҡ беҙ. Көнме, төнме – елеп барҙыҡ беҙ, ҡырғыҙҙы йоҡлағанында баҫтыҡ беҙ. (28) Һөңгөләп юл астыҡ беҙ, ханы, һуғышсылары эркелде, һуғыштыҡ беҙ, сәнстек беҙ, ханын үлтерҙек беҙ. Ҡағанға ҡырғыҙ бөтөн халҡы сүкте, йөгөндө -- еңдек беҙ. Күгмән яҫыһына барҙыҡ беҙ, (29) ҡырғыҙҙы еңдек беҙ. Түргеш ҡағандан күрег (күҙәтсе-темеҫкен) килде, һүҙе шундай: “Уңдан ҡаған ҡорона су (ғәскәр) йөрөтәм, -- тигән. – Йөрөтмәһәк, беҙҙе... ҡағаны алып-батыр имеш, яусыһы (яу башлығы) Белге (Утан Уҡымышлыһы) имеш. Ҡасһаҡ әгәр (30) беҙҙе үлтерәсәк”, -- тигән. Түргеш ҡағаны юл үтергә сыҡты, тине; Ун уҡ бөтөн халҡы көллөһө лә юл үтергә сыҡты, тине; утбағыусы (ҡытай) ғәскәре лә шунда бар имеш. Ул һабаҡты (һамаҡты йәки һүҙҙе) ишетеп, ҡағаным: “Мин өй ҡырына ҡайтайым”, -- тине. Ҡатыны вафат булған икән – аны йоҡлатайым (ерләйем), тине. Ә һин су (ғәскәр) менән барың, тине. Алтын яҫыла ултырың (туҡтал), тине. Дошмандың су (ғәскәр) башы булып Инәл ҡағандың Утордос исемле саты (хан нәҫеле) баралыр, тине. Белге Утан Уҡымышлыһына – миңә әйтте, (32) был ғәскәрҙе илт, тине. Ҡыйна (туҡма) күңелең ҡанғанса, мин һиңә башҡаса ни әйтәйем, тине. Килһә ирҙәр – ҡор йыйылыр, килмәһә ирҙәр – телле-һабаҡлы (мәғлүмәтле) булып ултыр, тине. Алтын яҫыла ултырҙыҡ беҙ. (33) Өс күрег (күҙәтсе) килде, һүҙҙәре бер: “Тегеләрҙең ҡағаны ғәскәре менән юл үтә сыҡты; Ун уҡ ғәскәре көллөһө лә юл үтә сыҡты”, -- тинеләр. “Ярыш яҫыла йыйылайыҡ”, -- тигәндәр. Шул хәбәрҙе ишетеп, ҡаған ҡырына шул хәбәрҙе еткерҙем, “ҡалайтайым?” тип һораным. Яуабы йәнә (34) килде: “Шул урыныңда нығын, -- тигән. – Шәп атлы ҡорҙо алға үткәртеп ырғыл, үҙеңде баҫтыртма”, -- тигән. Бөйөк ҡаған миңә шулай тип әйткән. (Миңә ҡарата --) апаһы тархан[108] ҡырына ҡарата серле һүҙ әйткән: “Белге Утан Уҡымышлыһы зирәк ул, үҙе аңлар ул: (35) су-ғәскәр йөрөтмә (һөжүм итмә), тиеүсене өнәмәҫ”. Шул һүҙен ишетеп, су-ғәскәр йөрөттөм Алтын яҫынан. Юлһыҙ – юл астым Иртыш ыуыҙғаса, кисеүһеҙ – аны кистек беҙ, төн киттек беҙ, таңында тура Балсыҡҡа еттек беҙ. (36) Тел (әсир) килтерелде, һүҙе ошондай: “Ярыш яҫыла ун төмән (йөҙ мең) су-ғәскәр тора”, -- тине. Шул һүҙҙе ишетеп бейҙәр күбенеһе (37) йыйналып: “Ырғып үтәйек” (тиҙерәк ҡасайыҡ), -- тине. Мин иһә әйттем: “Мин – Белге Утан Уҡымышлыһы! Алтын яҫыһы аша килдек беҙ, Иртыш ыуыҙҙы (38) кисеп килдек беҙ, ҡурҡыныстан янтайып ҡалмаҫ алып-батырҙар!” – тинем, әммә тойманылар. “Тәңре, Һомай, изге Ер-Һыу “барып баҫ!” тигәнендә ниңә туҙрарбыҙ?! (39) Ул көслө, тиеп, ниңә ҡурҡырбыҙ?! Аҙбыҙ, тиеп, ниңә башымды алып ҡасайым?!” – тинем. Һәм дошманды төйҙөк беҙ, туҙҙырҙыҡ беҙ. Икенсе көн килде, (40) үрттәй ҡыҙып килде. Һуғыштыҡ беҙ. Беҙҙекенән улар ике тапҡырға артыҡ ине. Тәңре ярлыҡағаны өсөн көскә тейендек беҙ, (41) ҡурҡманыҡ беҙ, һуғыштыҡ беҙ. Дошман яҡта Утордос сатыры ауҙы, ҡалғандарын да ҡыйҙыҡ беҙ, ҡағанын тоттоҡ беҙ, ябағаһын (ябайҙарын), сатын (Утордосты) (42) шунда үлтерҙек, илле сәрҙе (ғәскәр башлығын) тоттоҡ беҙ, шул уҡ төндә бөтөн халҡын һуйҙыҡ беҙ. Шул хәбәрҙе ишетеп, Ун уҡ бейҙәре күп (43) килде, йөгөндө (тубыҡланып бил бөктө). Килгән бейҙәрен, бөтөн халҡын тотоп йыйнағанда күпмелер халҡы ҡасҡайны. Ун уҡ ғәскәрен һуғышҡа илттем. (44) Беҙ йәнә ғәскәр илттек, Анды артылдыҡ беҙ, Йәнәсәй ыуыҙҙы кисеп, Тынсы улы яғына – Бәңлегек тауға... (45) Тимерҡапҡаға (Дербентҡа) тиклем барҙыҡ беҙ, анда йәнә торҙоҡ беҙ. Ынал ҡағанға... тажик тоғроһон (тажикка буйһонғандарҙы)... (46) андағы ерҙәге һыу башлығы, Соғдаҡ бөтөн халҡы күп килде. Ул көндә етте төрк бөтөн халҡы Тимерҡапҡаға. (47) Тынсы улы ятағындағы тауға еткәйнек, ул үҙе юҡ имеш. Ул ергә мин, Белге Утан Уҡымышлыһы, ғәскәремде еткергәстен, (48) һары алтын, затлы көмөш, ҡыҙы-ҡырҡыны мәшәҡәтһеҙ ағылып килер ине. Илтиреш ҡаған, мин Белгеһе бар өсөн, (49) алып-батырҙары бар өсөн утбағыусыға (ҡытайға) ҡаршы егерме ете тапҡыр һуғышты, ҡыутанға (ҡатай-көҙәнгә) ҡаршы ете тапҡыр һуғышты, уғыҙға ҡаршы биш тапҡыр һуғышты, анда яусы (яу башлығы) булып (50) йәнә мин барҙым – яусыһы (яу башлығы) һәр саҡ мин инем. Илтиреш ҡағанға (бөтөн) төрк бағынғанға күрә, (уға) Төрк Белге ҡ[109]... (51) Ҡапаған ҡаған...төн үтмәне, (52) көн тыуып өлгөрмәне – ҡыҙыл ҡаным түгелде, ҡара тирем йүгерҙе. Эҫе көсөмдө бирҙем ки мин үҙем оҙон юлымда. Йәнә үттем ки (53) Арҡой[110]. Оло ҡырла[111] үттем, боҫонғома (боҫоноу урыныма) йәйәүләп килер инем. Ҡаған менән су-ғәскәр илттек беҙ. Тәңре ярлыҡаны – (54) был төрк бөтөн халҡына яраҡлыҡ (көплө-ҡораллы дошман яуын) килтертмәнем, бөлгөнлөк утын йүгертмәнем. Илтиреш ҡаған ҡаҙанмаһа әгәр, (55) ошо мин үҙем ҡаҙанмаһам әгәр... илемә, бөтөн халҡыма йоҡ арттырыусан ҡаҙаныштарым өсөн, ошо үҙемдең ҡаҙаныштарым өсөн олоғ булдым. Анаң-Ерҙәге ҡағанлыҡҡа, бөтөн халыҡҡа, (56) илемә -- ил булды, бөтөн халҡыма бөтөнлөк булды, үҙем ҡары (ил инәһе) булдым, олоғ булдым. Анаң-Ерҙәге ҡағанлыҡтың бөтөн халыҡҡа ҡарата (57) мөнтөгө (етешһеҙлеге) бар иһә (булһа), моңһоҙо бар булып артасаҡ имеш. (58) Төрк Белге[112] ҡаған иленә был ядкәрҙе яҙҙыртым мин – Белге Утан Уҡымышлыһы. (59) Илтиреш ҡаған ҡаҙанмаһа, юҡ ине артыр сара; мин үҙем, Белге Утан Уҡымышлыһы ҡаҙанмаһам, минһеҙ юҡ ине артыр сара -- (60) Ҡапаған ҡағандың төрк-сыр (Үҫәргән) бөтөн халҡы ерендә бөтәйеү, бөтөнәйеү (халыҡ булып уҡмашыу), кешеләнеү (кеше һаны ишәйеү) сараһы юҡ, артыш (артыу) юҡ ине. (61) Илтиреш ҡаған, Белге Утан Уҡымышлыһы бергәләп ҡаҙанғаныбыҙ өсөн Ҡапаған ҡағандың төрк-сыр (Үҫәргән) бөтөн халҡы ер йөҙөндә йөрөйҙөр (йәшәйҙер). (62) Төрк Белге ҡаған төрк-сыр (Үҫәргән) бөтөн халҡына, уғыҙ бөтөн халҡына игелекле булып ултырҙы тәхеттә.

Кесе Яҙыу тексы тамам

 

 

Был изге текстарҙы, оҙаҡҡа һуҙмайынса, мәктәп дәреслектәренә индерергә, тарихыбыҙҙы тулыраҡ өйрәтеү өсөн файҙаланырға кәрәк.

Ошо башҡортомдоҡолай героик-тетрәткес тарихлы башҡа һис бер халыҡты ла белмәйем! Ғәзиз бабаларыбыҙҙың көсөргәнешле, данлы тормошон сағылдырған эпик роман һәм поэмалар, трагедиялар ҡасан яҙылыр, кинодрамалар ҡасан экрандарҙы шаңғыртыр? Уянырбыҙмы ҡасан?!.

05.10.2011

 


[1] “Ядкәр” тигән боронғо башҡорт һүҙебеҙҙе “йәдкәр” тип боҙоп яҙмауығыҙҙы һорайым.

[2] Әсинә (Ашуна) – “әсәнән (ашанан)” – йәғни Әсә-Бүренән тыуған тоҡом тигән мәғәнәлә. Шунан килә Әсә-Бүренең боронғо ләҡәптәре суна (һуна -- бүре), шуна (бүре) һәм “бүренән тыуған” үсүн башҡорттары.

[3] Үҫәргән ҡәбиләһенең “ата бүренән тыуған” көнбайыш тармағы -- Әсүрә (Асура), шунан килә сура-бүре (һоро-бүре), серый-волк, америка ацтектарының зорро (соро-бүре тигәндән), шулай уҡ Әсүрә-ҡан – Үҫәргән этнонимы.

[4] Силәнгә -- ташҡын һыу тигән һүҙ.

[5] Был исем инде “Ҡолой” тип әйтелә. Иҫке төрки телдә “кө” – дан тигән һүҙ.

[6] Туған – хан менән бер туған, принц.

[7] Быуман (ғәҙәттә Бумын тип яҙалар) – дошмандарын быуыусы (Душитель) мәғәнәһендәге ләҡәп, һуңынан Рәсәйҙең Иван IV батшаһын Яуыз (Грозный) тигән кеүек.

[8] Л.Н. Гумилев иҫәбе буйынса.

[9] Ҡытай яҙыуында Мочжо.

[10] Ҡапаған – ҡапаҡ (һәр яҡлап та килешле) тигән һүҙебеҙҙән.

[11] Был атама (утбғч) әле һүҙ барған ядкәрташтарҙа ғына сағылып, тикшереүселәр тарафынан дөрөҫ уҡылмай, минеңсә.

[12] Тарихи әҙәбиәттә Тан.

[13] Сяньби (үсен-би йәки үсер-би) – көнсығыш үҫәргәндәрҙең бер өлөшө; Тоба (хәҙерге Тува) төбәгендә уҡмашып йәшәгәнлектән, “тоба” тип тә йөрөтөлгәндәр.

[14] Белге – белгес, белекле, белемле зат тигән маҡтаулы ләҡәп.

[15] Утан (Тан) – утлы ҡоралға эйә дәүләт мәғәнәһендә; заманында сяньби-үҫәргән башҡорттары яулап алып төҙөгән һәм хаҡимлыҡ иткән Ҡытай империяһы (618 – 907 йй.). Был дәүләттә беренсе башлап “утлы уҡ” тигән ҡорал һуғышта киң ҡулланыла: “Термин “хо цзянь” интерпретировать нетрудно – это “огневая”, или зажигательная стрела, применение которой, вероятно, столь же древнее, сколь и появление лучного оружия. В китайской военной истории немало примеров огневого нападения с помощью зажигательных стрел... В период Тан (беҙҙеңсә, Утан. – Й.С.) к древку стрелы привязывали керамический сосуд... с горячим составом, продевая привязь через два отверстия в наконечнике стрелы”.(С.А. Школяр. Китайская доогнестрельная артиллерия. М., 1980, стр. 165). Бының график һыҙылышын бәғзе авторҙар “т” тип ҡыҫҡартып уҡыған ырын-хәрефтә (өҫкө мөйөшө уҡ менән осланған ромб) күрәбеҙ һәм ул минең тарафтан, һуҙынҡыһы менән ҡуша тулы килеш, “ут” тип күсерелә. Ә ул ырын-хәрефтең һәм шундай уҡ хәлдәге уҡ-һүрәт ырынын текстағы ҡайһы урында тулы килеш “ут” һәм “уҡ” тип, ә ҡайҙа “т” һәм “ҡ” тип кенә уҡыу ҡағиҙәһен аныҡ тикшереп билдәләү – үҙе айырым бер бурыс.

[16] Утбағыусы (бәғзеләр “табғач” тип уҡый) – Утан (Тан) иле императоры.

[17] Төрк – Тороҡ (Тора) тау хоҙайы Тәңрегә (мифик Имир тәүбаба фаллосына) табыныусы башҡорттар, улар менән 922 йылда Башҡортостан тупрағында ғәрәп илсеһе Ибн-Фаҙлан да осрашҡан.

[18] Сыр (сир, сәр, үсәр, үсәрҡан) – көнбайыш Үҫәргән ҡәбиләһе, бөгөнгө Сырдаръя йылғаһы шулар исемен һаҡлай.

[19] Шад (шата, сата) – хан тоҡомо, мырҙа (принц).

[20] Ымы (имя) – исеме.

[21] Ҡаған үлтерелгәс, уның урынына ҡалырға тейешле улының тәжрибәһеҙлеген уйлап һағышлана.

[22] Илтиреш – ил тиреүсе (йыйыусы), төҙөүсе.

[23] Туғыҙ уғыҙ – туғыҙ ырыулы Күбәләк-Тиләү башҡорт ҡәбиләһе берләшмәһе.

[24] Сү (сүб, сүбәй, сыбай, һыбай) – атлы ғәскәр.

[25] Атулай ыуыҙғаса – Әтиләй (Иҙел) һыуынаса.

[26] Ун уҡ – Көнбайыш төрки ҡағанатта (Урта Азияла) Үҫәргән башҡорттарының автономиялы ун ара берләшмәһе.

[27] Апаһы тархан – ҡағандың апаһы (ҡатын-ҡыҙмы? Әллә ағаһымы?) тархан. Бәлки, Белге Утан Уҡымышлыһы – ҡатын-ҡыҙ енесенәндер, ҡағандың апаһылыр?..

[28] Тимерҡапҡаға – Дербент ҡәлғәһенә.

[29] “Төрк Белге ҡаған ләҡәбен бирҙем” булһа кәрәк.

[30] Төрк Белге – Илтиреш ҡағандың һуңғы ләҡәбе.

[31] Төрк – Тороҡ (Тора) тау хоҙайы Тәңрегә (фаллосҡа) табыныусы башҡорттар, улар менән 922 йылда Башҡортостан тупрағында ғәрәп илгиҙәре Ибн-Фаҙлан да осрашҡан.

[32] Белге ҡаған йәки Төрк Белге ҡаған – Илтиреш ҡағандың һуңғы маҡтаулы ләҡәбе.

[33] Ватасы ут атар – бәғзеләр быны “утыҙ татар” тип уҡый. Минеңсә, был – ватҡыс артиллериянан ут атып һуғышыусы айырым ҡытай, йәки вьетнам иле булһа кәрәк.

[34] Татабы – татар.

[35] Илтиреш ҡағанға тиклемге “ябалаҡ” (ямаҡ) ханды уға ҡаршы баш күтәреүселәр үлтереп, халыҡ Ҡытай ҡулы аҫтына ыға.

[36] Өгәм (үгәй анам) Ил Белге ҡатынды – был юлдарҙы яҙыусы Юллыҡтуған уны, Белге Утан Уҡымышлыһын, Ил Белеге тип кенә исемләй. Илтиреш ҡаған яу юлында саҡта өйҙә ҡалған ҡатыны вафат булғанын ишетеп, уны ерләргә ҡайтып китә (Белге Утан Уҡымышлыһы яҙған ядкәрҙең 31-енсе юлын ҡарағыҙ). Ә инде был ядкәрҙең ошо 11-енсе юлына ҡарағанда, тол ҡалмыш Илтиреш ҡаған үҙенең данлы яусыһы һәм кәңәшсеһе, яҡын апаһы Белге Утан Уҡымышлыһына өйләнгән булырға тейеш; ә тәүге ҡатынынан тыуған улы Юллыҡтуғанға (был ядкәрҙең авторына) ул ысынлап та “өгәм” (үгәй анам) булып сыға.

[37] Төләс – Талас, хәҙерге Ҡырғыҙстандағы ҡала.

[38] Туғыҙ уғыҙ – Күбәләк-Тиләү башҡорттары бабаларының туғыҙ ырыулы ҡәбилә берлеге.

[39] Йәшел ыуыҙҙағы – Йәшел йылғалағы, хәҙерге Ҡыуанһыу (Хуанхэ).

[40] Шантуң – хәҙерге Пекин янындағы ҡала.

[41] Күгмән – Күк Ирәндек (Көньяҡ Ирәндек) тауы.

[42] Күгмән ер-һыуы – Күк Ирәндек ер-һыуы – Төрки ҡағанаттың ҡағандар тоҡомон башлаусы Әсинә (Үҫәргән) башҡорттарының тыуған төйәге.

[43] Илтиреш йәки Төрк Белге ҡағанды.

[44] Өгәм – үгәйем, ә был осраҡта “үгәй анам” тигән һүҙ.

[45] Белге Утан Уҡымышлыһын.

[46] Ҡатын – ҡаған ҡатыны.

[47] Көлитуған батырҙы уның үгәй анаһы Белге Утан Уҡымышлыһы тәрбиәләп ир-ат ҡорона еткергән.

[48] Сәсә-сәңкемгә -- Үҫәргән ырыуының Әсә-Бүрегә табыныусы әсә тармағына.

[49] Аҙау башҡорттарының һәм ҡаҙаҡтарының бабалары.

[50] Ҡошсо – башҡорттоң Ҡошсо ырыуы.

[51] Ҡара күлдә -- Ҡара диңгеҙ янында.

[52] Әсәгел (Әсәрген) – башҡорттоң Үҫәргән ҡәбиләһенең көнбайыш тармағы.

[53] Кәнде – үҙ.

[54] Туҡ-болаҡ – хәҙерге Ырымбур өлкәһендәге Туҡ йылғаһы.

[55] Төңрә -- Таңғауыр башҡорт ырыуы.

[56] Мағы (Могучий) Ҡорған – Урта Азиялағы хәҙерге Кәттә Ҡорған ҡалаһы булһа кәрәк.

[57] Ун уҡ – 635 йылда Көнбайыш Төрки ғағанат ҡағаны Эшбара ҡулынан “автономия” хоҡуғы алған үҫәргәндәр. Б.э. тиклем 105 йылда хәҙерге Башҡортостандың Таштуғай төбәгендә төйәкләнмеш Әлми хандың башҡа сығарылған ике улы Дала һәм Насипбай кешеләренән дауамланған ҡуш ҡәбилә тармаҡтары һәр береһе бишәр ырыу тәшкил итеп (Үҫәргән ырыуы әлегәсә биш аранан хасил), йәмғеһе ун булғанлыҡтан, унауына ла үҙ ҡәбилә башлығы сат (шад) һайлап ҡуйыу хоҡуғы – ун уҡ тапшырылғанлыҡтан, улар “ун уҡ” берлеге тип йөрөтөлгән.

[58] Ҡытай императоры булып башҡорт ултырғанлығына дәлил.

[59] Төрк – Тороҡ (Тора) тау хоҙайы Тәңрегә (фаллосҡа) табыныусы башҡорттар, улар менән 922 йылда Башҡортостан тупрағында ғәрәп илгиҙәре Ибн-Фаҙлан да осрашҡан.

[60] Белге ҡаған йәки Төрк Белге ҡаған – Илтиреш ҡағандың һуңғы маҡтаулы ләҡәбе.

[61] Ватасы ут атар – бәғзеләр быны “утыҙ татар” тип уҡый. Минеңсә, был – ватҡыс артиллериянан ут атып һуғышыусы айырым ҡытай, йәки вьетнам иле булһа кәрәк.

[62] Татабы – татар.

[63] Йәғни атаҡлы үгәй әсәһе – Белге Утан Уҡымышлыһыһындай.

[64] Йәғни Илтиреш ҡағандай.

[65] Илтиреш ҡағанға тиклемге “ябалаҡ” (ямаҡ) ханды уға ҡаршы баш күтәреүселәр үлтереп, халыҡ Ҡытай ҡулы аҫтына ыға.

[66] Өгәм (үгәй анам) Ил Белге ҡатынды – был юлдарҙы яҙыусы Юллыҡ-туған уны, Белге Утан Уҡымышлыһын, Ил Белеге тип кенә исемләй. Илтиреш ҡаған, үҙе яу юлында саҡта өйҙә ҡалған ҡатыны вафат булғанын ишетеп, уны ерләргә ҡайтып китә (Белге Утан Уҡымышлыһы яҙған ядкәрҙең 31-енсе юлын ҡарағыҙ). Ә инде был ядкәрҙең ошо 11-енсе юлына ҡарағанда, тол ҡалмыш Илтиреш ҡаған үҙенең данлы ғәскәр башлығы һәм кәңәшсеһе, ике туған апаһы (старшая сестра) Белге Утан Уҡымышлыһына өйләнгән булырға тейеш; ә тәүге ҡатынынан тыуған улы Юллыҡ-туғанға (был ядкәрҙең авторына) ул ысынлап та “өгәм” (үгәй анам) булып сыға.

[67] Йәғни үгәй әсәһе (апаһы) Белге Утан Уҡымышлыһы төҙөгән ҡанун.

[68] Төләс – Талас, хәҙерге Ҡырғыҙстандағы ҡала.

[69] Туғыҙ уғыҙ – Күбәләк-Тиләү башҡорттары бабаларының туғыҙ ырыулы ҡәбилә берлеге.

[70] Авторҙың үгәй әсәһе Белге Утан Уҡымышлыһы менән атаһы Илтиреш ҡаған берлектә идара итеүенә ишара.

[71] Йәшел ыуыҙҙағы – Йәшел йылғалағы, хәҙерге Ҡыуанһыу (Хуанхэ).

[72] Шантуң – хәҙерге Пекин янындағы ҡала.

[73] Күгмән – Күк Ирәндек (Көньяҡ Ирәндек) тауы.

[74] Белге Утан Уҡымышлыһы сығарған ҡанундар буйынса йәшәүсе.

[75] Күгмән ер-һыуы – Күк Ирәндек ер-һыуы – Төрки ҡағанаттың ҡағандар тоҡомон башлаусы Әсинә (Үҫәргән) башҡорттарының тыуған төйәге.

[76] Илтиреш йәки Төрк Белге ҡағанды.

[77] Өгәм – үгәйем, ә был осраҡта “үгәй анам” тигән һүҙ.

[78] Белге Утан Уҡымышлыһын.

[79] Ҡатын – ҡаған ҡатыны Белге Утан Уҡымышлыһы.

[80] Көлитуған батырҙы уның үгәй анаһы Белге Утан Уҡымышлыһы тәрбиәләп ир-ат ҡорона еткергән.

[81] Сәсә-сәңкемгә -- Үҫәргән ырыуының Әсә-Бүрегә табыныусы әсә тармағына.

[82] Аҙау башҡорттарының һәм ҡаҙаҡтарының бабалары.

[83] Ҡошсо – башҡорттоң Ҡошсо ырыуы.

[84] Ҡара күлдә -- Ҡара диңгеҙ янында.

[85] Әсәгел (Әсәрген) – башҡорттоң Үҫәргән ҡәбиләһенең көнбайыш тармағы -- болғарҙар.

[86] Кәнде – үҙ.

[87] Туҡ-болаҡ – хәҙерге Ырымбур өлкәһендәге Туҡ йылғаһы.

[88] Төңрә -- Таңғауыр башҡорт ырыуы.

[89] Мағы (Могучий) Ҡорған – Урта Азиялағы хәҙерге Кәттә Ҡорған ҡалаһы.

[90] Ун уҡ – 635 йылда Көнбайыш Төрки ғағанат ҡағаны Эшбара ҡулынан “автономия” хоҡуғы алған үҫәргәндәр. Б.э. тиклем 105 йылда хәҙерге Башҡортостандың Таштуғай төбәгендә төйәкләнмеш Әлми хандың башҡа сығарылған ике улы Дала һәм Насипбай кешеләренән дауамланған ҡуш ҡәбилә тармаҡтары һәр береһе бишәр ырыу тәшкил итеп (Үҫәргән ырыуы әлегәсә биш аранан хасил), йәмғеһе ун булғанлыҡтан, унауына ла үҙ ҡәбилә башлығы сат (шад) һайлап ҡуйыу хоҡуғының билдәһе – ун уҡ тапшырылғанлыҡтан, улар “ун уҡ” берлеге тип йөрөтөлгән.

[91] Ҡытай императоры булып башҡорт ултырғанлығына бер дәлил.

[92] Белге – белгес, белекле, белемле зат тигән маҡтаулы ләҡәп.

[93] Утан (Тан) – утлы ҡоралға эйә дәүләт мәғәнәһендә; заманында сяньби-үҫәргән башҡорттары яулап алып төҙөгән һәм хаҡимлыҡ иткән Ҡытай империяһы (618 – 907 йй.). Был дәүләттә беренсе башлап “утлы уҡ” тигән ҡорал һуғышта киң ҡулланыла: “Термин “хо цзянь” интерпретировать нетрудно – это “огневая”, или зажигательная стрела, применение которой, вероятно, столь же древнее, сколь и появление лучного оружия. В китайской военной истории немало примеров огневого нападения с помощью зажигательных стрел... В период Тан (беҙҙеңсә, Утан. – Й.С.) к древку стрелы привязывали керамический сосуд... с горячим составом, продевая привязь через два отверстия в наконечнике стрелы”.(С.А. Школяр. Китайская доогнестрельная артиллерия. М., 1980, стр. 165). Бының график һыҙылышын бәғзе авторҙар “т” тип ҡыҫҡартып уҡыған ырын-хәрефтә (өҫкө мөйөшө уҡ менән осланған ромб) күрәбеҙ һәм ул минең тарафтан, һуҙынҡыһы менән ҡуша тулы килеш, “ут” тип күсерелә. Ә ул ырын-хәрефтең һәм шундай уҡ хәлдәге уҡ-һүрәт ырынын текстағы ҡайһы урында тулы килеш “ут” һәм “уҡ” тип, ә ҡайҙа “т” һәм “ҡ” тип кенә уҡыу ҡағиҙәһен аныҡ тикшереп билдәләү – үҙе айырым бер бурыс.

[94] Утбағыусы (бәғзеләр “табғач” тип уҡый) – Утан (Тан) иле императоры.

[95] Төрк – Тороҡ (Тора) тау хоҙайы Тәңрегә (мифик Имир тәүбаба фаллосына) табыныусы башҡорттар, улар менән 922 йылда Башҡортостан тупрағында ғәрәп илсеһе Ибн-Фаҙлан да осрашҡан.

[96] Сыр (сир, сәр, үсәр, үсәрҡан) – көнбайыш Үҫәргән ҡәбиләһе, бөгөнгө Сырдаръя йылғаһы шулар исемен һаҡлай.

[97] Шад (шата, сата) – хан нәҫеле, мырҙа (принц).

[98] Ымы (имя) – исеме.

[99] Ҡаған үлтерелгәс, уның урынына ҡалырға тейешле улының тәжрибәһеҙлеген уйлап һағышлана.

[100] Илтиреш – ил тиреүсе (йыйыусы), дәүләт төҙөүсе.

[101] Туғыҙ уғыҙ – туғыҙ ырыулы Күбәләк-Тиләү башҡорт ҡәбиләһе берләшмәһе.

[102] Сыр – Үҫәргән халҡы Төрки Ҡағанат дәүләтенең нигеҙен тәшкил итеүенә тура ишара.

[103] Үтәгән -- хәҙерге Силәбе өлкәһендә тороп ҡалған Арҡайым ҡорамы янындағы йылға.

[104] Башҡортостан Республикаһының Усалы районындағы Ҡалҡан-тау.

[105] Сү (сүб, сүбәй, сыбай, һыбай) – атлы ғәскәр.

[106] Атулай ыуыҙғаса – Әтиләй (Иҙел) һыуынаса..

[107] Ун уҡ – Көнбайыш төрки ҡағанатта (Урта Азияла) Үҫәргән башҡорттарының автономиялы ун ара берләшмәһе.

[108] Апаһы тархан – ҡағандың апаһы (ҡатын-ҡыҙ) тархан, йәғни Белге Утан Уҡымышлыһы үҙе – ҡағандың ошо ике туған апаһы.

[109] “Төрк Белге ҡаған ләҡәбен бирҙем” булһа кәрәк.

[110] Арҡайым булһа кәрәк.

[111] Урал тауҙары булһа кәрәк.

[112] Төрк Белге – Илтиреш ҡағандың һуңғы ләҡәбе.







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 429. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Признаки классификации безопасности Можно выделить следующие признаки классификации безопасности. 1. По признаку масштабности принято различать следующие относительно самостоятельные геополитические уровни и виды безопасности. 1.1. Международная безопасность (глобальная и...

Прием и регистрация больных Пути госпитализации больных в стационар могут быть различны. В цен­тральное приемное отделение больные могут быть доставлены: 1) машиной скорой медицинской помощи в случае возникновения остро­го или обострения хронического заболевания...

ПУНКЦИЯ И КАТЕТЕРИЗАЦИЯ ПОДКЛЮЧИЧНОЙ ВЕНЫ   Пункцию и катетеризацию подключичной вены обычно производит хирург или анестезиолог, иногда — специально обученный терапевт...

САНИТАРНО-МИКРОБИОЛОГИЧЕСКОЕ ИССЛЕДОВАНИЕ ВОДЫ, ВОЗДУХА И ПОЧВЫ Цель занятия.Ознакомить студентов с основными методами и показателями...

Меры безопасности при обращении с оружием и боеприпасами 64. Получение (сдача) оружия и боеприпасов для проведения стрельб осуществляется в установленном порядке[1]. 65. Безопасность при проведении стрельб обеспечивается...

Весы настольные циферблатные Весы настольные циферблатные РН-10Ц13 (рис.3.1) выпускаются с наибольшими пределами взвешивания 2...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия