Студопедия — Уң ҡулында булыр ҡурайы.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Уң ҡулында булыр ҡурайы.






29.12.2012.

Йыһат Солтанов

Төрк ҡағанаты (552 – 745 йй.) заманынан ҡалған Силәнгә -- Өргөн (Селенга – Орхон) ырын (рун) яҙмалы ядкәрҙәрҙең[1] хәҙерге башҡорт алфавитына эҙмә-эҙ күсерелеше.

Башҡаларым кеүек үк, байтаҡ йылдар элек яҙылған әҫәр был; уға тотонорға мине, әҙәбиәтсене, дөйөм мәҙәни мохтажлыҡ мәжбүр ҡылды. Эш шунда: бабаларыбыҙҙың атаҡлы ырын-ядкәрҙәрен әлегәсә төрки телле ғалимдарҙан һәм бигерәк тә баш ҡорттарҙан (һәй, үкенес!) туранан-тура уҡып ҡараған һәм әлеге заман алфавитына теүәл итеп күсереп яҙған инсан юҡ: бөтәһе лә иҫке төрки телгә генә нигеҙләнеп эш иткән, башҡорт телен иҫәпкә алмаған атаҡлы урыҫ ғалимы С.Е. Маловтың (1880 – 1957) билдәле өс хеҙмәтенән һәм шул ғалимдан туҡланыусы мәшһүр И.В. Стеблеваның “Поэтика древнетюркской литературы и ее трансформация в ранне-классический период” тигән китабынан күсереп шөғөлләнә -- шул арҡала ҡайһы бер етешһеҙлектәр үрсеп китә;.

Милләтем ҡанбабаларының ядкәрҙәрен йәш быуын милләттәштәрем туған телебеҙ ҡыҫаларында ырындарҙан туранан-тура уҡыһын, уҡырға өйрәнһен, тип, ырын яҙыулы текстың нумерланған һәр юлын нәүбәте буйынса айырым күсереп, аҫтына шул уҡ нумер менән бөтә ырын-хәрефтәрен теүәл рәүештә бөгөнгө башҡорт хәрефтәренә әйләндереп яҙҙым, аҫтараҡ текстың бөгөнгө башҡорт телендәге уҡылышын өҫтәнем. Ырын яҙыу уңдан һулға ҡарай уҡыла, һүҙҙәр бер-береһенән ике нөктә (:) менән айырыла.

“Ырын” (рун, руна) – ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул (башҡорт кешеһе әлегәсә ағасҡа ырып биҙәк һала йә яҙа, былар “ырын” тип атала). Үҫәргән башҡорттарының Әсә-Бүрегә табыныусы Әсинә[2] йәки Ашина тармағы[3] нигеҙләгән Бөйөк дәүләтебеҙ Төрк ҡағанаты (552 – 745) заманында Силәнгә[4] йылғаһы (көньяҡлап Байҡал күленә ҡоя) буйында Белге Утан Уҡымышлыһы (бәғзеләр уны “Тоньюкук” тип уҡый) хөрмәтенә һәм Өргөн йылғаһы (Силәнгәгә ҡоя) буйында Көли[5]-туған[6] (731 йылда үлгән) батыр иҫтәлегенә уларҙың зираттарына 717 – 718 йылдар арауығында ҡуйылған ядкәрташтар шул заман бабаларыбыҙҙың тарихын һәм яҙыу өлгөһөн иң ҙур текстар рәүешендә беҙҙәргә килтереп еткергән иң ҡиммәтле ҡомартҡылар булып тора (ҡағыҙға яҙылған ырын хәрефле китаптарыбыҙҙы, “яҙыҡ” йәғни “яҙыулы” мәжүси дин доғалары һанап, ғәрәп баҫҡынсылары юҡ итеп бөтөргән).

Билдәле булыуынса, Ашина йәғни Үҫәргән ырыуы баһадиры Быуман[7] 552 йылда үҙен дәүләт башлығы – ҡаған тип иғлан ҡыла ла тирә-яғындағы ырыу-ҡәбиләләрҙе үҙ ҡулы аҫтына бөрөү өсөн ныҡышмалы һуғыштар алып бара. Һөҙөмтәлә 555 йылға тиклемге көрәштәрҙә бөтә Үҙәк Азия, тип әйтерлек, яулап алына, 571 йылда иһә Төрки ҡағанат сиктәре көнбайышҡа табан Урта Азиялағы Амударъяғаса киңәйә. Әммә эске ҡаршылыҡтар һәм көньяҡ ҡырыйҙағы яуыз дошман Ҡытай ҡотҡоһо арҡаһында ҡағанатта ырыу-ҡәбилә ара болғаныштар (582 – 603) ҡубынып, берҙәм дәүләтебеҙ үҙ-ара дошманлыҡлы ике өлөшкә -- Көнсығыш Төрки ҡағанат (Үҙәк Азияла) һәм Көнбайыш Төрки ҡағанат (Урал – Урта Азияла) бүленә.

630 йылда Ҡытай менән һуғышта төркиҙәр еңелеп, ярты быуат буйына Ҡытайға буйһоноп йәшәй. 681 йылда Ҡотлоҡ хан етәкселегендә халыҡ Ҡытай ҡоллоғона ҡаршы баш күтәреп, Көнсығыш Төрки ҡағанат ҡабат тергеҙелә. 693 йылда[8] был Ҡотлоҡ хан үлгәс, урынына ултырған ағаһы Мышы[9] үҙен Ҡапаған[10] ҡаған (693 – 716) итеп иғлан ҡыла, уның заманында Көнсығыш Төрки ҡағанат сиктәре ҡабат Манчжуриянан алып Сырдаръяғаса киңәйтелә, төрки алғасҡылары Сәмәрҡәндкәсә барып етә, ләкин ғәрәптәрҙән еңелә (712 – 713).

Ҡапаған ҡағандан һуң тәхеткә ултырған уның улы Юллыҡтуған, Төрк Белеге ҡаған (716 – 734) ләҡәбен алып, дошман Ҡытай һәм уның берләшмәндәренән дәүләтте ҡурсалау өсөн, үҙенең бер туған ҡустыһы – данлы яу башлығы Көли-туған менән бергә бер туҡтауһыҙ яу йөрөй, бик күп дәһшәттәрҙе еңеп сығалар.

Төрки ҡағанаттың иң ҡурҡыныс һәм төп дошманы, әлбиттә, тарихи әҙәбиәттә (минеңсә, ырындарҙы яңылыш уҡыу арҡаһында) “табгач” [11] тип йөрөтөлгән Ҡытай империяһының хакимлыҡ итеүсе “Төньяҡ Вэй” (“Северная Вэй”) династияһы (батшалар нәҫеле) ул. Шуныһы бик ғибрәтле: Утан[12] тигән был дәһшәтле Ҡытай империяһын, ундағы саф ҡытай династиялы “Һуңғыраҡҡы Йән” (“Поздняя Янь”) дәүләтен 397 йылда тар-мар ҡылып, Ҡытай йылъяҙмаларында “сяньби”[13] тип яҙылмыш үҙебеҙҙең Үҫәргән башҡорттары нигеҙләгән, тәхетендә беренсе император булып шул Үҫәргән башҡорттарының юлбашсыһы Тоб Ағай (ҡытайса Тоба Гуй) уҙаман ултырған; был иһә уның ата-әсәһе ҡушҡан исеме түгел, ә тап хәҙерге башҡорттағы “ил ағаһы”, “ил-аға”, “ил-ағай” тигәнебеҙсә, ололап та хөрмәтләп әйтелмеш ләҡәп булып тора (бында хәҙерге “ил” һүҙен “туб” йәғни тупланмыш халыҡ, түбә һүҙе алмаштырған). Уға дәүләт төҙөшкән һәм империяның етәкселек ҡатламын хасил иткән башҡорт ҡәрҙәштәре лә тап шул ләҡәп буйынса, уның кешеләре рәүешендә, ләҡәбенә исем яһаусы –с ялғауы ҡушылып, Тоб Аға -сы (тобағасы, табғас, табғач) тип йөрөтөлгән дә ырынлы ядкәрташҡа ла шулай яҙылған, тигән фараз бар. Шул уҡ ваҡытта ырын яҙыуҙарҙағы “утбғч” йәки “тбғч” һүҙен “утбағыусы” тип уҡыу алымы ла билдәле, был юлдарҙың авторы ла шул алымды ҡуллана. Табғастарҙың тәүге быуын ғүмерендә улар империяның ҡытай этнослы чиновниктарын, дер-һелкетеп, тап сяньби-үҫәргәнсә (төркисә) һөйләшергә, кейенергә, аш-һыу яраштырырға һәм йола тоторға мәжбүр иткәндәр, император һарайында “үҫәргәнлек” шәп модаға әүерелгән. Әммә сяньби-үҫәргәндәр (йәки табғастар) был дәүләт халҡының егерме процентын ғына, ә ҡытайҙар һикһәнен тәшкил иткәнлектән, өсөнсө быуын ғүмерендә үк төркиҙәр ҡытайға әүерелгәндәр ҙә Төрки ҡағанатының ҡан дошмандарына әйләнгәндәр...

“Сяньби”ҙарҙың ысынлап та Үҫәргән башҡорттары икәнлеген күргәҙмәле дәлилләүсе бик һирәк һәм ҡиммәтле һүрәтте тамаша иттертәйек (ул тап Ҡытайҙы яулап алып хаҡимлыҡ ҡылыусы сяньби-үҫәргәндәр тарафынан эшләнеп, Ҡытайҙа һаҡланып ҡалған). Тимер көплө яу юрғала-рында йән-фарман елеп барыусы ике яугирҙең һул ҡулында дәүләт тыуҙары (флагтары) елберҙәй: береһен – осо дүрт тармаҡлыһын – дәүләттең дүрт юл башлығы хан тотҡан; икенсеһен – биш тармаҡ-лыһын, Үҫәргән ҡәбиләһенең биш ырыу-ара башлығы бей елберҙә-тә. Ә иң мөһиме -- башҡортлоҡтоң сағыу билдәһе – хандың уң ҡулындағы ҡурай!

Бына ҡайһы замандарҙан уҡ телдән-телгә килеп етеп, хәҙер инде “Ҡаһым түрә” тип аталған йырыбыҙға күсерелеп, рухыбыҙға ҡеүәт бирә ул ҡурай! Әгәр “Ҡаһым” урынына “Тобағай” (Тоба Ағай”) тип йырлаһаҡ, йәбешә лә ҡуя үҙенә:

Тобағай менгән һоро юрғаның, вай, кем,

Маңлайында булыр урайы.

Тобағай түрә фарман биргән саҡта, вай, кем,

Уң ҡулында булыр ҡурайы.

 

Бер нәмә лә юҡтан бар булмай һәм барҙан да юғалмай!

 

* * *

 

Инде Белге Утан Уҡымышлыһы яҙған ядкәрҙең таштаҡтанан күсермәһе (иң элек ғалимдар төҙөгән алфавиты):

 


 

ТАШЪЯДКӘРҘЕҢ ТЕКСЫ:


 


 

 

 

   

 


Артабан -- ядкәрҙең ырын хәрефтәрҙән минең тарафтан бөгөнгө башҡорт алфавитына туранан-тура күсерелеше; номерланған һәр юл аҫтына бөгөнгө башҡорт телендә яҙылышы бирелә. Төп нөсхәләге һүҙҙәрҙе айырыусы ҡуш нөктәләр бөгөнгө башҡортсаға күсермәһендә лә үҙ урындарына ҡуйылды, ә мин өҫтәгән тулыландырыусы аңлатмалар йәйәләр эсенә алынды.

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 527. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Принципы и методы управления в таможенных органах Под принципами управления понимаются идеи, правила, основные положения и нормы поведения, которыми руководствуются общие, частные и организационно-технологические принципы...

ПРОФЕССИОНАЛЬНОЕ САМОВОСПИТАНИЕ И САМООБРАЗОВАНИЕ ПЕДАГОГА Воспитывать сегодня подрастающее поколение на со­временном уровне требований общества нельзя без по­стоянного обновления и обогащения своего профессио­нального педагогического потенциала...

Эффективность управления. Общие понятия о сущности и критериях эффективности. Эффективность управления – это экономическая категория, отражающая вклад управленческой деятельности в конечный результат работы организации...

Принципы, критерии и методы оценки и аттестации персонала   Аттестация персонала является одной их важнейших функций управления персоналом...

Пункты решения командира взвода на организацию боя. уяснение полученной задачи; оценка обстановки; принятие решения; проведение рекогносцировки; отдача боевого приказа; организация взаимодействия...

Что такое пропорции? Это соотношение частей целого между собой. Что может являться частями в образе или в луке...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.039 сек.) русская версия | украинская версия