Студопедия — Сталинград хәтирәһе” шәлкеменән).
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Сталинград хәтирәһе” шәлкеменән).






Ул изге Еңеү Байрағын, әлбиттә, изге Тыуған илкәйен үтә лә өҙөлөп һөйгән, үлемесле ут эсендә лә һөйөү сафлығын юғалтмаған, йәшәүгә мәңге ғашиҡ ҡалған йәндәр генә бөтә фронттар аша ғорур юғары күтәреп уҙҙы, фашизмдың үләт ояһы Берлинғаса алып барып еткерҙе. Сталиградтың ер ҡыртышын иретеп әжәл вулканы ҡайнағанда ла йәшәйешкә, һөйгәненә мәңге ғашиҡ килеш ҡалған Әнүәр Йәғәфәров менән Алла Шмакалова («ғашиҡтар”), Ғәбделхәй менән Ниночка (“Һуңғы таж япрағы”) тап бына шундайҙарҙан. Бөйөк Ватан һуғышы темаһына СССР халыҡтары әҙәбиәттәренең һоҡланғыс ҡаҙаныштарының береһе итеп баһаланырға хаҡлы “Ғашиҡтар” китабы хаҡында өҫтәп әйтергә кәрәк: донъяла тиңе булмаған шул ғәрәсәтле һынауҙа ла халҡыбыҙ рухының иң юғары сорғолошон ифрат юғары художество кимәлендә һынландырыусы ифрат берәгәй әҫәр был — Ғ. Әмири ижадының да, әҙәбиәтебеҙҙең дә аҫыл йөҙөк ҡашы булып балҡып тора ялғанлыҡтан ике күҙе тонмаған намыҫлы бәндәгә һәм уны, ниһәйәт, бөтәбеҙгә лә лайыҡлы баһаларға, уңайы тура килгән һайын, затлы хитап бәрәбәрендә нәшерләргә кәрәк ине. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүебеҙҙең юбилейҙары айҡанлы баплап китаптар сығарыла, ләкин шулар араһында “Ғашиҡтар”ҙың булмауы бик аяныс...

 

 

 

Оборона Халыҡ Комиссары ҡарамағындағы ғәскәри берләшмәнең элемтә башлығы капитан Ғәйнан Әмиров 1946 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәттән бушатылып, шунан элегерәк, 1944 йылда, Ҡафҡаздың Ахал-Теки ҡалаһындағы хәрби госпиталдәрҙең береһендә һуғыш яраларынан дауаланып ятҡанында танышып өйләнешкән Сара еңгәй, 1945 йылда тыуған игеҙәк ҡыҙҙары Лилиә, Нелли, үгәй улы Ефим һәм ҡайнатаһы Семен Мильман менән шау-гөр килеп Өфөгә ҡайтып төшә. Шул айҡанлы йәнә лә шул мәрәкәсе Сәғит Агиш ағайыбыҙ уйынлы-ысынлы көләмәсен тарата: “Был донъяла бармаҡтар ҙа, кешеләр ҙә тигеҙ түгел икән, әй. Бөйөк Ватан һуғышынан капитан Н. немецтың еңел автомобиле “Оппель”дә өйөнөң эсен йыһазларлыҡ затлы-ялтлы тауҙай байлыҡ тейәп ҡайтып килһә, капитан Ғ. тау аҫтындағы вокзалыбыҙҙан, алаша ат еккән ылау яллап, бер арба йәһүд сиреүен тейәп күтәрелде”... Көләмәстең тарихи ерлеген икенсе бер реалист әҙибебеҙ, шулай уҡ Сталинград яугире Ибраһим ағай Абдуллиндың хәтирәләрендә күрәбеҙ: “Минең тиҫтерҙәрем Яҡуп Ҡолмой, Ғәли Ибраһимов, Мостай Кәрим, Сабир Кинйәкәй — фронтта, ә Назар Нәжми Новосибирскиҙа КГБ мәктәбендә “смерш”лыҡҡа уҡый икән. Йәйәләр эсендә әйтеп үтәм: “Смерш” — ул “смерть шпионам” тип атала ине, ә һуғышҡа саҡлы ул “ОО” — особый отдел булып йөрөнө. Назар фронтта ла ана шул “Смерш”та хеҙмәт итте; беҙ инвалид булып, ҡултыҡ таяҡтары менән фронттан ҡайттыҡ, ә ул Германиянан бер машина трофей тейәп ҡайтты. Нишләйһең бит, кемгә һуғыш — ҡан түгеү, кемгә — майлы аш... Мин бының менән талантлы шағир Назар Нәжмигә ғәйеп ташларға теләмәйем, тик уның хәрби яҙмышы һәм һуғыштан һуңғы булған яҙмышының еп-еңел, шып-шыма булыуын ғына әйтеп үтеп китәм” (“Ағиҙел”, 1997/4, 23-24-се биттәр).

Кемгә нисектер, тигәндәй, һуғыштан ҡайтҡан Ғәйнан Әмиригә ул көндәрҙә, ысынлап та, үҙенең ишле, татыу ғаиләһе булғандыр иң ҙур байлыҡ һәм таяныс. Әҙиптең ҡайһындай ҙа эскерһеҙ саф һәм киң күңеллелеген, әхләҡи камиллығын күрһәтеүсе кес кенә бер ҡомартҡы алдыбыҙҙа: Өфө Авиация институтының бишенсе курсында уҡып йөрөгәнендә 1958 йылдың июлендә сит өлкәлә хәрби уйындар ваҡытында һыуға батып үлгән һөйөклө улы (үгәй һанамай ине уны) Ефимдың ҡасандыр бер саҡ студент хеҙмәт отрядында эшләгәнендә колхоздан ебәргән берҙән-бер хатын, үҙенең дә вафат булырына дүрт йыл ҡалғас, конвертының тышына: “Лилиә, Нелли, Ефимкәйҙең берҙән-бер хаты был. Иҫтәлеккә һаҡлағыҙ. Атайығыҙ. 19 октябрь 1978”, — тип яҙып, мәрхүм егеттең һуғышта юғалып ҡалған үҙ атаһының бер ус фронт хаттары менән ҡуша күн ярпыһына төрнәп һаҡлап ҡалдырған. Улының шул фажиғәле үлемен һөйләп ҡайғырғанын үҙем дә йыш күрергә тура килде. Быға бәйле шуныһын да әйтмәй булмай: Ефим һәләк булғас та, әҙип фатирына почта аша ҡултамғаһыҙ үсәү ҡағыҙы килеп төшә, ағайыбыҙ шуны ғүмере буйына, әллә хаҡ, әллә Нахаҡ, тигәндәй, баяғы атаҡлы мәҙәксебеҙҙән күреп әрнене...

Ҡайтып төшкән айында уҡ (ишле ғаиләне аҫырарға кәрәк бит!) Ғ. Әмири Башҡортостан китап нәшриәтенең балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәте бүлеге мөдире булып эшкә урынлаша, ә 1947 йылдың октябренән 1949 йыл аҙағынаса ул — “Үктәбер” (һуңғараҡ “Әҙәби Башҡортостан”) журналының яуаплы редактор урынбаҫары. Яугир рухлы күренекле әҙип һәм һәләтле етәксене 1950 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының әҙәбиәт һәм сәнғәт секторы мөдире итеп партия эшенә үрләтәләр, ләкин, бер генә йыл эсендә ҡапыл, беҙҙең өсөн билдәһеҙ ҡалған сәбәптәр арҡаһында (моғайын, “халыҡ дошманы” Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы ҡулъяҙмаһын партия эшмәкәренә хас булмағанса ихлас күңелдән дәррәү күтәреп алғаны, йәғни, “аумаҡайланып”, авторына ярҙам иткәне өсөндөр?) 1951 йылда уны СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел һәм әҙәбиәт секторы мөдире итеп күсерәләр. Ошо эше дәүерендә уға Сәйфи Ҡудаш ижады буйынса монография яҙыу йөкмәтелә, ләкин быға әллә күңеле тартмаймы, эште оҙаҡҡа һуҙып, үтә һүлпәнлек күрһәтә (“Сәйфи Ҡудаш ижады” тигән ул монографияны ғилми карьераһын башлап ебәргән йәш ғалим Ғ. Хөсәйенов тиҙ арала атҡара). Ғ. Әмири 1955 йылда институттан китә, өс йыл тирәһе тағы “Әҙәби Башҡортостан” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләп, 1958 йылдан кәйен үҙ алдына әҙәби ижад менән генә шөғөлләнә.

Ғәйнан Әмири ғүмеренең баяғы, партия өлкә комитетының әҙәбиәт һәм сәнғәт секторы мөдире булып эшләп йөрөгән осоронда уның ижади яҙмышында һәм, ғөмүмән, әҙәбиәтебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған әһәмиәтле ваҡиға булып уҙа — 1937 йылдың ноябренән үк әҙәбиәтебеҙ донъяһында юҡҡа сығып торған бөйөк шәхес Һәҙиә Дәүләтшина яҙмышы менән уның яҙмыш юлдары ҡабат киҫешә һәм бөйөк әҙибә өсөн был бик хәйерлегә була. Сөнки ул, 1943 йылда тотҡондан ҡотолғандан һуң, Башҡортостан Яҙыусылар берлегенә лә, гәзит-журнал редакцияларына ла ижады буйынса ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт ҡылып ҡарай, ләкин “халыҡ дошманы»на яҡты йөҙ күрһәтеүсе, хәленә кереүсе табылмай.

Ни өсөн тигәндә, ул саҡтағы рәсми әҙәмдәрҙең бөтәһенең дә үтә тупаҫлығынан, йәки яуызлығынан түгелдер был, — билдәле репрессияларҙан һуң партия өлкә комитетынан, НКВД органдарынан шөрләү өҫтөнлөк алғандыр күңелдәрендә — һәр зыялының башы өҫтөндә партияның һәм чеканың ҡыҙыл һаплы балтаһы яһил һағауыллаған замана бит... Һәҙиә Дәүләтшина быны, әлбиттә, барыһынан да яҡшыраҡ белгән һәм романын тотҡарлыҡтан сығартыуҙың берҙән-бер хәл иткес юл башы булған партия өлкә комитетының үҙенә төбәлеп килгән, ундағы әҙәбиәткә ҡағылышлы яуаплы урында үҙенең элек пединститутта бергә уҡыған яғымлы кесе ҡәләмдәше Ғәйнандың ихлас эшләп ултырыуы ла уға, яҙмышы ҡара мөһөрләнгән зыялыға, тәүәккеллек биргәндер. Бының ҡайһылай булғанын Әмириҙең үҙенән һөйләтәйек:

 

“Ҡыҫҡараҡ ҡына буйлы, йоҡа кәүҙәле, ғәҙәттән тыш ябай ҡиәфәтле һәм баҫалҡы Һәҙиә Дәүләтшина, ғәҙәтенсә йылмайып, ирендәре менән генә түгел, ә барлыҡ мөләйем йөҙө менән, мөхәббәтле күҙҙәренең осҡонло ҡарашын туп-тура һинең йөҙөңә йүнәлтеп йылмайып, иркәләүсән, күгәрсен гөрләүенә оҡшаған һәм тыныс тауыш менән: “Бына, туғандар, оҙаҡ йылдар яҙыша-ныҡыша торғас, мин дә бер роман яҙған булдым да... Белмәйем, оҡшатырһығыҙмы, юҡмы инде, әлләсе...” — ти кеүек... Һәҙиә апа А.П. Чеховтың матур кеше тураһындағы идеалына артығы менән тап килә ине — уның йөҙө лә, уйҙары ла, кейеме лә гүзәл ине... Беҙ кабинетҡа индек. Ултырыштыҡ. Иҫәнлек-һаулыҡ һораштыҡ. Һәҙиә апа үҙенең башынан үткәндәрҙе һәм әле ҡайҙа, нисек йәшәүе тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирҙе, минең сәләмәтлегем менән дә ҡыҙыҡһынды... Бик тулҡынлана, ара-тирә йөҙө ағарып киткәндәй була, йә унда тимгел-тимгел ҡыҙыл таптар тыуа. Мин уны тынысландырырға тырыштым, студент саҡтарыбыҙҙы, дөйөм таныштарҙы, уҡытыусыларҙы хәтергә алып, көлкөрәк тойолған бер-ике эпизодты һөйләп алдым; ул үҙен ҡулға алырға тырышты, күҙ йәштәре аша йылмайҙы”... (Ғ. Әмири. Аҡ елкән. 90 — 91, 100, 110-сы биттәр).

Ҡыҫҡаһы, уның “Ырғыҙ буйҙарында” тигән повесенең машинкала өс дана итеп баҫтыртылған ҡулъяҙмаһының бер данаһын Ғәйнан Әмири шунда уҡ үҙе уҡырға ала, ә ҡалған икеһен, Яҙыусылар берлеге идараһы менән телефондан һөйләшеп, тәжрибәле ике әҙиптән тиҙерәк уҡыттыртырға һәм (ыңғай) фекерҙәрен яҙҙыртырға килешә. Эште оҙаҡҡа һуҙмайынса, ул үҙе әҫәрҙе ҡулына ҡәләм тотоп, йотлоғоп уҡый башлай; был партия эшмәкәренең ҡулъяҙманы ни тиклем дә ентекле итеп, күңел биреп уҡығанлығын ҡулъяҙма биттәрендә ҡәләменең эҙҙәренән күрәбеҙ: машинистка ебәргән хәреф хаталарына тиклем, һүҙҙәр аҫтына һыҙып, бермә-бер күрһәтә барған, авторҙың буталсыҡ һөйләмдәрен (37, 114, 116, 121-се биттәр) хәстәрлекле төҙәткән (романдың баҫма тексынан күренеүенсә, автор был төҙәтмәләрҙе ҡабул ҡылған) һәм шул тәңгәлдәрҙә ҡағыҙ ҡырыйына: “Һәҙиә ханым, һөйләм төҙөүгә иғтибар итегеҙ! Ғ.Ә.”; “нимәне?”; “русса ҡоролош”; “өтөрҙәрҙе дөрөҫ ҡуйыуға иғтибар итегеҙсе!”; “һөйләм!”; “һәйбәт!” тигән һүҙҙәрен теркәп ҡалдырған... “Ҡулъяҙманы ошо уҡыу, яҙмышын хәл итеү дәүерендә, эҫе йәй көндәрендә, — тип хәтерләй бөйөк әҙибәбеҙ менән айырата йылы мөнәсәбәттә булған хәҙерге оло шағирәбеҙ Кинйәбулатова Кәтибә апай, — Һәҙиә апайыбыҙ Ғәйнан ағай менән күрешеп һөйләшергә баш ҡалаға йыш ҡына килеп йөрөнө[22]... Тәүгеһендә уның эштән сығыуын өлкә комитет йортоноң ишеге төбөндә көтөп торған икән, был хәл Ғәйнан Әмириҙе ныҡ һағайтҡан, сөнки “халыҡ дошманы” тип тамғаланмыш кеше менән осрашыуы хәүефле (бигерәк тә партия эшмәкәренә!) — элекке яҡын таныштары ла бит уны, Һәҙиә апайҙы, күрмәҫкә лә белмәҫкә тырыша ине. Мәҫәлән, шул саҡтарҙа күҙгә яҡшы ғына салына башлаған коммунист-әҙибә З. апайҙың фатирына Һәҙиә апай менән эйәртенешеп барғаныбыҙҙа ул беҙҙе: “Йөҙөмә ҡара яғып тертәңләп йөрөмәгеҙ!” — тип, ишектән бороп ебәрҙе; ә Башҡортостан яҙыусыларының 1954 йыл июнь айындағы 2-се йыйынына “әҙәбиәт һөйөүселәр” төркөмөндә генә саҡырылған Һәҙиә апай залға инеп, минең менән З. апай эргәһенә килеп ултырғас, ҡобараһы осҡан З. апай, тиҙ генә тороп китеп, икенсе урынға төпләнде... Бына шундай тынсыу мөхиттә рәсми вазифа башҡарған Ғәйнан Әмириҙең һаҡлыҡ күрһәтеүен яҡшы аңлап була. Һәҙиә апайҙың үҙенең һөйләүенсә: “Яр башындағы баҡсағаса артығыҙға ҡарамай ғына барығыҙ, шунда осрашырбыҙ”, — тип, уның ҡолағына шыбырҙап уҙған ул. Ағастар араһында үләнгә ултырып һөйләшкәндәр. “Беҙҙең һәр беребеҙ күҙәтеү аҫтында тора бит, апа, — тип ғәфү үтенгән Ғәйнан ағай һәм инде бынан һуң уға эш урынына килмәҫкә, ә кистәрен, ил аяғы һил булғас ҡына, Ғ. Әмири фатирының ишеген ике тапҡыр шаҡырға һүҙ ҡуйышҡандар. — Үкенескә ҡаршы, өйгә саҡыра алмайым, сөнки үҙем дә, ҡыҫылып-мыҫылып, ишек төбөндә, тип әйтерлек, көн күрәм”, тип тә өҫтәгән (фатир ғынаһы, ысынлап та, ҙур ғаилә өсөн тар ине)... Айырылышҡанда, кеҫәһенән сығарып, ҡағыҙға төрнәүле (эшендәге буфеттан өйгә алып ҡайтырға алған) һимеҙ селедка менән аҡ булка бүләк иткән апайыбыҙға; ә ул уны юлда уҡ асып ашағыһы килеп, ауыҙ һыуҙары ҡойолоп, туҡталған фатирына саҡ ҡайтып еткән”... Шул уҡ К. апай иҫләүенсә, Һәҙиә апайыбыҙ былай тип тә өҫтәгән: “Ғәйнан Әмири ошонан һуң да, осрашҡаныбыҙ һайын, кеҫәһенә һалып миңә йә бешкән бәрәңге менән икмәк киҫәге, йә бер-нисә конфет менән печеньеләр килтерә, улар ифрат бөхтә итеп ап-аҡ ҡағыҙға төрнәлгән, еп сырмап бәйләнгән була”...

Шулай итеп, әҫәргә ҡарата беренсе булып үҙенең эш-вазифаһы буйынса хәтәр рәсми кеше Ғәйнан Әмири яҡшы фекер тыуҙыра һәм ентекле, хәстәрлекле ыңғай рецензия яҙа; шулай уҡ күп авторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен юҡҡа сығарып тәнҡитләүе менән хәүефле дан ҡаҙанған, “нигилист” тип тә нарыҡланған татар Әмир Чаныштың да рәсми яҙмаһы ыңғай була. Түрәләрҙең тын алышын һәм өҫтәнерәк иҫкән елдең көсөн сос тойоусан йән булараҡ өсөнсө рецензиясы Сәғит Агиш ҡына, тыны аша кемдеңдер аҫтыртын-баҫымлы һулышын үткәреп, романды бөтөнләй юҡ итерлек оторо талаптар ҡуя, әммә партия өлкә комитетында ултырған баяғы “аумаҡайлыҡлы” иптәштең һулышы еңгәнлектән, “погода яһай» алмай...

 

“Роман мауығып уҡыла ине. Быға тиклем миңә башҡорт тормошонан был тиклем үк колоритлы, реалистик художестволы әҫәр уҡырға тура килгәне юҡ ине әле. Уны яҙыу өсөн авторҙың иҫ киткес ҙур, күп көс һалғанлығы ла билдәле ине миңә. Әммә шул уҡ ваҡытта китаптың теүәлләнеп етмәүе лә күҙгә ныҡ ташланып тора ине. Мин үҙемдең был осраҡта ябай рецензент ҡына түгел, ә партия өлкә комитеты исеменән фекер йөрөтөргә тейешлегемде лә аңланым... Унда әҫәрҙең бик күп ыңғай сифаттары әйтелде, әлбиттә, һәм шулай уҡ етешһеҙлектәре лә күрһәтелде, тәҡдимдәр яһалды, теләктәр белдерелде. Улар, нигеҙҙә, шуларға ҡайтып ҡалалар ине: был килешендә ҡулъяҙма көнкүреш (бытовой) романы[23] булып тора; хикәйәләүҙең егерме йылға һуҙылған ваҡыт эсендә булып үткән тарихи ваҡиғалар фонында алып барылыуын иҫкә алғанда, әҫәрҙе күп темалы, тулы ҡанлы ысын социаль романға әйләндереү мөмкинлеге ап-асыҡ күренеп тора. Икенсенән, ошоға бәйле, Ырғыҙ буйы башҡорт крәҫтиәндәренең тормошон, уларҙың азатлыҡҡа ынтылыуҙарын, үҙҙәрен генә айырып һүрәтләү менән сикләнмәй, ысынбарлыҡта булғанса, башҡорт ярлыларының көрәшенә тирә-яҡта йәшәгән башҡа халыҡтарҙың, айырыуса Самар ҡала пролетариатының революцион хәрәкәте йоғонто яһауын да күрһәтеү бөтә яҡтан да уңышлы булыр ине” (Ғ. Әмири. Аҡ елкән. 112 — 113-сө биттәр).

 

Һәҙиә Дәүләтшина, уйланып йөрөй торғас, былар менән тулыһынса килешә һәм, бөтә көсөн һалып, әҫәрҙе ысын роман итеү йәһәтенән тырышып эшләй башлай, һөҙөмтәлә хәҙер инде бөтәбеҙгә яҡшы таныш (дөрөҫ, бер аҙ схематизмдан да арынмаған) тулы ҡанлы “Ырғыҙ” романын өлгөртә. Шуныһы ла ифрат ҡыҙыҡлы: Ғәйнан Әмири тәҡдимдәренән һуң шулар буйынса тулыландырылған “Ырғыҙ”ҙың сюжет һөлдәһе, бер үк ҡалыпҡа һалынғандай, Ғ. Әмириҙең күпкә элегерәк һәм ул «Ырғыҙ» ҡулъяҙмаһы менән таныш түгел осоронда уҡ (ул уны 1951 йылда уҡый) — 1947 йылда яҙылған “Бәхет тауы (Гөлбикә әбей һөйләгән легенда)” әҫәренекенә ғәжәйеб тап килеп тора: Әмириҙең символик “Өмөт үре” — романдағы коммунистар партияһы ул, “Дуҫтар” — романдағы урыҫ халҡы, “Бөркөт халыҡ” — романдағы башҡорт халҡы, “ике башлы аждаһа” — романдағы батша самодержавиеһы һәм уға ҡаршы баяғы халыҡтарҙың партия етәкселегендәге берҙәм көрәше... Оҡшашлыҡтың сере генә мәғлүм түгел: Һәҙиә Дәүләтшина хатта үҙе лә абайламай ҡулланғанмы был уның “Ырғыҙ”ына тиклем үк булған ҡыҙыҡлы үрнәкте, әллә легенда авторының ихлас күңелле кәңәше, йомартлығы менәнме?.. Моғайын, хаҡлыҡ һуңғыһындалыр. Әммә бөйөк әҙибә Ғәйнан Әмириҙең, Өфө, Ырымбур губерналарында булып үткән ваҡиғаларҙы ла романда бер юлы иңләргә, тигәнен ҡабул ҡылмай, “мин был өлкәләрҙә йәшәүсе башҡорттар тормошон кәүҙәләндереүҙе бурыс итеп ҡуйманым, бары Куйбышев өлкәһендә — Ырғыҙ буйҙарында йәшәүсе бик аҙ һанлы башҡорттар хаҡында ғына яҙырға теләнем”, ти (бик дөрөҫ: тамсы һыуҙа ла бөтә диңгеҙҙе сағылдырып була бит!). “Күрәһегеҙ, Һәҙиә апа, мин артығыраҡ мауығып киткәнмендер, — тинем мин, тип хәтерләй Ғ. Әмири. — Шулай ҙа Ырғыҙ буйы башҡорттары Өфө, Ырымбур яғы башҡорттары менән бөтөнләй аралашмай йәшәмәгәндәрҙер бит?” — “Юҡ, әлбиттә. Әммә, минеңсә, был аралашыу үтә тығыҙ булмаған”, — тип килешә биреп тә ҡуя автор”...

Ошо урында йәнә лә ҡыҙыҡлы фактҡа төбәләйек: Һәҙиә Дәүләтшина, “үтә тығыҙ булмаған был аралашыу”ҙы шулай ҙа күрһәтеү кәрәклеген төшөнөп, шул уҡ Ғәйнан Әмириҙең 1939 йылда яҙылған “Гөлбикә” хикәйәһенең “ойотҡо”һон (моғайын, авторҙың фатихаһы менәндер) киң ҡуллана, сөнки хикәйәләге дала яҡтан Уралға күсеп килгән колоритлы Гөлбикә әбей образы — романдағы, киреһенсә, Уралдан дала яҡҡа күсеп ҡайтҡан “Урал әбейе” Шәһиҙәнең ҡойоп ҡуйған һыны ул. Хатта ваҡлыҡтарынаса тап килә: икеһе лә ун ике йәшлек кенә ҡыҙ саҡтарында тыуған ерҙәренән ситкә сығып китә, икеһе лә күргәҙмәле тере тарих һәм йырсы булып үҫә. “Гөлбикә әбей әле лә иҫән. Ҙур легендаға оҡшаған уның ғүмере” (Ғ.Ә.). “Урал әбейе” лә шулай уҡ “әллә ҡайҙа бер кәштәлә саң баҫып ятҡан еренән табып алып уҡылған бер иҫке тарих һымаҡ йәшәй” (Һ.Д.). “Бәхет тауы”ндағы символик “Аждаһа»ға ҡаршы алышыусы егет — “Ырғыҙ”ҙағы “Урал әбейе”нең батша самодержавиеһына ҡаршы көрәшсе улы Асҡар ул...

Бара-тора Ғ. Әмириҙең “Гөлбикә” хикәйәһенең икенсе бүлегендәге Гөлбикә образы йәнә “Ырғыҙ”ҙағы ҡойоп ҡуйған Гөлйөҙөмгә әйләнә (бөтә көнкүреш-ваҡиғалары менән): Гөлбикәне — бай улы Байымбәткә, ә Гөлйөҙөмдө Моратшабай улы Сәйетғужаға көсләп кейәүгә бирергә йыйыналар. Байымбәттең “ҡартлығы арҡаһында аҡылына ла еңеллек килә башлаған” булһа, Сәйетғужа ла шулай уҡ “ҡылый күҙле тинтәк”, тиле-миле... Байымбәт Гөлбикәне дүртенсе ҡатынлыҡҡа алһа, “буласаҡ ир Сәйетғужаның әле Гөлйөҙөмдөң өҫтөнән тағы өс ҡатын алырға ирекле икәне тураһында һөйләйҙәр ине”...

Бына ҡалым хаҡында килешәләр: “ун биш йылҡы, утыҙ баш ҡуйға күнербеҙ. Туй килем-китемдәре өсөн йөҙ һум аҡса ла өҫтәрһегеҙ” (Ғ.Ә.). “Бер һарыҡ, йөҙ ҡырҡ һум мәһәр, туйға бер тыу бейә, ҡалымына ла бер һимеҙ йылҡы малы, ҡайныма бер сапан, ҡәйнемә инә туны, һиңә бер ҡат яҡшы кейем” (Һ.Д.). Әмири Гөлбикәһе, ҡыҙ сафлығын һаҡлаған килеш, ирен сәнсеп ҡаса. Дәүләтшина Гөлйөҙөмө лә ҡыҙ сафлығын юймаҫы борон никах мәжлесенән ҡаса... Роман авторы ана шулай Ырғыҙ менән Урал араһындағы талап ителгән бәйләнеште, тимәк, Ғ. Әмириҙән “үтескә алынған” “Урал әбейе” образы аша булдыра, был иһә әҫәр ваҡиғалары даирәһен ысынлап та шаҡтай киңәйтә төшә. Шулай итеп, Ғәйнан Әмириҙең йомарт күңелле булышлығы арҡаһында «Ырғыҙ» романы һуңғы эшләнешендә шаҡтай киңәйеп, тәрәнәйеп һәм тулыланып, хәҙерге мәшһүрлегенә эйә була; уның күп кәртәләр үтеп донъяға сығыуында — ниһәйәт, уҡыусылар ҡулына килеп ирешеүендә лә Ғәйнан Әмириҙең игелеге һанап бөтөргөһөҙ ҙур һәм хәл иткес булды, быны хатта уның яһил дошмандары ла һис кире ҡаға алмай.

“Ырғыҙ” романы, үкенескә ҡаршы, авторы вафат булғандан һуң ғына донъяға сыға һәм бының өсөн Ғәйнан Әмириҙән дә нығыраҡ әрнеүсе лә, ғорурланыусы ла булмағандыр ҡәләмдәштәр араһында, бына шуның билдәһе:

 

Урал тауҙарының буйында

Оҙон-оҙон быуат буйына,

Буйһонмайса яуыз яҙмышҡа,

Яғалашҡан, ҡыйыу алышҡан

Башҡорт ҡыҙҙарын мин йырларға

Ҡәләм алды ниһәм ҡулдарға,

Һин, Һәҙиә, алға баҫаһың;,

Һиңә мәҙех килә яҙаһым.

Башҡорт ҡыҙы әсе сеңләгән,

Тик һис кемгә башын эймәгән.

Йөҙө пәрәнжә лә кеймәгән.

Ир-егеттәй һыбай менгән ул,

Илен һаҡлап, яуға елгән ул,

Үлем күҙенә бағып көлгән ул! —

О Һәҙиә, һинең һының был,

Замандашым, йәсе, йырым бул!

Башҡорт ҡыҙы ярһыу йөрәкле,

Һүрелмәҫтәй ҡайнар теләкле;

Йырҙан таша уның күңеле,

Шоңҡар ҡыйыламы — бейеүе!

Мөхәббәте уның — ут кеүек,

Ә нәфрәте — сатнар боҙ кеүек.

Үҙе дәртле, үҙе бик түҙем. —

Һәҙиәкәй, был бит һин үҙең!

Ғәрәп һүҙе булған “Һәҙиә”

“Бүләк” тигән һүҙҙер беҙҙеңсә;.

Башҡорт, теләп һиңә ҙур теләк,

Биреп һиңә ҡайнар ҡуш йөрәк,

Бүләк итте һине донъяға,

Даның сиктәр аша тарала.

Йөҙөк ҡашы булдың халҡыңдың;,

Күңелеңдә уның ялҡыны.

Йәмле, шаулы Ырғыҙ буйҙарын,

Ырғыҙ буйҙарының ҡыҙҙарын,

Тас та арыҫландай улдарын,

Һәҙиә, һин данлап йырланың;.

Ғашиҡ инең беҙҙең заманға,

Йырың тынмай һаман, һаман да.

Юҡ, Һәҙиә, һүҙең тутыҡмаҫ;,

Илең һине ғүмер онотмаҫ;.

 

Романға баш һүҙ яҙыуҙы ла уның иң шәп белгесенә әйләнгән Ғәйнан ағайға тапшыралар, ләкин, Сталин репрессиялары йылдарында “халыҡ дошманы” рәүешендә билдәһеҙлеккә һөрөлгән, шунан һуң да, күпме генә йөрәкһеп талпынһа ла, Яҙыусылар берлегенә ҡабат ағза итеп алынмаған, шул арҡала вафатынан һуң да ижад мираҫын йыйнап алып өйрәнеү, һаҡлау өсөн рәсми органдар тарафынан бер сара ла күрелмәгән тынсыу осраҡта тота һалып ундай етди темаға мәҡәлә яҙыу һис тә мөмкин булмаған эш ине, иң элек уның, әҙибәнең, ҡағыҙҙарына күҙ һалыу кәрәк ине. Был саҡта “Әҙәби Башҡортостан” журналы баш мөхәрриренең урынбаҫары булып эшләгән уҙаманыбыҙ мәрхүмәнең дөмә-һаңғырау әсәһе Гөлйәүһәр инәйгә килә һәм, ҡарсыҡ яҡшы танып белгән ғәрәп хәрефтәре менән кәрәкле һорауҙарҙы ҡағыҙ ярпыларына яҙа-яҙа һөйләшеп-ризалаштырып, киндер тоҡта карауат аҫтында туҙанланып аунап ятмыш ҡәҙерле ҡулъяҙмаларҙы фатирына күтәреп алып ҡайта. (Әйткәндәй, Ғәйнан ағай үҙенең тар ғына бүлмәһендә янына ингән һәр берәүгә, күңеле тулыуҙан ике күҙе йәшләнеп, Һ. Дәүләтшинаның ҡаҙ тешендәй ваҡ ҡына ғәрәп хәрефтәрен теҙеп яҙылған дәфтәрҙәрен алып күрһәтер ине, — хәҙер улар барыһы ла Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми архивы фондында). Шуларға таянып, Һ. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романының ике баҫмаһына, “Айбикә” китабына баш һүҙҙәр, “Аҡ елкән”гә “Башҡорт гүзәле” тигән гүзәл иҫтәлеген яҙа, тап ошо тәүгел материалдар унан һуңғы башҡаларға ла әлегәсә булһа улар бөйөк әҙибә хаҡында яҙғандарында яҡшы нигеҙ булып тора (береһе лә Ғәйнан Әмириҙән уҙып яңы һүҙ әйтә алғаны юҡ). Архивта иһә Һ. Дәүләтшина ҡағыҙҙарының тулы исемлеге һәм уларҙы Ғәйнан Әмириҙән тулыһынса ҡабул ҡылып алыу тураһында рәсми комиссия ағзалары, шул иҫәптән Гөлйәүһәр инәй үҙе лә, ҡул ҡуйған акт, өҫтәүенә, яҙыусы Ғ. Әмири тарафынан Һ. Дәүләтшина материалдарының тулыһынса тапшырылыуы тураһында әҙибәнең вариҫы (мираҫсыһы) булған шул уҡ Ильясова Гөлйәүһәр инәйҙең үҙ ҡулынан яҙып биргәне лә бар. Тимәк, бөйөк әҙибәнең архивын килер быуындар өсөн һаҡлап алып ҡалыуҙа ла Ғәйнан ағай Әмириҙең хеҙмәте ҙур, әммә бының өсөн рәхмәт урынына ҡара яла яғыусылар ҙа табылды — “ит изгелек — көт яуызлыҡ” тигәндәре ошолор...

 

 

 

Тәүҙә шиғырҙар яҙған һәм тора-бара очерк, публицистика, хикәйә, драматургия толпарҙарын уңышлы эйәрләгән Ғәйнан Әмири утыҙынсы йылдар аҙаҡтарынан уҡ әҙәбиәттең тар жанр ҡыҫаларына һыйыша алмай башлағайны һәм, бәлки, үҙе лә абайламаҫтан, “Гөлбикә” һәм һуғыштан һуңғы “Бәхет тауы”, “Бер өйҙөң кешеләре”, “Ҙур баҡса”, «Ғәскәровтар ғаиләһе” кеүек гүзәл сәсмә әҫәрҙәренә тулы ҡанлы повесть йәки роман булырҙай киң ҡоласлы материалдарын һалғайны. Ә илленсе йылдарҙа был бәрәкәтле рухи мая бойомға аша башлай һәм әҙәби факт булараҡ рәсми һанға һуғыла, сөнки ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты әҙәбиәт һәм сәнғәт секторы мөдире Рәжәп Хәйруллин иптәш 1950 йылда яҙыусыларҙың һуңғы ике йыл дауамындағы эше тураһында ВКП(б) Үҙәк Комитеты вәкиле Новиковҡа биргән хисапнамәлә: “Ғ. Әмири совет кешеләренең Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәм тылда күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһындағы “Ватандаштар” повесе өҫтөндә эшләй” тип әйтелә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Мостай Кәрим 1954 йылдың 26 июнендә КПСС өлкә комитеты сәркәтибе Саяповҡа яҙған белешмәһендә Ғәли Ибраһимов “Ватандаштар” тигән романын тамамлай, тип хәбәр итә. Күренеүенсә, ике ҡәләмдәш, үҙҙәре лә белмәйенсәлер, моғайын, әҫәрҙәренә бер үк исем алғандар... Һуңынан был әкәмәт хәл уларға мәғлүм булғандыр, сөнки ул исемдән икеһе тиң ваз кисеп, Ғ. Ибраһимов әҫәре 1956 йылда “Бер полк кешеләре” тип нәшер ителә, ә Ғ. Әмириҙеке иһә 1960 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында бөтәбеҙгә мәғлүм “Мораҙым” булып сыға. Һ. Дәүләтшинаның шунан өс йыл элек кенә дан ҡаҙанған “Ырғыҙ” романынан һуң ошондай уҡ тулы ҡанлы яңы әҫәрҙәргә сарсап йәшәүсе әҙәбиәт һөйөүселәр араһында “Мораҙым” шундайын да ныҡ көтөп алынып, яратып уҡыла ки, редакцияларға өҙлөкһөҙ хаттар яуа, уҡыусылар конференцияларында телдән төшөрмәй маҡтала (ҡарағыҙ: “Мораҙым” повесе хаҡында китап уҡыусылар фекере. “Ағиҙел”, 1961/3). Әммә ҡыуаныс менән көйөнөс йәнәшә йөрөй икән: авторҙың ҙур уңышына билдәле сәбәптәр арҡаһында “эстәре көтөрҙәгән” ҡайһы бер ҡәләмдәштәре (ни хәл итәһең, ундайҙар ҙа булып тора — улар ҙа бәндәләр бит!) быны күпһенеп, шик аҫтына алып: “Эт һейгән арала яҙҙы — бының былай булыуы мөмкин түгел!” (үҙенең романы юғары баһаланмауҙан рәнйеп йөрөгән әҙип С.А.), йәки: “Үҙенеке түгелдер ул...” (повесе кире ҡағылған әҙибә З.Б.) тип һөйләнеп йөрөнөләр, ә был уңышҡа авторҙың бөтә ижади ғүмере буйына тап шундай уҡ темаларға һәм художестволы кимәлдә яҙылған сәсмә әҫәрҙәре аша бик тәбиғи килеүен, повесте яҙа башлауына ла инде аҙ түгел — теүәл ун йыл уҙыуын уйлап та торманылар.

Тема һәм сюжет йәһәтенән ҡарағанда, бәлки, шикләнеүҙәргә тамсы ғына сәбәп тә барҙыр бында: бер үк темаға һәм сюжеткә төрлө авторҙарҙың төрлөсә әҫәр яҙыуы донъя әҙәбиәтендә таралған тәбиғи хәл. Бигерәк тә иң яратҡан ҡәләмдәшеңдең иң яҡшы әҫәре күңелеңдә ярылып ятып ҡала ла, үҙең дә абайламаҫтан, теге йәки был формала һинең дә ижадыңда ҡабатлана (һ







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 500. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Метод Фольгарда (роданометрия или тиоцианатометрия) Метод Фольгарда основан на применении в качестве осадителя титрованного раствора, содержащего роданид-ионы SCN...

Потенциометрия. Потенциометрическое определение рН растворов Потенциометрия - это электрохимический метод иссле­дования и анализа веществ, основанный на зависимости равновесного электродного потенциала Е от активности (концентрации) определяемого вещества в исследуемом рас­творе...

Гальванического элемента При контакте двух любых фаз на границе их раздела возникает двойной электрический слой (ДЭС), состоящий из равных по величине, но противоположных по знаку электрических зарядов...

Этапы трансляции и их характеристика Трансляция (от лат. translatio — перевод) — процесс синтеза белка из аминокислот на матрице информационной (матричной) РНК (иРНК...

Условия, необходимые для появления жизни История жизни и история Земли неотделимы друг от друга, так как именно в процессах развития нашей планеты как космического тела закладывались определенные физические и химические условия, необходимые для появления и развития жизни...

Метод архитекторов Этот метод является наиболее часто используемым и может применяться в трех модификациях: способ с двумя точками схода, способ с одной точкой схода, способ вертикальной плоскости и опущенного плана...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.017 сек.) русская версия | украинская версия