Студопедия — Т. Юсупов. Б. Рафиков».
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Т. Юсупов. Б. Рафиков».






 

Ошо ғына ла етмәһә, өҫтәүенә, баҫылып сыҡмаған романымды яманлап (ә был бөтөнләй хилаф эш!) һәм «Урал батыр шәжәрәһе» өсөн миңә «Ағиҙел» журналының йыллыҡ бүләге бирелеүенә асы нәфрәт белдереп, идара рәйесебеҙ Әсғәт Мирзаһитов исеменән Мәскәү-мәркәздең үҙенә үк емерткес мәҡәлә-шикәйәтнамә атҡарылған булып сыҡты (ләкин ул Өфөләге ваҡиғаларҙың эҫе мәленән ике айға һуңлап ташҡа баҫылды. — «Литературная Россия» гәзитенең 1987 йыл 13 март №11 һаны). Әйтелгән шикәйәтнамәләрҙең икеһе лә, был осорҙағы миңрәүләнгән (был хаҡта хатта рәсми органдарҙа ла беләләр ине) Мирзаһитов үҙе ҡәләм тибрәтеп фекерләй алмағанлыҡтан, эргәһендәге «серый кардинал» тип аталмыш (был ләҡәп Тайфур Сәғитовтың романында ла бар, буғай) әлеге лә баяғы шул Б. Рафиҡовтың ҡәләме аҫтынан сыҡҡанлығы күптәргә билдәле ине. Заманында «йәшел йылан» тәьҫиренә ныҡ бирелеүе арҡаһында (быны ул аҙаҡ үҙе лә яҙып ҡалдырҙы) алтындай йылдарын ижадһыҙ яндырғаны өсөн, хәҙер килеп, уға тамсы ла зыяны теймәгән, әммә айныҡ аҡыл менән ижат иткән ҡайһы бер ҡәләмдәштәренән үс алғандай ине был... Һәм бына килеп яҙыусыларҙың үҙҙәре генә түгел, ә етәкселек итеүсе партияның район, өлкә комитеттары вәкилдәре, матбуғат органдары хәбәрселәре лә ҡатнашлығындағы шул оло йыйылышта ижадыма ҡарата ҡылынған ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы мин тороп оторо телмәр тотҡас һәм залдағы ипле генә коммунистар: «ни өсөн һуң тотҡарлайһығыҙ уның романын, аңлатып бирегеҙ?» тип идара етәкселәренән һорағас, идараның сәркәтибе булмыш баяғы Б.З. Рафиҡов, күҙ ҙә йоммай: «Сөнки ул роман — милләтселек емеше, татар милләтенә ҡаршы яҙылған», — тип шаңҡыта һуҡты башыма — партия өлкә комитетынан мине туҡматыу өсөн иң отошло «милләтселек» кәртен уйнатыуы күренеп тора ине. Бының улай түгеллеген янып дәлилләһәм дә, ҡолаҡҡа элмәнеләр һәм партия өлкә комитетының, район комитетының вәкәләтле вәкилдәре (күбеһе татар милләтенән!) йыйылыштан ошо шомло уй менән ҡайтып китте — мине тамам ергә һеңкәҙәтә һуғыу, романымдың башына етеү ине был (шуның өсөн дә ул оҙаҡ — ун ете йыл буйына тотҡарланды). Үҙем кеүек үк ҡәләмдәштең (хатта фекерҙәштең, тип әйтә алам!) ҡара яла яғыуы рәнйетте күңелемде, көтмәгәндә йөрәгемде йылан саҡҡандай булды. Ошоғаса һәр төрлө ҡыйырһытылыуҙарҙы сабыр кисерә тороп та, был юлы хәтәр яҙмышҡа дусар ҡылыныуымды яҡшы аңлап, Лев Толстойҙың: «Уң сикәңә һуҡһалар, һуҡтыртырға һул сикәңде ҡуй», — тигәненең отороһон ҡылырға — һуғыусыға уның үҙенең «милләтселек» суҡмары менән уғата ҡатыраҡ ҡундырырға ҡәһәтләндем һәм йәберсемдең шул арала журналда баҫылып сыҡҡан романы тураһында ул үҙе үк миңә ҡаршы йөрөп шымартҡан түтә юлдан партияның өлкә комитетына хат күндерҙем. Асылда башҡорт араһына килмешәк-ят бауыр булып кергән ылғый аферист-шпионды башҡорт халҡының милли геройы итеп күтәрергә, төрлө уйҙырмалар аша башҡорт халҡын — урыҫ халҡына, урыҫ дәүләтенә ҡаршы ҡуйырға маташыуҙы төрлө тарихи документтарға таянып дәлилләнем[11]. Бер уйлаһаң, яҡшы ла түгелдер был, әммә, башына баҫһаң, баҡа ла башмаҡтай баҡыра, тиҙәр бит... Һәм, әйтергә кәрәк, «ни тиһәң дә, үҙ этең бит», тигәнде иҫкә төшөрөп, ошо ҡыҙыулығым өсөн үкенә биреп тә йөрөгәйнем. Әммә, шөкөр, эште ҙурға ебәртмәй, мәкерле йәндең табаҡташтары үҙҙәре әйткән «нәүбәттәге йыйын-һайлауҙарғаса» уны түрәлегенән ҡолатмай яҡлап алып ҡалдырҙылар — бер аҙ өркөтөлөү менән генә арынды. Ә китап итеп сығарғанда әҫәрен ул мин күрһәткән етешһеҙлектәрҙән шаҡтай арсалап, һуңынан бүләк тә алды.

Әрпеш етәкселек әһелдәрен тәнҡитләүсе ҡәләмдәштәре өҫтөнән яҙылған шикәйәтнамә авторҙарына килгәндә, моғайын, улар шуның ярҙамында беҙ фәҡирҙәрҙе әүәлгесә Юғарынан күҫәкләттертеп, һыуҙан ҡоро сығырға маташҡандарҙыр. Ләкин КПСС Үҙәк Комитеты күптән түгел иғлан ҡылған билдәлелек (гласность) шарттарында осло беҙҙе тоҡта йәшереп тотоу һис мөмкин түгел ине. Түрәләребеҙҙең беҙҙең өҫтән яҙған баяғы шикәйәтнамәһен күмәкләшеп тикшереү кәңәшмәһе протоколының тәүге бер бите генә лә күрһәтә шуны:

 

«Список приглашенных в обком КПСС на совещание к тов. Ахунзянову Т.И. 22 декабря 1986 г. 16.00. ч. в ком. 409. (Бөтәһе 34 кеше, шуларҙың 26-һы — яҙыусылар, был һөйләшеү сәбәпселәренең береһе булмыш Й. Солтанов ҡына саҡырылмаған. — Й.С.).

Протокол совещания у секретаря обкома КПСС товарища Ахунзянова Т.И. 22 декабря 1986 г. 16.00. ч.

Совещание открыл т. Ахунзянов Т.И.

Приглашены члены правления Союза писателей, члены партбюро, члены ревизионной комиссии и члены редколлегии, редакторы республиканских газет, секретарь Уфимского ГК КПСС т. Мирсаев Р.Н., секретарь Кировского РК КПСС т. Султанова Р.И.

Письмо в адрес обкома зачитывает Т.И. Ахунзянов.

Х. Гиляжев. Как Вы смотрите: если директор завода жаловался бы на своих подчиненных?

Т.И. Ахунзянов. Они написали бы жалобу сверхстоящим.

Т.Б. Сагитов. Что имеется в виду о коллективной подготовке выступлений?

А. Мирзагитов. Можно понимать как угодно. Но стиль выступления Султанова был очень отшлифован, подготовлен»...

 

Ялыу яҙыусы чиновник-түрәләребеҙ һис кенә лә көтмәгән хәл: Яҙыусылар берлеге, партбюро, «Ағиҙел» журналы етәкселәренең башы өҫтөндә ҡойон уйнатып сығыш яһаған ун алты телмәрсенең береһе лә Йыһат Солтановҡа ҡаршы һөйләмәгән, ә алтыһы (башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа) асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡҡан уны. Шыма телле Әнғәм Атнабаевҡа тиклем: «Я думал, что письмо в обком написал Султанов. Оказывается, все наоборот. Их мне стало жалко. Если бы Султанов написал, было бы понятно. Что же случилось? Кто их обидел?.. — тип көлкөгә һалып, ҡырҡыу йомғаҡлап ҡуйған. — Правление не работало, партбюро не работало»...

Дилбегәне ҡаты йомарлап тотоусы Т.И. Ахунйәнов иһә, шикәйәтнамә маһирҙарының тишек кәмәһен тамам һыуға батырып, партия өлкә комитетының рәсми ҡарашын белдерә:

 

«Можно было и без повода организовать такой разговор. Дильмухаметов дал хорошую оценку собранию (и правильно сделал). Я бы такое письмо не написал.

Положительно то, что это было перед съездом писателей — всколыхнуло всех. Письмо — это творение не только Мирзагитова. Мы не умеем жить в условиях демократии. Демократию надо понимать во всей полноте. Собрание не провалилось. Провалилось наше мнение, наш метод, наши устаревшие устои. Это ваша общая вина, что доклад не состоялся»...

 

Йыһат Солтанов яҙмышының бизмән табағына иһә Т.И. Ахунйәнов иптәш ыңғай-тос герен һала:

 

«Какая придирка к роману Султанова? Обязательно ли должна быть старая форма? Надо осмыслить по-новому. Опубликовать надо роман!»

Артабанғы биш йыл буйынса ла әҫәремә кәртә ҡороуҙары туҡталмай һуҙыласаҡ ғәрәсәтле юлымда был — туннель осонда балҡымыш яҡты нур ине. Бер ваҡытта ла Т.И. Ахунйәнов иптәштең тупһаһын ашатлап уҙғаным, бер ерҙә лә тап килешеп һөйләшкәнем булмаһа ла, тел ярҙамы тейҙе бит ижадыма. Иншалла, Хоҙай Бабайҙың ҡөҙрәте киң.

Әммә төп һүҙ бында минең хаҡта түгел, ә Ғәйнан Әмири яҙмышын яҡшыраҡ аңларға бер миҫал ғына. Йәнде иҙгән ошондай тынсыу әҙәби мөхитебеҙ саф күңелле Ғәйнан Әмириҙең ижади яҙмышына күрәләтә ҡара һөрөмөн һалды. «Башҡортмын» тип кәперәйеп йөрөүселәр миңә, көньяҡ-көнбайыш (Үҫәргән) башҡортона, ошолай ҡарағастары, төньяҡ-көнбайыш (Ғәйнә) башҡорто Ғәйнан Әмиригә уғата ҡыйыныраҡ булғандыр, тим (ғәйнәләр, билдәле булыуынса, «үҙебеҙ — башҡорт, телебеҙ татар», тиҙәр). Тап ана шул тар күңелле, һай белемле бәғзеләребеҙҙең тупаҫ һәм наҙан эшмәкәрлеге арҡаһында бит милләтебеҙҙең хәтһеҙ ҙур бер өлөшө — төньяҡ-көнбайыш башҡорттары — ғәзиз балаларын татар мәктәптәрендә уҡытырға, милләттәрен «татар» итеп яҙҙыртырға мәжбүр ҡылынды (хәйер, мин был хаҡта 60-ынсы йылдарҙа уҡ баяғы «Ядкәр» романымда йәнем әрнеп яҙғанмын)... Ләкин Ғәйнан ағайыбыҙ, күпме генә рәнйеһә лә, минең һымаҡ тәртә тибеп һындырырға һис тә һәләтле түгел, үтә нескә тойғоло һәм йомшаҡ күңелле ине — үҙе иҫән сағында уҡ әленән-әле шом һалыусы мөртәттәрҙең моронона ҡанатҡансы ҡаты һуға алманы, шул арҡала ғәйбәт тигән ҡара болот тарҡалмай, үлемесле рак сирендәй үҫә һәм ҡуйыра барҙы... Бының менән мин артабан был яҙмамда ентеклерәк һөйләнәсәк һәм шәхсән Ғәйнан ағайға ныҡ ҡағылышлы күрә алмаусан хаслыҡтың арабыҙҙа, үкенескә ҡаршы, ағыулы ҡара үрмәкселәй күңелдән күңелгә, быуындан быуынға үрмәләп, күптәребеҙҙе күнектермеш “ғәҙәти” бер бәләгә әүерелеүен, етмеш йыллыҡ тоталитар хакимиәт осоронда ул әҙәби тормошобоҙға шаҡтай тәрән тамырланып өлгөрөүен иҫкәртергә теләнем.

 

 

Ғәйнан ағай үҙенең бөтә булмышы, йәне-тәне менән, тынғы белмәҫ елкәнле аҡ күңеле менән донъяның бөтә кешеләренә лә мәңге ғашиҡ, бигерәк тә беҙҙең ише елкенеп-талпынып ҡәләм тибрәтеүсе йәш шағирҙарға һис кенә лә һүрелеүҙе-төңөлөүҙе белмәүсән ғашиҡ ине һәм ул беҙҙе, әле яңы моронлаған балапандарын, йылы ҡанаты аҫтында һаҡ ҡурсалаусы бөркөттәй, йөрәк төпкөлөндә типкән дерелдәүек һөйөүе менән һөйөр, һәм үҙе лә һиҙмәйенсәлер, моғайын, шул тойғоһон тәрән күкрәк тауышына сығарып, “минең ҡәҙерле йәш дуҫтарым”, тип үҙәккәйе өҙөлөп әйтер ине. Быға инаныу өсөн, беренсе шиғри китабыма бөркөлдөргән йөрәк йылыһын уның үҙ ҡулъҙмаһынан уҡып ҡарау ҙа етә:

 

«Йыһат туғаным!

Бына «Йондоҙ ямғыры»ның корректураһын ҡарап сыҡтым. Сыҡтым да шатлыҡтарға сумдым: «ниндәй ғәжәп китаптың редакторы булыу бәхете төшкән минең өлөшкә!» — тинем.

Ысынлап та ғәжәп китап был! Кескәй генә ул. Әммә — имән сәтләүеге кеүек кескәй. (Шундай сәтләүектән дәһә, таш-ҡаяға баҫып, ел-дауылдарға баш эймәй, ғорур шаулап торған мәңгелек имән үҫеп сыға).

Ғәжәп китап был. Кескәй генә ул. Уға тупланған шиғырҙар ҙа ваҡ ҡына. Тик улар йә ынйы бөртөгө кеүектәр (ынйы бөртөгө бик ваҡ — ә ниндәй ҡиммәтле!), йә бойҙай орлоғолай (яҙын ул «ҡулына йәшел ҡылыс тотоп сығасаҡ»!), йә тылсымлы бөрөләй. Эйе, был китапта бөрөләр ҙә күп. Ләкин тамсы ла шикләнмәҫкә мөмкин: улар мотлаҡ япраҡ ярырҙар, сәскә атырҙар — ил күрке булып гөрләрҙәр.

Ғәжәп китап бу. Халыҡсан. Просто халыҡсан ғына түгел — башҡортсан! Унда, уның һәр юлында (тиерлек) башҡорт йөрәге тибә, башҡорт һулышы бар;

уның уйы, хисе — бөтәһе лә һинең, Йыһат туғаным, башҡорттоң бик оло йырсыһы булып күтәреләсәгеңә, осасағыңа шикләнмәйем! Һәм был һүҙҙәрҙән һинең башың әйләнеп китмәйәсәген дә беләм. (Бөркөт балаһын космосҡа алып менһәң дә, уның башы, моғайын, әйләнмәҫ ине).

Тағы нимә тим?

Миңә хәҙер 59-ынсы йәш. Йылтырауыҡ тәтәй күреп сәбәкәй саба торған сағым үткән. Ынйыны ябай быяланан айыра беләмдер тип уйлайым.

Хоҙайым, һиңә сәләмәтлек, оҙон ғүмер бирһен. Бер ҡасан да ваҡлана күрмә, гел генә шулай эре булып йәшә;.

Ҙур ышаныс менән —

Ғәйнан Әмири.

10.10.1969».

Донъяға һәм донъяның барлыҡ кешеләренә ысынлап та мәңге ғашиҡ йөрәк кенә ошондай хисле тойғоларҙан мөлдөрәп таша алалыр.

Бер уйлаһаң, йәштән үк ул шулай булған, ап-аҡ күңел елкәненә үҙенән кесерәк һәр бер быуын йәш йөрәктәрҙе хәстәрлекләп туплаған да баплаған (хәҙерге олпат ҡәләмдәштәрҙең ҡайһыныһынан ғына һорап ҡараһаң да, быны ихлас дөрөҫләйҙәр).

“Бала саҡтан һөйөнөслө был ваҡиға, — тип яҙа күренекле шағирыбыҙ Яҡуп Ҡолмой өҫтә телгә алынған мәҡәләһендә, — ярты быуаттан артыҡ инде хәтеремдә һаҡлана. Әле Эстәрле педтехникумында уҡый ғына башлаған үҫмерҙең ҡыйыуһыҙ күңеленә осор ҡанат ҡуйҙы был көтөлмәгән хат. Өфө һынлы Өфөнән килгән был хат кинәт зиһенемде һүргәндәй булды. Ундағы һүҙҙәр әле булһа хәтеремдән сыҡмай: “Яҡуп, энем, һинең шиғырыңды ла, һүрәтләмәңде лә алдыҡ. Икеһен дә әҙерләп бирҙем, оҙаҡламай баҫылып сығыр. Сәләм менән Ғәйнан Әмири ”, — тип яҙылғайны. Уҡыу башланып ун көн самаһы үткәс, “Йәш төҙөүсе” гәзитенең беренсе битендә нәҫер һымағыраҡ мәҡәләм, дүртенсе битендә “Һау булығыҙ, ҡоштар” тигән шиғырым баҫылып та сыҡҡан. Бер группала уҡыған ауылдашым Ғәйфулла ла, Әрмет егете, хәҙер яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллин да, беҙҙән юғары класта уҡыған Нурулла Янбаев та гәзитте ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡынылар... Һуңыраҡ үҙем дә Өфөлә, “Ленинсы” гәзитендә эшләй башланым...

Белеүемсә, шул йылда Ғәйнан Әмири пединститутты тамамлап сыҡты. Йыш ҡына редакцияға килә, шиғырҙарын баҫтыра, беҙҙе лә ситләтеп китмәй торғайны. Мин ултырған ҡыҫыҡ бүлмәгә лә керә, яңы ғына әүмәләгән ҡулъяҙмаларымды ҡараштыра, “был юлын былайыраҡ әйтергә кәрәк”, тип, төҙәткеләп тә ҡуя. Бара-тора ул минең серҙәш ағайым, ижадымда яҡын кәңәшсемә әүерелде... Ғәйнан Әмири — ижадымдың бөрөләнгән осоронда ла, шаҡтай сыныҡҡас та иркен һулыш алырға булышлыҡ иткән оло ҡәләмдәштәремдең береһе ул... Дөрөҫөн әйткәндә, яғымлы ижадсы менән йәнәш йәшәү — үҙе бер әҙәби дәрес һымаҡ була торғайны миңә. Бигерәк тә ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында эшләй башлағас, яңы шиғырым булһа-булмаһа ла, йыш ҡына кереп йөрөнөм мин уның янына”...

Йәшерәк быуын вәкиле булмыш мине иһә ағайым менән тәүбашлап илленсе йылдар аҙағында, ул саҡта әле “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналы редакцияһында ябай әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән һәм, тупаҫ кирза итектәрен шарпаңдатып ундағыларҙың ваҡ-төйәк йомоштарына әрһеҙ йүгереп йөрөгән (һуңынан — журналдың баш редакторы, ә торараҡ Яҙыусылар берлеге рәйесе) Әсғәт Мирзаһитов таныштырҙы.

Иң элек беҙ ниндәйҙер складҡа барып, сарпалып бөткән иҫке йөк машинаһына оло бер уралан (рулон) ҡағыҙ тейәнек тә типографияға илтеп ҡуйҙыҡ. Шунан һуң Мирзаһитов мине, “әйҙә, Ғәйнан ағайҙың хәлен беләйек” тип (ул ваҡыт журналдың баш редактор урынбаҫары булып эшләгән әҙипте “Август төнөндә” тигән хикәйәләр йыйынтығы буйынса ғына яратып белә инем), Пушкин урамындағы “түрәләр хәстәханаһы»на алып китте; ағайыбыҙ, һуғышта алған ҡаты шаңҡыуы (контузияһы) ҡуҙғалып, башы бик ныҡ ауыртыуы сәбәпле, дауаланып ята икән. Карантин булғанлыҡтан, эскә үткәрмәнеләр, ләкин беҙҙең килеүҙе ишетеп икенсе ҡаттағы балконға сыҡты шағир һәм, нисектер, ғәйепле йылмайыбыраҡ баш эйҙе; шул саҡ уның түбәһе ялтас икәнлеге, аҡһыл йөҙө үтә йонсоу булыуы, әммә минең менән ихлас танышыуы, хәл-әхүәлемде хәстәрлекләп һорашыуы иҫемдә тороп ҡалды. Шунан һуң мин, төрлө сәбәптәр арҡаһында баш ҡалала артабан ҡалыуҙан төңөлөп, ауылға ҡайтып киттем дә алтмышынсы йылдарғаса морон төртмәнем Өфөгә. Ләкин ағайым мине теге күрешеүҙә үк күңеленә беркетеп ҡуйған икән. Улай ғына ла түгел, минең ауылдан “Әҙәби Башҡортостан»ға юлландырған хикәйәләремдең дә, үҙемдең дә яҙмышты ҡайнар ҡайғыртҡан, ҡырыҫлыҡтар донъяһында аҙап сиккән минең өсөн был һис тә көтөлмәҫ хәл ине. Бына әле алдымда ята тап шуның, башланғыс йәш яҙыусының киләсәген атайҙарса йән атып ҡурсалауҙың, ҡабатланмаҫ өлгөлө бер дәлиле — Өфөнән ауылға күк күгәрсендәй осоп килеп еткән хат һәм шуға яуапнамәм. Заманыбыҙҙа ҡайһындай ҙа изге рухлы ағайҙарыбыҙ булғанлығын һәм уларҙың күңел шаңы беҙҙең, йәштәрҙең, күңелендә ҡайһылай ныҡ шаңдауланғанын дәлилләү өсөн, икеһен дә тулы килеш күсерәм (шуға торошло былар!):

 

“Йыһат туғанҡай!

Бик оҙаҡ ваҡыттар тауыш бирмәй, һине билгеһеҙлектә ғазаплағаным өсөн ғәфү ит. Бик үтенәм.

Мин ауырыным, бик ҡаты ауырыным. Баш менән. Больница — йорт — Ҡафҡаз. Шулай үтте көндәр. Миңә килгән әйберҙәрҙе бүтән берәү ҙә уҡымаған.

Бына яңы ғына баш-күҙ алып киләм кеүек. Әйберҙәреңде “сукно аҫтынан” һөйрәп сығара башланым. Поэмаң М. Тажиҙа. Ҡалғандарын беҙ Әсғәт Мирзаһитов менән уҡыйбыҙ. Ҡәләмең яҡшы. Һин яҙыусы булырға тыуған кеше! Һин быны бел һәм үҙеңде һаҡла, ҡара, үҫтер. Танауыңды күтәрмә был һүҙҙәр өсөн, ләкин ҡәҙереңде бел.

Әле был әҫәрҙәрең баҫылып та ҡуймаҫ. Сөнки был замандарҙа сатираның абруйы төшөп тора бит...

Ә “Урмандар” — китәсәк. Кем белә, бәлки, тегеләрен дә баҫып булыр.

Был хатта мин бүтән мәсьәлә күтәрәм. Һинең алдағы яҙмышың тураһында уйлайым. “Белемһеҙ аҡыл — ҡанатһыҙ ҡош”, — ти ғәрәптәр. Һиңә уҡырға — иң яҡшы мәктәптә уҡырға кәрәк. Дөрөҫ, һин күп уҡыған күренәһең, ләкин системалы белем кәрәк. Һин миңә ашығыс яҙ: белемең ниндәй? 10 класс бармы? Аттестатың? Әгәр ҙә шундай документың булһа, мин һине Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәреүҙе тәьмин итеүҙе өҫтөмә алам! Унда махсус йәш яҙыусылар уҡый.

Шуны уҡып бөтөрһәң, һинән беренсе дәрәжәле прозаик сығасаҡ;. Мин бындай һүҙҙе ғүмеремдә икенсе генә; кешегә әйтәм, бел. (Һуңынан белеүемсә, беренсе кешеһе йәш Мостай Кәрим булған[12]. — Й.С.).

Шулай, ашығыс рәүештә минең һорауға яуап бир һәм, әгәр ҙә урта белемең бар икән (документально), — мин тәҡдим иткән институтҡа уҡырға китергә әҙерлән, көҙ үк.

Хәҙергә хуш. Сәләмәт бул.

Яҡын күреп, Ғәйнан Әмири. 11/IV — 57.

Г. Уфа, Ленина, 2, кв. 36. Амири Г.Г.

PS. Бында шундай һүҙ ҙә бара әле, дөрөҫөрәге — фекер тыуып тора: һине берәй 10 көнгә саҡыртып алдырырға ниәт. Берлек иҫәбенән, әлбиттә. Мирзаһитов менән бергә хикәйәләреңде баҫырға әҙерләү буйынса эшләр инегеҙ. Ләкин был хаҡта 1-2 көндән конкрет яҙырбыҙ.

Мири”.

Бының ише лә изгелекте, игелекте, ҡабатлайым, бығаса үҙ ғүмеремдә күргәнем юҡ ине (атай-әсәйҙән башҡа, әлбиттә), артабан да башҡаларҙан да был тиклемен үк күрергә насип итмәне...

Инде бына мәрхәмәтле шул ауазға минең күңел шаңдауым:

 

“Иҫәнмеһегеҙ, Ғәйнан ағай!

Кисә төнлә генә Һеҙҙең хатығыҙҙы алып бик ҡыуандым. Оҙаҡ хәбәр килмәй торғас, һуңғы көндәрҙә күңелһеҙләнә башлаған инем. Һеҙҙең әйткән һүҙҙәрегеҙ миңә ҡанат үҫтереп ебәрҙеләр. Рәхмәт, ағай, йылы һүҙ, игелекле уйҙарығыҙ өсөн. Мин бер ваҡытта ла танауымды күтәрмәм, үҙ-үҙемде әллә кемгә ҡуймам, сөнки минең бөтә теләгем, бөтә ынтылышым шәхси үҙем өсөн түгел, ә башҡорт халҡыма яҡшы хеҙмәт күрһәтеү, нисек тә уның культураһын, рух байлыҡтарын үҫтереү өсөн йүнәлдерелгән. Бала сағымдан уҡ мин туған халҡымдың быуаттар буйына ирек яулап яҙған данлы тарихы менән ғорурландым, уның йыр-моңдарға бай булыуын күреп шатландым, ләкин, шул уҡ ваҡытта, әҙәбиәтебеҙҙең, искусствобыҙҙың сағыштырмаса арттараҡ барыуын һиҙеп һыҙлана инем. Туған халҡым бәхете өсөн йәшәргә теләп янам мин, ағай. Әгәр ошо ниәтемә ирешә алһам, бик бәхетле булыр инем.

Аҙыраҡ лирикаға бирелеп киттем, буғай, ғәфү итегеҙ. Практик мәсьәләләргә күсәйек. Берәй 10 көнгә Өфөгә килергә, тигән тәҡдимегеҙҙе бик, бик шатланып ҡабул итәм. Мөмкин булһа, шуны ойоштороғоҙ әле, ағай; хикәйәләрҙе үҙем дә әҙерләшһәм, бик тә шәп булыр ине. Унан, миндә йәнә бер әйбер бар — ирекле (аҡ) шиғырҙа яҙылған повестең беренсе киҫәге. Шуны ла үҙегеҙгә уҡып, кәңәштәр алыр инем. И так, мин шатланып риза Өфөгә барырға.

Ә белем мәсьәләһенә килһәк, Һеҙ хаҡлы: системалы белем юҡ миндә. Минән тормаған сәбәптәр арҡаһында мин урта белемһеҙ ҡалдым. Өҙөп-йолҡоп, тигәндәй, туғыҙынсыныҡын үтә башлаған инем (Чкаловтағы колхоз председателдәре әҙерләү урта мәктәбендә), хеҙмәткә алып киттеләр. Аттестат юҡ. Шулай эштәр...

Әҙәбиәт институтында уҡыу минең өсөн донъялағы бөтә бәхеттәрҙең иң өлкәне булыр ине. Хыялдарымдың осланышы булыр ине ул, ағай.

Һеҙҙең хәлдәр нисек? Тамам һауыҡтығыҙмы? Сәләмәтлек, уңыштар теләйем. Хушығыҙ, хат көтәм.







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 436. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Метод архитекторов Этот метод является наиболее часто используемым и может применяться в трех модификациях: способ с двумя точками схода, способ с одной точкой схода, способ вертикальной плоскости и опущенного плана...

Примеры задач для самостоятельного решения. 1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P   1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P...

Дизартрии у детей Выделение клинических форм дизартрии у детей является в большой степени условным, так как у них крайне редко бывают локальные поражения мозга, с которыми связаны четко определенные синдромы двигательных нарушений...

Потенциометрия. Потенциометрическое определение рН растворов Потенциометрия - это электрохимический метод иссле­дования и анализа веществ, основанный на зависимости равновесного электродного потенциала Е от активности (концентрации) определяемого вещества в исследуемом рас­творе...

Гальванического элемента При контакте двух любых фаз на границе их раздела возникает двойной электрический слой (ДЭС), состоящий из равных по величине, но противоположных по знаку электрических зарядов...

Сущность, виды и функции маркетинга персонала Перснал-маркетинг является новым понятием. В мировой практике маркетинга и управления персоналом он выделился в отдельное направление лишь в начале 90-х гг.XX века...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.07 сек.) русская версия | украинская версия