Студопедия — ОЛО ЯҘЫУ
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

ОЛО ЯҘЫУ






 

(1) Өҫтә Күк-Тәңре, аҫта Көрән Ер яһалғанда ике арала кеше улы яһалды. Кеше улынан өҫтә Әсәм-Апам (текст авторы Юллыҡтуғандың үгәй әсә-апаһы Белге Утан Уҡымышлыһы), Быуман-ҡаған, Истәми-ҡаған ултыра. Ултырып, төрк[59] бөтөндөң (халҡының) илен, турыһын (ҡанунын) тота торған ине. Бирелгән (2) дүрт тарафында күп яу-дошман бар ине. Ғәскәр ебәреп-һуғыштырып, дүрт тарафындағы халыҡтарҙы күп алды, күптәрҙе емерҙе, башлыларын йөгөндөрттө, теҙлеләрен сүктертте. Алғараҡ (көнсығышҡараҡ) Ҡыҙырған юшауға-үләнлеккә тиклем, кирегә (көнбайышҡа) -- Тимерҡапҡаға (Ҡафҡаздағы Дербентҡа) тиклем еткереп ҡундырҙы ғәскәрен. Ике арала (Уралда) (3) йәшәй ине үкһеҙ-яңғыҙы төрк халыҡ. Анда тәхеттә ултырыусы Белге ҡаған[60] ине, алып-батыр ҡаған ине – бойороҡтары ла белдекле ине бит, алып-батыр ине бит! Бәктәре (бейҙәре) йәмғеһе, бөтөн халҡы йәмғеһе уға тоғролоҡло ине – илен шулай ҡулында тота ине бит, илен ҡулында тотоп, хөкөм итә ине; үҙ үлеме менән (4) гүр эйәһе булды. Юҡһыныусылар, һыҡтаныусылар шунда көнсығыштан – мүкле сүлдәгеләр, утбағыусы (ҡытай), тибет, абар, римле, ҡырғыҙ, өс уғыр хан, ватыусы ут атар[61], ҡатай-көҙән, татабы[62] -- барса халыҡ килеп һыҡтанды, иланы. Шундай көйлө-шәп ҡаған ине. Андан һуңыраҡ энеһе ҡаған (5) булды бит, улы ла ҡаған булды бит. Андан һуңыраҡ энеһе әсәһендәй[63] булманы бит, улы ла ҡаңындай -- атаһындай[64] булманы бит, белекһеҙ ҡаған ултырҙы бит, ябалаҡ-яман ҡаған ултырҙы бит, бойороғо ла белекһеҙ ине бит – яман ине бит. (6) Бейҙәре, бөтөн халҡы тоғролоҡһоҙ булғаны өсөн, утбағыусы (ҡытай) халҡы ярығыбыҙҙы (берҙәм булмауыбыҙҙы) күрә алғаны өсөн, арбаҡлағаны (үҙенә ҡаратҡаны) өсөн, энеле-әсәле барыһы ханға ҡаршы һуғышҡаны[65] өсөн, бейле бөтөнлөгөн йомшартҡаны өсөн төрк бөтөн халҡы иләүләнгән илен ҡулынан ысҡындырҙы, (7) ҡағанланған ҡағанын йотторҙо утбағыусы (ҡытай) халҡынан. Бейлек, ир-улан ҡол булды, һылыу ҡыҙ, улан күң (күндәм хеҙмәтсе) булды, төрк бейҙәре төрк исемен юйҙы һәм әүерелде утбағыусыға (ҡытайға); бейҙәр, утбағыусы (ҡытай) исемен алып, утбағыусы (ҡытай) ҡағанға (8) буйһондо. Илле йыл уға эҫе көсөн бирҙе. Анан ары көн тыуышҡа (көнсығышҡа) – Мүкле ҡағанға тиклем һуғышып барҙы, ултыраҡлы Тимерҡапҡаға (Дербентҡа) тиклем һуғышып барҙы, утбағыусы (ҡытай) ҡағанға илен, ҡанунын хеҙмәт иттерҙе. Төрк ҡоро булған күмәк (9) халыҡ – ир-әсә әйтә ине: “Илле-дәүләтле бөтөн халыҡ инем, илем өмөтө ҡайҙа? Инде кем файҙаһына дәүләтселлек ҡаҙанырмын? – тиер ине. – Ҡағанлыҡлы бөтөн халыҡ инем, ҡағаным ҡайҙа? Ниндәй ҡағанға эҫе көсөмдө бирермен?!” – тиер ине. Ана шулай тип, утбағыусы (ҡытай) ҡағанға яу (дошман) булды. (10) Яу булып, этләнеп, йортонда өмөтһөҙлөк сикте йәнә. Барса эҫе көсөн бирә тороп, ысҡынманы (азат булманы). Төрк бөтөн халҡы “үләйем, ырыуымды серетәйем”, тир ине, юғалыуға барыр ине. Өҫтә төрк Тәңреһе, аҫта төрк изге Ере (11) һүҙен ошолай әйтте: “Төрк бөтөн халҡы юҡ булмаһын! – тиеп. – Бөтөн халыҡ булһын!” – тиеп. Ҡаңым (атам) Илтиреш ҡағанды, өгәм (үгәй анам) Ил Белге ҡатынды[66] Тәңре түбәһенән ҡағып (һөйөп) юғары күтәрҙе бит! Ҡаңым (атам) ҡаған егерме ете ир менән юл үтергә сыҡты, үтешендә (12) уның хаҡта, өйөр-өйөр күс (ғәскәр) төйнәй, тип ишетеп, балыҡтағылар (ҡалалағылар) тауға ыҡты (ағылды), тауҙағылар килде -- тирелеп (йыйылып), етмеш ир булды. Тәңре көс биргәне өсөн, ҡаңым (атам) ҡағандың һуғышсылары бүреләй ине, дошмандары ҡуйҙай ине. Алға (көнсығышҡа) ҡарай ғәскәрен йөрөтөп халҡын тирҙе (йыйҙы), күмәк ир итте. (13) Күмәге ете йөҙ ир булды, ете йөҙ ир булып алыштылар. Ҡаған аҫрамыш бөтөн халыҡты, ошоғаса ҡытайға күндәм хеҙмәтсе тигән, ҡол тигән бөтөн халыҡты, төрк ҡанунынан ысҡынған бөтөн халыҡты әсәм-апам[67] ҡанунынса йөрөттө. Төләстә[68] ултыраҡланып йәшәгән (14) ябайҙары, саты (хан нәҫелдәре) бергә барҙы. Бирелә (көньяҡта) утбағыусы (ҡытай) бөтөн халҡы яу-дошман ине. Арыла (төньяҡта) Абыз ҡағандың туғыҙ уғыҙ[69] бөтөн халҡы яу-дошман ине. Ҡырғыҙ, уйғыр хан, ватыусы ут атар, ҡатай-көҙән, татар – күп яу-дошман ине. Ҡаңым (атам) ҡаған быларға ҡаршы (15) ҡырҡ артығы ете (йәғни 47) юлы (тапҡыр) һуғышҡа йөрөнө, егерме һуғышта һуғышты. Тәңре ярлыҡағаны өсөн иллеләрҙе илһеҙ итте, ҡағанлыларҙы ҡағанһыҙ итте, ҡаршы яуҙарҙы боҙҙо-ҡыйратты, теҙлеләрҙе сүктерҙе, башлыларҙы йөгөндөрҙө (тубыҡландыртып бил бөктөрттө). (16) Шулай ҡанундар ҡаҙанып осто – вафат булды. Ҡаңым (атам) ҡаған зыяратына дошманыбыҙ башлығы Абыҙ ҡағанды һынландырған балбалдар (тораташтар) теҙеп ҡуйылды. Ул турыла (тәңгәлдә) өҫтә -- әсәм һәм ҡаған ултыра[70]. Әсәм һәм ҡаған, бергә ултырып, төрк бөтөн халыҡты йәшәтте, йәшәү сығанағы сәсте. (17) Әсәм менән ҡаған ултырғанда үҙем тордош (хәҙерге төркмән?) бөтөн халҡы өҫтөндә сат-солтан инем. Әсәм һәм ҡаған менән бергә алғары (алдағы – көнсығыштағы) Йәшел ыуыҙҙағы[71] Шантуң[72] яҫылығына тиклем ғәскәр илттек беҙ, уйғыр ҡырына, Тимерҡапҡаға (Дербентҡа) тиклем етеп һуғыштыҡ беҙ. Күгмән[73] аша килеп (18) күмәге утыҙ биш тапҡыр ғәскәр илттек беҙ, егерме өс тапҡыр һуғыштыҡ беҙ, иллеләрҙе илһеҙ иттек беҙ, теҙлеләрҙе сүктерҙек беҙ, башлыларҙы йөгөндөрҙөк беҙ. Төргөш ҡаған үҙ төркөбөҙ (19) булғаны өсөн, шулай була тороп та, беҙгә ҡарата яңылышлығы өсөн ҡағаны үлде, бойороғо (бойороусы вәзире – премьер-министры), бейҙәре лә үлде. Ун уҡлы бөтөн халҡы имгәк (ыҙа) күрҙе. Әсәбеҙ-апабыҙ ҡулында тотҡан[74] ер-һыуы эйәһеҙ булмаһын тип, аҙ һанлыны бөтөн халыҡ итеп яратыусы инсан (20) Барс бей ине. Ҡаған исемен бында уға беҙ бирҙек, уға кесе һеңлемде бирҙек. Үҙе яңылышты – ҡағанлығынан осто (вафат булды), бөтөн халҡы, күндәмдәре (хеҙмәтселәре) ҡол булды. Күгмән ер-һыуы[75] эйәһеҙ ҡалмаһын тип, аҙғын ҡырғыҙ бөтөн халҡы йортона (21) йәнә барҙыҡ беҙ. Алғары (көнсығыштағы) Ҡыҙырҡан юшығы (үләнлеге) аша уҙып, бөтөнөһө нисәмә көн торҙоҡ беҙ, ни саҡлым юл үттек беҙ! Кирегә (көнбайышҡа) ҡарай Киң Үтәрмәнгә тиклем төрк бөтөн халҡын ана шунса киңлеккә ҡундырҙыҡ (йәйелдерҙек) беҙ, шунса ерҙе ҡулда тоттоҡ беҙ; ул ваҡытта ҡол – ҡоллоғон белмәҫ ине. (22) Шунса ҡаҙанған илебеҙ, ҡануныбыҙ бар ине. Төрк, уғыҙ бейҙәре, бөтөн халҡы ишетегеҙ! Өҫтән Тәңре баҫмаһа, аҫтан Ер теленмәһә, -- төрк халҡы, һинең илеңде, ҡануныңды кем арытты (көсһөҙләндерҙе)?! (23) Үкен! Кирелегең менән игелекле Белге ҡағанға ҡаршы барып, изге илеңә ҡайһындай ҙа яңылышлыҡ, яманлыҡ килтерҙең! Һуғыш яраҡлылар ҡайҙан булһа ла өҫтөңә килдеме, йәнеңде алдымы; һөңгөлөләр ҡайҙан булһа ла өҫтөңә килдеме, бала-сураны алдымы? (Утбағыусыға – ҡытайға хеҙмәт итеп,) изге Үтәкән юшауына (үләнлегенә) (24) барҙың, кирегә (көнбайышҡа) ҡарай барыуға барҙың, барған ерҙә гелән шул ине бит: ҡаның һыуҙай йүгерҙе (аҡты), һөйәгең тауҙай ятты, бейлек ирең-улың ҡол булды, һылыу ҡыҙ, улың күндәм (хеҙмәтсе) булды. Шуларҙы белдерер өсөн, (25) дошманыбыҙ башлығы ҡырғыҙ ҡаған һынлы балбалдар (тораташтар) теҙҙем. Төрк бөтөн халҡының исеме, күсе юҡ булмаһын, тиеп, ҡаңым (атам) ҡағанды[76], өгәм[77] (үгәй анам) ҡатынды[78] күтәргән Тәңре, ил биргән Тәңре: “Төрк бөтөн халҡының исеме, күсе юҡ булмаһын”, -- тип, мине лә ҡаған итеп ултыртты бит. Аның байып-йәлсегән бөтөнөнә-халҡына ултырманым, эсендә ашһыҙ, тышында тунһыҙ яуыз-яман бөтөндөң-халыҡтың өҫтөнә ултырҙым. Энем Көлитуған менән бергә һөйләштек беҙ: “Ҡаңыбыҙ (атабыҙ) һәм әсәбеҙ ҡаҙанышын юғалтмайыҡ!” -- (27) тиеп. Төрк бөтөн халҡым өсөн төн йоҡламаным, көндөҙ тик ултырманым, энем Көлитуған менән бергә, ике сат (хан нәҫеле) менән бергә оло етешлектәр ҡаҙандым. Шунса ҡаҙанып, хатта бер-ике генә халыҡҡа ла ут-һыу зыяны ҡылманым. Мин (28) барған һәр бөтөн халыҡ үлергә етешеп, йәйәүлеһе, яланғасы яныма килде. “Бөтөнөмдө-халҡымды игелекләйем!” – тип, йырағыраҡ (төньяҡҡараҡ) уғыҙ-бөтөнгә үттем, алғараҡ (көнсығышҡараҡ) ҡатай-көҙән, татабы-татар бөтөндәренә үттем, бирегәрәк (көньяҡҡараҡ) утбағыусыға (ҡытайға) үтеп, егерме ике тапҡыр оло һуғыш (29) кисерҙем. Тәңре ярлыҡаны: ҡотом бар өсөн, өлгөм бар өсөн үлеп барыусы бөтөн халыҡты терелеүсе иттем, яланғас бөтөн халыҡты тунлы иттем, юҡсыл бөтөн халыҡты байыттым, аҙ һанлы бөтөн халыҡты ишәйттем. Уғыры (уйғыр) иллегендәге (30) бөтөн халыҡҡа күп ҡыйралыш килтерҙем, уларҙы яуһыҙ-ғәскәрһеҙ ҡылдым, күбеһе миңә ҡараны (буйһондо), эҫе көсөн бирҙе. Шунса хакимлыҡ ҡаҙанып, энем Көлитуған үҙ үлеме менән гүр эйәһе булды. Атам ҡаған осҡанында (вафат булғанында) энем Көлитуған ете йәштә ҡалғайны. (31) Һомайҙай өгәм (үгәй анам) ҡатын[79] ҡатарында энем Көлитуған ир-ат булды[80]. Егерме алты йәшендә әсәм менән ҡағандың илен, ҡанунын – шунса ҡаҙанышты алға илтешеп, Соғдҡа үтеп кереп һуғыштыҡ беҙ, уны боҙҙоҡ (ҡыйраттыҡ) беҙ, утбағыусының (ҡытайҙың) уң тотоғон (уң флангаһын тотоусы ғәскәрен) баҫтыҡ. (32) Көлитуған йәйәүләп иң алға ташланды, уң тотоҡ башлығының эйәрсенен – ҡоралланып ҡаршы килгәнен тотто, шул ҡораллыны ҡағанға инселәне (бүләк итте). Оло һуғышта аларҙы юҡ ҡылдыҡ беҙ. Энемдең утыҙ бер йәшендә сәсә-сәңкемгә[81] ҡаршы һуғыштыҡ беҙ, иң алға үткән осорҙа буҙы (буҙ аты) (33) үлде. Икенсе тапҡыр Эшбара Ямтарҙың буҙ атын менеп ташланды, ул аты ла үлде. Өсөнсө тапҡыр Йөгөнһөлөк бейҙең ике аҙымлыҡ юрға туры атын менеп уҡталды, ул аты ла үлде. Елгәнендә ярағына (һуғыш кейеменә) йөҙҙәрсә уҡ ҡундыртты, еҙле (еҙ кәпәсле) башына берәүе (34) тейгәнен һеҙ, төрк бейҙәре, ошоно уҡып белерһегеҙ. Ул һуғышсыларҙы анда (шул урында) юҡ ҡылдыҡ беҙ. Анан һуңыраҡ Ер-Байырҡа, Оло-Иркен беҙгә яу (дошман) булды. Аларҙы еңеп, Түрге Йырғын (Байҡал) күлдә боҙҙоҡ (ҡыйраттыҡ) беҙ. Олоғ-Иркен аҙ ғына һанлы ирен (һуғышсыларын) теҙеп ҡаршы барҙы. Көлитуған утыҙ алты йәшендә саҡта ҡырғыҙға үтеп кереп һуғыштыҡ беҙ. Һөңгө бөтөмө (буйы) тәрән ҡарҙы сығып, Күгмән (Күк Ирәндек) юшауҙы (үләнлекте) үткәнсе йөрөп, ҡырғыҙ бөтөн халҡын йоҡлағанында баҫтыҡ беҙ, ҡағаны менән Сөң юшауҙа һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған Байырҡының аҡ айғырына (36) менеп иң алға ташланды, бер иргә уғын атты, гүр эйәһе итерлек сәнсте. Ул бәрелештә Байырҡаның аҡ айғырының ботон сыя аттылар. Ҡырғыҙ ҡағанын үлтерҙек беҙ, илен алдыҡ беҙ. Ул йылда То- (37) утоҡҡа Иртыш ыуыҙын (һыуын) кисеп йөрөнөк беҙ, төргөш бөтөн халҡын йоҡоһонда баҫтыҡ беҙ. Төргөш ҡаған һуғышсылары Болсала ут бөрсәһеләй ябырылып килде, һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған башҡа буҙатын менеп ташланды, башҡа буҙы к... (38) тотторҙо... икеһен үҙе алдырҙы. Анда йәнә кереп, Төргөш ҡаған бойороғон (бойороусы вәзирен – премьер-министрын), аҙау[82] тотоғоноң (башлығының) элеген (ҡулын – ярҙамсыһын) тотто. Ҡағанын шунда үлтерҙек беҙ, илен алдыҡ беҙ. Ҡара төргөш бөтөн халҡын Табарҙа ҡундырҙыҡ (урынлаштырҙыҡ). (39) Соғдаҡ бөтөн халҡынаса үтәйек, тиеп, Йәнәсәй ыуыҙҙы (һыуҙы) кисеп, Тимерҡапҡаға (Дербентҡа) тиклем һуғышып барҙыҡ беҙ. Шунан һуңыраҡ ҡара төргөш бөтөн халҡы беҙгә яу-дошман булды. Ҡуңырһыуҙы үтеп барҙыҡ. Беҙҙең һуғышсыларҙың аты отороҡ (арыҡ), аҙығы юҡ ине. Яман кеше ир (40) алып-батырҙары беҙгә ташланды. Шундай мәлгә үкенеп, Көлитуғандың аҙ һанлы ирен (яугирҙәрен) алдан йөрөтә инек беҙ. Оло һуғышта һуғышты ул. Алып-батыр Шалсының аҡ атын менеп ташланды, ҡара төргөш бөтөн халҡын шунда үлтерҙе, алды. Йәнә йөрөп, (41)...менән, Ҡошсо[83] тотоғо (башлығы) менән һуғышты, яугирҙәрен күп үлтерҙе, улъя-әйберен барыһын да күп килтерҙе -- Көлитуғандың утыҙ ете йәшендә ине. Ҡарлуҡ бөтөн халҡы орола-бәрелә дыуамалланып беҙгә яу-дошман булды, Изге Тамаҡ (Иҙелтамаҡ?) һыуы башында һуғыштыҡ беҙ. (42)...Көлитуған ул һуғышта утыҙ йәш йөрөр ине, алып-батыр Шалсы атын менеп иң алға ташланды, ике яугиргә үтәләй сәнсте. Ҡарлуҡтарҙы үлтерҙек беҙ, алдыҡ беҙ. Аҙау бөтөн халҡы беҙгә яу-дошман булды, Ҡара күлдә[84] һуғыштыҡ беҙ, Көлитуғанға ҡырҡ бер йәш йөрөр ине; алып-батыр Шалсы ағын (аҡ атын) (43) менеп... иң алға ташланды, аҙау илтабарын тотто, аҙау бөтөн халҡы шунда юҡ булды. Әсәм һәм ҡаған иле ҡумшыҡ (йомшаҡ) булғанында, бөтөн халҡы игелекле булғанында әсәгел[85] бөтөн халҡы менән һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған алып-батыр Шалсы ағын (аҡ атын) менеп (44) иң ал...ды, ул атынан төштө... Әсәгел (Үҫәргән-Болғар)... үлде. Туғыҙ уғыҙ бөтөн халҡы кәнде[86] бөтөнөм-халҡым ине; Тәңре, Ер болғанғаны өсөн, беҙгә яу-дошман булды. Бер йылда биш юлы (тапҡыр) һуғыштыҡ беҙ. Иң элек Туҡ-болаҡта[87] һуғыштыҡ беҙ.(45) Көлитуған аҙау менгеһен менеп иң алға ташланды, алты яугиргә сәнсте, шул бәрелешендә етенсе яугирҙе ҡылысланы. Үҙ ҡышлағында даз (тажик) менән һуғыштыҡ беҙ, Көлитуған аҙау көрәнен менеп, иң алға ташланып, бер яугиргә сәнсте, (46) туғыҙ ирҙе өйөрөп туҡманы, тажик бөтөн халҡы шунда үлде. Өсөнсө юлы Бол...нда уғыҙ менән һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған аҙау менгеһен менеп ташланды, сәнсте. Һуғышсыларын сәнстек беҙ, илен алдыҡ беҙ. Дүртенсе юлы Сош йылғаһы башында һуғыштыҡ беҙ. Төрк (47) бөтөн халҡының аяғы ҡаймылышты, ямаҡ булды...ине. Шул саҡ килгән дошман һуғышсыларын Көлитуған ығытып (ҡыуып), Төңрә[88] тигән бер ырыуҙың алып-батырын, ун яугирен, шулар Тоңатуғанды йыйғандарында (ерләгәндәрендә) өйөрөп үлтерҙек беҙ. Бишенсе юлы Эҙгәнте Ҡадаҙҙа уғыҙ менән һуғыштыҡ беҙ. Көлитуған (48) аҙау көрәнен менеп ташланды, ике яугиргә сәнсте, ҡәлғәгә ебәрмәне, ул дошман һуғышсылары шунда үлде. Мағы Ҡорғанда[89] ҡышлап, яҙында уғыҙға ҡарай һуғышҡа сыҡтыҡ беҙ. Көлитуған бей башлығында ыҡтыҡ (киттек) беҙ. Уғыҙ яуы урҙаны баҫты. Көлитуған (49) маҡтаулы үҙ ағын (аҡ атын) менеп, туғыҙ яугирен сәнсте, урҙаны бирмәне. Өгәм (үгәй анам) ҡатын, ололарым, улдарым, өкәләрем (икәтәйҙәрем), килендәрем, ҡанбабаларым, барсағыҙ ҙа – тереләрегеҙ – ул дошмандарға күндәм-хеҙмәтсе булыр инегеҙ, үлеләрегеҙ йортта, юлда аунап ятып ҡалыр инегеҙ – (50) Көлитуған юҡ ине булһа (булмаһа), күп үләсәк инегеҙ. Энем Көлитуған гүр эйәһе булды. Үҙем һағындым-һыҡтандым, күрер күҙем күрмәҫтәй булды, белегем (аңым) белмәҫтәй булды, үҙем һағындым-һыҡтандым. Үтәһен (ғүмер ахырын) Тәңре яҫар, кеше улдары күп үлгеләп торор. (51) Шундай ҙа һағындым-һағышландым, күҙгә йәш килер ине лә күңелгә һағыш килер ине лә яңынан уғата ҡаты һағындым-һыҡтандым, ҡаты һағындым-һыҡтандым. Ике саттың (хан нәҫеленең) – энеләремдең, улдарымдың, бейҙәремдең, бөтөн халҡымдың илауҙан күҙе-ҡашы ямаҡ булды бит, тип һыҡтандым. Юҡһынып һыҡтауға (йола үтәүгә) ҡатай-көҙән, татабы (татар) халыҡтары башлығы булып (52) Уҙыр-сәнкем килде. Утбағыусы (ҡытай) ҡағандан Ысйы Ослоғо килде, ун бер меңлек алтын-көмөш үлентеге килтерҙе. Тибет ҡағанынан Билән килде. Ҡырый (алыҫ) көнбатыштағы, Соғдтың барса ҡорондағы, Бохара ылыҫындағы бөтөн халыҡтарҙан Анаң-сәнкем, Уғыл-тархан килде. (53) Ун Уҡтан[90] -- улым, Төргөш ҡағандан – Маҡрас тамғасы, уғыҙҙан – Белге тамғасы килде. Ҡырғыҙ ҡағандан – Тордош Инаныс Сор килде. Бурау итеүсе (бина бураусы), биҙәкле һуңғы йортона яҙыулы таш итеүсе (яһаусы) – утбағыусы (ҡытай) ҡағандың сығаны (ике туған ҡустыһы) Саң-сәңкем[91] килде.

Көлитуған ҡуй йылында беренсе айҙың егерме етеһендә осто (вафат булды), туғыҙынсы айҙың утыҙында яҡ (таш битен) ырҙырттыҡ беҙ. Бураһын, биҙәген, яҙыулы ташын мәсен йылдың етенсе айының утыҙында күмәкләп ололаныҡ беҙ. Көлитуған үлгәндә ҡырҡ артығы ете (ҡырҡ ете) йәшендә булды. Ташсыларҙы, барса биҙәкселәрҙе Тойғон Илтабар килтерҙе.

Оло Яҙыу тексы тамам

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 359. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Объект, субъект, предмет, цели и задачи управления персоналом Социальная система организации делится на две основные подсистемы: управляющую и управляемую...

Законы Генри, Дальтона, Сеченова. Применение этих законов при лечении кессонной болезни, лечении в барокамере и исследовании электролитного состава крови Закон Генри: Количество газа, растворенного при данной температуре в определенном объеме жидкости, при равновесии прямо пропорциональны давлению газа...

Ганглиоблокаторы. Классификация. Механизм действия. Фармакодинамика. Применение.Побочные эфффекты Никотинчувствительные холинорецепторы (н-холинорецепторы) в основном локализованы на постсинаптических мембранах в синапсах скелетной мускулатуры...

Этические проблемы проведения экспериментов на человеке и животных В настоящее время четко определены новые подходы и требования к биомедицинским исследованиям...

Классификация потерь населения в очагах поражения в военное время Ядерное, химическое и бактериологическое (биологическое) оружие является оружием массового поражения...

Факторы, влияющие на степень электролитической диссоциации Степень диссоциации зависит от природы электролита и растворителя, концентрации раствора, температуры, присутствия одноименного иона и других факторов...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия